Һорауҙар һәм яуаптар

Нәҙер һәм ант итеү

0

                                                                Нәҙер һәм ант итеү

                                                         Нәҙер әйтеү һәм ниәт ҡылыу
     Нәҙер әйтеү һәм ниәт ҡылыуҙың айырмалыҡтарын аңлатһағыҙ ине.
     Нәҙер ул тел менән әйтелә. Әгәр тел менән әйтелмәһә, ул күңелдәге уй-ниәт кенә була. Нәҙер тел менән әйтелергә тейеш, ҡысҡырып әйтелергә лә, бышылдап әйтелергә лә мөмкин. Нәҙер менән ант улар бер-береһенә үҙ-ара оҡшаш. Ант та тел менән әйтелә. Әммә нәҙер әйткәндә «нәҙер иттем» тигән һүҙ әйтелә, нәҙер һүҙе ҡулланыла. Күңелдән генә уйлау ул нәҙер булмай. Күңелдәге уйҙы, ниәтте эшләргә була, эшләмәҫкә була, йәғни үҙ ихтыярыңда. Ә нәҙер әйтһә, уны үтәү вәжип. Эшләмәһә, гонаһлы була. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Нәҙер әйтеп

0

                                                                  Нәҙер әйтеп

               Жәлил хәҙрәт Фазлыев: «Нәҙер әйтеп, күп кеше үҙенә ауырлыҡ ҡына тыуҙыра»
    «Бынан бер нисә йыл элек бик алыҫта йәшәүсе бала саҡ дуҫым янына барырға тура килде. Ҡыш көнө ине, өс тәүлек буйы буран булды. Самолетҡа алған билеттарыбыҙҙы кире тапшырырға тура килде. Поезда ла кире ҡайтыу ҙа бик ауыр булды. Юл ғазаптарынан инде, иҫән-һау ҡайтып етһәм, был ҡалаға аяғымды ла атламаҫ инем тип, нәҙер ҙә әйтеп... тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ҡорбан доғаһы бармы?

0

                                          Ҡорбан боғаҙлағанда уҡый торған доға бармы?

     Мал салғанда Аллаһының исеме менән, уны ҙурлап, ҡорбан ниәте менән: «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр!» – тип ҡорбан салырға ҡушылған. Ҡорбан салған ваҡыттағы доғаларға килгәндә улар төрлө ерҙә төрлөсә. Хәҙистәрҙә был доғалар тураһында хәбәр юҡ тиерлек. Шуға ла «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр! » — тип салып ебәргәндән һуң ниәтләгән кешегә: Йә Аллам ошо ҡорбанымды ҡабул ит тип, үҙ телебеҙҙә әйтһәктә дөрөҫ булыр. Салғандан һуң уҡылған ике рәҡәғәт намаҙ тураһында ла фекерҙәр төрлөсә. Был намаҙҙы ҡорбан ниәтләгән кеше уҡырға тейеш булып сыға, ә салған кеше түгел. Сөнки намаҙҙы һәр кем үҙе өсөн уҡый. Шулай уҡ был хаҡта хәҙистәрҙән мәғлүмәт юҡ. Әлбиттә, нәфел намаҙҙарҙың һауабы бар.
     Аллаһ ризалығы өсөн тип ниәтләп ҡорбан салһаҡ беҙҙең өҫтөбөҙҙән бурыс төшә. Бар эш ниәттә. Ә салған һәм салғандан һуң уҡыла торған доғаларға, намаҙға, кем сала, кем салмай, сөннәтле ме?, ҡорбанды һыйпарғамы йәки эргәһендә булыу кәрәкме, итен ни эшләргә, эсәк-ҡарының ҡайҙа итергә, нисек итте өләшергә, мәжлес үткәреү – былар һәр кемдең шәхси эше һәм урындағы йолалар. Аңралыҡтан ҡорбанды мулла салырға тейеш тип, хатта райондың икенсе осона алып барырға маташалар. Мулла мәсеттә алып барған ғәйет байрамын ташлап, был бәндәгә ҡорбан салайым әле тип, китһенме? Бындайҙар берәү генә түгел бит әле — йөҙләгән. Имеш, мулла доға ҡылып, мал салып, намаҙ уҡыһа, ҡорбан ҡабул була. Урыҫтарҙын поптары һымаҡ мулла посредникме әллә? Аңлатып ҡат-ҡат әйтәбеҙ: һәр кем Аллаһ ризалығы өсөн ихлас күңелдән ниәтләнеп берәй кешенән, хатта ул намаҙ уҡымаһа ла, йә үҙе салһала ҡорбанды — беренсе тамсы ҡаны ергә етмәҫ борон ҡорбаның ҡабул! Бының өсөн мосолман булыуың етә.  тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан

1

                                      Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан

     Ҡорбанға һыйыр һуйғанда 7 кеше араһына ике улымды һәм 6 йәшлек баламды ҡушырға яраймы? Сөнки бәлиғ булмаған баланы өлөшкә индерергә ярамай тиҙәр.
     Ҡорбан өсөн бер һыйырҙы 7 кешегә — ғаиләһе өсөн атап сала икән (мәҫәлән, атай-әсәһе, үҙе, ҡатыны, балалары өсөн) бурыс үтәлә. Өлөшкә бәлиғ булмаған балаларҙы индерергә мөмкин, әгәр был эш бер ғәилә эсендә башҡарылһа.

                                                             Игеҙәктәргә ҡорбан салыу

     Беҙҙең игеҙәк балаларыбыҙ бар, уларға ҡорбаны нисек салырға икән?
     Бәлиғ булған йәшкә еткән һәр кешенең, әгәр ҙә ҡорбан салырлыҡ малы булһа, ҡорбан салыуы вәжиб. Ә инде яңы тыуған игеҙ балалар өсөн уларҙың ата-әсәһе бала тыуыу шатлығынан ҡорбан салырға теләһә, игеҙәктәр ир бала булһа — һәр береһенә икешәрҙе, ә ҡыҙ балалар икән — һәр береһенә берәр ҡорбан салырға тейеш. Шәриғәттә ир бала атаһы милкен бүлгәндә мираҫтың өстән ике өлөшөн тулыһынса, ә ҡыҙ бала өстән бер өлөшөнөң яртыһын алырға хоҡуҡлы булған кеүек, ҡорбан салғанда ла бер ир балаға ике ҡорбан, ә ҡыҙ балаға бер ҡорбан салыу ҡаралған. Бындай ҡорбан сөннөт ҡорбаны тип атала һәм уны үтәй алыу бик тә күркәм ғәмәл һанала. Әгәр ҙә дүрт ҡорбанлыҡ салырлыҡ мөмкинлегегеҙ булмаһа, игеҙәктәрҙең бер ҡарында ятыуҙарын, бер әсәнән тыуыуҙарын иҫтә тотоп, икеһенә ике генә ҡорбан салһағыҙ ҙа була. Аллаһы Тәғәлә Үҙе риза булып, ҡорбанығыҙҙың ҡабул ҡылһа ине. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Вверх