Берҙән-бер көн француз батшаһы Мәскәү батшаһына һуғыш аса. Күп ер-һыуын, күп ҡалаларын баҫып алып, Мәскәүгә килеп инә. Француздар Мәскәүҙе килеп алғас, батша, һанаттарын эйәртеп, Мәскәүҙән сығып киткән. Үҙ һанаттарының ҡалтырап тешәүен күргән батша ҡулына бер ус тупраҡ алып әйткән, ти: «Ай, ата-бабам йөрөгән ер-һыуым! Шулай уҡ дошманға ҡалырһығыҙмы икән ни? Ҡабат миңә һеҙҙе күреү насип булмаҫмы икән ни?». Һанаттары ләм-мим һүҙ әйтмәй, баштарын баҫып, уйға талып тик ултырғандар, ти.
Был хәлде ситтәрәк ауын ямап ултырған бер балыҡсы ҡарт ишеткән дә батша янына килгән, ти.
— Ай, оло батша!— тигән балыҡсы. — Ниңә был хәтле ҡайғыраһың? Һиңә алтын тәхетеңде, олатайҙарыңдың зыяратын ташлап, Мәскәүҙе ҡалдырып сығыу ауыр булһа, илде дошманға биреп тороу ил халҡы өсөн бигерәк тә ауыр. Бер ҙә ҡайғырма! Һинең халыҡтарың Мәскәү тирәһендә генә йәшәмәйҙәр бит! Ат өҫтөндә ҡорҙай уйнаған, сабын килһә, елдәй гөжләгән, ҡая таштарҙа аҡ кейектәй һикергән, шыр урманды өс бүкәндәй һанаған, юшанлы сағылдарҙы еҙ йыландай аралаған, бүре, айыуҙы ҡуй бәрәндәрҙәй ҡырған, саңғыла һыуҙағы балыҡтай йөҙгән башҡорт тигән халҡың бар бит! Сит ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ тигәндәй, улар беҙҙең менән бер ерҙе еҫкәгән, бер һыуҙы эскән халыҡ бит. Шуларҙан да ярҙам һора! — тигән.
Балыҡсы ҡарттан был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батша ырғып торған да, бер нәмәһен юғалтып һиҫкәнгән кеше һымаҡ, тирә-яғына ҡараған:
— Ай, ҡартым, алтын табаҡтан бергә аш ейгән һанаттарым, мамыҡ түшәктә бергә ятҡан бисәм бирмәгән аҡылды бирҙең, рәхмәт, ҡартым, мин хәҙер янаралдарымды илгә таратырмын. Башҡорттарҙы ла ярҙамға саҡыртып ҡарармын, — тигән.
Балыҡсы ҡарт киткәс тә, батша һанаттарын эҙләй һалын, уларҙы йыйып, кәңәш-төйөш иткән. Башҡорттарға хат яҙырға булғандар, ти.
Башҡорттар рус еренә сит дошман килгәнлеген ишетмәй ҙә яталар икән. Был хәбәрҙе ишетеү менән, бөтә Урал халҡы йәшен һуҡҡандай һиҫкәнеп киткән, бөтәһе лә аяҡ өҫтө баҫҡан, ти.
Урманда уҡ юнып, аласыҡта һаҙаҡ һуғып, тана-торпо, тәкә һуйып ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, тире ыҫлап, турһыҡ, һаба, мәс тегеп, ҡаймаҡ яҙып май таҫҡып, төн-көн ағытмай бейә һауып, турһыҡ, һаба тултырып ҡымыҙ йыйып, аҙыҡ-түлек, ат-тун, кейем-һалым таярлап, халыҡ яуға әҙерләнгән, ти. Бөтә бисә-сәсә, әбей-һәбей, ҡыҙ-ҡырҡын, бишектән төшөп түштән шыуған, аяҡҡа баҫҡан бала-саға бере ҡалмай батырҙарҙы яуға оҙатырға йыйылған, ти.
Яуға оҙатҡанда әбей-һәбейҙәр, яуға китеүселәрҙең юлы ҡыҫҡа булһын тип, тегәр еп биргәндәр. Бисә-сәсәләр, күкрәктәрегеҙгә дошман уғы теймәһен тип, яуға барыусыларҙың түштәренә тәңкә теккәндәр. Ҡыҙ-ҡырҡындар егеттәргә сер һаҡлаусы булығыҙ, тип нәгешле янсыҡтар биргәндәр, ти.
Оҙатҡанда әбейҙәрҙең әйткәне:
Әрмеләргә китә, ай, башығыҙ,
Буҙ балалар, инде хушығыҙ!
Йылдарығыҙ айҙай тиҙ үк үтеп,
Иҫән йөрөп, еңеп ҡайтығыҙ.
Бисә-сәсәләрҙең әйткәне:
Атҡайҙарға менеп, һаҙаҡ алып,
Яуға китер ирҙәр булдығыҙ.
Һай, илкәйем, илкәйемдең батыр иркәйе,
Тәңкәләрҙәй төҫлө шылтыратып,
Шат көлөшөп, еңеп ҡайтығыҙ.
Һай, илкәйем, һағынып көтөр һеҙҙе илкәйен,
Ҡош юлдары ҡалҡһа күк йөҙөндә,
Кейек ҡоштар осор төньяҡтан.
Һай, илкәйем, батырҙарын көтөр шул саҡта.
Ҡоштар үтһә, һеҙҙән беҙ көтөрбөҙ,
Сәләм килә, тиеп үк йыраҡтан.
Һай, илкәйем, хатың уҡыр илең шул саҡта.
Ҡыҙҙар яуға китә торған егеттәргә ҡулъяулыҡ, янсыҡтар бүләк итеп, һөйгән егеттәренә ҡарап былай йырлағандар:
Атҡайҙарға менеп, беҙҙе ташлап,
Урал ашып яуға киттегеҙ,
Һай, илкәйем, ҡалдырып шул нәҙек билкәйең,
Киткән юлығыҙға ҡарай-ҡарай,
Күҙкәйҙәрҙе талдырып көтөрбөҙ.
Һай, йәнкәйем, онотмағыҙ нәҙекәй билкәйең.
Урал армыттарын семәрләгән
Сәскә менән буләк бирәбеҙ,
Һай, йәнкәйем, еҫкәгәндә аңҡыр илегеҙ,
Ил намыҫын бергә шул бүләктә
Йөрәгегеҙҙә бергә һаҡлағыҙ,
Һай, илкәйем, батыр булып яуҙан ҡайтығыҙ.
Ата-әсәләренец яуға киткән улдарына хуш аяғы биреп, теләк теләгәндә әйткәне:
Йомро ғына тояҡ, ай, йылҡының
Юлҡайҙарын сикләр ҙә йән булмаҫ.
Һай, балаҡайым, егет беленер теҙген тотҡанда,
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, күкрәген
Дошмандарына сарып юл һалмаҫ.
Һай, балаҡайым, егет һайлар яуҙа сапҡанда,
Ҡулдарыма һаҙаҡ алдым, тиеп,
Торомтайҙан осма, йән күреп,
Һай, балаҡайым, ауыр көндәр көтөр алдыңда.
Сал бөркөттәй талғын бул сапҡанда,
Дошманыңды ҡыйрат яй белеп.
Һай, балаҡайым, бәхет гөлө үҫһен юлында.
Илдең сәсәндәренең яуға китеүселәрҙе өгөтләп һамаҡлағаны:
— Яуға тиеп уҡталған
Батырҙарға һүҙем бар.
Күп яуҙарҙы күрҙек беҙ,
Өлгө өсөн йәштәргә
Әйтә торған уйым бар.
Урал батыр биш булып,
Яу ҡайтарған, беләһегеҙ,
Ҡараһаҡал, Салауат —
Яуы булып үткәнен,
Батыр булып, дан сәсеп,
Дошманын ҡуйҙай ҡырғанын,
Күҙ алдында дошмандың
Һайын һанап тормайса,
Атҡан уҡтай уҡталып,
Тауға сөйгән ҡыйгырҙай,
Яуын ҡырған йотоноп.
Уралтауҙан дан алып,
Үҙ дәүерен киҫкәнен
Барыгыҙ ҙа беләһегеҙ.
Яуға барыу йыйынып —
Ҡалым алып, туй яһап,
Бер көрәгә төбөндә
Ҡымыҙ эсеп, яу һалып,
Бер табаҡтан аш ейеп,
Ҡунаҡ булыр ер түгел.
Типһә тимер өҙөрҙәй.
Салауаттан беләкле,
Яуға барған нөгәрҙең
Батырҙары күп булһын,
Һөрән һалып яу ҡырған,
Ҡылды ҡырҡҡа ярырлыҡ
Теле майҙай иреткән,
Бөтә эште сер тотҡан,
Уйлағанда таш йотҡан
Ҡараһаҡалдай ир булып,
Яуҙы башлар ир булһын,
Ир булһын, ау, ир булһын!
Яуға китеүселәрҙең әйткәне:
— Сусаҡ сагыл, ҡырлас тауҙар менән
Урал армытына ла, ай, һыйынған,
Һай, илкәйем, наҙлы еркәйем,
Сал бөркөттәй яуын, ай, оҙатып,
Ҡарап ҡалаһың бит ҙур юлдан,
Һай, илкәйем, наҙлы билкәйем.
Ата-бабаларҙың ҡанын һыулап
Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юнып,
Һай, илкәйем, моңло еркәйем,
Дошмандарҙы сыр-сыу, ай, килтереп,
Беҙ ҡайтырбыҙ илгә лә шатланып,
Һай, илкәйем, моңло еркәйем.
Уралҡайым, беҙҙе, ай, үҫтерҙең
Буйҙарыңда атта уйнатып,
Һай, илкәйем, тыуған еркәйем.
Бүре, айыуҙарҙай дошманды ла
Беҙ ҡайтырбыҙ еңеп, ҡыйратып,
Һай, илкәйем, тыуған еркәйем.
Быуын-быуын үткән батырҙарҙың
Һүҙен тыңлап, йырын йырларбыҙ,
Һай, илкәйем, батырҙарҙың һүҙкәйен.
Илкәйебеҙ өсөн булырбыҙ шәһит,
Дошмандарға илде бирмәбеҙ.
Һай, илкәйем, батырҙарҙың әйткән һүҙкәйен.
Башҡорт ғәскәрҙәре тау шишмәһендәй гөжөлдәп, диңгеҙҙәй рус ғәскәрҙәренә ҡушылып, француздарҙы ҡыуып алып киткәндәр, ти.
Башҡорт халыҡ ижады. Икенсе том.pdf ссылка //kitaptar.bashkort.org/files/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%20%D1%85%D0%B0%D0%BB%D1%8B%D2%A1%20%D0%B8%D0%B6%D0%B0%D0%B4%D1%8B.%20%D0%98%D0%BA%D0%B5%D0%BD%D1%81%D0%B5%20%D1%82%D0%BE%D0%BC.pdf