Үгәй инә үләне

мать и мачеха                                     Үгәй инә үләне

     Үгәй инә үләне, яр япрағы (русса: мать-и мачеха, латинса: Tussilago farfara L.) — күп Йыллыҡ үҫемлек. Апрелдә һары сәскә ата, май баштарында орлоғо өлгөрә. Үгәй инә үләне юл буйҙарында, ташландыҡ ерҙәрҙә, йылға ярҙарында һ.б. урындарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
     Дауалау өсөн үләндең аҫҡы (тамырына яҡын) япраҡтары ҡулланыла. Уларҙың составында гликозидтар, инулин, алма кислотаһы, сапониндар, С витамины, каротиноидтар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Үләндең япрағы июнь — июль айҙарында йыйыла һәм ҡояш төшмәгән ҡоро бинала, йоҡа итеп йәйеп киптерелә. Кипкән үләнде ҡоро урында һаҡлағанда, уның шифаһы 3 йыл буйы юғалмай.
     Үгәй инә үләне япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне (йәки ҡайнатманы) тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, тын ҡурылғанда, ашҡаҙан-эсәк, бәүел юлдары сирләгәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған үлән япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.

     Ҡайнатма ла шул уҡ нисбәттә һәм тәртиптә әҙерләнә һәм ҡулланыла. Тик 10 15 минут талгын утта ҡайнатып алына.
     Халыҡ медицинаһында яңы өҙөп алынған үгәй инә үләне япрағынан алынған һут менән үпкә туберкулезын дауалайҙар. Һутты көнөнә 2 3 тапҡыр, ашар алдынан, 1 балғалаҡ эсергә. Киптереп онталған үгәй инә үләне япрағын папирос рәүешендә көйрәтеү тын ҡурылыуҙан килешә. Яңы өҙөп алынған япраҡты яра-йәрәхәткә, эренле шеш-сиҡанға ябып бәйләү файҙалы. Япраҡты иҙеп сөйәлгә компресс эшләү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирергә мөмкин.

                                                          «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре », Варис Ғүмәров