Архив метки: мөнәжәт

Мөнәжәттәрҙе тергеҙеү

Мөнәжәттәребеҙҙе тергеҙәйек
Таштимер, мечеть
     Башҡорт фольклорында шаҡтай ҙур ҡиммәткә эйә булған бер жанр йәшәп килә. Ул — бәйет һәм мөнәжәттәр. Был икеһе бер-береһенә көйләү рәүешендә яҡын торһалар ҙа, айырым әҫәрҙәр. Эстәлектәре яғынан бер үк тигәндәй, йәғни икеһе лә «ҡайғы-хәсрәт» әҫәре тип йөрөтөлә. Әммә «мөнәжәттәрҙең шишмә башы дини культураға табыныуҙан тора» тип фаразлайҙар. Мәҫәлән, «күп кенә әҫәрҙәрҙә уларға дини мотивтар һис тә хас булмаһа да, строфа аҙағы һайын «сабырлыҡ бир Аллаһ», «Шәфәғәт ҡыл, Рәсүлуллаһ» кеүек өндәшеүҙәр ҡабатланып бара.
     Нимә һуң ул мөнәжәт? Ғәрәп-фарсы теленән Аллаһҡа ялбарыу, доға, Аллаһ менән йәшерен һөйләшеү, тип тәржемә ителә.  Әлеге был жанрҙың иләһи көскә юнәлтелгән, әммә ысынлыҡта үҙ-үҙең менән һөйләшеүгә ҡоролған монолог икәнен аңларға була. Мөнәжәттең мәғәнәһенә — Аллаһҡа һыйыныу, ярҙам һорап ялбарыу, серләшеп, ихлас күңелдән эсеңде бушатып, еңеллек һәм ҡотолоу эҙләү инә. Читать далее

Әлбиҙәҡ

                                       Әлбиҙаҡ

                       Әлбиҙаҡ рамаҙан айын оҙатыу
     Әлбиҙаҡ (Рамаҙан айы менән һау булашыу мөнәҗәте)

     Әлбиҙаҡ — һау бул тигәнде аңлата. Ураҙаның айының һуңғы көндәрендә ошо мөнәжәтте әйтәләр. Аҫта «Аҡ Ҡалпаҡ» төркөмө башҡарыуында «Әлбиҙаҡ» мөнәжәтен рәхим итеп тыңлағыҙ. Читать далее