Архив автора: Назир Сабитов

Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләре

китаб

                    Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләре

                          Һуҡыр күҙҙе асыр ҡөҙрәт

   — Беҙ ҡыҙ булып үҫеп килгәндә, 1950 йылдарҙа, ҡайҙа барма бөтә кеше хайран ҡалып, шаҡ ҡатып Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләрен һөйләй торғайны. Миңә айырыуса ныҡ тәьҫир иткәне Татлыбай ауылында йәшәгән Өмөтбай ағайымдың һөйләгәндәре булды, — тип башланы һүҙен Гөлбикә апай. — Уларҙың сабынлығы Урғаҙа аръяғында була торғайны. Бер шулай улар бесән сабып ҡайтып килгәндәр. Урғаҙаға етеп барғанда арба юлынан саҡ ҡына арыраҡ салғы, беләү, тырма ятҡанын күреп ҡалалар. Бөтмөр ағайым, хужалыҡта кәрәге тейер, тип баяғы нәмәләрҙе арбаһына һалып та ала. Татлыбайға ҡайтыу өсөн уларға йылға аша сығырға кәрәк була. Тик, ни хикмәттер, күк бейә һыу аша сығырға теләмәй ҙә ҡуя икән. Ныҡ ҡына сыбыртҡылап та алалар, туғарып киренән егеп тә ҡарайҙар, ат урынынан ҡуҙғалмай, ти. Меҫкен хайуан үҙе манма тиргә бата. Инде ни эшләргә? Былар аптырай-алйый, эштең ниҙә икәнен һис аңлай алмай. Шулай байтаҡ ҡаңғыра торгас аранан берәү:
— Ошо һалып алған нәмәләребеҙ Мөжәүир хәҙрәттеке түгелме икән? — тип әйтеп һала. — Әйҙә, урынына кире илтеп ҡарайыҡ. Читать далее

Мөжәүир хәҙрәт хикмәттәре

мечеть Мужавир хазрата

      Мөжәүир хәҙрәт хикмәттәре

   Баймаҡ районы Кәрешкә ауылында тыуған, шунда ғумер кисергән 1920 йылғы Йәнтилина Һәҙиә Әйүп ҡыҙы Мөжәүир хәҙрәт тураһында бик күп ҡыҙыҡлы хәтирәләр белә, тигәйнеләр. Әммә беҙгә ҡапылда осрашыу насип булманы. Бер йыл тигәндә был изге күңелле инәйҙе үҙем эҙләп таптым.
   Башта миңә Һәҙиә инәйҙең ҡыҙы Тәнзиләнең Манһыр әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәткә арналған шиғыры осраны. Шиғыр авторы йөрәк түрендә әсәһе Һәҙиә, атаһы Фәйзулла һөйләгәндәрҙе рухи хазина итеп һаҡлай. Көн дә тиерлек ишетеп, белеп йөрөгәнгә уның күңелендә тыуған яғының бөйөк әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәткә ҡарата оло һөйөү һәм ихтирам йәшәй. Был ихлас, саф тойғо Тәнзилә күңеленән урғылып сығып, түбәндәге шиғри юлдарҙа сағылыш таба.
Читать далее

Шәмиғол хәлфә (дауамы)

                             Шәмиғол хәлфә (дауамы)
Аллах велик

                      Сәғәҙәт Сәйфуллин һөйләгәндәрҙән
   Беҙ Һатлыҡ ауылында йәшәй инек. Бер саҡ ауырыу әсәйемде атайым Шафиҡтың дуҫына — Шәмиғол хәҙрәткә алып киттем. Ҡаршыбыҙға хәлфәнән сығып килгән ике таныш ҡатын тап булды. Улар әсәйемә былай тине: "Уй, Хөршиҙә, беҙ ифрат оятлы булдыҡ. Хәлфә өшкөрөп бөткәс, саҙаҡабыҙҙы алманы. «Аҡсағыҙҙы ҡыҙғанып, икәү-ара һөйләшеп килдегеҙ, аҡсағыҙ кәрәкмәй, тип оятҡа ҡалдырҙы. Ул беҙ уйлағанды ҡайҙан белде икән?»
   Хәлфә беҙҙе: «Улым, атың тыңлашмаймы, сығынсылаймы? Атың да бик хәлһеҙ, ябыҡ ҡына шул», тип ҡаршы алды. Шунан: «Ни эшләп атындың ауыҙлығын һалдырманың, бар, һалдырып ин», — тип мине сығарып ебәрҙе. Мин хәлфәнең юлда оҙаҡлап килеүебеҙҙең сәбәбен дә, аттың ауыҙлығын һалдырмауымды ла асыҡтан-асыҡ әйтеүенә аптырап ҡалдым. Читать далее

Шәмиғол хәлфә

                   Шәмиғол хәлфә
АУЛИА

           Бала саҡтан мине үҙ итеүе

   Күгәрсен районының Ишбирҙе ауылында йәшәгән заманыбыҙ әүлиәһе Шәмиғол хәлфә менән миңә бала саҡта уҡ танышыу, аралашыу бәхете тейҙе.
   Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауырыу атайым Кананикольск урман хужалығында ағас әҙерләү менән шөғөлләнде. 1943 йылдың февраль айында уны фалиж һуғып, эшкә яраҡһыҙ булып ҡайтты. Дауаханала ятыу ҙа файҙа бирмәне. Беҙгә фәҡәт Шәмиғол хәлфә генә ярҙам итә алыуына ышанып, юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең Төпсән ауылынан Ишбирҙегә тиклем 35 км самаһы. Йонсоу ғына ат менән Ишбирҙегә өс сәғәт ярым тирәһе ваҡыттан һуң ғына барып еттек. Хәлфә: «Юлға доға уҡымай сығып, бөтә шайтанды тейәп, атты йонсотоп киләһегеҙ», — тип шелтәләп ҡаршы алды. Читать далее

Динең алтын

КИТАП                       Динең алтын

   Алтынды нәжескә буяу менән... уның заты китмәй

   Был юлы «Диалог» рубрикаһына Башҡортостан Диниә назараты мөфтөйе Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН менән БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гүзәл СИТДИКОВАны саҡырҙыҡ. Йор һүҙле хәҙрәт әңгәмәне бер кинәйә һөйләүҙән башланы.

   - Йәше еткән улы менән атаһы, мисәүле ат егеп, кәләш эҙләп сығып китәләр. Юлда осраған тәүге ауылда туҡтаған былар. Бына бер ҡыҙ көйәнтәләрен сайҡалтып, һыуға китеп бара икән. Атай кеше оҙаҡ уйлап тормаған, ҡыҙ алдында улын туҡмай башлаған. «Ниңә улыңды туҡмайһың?» — тип һораған ҡыҙ. «Әйткәнде эшләй», — тигән атай кеше. «Әйткәнде эшләгәс, һәйбәт бит», — тип, ҡыҙ егетте яҡлашҡан. «Ултыр, улым, беҙ эҙләгән ҡыҙ был түгел», — тип, былар ары киткән. Икенсе ауылда туҡтағандар. Күп тә тормай, бер ҡыҙҙың һыуға китеп барғанын күргәндәр. Ҡыҙ сибәр генә булһа ла, башы бер яҡҡа ҡыйышыраҡ икән. Атаһы тағы ла улын туҡмай башлаған. «Ниңә улыңды туҡмайһың?» — тип һораған ҡыҙ. Атай кеше: «Әйткәнде эшләй», — тигән тағы ла. «Дөрөҫ, туҡма әйҙә, — тигән ҡыҙ. — Үҙе белеп эшләһен, әйткәнде алйот та эшләй ул». Атай кеше ҡыуанып киткән. «Өйөгөҙ матур ғына, тик мөрйәһе бер яҡҡа ҡыйышыраҡ икән», — тигән ул. «Мөрйәһе ҡыйыш булһа ла, төтөнө тура сыға», — тип яуап биргән ҡыҙ. «Бына, улым, беҙ үҙебеҙ эҙләгәнде таптыҡ», — тигән атай. Читать далее

Эскелектән ҡотолоу юлы

                                                Эскелектән ҡотолоу юлы

                                         Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән.
   Эскелек — беҙҙең замандың иң ныҡ ҡурҡыныс ауырыуы. Ул укол яһалып, дарыу эсеп кенә ҡотола торған ауырыу түгел, ул тәү сиратта йән (күңел) ауырыуы, һәр бер кеше, спиртлы эсемлек эсеү насар нәмә икәнен белә, ләкин ул уның бөтә зыянын, ҡурҡынысын, нимәгә килтергәнен аңлап етмәй. Сөнки хәмерҙең зыяны үҙенә генә тейеп ҡалмай, башҡаларға ла ҡағыла. Күпме һәйбәт кешеләр кешелек дошманы Иблистең һыуын эсеп үҙ ғүмерҙәрен юғалттылар. Эскелек тәнгә бәйле йән ауырыуы. Шуның өсөн, уны дауалауҙы ла тәндән түгел, нәҡ йәндән башларға кәрәк. Дауалауҙы тәндән башлағандар, әлбиттә, хаталана, мәҫәлән, кодировкалау, ниндәйҙер төнәтмәләр, таблеткалар эсеү, укол яһатыу һ.б. Беҙ уларҙың йоғонтоһон инҡар итмәйбеҙ, ләкин был беренсе сәбәп булған йәнде ситкә ҡуйып, ошо ҡурҡыныс ауырыуға тән аша барып етергә маташыу. Читать далее

Ҡөрьән сығыу тәртибе

Ҡөрьән сығыу

           Ҡөрьән сығыу тәртибе
                       Вәғәз.
   Беҙҙә Ҡөрьән сығыу тигән бер йола йәшәп килә. Ҡөрьән башынан аҙағына тиклем уҡыла, унан уҡыған ваҡытта хасил булған әжер-сауаптар доға өмөт иткән әруахтар рухына арнала. Ҡөрьән уҡыуға сәхәбәләр пәйғәмбәребеҙ заманында уҡ бик ныҡ иғтибар иткәндәр. Ҡөрьән уҡыуҙы мосолманға намаҙ уҡыу кеүек үк игелектәрҙән һанағандар. Ятлаған килеш тә, Ҡөрьәни- Кәримдең үҙенә ҡарап та уҡығандар. Сөнки үҙенә ҡарап уҡыуҙың тағы ла сауаплыраҡ булыуын да һәр кем белгән. Ҡөрьән уҡыу - бер сауап булһа, Ҡөрьәнде ҡулыңа тотоп, күҙ нурҙарың менән уға ҡарап та уҡыу — икенсе сауап.

Читать далее

Ҡөрьәни-Кәрим

                    ҠҠөръән Кәримөрьәни-Кәрим

   Мосолман тормошонда Ҡөрьәни-Кәрим.
   Ҡөрьән уҡыу тәртибе. Вәғәз.
   Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
   Рәсүл Әкрам, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, ғүмер буйы Ҡөрьәни-Кәримде уҡый, Ҡөрьәни-Кәрим менән ғәмәл ҡыла һәм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: «Өммәтемдең хәйерлеһе Ҡөрьәни-Кәримде өйрәнеүсе һәм өйрәтеүсе”, -тип әйтеп тә ҡалдыра.
   »Ҡөрьәни-Кәрим уҡыу ул — үҙе бер ғибәҙәт. Ҡөрьәни -Кәрим ул — Аллаһы Тәғәләнең бөйөк мөғжизәһе, ләкин уны күпме микдарҙа уҡыу, ҡайһы аятты ҡайһы ерҙән уҡыу хаҡында Рәсүл Әкрам, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең айырым хәҙистәре күренмәй.
   Фәҡәт бер нисә сүрә хаҡында ғына хәҙистәр күргәнебеҙ бар. Рәсүл Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: ”Әгәр ҙә берәр кешегеҙгә донъянан үтеп китергә яҡын ҡалған, донъя менән хушлашырға ваҡыты еткән кеүек булһа, шуға ”Йә син” сүрәһен уҡығыҙ. Сөнки был сүрәне уҡығанда донъя менән хушлашыу еңел булыр”, — тигән. "Икенсе бер хәҙисендә Рәсүл Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: ”Утыҙ аятлы бер сүрә бар. Кем дә кем уны һәр ваҡыт уҡып торһа, Аллаһу Раббүл-ғаләмин хәҙрәттәре уны ҡәбер ғазабынан һаҡлар”, — тигән. Был — "Тәбәрәк” сүрәһе хаҡында һүҙ бара йәки "Мөлөк” сүрәһе тип әйтелә. Ә башҡа сүрәләр хаҡында йәки Ҡөрьәни-Кәрим мәжлесендә йәки бер мәрәсимдәрҙә. Ҡөрьәнде күпме уҡыу тураһында айырым бер күрһәтмәләр юҡ.

Читать далее

Тәрбиә мәҙрәсәһе

бала дога кыла

                        Тәрбиә мәҙрәсәһе

    Мосолмандың тәрбиә мәҙрәсәһе. Вәғәз
   Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
   Әл-хәмдү лил-ләһ! Үәс-саләту үәс-сәләмү ғәлә рәсүлиһ.
   Тәүбә тураһында һөйләшеп алайыҡ.
   Тәүбә — ғәрәп һүҙе. Уның мәғәнәһе — ҡайтыу; күндәмлеккә, аҙашҡан юлдан дөрөҫ юлға, йәки үҙеңдең бөгөнгө көнгә тиклем булған юлыңды, тормошоңдо, йәшәү рәүешеңде хәйерлегә өйләндереү, тура юлға ҡайтыу.
   Тәүбә итеү ул — үкенеү гонаһ эшләүҙән туҡтау, насарлыҡтан тыйылыу.
   Ләкин әҙәм балаһы фәрештә түгел. Донъя көткәндә ул хаталанып та китә, хаҡ юлдан тайып та төшә, гонаһтар ҙа эшләп ҡуя. Үкенер саҡтары бар, әрнегән ваҡыттары булып тора.

Читать далее

Тәйәммүм

     Был хәҙрәт тәйәммүм алыуҙы дөрөҫ күрһәтә

 

                                                            Тәйәммүм
     Тәйәммүм — тәһәрәт йәки ғөсөл алыу өсөн һыу булмаған йәки һыуҙы ҡулланыу мөмкин булмаған осраҡтарҙа, тәйәммүм алыуға ниәт итеп, ҡулдарҙы таҙа ергә (тупраҡҡа) ике тапҡыр һуғып, беренсеһендә битте, икенсеһендә ҡулдарҙы терһәктәргә ҡәҙәр мәсех ҡылыу.
     Тәйәммүм ҡылыуҙың тәртибе ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан бер төрлө башҡарыла. Читать далее