Йыназа намаҙында «Фатиха» уҡыламы?
Ҡайһы бер оло имам-хатибтәр ҡайҙандыр алып: әгәр йыназа намаҙында «Әл-Фатиха» сүрәһе уҡылмаһа ул намаҙ намаҙҙан булмай тигән фекергә киләләр. Һәм йыназа намаҙындала «Фатиха» сүрәһе уҡылырға тейеш тигән фекергә килеп, сыуалаш тыуҙыралар. Үҙҙәре электән килгән тәртипкә ҡаршы сығалар. Әйҙәгеҙ хәҙер хәнәфи фикһ һәм хәнәфи буйынса намаҙ уҡыу китаптарын, һәм башҡа китаптарҙы ҡараштырайыҡ.
Аҫта тулыһынса аңлатып яҙылған: Дөрөҫөндә йыназа намаҙы – намаҙ булып һаналмай. Ул – мәйет өсөн доға-истиғфәр ҡылыу ғына. Фарыз шартарына килһәк унда аяғүрә баҫып тороу һәм тик 4 тәкбир генә әйтеү. 4 тапҡыр «Аллаһу Әкбәр» тип әйтһәк шулда етә. Бында ҡыраәт юҡ. Ҡыраәт — ул баҫып торғанда Ҡөръән уҡыу, башҡа намаҙҙарҙағы һымаҡ Ҡөръән аттары уҡыу була. «Фатиха» сүрәһен уҡыу кәрәкмәй, әгәрҙә инде «Фатиха» сүрәһен уҡырға теләһәгеҙ – уны Аллаһ Тәғәләне маҡтау үә ололау ниәтенән уҡырға була тигәндәр. Ә Ҡөръән уҡыу ниәтенән түгел тигәндәр. Һәм Пәйғәмбәребеҙ ﷺ «Фатиха» сүрәһен уҡыған тигән хәҙис, ышаныслы түгел, тигәндәр. Шулай булғас был сөннәт түгел. Шуға ла йыназа намаҙында «Фатиха» сүрәһен фарызға ҡуймағыҙ һәм әгәр ҙә уны уҡырға теләһәгеҙ ниәтегеҙ сүрәләге маҡтауҙарҙа ғына булһын. Икенсе төрлө әйткәндә башҡа намаҙҙарҙағы кеүек түгел, ә мәйетебеҙгә доға-истиғфәр ниәтенән. Истиғфәр — Аллаһ Тәғәләнән гонаһтар өсөн ғәфү үтенеүҙе һорау (ошо мәрхүм өсөн).
Ни өсөн йыназа намаҙы 4 тәкбирҙән тора?
Бының сәбәбе Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең: «Иннәл мәләәикәтә салләт ғәләә әәдәмә фәкәббәрат ғәләйһи әрбәғән».
Мәғәнәһе: «Ысынында, фәрештәләр Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең йыназа намаҙын үтәнеләр һәм уның өҫтөндә 4 тәкбир әйттеләр», — тип әйткән хәҙисенән асыҡлана. Мәғлүм шуныһы, Әҙәм ғәләйһис-сәләм йыназаһы менән бәйле бөтә мәрәсимдәрҙе фәрештәләр башҡара. Фәрештәләр иң беренсе йыназа намаҙын 4 тәкбир әйтеп уҡыйҙар. Шунан бирле йыназа намаҙы 4 тәкбир менән башҡарыла. («Исламда мөһим мәсьәләләр», Джәғфәр хәҙрәт Мөбәрәк)
Мөхәммәд Гашыйк Иләһи Әл-Бәрни «Әт-тәсһил әз-зарури ли мәсәил ӘЛ-КУДУРИ» Кудури китабынан еңеләйтелгән фикһи мәсьәләләре
Йыназа намаҙы
Һорау: Мәйеткә йыназа нисек уҡыла?
Яуап: Имам мәйеттең күкрәк тапҡырында тора, йыназа уҡыусылар имам артынан өс сафҡа теҙелә. Имам һәм йыназа уҡыусылар тәкбир, унан һуң Аллаһы Тәғәләгә «Хәмд үә сәнә» әйтәләр. Һуңыраҡ икенсе тәкбир әйтелә. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ «Салауат» уҡыла. Шунан өсөнсө тәкбир әйтелә. Өсөнсө тәкбирҙән һуң мәйеткә, иҫән һәм үлгән мосолмандарға доға ҡылына, аҙағына дүртенсе тәкбир әйтеп, сәләм бирелә.
Һорау: Сабый баланың йыназаһында ниндәй доға уҡыла?
Яуап: Сабый балаға доға ҡылғанда « Аллаһүммәжғәлһү ләнә фәратән» тигән доға аҙағына ҡәҙәр уҡыла.
Һорау: Йыназа намаҙында тәҡбир әйткәндә ҡулдар күтәреләме?
Яуап: Ҡулдар беренсе тәкбирҙән генә күтәрелә, башҡа тәкбирҙә күтәрелмәҫ.
Һорау: Йыназа намаҙын йәмәғәт менән уҡыу шартмы?
Яуап: Йыназа намаҙын йәмәғәт менән уҡыу шарт түгел, әгәр бер ир кеше йәки ҡатын-ҡыҙ мәйеткә йыназа уҡыһа, йыназа намаҙы, йәғни шуның менән фарыз-кифая намаҙы үтәлгән булыр.
Һорау: Йыназа намаҙының шарттарын үә фарыздарын аңлатығыҙ.
Яуап: Йыназа намаҙҙарының шарттары:
1. Тәһәрәтте һәм ғөсөлдө булыу;
2. Урыны һәм кейеме пак булыу;
3. Мәйеттең паклығы һәм намаҙ уҡыусылар алдында ҡуйылыу.
Йыназа намаҙҙарының фарыздары:
I. Ҡыям һәм дүрт тәкбир әйтеү.
Шарттарҙан үә фарыздарынан башҡа бөтә әмерҙәре лә сөннәт.
Һорау: Намаҙ уҡыу өсөн төҙөлгән мәсеттә йыназа намаҙы уҡып буламы?
Яуап: Йыназа намаҙын мәсет эсендә уҡыу — мәкруһ. Расүлүллаһ ﷺ мәсет тышында уҡый ине.
Һорау: Йыназа намаҙын кем уҡырға тейеш?
Яуап: Әгәр солтан (өлкән имам, мөфтий, мөхтәсиб) булһа, йыназа намаҙын солтан, әгәр солтан булмаһа, мәхәллә имамы уҡыр. Имам булмаһа ла, мәйеттең вәлие уҡыр.
Һорау: Солтан һәм вәлиҙән башҡа кеше йыназа намаҙы уҡыһа, вәли икенсе тапҡыр йыназа намаҙын уҡый аламы?
Яуап: Әйткәндәй, вәли (мәйеттең туғаны, яҡыны, представитель) икенсе тапҡыр йыназа намаҙын уҡый ала
Һорау: Әгәр вәли йыназа намаҙын уҡыһа, икенсе бер кеше йыназа намаҙын тағы бер ҡат уҡый аламы?
Яуап: Әгәр вәли мәйеткә йыназа намаҙын уҡыһа, икенсе бер кешенең йыназа намаҙын уҡыуы дөрөҫ түгел.
Һорау: Мәйеткә йыназа намаҙын уҡымайса күмеүҙең хөкөмө ниндәй?
Яуап: Өс көнгә тиклем ҡәбер өҫтөндә йыназа намаҙы уҡылыр, өс көндән һуң уҡылмаҫ.
Йыназа оҙата барғанда тауыш менән зекер әйтеү, Ҡөръән уҡыу. Хатта өгөт-нәсихәттә тыйылған, мәкрүһ ғәмәлдәрҙән һанала.
Йынаҙа намаҙында мәйеттең башы нисек ҡуйыла? (Габделхаҡ Саматов “Шәриғәт”. 3 том)
Кеше вафат булғас, мәйет өйҙән аяғы алда килеш алып сығыла иңде. Алып сыҡҡас, мәйетте тәһлил уҡыр өсөн йыназа өсөн башын көнбайышҡа, ә аяҡтарын көнсығышҡа табан ҡуйырға бит инде. Тәхеткә урынлаштырылған кеүек. Йорттың ҡапҡаһы ниндәй торошта булыуына ҡарамаҫтан, шулай ҡуйылырға тейештер инде. Юғиһә, ҡайһы бер осраҡта ҡапҡа көнсығышҡа ҡарап тора, шул ваҡыт ҡайһы бер кешеләр мәйеттең башын ҡапҡанан сығыу яғына табан ҡуялар.
Йыназа намаҙы уҡығанда мәйеттең башын көнбайышҡа ҡуйып уҡыла. Тап ләхеткә ҡуйғандағы кеүек итеп.
Йыназа намаҙы уҡыу тәртибе
Ауылда мәйет булһа, ҡайһы бер ваҡыт йыназа намаҙы уҡырлыҡ кеше табып булмай. Мәйетте йыназа намаҙы уҡымай ғына ерләһәң, аҙағына ҡәберенә уҡырға барып, тиҙәр. Ир-ат булмаһа, мәйетте һуңғы юлға оҙатырға килгән әбейҙәрҙән генә уҡыттырырға ярамаймы һуң уны?
Ауылда йыназа намаҙы уҡылмай бер генә мәрхүм күмелһә лә, бөтә ауыл кешеһе гонаһлы була. Әгәр ҙә мәйеткә йыназа намаҙы уҡылмай күмелһә, ул ваҡытта ҡәберлегенә барып уҡылыр. Йыназа намаҙын имам ғына уҡый.
Йыуып-кәфенләнгән мәйет башы мәғриб тарафына (ҡояш батышы) ҡаратып ҡуйылыр. Һуңынан имам мәйеттең күкрәге тураһына, йәмәғәт имам артынан саф-саф булып теҙелгәс, йыназа намаҙы уҡыла. Намаҙҙы бер генә кеше уҡыһа ла, ул мәйеттең күкрәге тураһына баҫырға тейеш.
(ҡайһы бер яҡтарҙа мәйеттең эргәһенә таяҡ ҡаҙайҙар. Ни өсөн? – әгәр кеше күп әҙәмдәр йөрөгән урында намаҙ уҡырға теләһә, миҫалға — баҙарҙа, ул алдына берәй әйбер, йә таяҡ ҡаҙай һәм намаҙға керешә. Башҡалар быны күреп, был кеше намаҙ уҡый тип, кеше һәм ҡаҙалған таяҡ араһынан үтмәйҙәр. Шуға күрә йыназа намаҙында таяҡ ҡаҙау йә терәү кәрәкмәй. Кем инде йыназа уҡығанда мәйет менән имам араһынан үтеп йөрөһөң? Намаҙ уҡымаған кеше ул таяҡ ҡуйылыуҙың мәғәнәһен былай ҙа белмәй бит! Улар быны йола итеп ҡабул итәләр, юҡҡа ышаналар.) авторҙан.
Йыназа намаҙының шарттары башҡа намаҙ уҡығандағы кеүек, ләкин йыназа намаҙына билдәләнгән бер ваҡыт юҡтыр, дәхи йыназа намаҙы өсөн мәйеттең йыуылған булыуы шарттыр.
Йыназа намаҙында ҡыйраәт, рөкуғ, сәждә үә ҡағдә юҡ. Ҡыям хәлендә дүрт тәкбир, ике сәләм менән тамам ҡылыналыр. Мосолман булған һәр бер мәйет өсөн йыназа намаҙын уҡыу фарыздыр.
Йыназа намаҙы кемгә ойолоп уҡыла?
“Ислам дине йолалары исемле китапта (Уфала сыҡҡан) йыназа намаҙына ниәтләгәндә: ойоном ошо имамға, тиелә, ә икенсе китапта: ойоном ошо имамға, тигән һүҙҙәр юҡ. Беҙгә хәҙер ҡайһы китапта яҙылғанса уҡырға?
Йыназа намаҙы имамға ойоп уҡыла. Әммә йәмғиәт булмағанда уны мосолман кеше үҙе генә лә уҡый ала.
Йыназа намаҙы тауышһыҙ уҡыла
Йыназа намаҙы әкрен тауыш менән уҡыламы, әллә ҡысҡырыпмы? Төрлө белгес төрлөсә әйтә.
Йыназа намаҙы ҡысҡырып түгел, ә тауышһыҙ ғына уҡыла. Тәкбирҙәрҙе имам ҡысҡырып әйтә, ә йәмәғәт үҙе ишетелерлек итеп кенә ҡабатлап бара.
Читается ли сура Фатиха” в намазе джаназа?
По виду намаз джаназа является намазом. Например, чтобы читать его, надо совершать омовение, произнося такбир тахрима, сделать намерение, стоять лицом к кыбле и закрыть гаурат (т.е. части тела от пупка до колен). Но на самом деле это не намаз, а это ду‘а и истигфар (просьба прощения) для покойного. Абу Хурайра (радиаллаху ‘анху) рассказывает, что Посланник Аллаха (салляллаху ‘алейхи уа саллям) сказал: «Когда вы читаете намаз над покойным, то искренне просите для него ду‘а». (Абу Дауд т.2, стр. 108, Ибн Маджа стр. 109).
‘Аллама Ибн Кайим Ханбали (рахматуллахи ‘алейхи) рассказывает: «Целью намаза джаназа является ду‘а для покойного». («Задуль Ма‘ад» т.1, стр. 141).
Поскольку намаз джаназа по своей сути н в действительности является ду‘а, а не намазом, поэтому в нём как в намазе читать суру “Фатиха” не надо. Иснады хадисов, в которых упомянуто чтение суры “Фатиха”, являются слабыми.
‘Аллама Ибн Кайим (рахматуллахи ‘алейхи) пишет: «Упоминается, что Посланник Аллаха (сапляллаху ‘алейхи уа саллям) сказал про чтении суры “Фатиха” в намазе джаназа, но иснад этого хадиса является слабым».
Одной из причин этого является то, что в намазе джаназа нет чтения Корана. В “Мудауваиа Кубра” приводится: Я спросил у Ибн Аль-Касыма: «По мнению имама Малика, что надо читать над покойным?» Он сказал: «Ду‘а для покойного». Я спросил: «Есть ли кыраат в намазе джаназа, соответственно высказыванию имама Малика?» Он сказал: «Нет», (т.1, стр. 158).
Таким образом, Ибн Вахб (рахматуллахи ‘алейхи) рассказывает про многих великих сахабов, например, ‘Умар, ‘Али, ‘Абдуллах ибн ‘Умар, Фудала ибн ‘Убейд, Абу Хурайра, Джабир ибн ‘Абдуллах, Басила ибн Аска4 (радиаллаху ‘аихум аджма‘ин) и среди таби‘инов Касим ибн Мухаммад, Салим ибн ‘Абдуллах, Са‘ид ибн Аль-Мусайиб, ‘Ата ибн Аби Рабах, Яхья ибн Са‘ид (рахматуллахи ‘алейхим), что они не читали Коран в намазе джаназа. И имам Малик (рахматуллахи ‘алейхи) также отрицает подобную практику, (т.1, стр. 158).
И ясно, что сура “Фатиха” также входит в кыраат. И основной причиной отсутствия кыраата в намазе джаназа является та, про которую сказано выше. Намаз джаназа на самом деле не является намазом, а это ду‘а для покойного. Если бы намаз джаназа был намазом, то в нём был бы кыраат — (Ҡөръән уҡыу).
Конечно же, текст суры “Фатиха” содержит восхваления Аллаха, поэтому разрешается, если кто-нибудь без намерения кыраата, прочитает ее просто как ду‘а.
Муфтий Джамиль Ахмад Назири “Намаз посланника Аллаха” (по Ханафитскому мазхабу)
«Ханафитский фикх» Абдальхамид Махмуд Тахмаз
Часть вторая. Книга молитвы (китаб ас-салят)
Порядок проведения заупокойной молитвы
Заупокойная молитва основывается на двух столпах (рукн), которыми являются:
1. четыре такбира;
2. стояние во время заупокойной молитвы, проведение которой сидя, без уважительной причины, будет недействительным.
Указанием на это служит приведенный выше хадис, в котором сообщается, что во время заупокойной молитвы по негусу за Пророком, который встал впереди, выстроились его сподвижники, а потом он четырежды произнёс слова «Аллаху акбар».
Посланник Аллаха также сказал: «Один из ваших братьев умер, так встаньте и помолитесь за него». И люди встали и выстроились в два ряда (Муслим).
Тому, кто опоздает к началу заупокойной молитвы, следует дождаться произнесения такбира имамом, поскольку в данном случае произнесение такбира равносильно совершению ракаата. После того как имам завершит молитву, опоздавший должен сразу же произнести все пропущенные им такбиры, если он опасается, что покойного унесут.
Согласно Сунне, имам должен стоять напротив груди покойного, поскольку там находится сердце, и это место близко к середине тела.
После первого произнесения слов «Аллаху акбар» произносится «дуа ас-сана». Но также вместо этого дуа разрешается прочитать «Аль-Фатиху»,
После второго такбира следует призвать благословения на Пророка (салават ибрахимия, то есть, салаваты, читающиеся в намазе).
После третьего такбира необходимо обратиться к Аллаху с мольбами за покойного.
После четвёртого такбира следует произнести таслим без обращений к Аллаху с мольбами, вознамерившись пожелать мира покойному и тем, кто принимал участие в заупокойной молитве. Будет хорошо, если имам скажет: « Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил- әхирәти хәсәнәтәү үә ҡинә ғаҙәбән — нәр”)» (Коран, 2:201).
Первый таслим произносится вслух, а второй — про себя.
Руки следует поднимать только во время первого такбира, однако некоторые ученые утверждали, что это необходимо делать во время каждого такбира, поскольку такого мнения придерживались три имама, а кроме того, сообщается, что так поступал Абу Ханифа. В тех случаях, когда имам поднимает руки, желательно следовать его примеру.
Важные предупреждения (книга «Введение в Ислам»)
а) Многие при совершении джаназа-намаза в четвертом такбире исполняют приветствие или совсем не опуская рук, или при повороте головы вправо опускают правую руку, при повороте в левую — опускают левую руку.
Оба этих движения неверны. Правильно, когда после произнесения четвертого такбира салям делается при опущенных руках. Потому что руки соединяются только при кыямах, где суннатом является зикр, а при кыямах, где зикр не является суннатом, руки не соединяются, а находятся в опущенном вниз положении («Дурар», 1/53).
б) При совершении джаназа-намаза, когда имам вслух произносит такбир «Аллаһу акбар», некоторые люди поднимают голову. Это также является ошибочным движением. Правильно, когда во время джаназа-намаза не делается никаких движений ни головой, ни другими частями тела.
в) Если место совершения джаназа-намаза или обувь не чисты, то обувь следует снять и встать на нее.
Йыназа намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/jynaza-nama%D2%99y.html