Мөнәжәттәр

МӨНӘЖӘТТӘР

ҺИНЕҢ БИШ АСЫЛЫҢ

Кеше өсөн иң әүүәле — намыҫ, тигән,
Намыҫыңды һатып, итмә табыш, тигән.
Байлыҡ өсөң илен-көнөн һатҡан кеше
Ике донъя өсөн дә ул яуыз тигән
Икенсе иң ҡиммәтлеһе — аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҡылһыҙҙа намыҫ та юҡ, иман да юҡ.
Ялғанға ант итеп барын һатыр, тигән.
Өсөнсө иң ҡиммәтлеһе — әҙәп, тигән,
Әҙәп—көслө мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Әҙәпһеҙҙә бәхет тә юҡ, тәүфиҡ тә юҡ,
Кеше исеме күтәреүе ғәжәп, тигән
Дүртенсе иң ҡиммәтлеһе — күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ кеше—кеше түгел, тигән.
Боҙоҡтарға ер өҫтөнән аҫты яҡшы
Йәшәмә лә, үлеп ергә күмел, тигән.
Бишенсе иң ҡиммәтлеһе — сабыр, тигән,
Сабыр кеше ҙур, бәхеттәр табыр, тигән.
Бер ҙә юҡҡа асыуланып донъя боҙоу,
Бер ҡайғынан икенсегә һалыр, тигән.

АНА ВАСИЯТЫ

Һөйләйем әле балаҡайҙарым һүҙҙәремде,
Һүҙҙәрем түгел, моңдарымды.
Мин үлгәстен Ҡөръән уҡытығыҙ
Тәҙрәнән ҡайтып тыңлармын.
Зинһар, балаҡайҙарым, онотмағыҙ,
Уҙҙырығыҙ минең өсөмдө.
Белгәндәргә биреп доға ҡылдырығыҙ,
Буш үткәрмә аҙна кистәрен,
Зинһар балам уҙҙырығыҙ етемде,
Минең рухым ҡайтыр һеҙләргә,
Ошо һүҙҙәремде ҡалдырырмын
Үлгәстең дә һағынып һөйләргә.
Тар ләхеттәр эсендә ятҡанда,
Ҡырҡымды уҙҙырғанды көтөрмен.
Доғаларығыҙ барһа шатланырмын,
Онотһағыҙ нихәл итәрмен?
Балам, илле бер көнөмдө үткәрегеҙ,
Минең һеҙгә аҡтыҡ һүҙҙәрем,
Ҡарсыҡтар йыйып уҡытығыҙ,
Яҡты нурлы булыр гүрҙәрем.
Тар ҡәбергә илтеп ҡуйыу менән,
Яуап алыу өсөн килерҙәр.
Камил иман менән барған булһам
Йәннәттәрҙә урын бирерҙәр.

ЯҠТЫ ДОНЪЯНЫ КҮРЕП ТУЙМАНЫМ

Әжәл ширбәтен бер көн эсермен,
Яҡты донъянан бер көн күсермен
Әжәлем етер, тындарым бөтөр,
Йәсин уҡырға ваҡыт та етер.
Уҡый алмамын, бөтөр һулышым,
Артымдан ҡалһын доға ҡылыусым.
Ғазраил килер, йәнемде алыр,
Ҡыҙыл йөҙҙәрем һарғайып ҡалыр.
Яҡты донъяны ташлап китермен,
Ҡараңғы гүрҙә ни хәл итермен.
Ҡараңғы гүрҙә ҡалыр был башым.
Аҡ фәрештәләр булһын юлдашым.
Мөшкөл хәл икән йәнде биреүе,
Ауыр хәл икән гүргә кереүе.
Зифа буйымды үлсәп алдырҙар,
Ҡараңғы гүргә илтеп һалырҙар.
Зәғиф тәнемде ҡаты тотмағыҙ,
Кире ҡайталмам, ашыҡтырмағыҙ.
Йыраҡ ерҙәрҙән дуҫтар килгәндәр,
Ҡарап ҡалһындар яҡын күргәндәр.
Йорттан сыҡҡанда ашығып сыҡмағыҙ,
Бик илашмағыҙ, зинһар, сыҙағыҙ.
Торҙом донъяла бер аҙ ваҡыттар,
Һалҡын тупраҡтан беҙгә яҫтыҡтар.
Был ят ерҙәргә кемдәр килтергән,
Беҙгә йорттарҙы кемдәр еткергән.
Иптәш ҡалмаған, түшәк йәймәгән,
Кәфен һарылған аҡ буҙ йәймәнән.
Ҡәберҙәремде киңерәк ҡаҙығыҙ,
Аҡ таш ултыртып исемем яҙығыҙ.
Ҡәберем өҫтөнә сарҙаҡ ҡороғоҙ,
Ағас ултыртып нурландырығыҙ.
Япраҡтар ярһын, ҡоштар һайраһын,
Рухым шат бүлһын, доғалар барһын.

БИСМИЛЛӘҺИРРАХМӘНИР-РАХИМ

Инандым мин Аллаға, Алланың барлығына,
Алланың берлегенә берҙер Аллаһым бәнем.
Барлығы үҙенәндер, һис кемдән түгелдер,
Үҙлегеңдән булған Ул, берҙер Аллаһым бәнем.
Аллаһының барлығына әүүәл, ахыр юк Уға,
Бөтмәҫ дәхи юҡ Уға, берҙер Аллаһым бәнем
Һәр нәмәне белер сән, бар нәмәне күрер сән,
Тауышын ишетерсән, берҙер Аллаһым бәнем.
Һин һәр эште теләгән, һәр теләгәне булған,
Теләмәһә булмаған, берҙер Аллаһым бәнем.
Ул Аллаһы теректер, Уға үлмәк һис юҡтыр,
Көсөнөң сиге юҡтыр, берҙер Аллаһым бәнем.
Аллаһым сән яңғыҙ сән, юҡтыр уртағың сәнең,
Юҡтыр тиңдәшең сәнең, берҙер Аллаһым бәнем.

ОЛОЛАНМА

Ололанма донъяның байлығына,
Ғорурланма йөҙөңдөң айлығына.
Донъя малы бөтә торған ҡырау тик,
Матурлыҡтар уңа торған буяу тик.
Йәш ғүмерҙәр сылтырап аҡҡан шишмә тик,
Ҡарыйлыҡтар киләлер югерек ат тик.
Үлем ҡурҡмаҫ донъяның байлығынан,
Сөәль ҡылмаҫ йөҙөңдөң айлығынан.
Донъя малы ләхеткә файҙа бирмәҫ,
Ләхеттәр тар, күҙҙәргә йоҡо кермәҫ,
Донъя малы ҡәберҙә юлдаш булмаҫ,
Унда киткәс, кире ҡайтыуҙар булмаҫ.

СӘЛӘМ

Әй ҡәрҙәштәр, сәләм булһын,
Сәләмдән һуң доға булһын.
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын,
Доғала булышайыҡ беҙҙәр.
Иманыбыҙ ҡабул булып,
Кыйәмәт көндө ҡауышайыҡ.
Был көн һеҙ килдегеҙ бында,
Хоҙай рәхмәт ҡылһын һеҙгә.
Был көн булдыҡ бергә-бергә,
Аллаһы рәхмәте барыбыҙға.
Йәннәт һарайы эсендә.
Булһаҡ ине бергә-бергә.
Хоҙай ғүмерҙәрҙе бирһә,
Тағын шулай йөрөшөрбеҙ.
Иманыбыҙ камил булһа,
Йәннәттәрҙә күрешербеҙ.

МАНАРА

Әй, манара, һин ултырҙың
Нисә йылдар нур булып.
Һине киҫеп төшөрҙөләр,
Йөрөнөләр хур булып.
Әй, манара, үҙеңде кем .
Киҫкәнеңде белмәнең.
Бер Хоҙайҙан әмер булып
Ниңә телгә килмәнең?
Әй, манара, исемеңде
Бигерәк матур ҡушҡандар.
Әгәр телгә килгән булһаң
Ҡурҡыр, ине дошмандар.
Әй, манара, һин ултырҙың
Мөъминдәргә. билгегә,
Һине киҫеп төшөргәндәр
Хур булдылар мәңгегә
Әй, манара һин булмағас
Ямғыр яумай күкрәп.
Һине киҫеп төшөргәндә
Ерҙәр торҙо тетрәп.
Әй, манара, таң тыуғас та
Аҙан дауышы көтәбеҙ.
Аҙан тауышы ишетмәгәс,
Мәхрүм булып китәбеҙ.
Әй мәсжидем, әй манарам,
Һағына һине мөъминдәр.
Уҡыу ҙа юҡ, намаҙҙа юҡ —
Зәғифләнде бәндәләр.
Әй, манара, күтәрелдем,
Күрҙе һине мөъминдәр.
Йөрөйөк унда, ҡылайыҡ ғәмәл,
Сафланһындар күңелдәр.

Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:

https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r