Үлергәме, йәшәргәме?

                                                   Үлергәме, йәшәргәме?

     Иң тәүҙә Бәдиүзаман Нури һүҙен килтерәйек: «Мәшәҡәтһеҙ-ҡайғыһыҙ тормош камил була алмай. Бәхетһеҙлектәр уны сафландыра». Шулай булғас, үтеп киткән йәки киләсәктә булыуы ихтимал хәсрәт үә ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, төшөнкөлөккә бирелеп, хаяттан (йәшәүҙән) бер үк биҙмәгеҙ. Сөнки был фани ер йөҙөндә һеҙ кисергән бөтә ҡайғы-хәсрәттәр, бер ҡарағанда, һеҙҙең өсөн ожмах ҡапҡаһын аса. Ниндәй генә оло булмаһын, ҡайғылы хәлдәргә сабырлыҡ итегеҙ, тормошоғоҙ ҙа шуға ҡарап камиллектең үрҙәрен яулар.
     Ауыр тормошта йәшәүҙе дауам итәргәме, әллә бөтә мәшәҡәттән-ҡайғынан аптырап-йөҙәп: «Ни эшләп кенә үлмәйем икән?» — тип зарланырғамы? Бының кеүек һорауҙарға Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тип яуап биргән: «Үлемде теләмәгеҙ бер ҡасанда, йәшәргә ынтылығыҙ, йәшәүҙе үлемдән өҫтөн күрегеҙ». Әлбиттә, тормошоғыҙ ғибәҙәт һәм Ислам диненә хеҙмәт менән үтһен.

     Был хаҡта шаҡтай оҙон ғына хәҙисте миҫал итеп биреүҙә мәғәнә барҙыр тип уйлайым.
     Әсхәбе кирамдың (сәхәбәләр) иң танылғандарынан Хәҙрәте Талха ибн Ғөбәйҙуллаһ һөйләй: Бәли ҡәбиләһенән ике кеше бергәләп Исламды ҡабул иткәндәр ине. Мин улар менән яҡшылап танышып алдым. Шунан күп тә үтмәне, береһе һуғышта (жиһадта) шәһит (Аллаһ юлында яуҙа динен, ватанын, иманын, ғаиләһен яҡлап ҡорбан булыусы) булды, икенсеһе, бер йыл артығыраҡ йәшәп, үҙ өйөндә үлде. Көндәрҙән бер көндө был кешеләрҙе төшөмдә күрҙем. Әйтерһең дә, йәннәт ҡапҡаһы янындамын. Улар ҙа янымда баҫып тора. Ҡапҡанан беҙҙе йәннәткә индерергә тейеш берәү сыға икән. Ләкин, беҙ уйлағанса, иң элек шәһит булып үлгәнен түгел, ә үҙ өйөндә мәрхүм булғанын саҡырҙы. Унан һуң килеп, шәһитте лә алып инеп китте. Миңә, әле һинең сиратың етмәне, тип әйтә икән. Төшөмдө кешеләргә һөйләнем. Улар төрлөсә юранылар, ләкин ғөмүми фекер шул ине: йәннәткә иң элек шәһит, унан һуң инде үҙ үлеме менән үлгәне алынырға тейеш булған. Был һүҙҙәрҙе Рәсүлүллаһҡа еткерҙем. «Йә Рәсүлуллаһ, кешеләр үҙ өйөндә үлгән кешенең шәһиттан алда йәннәткә саҡырыуылына шикләнделәр», — тинем. Рәсуллулаһ йылмайып ҡуйҙы:
     — Ни өсөн шикләнделәр? Шәһиттан һуң үлгәне бер йылға күберәк ғибәҙәт итмәнеме, яҡшы, изге эштәр ҡылманымы? Әүәлерәк үлгәнгә ҡарағанда бер йылға күберәк намаҙ уҡыны, ураҙаһын тотто, ауырлыҡтарға сабыр итте. Шулай түгелме?
     — Эйе шул, — тинем. — Шулай булды. Күберәк намаҙ ҡылды, күберәк ураҙа тотто.
     — Шулай булғас, аңлай торғанһығыҙҙыр, уны йәннәткә шәһиттан әүәлерәк саҡыртҡан тап шул намаҙҙары, ғибәҙәттәрҙе, хәйерле ғәмәлдәре, сабырлығылыр. Ғибәҙәттә бер йыл айырма — бик ҙур айырма ул.
     Шулай, йәмәғәт, тормошобыҙ ҡыйын, ауыр булһа ла, уны үлемдән өҫтөн күрергә тейешбеҙ. Сөнки йәшәгәндә намаҙ уҡый алаһың, дингә хеҙмәт итә алаһың. Игелек ҡылаһың, мәшәҡәттәргә ҡарата сабыр булаһың. Ғибәҙәттә үә игелектә бер йыл айырмаһы күк менән ерҙең айырмаһы дәрәжәһендә, тип әйтә Аллаһ Рәсүле. Шуның өсөн дә шарттар ниндәй генә булмаһын, ғибәҙәткә урын ҡалдырмаусы үлемде теләү ахмаҡлыҡтыр.
                                                        Әхмәт Шаһин, «Инсан һәм дин», татарсанан тәржемә.

      Үҙеңә ҡул һалыу – ҙур гонаһ!: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%AF%D2%99e%D2%A3%D3%99-%D2%A1ul-%D2%BBalyu.html#more-6414

     Тәҡдиргә иман: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/t%D3%99%D2%A1dirg%D3%99-iman.html

     Нимә ул яҙмыш?: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/nim%D3%99-ul-ya%D2%99mysh.html

     Ғүмеребеҙ хаҡындағы аяттар: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%93%D2%AFmerebe%D2%99-xa%D2%A1ynda%D2%93y-ayattar.html

     Йәндең һуңғы әсенеүе: https://nazir1965.com/din/j%D3%99nde%D2%A3-%D2%BBu%D2%A3%D2%93y-%D3%99sene%D2%AFe.html