Ялған, ялғансылыҡ

                                                    Ялған, ялғансылыҡ
     Ялған һүҙҙәр таратҡан ялғансылыҡ күренештәренә беҙ йыш тап булабыҙ. Ҡайһы бер әҙәмдәр башҡаларға ҡарата әллә көнсөлөктән, әллә инде күрә алмауҙан алдыҡ, уйҙырма, ялған һүҙҙәр тараталар. Һәр кем тиерлек берәүҙең үҙенә ҡарата ялған һүҙҙәрен ишеткәне барҙыр. Бер яҡтан иманһыҙҙар шундай бысраҡ эш менән булышһалар, икенсе яҡтан үҙен иманлы тип атаған, үҙен мосолман тип һанаған кешенәндә ишетергә мөмкин. Булмаҫ тиһәгеҙ, бына әле үҙен РБ ДУМ мөхтәсибе тип йөрөткән әҙәмдең бер ни сәбәпһеҙ миңә ғәйеп яғып бер бәләкәй генә интернет комментариендә биш-алты ялған ҡыҫтырған. Мөхәммәд ғәләйһисәләмдең замандашы, сәхәбә Абдуллаһ ибн Джәрад Пәйғәмбәребеҙҙән: «Мөьмин кеше зина ҡылырмы?» — тип һораған. «Бәлки, ҡылыр», — тигән ул. «Ялған һөйләрме һуң?» — тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ: «Юҡ, һөйләмәҫ», — тине һәм Ҡөръәндә: «Фәҡәт иман килтермәгәндәр генә ялған һөйләр», — тигән аятты уҡыны.
                                        إِنَّمَا يَفْتَرِي الْكَذِبَ الَّذِينَ لَا يُؤْمِنُونَ بِآيَاتِ اللَّهِ وَأُولَئِكَ هُمُ الْكَاذِبُونَ
     «Иннәмәә йәфтәрил-кәҙибә-лләҙиинә ләә йүьминүүнә би'әәйәәти-лләәһи үә үләә'икә һүмүл-кәәҙибүүн».

     Мәғәнәһе: «Хәҡиҡәттә, ялғанды Аллаһ Тәғәләнең аяттарына иман килтермәгән кешеләр уйлап сығаралар, һәм улар — ялғансыларҙан». Әл-Нәхл сүрәһе. 16/105.

    Ҡөръән аяттарынан һәм хәҙистәрҙән сығып иманын юғалтҡан кеше имам булып тора алмай, сөнки ул иманын юғалтып монафиҡ булған — ике йөҙлө кеше, диндән сыҡҡан, шуға ла уның артынан эйәреп уҡылған йәмәғәт намаҙҙары ҡабул ителмәй, намаҙҙарҙы  ҡабаттан уҡып сығыу тейешлелер. Был әҙәмдең минең арттан йыл буйы бысраҡ ташлауы билгеле, шуға  уның артынан уҡыған намаҙҙарҙың фарызын кире үтәп, ҡаза итеп уҡыу кәрәк.
     Пәйғәмбәребеҙ өс нәмә ҙур гонаһтарҙан, тине. Уларҙың береһе – ширек. Икенсеһе – ата-әсәгә гонаһлы булыу. Өсөнсөһө – ялған шәһаҙәт һәм ялған һөйләү. Ялған һөйләү – монафиҡлыҡ ғәләмәте булып, Аллаһы Тәғәлә алдында уның язаһы үҙенә, уның һүҙенә эйәреүселәргә булыр. Мосолман булған кеше бындай монафиҡ була торған насар һәм яман сифаттан һаҡланырға тейеш. Дөрөҫлөк – изгелек-яҡшылыҡтың зиннәте булған кеүек, ялғансылыҡ – яуызлыҡ һәм насарлыҡтың ғәләмәтелер.
     Беҙ ялғансылыҡ, алдаҡсылыҡты үҙ-ара бер-нисә кеше араһында ғына була тип уйлайбыҙ. Ә ысынын да, тирә-яҡ мөхиткә һәм сәйәсәткә күҙ һалып, ҡолағыбыҙҙы ҡарпайтып, күргән-ишеткәндәрҙе тикшереп, бер-береһе менән мәғлүмәттәрҙе сағыштырып, төпләнеберәк фекерләһәк – ялған һәм алдаҡсылыҡтың шундай иҫ киткес кимәлдә булыуы аптырарһын, үҙенде ҡайнар һыуҙағы ҡаҙанда ултырған һымаҡ хис итерһең. Әммә беҙ быны ишетмәмешкә-күрмәҫкә һалышҡанбыҙ, бер ҡолаҡтан индереп, икенсеһенән сығарып, бөгөнгө көнгә ашарға әҙерләр кәрәк әле тип йәшәй бирәбеҙ. Шундай йоҡо хәленә төшкәнбеҙ, тик үҙебеҙгә генә килеп терәлһә, ялғанды күрәбеҙ.
     Бер ғилми үҙәк Россияны ла индереп 19 илдә тикшереү үткәргән һәм һығымта яһаған: быуаттың һуңғы сиреге эсендә кешеләр бер-береһен яҡынса бер ярым тапҡыр күберәк алдай башлағандар. Тикшереүселәр алдашыу-ялғанлауҙы тормоштың барлыҡ өлкәләрендә лә артыуын күҙәтәләр. Ә илебеҙҙең кимәлендә барған был хәлде әйтеп тораһы юҡ. Халҡыбыҙ һәр саҡ алданды, тарихи мәғлүмәттәрҙә лә йәки яңы йәмәғәт төҙөргә маташҡанда ла. Иртәгә яҡшы буласаҡ, киләсәктә сәскә атасаҡ донъябыҙ тип алдандыҡ, буш хыялдар, яңы үрҙәргә ынтылдыҡ һәм әле лә алданып, нимәгәлер яҡшыға булыр тип өмөтләнәбеҙ, әммә бар нәмәбеҙ селпәрәмә килә. Ысынын да бит был буш донъя, һынау үтеп нәфсене тыя торған һәм сабырлыҡ күрһәтеп, изге ғәмәлдәр йыйып мәңге буласаҡ йәннәтеңде хәстәрләү йәшәйеше бит.
     Донъя оло баҙар тиҙәр. Ҡәҙимге баҙар хаҡында пәйғәмбәребеҙ әйткән бит: «Баҙар ул шайтандың мәсете, әҙәм балаларын алдай торған, ғәйбәт һәм башҡа боҙоҡлоҡ тарата торған ер», тигән. Тормош баҙарыбыҙ Ҡиәмәткә тиклем дауам итер. Кемдер унда оҫта алдар, кемдер алданыр. Ғүмерҙәр буйы шулай булған һәм бының сиге күренмәй. Илебеҙ был ялғандан нисек сыҡһың? Эргәгебеҙҙә диндәрҙе үҙ файҙаһына борған әҙәм аҡтыҡтары бар саҡта, нәфселәре ташып байлыҡҡа ҡарап суҡынғанда. Ә инде беҙҙең йәмғиәтебеҙҙе матди яҡтан хәстәрләгәндәрҙең: беҙгә ҙур өлөш, һеҙгә ошо өлөш, иртәгә булыр күберәк тигән ялғандарының сиге юҡ, сөнки уларға саф рухи һәм фәни-техник яҡтан алға киткән тормош кәрәкмәй, тик шайтан ҡотҡоһона эйәреп байлыҡ туплау. Иман, изгелек, инсафлыҡ һәм мәрхәмәтлек юҡ, тик әлле иманлылар араһында ғына ошоның сатҡылары күренә.
     Әлеге заман кешеләре араһында ялған һәм алдау ағымы шул тиклем хәшәрәтле булып, боҙоҡлоҡҡа төшөп, халыҡты тотҡон хәленә булһа ла еткереп, баҫып алып, ауыҙҙарына мөһөр һуғып үҙ ауыҙҙарынан сыҡҡан ялғанды тыңлатып ултыртып ҡуйыу маҡсат булып тора. Кем алдана һуң? Кемде алдайбыҙ һуң? Тормош һабаҡтарынан иман алмай үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ. Иблистең кешелеккә ҡаршы алып барған ялғанын, беҙ уны күрергә теләмәһәктә, көсәйеп кенә ҡалмай, оло һәләкәткә алып бара, кешеләрҙең киләсәккә ышанысын алдай һәм үҙ-ара аралашҡан күркәм мөнәсәбәттәргә кәртә.
     Пәйғәмбәребеҙ: «Ялған һөйләүҙән ҡасығыҙ! Ялған – йәһәннәм ишектәренең асҡысы ул!» – тигән. Йәмғиәтебеҙҙең күпселеге, үҙ файҙаһына йәшәп, ялғанға бата ғына. Ошо тамуҡ асҡысын кеҫәһенә, йөрәгенә һалып ҡуйған һәм бынан ҡотолоу юлдарын онотҡан. Йәнә бер хәҙистә: «Ялған һөйләү ризыҡты кәметер». Аллаһ алдашыу таралған ерҙәрҙән үҙ бәрәкәтен һәм ниғмәтен ала, ямғырҙар яумаҫ, ер кибер, шайтан фетнәһе көсәйер.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:                                                        وَاجْتَنِبُوا قَوْلَ الزُّورِ
     «...үә-джтәнибүү ҡаулә-ззуур».
     «...ялған һүҙҙән һаҡланығыҙ». Әл-Хаж сүрәһе, 22/30
     Әгәр ысын кеше булаһың килһә, әйткән һүҙеңә тоғролоҡло бул, ялған һөйләмә, башҡаларҙы алдама. Шул ваҡытта ғына кешеләр бер-береһенең ышанысын ҡаҙана ала. Ялған хакимлыҡ иткән, ниәткә, һүҙгә һәм ғәмәлгә ингән ике йөҙлөлөк булған ерҙә ышаныс хисе юҡҡа сыға, емерелә.
     Ялғандың зәһәре айырым шәхес менән генә сикләнмәй. Ул шәхестәрҙән барлыҡҡа килеүсе йәмғиәткә лә тарала, уны ағыулай, әхлаҡты емерә. Бындай йәмғиәттә йәшәгән кешеләрҙең йән тыныслығы юғала, ышаныстар ҡаҡшай. Ғибәҙәтте кешеләр күрһен өсөн ҡылыусы тәҡәббер, ике йөҙлө бәндәләр күбәйә. Кешеләр араһында бер-береһен алдау, бер-береһенә хәйлә ҡороу бәләһен барлыҡҡа килтереү була. Боҙоҡ әҙәмдәр өҫтөн сыға, файҙа килтереүсе, тыйнаҡ кешеләрҙең ҡәҙере ҡалмай. Бындай йәмғиәттә бер нәмәнең дә ысын йөҙөн күреү мөмкин түгел һәм ул түбәнгә тәгәрәй, әҙәпһеҙлеккә, бысраҡҡа бата.
     Бигерәк тә дин әһелдәре ялғандан алыҫ торорға тейеш. Сөнки «иманлы кеше» ғибәрәһе «тоғролоҡты, дөрөҫлөктө тотҡан кеше» мәғәнәһенә тура килә. Иман — дөрөҫлөктең символы. Иман менән ялған бергә була алмай, «бер табаҡҡа һыймай». Аллаһы Тәғәлә инсандарға дөрөҫ һүҙле булырға ҡуша, ялғанлыҡты тыя. Ялған һөйләү иң ҙур гонаһтарҙың береһе һанала.
     Иманлы мосолман ялған дуҫтан һаҡланыр, сөнки ялған дуҫ шәүләгә оҡшаған, ул иптәш һинең менән тик яҡты көндә генә. Ялған анттан һаҡланыр, ялған һүҙ әйтеүҙән һәм аҙаштырған ялған тормоштан һаҡланыр.
     Аллаһ Ҡөръән Кәрим китабында:              وَالَّذِينَ لَا يَشْهَدُونَ الزُّورَ وَإِذَا مَرُّوا بِاللَّغْوِ مَرُّوا كِرَامًا
     «Үә-лләҙиинә ләә йәшһәдүүнә-ззүүра үә иҙәә марруу билләғүи марруу кираамәә».
     «Улар ялған шаһитлыҡ итмәҫ, алдыҡ бар ерҙә тормаҫ. Әҙәпле рәүештә китеп барырҙар». Әл-Фурҡан сүрәһе 25/72.
     Ялған һәм ялғансылыҡ — көфөрлөк сифаты. Кеше кемгә лә булһа ялған һөйләһә, асылда, ул Аллаһҡа ҡаршы ялған һөйләгән булып сыға. Йәғни ялған һөйләгән кеше үткәндә булмаған нәмә тураһында «булды» тиһә, ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан яратылмағанды «яратылды» тип әйткән булып сыға. Шулай итеп, Аллаһтың «Халиҡ» (Яратыусы, Барлыҡҡа килтереүсе) исеменә яла яға. Шулай уҡ киләсәк тураһында ялған һөйләгән кеше күрәҙәселектән сығып хәбәр биреүсе, йәғни белмәгән килеш киләсәк тураһында һөйләүсе сифатын алыр. Ысынын да киләсәкте Аллаһтан башҡа бер кеше лә белмәй.
     Алдау һәм ялғансылыҡ бик насар һәм йүнһеҙ холоҡтарҙан булып, бар милләт алдында ҡәбәхәт һәм сиркәнес сифаттыр. Ялғансылыҡ тигәнебеҙ, һис тә булмаған эштәрҙе бар итеп, әйтмәгән һәм һөйләмәгәнде әйтте һәм һөйләне, күрмәгәнде күрҙем, тип кешене алдау, ышандырыуҙыр. Был иһә, үҙең кеше кеүек әҙәм балаларын хурлау, мыҫҡыл итеп көлөү, һәм йәберләү булғанлыҡтан Ислам динебеҙҙә бик гонаһ булған хәрәм эш.
     Тағын бер бик мөһим нәмә бар. Әгәр кеше, ниндәй ҙә булһа эште башҡара алмаясағын белгән килеш, башҡаларға «мин был башҡарасаҡмын» тип маҡтанһа, ул ваҡытта ниәте ғәмәленә тура килмәҫ. Был иһә монафиҡлыҡ ғәләмәте. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм монафиҡ кешене ошолай итеп сифатлай: «Монафиҡтың ғәләмәте өстөр: һөйләшкәндә ялған һөйләй, һүҙ биргәндән һуң уны тотмай һәм аманатҡа хыянат итә». Күргәнегеҙсә, ялғансылыҡ монафиҡлыҡ ғәләмәттәре араһында беренсе урынға ҡуйылған. Хәйер, башҡа ике ғәләмәт тә ялғандың айырым рәүештә генә. Был яман сифаттарҙы үҙенә туплаған кеше көфөрлөктән дә ҡурҡынысыраҡ булған монафиҡтар рәтенә инә.
     Нимә ул алдау? Хәйләләү, хәйләләп нимәһен булһа ла алыу, кешене ауыр хәлгә ҡалдырыу, кешегә насарлыҡ эшләү. Ялған һөйләп кешене ялғыштырыу, ялғыш фекергә килтереү, ялғанға ышандырыу шайтан эйәрсендәренең эшелер.
     Икенсе яҡтан, ялған һөйләргә өйрәнгән кеше Аллаһҡа ҡаршы ла ялған һөйләргә баҙнат итә. Ниәте эше менән бер булмаған, эске бөтөнлөгөн һаҡлай алмаған кеше ғибәҙәтен дә ары-бире генә ҡыла, уларҙы донъяуи маҡсаттар өсөн ҡулланырға тырыша. Бына шундай кеше инде намаҙҙа ихлас була алмай һәм, шулай итеп, Аллаһҡа ҡаршы ялған һөйләү дәрәжәһенә барып етә.
     Ҡайһы бер мосолман кешеһен ялғанға ышандырыу мөмкин, ләкин һәр нәмәне белеүсе Аллаһ Тәғәләне алдап булмай. Ялғансы кеше бары тик үҙ-үҙен генә алдай. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Хыянат менән ялғандан башҡа бөтә сифаттар ҙа мөьминдә булырға мөмкин».
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм йәнә бер хәҙисендә әйтте: «Ялған һөйләү монафиҡлыҡ ишектәренән береһелер». Йәнә әйтте: «Әҙәм балаһы ялған һөйләй-һөйләй шундай дәрәжәгә ирешер ти, Аллаһы Тәғәлә алдында уны ялғансы тип яҙырҙар».
     Ялған төрлөсә була.
     Булмаған хәлде артырып һөйләнгән ялған — нимәне лә булһа күпертеп күрһәтеү, булмаған сифаттар, ваҡиғалар менән биҙәү, арттырып һөйләү.
     Ысынға бушты ҡушып һөйләнелгән ялған — дөрөҫ хәбәрҙе башҡа бер дөрөҫ булмаған хәбәр менән бутап һөйләнгән ялған.
     Яла яғыу ҡатыш ялған — ғәйепһеҙ кешене ғәйепле итеп күрһәтеп һөйләнгән ялған.
     Шаярыу рәүешендәге ялған — шаярыу маҡсаты менән генә булһа ла ялған һөйләү яҡшы эш түгел. Кешеләрҙе көлдөрөү өсөн генә һөйләнгән ялған һүҙҙәр барыбер яҡшылыҡҡа илтмәй.
     Һәр төрлө ялған өсөн Аллаһының ләғнәте булыр. Артыҡ һүҙ ысҡындырмаҫ өсөн телебеҙҙе арҡыры тешләйек, аҙаҡ телебеҙҙән һөйрәп тамуҡ утына ырғытмаһындар өсөн.
     Ялғансы кешенең бер ялған һүҙе беленһә уның мең мәртәбә дөрөҫ һүҙенә лә ышаныусы булмаҫ. Ялғансы кешенең кеше араһында һис ҡәҙере һәм иғтибары булмай, уларға ышанысһыҙ, алдаусы тиҙәр. Ялғансының яман аты бөтә донъяға йәйелер. Яман ат менән йөрөүҙән дә яман ни булыр? Бабаларыбыҙ: «Атың сыҡҡансы – йәнең сыҡһын!» – тигәндәр. Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәре ялған һөйләүҙән тыйып: «Ялған һөйләмәгеҙ! Ялған һөйләүселәргә бик ҡаты ғазап булыр!» – тине. Рәсүлуллаһ тағы бер хәҙисендә гонаһ ҡылмаҫҡа ҡушып: «Һеҙгә иң оло гонаһтарҙы белдерәйемме? Аллаһыға ширек итеү һәм ата-әсәне рәнйетеү. Тағын да ялған һөйләү. Фәрештәләр ялған һөйләүсенең һаһығынан бер мил (1,60934 метр) йыраҡлыҡҡа ҡасалар», — тине. Шул сәбәпле, һөйләшкәндә сөскөрөү, һүҙҙең дөрөҫлөгөнә дәлил, тиҙәр. Сөнки хәҙистә әйтелгәнсә: «Сөскөрөү фәрештәнән, иҫнәү шайтандан». Әгәр һүҙ ялған хәбәр булһа, фәрештәләр яҡын килмәҫ һәм сөскөрөү мөмкин булмаҫ.
     Киләсәктә лә быуыныбыҙҙы һәм балаларыбыҙҙы ялған һымаҡ әхләкһеҙ һәм әҙәпһеҙ тәрбиәгә дусар итмәй, тик яҡшыға, иманлы булыуҙарын теләп, матур тормошта йәшәүҙәрен теләйек.
     Абдуллаһ ибн Ғамир һөйләгән: «Бәләкәй бала сағымда уйнарға китеп бара инем, әсәйем миңә: «Кил әле, бер нәмә бирәм», — тине. Рәсүлуллаһ уға: «Нимә бирәһең», — тине. Әсәйем: «Емеш бирәм, йә Рәсүлуллаһ», — тине. Рәсүлуллаһ: «Әгәр бирмәһәң, һине ялғансы тип яҙырҙар», — тине. Барлыҡ йәмғиәтебеҙҙә лә һәм ғәиләбеҙҙә лә бар тәрбиә үҙебеҙҙән тора.
     Ибраһим Идристең «Тәрбиәле ата йәки тормош дәрестәре» китабында: Тәрбиәле аталар балаларына бер генә лә ялған һөйләүҙе ихтыяр итмәҫтәр. Башта балаларына әйтерҙәр: «Бер нәмәне күрмәгәндә ватһағыҙ йәки бер нәмәне ашаһағыҙ, һуңынан беҙгә беленеп, һорағанда, «Мин ватманым, мин ашаманым», – тип ялғанламағыҙ, дөрөҫөн әйтегеҙ, дөрөҫөн әйтһәгеҙ, һеҙгә шәфҡәтем булыр, ғәйебегеҙҙе кисерермен.
     Әгәр ҡотолоп ҡалмаҡсы булып, ялғанлаһағыҙ, ул ялған миңә ҡасан да булһа беленер. Ул ваҡытта минең язам һеҙгә бик ҡаты булыр», – тип, балаларҙың ҡолаҡтарына күп тапҡыр аңлатырҙар. Ә инде баланың бер ғәйебе беленһә, башта: «Балам, зинһар, ялғанлама, ялған харам, дөрөҫөн һөйлә», – тип әйтер.
     Һуңынан баланан ҡурҡытмай ғына, был эш нисек булды, тип һорар. Ул ваҡытта бала, моғайын, дөрөҫөн әйтер. Дөрөҫөн әйтһә, юғары вәғәҙә буйынса баланы ҡыйнамаҫ, ә балаға: «Был юлы ғәйебеңде кисерҙем, икенсе юлы улай итмә», – тип әйтер. Баланан: «Атай, был юлы ғәфү ит, икенсе мәртәбә шулай эшләмәм», – тип әйттереп, вәғәҙә алыр, шарт иттерер. Бер бала бәләкәй ваҡытында ялғанлап өйрәнһә, ул үлгәнсе ғәҙәтен ташлай алмаҫ.
     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе киҫәтеп:
                                                                             أَرَأَيْتَ الَّذِي يُكَذِّبُ بِالدِّينِ
     «Ә ра'әйтә-лләҙии йүкәҙҙибү биддиин».
     «Динде ялғанға, Ахирәттәге язаны ялған тип һанаған кешене күрҙеңме?» — тип әйтә. Әл-Мәгун сүрәһе 107/1. Буласаҡ ғазаптарҙан һәм язаларҙан һаҡланып ялған нәфсе тормоштан арынайыҡ, ялған һөйләүҙән тыйылайыҡ, инде был тормош тик хыял ғына тормошо ғына, алдаҡ донъя икәненә инандыҡ, Аллаһға ҡайтыуҙы хәстәрләйек.
     Иманлы кешеләр, «Аллаһтан ҡурҡ һәм тоғро кешеләр менән дуҫ бул!» тигән аяттың мәғәнәһен яҡшы аңлап, уның менән ғәмәл ҡылырға, ялған һәм ялғансыларҙан ситләшергә, ниәттә, һүҙҙә һәм ғәмәлдә бер үк төрлө булырға тейештәр. Был — донъяла һәм ахирәттә сәғәҙәткә ирешеү юлы.
     Аллаһ Тәғәлә иманыбыҙҙан айырмаһын, Иблис ҡотортҡан телебеҙҙе гонаһтан һаҡлайыҡ, алдаҡ, ялған һымаҡ боҙоҡ ғәмәлдәрҙән йыраҡ булайыҡ. Аллаһ күңелебеҙгә ихласлыҡ һәм телебеҙгә күркәмлек биреп, йөрәктәребеҙгә мәрхәмәтлек һалһын. Әмин.

     Ялған тураһында: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/yal%D2%93an-tura%D2%BBynda.html