Архив метки: һуҡыр

Киләһе заман һынауҙары

                                                          Киләһе заман һынауҙары

һуҡырҙар

һуҡырҙар төркөмө.

     Был һүрәттә рәссам оҫта һәм ғибрәтле итеп, тура һәм дөрөҫ юлдан яҙып, ҡараңғылыҡҡа батыусы кешелек образдарын сағылдырған. Картинаның сюжетында һәр герой кешенең зәғифлеген кәүҙәләндергән – ялҡаулыҡ, ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек, һауалылыҡ, аяуһыҙлыҡ, битарафлыҡ, ике йөҙлөлөк, көнләшеү... Кешелектең бер-береһенә рәхимһеҙлеге, игелек һәм изгелектең сифаттарының юғалыуы, мин-минлеге, йәмғиәттең кемдәрҙерҙең шәхси фекеренә, эрелегенә, һығымталарына һәм боҙоҡлоғына эйәреп, уларҙы хуплап һуҡырҙарса ҡараңғылыҡҡа осоуын күрәбеҙ. Үҙ алды фекер итә белмәү, үҙ өҫтөндә эшләмәү һәм белемһеҙ булыу арҡаһында хәҙерге көндәрҙә бер-бер артлы килгән күмәк, киң ҡатламдағы йәмәғәт-сәйәси торошта юҡ-барҙан уйлап сығарылған «ҡот осҡос ауырыуҙар», шулай уҡ әҙәмдәрҙең күңелдәренә һеңдерелгән эске һәм тышҡы «яман дошмандар» һәм башҡа уйҙырма боҙоҡлоҡтар кешенең күҙен томамлай, рухын ағыулай һәм күңелдәрен әхлаҡһыҙлыҡ болото менән ҡаплай, психикаһына ҡурҡыу һала. Читать далее