Архив рубрики: Мөнәжәттәр һәм йырҙар, таҡмаҡтар

Мәүлид мөнәжәте

                                                                     Мәүлид мөнәжәте

Иләһемдең дуҫты сән, әй Мостафа Мөхәммәд.
Беҙгә шәфәғәт сен сән, әй Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә, йәә Мостафа Мөхәммәд.

Ете ҡат күкте кистең сән, ғәршенәндә аштың сән.
Аллаһы берлән серләштең сән, әй Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә йәә Мостафа Мөхәммәд Читать далее

«Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе

                                                        «Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе

                                                        Төрки халыҡтарҙа таралған
                                                        «Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе
                                           Рәхимле һәм Миһырбан Аллаһ исеме менән.

Әүәл мин бер хикәйәт әйтәйем,
Әһел хәбәрҙән риүәйәт әйтәйем.

Бар ине Бағдадта бер Салихә,
Һөйләшеүсән ҡатын ине һәм нәсихә.
Бер көн донъянан булды сәфәр.
Донъяға килгән кеше шикһеҙ китәр.

Әсәһенән бер флүр* мираҫы бар,
Йәннәт уға ни өсөн булмаһын, ҡарар.
Бар ине бер изге улы — йәш егет,
Намаҙ өҫтөндә булыр ине һәр ваҡыт. Читать далее

Мәүлидүн-Нәби шәрифе

                                                      Мәүлидүн-Нәби шәрифе
                                                       (Аяҡ өҫтө тороп уҡыла).
                                       Рәхимле һәм Миһырбан Аллаһ исеме менән.

Тыуҙы был айҙа Рәсүлебеҙ Мөхәммәд Мостафа,
Яуҙырабыҙ беҙ был көндә ҡотлау сәләмен уға.
Ҡаршылайбыҙ был мөҡәддәс айҙы беҙ шатлыҡ менән.
Бер ауыҙҙан әйтәбеҙ һәм Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.

Мәрхәбә, и Бөйөк солтан, Мәрхәбә.
Мәрхәбә, Алланы таныу сығанағы, Мәрхәбә.
Булыусы Алланың һөйөклөһө, Мәрхәбә.
Ысын күңелдән булған шатлыҡ, Мәрхәбә.

Һәм әйтәйек: "Йә Рәсүлуллаһ, сәләмдәр булһын һиңә.
Был мөҡәддәс көндө ҡотлап: Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.
Аллаһүммә салли ғәлә сәйидинә
Мөхәммәдин үә ғәлә әәли Мөхәммәд. Читать далее

Васыятнамә

                                                                               Васыятнамә

Шәфҡәт итәм, тигән хаҡ пәйғәмбәр, васыятһыҙ үлеп киткәнгә,
Васыятым һеҙгә яҙып китәм, шәфҡәтемдән өмөт иткәнгә.
Бисмилләһи, тиеп, мин башлайым ошбу
                                                          мөнәжәттең баштарын,
Тағәт ҡоллоҡ һис бер ҡыла алманым, әхирәттә
                                                          инде нишләрмен.
Ҡартайҙым бит инде, күҙем күрмәй,
                                                   ҡолаҡтарым дәхи ишетмәй,

Читать далее

Иманлы булһын ҡиблаң

                                                        Иманлы булһын ҡиблаң

Ни өсөн әхлаҡ яралы,
Ниңә ярлы ғөрөф-ғәҙәт?
Нилектән була тайпылыш –
Ығы-зығы һәм ҡырылыш –
Нимә һуң быға сәбәп?
Белмәүсе заттар белһендәр:
Кәртәләнә изгелек.
Изгелек тауҙары бейек,
Бейеклектәргә менһендәр –
Дин юлынан йөрөһөндәр –
Күрһәтһендәр игелек.
Ҡайҙа тәртип, ҡайҙа инсаф,
Ҡайҙа ысын әҙәп?
Ниңә аҙғынлыҡ туҙына
Һәм кеше шашып уҙына –
Нимә һуң быға сәбәп?
-Белмәүсе заттар белһендәр:
Гонаһлы күп кешеләр.
Мәҙрәсә, мәсеттәр һалыу,
Дин юлында сауап алыу
Хәстәрлеген күрһендәр.
Ниңә артмай халыҡ һаны,
Ниңә ҡуйыра болоттар?
Ни өсөн изгелек кәмей,
Яуызлыҡҡа бер сир теймәй,
Ҡайҙан тыуа манҡорттар?
— Белмәгән заттар белһендәр:
Дәһриҙе һөймәй иман,
Диндән дәрес биреү өсөн,
Мәктәпкә кәрәк имам,
Иманлы булһын ҡиблаң! Читать далее

Мөнәжәт

              Мөнәжәт

Тормошоңда тынғы табалмаһаң
Сыбарланып китһә уйҙарың.
Ауыр уйҙар урап алһа кинәт
Намаҙға баҫ иртән кистәрен.
Уҡы әлхәм уҡы Көлһыу алла
Күңелдәрең китер асылып.
Беләбеҙ бит ерҙән киткәндәрҙең
Мәңге ҡайтыу мөмкин түгелен.
Ал тәсбихең башла бисмилланан
Бер Алланан һорайым яҡшылыҡ
Иман нуры һирбер йөҙҙәреңә
Күңел күгең китер асылып.
Яҡындарың ҡайтмаҫ ергә китһә
Доғалар ҡыл намаҙ алдынан.
Ерҙән китһәң изгелегең кәрәк
Эйәреп бармай байлыҡ артыңдан.
Изге ниәт күркәм холоҡ кәрәк
Ғүмер юлдарынан үткәндә.
Кешеләргә шәфҡәт шәфәғәт ҡыл
Әле ҡулдарыңдан килгәндә.
Ҡылған эшем изгелегем менән
Бер алланан сәләмемде юлла
Лә иллаһи иллала тип
Мөхәмәт рәсүлаллаһ. Читать далее

“Намаҙ” мөнәжәте

“Намаҙ” мөнәжәте

Намаҙ уҡып ҡарайыҡ,
Бер Хоҙайға ярайыҡ.
Хоҙай беҙгә юл бирһә
Ожмах-һарай барайыҡ.
Ожмах-һарай барғайлар,
Ҡоштай кеүек осҡайлар.
Тамауҡ-һарай барғайлар,
Һис тә аяҡ баҫа алмайлар.
Тамуҡ торор утын сәсеп,
Йылан торор ауыҙын асып,
Хәбибуллабыҙ булмаһа,
Һис кем ҡотолмаҫ ҡасып.
Намаҙ уҡыған кешенең
Нурлы булалыр йөҙө.
Намаҙ уҡымаған кеше
Ҡара булалыр йөҙө.

Хоҙай үҙе кисерһен

Баҡсаларға гөлдәр сәстем,
Матур булып үҫһендәр.
Гонаһыбыҙ күп инде,
Хоҙай үҙе кисерһен.
Баҡсаларҙан йыйып алдым,
Матур гөлдәр сәсәгем.
Ҡәберҙәргә барып кергәс,
Белмәйем, ни күрәсәгем.
Был донъяла торған саҡта
Күп ине дуҫтарым.
Балалар доға ҡылмаһа,
Яңғыҙ башым нишләрмен?
Беҙ бараһы зыяраттарға
Ултыртҡандар аҡ ҡайын.
Балаларҙан доға һорап,
Ҡайтырбыҙ аҙна һайын. Читать далее

Мөхәммәт өммәтенә йә шәһре Рамаҙан

Мөхәммәт өммәтенә йә шәһре Рамаҙан

Йән биреп, иман биреп руза тотҡан,
Беҙләрҙә руза тотмаҡ шунан ҡалған.
Нух пәйғәмбәр ҡәуменә доға ҡалған.
Ерҙең йөҙө барсаһы һыуға тулған.
Шул һыуҙа күп иманһыҙ һәләк булған.
Пәйғәмбәрем үз ҡәуменә кәмә ҡылған.
Муса ирди ғасасы * йылан булған,
Тур тауында тәңрегә ғарыз ҡылған.
Нәмруд фажир* Ибраһимды утҡа һалған,
Ә Ябраил ул утты гөлзар * ҡылған.
Иманһыҙларҙың йөҙләре ҡара булған,
Етмеш йыл фәрзәнендән * йөҙә булған.
Йософто ағалары ҡол тип һатҡан,
Ул ике йыл зинданда сабыр ҡылған.
Ул Салих пәйғәмбәр доға ҡылған.
Ҡара таштан буталы * дөйә тыуған.
Ул дөйәне иманһыҙлар һәләк ҡылған,
Читать далее

Таҡмаҡтар

совет осоро

                                   Таҡмаҡтар
               Совет осоронда сыҡҡан таҡмаҡтар
               Төртмә һәм шаян йыр-таҡмаҡтар

Абзыҡайым, атың ҡасҡан, Баҫыу ҡапҡаһын асҡан.
Кисә күңелең бойоҡ ине, Бөгөн күңелең кем асҡан?

              Агроном кабинетта, Күрһәң икән бер йөҙөн.
              Күккә сойоп, болот итеп, Яуҙырһаң икән үҙен.

Агроном көлә микән, Колхозға килә микән?
Арыш менән бәрәңгене. Айыра белә микән?
Читать далее

Яҡты донъянан бер ҙә туйманым

 Салимьян Бадретдинов           Яҡты донъянан бер ҙә туйманым

   Мөнәжәттәр. Ватандаш журналынан “Фольклор” бүлегенән.                                                                Автор Сәлимйән Бәҙретдинов
   Халҡыбыҙҙың сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт донъяһы башланышын «халыҡ ижады» тигән йәншишмәнән ала. Шуға ла ҡанбабаларыбыҙҙың мираҫы, аманаты, илаһи ҡөҙрәте менән күңелдәрҙе арбап, быуындарҙан-быуындарға күскән. Ауыҙ-тел ижады оҫталары: ҡурайсылар, йыраусылар, сеңләүселәр, йомаҡ ҡойоусылар менән аралашып, уларҙың күңел һандығында һаҡланған ҡомартҡыларҙы миңә лә ишетергә, яҙып алырға насип булды.
   Рухы тере һыуҙай йыр-моң менән һуғарылғанғалыр, йәше һикһәндән уҙған ҡәрҙәшем Шәмсиә әбей Сафина (Ҡыйғы районы, Иҙрис ауылы) йәшәү йәмен, дәртен башҡаларға өләшеп йәшәне, һәр саҡ алсаҡ, көр күңелле, йор һүҙле булды.
Шәмсиә әбей көйләп ишеттергән «Ай менән Ҡояш» бәйете ҡанбабаларыбыҙҙың боронғо магик ышаныуҙарын һүрәтләндереү, күк есемдәренә табыныу йәһәтенән айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Бәйеттә йәшәүгә йәм биргән Ай менән Ҡояш данлана, Ай «күгелйем күлмәк», Ҡояш «алһыу ҡыҙыл күлмәк» кейгән, Ер йөҙөн яҡтыртам тип донъяға килгән йәнле, ҡөҙрәтле ҡиәфәттә күҙаллана. Ҡояш йәшәү сығанағы, ризыҡ бүлеүсе, таратыусы итеп тә тасуирлана. Ҡояш — сәсеүлектәрҙе йылытыусы, тәбиғәткә йән өрөүсе иң көслө рух. Рухтарҙың ихтыяры буйынса ҡар, ҡалын боҙҙар ирей, яҙ килә, ямғыр яуа, үлән, иген үҫә... Бәйеттә Ай менән Ҡояш бына шулай йәнләндерелеп һынландырыла.

   Бындай мифологик бәйеттәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә лә «Ай менән Ҡояш» бәйете «Саҡ менән Суҡ», «Науруз» бәйеттәре кеүек халыҡ ижадының бер ынйыһын тәшкил итә.
    Читать далее