Архив автора: Назир Сабитов

Тәкәббәрлек хаҡында

                                                              Тәкәббәрлек хаҡында

   Ҡәҙерле йәмәғәт! Тәкәбберлек сифаты мосолманға хас булған нәмә түгел. Аллаһ тарафынан яратылған ҡол, мохтаж, фәҡир булыуын аңлаған кеше үҙенең урынын яҡшы белер һәм тәкәбберләнмәҫ. Ысынлап та, кем беҙ Аллаһ Тәғәләһеҙ?! Кеше шул тиклем көсһөҙ һәм мохтаж! Ниндәйҙер тараҡан бер метр бейеклектән осоп төшһә, уға бер нәмә лә булмай, ә кеше бер метр бейеклектән йығылып шундуҡ имгәнә ала. Ҡайһы бер гөбөргәйелдәр 180 йыл йәшәһә, кеше 80 йәшендә үлмәһә лә ҡартласҡа әйләнә.
   Әхнәф ибн Ҡайс исемле ғалим шундай ҡыҙыҡ һүҙ әйткән: «Әҙәм балаһына аптырарлыҡ: бәүел сыҡҡан юлдан ике тапҡыр сыҡҡан, ә үҙе тәкәбберләнә!». Аллаһтың изге ҡоло Лоҡман улын шулай тәрбиәләгән: «Һәм кешеләр алдында сырайыңды һытма, һәм Ер йөҙөндә маһайып йөрөмә. Ысынлап та, һәр тәкәбберҙе, маҡтансыҡты Аллаһ яратмай!». («Лоҡман» сүрәһе. 31:18). Читать далее

Тәкәббәрлек

                                                             Тәкәббәрлек

   Хөрмәтле йәмәғәт Аллаһтың әмерҙәрен үтәү һәм Уның тыйыуҙарынан тыйылыу өсөн кеше үҙенең йөрәгендә булған тәкәбберлекте еңергә тейеш. Күп кешеләр Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышана, ләкин быны ҡабул итеп танырға көстәре етмәй, сөнки Аллаһҡа буйһонорға уларҙың күңелендәге тәкәбберлек ҡамаусалай...

   Юҡҡа ғына Ҡөрьәндә шулай тиелмәгән бит: «Юҡ һәм юҡ! Кеше, ысынлай та, шаша. Сөнки үҙен бойондороҡһоҙ тин уйлай». («Уҡмашҡан ҡан» сүрәһе. 6 — 8). Ә Аллаһ тәкәбберләнгән кешеләрҙе яратмай: «Ысынлап та, Ул тәкәбберҙәрҙе яратмай!». («Бал ҡорто» сүрәһе. 23). Хәҙерге заманда күп кенә кешеләр үҙҙәрең әллә кемгә ҡуйып, намаҙҙан — хатта гөмүмән диндән! — баш тарта. Бәлки улар Ҡөрьәндә һөйләнгән бер ваҡиға тураһында белмәйҙәрҙер: АллаҺ Тәғәлә беҙгә хәбәр итеүенсә, ҡасандыр Шайтан да үҙенең тәкәбберләнеүе арҡаһында иманын да, әхирәтен дә юғалтты, уҙ ҡулдары менән емерҙе... Читать далее

Тәкәбберләнеү, эреләнеү, ғорурланыу

                                         Тәкәбберләнеү, эреләнеү, ғорурланыу

   Аллаһы Тәғәлә әйтә:

   “Шунан һуң Беҙ уға (Нух пәйғәмбәргә) уахи ҡылдыҡ:
   — Күҙәтеүебеҙ аҫтында, ҡушҡаныбыҙға кәмә яһа. Әмеребеҙ килеп, ҡайнап, һыуҙар арта башлағас, һәр енестән берәй пар йәнлеләр ал; үҙҙәренә хөкөм сығарылғаңдарҙан тыш, ғаиләңде ал. Золом итеп (көфөрлөккә төшөүселәр) өсөн Миңә ялбарма. Уларҙың барыһы ла батып үләсәк. (Мөьминүн, 27).
‘   'Шик юҡ — Аллаһ уларҙың нимәне йәшергәнен һәм нимәне асыҡ эшләгәнен белә. Ысынлап та ул тәкәбберҙәрҙе яратмай!” ( Нәхел, 23).
   “Үҙҙәренә муллыҡ һәм күп улдар биргәс, улар: (Аллаһ) беҙгә яҡшылыҡ эшләргә ашҡынып тора икән, тип уйлайҙар, ахыры. Юҡ шул! Улар эштең асылын аңлап бөтөрмәй” (Мөьминүн, 55- 56).
Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: “Бер кеше, үҙе менән һоҡланып, кейеменә маҡтанып китеп барған. Аллаһ бының өсөн ергә уны йоторға бойорған һәм уның унда батыуы Ҡиәмәт көнөнә тиклем дауам итәсәк”,
   “Залим һәм тәкәббер кешене Ҡиәмәт көнөндә ваҡ ҡына ҡырмыҫҡа рәүешендә ҡубарырҙар һәм кешеләр уларҙы тапаясаҡ”. Читать далее

Ғөсөл тәртибе

                                                            Ғөсөл тәртибе

     Ғөсөл — ауыҙ-танау менән бергә бөтөн тәнде йыуыу. Енси яҡынлыҡ ҡылғас, йоҡлаған ваҡытта төш күреү сәбәпле ир-егеттә поллюция булғанда, ҡатын-ҡыҙҙың күрем һәм нифас хәлдәре тамамланғас ғөсөл ҡойоноу мотлаҡ.
     Ғөсөлдөң фарыздары
     Ғөсөлдөң фарыздары өсәү:
       1 Һыу менән ауыҙҙы сайҡау.
       2. Һыу менән танауҙы сайҡау.
       3. Һыу менән бөтөн тәнде йыуыу.
     Ғөсөлдөң сөннәтәре
       1. Ниәт ҡылыу.
       2. «Бисмилләһ» әйтеү.
       3. Тәүҙә ғәүрәт ерҙәрен йыуыу.
       4. Иң элек башҡа, унан һуң уң һәм һул ҡулбаштарға өсәр тапҡыр һыу ҡойоп, һәр ҡойоуҙа тәнде ышҡыу.
       5. Ғәүрәт ерҙәрен ябыҡ тотоу. Читать далее

Башҡорттар

                                                               Башҡорттар

                               Башҡорттар тураһында... тарихи-географик белешмә
   "... Башҡорттар менән осрашҡан ваҡытта уларҙың айыҡ аҡылы ғына тугел, ә уйлап табыу һәләтенә маһир икәне асыҡ күренә. Гөмүмән, уларҙың аҡылы зирәк һәм отҡор булыуы менән айырылып тора, был сифаттар башҡорттарҙың холҡонда ла ярылып ята; механик ғәҙәт кенә түгел, ә төрлө алымдар талап иткән һәм шәхси хыялдарға урын булған шөғөлдәргә тартылыуҙары ла шуның менән аңлатылалыр. Ер һөрөп, бер төрлө генә эш менән булышыу уның күңеленә ятып бөтмәй — был хәрәкәтсән холоҡтоң үҙенсәлеге.
   ... Башҡорттоң аҡыл ҡеүәһе тураһында һүҙ йөрөтөүе ауыр, сөнки уларҙың шөғөлдәре был сифаттарға тулыһынса асылырға мөмкинлек бирмәй; шулай ҙа уларға тәбиғәттән тапҡырлыҡ, тиҙ отоп алыусанлыҡ бирелеүен инҡар итеп булмай. Был сифаттар башҡорттоң килеп тыуған хәлдән һәм кәртәләрҙән сыға белеүендә, үҙҙәренә оҡшаған эште башҡарыуында күренә..."
   (Живописная Россия; Отечество наше в его земельном, историческом, племенном, экономическом и бытовом значении. — Т. 8. Среднее Поволжье и Приуралъский край. — Ч.2. Приуральский край. — С Пб.; М., 1901.)

Читать далее

Йәннәт баҡсаһы (аҙағы)

                                                        Йәннәт баҡсаһы

                                      Йәннәт баҡсаһы (аҙағы) Гүзәл СИТДЫҠОВА

башы ошо биттә; //nazir1965.com/tarix/j%D3%99nn%D3%99t-ba%D2%A1salary.html#more-5131

                                                       Мөздәлифәлә уҙған төн

   Ғәрәфәттә ғәмәл-ғибәҙәт менән көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Рәхмәт тауынан ҡайтышлай бер аҙ юл яҙлыҡтырып, урап-урап, арып ҡайтһаҡ та, күңел байрам кисерә. Хатта ҡапҡылап килергә лә өлгөрҙөм. Төрөктәр беҙҙең урам ашаһында ҙур ҡаласыҡ булып урынлашҡан. Аш-һыу, сәй һатып торалар. Телдәре аңлайышлы булғас, туғандарымды күргәндәй һөйөнөп киттем, ризыҡтарын да һөйөнөп ашаным.
   Ҡояш байыу менән, ахшам намаҙынан һуң Мөздәлифәгә китергә ваҡыт етте. Оло йәштәгеләргә, ауырыуҙарға, ерҙә ятып төн үткәрергә хәле етмәҫтәйҙәргә автобусты алдан бирҙеләр. Ҡатындарҙың күбеһе шунда китте. Мин ”көслөләр” төркөмө менән ҡалдым.
   Мөздәлифәгә ныҡ төнләтеп аяҡ баҫтыҡ. Килеп төшкән урыныбыҙҙа тимер селтәр кәртә эсенә индермәнеләр. Ҡараңғыла урын эҙләп шоссе буйлап һуҙылдыҡ. Эргәнән автобустар төтөн борҡотоп уҙып ҡына тора. Уларҙың фаралары яҡтыһында уң яғыбыҙҙағы тау, һарыҡташтар өйөмө шәйләнеп ҡала. һулда — осо-ҡырыйы күренмәгән кәртәле уйһыулыҡ. Эстә, урта тоштараҡ, бер ҡатлы ниндәйҙер ҡоролмалар күренгеләй.
   Эре аҙымдар менән хәтһеҙ генә барғас, ниһайәт, бер урында инергә рөхсәт бирелде. Тәпәш кенә сатырҙар ҡороп, кемдәрҙер кәртә буйына урынлашҡан да инде. Төпкәрәк уҙабыҙ. Аяҡ аҫты — ваҡ ҡына ташлы онтаҡ. Сүп-сары ла етерлек. Юлдан күренгән ҡоролмалар тәһәрәтхана икән, беҙгә яҡынырағынан килгән һуҡыр яҡтылыҡта һәрмәнә-һәрмәнә ятыр урын әҙерләнек. Имамыбыҙ йәстеүгә аҙан ҡысҡырҙы ла күмәкләп намаҙға баҫтыҡ. Читать далее

Йәннәт баҡсаһы

                                                          Йәннәт баҡсаһы

                                        Йәннәт баҡсаһы (башы), Гүзәл СИТДЫҠОВА

   Бисмиллаһир-рахмәнир-рәхим
   Һөрөлгән шайтандан Аллаһы тәғәләгә һығынамын. Ҡыҙғаныусы һәм бағышлаусы булған Аллаһы тәғәләнең исеме менән башлайым.
   Был яҙмаларым 2005 йылдың ғинуар айында ҡылынған хажым хаҡында. Башҡортостандың гүзәл баш ҡалаһы Өфөбөҙҙөң ”Ихлас” мәсете мәхәлләһе ағзаларынан 55 кеше олуғ ғибәҙәтебеҙҙе үтәргә бергә сәфәргә сыҡтыҡ. Ҡайта-ҡайта шул ваҡиғаларҙы иҫемә алғанда көнө генә түгел, һәр минуты, хатта секунды фәһемле, кинәйәле, бөйөк тәрбиәгә эйә булғанын йәнем-ҡәлбем менән төшөнә барам. Йәннәт баҡсаһын, йәғни унда барыр һуҡмаҡты күреп, аңлап ҡайттыҡ беҙ.
   Юлға сығырға һанаулы ғына көндәр ҡалғас, ҡаты ауырып киттем. И Раббым, хажға юлымды яба ғына күрмә инде, ни күрһәм, шуға риза булып йөрөп ҡайтырмын, тип төндәрен илай-илай ялбарыуҙарымды белһәгеҙ...

Читать далее

Рияның тәүбәһе

                                                     Рияның тәүбәһе

     Аллаһы Тәғәлә гонаһ ҡылыусы кешеләргә тәүбә ишектәрен асып ҡуйған. Гонаһты ҡылыусыларға рәхмәтенән өмөттәрен өҙмәҫкә кәрәк. Ниндәй генә гонаһ булмаһын Аллаһы Тәғәлә уны кисерә. Рияны гына түгел, хатта оло ширекте лә Ул кисерә. Мөьминдәрҙең әмире Ғүмәр радыйаллаһу ғәнһү башта мөшрик ине, ул тәүбә ҡылып исламға керҙе һәм Аллаһы Тәғәлә унын гонаһтарын кисерҙе. Шулай итеп, гонаһлы кешегә Аллаһтан өмөтөн өҙөргә ярамай. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә «Әз-3умар» сүрәһенең 53 аятында:

              قُلْ يَا عِبَادِيَ الَّذِينَ أَسْرَفُوا عَلَى أَنفُسِهِمْ لَا تَقْنَطُوا مِن رَّحْمَةِ اللَّهِ إِنَّ اللَّهَ يَغْفِرُ الذُّنُوبَ جَمِيعًا إِنَّهُ هُوَ الْغَفُورُ الرَّحِيمُ
   

     «Минең мөьмин бәндәләремә әйт. Эй, бәндәләрем, гонаһ ҡылып үҙегеҙгә зарар иткән булһағыҙ Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, дөрөҫлөктә Аллаһы Тәғәлә бөтөн гонаһтарҙы кисерә. Ул Аллаһ Ярлыҡаусы һәм Рәхимлелер», — тине.

Читать далее

Рия хаҡындағы хәҙистәр

                                                           Рия хаҡындағы хәҙистәр

   Беренсе хәҙис
   Риясынын рия ғәмәлен Аллаһы һәм шул кешенән (рия ҡылыусынан) башҡа беркем дә белә алмай. Хатта ике иңебеҙҙәге ғәмәлдәребеҙҙе яҙып барыусы фәрештәләр ҙә белмәйҙәр. Риясыларҙың ғәмәлдәре Ҡиәмәт көндө генә беленәсәк. Рия ғәмәлдәрен ҡылған кешеләр беренсе булып йәһәннәмгә төшәсәктәр. Был һүҙҙәргә дәлил:

   “Әбү Һөрайра радыйаллаһу ғәнһү әйтте: “Мин пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмден былай тип әйткәнен ишеттем: “Дөрөҫлөктә, Ҡиәмәт көндө хөкөм ителеүсе беренсе кеше — көрәштә һәләк булған кеше булыр. Уны Аллаһ ҡаршыһына килтереп баҫтырырҙар, һәм шул ваҡыт Аллаһы Тәғәлә уға ниғмәттәре тураһында иҫкә төшөрөр һәм ул уларҙы таныр, ә унан һуң Аллаһы Тәғәлә унан: “Был ниғмәттәргә шөкөр итеү йөҙөнән һин нәмә эшләнең?" — тип һорар. Ул: “Мин һинен ризалығын өсөн һәләк булғанға тиклем көрәштем!" — тип яуап бирер. Аллаһы Тәғәлә уға: «Һин ялғанлайһың, сөнки һин, башҡалар һинен хаҡта: “Был батыр кеше!” — тип әйтһендәр өсөн генә көрәштең, һәм улар һинең тураһында шулай әйттеләр ҙә!" — тип әйтер. Читать далее

Рия (намаҙҙа һәм саҙаҡала)

                                                       Рия (намаҙҙа һәм саҙаҡала)

     “Рия” нәмәне аңлата һуң? Рия — кеше күрһен, кеше ишетһен, кеше маҡтаһын тип ғәмәл ҡылыу, берәр яҡшы эш эшләү. Әгәр ҙә етәксе урынға һайлана икән — башлыҡ итеп һайлаһындар тигән ниәт менән халыҡҡа изге ғәмәл ҡылыу.
     Был китапта рия хаҡында әйтелгән фекерҙәремде Аллаһы Тәғәләнең Ҡөръәненән сүрә һәм аяттар, унан һуң Аллаһының хаҡ илсеһе, Рәсүлебеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең рия хаҡындағы хәҙистәре менән дәлилләнем. Китапты уҡыусылар рия ғәмәлен аңлаһындар өсөн ҡайһы бер миҫалдар килтерҙем. Рия ҡылыусы кешегә Аллаһ ҡаршыһында нәмә көтеләсәген яҙҙым. Рия ҡылыусы кешегә риянан нисек тәүбә ҡылырға кәрәклеген өйрәттем. Рияның килеп сығыу сәбәптәрен бәйнә-бәйнә һөйләнем. Рия бит ул сир. Бына шул сирҙән нисек дауаланырға кәрәклеген аңлатырға тырыштым. Рия ҡылыусының шайтан юлынан йөрөүсе икәнлеген Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең хәҙисе менән дәлилләнем. Ҡыҫҡаһы, һеҙ был китаптан рия хаҡында күп мәғлүмәт алырһығыҙ тип өмөт итеп ҡалам. Әмин.
     Ихтирам менән Идрис хәҙрәт Ғәләүетдин. Читать далее