Ялған тураһында
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхабиһи әджмәғин.
     Бөтә ғәләмде юҡтан бар итеп тәрбиә ҡылыусы Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә сикһеҙ хәмед-ҫәнә, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Хаҡ Тәғәлә тарафынан ғәләмдәргә рәхмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө кеше Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, сәхәбәләренә, күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине.
     Аллаһтың ғазабынан ҡурҡып, Уның рәхмәтенә өмөт итеп ихлас күңел менән Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыр өсөн йома намаҙына йыйылған хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ.

     Мәғлүм булғанса, Ислам шәриғәте бойороҡтарҙан һәм тыйыуҙарҙан тора. Был ҡанундар беҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан билдәләнгән. Фани донъялағы һәм әхирәттәге тормош бәхетле, тыныс, матур булһын өсөн кеше шул илаһи ҡанундар буйынса йәшәргә тейеш. Шәриғәтебеҙҙә тыйылған ғәмәлдәрҙең береһе – ялған.
     Ялған һөйләү – бик яман холоҡ үә аҡылһыҙлыҡтыр. Ялған һөйләшеүҙән бик һаҡланыу тейешлелер. Үҙең бик ҙур насарлыҡ ҡылһаң да, ялған һөйләшмәһәң, хаҡ булһаң, насар бер ғәҙәттән ҡотолорһоң. Ялған һөйләүсе өлкәндәр алдында һәм иптәштәре ҡаршыһында ҡәҙерһеҙ һәм иғтибарһыҙ булыр. Ялған һөйләргә өйрәнгән кешенең күп ваҡытта ялғансылығы һиҙелеп, оятҡа ҡалыр. Кешеләр алдында ялған һөйләп оятҡа ҡалыу кеүек донъяла һис бер ҙур ғәйеп юҡтыр. Инде һис бер ваҡытта ла ялған һөйләшергә һәм кешене алдарға өйрәнмәгеҙ. Хаҡ һүҙле булығыҙ, бер мәртәбә ялғансылығың сыҡһа, мең мәртәбә дөрөҫ һөйләһәгеҙҙә, һеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә ышанмаҫтар.
     Ялған, ғөмүмән, кешелеккә иң ҙур зыян килтереүсе гонаһ булып тора. Ялған – ул күңелде (йөрәкте) үлтереүсе рухи ауырыу. Күп ваҡытта кешеләр хурлыҡта ҡалмаҫ өсөн, үҙҙәренең дәрәжәләрен төшөрмәҫ өсөн ялған һүҙҙәр һөйләйҙәр. Уның ярҙамында кеше тыңлаусыларҙы ышандырырға мөмкин, ләкин, хөрмәтле йәмәғәт, барлыҡ хәлде белеп тороусы Раббыбыҙ – Аллаһ ҡаршыһында яуап бирәсәгебеҙҙе онотмаһаҡ ине. Әгәр донъяла кеше ялған һүҙҙәр һөйләп, төрлө хурлыҡтарҙан һаҡланһа, киләһе донъяла шулар арҡаһында кеше тағы да күберәк хурлыҡҡа төшәсәк. Был тормошта кеше өс-дүрт кеше янында ялғансы булырға мөмкин, әммә Ахирәттә бөтә кешеләр алдында ул нишләр икән һуң? Улар араһында дуҫтары, яҡын туғандары ла буласаҡ бит!
     Бөгөнгө көндә ялған һөйләп кешеләрҙе алдағандар әҙ түгел. Йәшәгән йәмғиәтебеҙҙә ил башлыҡтарынан алып, ябай халыҡтың да ялғанды һөйләгәнең ишетеп-күреп торабыҙ. Ҡайһы берәүҙәр шул тиклем оҫта ялғанлайҙар, хатта үҙ ялғандарына үҙҙәре ышана башлайҙар. Дөрөҫлөкте белә тороп, йәмғиәттең ышаныслы кешеләренең ялғанлығын өндәшмәй тыңлайбыҙ, сөнки дөрөҫөн әйтеп тә үҙебеҙ ғәйепле булып ҡаласаҡбыҙ. Кемгәлер ғәйеп тағыу маҡсатынан, берәү ялған сығарһа, икенселәре шуны эләктерә һалып, башҡаларға ялған өҫтәйҙәр (еткерәләр). Был әҙәмдәр ялған һүҙ һөйләп ышандырырмын тип күпме тырышмаһындар, уларға үҙ ҡолағын менән ишеткәнде һәм күҙең менән күргәнеңде һөйлә, иҫбат ит, тип әйтергә ҡала.
     Йылан ағыуы тешендә, әҙәмдеке – телендә тигәндәй ялған һүҙгә төшөп кемгәлер яла яҡмағыҙ, гонаһҡа батмағыҙ.
     Изге Ҡөръәндә Аллаһы Тәғәлә былай тип бойора:
                                                                                  وَاجْتَنِبُوا قَوْلَ الزُّورِ
     «…үә-джтәнибүү ҡаулә-ззуур».
     «...ялған һүҙҙән һаҡланығыҙ». («Хаж» сүрәһе, 30-сы аят).
                                                      يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اتَّقُوا اللَّهَ وَقُولُوا قَوْلًا سَدِيدًا
     «Йәә әййү-һәл-ләҙиинә әәмәнүт-тәҡуллааһа үә ҡуулүү ҡауләң сәдиидәә».
     «Әй, мөьминдәр, Аллаһтан ҡурҡығыҙ! Һөйләгән ваҡытта ысын дөрөҫөн генә һөйләгеҙ». («Әхзәб» сүрәһе, 70-cе аят).
     Хөрмәтле мосолмандар! Ялғансы башҡаларға түгел, ә үҙенә генә зыян килтерә. Уның бөтә ялған һүҙҙәре үҙенә ҡаршы юнәлтелгән. Кеше ялған һөйләгәндә, уларҙан фәрештәләр йырағая бара. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһис-сәләм хәҙрәттәре үҙенең бер хәҙисендә әйткән:
     "Аллаһтың ҡоло ялғанды һөйләгән ваҡытта ошо гонаһтың ерәнгес еҫенән фәрештәләр саҡрым ярым йыраҡлыҡҡа ҡаса", – тигән. (Тирмизи).
     Икенсенән, кешене ялған гонаһҡа килтерә, шуның менән бергә – йәһәннәмгә. Хәҙис-шәрифтә әйтелгән:
     "Ялған – кешене гонаһҡа, ә гонаһ иһә йәһәннәмгә илтә. Әгәр кеше даими рәүештә ялғанлаһа, ул Аллаһы Тәғәлә алдында ялғансы булып яҙылыр" (Бохари, Мөслим).
     Өсөнсөнән, ялған – кешенең ҡальбен (күңел йөрәген) ҡарайта һәм хаҡ юлда уға кәртә булып тора. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:
     "Аллаһтың ҡоло ялғанлаған ваҡытта, уның күңелендә ҡара тап барлыҡҡа килә. Унан һуң был таптар күбәйә һәм ҡальб (йөрәк) тулыһынса ошо таптар менән ҡаплана. Шундай кеше Аллаһ ҡаршыһында ялғансы булып яҙыла", – тине (Мәлик ибн Әнәс, Мувәтта).
     Сафуан иб Сүләйм (Аллаһы Тәғәлә унан риза булһа ине) тигән сахабәнән риүәйәт ителә: Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләмдән һоранылар: «Йә рәсүлуллаһ, мосолман ҡурҡаҡ булырға мөмкинме?». «Әлбиттә, мөмкин», – тине Пәйғәмбәребеҙ ﷺ."Мосолман һаран булырға мөмкинме?"– тип һоранылар. «Әлбиттә, мөмкин», – тип яуап бирҙе Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. «Мосолман ялғансы булырға мөмкинме?»– тип тағы бер ҡат һоранылар. «Юҡ, бер ҡасанда була алмай», – тине Рәсүл Әкрам ﷺ. (Мәлик ибн Әнәс, Мүвәтта, Байһаҡы).
     Был хәҙистән күренгәнсә, иман менән ялған ҡәлебтә бергә була алмайҙар. Иманлы кеше ҡурҡаҡ һәм һаран булһа ла, ялған уға бер ҙә килешмәй, сөнки ялған мосолман сифаты түгел. Мосолман ҡурҡаҡ һәм һаран булырға тейеш түгел, ләкин был сифаттар ялған менән сағыштырғанда ундай уҡ ҡурҡыныс түгел. Әлбиттә, хаҡ мосолман ошо өс сифаттан пак (таҙа) булырға тейеш. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:
     "Һеҙ минең бер ҡасан да һаран, ялғансы һәм ҡурҡаҡ булыуымды күрмәҫһегеҙ", – тигән. (Бохари).
     Тоғро хәлифәләрҙең береһе Ғүмәр ибн Хаттаб (Аллаһы Тәғәлә унан риза булһа ине) әйткән: «Һеҙ иманлы кешенең ялғансы булыуын күрмәҫһегеҙ», – тигән. (Байһаҡы).
     Ислам динендә ҡайһы бер хәлдәрҙә ялғанларға рөхсәт ителә:
     - бер-береһе менән һөйләшмәгән ир менән ҡатынды ике йәки ике мосолманды килештерер өсөн;
     - һуғышта дошманды алдар өсөн;
     - кемдең булһа ла йәненә, малына, диненә һәм намыҫына көс ҡулланыу һәм хаҡһыҙлыҡ менән зарар килгәндә, уларҙы ҡотҡарыр өсөн;
     - ауырыу кешеләргә өмөт һәм йәшәү көсө бирер өсөн.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә шулай тигән:
     "Халыҡтың араһын төҙәтер өсөн изге маҡсат менән һүҙ йөрөткән йәки изге ниәт менән ялған һөйләгән кеше алдаҡсы түгелдер".
     Ғабдулла ибн Ғәмр (Аллаһы Тәғәлә унан риза булһа ине) риүәйәт итә: Бер көндө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм янына бәҙәүи (күсмә ғәрәп ир-аты) килә һәм һорау бирә: «Йә рәсүлаллаһ, ниндәй гонаһтар оло булып һанала?»"Аллаһы Тәғәлә ширек итеү", – тип яуап бирә Рәсүл Әкрам ﷺ. «Унан һуң?»– тип һорай бәҙәүи. «Ата-әсәгә итәғәтһеҙлек, хөрмәтһеҙлек», — тип әйтә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. «Ә унан һуң?»– тип һорай бәҙәүи. «Ялған ант», – тип әйтә Аллаһтың рәсүле ﷺ. «Ә ялған антты нисек аңларға һуң?»– тип һорай бәҙәүи. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тип аңлата: «Ялған ант – ул мосолман малына ҡыҙығып, уның бер өлөшөн алыу өсөн ялған ант биреү», – тип әйт (Бохари).
     Был хәҙистә әйтелгәнсә, сит кешенең малына эйә булыр өсөн бирелгән ялған ант оло гонаһтарҙың береһе булып һанала. Бындай анты биргән кеше хәрәмде хәләл итеп, ялғышты хәҡиҡәт итеп күрһәтә, йәғни Исламдың төп хөкөмдәрен үҙгәртә. Шуға күрә, ялған ант иң элек кешене был донъяла гонаһтарға батыра, унан һуң киләһе донъяла йәһәннәмгә илтә.
     Хөрмәтле мосолмандар! Телебеҙҙе ялғандан һәм башҡа насар, гонаһлы һүҙҙәрҙән һаҡлар өсөн түбәндәге хәҙистәрҙе иҫтә тотайыҡ.
     Әбү Хурайранан (Аллаһы Тәғәлә унан риза булһа ине) риүәйәт ителә: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
     "Аллаһы Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанған кеше, изге һүҙҙәр һөйләһен йәки өндәшмәй торһон", – тигән.
     Икенсе хәҙистә ошолай тип әйтелгән:
     "Тоғролоҡты ныҡ һаҡлағыҙ, тотоғоҙ, сөнки тоғролоҡ кешене яҡшылыҡҡа, изгелек йәннәткә илтер. Кеше һәр ваҡыт хаҡты һөйләһә, Аллаһ янында бик раҫ кеше тип яҙылыр. Ялғандан һаҡланығыҙ, сөнки ялған насарлыҡҡа, насарлыҡ кешене йәһәннәмгә илтер. Кеше дауамлы ялған һөйләһә, Аллаһ янында ялғансы тип яҙылыр". (Бохари, Мөслим).
     Күренекле Ислам ғалимы имам Шәфиғи (Аллаһы Тәғәлә уны үҙенең рәхмәтенән айырмаһа ине) әйтте: «Кеше фекерен белгертеп, һөйләр алдынан тәүҙә бик ныҡ уйлаһын. Әгәр әйтәсәк һүҙҙәрҙә файҙа булһа – һөйләһен. Әгәр шикле булһа – һөйләмәһен», – тине.
     Хөрмәтле мосолмандар! Ғәйбәт һәм ялғанға яҡын бармайыҡ, гонаһ ҡылмайыҡ!
                Донъя тулған кеше ғәйбәтенән
                Уйҙарҙа ла бөгөн яманат.
                Һүҙгә-һүҙҙе ҡушып ялған һөйләй,
                Әйтерһең дә, тәҡбир – ярғанат.
                Йылға булып аҡҡан яман һүҙҙән,
                Намыҫ кәмәһенә ултырып,
                Ҡоро үҙән буйлап йөҙөп барам,
                Һәүәс телдәрҙән ҡотолоп.
                Төтәп торған төҫлө кеше һүҙҙе,
                Яйы сығыуға дөрләп ҡабына,
                Шул сағында ҡысытҡан телдәр
                Жиһад башлап утҡа табына.
                                                   (Раилә Нигъмәтҗанова шигырьләре)

     Күҙгә ҡарап һөйләш, дөрөҫ булһаң,
     Ҡарашыңды бер ҙә йәшермәй.
     Дөрөҫ әйтеп, дошман булам — тиеп,
     Абруйыңды зинһар төшөрмә.
     Тура ҡарап һөйләш, ҡурҡмайынса,
     Бар дөрөҫлөк күҙҙә, кешенең.
     Теле менән күпме йәшерһәлә...
     Эҙе ялтырай ҡырын эшенең.
     Күҙ ояла белә, әйтә белә...
     Хатта ата белә уҡтарын.
     Ихлас ҡараш ялғансыға бирә,
     Күтәрә алмаҫ тамуҡ уттарын.
     Күҙгә ҡарап һөйләш, дөрөҫлөгөң
     Күҙҙәреңдән һинең күренһен.
     Насарлыҡ һәм ялған урап үтһен.
     Ихлас йәндәр генә үрелһен.
                                    Залия Нуриахметова
                    Күҙҙәрҙе булмай алдап
                    Һүҙҙәрҙең була төрлөһө –
                    Ысындары, ялғандары.
                    Ялған һүҙҙән бик күптәрҙең
                    Ҡанайҙар яралары.
                    Һүҙҙәр менән алдап була,
                    Алдамай күҙҙәр генә.
                    Ялғаныңды тотоп була
                    Әйтелгән һүҙҙәреңдә.
                    Дөрөҫлөктө беләм тиһәң
                    Ҡара һин күҙҙәренә.
                    Ялған бәреп сығар шунда
                    Кешенең йөҙҙәренә.
                    Иң яҡшыһы — һеҙ, ғөмүмән,
                    Ялған һүҙ һөйләмәгеҙ.
                    Осһоҙ һүҙҙәргә ышанып
                    Ҡыйбаттан түләмәгеҙ!
                                              Раил Гатауллин
     Аллаһы Сөбхәнә үә Тәғәлә барсабыҙға телдәребеҙҙе ялғандан, ғәйбәттән һәм башҡа Аллаһтың асыуына килтерә торған һүҙҙәрҙән һаҡлап, күберәк файҙалы, изге һүҙҙәрҙе һөйләргә, Аллаһты даими зекер итергә насип итһә ине.

     Алдаҡсынан... фәрештәләре лә ҡаса: https://nazir1965.com/din/alda%D2%A1synan.html

     Хәрәм ғәмәл: https://nazir1965.com/din/x%D3%99r%D3%99m-%D2%93%D3%99m%D3%99l.html