Ришәүәт һәм коррупция
Түрәлек һәм хеҙмәт вазифаларынан файҙаланып, йәки үҙендең мәнфәғәттәренде хәстәрләп аҡса йәки башҡа нәмә биреү, алыу, йөкмәтелгән эште башҡарыу өсөн бирелгән хоҡуҡтарҙы яуыз ниәт менән файҙаланыу, законға ҡаршы төшөп, аҡса, ҡиммәтле һәм башҡа мөлкәттәрҙе ҡулға төшөрөү йәки өсөнсө заттарҙы ла быға йәлеп итеү, шулай уҡ юридик һәм башҡа заттар исеменән законға ҡаршы булған башҡа шундай ғәмәлдәр ҡылыуҙы ришүәт алыу тип атайҙар.
Коррупция тип шул уҡ ришәүәткә бәйле – йөкмәтелгән хеҙмәти хоҡуҡтарын үҙенең нәфсеһе өсөн файҙаланыу, ришүәт биреү, ришүәт алыу, законға ҡаршы сығып үҙ мәнфәғәттәрен уйлап, вазифаһынан файҙаланыу, дәүләт аҡсаһын йәшерен ҡулланып йә урлап табыш алыу һәм башҡаһы...
Ришәүәт менән коррупция бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Бында шулай уҡ үҙеңдең элекке вазыйфандан сығып, шул арҡала түрәләр менән ҡалған үткән танышлығын менән әлеге мәлдә йәмғиәттең үткәргән культура сараларында беренселеккә ынтылыу ҙа, йәки шәхси эштәренде лә шулар арҡаһында хәстәрләүҙә ошо боҙоҡ эшкә һанала.
Беҙҙең илебеҙ был бысраҡҡа баш аша үткәнсе батҡан. Һәр кемдең тиерлек ошо ләғнәт төшкән эштә ҡатнашҡаны бар. Күңеле менән булһа ла был яманлыҡҡа ҡаршы сыҡмай, йөрәге менән ризалығын белдереүе менән дә. Коррупцияны дәүләт һәм коммерция йүнәлештәрендә күрәбеҙ, мәҫәлән: берәй юғары вазифаға урынлашыр өсөн (хәҙерге көндә иң әҙе 20 миллиондан алып), йәки төҙөлөш өсөн ер биләмәһе өсөн әллә-нисә миллиардса һум ришәүәт биреү. Һуңғы бер түрә алған ришәүәттең күләме бер миллиард ярым һум аҡса тип әле матбуғат саралары яу һалды. Әле был хаҡта яҙыуымда интернеттә, ютубта әле бер көн элек 27 миллион кеше ҡараған Навальныйҙың: «Дворец для ...утина. История самой большой взятки» тигән видеоның тьҫиренән. Ана шул коррупция арҡаһында беҙҙең илдә бер ҡасанда экономик үҫеш һәм халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелмәйәсәк, киреһенсә донъяла йәшәү кимәленең иң түбән урынына төшәсәкбеҙ. Ришәүәтселек һәм коррупция менән нисек кенә ҡыланмайҙар, хатта Мәскәү түрәләре бәлиғ булмаған балаларына шул коррупция арҡаһында миллиардлаған бизнес яҙғандар. Беҙ бөгөн бурысҡа батып, юҡ-бар 12 мең аҡсаға бил бөккәндә, урлашыу, алдашыу, мутлашыу ҡот осҡос кимәлдә бара. Бер экспе́рт әйтеүе буйынса Россияла бер йыл эсендә ришәүәт һәм коррупцияның әйләнеше бөгөн ҡот осҡос суммаға 10 триллион һумға етә тигән. Сағыштырайыҡ: 2019 йылда федеральный бюджет профицит менән 1 трлн 967,6 млрд һум ғына. Әлбиттә, беҙҙең илдең статистикаһынан бындай мәғлүмәт таба алмаһығыҙ, сөнки уны унда өс тапҡыр кәметеп күрһәтәләр.
Көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткәндә ваҡ-төйәк эштәрендә ришүәт биреү күпселек кешеләр өсөн ғәҙәти хәл. Ришүәтселек бөгөнгө көндә беҙҙең илдә ғәҙәти күренешкә әйләнгән, бер нисәһенән генә миҫал килтерәйек: балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә бүләктәр биреү, диплом һатып алып наҙанды белемле итеү, шул наҙандарҙың ил менән идара итеүе, конверт биреп, егеттәрҙе армиянан алып ҡалыуҙар. Шулай уҡ табиптарҙан булмаған ауырыуҙарҙы яҙҙырып ялған инвалидность группаһы алып, эшләмәй генә пенсия алып ятырға була. Шул машина йөрөтөү хоҡуғы (права) алам тиһәң, элек беҙҙең районда 20 мең булһа, хәҙер башҡалаға РЭП күскәс, Өфө аша алыу 70 меңгә төшә тиҙәр. Коррупция менән илде шундай кимәлгә алып килделәр, ҡырып-һеперһәң дә был яуызлыҡты бөтөрөп булмаҫ, сөнки байҙар һәм түрәләр законды үҙҙәрен яҡлап яҙалар: берәй бала асығыуҙан магазиндән кәнфит урлаһа өс йылға ултыра, миллиард урлаған байҙарға бер ниндәй ҙә закон юҡ. Халҡы миллиард ярым булған коммунистик Ҡытай иле үҫеше буйынса алға китеп, ришәүәтселекте үлем язаһы менән бөтөрөп, кешеләрен 55 йәштә пенсияға сығарып, пенсионерҙәренә бушлай теләгән илгә тур путевка биреп, коммунал түләүҙәрҙән барыһы ла азат. Газ һәм свет бушлай! Ә беҙҙә көнө-төнө хаҡтар үҫә, талау һәм алдау бара. Беҙҙең илдә әгәр ике миллиардер беҙҙән талап алған 10% табышы менән бүлешһә, бына тигән йәшәр инек. Тик уларҙың ҡомһоҙлоғы быны эшләргә ирек бирмәй, зәкәт түләү тигән нәмәне белмәйҙәр. Ана шул йәшәү кимәле түбән булыу арҡаһында үҫеп еткән балаларыбыҙҙың 40% сит илдәргә сығып китергә теләк белдерә. Ҡорота түгелме был әҙәм аҡтыҡтары беҙҙе?
Ошо айырым әҙәмдәрҙең боҙоҡ һәм яуыз эштәр өсөн дә һәм ошоны күреп-белеп тыймай йөрөгәнебеҙ өсөн дә Аллаһтың ҡәһәре беҙҙең барыбыҙға ла төшә. Сөнки беҙ шул йәмғиәттә йәшәйбеҙ, һүҙ әйтергә ҡурҡып, шул әшәкеләктәргә ҡаршы сыҡмауыбыҙ арҡаһында ла беҙҙең балаларыбыҙҙа яза күрәсәк.
Ришүәтте тыйыу тураһында Аллаһы Тәғәлә «Бәҡара (Һыйыр)» сүрәһенең 188 се аятында ошолай тип әйтә:
وَلَا تَأْكُلُوا أَمْوَالَكُم بَيْنَكُم بِالْبَاطِلِ وَتُدْلُوا بِهَا إِلَى الْحُكَّامِ لِتَأْكُلُوا فَرِيقًا مِّنْ أَمْوَالِ النَّاسِ بِالْإِثْمِ وَأَنتُمْ تَعْلَمُونَ
Үә ләә тәькүлүү әмүәәләкүм бәйнәкүм бил-бәәтыили үә түдлүү биһәә иләл-хүккәәми литәькүлүү фәрииҡам-мин әмүәәли-ннәәси бил-иҫми үә әңтүм тәғләмүүн.
“Бер-берегеҙҙең малын хаҡһыҙ рәүештә ашамағыҙ, күрәләтә көйө кешенең хаҡын ашау өсөн, хакимдарға (хөкөм эйәләренә) ришүәт бирмәгеҙ".
Ислам динебеҙ ришүәт биреүҙе һәм алыуҙы ҡәтғи рәүештә тыя. Был яҙыҡ ғәмәл ҙур гонаһлар рәтенә инә. Ришәүәт алыусы, биреүсе кеүек үк, Аллаһы Тәғәләнең ләғнәтенә дусар була. Әбү Һөрәйрә исемле сәхәбә (Аллаһының уға ризалығы булһын) риүәйәтенән, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм үҙенең бер хәҙисендә: «Ришүәт биреүсене һәм алыусыны Аллаһ ләғнәт ҡылды», – тигән (Тирмизи). Ошо хәҙистең икенсе риүәйәтендә: “... Улар араһында булған аралашсыны ла", – тип әйтелгән (Әхмәт ибн Хәнбәл).
Ришүәт биреүсе икенсе берәүгә аҡса йәки мал биреп, үҙенә лайыҡ булмаған, үҙ көсө менән тапмаған әйберҙәргә эйә була, йәғни ғәҙелһеҙлек ҡыла. Аллаһтың пәйғәмбәре ғәләйһиссәләм ришүәт алыусыны ла ләғнәт ҡыла, сөнки ул шәриғәткә ҡаршы ғәмәл башҡара, Аллаһтың рәхмәтенән мәхрүм ҡала. Шуға күрә Аллаһтың ғазабын һәм асыуын булдырмаҫ өсөн, хаҡ мосолмандарға шикле нәмәләрҙән йырағыраҡ булырға, һәр ваҡыт һәм һәр урында намыҫлы булырға тырышыу кәрәк.
Аллаһ Раббыбыҙ ришүәт алыуҙы ғына түгел, хәләл булмаған табышҡа ирешеү маҡсаты менән үҙенең дәрәжә-вазифаңды кәрәгенән арттырыуҙы ла тыйған. Аллаһы язаһын үҙе бирә. Иң беренсе бәлә — һинең ғәиләңә харам мал керһә, балаларың харам ашап үҫһә, уларҙан кем сығар? Әлбиттә, бөгөн теләгәнен ашар-эсәләр, кейенерҙәр, ләкин әле киләсәктәре бар бит. Кеше хаҡына төшһәң, киләсәктә нимә күрерһең? Харам малға төҙөлгән тормош, иртәнме-һуңмы, емерелә. Доға ҡылһаң, теләк теләһәң дә — ҡабул булмай, Аллаһы Тәғәлә һиңә яуап бирмәй.
Хаҡһыҙ малға эйә булған әҙәм өҫтөнә кеше рәнйеүе төшәсәген өҫтәһәк, ришәүәт алыусы кешенең үҙ-үҙен һәм ғәиләһе тормошон ниндәй ауырлыҡҡа дусар иткәнен күрәбеҙ. Ришәүәт — шундай хаҡһыҙ, дөрөҫ булмаған юл менән ингән аҡсаның йә байлыҡтың бер төрө. Теүәлерәк әйтһәк, ришүәт — дөрөҫлөктө юҡҡа, ә ялғанды өҫкә сығарыу өсөн бирелгән һәм алынған мал.
Ришүәт биреүҙән баш тартыу мөмкинме? Был «ауырыу»ҙы дауалап буламы? Әгәр ҙә беҙ тарихыбыҙға, бигерәк тә мосолман батшаларының тормош юлына иғтибарыбыҙҙы йүнәлтһәк, был мәсьәләләрҙе хәл итеү күренештәренә тап булабыҙ.
Ғүмәр ибн Ғәбделғәзиз исемле хәлифә (Аллаһ уға рәхмәте булһын) тормошонан бер миҫал. Ул алма яратҡан. Көндәрҙән бер көндө Ғүмәр ибн Ғәбделғәзиз үҙ өйөндә мосолман ҡәрҙәштәре менән ултырғанда: «Мин хәҙер, рәхәтләнеп, алма ашар инем», – тигән. Быны ишеткән күршеһе уға уның артынан бер кәрзин алманы бүләк итеп ебәргән. Хәлифә, күршеһенә рәхмәт хаты яҙып, уға бүләген кире оҙатҡан. Кешеләр хәлифәнән: “Ни өсөн һеҙ яратҡан алмаларығыҙҙы алып ҡайтманығыҙ?"– тип һорағандар. Хәлифә үҙ яуабында: «Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм үҙе лә бүләктәр ҡабул иткән, ләкин мин был бүләктең ришүәт булыуы мөмкин тип ҡурҡтым».
Үҙенең ғәҙеллеге менән танылыу алған фарсы батшаһы Әнүширван хакимлеге ваҡытында бер кеше үҙенә ер өлөшө һатып алған. Күпмелер ваҡыт уҙғандан һуң, был кеше шул ерҙә хазина тапҡан. Был тура ла ул ерҙең элекке хужаһына әйткән. Ул уға: «Һиңә еремде һатҡансы андағы байлыҡҡа тап булманым, шуға күрә табылған ул хазина һинең үҙеңә булһын», – тип яуап ҡайтарған. Ләкин ерҙең яңы хужаһы бының менән килешмәгән һәм ары бәхәсләшкән: «Сит кешенең малы миңә кәрәк түгел, был харам булыр, миңә ер булһа етә», – тигән. Шулай итеп был ваҡиғала, ерҙең элекке хужаһы хазинаны үҙенә ҡалдырыуҙы лайыҡ тип тапмаған, яңы хужа ла табылған байлыҡты үҙенә алырға теләмәгән. Бер аҙҙан уларҙың бәхәсләшеүҙәрен Әнүширван батшаның ҡолағына алып барып еткергәндәр. Ул батша был кешеләрҙең ғәҙел булыуҙары өсөн һөйөнгән һәм мәсьәләне хәл итеү юлын да күрһәткән: уларға кәңәш итеп, үҙ балаларын өйләндерергә, сөнки берәүҙең ҡыҙҙары, ә икенсеһенең малайҙары булған һәм байлыҡты йәштәргә бүләк итергә ҡушҡан. Батша Әнүширван үҙе лә ғәҙеллек яратҡас, уның халҡы ла ғәҙеллек, намыҫ менән йәшәргә тырышҡан. Әгәр был хәл үҙ иленә ғәҙел булмаған батша заманында булһа, һәр береһе: “Хазина минеке!"– тип талашҡан булыр ине... Бындай хәлдәрҙең бөгөн нисек фәжиғәле тамамланғандарын күреп торабыҙ. Бер-нисә сантиметр ер өсөн күршеһе-күршеһен үлтерә, ә ил башлыҡтары ер байлығы өсөн халҡын ҡыра.
Ришәүәтселекккә килгәндә, һис шикһеҙ, хакимдарыбыҙ ғына түгел, һәр беребеҙҙә был турала уйланырға, ришүәтселектән алыҫ торорға тейеш. Ришүәт биреү йәки алыу юлы менән был донъяла күп кенә теләк-маҡсаттарыбыҙға өлгәшә алһаҡ та, уның аҙағы бик үкенесле буласаҡ: мәңгелек бәхет-сәғәҙәттән мәхрүм ҡалыуыбыҙ ихтимал, Раббыбыҙҙың ҡәһәренә эләгәсәкбеҙ. Хәҙер һеҙгә мосолман илдәренең йәшәүсе, күңеле иман нуры менән яҡтыртылған кешеләрҙең ришүәтселеккә ҡағылышлы һорауҙарын «Инсан һәм дин» китабынан тәҡдим итәйем. Уларҙың был мәсьәләгә нисек итеп ҡарауҙары тураһында уйлашайыҡ әле. Бер кеше шундай һорау бирә:
...— Мин дәүләт ойошмаһында эшләйем. Дәүләт телефонын шәхси мәнфәғәттәрҙә файҙаланырға ярамауын яҡшы беләм. Гонаһынан ҡурҡһам да, мин был талаптарҙы үтәмәйем, өйөмә шылтыратҡылайым.
...Бына иманлы кешене күрҙегеҙме? Ул хәләл менән хәрәмде айыра белә!
...Берәүҙәр дәүләттең малын үҙҙенеке тип һанай, башҡалар иһә эштән өйөнә шылтыратыу гонаһынан да ҡурҡа, сөнки дәүләт телефонын хәрәм маҡсаттарҙа ҡулланырға ярамауын белә.
...Был һорауға яуабыҙ шундай булыр: эшегеҙҙәге телефонды шәхси маҡсаттар өсөн ҡулланмағыҙ, ҡулланаһығыҙ икән, аҡсаһын түләгеҙ.
...Тағы бер миҫал. Бер полиция хеҙмәткәре былай тип яҙа:
...— Вазифам буйынса йыш ҡына урланған әйберҙәрҙе табырға һәм хужаһына тапшырырға тура килә. Ә ул иһә әйбере табылыу шатлығынан кескенә булһа ла бер күстәнәс йәки бүләк бирә. Тик мин быны бер ҙә тә теләмәйем. Был ришүәт түгелме, миңә хәрәм түгелме, тип борсолам. Бындай күстәнәстәрҙе һәр саҡ кире ҡағам. Алмағас, табылған әйбер әйәһенең дә миңә мөнәсәбәте үҙгәрә, арабыҙҙан һалҡын ел иҫкән кеүек була. Бындай осраҡтарҙа нишләргә тейешмен? Алһам, ришүәткә һаналмаҫмы?
...Был иманлы хеҙмәткәргә яуапты былайыраҡ бирергә була:
...— Һеҙ урланған әйберҙе эйәһенә тапшырғанда был вазифағыҙ булыуын, уның өсөн һис бер нәмә көтмәүегеҙҙе аңлатығыҙ. Әгәр кеше быға ҡарамаҫтан ихлас күңелдән һеҙгә берәр нәмәне бүләк итеп бирә икән (һеҙ теләмәгән хәлдә), был ришүәт булмай. Ысын күңелдән, эскерһеҙ күңелдән рәхмәт хисенең бер сағылышы булараҡ ҡына баһалана.
...Уйлашайыҡ инде, беҙҙең налогтарға йәшәгән вазифалы, беҙгә хеҙмәт итергә тейеш кешеләр, дәүләт ҡаҙнаһы халыҡтың елкәһенән, һиңә-миңә тейешле ер байлығынан йыйылған аҡса икәнлеген беләләрме? Эш хаҡтарын уларға халыҡ түләй түгелме? Шулай булғас оятһыҙланып берәр нәмә өсөн ришәүәт һорап ултырһалар, был әҙәм аҡтыҡтарын кем тип әйтәйек?
Ғәмр ибн әл-Ғас исемле сәхәбә хикәйәтенән, Аллаһтың Рәсүле ғәләйһиссәләм: «Риба таралғандар араһында ҡоролоҡ йәки уңыш булмауға ирешмәгән халыҡ юҡтыр, шулай уҡ ришүәт таралғандар араһында ла ҡурҡыу солғап алмаған халыҡ юҡтыр», – тигән (Әхмәд бин Хәнбәл).
Ана шул арҡала Аллаһ Тәғәлә беҙгә һынауҙарын, ауырыуҙарын, ҡоролоҡто, ебәрә. Халыҡтар араһында ыҙғыш-талаш, фетнә сыға. Беҙҙә әле шул ваҡиғаларҙың шәһиттәребеҙ. Күҙҙәрегеҙ томамланып, һуҡыр булмағыҙ, әйләнеп тирә яҡҡа ҡарағыҙ, көтөүҙәге һарыҡтар һымаҡ булмағыҙ.
Ислам дине ғәҙеллек өсөн, кеше хаҡын яҡлар өсөн иңдерелгән. Ә ришүәт был төшөнсәләрҙе емерә — аҡсаһы иҫәбенә кемделер хаҡынан мәхрүм итә, ә кемгәлер, хаҡы булмаған килеш, ғәҙелһеҙ рәүештә нимәлер насип итә. Ислам дине бөтә йәмғиәттең төҙөк булыуын теләй, ә ришүәт кешеләр араһында дошманлыҡ һәм нәфрәт уята.
Ришүәт алыу иманһыҙлыҡтан, кеше малын ашау өсөн ҡурҡмауҙан һәм хәләл менән хәрәмде айырмауҙан килеп сыға. Үҙен хаҡ мосолман тип һанаған кеше ришүәткә ла яҡын килмәҫкә тейеш. Рәсүл әкрәм ғәләйһиссәләм: “Мөьмин бер гонаһ эшләгән ваҡытта уның ҡальбендә (йөрәк күңелендә) бер ҡара тап барлыҡҡа килә. Әгәр ул тәүбә итеп, ошо гонаһтан ваз кисһә, уның ҡальбе паклана. Әгәр ул тәүбә итмәһә һәм гонаһлы ғәмәлдәр ҡылыуын дауам итһә, уның ҡальбендә ҡара таптар һаны арта һәм ҡәльбе ҡарайа", – тигән (Ибн Мәджә). Ана шулай итеп йөрәк күңелебеҙ ҡара таптар менән ҡаплана килә иманһыҙлыҡҡа төшәбеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм хәбәренән: «Ризыҡ эҙләп сәфәргә сыҡҡан, сәстәре туҙған, туҙанға батҡан бер кеше ҡулдарын күккә һуҙып: „Раббым, Раббым“, тип ялбара. Ләкин ашағаны харам, эскәне харам, кейеме харам, тәне харамдан үҫкән була тороп, нисек уның доғаһына яуап килһен инде?!»
Шундай хәлгә төшмәйек, йәмғиәтебеҙҙе төҙәтәйек, киләсәк беҙҙең ҡулда! Ҡайһы бер күпселек күренекле шәхестәр һымаҡ эшкенмәгән түрәләргә дан-мәдхиә уҡып, шуның өсөн ордендәр өмөт итеп ултырмайыҡ. Ундайҙар күпме генә тырышһа ла тарих битенән юғаласаҡтар. Илебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн көрәшәйек, уны бер кемдә һеҙгә «мә» тип тотормаҫ! Үҙ иленең дине, ирке, ғәҙелеге, милләтте, халҡының киләсәге өсөн көрәшкән батырҙар мәңге ҡаласаҡ.
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Ришүәт алып йәки биреп гонаһтарға төшөп, Аллаһ Тәғәләнең ләғнәтенә төшмәйек. Ҡиәмәт көнөндә: “Малдарығыҙҙы нисек таптығыҙ һәм уларҙы ҡайҙа сарыф иттегеҙ?"– тигән һорауҙарға Аллаһ ҡаршыһында яуап бирәсәгебеҙҙе бер ҡасан да онотмаһаҡ ине! Ә бөгөн ришәүәт алыусылар һәм биреүселәр Ҡиәмәт майҙанында һәр тин өсөн Аллаһҡа һәм беҙҙең өлөштө ашағандары өсөн беҙгә лә яуап бирәсәктәр! Тәҡүәлек һәм ихлас иман ғына бәндәне ришүәт алыуҙан һаҡлай!