Аҙан һәм күҙҙәр
Аҙан ваҡытында күҙҙәрҙе һөртөп алыу тураһында
Хәҙрәти Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ (разыйалаһү ғәнһә) һәр ваҡыт, мөәзин аҙан әйткән ваҡытта «Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-рәсүлүллааһ» һүҙҙәрен ишеткәндә мөәзин артынан был һүҙҙәрҙе ҡабатлаған. Шунан ул баш бармаҡтарын үбеп, шулар менән күҙҙәрен һөртә торған булған. Был эште Рәсүлүллаһ (салләллааһү ғәләйһи үәс сәлләм) күргәс: «Дуҫым Әбү Бәкер шикелле эшләгән кеше өсөн мин шәфәғәтсе булырмын», — тигән. Ошо хәҙис-шәриф эстәлегенә күрә «фәзаилел-әғмәл» синыфына инә. Шулай булғас, шулай эшләгән кеше фазыйләтле ғәмәл ҡыла тигән һүҙ.
Хәҙрәти Ибн Ғәбидин (рәхмәтүллаһи ғәләйһи) тап бына шулай, аҙан ваҡытында «Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-рәсүлүллааһ» тип әйтелгәндә, баш бармаҡтарҙы үбеп, шулар менән күҙҙәрҙе һөртөү мөстәхәб ғәмәл тип иҫәпләгән.
«Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-рәсүлүллааһ» тип әйтелгәндә, ул һүҙҙәрҙе ҡабатлап, шунан аҙан уҡыған ваҡытта аҙан кәлимәләренә яуап биреү — сөннәт ғәмәлдәрҙән. Әгәр беренсе дүрт тәкбир ваҡытында һәм «Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләллааһ» тигәндә, аҙанды ишетеүсе шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлаһа, «Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-рәсүлүллааһ» тип әйтелгәндә аҙанды ишетеүсе кеше был һүҙҙәргә башҡа һүҙҙәрҙе лә өҫтәр.
Беренсе мәртәбә «Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүлүллааһ» тип әйткәндә, шулай уҡ «Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүлүллааһ» тип әйтер ҙә, өҫтәп «Саллаллааһү ғәләйкә йә Расүлүллааһ» тип мөәзингә яуап ҡайтарыр.
Икенсе мәртәбә «Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүлүллааһ» тигәндә шулай уҡ «Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүлүллааһ» тип әйтер һәм шунан һуң, ике ҡулының һуҡ бармаҡтарының бит яғын үбеп күҙҙәрен һөртөр, мәсех итер. Шулай эшләү — мөстәхәб ғәмәлдәрҙең береһелер.