Киләһе заман һынауҙары

һуҡырҙар

һуҡырҙар төркөмө.

     Был һүрәттә рәссам оҫта һәм ғибрәтле итеп, тура һәм дөрөҫ юлдан яҙып, ҡараңғылыҡҡа батыусы кешелек образдарын сағылдырған. Картинаның сюжетында һәр герой кешенең зәғифлеген кәүҙәләндергән – ялҡаулыҡ, ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек, һауалылыҡ, аяуһыҙлыҡ, битарафлыҡ, ике йөҙлөлөк, көнләшеү... Кешелектең бер-береһенә рәхимһеҙлеге, игелек һәм изгелектең сифаттарының юғалыуы, мин-минлеге, йәмғиәттең кемдәрҙерҙең шәхси фекеренә, эрелегенә, һығымталарына һәм боҙоҡлоғына эйәреп, уларҙы хуплап һуҡырҙарса ҡараңғылыҡҡа осоуын күрәбеҙ. Үҙ алды фекер итә белмәү, үҙ өҫтөндә эшләмәү һәм белемһеҙ булыу арҡаһында хәҙерге көндәрҙә бер-бер артлы килгән күмәк, киң ҡатламдағы йәмәғәт-сәйәси торошта юҡ-барҙан уйлап сығарылған «ҡот осҡос ауырыуҙар», шулай уҡ әҙәмдәрҙең күңелдәренә һеңдерелгән эске һәм тышҡы «яман дошмандар» һәм башҡа уйҙырма боҙоҡлоҡтар кешенең күҙен томамлай, рухын ағыулай һәм күңелдәрен әхлаҡһыҙлыҡ болото менән ҡаплай, психикаһына ҡурҡыу һала.

     «Әгәр бер һуҡыр икенсеһе һуҡырҙы үҙ артынан эйәртеп, етәкләп алып барһа, улар бергә упҡынға ҡолар». Аңлайышлы һәм ябай хаҡиҡәт! Һуҡыр – ул түгел кем бер нәмә лә күрмәгән, ә шул, кем һуҡырҙарса юлбашсыға ышанып, уның артынан эйәрә! Аҙашыу һәм рухи һуҡырлыҡ упҡынға төшөрә.     

     Ә бит Аллаһ Тәғәлә һәр саҡ хаҡиҡәтте эҙләгеҙ тип ҡуша бит! Ҡөръән аяттарында ялғанды, ике йөҙлөлөктө, тәҡҡәберлекте, алдашыуҙы һәм башҡа кире боҙоҡ сифаттарҙы айырырға, үҙ аның менән хаҡлыҡты күрһәтергә теләй бит!
     Пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәһе Абдуллаһ ибн Джәрад Рәсүлдән: «Мөьмин кеше зина ҡылырмы?» — тип һораған. «Бәлки, ҡылыр», — тигән ул. «Ялған һөйләрме һуң?» — тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ: «Юҡ, һөйләмәҫ», — тине һәм Ҡөръәндә: «Фәҡәт иман килтермәгәндәр генә ялған һөйләр», — тигән аятты уҡыны.
                                                                 إِنَّمَا يَفْتَرِي الْكَذِبَ الَّذِينَ لَا يُؤْمِنُونَ بِآيَاتِ اللَّهِ وَأُولَئِكَ هُمُ الْكَاذِبُونَ
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
                                                                                                    وَاجْتَنِبُوا قَوْلَ الزُّورِ
     «...үә-джтәнибүү ҡаулә-ззуур».
     «...ялған һүҙҙән ҡурҡығыҙ». Әл-Хаж сүрәһе, 22/30
     Заманыбыҙҙа нимәгә тарыясағыбыҙҙы, ыңғай ғына барған тормошобыҙҙа ниндәй генә киҫкен ҡаршылыҡтар килеп сығыу ихтималығын, киләһе көндәребеҙҙә көтөлмәгән кире үҙгәрештәр, иртән йоҡонан уянғас, яңы тыуған көн дауамында нимә булырын белмәйбеҙ. Ваҡыт беҙгә түгел, ә беҙ уға буйһонабыҙ. Ғүмер юлыбыҙҙа бар нәмә буталған, арҡыс-торҡос сырмалған һәм сейәләнеп төйөлгән. Ус һыҙаттарына ҡарағыҙ тиҙәр бит, бер ҡулда йәшәлгән, ә икенсе ҡулда ғүмер кисер юлдарының аҙағы картала һымаҡ күрһәтелгән имеш. Шундай бик болғаҡ заманда йәшәйбеҙ шул, ҡиммәттәр, ҡиблалар алышынған, аҙҙар рәхәт кисереп, күпселек михнәт сиккән ҡәһәрле заманда. Оҙаҡҡа һуҙылған ауырыуҙарҙан, бурысҡа батыуҙарҙан, стрестәрҙән, килер көнгә ышаныс булмауҙан, йәнгә тигән ғәҙелһеҙлек, тигеҙһеҙлектән, көнө-төнө барған ялған-алдашыу ҡәһәренән, юнле эш хаҡы булмаған хеҙмәттән беҙ ниндәйҙер ҡотолоу юлы күренмәгәндә йәнә бәлә-ҡазалар, һуғыш әфәттәренең өҫтәлеүен күрәбеҙ. Әйе, заманабыҙҙың киләсәгендә бик ҙур экономик кризис һәм тәбиғәт әфәттәре көтә беҙҙе, илебеҙҙең ниндәй фәжиғә кисерәсәге билдәһеҙ.
     Аллаһтан һәм Уның Илсеһенән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) алыҫ тороп йәшәлгән һәр быуат — томана наҙанлыҡ быуаты, һәр быуаттың Аллаһтың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең нәсихәттәре менән төҙәтелмәгән ҡырағайлығы, йәбер-золомо бер иш. Был быуатта ла, ошо беҙҙең быуын йәмғиәтебеҙҙә лә көнө-төнө ялған, алдашыу, урлашыу, ришәүәт алыу, кешеләрҙең хоҡуҡтарын ҡыҫыу, боҙоҡлоҡтар һәм башҡа бик күп хәрәм эштәр эшләнә.
     Заман, урын, тормош шарттарының, декорацияларҙың үҙгәреүе кеше тәбиғәтен үҙгәртмәй. Бушты-бушҡа ауҙарып, тормоштан шау ләззәт көҫәгән заманыбыҙ кешеһе VII быуаттағы наҙан бәҙәүи кейгән кейемдән башҡа тағы нимәһе менән айырыла? Хәҙерге заман кешеләренең кейеме икенсе төрлө булыу менән шул уҡ наҙанлыҡ, аҡыл ҡараңғылығы, ер ләззәттәре, теләктәре, өҫтөнлөктәр, хакимиәт, дан шөһрәт. Ошо өс көнлөк донъяның ваҡ-төйәге, ялтырауыҡтарына алданып, әҙәм мәңгелек тормошонда бәхет-сәғәҙәттән мәхрүм ҡала, ҡыҙғаныс, ифрат та ҡыҙғаныс хәл.
     Халыҡ ниндәй генә быуатта йәшәмәһен, әгәр ул Аллаһ Тәғәлә ҡанундарына ярашлы тәрбиәләнмәһә, Ҡөръән аяттары һүҙҙәре менән әйткәндә, ул — «залим» һәм «яһил», йәғни, ситән тыш ғәҙелһеҙ һәм сиктән тыш наҙан. Ә беҙҙең йәмғиәттә улар күпселек. Иманлы тигән әҙәмдәребеҙҙең ошо бөгөнгө тормошто хуплап, илдә барған ҡырылышты яҡлауҙары ни тора. Әллә улар пәйғәмбәрҙәр тарихын уҡып фәһем алманымы? Йә, әйтһендәр ине – үткән заман Фирғәүен заманынан: байлыҡ-зиннәттәргә батып, халыҡты ҡоллоҡта тотоп, йәшәренә генә етерлек ашау-эсеү биреп, ҙур-ҙур мәрмәр һарайҙарҙы ынйы-якут, алтындар менән биҙәп, мин Аллаһ тигән әҙәм аҡтығы бөгөнгө көндәге шул уҡ алтын менән биҙәлгән ҙур һәм бейек хан һарайҙары төҙөгән, футбол стадиондарынан ике-өс тапҡыр ҙурыраҡ, биш-алты этажлы өйҙәрҙән бейегерәк яхталар тотҡан, халҡын талап миллиардлаған аҡсаға хужа булған байҙар, ил баштары үҙ ярандары менән нимә менән айырыла? Улар был тарихтағы фирғәүендән бер нәмәләре менән дә айырылмай, исем өсөн суҡыныуҙарынан һуң башҡа ил халҡын дошманлыҡта ғәйепләп, ике яҡтанда сикһеҙ ҡан ҡойоп, уларҙы баҫып алырға маташыу мосолман динебеҙ өсөн яраҡлы эшме? Ә ул илдә ике миллион мосолман бар түгелме? Һәм нисек инде халҡы 40-45 миллион иҫәбе булған күрше илде икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы немец фашистары менән тиңләргә? Имеш, әгәр беҙ һөжүмде беренсе башламаһаҡ, улар — бер ядро ҡоралы булмаған, һәнәк һәм балта менән ҡораланған был халыҡ 6 мең атом бомбаһы булған Рәсәй халҡын туҙырасаҡ, илен баҫып аласаҡ! Был иҫәрлек, юләрҙәрҙең иң алйоты булғандың аҡылдан шашыуы түгелме? Әйҙәгеҙ улай булғас, күрше фатирҙа йәшәгән әҙәмдәр беҙҙең бүлмәгә алдан һөжүм итмәҫ элек – уларҙы нациктар тип иғлан итәйектә һәм дөмбәҫләп алайыҡ, аҡылға ултыртайыҡта үҙ талаптарыбыҙ буйынса йәшәргә ҡушайыҡ. Уларҙы был донъяла үҙ теләктәре менән һайланған иркенлектәренән, азатлыҡтарынан мәхрүм итеп, көсләп үҙебеҙҙен боҙоҡ сәйәсәтте алып барып тығайыҡ. Беҙгә шунда ҡатнашып көфөрлөккә төшөү хәйерлеме?
     «Ахырзаман яҡынлашҡанда ирҙәрҙең һаны аҙайыр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны артыр». Бөгөнгө статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ете ҡатын-ҡыҙға бер ир тура килә. Ә Ҡиәмәт көнө алдынан ул иллегә бер кеше буласаҡ. Һуғыштарҙың күбәйеүе һәм уларҙа ир-аттарҙың үлеүе ошо хәҙискә бер дәлилдер. «Кешеләр ни өсөн үлгәндәрен, ә үлтергән кешеләр ни өсөн үлтергәндәрен белмәҫ» тигән хәҙистең барлығы ла билдәле. Йә әйтегеҙ, нимә өсөн бара һуң бөгөнгө ҡырылыш?
                                                                           فَأَخَذْنَاهُ وَجُنُودَهُ فَنَبَذْنَاهُمْ فِي الْيَمِّ فَانظُرْ كَيْفَ كَانَ عَاقِبَةُ الظَّالِمِينَ
     «…Күр, залимдарҙың яҙмышы нисек булып бөттө!»(Ҡасас (Ҡиссалар), 40) .

     Кемдәрҙер: “Һеҙ Аллаһығыҙҙы камил, мәрхәмәтле, йомарт тип әйтәһегеҙ, ә ул бит донъяның бөтә боҙоҡлоҡтарын яратҡан: һуғыштар, ауырыуҙар, ҡартлыҡ, үлем, ер тетрәүҙәр, һыу баҫыуҙар, микробтар, зәһәр (ағыу), һыуыҡ һәм сабыйҙы ла, ҡарттын да ҡыҙғанмай торған яман шеште лә ул бар иткән. Әгәр Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ярата икән, яҡшы икән, ни өсөн Ул яманлыҡтарҙы бар иткән?”
                    وَإِذَا فَعَلُوا فَاحِشَةً قَالُوا وَجَدْنَا عَلَيْهَا آبَاءَنَا وَاللَّهُ أَمَرَنَا بِهَا قُلْ إِنَّ اللَّهَ لَا يَأْمُرُ بِالْفَحْشَاءِ أَتَقُولُونَ عَلَى اللَّهِ مَا لَا تَعْلَمُونَ
     Аллаһ, ысынлап, Мәрхәмәтле һәм Шәфҡәтле. Ул бер ҡасан да яманлыҡ ҡылырға бойормай, әммә яманлыҡты Ул хикмәт — аҡыл өсөн бар иткән. Ҡөръәндә Аллаһ Тәғәлә ошолай тип әйтә: «Ысынлап та Аллаһы ҡәбәхәтлек бойормай! Үҙегеҙ белмәгәнде Аллаһыға һылтарһығыҙмы ни? Минең Раббым ғәҙеллек бойорҙо». Кәртәләр сүрәһе, (7:28)
     Аллаһ һәр саҡ әҙәм балаһын ғәҙеллеккә һәм дөрөҫлөккә, хаҡиҡәткә килһен тип өгөтләй, шундай уҡ хакимлыҡты ил баштарынан талап итә. Ул яҡшылыҡ, мәрхәмәтлек, изгелек менән генә ҡәнәғәт була, хуш күрә.
     Ни өсөн һуң Аллаһ залимды, ҡатил-үлтереүсене, ҡараҡ-уғрыны язаһыҙ ҡалдыра? Сөнки Аллаһ Тәғәлә беҙҙең ирекле булыуыбыҙҙы теләй, әгәр беҙҙә яҡшылыҡ менән яманлыҡ араһында һайлау мөмкинлеге булмаһа, бойһоноу-тәҡүәллек һәм гонаһ ҡылыу араһын да һайлай алмаһаҡ, ул азатлыҡ мәғәнәһеҙ була.
     Аллаһ Тәғәлә ҡағиҙәләрендә: асы булһа ла, азатлыҡ ҡоллоҡтан яҡшыраҡ, тиелә. Шуға күрә Аллаһ беҙҙе аҙашыуҙарға, ауырлыҡтар аша үтәргә һәм һабаҡ алырға һәләтле иткән — был иһә яманлыҡты рөхсәт иткән аҡыл-хикмәт. Шуға күрә Аллаһы Тәғәлә шулай тигән:
اسْتِكْبَارًا فِي الْأَرْضِ وَمَكْرَ السَّيِّئِ وَلَا يَحِيقُ الْمَكْرُ السَّيِّئُ إِلَّا بِأَهْلِهِ فَهَلْ يَنظُرُونَ إِلَّا سُنَّتَ الْأَوَّلِينَ فَلَن تَجِدَ لِسُنَّتِ اللَّهِ تَبْدِيلًا وَلَن تَجِدَ لِسُنَّتِ اللَّهِ تَحْوِيلًا
     «Ҡылған гонаһтарына күрә, Аллаһ кешеләрҙе язалай барһа, Ер йөҙөндә бер генә йән эйәһе ҡалмаған булыр ине. Ләкин Аллаһ ( яза биреүҙе үҙенә генә) мәғлүм бер билгеләнгән ваҡытҡа кисектерә килә. Ваҡыты еткәс, ( барыһы ла үҙ өлөшөн алыр). Ысынлап та, Аллаһ ҡолдарын күреп тора.», Фатыр сүрәһе, (35:45).
     Был алып әлеге барылған юнһеҙ сәйәсәт Аллаһ Тәғәләнең асыуы менән юҡ ителәсәк. Ил экономик сыуалсыҡҡа, буталсыҡҡа тәгәрәйәсәк, сөнки байҙарҙа изгелек, шәфҡәтлек һәм мәрхәмәтлек юҡ. Барыһыла урлауға, коррупцияға, талауға ҡоролған, бар партияларҙың аҡсаға һатылыуын, һайлауҙарҙа мутлашыуҙарын, депутаттарҙың үҙ халҡын ауыҙлыҡлап ҡаты закондар сығарыуын, ул бай наҙандарҙың күҙен быуған аҡсалар, банк иҫәптәре, дәрәжәләр, йәмғиәттәге урын, билдәлелек, нәпселе теләктәрен рухиәтһеҙлеккә төшөрөп, ябай халыҡты аҙаштырыуға, уны алдауға ҡоролған. Күреп тораһығыҙ, улар кеше аңын бутап ялғанға көйләнгән, көнө-төнө сәйәси әкиәттәр һөйләп әҙәмдерҙе зомбиға әйләндергәндәр. Был ил баштары тарафынан күрше халыҡҡа ойошторолған ҡан ҡойош тиҫтә йылдарға һуҙылысаҡ, һәм тағы ҡайһы бер «дошман» илдәрҙең һабаҡтарын уҡытырға теләктәре бар уларҙың... Ә күпме әҙәм балалары ҡырыласаҡ һәм илдәргә бик ҙур экономик һәләкәт киләсәк? Кемдән таптырырҙар, әлбиттә беҙҙән, беҙҙең кеҫәнән! Ябай халыҡ был ҡырылыштан фәҡирләнәсәҡ. ә байҙар байығасаҡ! Әлеге мәлдә ошо  «дошман» тигән Украинаға һәм уның аша Көнбайыштың НАТО илдәренә Рәсәй газы торба аша барыуын дауам итә һәм Мәскәүгә көнөнә бер миллиард евро инә шул илдәрҙән! Шулай уҡ Турция иленә газ бер туҡтауһыҙ бара һәм ул Украиндарға ҡорал, «Байраҡтар» тигән бәләкәй кешеһеҙ компьютер аша ракета һәм бомба менән ҡораланған осоу аппаратарын ебәреп тора һаман. Бында ниндәй ғәләмәт килеп сыға ә? Рәсәй газы НАТО илдәренә бер туҡтауһыҙ барып был ҡырылышта уларға файҙа килтерә, ә улар украиндарға ҡорал биреп, иленә патриотизм күрһәтеп алышҡан Рәсәй һалдаттарын ҡырырға ярҙам итә түгелме? Рәсәй газынан миллиард табыш алған олигархтар үҙ һалдаттарын «дошмандары» аша тиҫтәләрсә меңләп һәләк итә!
     Әле һеҙ белмәйһегеҙ ниндәй фәжиғәгә, ауыр һынауҙарҙа дусар булғаныбыҙҙы. Киләсәктә Аллаһ хаҡиҡәтте асып күрһәтәсәк, шунда аңларһығыҙ кемдәргә ышанғанығыҙҙы, кемдәрҙе Аллаһы урынына күргәнегеҙҙе.
     Ҡайһы бер кеше Аллаһҡа ышанһаң, намаҙ уҡыһаң, ураҙа тотһаң, хәйер-саҙаҡа бирһәң һынауҙарҙан ҡотолаһың тип уйлай. Ләкин Аллаһ Тәғәлә быны инҡар итеп Ҡөръәндә шулай тип әйтә:
                                                                                      أَحَسِبَ النَّاسُ أَن يُتْرَكُوا أَن يَقُولُوا آمَنَّا وَهُمْ لَا يُفْتَنُونَ
                                                                        وَلَقَدْ فَتَنَّا الَّذِينَ مِن قَبْلِهِمْ فَلَيَعْلَمَنَّ اللَّهُ الَّذِينَ صَدَقُوا وَلَيَعْلَمَنَّ الْكَاذِبِينَ
     «Тик кешеләр «Беҙ иман килтерҙек»тигәндән һуң һынауһыҙ ҡалдырасаҡтар тип уйлайҙармы? Ысынында, Беҙ инде уларға хәтлем йәшәгән кешеләрҙе лә һынаныҡ. Аллаһ ысынлап та асыҡ дөрөҫ һөйләүселәрҙе һәм ялғансыларҙы асыҡлаясаҡ» (Ғәнкәбут: 2-3).
     Бәҡара (Һыйыр)» сүрәһендә лә Аллаһы Тәғәлә түбәнге һүҙҙәрҙе еткерә: «Әллә һеҙ динле булдым да, йәннәткә керҙем, тип уйлайһығыҙмы? Һынау шуның менән бөттөмө?». Ләкин Аллаһы Тәғәлә киҫәтә: «Әллә һеҙгә тиклем йәшәгән кешеләргә, ҡәүемдәргә килгән ауырлыҡтарҙы уҙмай тороп йәннәткә инермен тип уйлайһығыҙмы? Уларҙың ниндәй ауырлыҡтар аша үтеүен ҡарағыҙ. Шул ауырлыҡтарҙы күрмәйенсә йәннәткә инергә теләйһегеҙме?».
     Беҙгә ҡәҙәр килгән ҡәүемдәрҙә һыналды, улар ҙа ауыр фетнә эсендә йәшәне. Араларында кемдер садик (тоғро, ысын күңелле) булды, кемдер ысын күңелдән дингә килде, ихластан иманлы бәндәләрҙән булып, бөтә ауырлыҡҡа түҙҙе, Аллаһҡа шөкөр итә белде. Шуларҙы белер өсөн Аллаһы Тәғәлә ауырлыҡ ебәрә лә бит.
     Аллаһ ысынлап та асыҡ дөрөҫ һөйләүселәрҙе һәм ялғансыларҙы асыҡлаясаҡ — тип аяттарында әйтә бит. Ни эшләп һеҙ асыҡтан асыҡ булған ялғанды хуплап был әҙәмдәр менән ризалашаһығыҙ, күпме инде халыҡты алдарға була? Мәҫәлән: Конституция үҙгәрмәй, икенсе срокка бармайым, пенсия реформаһы булмай, аҡса долларға бәйләнмәгән һәм башҡа донъя ярып һалған башҡа буш вәғәҙәләргә? Бөгөнгө пропаганда хәҡиҡәтте ялғанға оҫта әйләндерә һәм ялғанды хәҡҡиҡәт итеп тарата. Хәҙистәрҙә әйтелгән ахыр заман Дәджәленән улар бер нәмә менән дә айырылмай. Әҙәм балаларының күңеленә был ялған, алдау, аҙашыу шул тиклем ныҡ һеңгән һәм шуға күрә киләсәк Дәджәлгә был наҙан халыҡты “мин аллаһ” тип эйәртеп алып китеү бик еңел булыр. Был әфәттән ҡотолоу доғаһын ятлау бер файҙа бирмәҫ. Ысынлыҡта унан ҡотолоу сүрәнең исемендә: “Мәмерйә” ул был бар донъя ләзәтенән, нәфсеһенән ҡасып соҡорға – мәмерйә эсенә инеп бикләнеү ул. Именлегенде һаҡлар ҡалыр өсөн был донъяның алдауынан йәшеренер урын кеүек. Мәмерйә мәғәнәһе электән ул тәбиғәт әфәттәренән, ел дауылдарынан, һыуыҡтан, йыртҡыс хайуандарҙан, дошмандан ҡасып һаҡланыу урыны, донъяның асылын белеү өсөн фекерләү, Аллаһыны зекер итер ер ул.
     Шулай уҡ быларҙың көсләп тағырға маташҡан патриотизм күҙлегеннән сығып ҡараһаң, мосолман кешеһе, мәҫәлән шул Россия ла, йә Америка йәки Англия кеүек мосолман булмаған илдә йәшәй икән, әгәр ул башҡа дәүләт менән һуғышҡа керһә, йәнәһе ул был илде яҡларға тейеш була.
     Ислам бындай эште тыя, сөнки был Аллаһ юлында көрәшеү түгел. Аллаһының Рәсүле ғәләйһис-сәләм әйткән: “Кемдә-кем ҡәүем, милләт байрағы аҫтында һуҡырҙарса бирелеп, тоғро булып көрәшһә, ошо һуҡырҙарса тоғролоҡҡа өндәһә йәки шул һуҡырҙарса тоғролоҡҡа булышлыҡ итһә, уның үлеме йәһиллек, томаналыҡ үлеме булыр”.
     Әле генә үткән быуат һеҙгә күпме тарихы ваҡиғалар күрһәтте!? Бынан алдағы тарихтарҙы белмәйһегеҙме ни? Пәйғәмбәрҙәр тарихынан бер һығымта ла эшләмәгәнегеҙ ме? Мәңге еңелмәҫ СССР ҡоламаҫ тип кем гарантия бирҙе? Бөгөнгө Рәсәй упҡынға төшмәҫ тип, кемегеҙ уның илбашсыһына табына? Наҙан һәм хайуан дәрәжәһенә төшкән аңһыҙ халыҡ шулай итер. Нисек оҫта алдайҙар бит үҙегеҙҙе: Шайморатов генераль Донбасста бөгөнгө көндә ғәҙелһелеккә барып еткән илебеҙ өсөн патриотизм күрһәтеп һәләк булған имеш. Йә әйтегеҙ әле, ошо башҡорт генералыбыҙ ошо бөгөнгө көндә беҙҙе кластарҙан, касталарҙан торған: миллиард аҡсаларына сыҙамаған байҙар һәм бурысҡа батҡан ярлылар өсөн башын һалдымы, әллә социализ-коммунизм нигеҙенә ҡоролған советтар, Ислам дине ҡанундарына яҡын булған ғәҙеллеккә, тигеҙлеккә, хаҡлыҡҡа, әхләкле тәртипкә эйә булған ил өсөн ме? Мөфтийҙәр уларҙы яҡлай тиһәһегеҙ, был хәл уларҙың шәхси фекере һәм улар ошо система кешеләре, был ҡоролош ауһа – уларҙың яуабы әҙер – һуғыш ваҡытында алдашырға була тигән пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисе бар, тип әйтерҙәр.
     Хәтерҙәрегеҙҙе яңыртып үтәйем. Үткән быуатта оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш йылдары илебеҙгә бик күп ауырлыҡтар килтерҙе. Тиҫтәләрсә миллионлаған кешеләр үлде, ҡала-ауылдар бар экономикаһы менән ергә тигеҙләнде. Халҡыбыҙға шул йылдарҙы күргән ауырлыҡтарға сыҙарға Аллаһы Тәғәлә генә түҙемлек бирҙе. Һуғыш кемдең нисә йәштә икәнен белмәй: уның көсө алдында өлкәне лә, кесеһе лә бер тиң. Әммә уйнау-көлөүҙән мәрхүм ителгән, аслыҡ-яланғыслыҡҡа дуҫар ителгән, иң яҡын кешеләрен юғалтҡан баласаҡ айырыуса аяныс.
     Беҙгә һуғыш һәм унан һуң төҙөклөндереү йылдарының ауыр ваҡыттары тураһында һөйләгәндә, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең, ата-әсәләребеҙҙең күҙҙәренән һәр ваҡыт йәш тамсылары килмәнеме? Һәр бер һөйләүҙәрен, теләктәрен, доғаларын тамамлағанда: “Әй балаларым, ерҙә тыныслыҡ һәм именлек булһын! Беҙ күргәндәрҙе һеҙгә күрергә яҙмаһын!”- тип әйтмәнеләрме? Ысынынан да, башҡа бер ҡасан да туплар атылмаһын, бишектәр ватылмаһын, ҡан ҡойоу ҡабатланмаһын, өҫтәл артында әсәләрҙең, атай, ағай-ҡустыларҙың урындары бушап ҡалмаһын тип теләмәгәндәрме! Хәҙер юҡтан бар итеп беҙҙең илдең өстән бер өлөшөнә халҡы менән тиң булған илде ( беҙҙә 140 миллион, ә уларҙа 40 миллион халыҡ) дошман итеп уларҙы ҡырып, ер менән тигеҙләү аҡылға һыймаған эш! Күпме беҙҙең һәм был күрше илдең матди байлыҡтары, аҡсаһы көлгә оса. Күпме һалдаттарҙың, ябай ил халыҡтарының, хатта балаларҙың ғүмере ҡыйыла? Кем бында уларға азатлыҡ килтереүсе йә иһә илбаҫар, кеше талаусы?
     Беҙгә атай-әсәйҙәребеҙ: «Иманһыҙ булып үҫмәгеҙ, йөҙөгөҙҙән, күҙегеҙҙән иман нуры ҡасмаһын», – тип әйтмәнеләрме? Улар беҙгә бер ҡасан да хайуандарҙы, ҡоштарҙы, тәбиғәтте рәнйетергә ирек ҡуймай торғайнылар, хатта өйҙә ау үрергә маташыусы үрмәксе лә үлтертермәй инеләр. Ә бында байҙарҙың хәрби операцияларында халыҡтар ҡырыла, илдәр туҙырыла.
     Иман тигән һүҙең мәғәнәһе аңлата бер дингә генә бәйләнмәгән. Иманы тәбиғәткә, тереклеккә мәрхәмәт (ҡыҙғаныу) менән ҡарау, йәлләү, ҡарттарҙы хөрмәтләп, ярҙам итеп йәшәү, кесене кесе итеү, яҡыныңды ауыр хәлдә ташламау, «һатмау», яраҡлашып, белә тороп ҡәбәхәтлек эшләп, һуңынан шуның өсөн ғазапланып, йөҙөңдән йылмайыу-нур ҡасып, йәмһеҙләнеүендән һаҡланыу ул. Нисек инде күрше халыҡта дошманлыҡ табып уларҙы үлтереү иманһыҙҙарҙың ҡәбәхәтлеге ул. Аллаһ Тәғәлә һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәд ғәләйһисәләм кеше үлтерергә ҡуштымы!?
     Илдең тарҡалыуын, хәлһеҙләнеүен, халыҡтың төшөнкөлөккә төшөүен, үҙ ара ҡан ҡойош, талаш-сыуалыш көтә беҙҙе. Ауыр ваҡыттарҙы үтергә, үҙ күҙебеҙ менән нисек тома һуҡыр булғаныбыҙҙы күрергә, һаңғырау ҡолаҡтарыбыҙға дөрөҫлөктө ишетергә тура килер, әгәр Аллаһ насип итһә, иншаАллаһ. Сабыр булайыҡ.
     Аллаһ Тәғәлә Маидә сүрәһенең 64-се аятында әйтә:
وَقَالَتِ الْيَهُودُ يَدُ اللَّهِ مَغْلُولَةٌ غُلَّتْ أَيْدِيهِمْ وَلُعِنُوا بِمَا قَالُوا بَلْ يَدَاهُ مَبْسُوطَتَانِ يُنفِقُ كَيْفَ يَشَاءُ وَلَيَزِيدَنَّ كَثِيرًا مِّنْهُم مَّا أُنزِلَ إِلَيْكَ مِن رَّبِّكَ طُغْيَانًا وَكُفْرًا وَأَلْقَيْنَا بَيْنَهُمُ الْعَدَاوَةَ وَالْبَغْضَاءَ إِلَى يَوْمِ الْقِيَامَةِ كُلَّمَا أَوْقَدُوا نَارًا لِّلْحَرْبِ أَطْفَأَهَا اللَّهُ وَيَسْعَوْنَ فِي الْأَرْضِ فَسَادًا وَاللَّهُ لَا يُحِبُّ الْمُفْسِدِينَ
     Йәһүдтәр әйтте:- Аллаһтың ҡулы бығаулы, — тинеләр.Шулай әйткәндәренә күрә, уларҙың үҙҙәренең ҡулдары бығаулы булыр, уларға ҡәһәр инәсәк. Киреһенсә, Аллаһтың ҡосағы йәйелгән, теләгәненсә ярлыҡау бирер. Хаҡтыр, һиңә Раббыңдан ингән Китап уларҙың күбеһенең аҙғынлығын, кәферлеген арттырыр. Улар араһына Ҡиәмәткә ҡәҙәр дауам итәсәк дошманлыҡ керттек. Ҡасан ғына улар һуғыш утын ҡабыҙмаһын, Аллаһ уны һүндерә килде. Улар Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратырға атлығып тора. Аллаһ боҙоҡлоҡто-фетнәселәрҙе яратмай.
     Был аяттан үҙегеҙ һығымта эшләгеҙ: бар донъяның етәкселегендә тиерлек йәһүдтәр тора, беҙҙең яратҡан «элита»ның башындала йәһүдтәр, беҙҙең Конституцияны ла шуларҙың кешеләре төҙөгән.
     Байып алған сәйәсмәндәрҙең «Һин был донъяла нимә теләйһең, шуны эшләй алаһың...» тигән Иблис ҡотҡоһона бирелеп, мин-минлеге ташып, тәҡҡәбәрләнеп, дан ҡаҙаныр өсөн һәм барлыҡ етешһеҙлектәрҙе, урындағы йәшәгәндәрҙең хәйерселектәрен, бар донъянан үҫеш яғынан бик артҡа ҡалыуҙы йәшерер өсөн күрше туған халыҡты дошман итеп, уларҙың илен баҫып, ике яҡты ла үлемесле фәжиғәғә алып барыуын күрәбеҙ. Һеҙ бит шуларҙы Аллаһ итеп, шулар менән ризалашаһығыҙ бит! Ошо донъяның торошо уларҙың ҡулында, йәмғиәтебеҙҙең тыныслығы шуларҙың телендә һәм йәмғиәттең именлеге уларҙың ҡыланышынан тора бит уйлайһығыҙ бит! Һеҙ Аллаһ Тәғәләгә түгел, ә шул ил баштарына табынағыҙ бит! Ә уларҙың аллаһы аҡса, алтын-зиннәт һәм түрәлек, тик үҙ балаларын киләсәктә беҙгә хужа итеп ҡуйыу, беҙҙе аңра, белемһеҙ ҡолдарға әйләндереү теләге. Күҙҙәре асылмаған һуҡыр бесәй балалары һымаҡ әҙ-мәҙ бирелгән ризыҡҡа шөкөр итеп, шуларҙәң ҡомһоҙлоғон хуплайһығыҙ бит. Илебеҙҙең йәшәү рәүеше бик түбән урында һәм замананың фәни-техник үҫешенән тиҫтәләрсә йыл арта ҡалдыҡ. Һәм бөгөнгө уларҙың сәйәсәте илебеҙҙе 40 йылға артҡа ташланы! Йә мосолман ҡәрҙәштәр, ҡайҙа һеҙҙең иманығыҙ, ҡайҙа һеҙҙең Аллаһығыҙ? Ни эшләп хәҡиҡәттән ҡасып, гонаһыға батып, имандан яҙаһығыҙ?
     Был ҡомһоҙлоҡҡа сумған бәндәләрҙә изгелек, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлек төшөнсәләре юғалды. Күңелдәрендә гел халыҡты алдап, талау ғына, уларҙың был эштәренә ҡәнәғәтһеҙлек күрһәткәндәргә көс етмәҫлек штраф һәм зиндан. Халыҡты ялған пропагандала тотоу шул тиклемгә барып етте, хатта быны эшләгән әҙәм аҡтыҡтары үҙҙәре шул үҙ алдыҡтарына ышана башланылар. Әммә Аллаһ хаҡлыҡты өҫкә сығара, алданған халыҡты аңғарта. Быға миҫал итеп әлеге шул пропаганда алып барыусылар үҙҙәре: ышанмағыҙ теле-матбуғат сараларҙың тапшырыуына, улар һеҙҙе алдайҙар тип әйтергә көстәре етте бит. Һәм күпләп был илде ташлап сит илдәргә ҡаса башланылар. Ошо боҙоҡлоҡҡа һәм ғәҙелһеҙлеккә ҡоролған донъя тарҡала башланы. Аллаһ Тәғәлә ҡаты һынауҙарын ебәрә башланы. Был һынауҙар, ауырлыҡтар барыбыҙ өсөндә буласаҡ, сөнки был йәмғиәттә беҙ йәшәнек, мутлашыуҙарға, боҙоҡлоҡтарға, башҡа халыҡҡа ҡарата ҡәбәхәтлелектәр беҙҙең шым ризалыҡтан башҡарылды. Беҙ һайлағаныбыҙ үҙебеҙҙең өҫтөбөҙҙән ошо боҙоҡлоҡ ҡылыусы хакимдарҙы. Уларҙың шашыуына күҙ йомдоҡ, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршылыҡ күрһәтмәнек. Быны күреп торған Аллаһ билдәле бер сиккә тиклем халыҡты аҙҙыра ла һәм язаһын – хөкөмөн ебәрә.
     Бик күп халыҡ йәмғиәтебеҙҙә барған ялғанға, алдауға, урлашыуға, боҙоҡлоҡҡа шул тиклем күнеккән, хатта шулай барған ваҡиғаларға иғтибар бирмәй үҙе гонаһҡа бата. Шул боҙоҡлоҡтарға вайымһыҙлығы арҡаһында үҙе шуны эшләүселәр, хуплаусылар рәтенә инә.
     Аллаһ беҙҙе кемдең кем икәнен асыҡлау өсөн, хәҡҡиҡәттә кем булыуын үҙенә һәм башҡа кешеләргә күрһәтеү өсөн һынау бирә. Тәрбиә биреү өсөн һынай, гонаһҡа батҡан кешегә бәлә-ҡазалар, ауырыуҙар, әфәттәр ебәреп, бәлки Миңә (Аллаһҡа) ғибәҙәт ҡылмаҫмы тип. Шулай уҡ был килгән бәләләр беҙҙе гонаһтарҙан таҙартыу өсөн ебәрелә.
                                                                                 وَمَا أَصَابَكُم مِّن مُّصِيبَةٍ فَبِمَا كَسَبَتْ أَيْدِيكُمْ وَيَعْفُو عَن كَثِيرٍ
     «Һеҙгә килгән бәлә-ҡазалар бары тик ҡулдарығыҙ менән ҡылған гонаһтарығыҙ өсөн генә. Һәм Ул (Аллаһ уға ҡарамаҫтан) күбеһен ғәфү итә» (Шура сүрәһе 42/30).
     Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә һәм бәрәҡәттәренә шөкөр итмәү арҡаһында буласаҡ ауыр ваҡыттар ҡараңғылығы көтә беҙҙе. Һәр ауыл һәм ҡала һайын тиерлек матур, бейек мәсеттәр төҙөлдө, биҙәлде, аҙандар яңғыраны. Һәм халыҡ мәсеткә ағылдымы? Юҡ, халыҡ донъя рәхәтлегенә сумды, был тормоштың бар нәмәһен алып ҡалайым тип тырыша, кемдер балаһыҙ тиерлек ике этажлы өйҙәргә инде, бик ҡиммәт машиналар, кейемдәр кейҙе. Кемдер ғүмеренең осон осҡа ялғап, ашарына һәм кейенеренә генә аҡса табып көн күрә. Әйе, ас түгелдәр, тамаҡтары туйҙы, әммә өҫтәле тулы ашаған ризығының бәрәҡәтен юғалты, изгелек үә мәрхәмәтлек тигән төшөнсә юғалды. Башҡа әҙәм балаларына ҡарата ҡәрҙәшлеген, туғанлығын юғалты. Үҙ баларыбыҙға ҡарайыҡ — ни әхләктә улар? Быға илебеҙҙең бөгөнгө культура-мәҙәниәте тәьҫир итә, урыҫлашып, уларҙың тәртибен, әхләген баларыбыҙ араһына индерҙек һәм бына ҡайҙа ҡарама һүгенеү, ата-әсәһенә ҡәҙер бөтөү, өлкәндәргә хөрмәт күрһәтмәү... Балаларыбыҙҙы урыҫлаштырып уларҙы бай итекме әллә түрә булдылармы? Юҡ улар был йәмғиәттә кәрәкмәгән быуын булып ҡалды.
     Һәм беҙҙең быуын һәм беҙҙән алдағы ата-бабалар заманындығы әҙәб-әхләк нормаларын иҫкә төшөрәйек. Һылтанмағыҙ заманаһына ҡарап бала үҫә тигәнгә. Заманаһына, йәмғиәтебеҙгә, үҙебеҙгә ҡарап бала иманһыҙ була, әгәр уларға тейешле тәрбиә бирмәһәк, уларҙың, илебеҙҙең киләсәгенә битараф булһаҡ.
     Ризаитдин ибн Фәхретдин хәҙрәт: “Кеше балаһына үҙенең кем икәнлеген, ҡайҙан килеп ҡайҙа барасағын, ни өсөн яратылып һәм донъяла тороуын, был донъяла ғүмер һөргән ваҡытында йөрөргә тейеш булған юлын, үҙе нимәләр зарарлы һәм ниндәй нәмәләр файҙалы икәнлеген белдерә торған берҙән-бер ҡорал – диндер. Кешелек йәмғиәтендә ғәҙелһеҙлек, ҡыйырһытыу, иҙеү, боҙоҡлоҡ, аҙғынлыҡ, үлтереүҙәр бөтһөн өсөн берҙән-бер сара – әҙәп-әхлаҡты нығытыу", — тигән.
     Ә беҙ шул әҙәп-әхләкте нығытаһы урына уны емерәбеҙ, кемдәр килде динебеҙгә, илебеҙгә имамдар булып? Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Ҡиәмәт етер алдынан буласаҡ буталсыҡлыҡ дәүере хаҡында һөйләгәндә, шуны ла әйткән:
     «...Шундай заманалар етер: фасиҡ, дәһри һәм мөшриктәр иманлылар кеүек хәбәр һөйләр һәм мөьминдәр менән бәхәсләшер!» (Хәким, Мустадрак, IV, 504/8412)
     Ысынлап та, беҙҙең заманда иман юлынан алыҫ торған, Ҡөрьән һәм Сөннәгә үҙҙәре теләгәнсә тәфсир ҡылған, динде төҙәтергә, тәҡүәле мөьминдәргә аҡыл өйрәтергә маташҡан бик күп тарихсыларҙың, реформа яҡлы дин белгестәренең һәм, Ислам таҙалығы өсөн тигән булып, мосолмандар менән көрәшеүселәрҙең, тура юлдан тайпылдырырға маташыусы наҙан фәйләсүфтәрҙең пәйҙә булыуы ул һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай.
     Иманһыҙҙар, боласылар, залимдар һәм йәбер-золом күргәндәр тарихы Илаһи яза миҫалдарына бай. Аллаһ юлындағы пәйғәмбәрҙәргә һәм уларҙың вариҫтарына аяҡ салыусыларға ҡаты яза – һис үҙгәрмәй торған ҡотолғоһоҙ ҡанун. Иң ҡурҡыныс һәләкәттәр: һыу ташҡындары, ҡойондар, ер тетрәүҙәр, аслыҡ, күктән яуған ут, һуғыштар һәм йоғошло ауырыуҙарҙың киң таралыуы – Аллаһ Тәғәләнең асыу сағылышы.
     Һәләкәт алып килгән бындай тәбиғәт күренештәре юҡтан ғына пәйҙә булмай. Уларҙың үҙ хикмәте һәм сәбәптәре бар. Һәләкәттәр кешеләрҙең гонаһтары сәбәпле ебәрелә, ғәҙелһеҙлек ҡылғандар тар-мар ителә.
     Хаҡтыр, Аллаһу Тәғәлә берәүҙе лә йәберләмәй. Һәләкәттәр — бәндәләрҙең үҙҙәренең ҡаҙанғаны. Аллаһ был турала асыҡ итеп әйтә:
                                                                                    وَمَا أَصَابَكُم مِّن مُّصِيبَةٍ فَبِمَا كَسَبَتْ أَيْدِيكُمْ وَيَعْفُو عَن كَثِيرٍ
     «Башығыҙға төшкән һәр бәлә үҙегеҙ ҡаҙанған урынына…» (Шура (Кәңәш), 30).
     Ер тетрәүҙәр, янғындар, һуғыштар, илгә яҫҡыныусылар, йоғошло сирҙәр таралыуы, ҡоролоҡтар, һәм, киреһенсә, Аллаһтың рәхмәте менән мәрхәмәттәр һәм ниғмәттәр, ҡолдоң рухи халәтенә ҡарап, көтмәгәндә килә. Әгәр күпселек ҡолдар хәҡиҡәт юлында булһа, ямғырҙар ергә бәрәкәт һәм шәфҡәт булып яуасаҡ, үҙҙәре менән именлек тыныслыҡ алып киләсәк. Әммә йәмғиәттә золом хөкөм һөрһә, күпселек кешеләр үҙ нәфесе ҡоло булһа, йөрәктәр Хаҡ Тәғәләбеҙгә ҡаршы баш күтәрһә, мәрхәмәт ямғырҙары бар нәмәне һәләк итеүсе хәтәр ташҡындарға әүереләсәк, йә булмаһа, киреһенсә, яуыуҙан туҡтап, ер сүллеккә әйләнәсәк, ер тетрәйәсәк. Был һәләкәттәр, әлбиттә, кешеләрҙең гонаһтары арҡаһында, йәғни йөрәктәребеҙ бысраҡлығы, рухиәтебеҙ түбәнлеге – һәләкәттәрҙең сәбәпсеһе. Изге аят бойора:
لَهُ مُعَقِّبَاتٌ مِّن بَيْنِ يَدَيْهِ وَمِنْ خَلْفِهِ يَحْفَظُونَهُ مِنْ أَمْرِ اللَّهِ إِنَّ اللَّهَ لَا يُغَيِّرُ مَا بِقَوْمٍ حَتَّى يُغَيِّرُوا مَا بِأَنفُسِهِمْ وَإِذَا أَرَادَ اللَّهُ بِقَوْمٍ سُوءًا فَلَا مَرَدَّ لَهُ وَمَا لَهُم مِّن دُونِهِ مِن وَالٍ
     «…Берәй халыҡ үҙе үҙгәрмәһә, Аллаһ уларҙы үҙгәртмәҫ...»,(Рәғд (Күкрәү), 13/11).
     Аллаһ Тәғәлә сәбәпһеҙ ҡолдарын язаламай. Тәбиғәт һәләкәттәре – ҡаты күңелле, залим ҡолдарҙың үҙ ҡулдары менән ҡаҙанғаны. Һис шикһеҙ, Илаһи ҡанундарға ҡаршы сыҡҡандар Раббыбыҙҙың ҡаты язаһын татыясаҡ. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә бойора:
وَعِندَهُ مَفَاتِحُ الْغَيْبِ لَا يَعْلَمُهَا إِلَّا هُوَ وَيَعْلَمُ مَا فِي الْبَرِّ وَالْبَحْرِ وَمَا تَسْقُطُ مِن وَرَقَةٍ إِلَّا يَعْلَمُهَا وَلَا حَبَّةٍ فِي ظُلُمَاتِ الْأَرْضِ وَلَا رَطْبٍ وَلَا يَابِسٍ إِلَّا فِي كِتَابٍ مُّبِينٍ
     «…Уның ихтыярынан башҡа хатта бер генә япраҡ та өҙөлөп төшмәҫ. Ул тупраҡтағы туҙан бөртөгө хәтле нәмәләрҙе лә белеп тора. Китапта булмаған йәш йәки ҡороған бер генә нәмә лә донъяла юҡ. (Барыһы тураһында ла Ләүхүл-Мәхфүздә яҙылып ҡуйылған)» (Әнғәм (Мал-тыуар), 6/59).
     Аллаһ ихтыярынан башҡа бер япраҡ та өҙөлөп төшмәгән саҡта, тотош илдәр нисек теләй, шулай йәшәй, тип уйлау – аҙашыу һәм еңел аҡыллылыҡ, сөнки һәр нәмәнең төбөндә хикмәт һәм сер ята.
     Һәр бәлә-ҡаза нигеҙендә, моңһоҙлоғо, белдекһеҙлеге менән бәйле булған һәләкәткә этәреүсе сәбәптәр бар. Ҡайһы бер кешеләр, өҫтәренә бәләләр ябырылған саҡта ла, хаталарын танып, тәүбә итер урынға гонаһтарына йәбешеп ята, тағы ла ҙурыраҡ бәлә-ҡазаларға юл аса…
     Илебеҙҙә ғәҙеллек, яҡшылыҡ, тыныслыҡ урынлаштырыу, халыҡтар менән татыу йәшәү, мәҙәниәтте үҫтереү өсөн көрәшеү, һәр төрлө боҙоҡлоҡтарҙы бөтөрөргә тырышыу, кешеләрҙең диндәрен һәм хөрийәттәрен ихтирам итеү һәм шәхси һәм ижтимағый хоҡуҡтарына тығылмауға өндәй динебеҙ.
     Ҡул ҡаушырып көтөп ултырыу дөрөҫ түгел. Әлбиттә, бәләләргә ҡаршы саралар күреү кәрәк. Бөтә тырышлығын һалып, саралар күргәс, бәндә Аллаһҡа өмөт бағларға тейеш
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең ҡудси хәҙисендә шундай һүҙҙәр бар, Аллаһы Тәғәлә әйтәлер: «Әгәр кемдең дә башына бәлә, ҡайғы-хәсрәт төшһә, ниндәйҙә булһа һынау килһә һәм ул Миңә таянһа, Минән ярҙам һораһа, Минән генә өмөт итһә һәм Минән генә иҫкә төшөрөп сабырлыҡ ҡылһа, Мин уға ул һораған ҡәҙәр бирермен, – тип әйтә. – Ысынында, ул һорағансы уҡ биреп ҡуйҙым инде Мин уға».
     «Әгәр ҙә берәр кеше, ауырлыҡтар, ҡайғы-хәсрәттәр килгәндә мәхлүктәргә (бар ителгән, яратылған ниндәйҙә булһа йән эйәһенә) мөржәғәт итһә, уларҙан ярҙам һорай башлаһа, Мине онотһа, мин уға күктәге бөтә рәхмәт ишектәрен ябып ҡуярмын», – тип әйт Аллаһы Тәғәлә. Был аҙым – иң ҡурҡынысы. Шуға ла беҙ бәлә-ҡаза һәм ауырлыҡтарҙан ҡотолор өсөн берәй кешенән, мәҫәлән, президентан һорарға тейеш түгелбеҙ, ә Аллаһ Тәғәләнән. Ил башы, фараондар бер эш тә итә алмайҙар беҙҙең донъяны үҙгәртергә, әгәр Аллаһ Тәғәлә теләмәһә. Был әҙәмдәр үҙ теләктәренән, үҙ нәфселәренән, үҙ башташлыҡтарынан сығып эш итәләр. Кемдәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлағандарын асыҡ күреп тораһығыҙ, уларҙы хуплау бәлә-ҡазаны артырыр ғына.
     Беҙгә ваҡыт һәм тормош менән бергә, яҙмышта яҙылғандарҙың, үҙ өлөшөнә тигәндәрҙең барыһын да күрергә, һынай торғандары менән һыналып йәшәргә ҡала, бар сәйәсәт өлкәһе был фағижәгә табан бара.
     Тормоштағы кинәт килеп тыуған үҙгәрештәргә күнегеүе ҡыйын булыр. Башҡа ишелеп төшкән, заман килтергән һынауҙарҙы, тетрәнеүҙәрҙе үткәреү ебәреп күптәр өсөн һис тә еңел булмаҫ. Ҡайһы берәүҙәрҙе бындай ауырлыҡтар нығытһа, тағы да сыҙамлыраҡ итһә, икенсе берәүҙәрҙе иһә ул еңер, тормоштың төбөнә төшөрөр. Аҡрынлап юҡҡа сығарыр.
                                                                                الَّذِينَ إِذَا أَصَابَتْهُم مُّصِيبَةٌ قَالُوا إِنَّا لِلَّهِ وَإِنَّا إِلَيْهِ رَاجِعُونَ
     «Ҡайғы-хәсрәттәргә сабырлыҡ итеүселәрҙе әжер-сауап менән шатландыр. Әгәр ҙә ҡайғы килһә, улар: «Инәә лилләәһи үә иннәә иләйһи раджиғуун» – «Ысынында, беҙ Аллаһтыҡы һәм беҙ Уға ҡайтасаҡбыҙ», — тип әйтәләр», (Баҡара: 155-156).
     Илаһи тәртип-ҡанундарға ҡаршы сыҡҡандар Илаһи яза менән мотлаҡ осраша. Бөтә физик күренештәр артында бик күп серҙәр йәшеренгән. Пәйғәмбәрҙәргә һәм салих заттарға ғына ул серҙәр асылған. Бына Ҡөрьәндән бер нисә миҫал:
                                      وَكَمْ أَهْلَكْنَا مِن قَرْيَةٍ بَطِرَتْ مَعِيشَتَهَا فَتِلْكَ مَسَاكِنُهُمْ لَمْ تُسْكَن مِّن بَعْدِهِمْ إِلَّا قَلِيلًا وَكُنَّا نَحْنُ الْوَارِثِينَ
     «Беҙ (муллыҡ эсендә) йәшәүҙәре менән маҡтаныусы ни тиклем ҡәүемде һәләк иттек. Ана, уларҙан һуң ҡалған ул буш урындарға бик аҙҙары килеп урынлашты. Уларҙың малдарына беҙ вариҫ булып ҡалдыҡ» (Ҡасас (Ҡиссалар), 58).
                                                             وَكَمْ أَهْلَكْنَا قَبْلَهُم مِّن قَرْنٍ هُمْ أَشَدُّ مِنْهُم بَطْشًا فَنَقَّبُوا فِي الْبِلَادِ هَلْ مِن مَّحِيصٍ
     «Быларҙан алда тағы ла ҡеүәтлерәк тормошло күпме кәфер тоҡомдарын Беҙ юҡ иттек. (Әжәлдән ҡасып ҡотолор урын эҙләп, улар бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөгән булһалар ҙа, язабыҙҙан) ҡасып ҡотолоу мөмкин эшме?
     Бына был хикмәттәрҙә күңеле һиҙгер булған, (Аллаһ һүҙенә) иғтибар менән ҡолаҡ һалған кешеләр өсөн һабаҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар» (Ҡаф, 36).
     Аллаһ Тәғәлә — Бөйөклөк һәм Ҡөҙрәт Эйәһе — мөьминдәр ғүмерен ҡыйыусыларҙы язаһыҙ ҡалдырмай. Кешелек тарихынан иманға һәм әхлаҡҡа ҡаршы сыҡҡандарға ниндәй яза бирелеүен беләбеҙ. Һауалы Нух, Ғәд һәм Сәмүд ҡәүемдәре; пәйғәмбәрҙәр менән алышҡан һәм үҙен “тәңре” тип иғлан иткән, аҙаҡ диңгеҙ тулҡындары аҫтында һәләк булған Фирғәүен, серәкәйҙән еңелгән Нәмруд, әхлаҡһыҙлыҡта хайуандарҙан да түбән тәгәрәгән Лут ҡәүеме һәм башҡа бик күптәр үҙ бысраҡтарына үҙҙәре батып һәләк булған.
     Күктәр уларҙы йәлләп иламаған һәм аһ-зар, күҙ йәштәре менән оҙатыусылар ла булмаған. Улар тарих сүплегенә үҙҙәре йәберләгәндәрҙең ҡарғышын, зарын йөкмәп бырғатылған.
     «Аллаһ кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йәшәйеш-тормошто бар итте…» (Мүлк (Хакимиәт), 2).
     Аллаһ Тәғәлә, ҡолдарының ғәмәле ни ҡәҙәр гүзәл булырын һынап ҡарар өсөн, дөрөҫөрәге ни ҡәҙәр ихлас булыуын белер өсөн, уларҙан бик күп имтихандар ала. Мөьминдәр имандары өсөн яфа ла сигә. Ҡаҡшамаҫ иман ныҡлығы кәрәклеге тураһында Ҡөрьәндә ҡат-ҡат әйтелә: «Әлиф. Ләм. Мим. «Иман килтерҙек», тип әйткәндән һуң, ауырлыҡтар аша һыналмабыҙ, беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырҙар, тип уйлайҙармы әллә кешеләр»?»
     «Хаҡтыр, Беҙ уларҙан элек йәшәп киткәндәрҙе лә һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Әлбиттә, Аллаһ, кем дингә тоғро, кем монафиҡ икәнде лә белеп тора» (Ғәнкәбут (Үрмәксе), 1-3).
     Аллаһтың гүзәл ҡоло булараҡ ғүмер итергә теләһәк, һуңғы һулышыбыҙға, был донъянан лайыҡлы күсеүгә әҙер булырға тейешбеҙ.
     Әхирәтебеҙҙә бәхетле булайыҡ тиһәк, тормошобоҙ игелектәр, яҡшылыҡтар, тәҡүәлек кейеме менән биҙәлгән булыуы шарт. Бер изге хәҙистә әйтелә:
     «Әҙәм нисек йәшәһә, шулай үләсәк, нисек үлһә, шулай ҡабат тереләсәк» (Мунауи, Фәйзул-Ҡадир Шәрхүл-Джами ис-Сағир, V, 663).
     Аллаһ Тәғәлә тура юлдағы аяҡтарыбыҙҙы ныҡ ҡылһын! Хаҡты хаҡ тип танып, шуға эйәрергә һәм ялғанды ялған тип танып, унан баш тартырға насип итһен! һөйгән ҡолдары юлынан беҙҙе тайпылдырмаһын! Аллаһ Тәғәлә мәңгелек тормошта беҙҙе һөйгән һайлам ҡолдары менән бергә тергеҙһен!Әмин!
     Ялған, ялғансылыҡ: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/yal%D2%93an-yal%D2%93ansyly%D2%A1.html
     Ялған тураһында: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/yal%D2%93an-tura%D2%BBynda.html
     Алдаҡсынан... фәрештәләре лә ҡаса: https://nazir1965.com/din/alda%D2%A1synan.html
     Ришәүәт һәм коррупция https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rish%D3%99%D2%AF%D3%99t-%D2%BB%D3%99m-korrupciya.html
     Был донъяны кем үҙгәртер?: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/byl-donyany-kem-%D2%AF%D2%99g%D3%99rter.html
     Имамдар һәм түрәләр: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/imamdar-%D2%BB%D3%99m-t%D2%AFr%D3%99l%D3%99r.html
     Алдаҡсы хакимдар: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/alda%D2%A1sy-xakimdar.html