Салауат батыр

                                                      Салауат батыр

Салауат батыр ир ине,
Салауат батыр ир ине,
Дошман менән көрәшкәндә
Яу башында бер ине,
Алғы сафта ул ине.
Юлай улы Салауат
Урал тауҙың батыры.
Көсө менән — арыҫлан,
Алтын булған аҡылы,
Алтын булған аҡылы.
Салауат ҡурҡмай һыуҙа йөҙгән,
Тәрән һыуҙа, ағында.
Йыртҡыстарға дошман булған
Кескенә үк сағында.
Уралдың тау-урмандарын
Йәштән йөрөп бөтөргән.
Ҡапма-ҡаршы һуғышып
Ике айыу үлтергән.
Их, Салауат, батырһың!
Тарихтарҙа матурһың.
Салауат батыр йәш сағында,
Ҡамсат бүрке башында,
Салауат ысын батыр була
Ун дүртенсе йәшендә.
Башҡорт иле янғанда,
Күмер булып ҡалғанда,
Ярлыларҙы батшалыҡ
Ер аҫтына һалғанда,
Ер аҫтына һалғанда.
Ҡайһыларын аҫҡанда,
Ҡайһыларын киҫкәндә.
Башҡорт илен яндырып,
Халыҡ ҡанын эскәндә.
Дошмандарҙан үс алырға
Һүҙ бирҙең һин үҫкәндә,
Һүҙ бирҙең һин үҫкәндә.

Эй, Салауат, батырым,
Үҙ халҡыңды йыйғанһың,
Илдең янған күмерен
Алдарыңа ҡуйғанһың.
Күмер тотоп, ант итеп,
Үс алырға булғанһың,
Үс алырға булғанһың.
Салауат менгән тау башына,
Баҫҡан тауҙың ташына.
Һис ваҡытта ҡурҡмаған
Ни килһә лә ҡаршына.
Яу күтәргән Салауат
Ҡорал тотоп ҡулына.
Ил халҡы рәхмәт уҡый
Ир Юлайҙың улына.
Оҫта булған атырға,
Үткер тотҡан ҡылысын.
Һәр ваҡытта талап иткән
Иркен тормош, тыныслыҡ,
Иркен тормош, тыныслыҡ.
Эй, батыр һин, батыр һин,
Батыр булған беләгең;
Ҡуш булғандыр йөрәгең,
Изге булған теләгең,
Бирҙең дошман кәрәген.
Урал эсендә тыуҙың һин,
Батыр булып үҫтең һин;
Ил талаусы дошмандарҙан
Үсеңде алдың, киҫтең һин.
Эй, Салауат, батырһың,
Тарихтарҙа матурһың,
Тарихтарҙа матурһың.
Пугачев һине һөйҙө,
Батыр икәнең белеп,
Бригадирым бул, тине,
Бригадирым бул, тине.
Салауат батыр ир ине,
Салауат батыр ир ине,
Ҡаршы килгән дошманға
Ҡаршы сығыр ир ине.
Дошман менән көрәшкәндә,
Алғы сафта ул ине,
Яу башында ул ине.