Эскелектән ҡотолоу юлы
Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән.
Эскелек — беҙҙең замандың иң ныҡ ҡурҡыныс ауырыуы. Ул укол яһалып, дарыу эсеп кенә ҡотола торған ауырыу түгел, ул тәү сиратта йән (күңел) ауырыуы, һәр бер кеше, спиртлы эсемлек эсеү насар нәмә икәнен белә, ләкин ул уның бөтә зыянын, ҡурҡынысын, нимәгә килтергәнен аңлап етмәй. Сөнки хәмерҙең зыяны үҙенә генә тейеп ҡалмай, башҡаларға ла ҡағыла. Күпме һәйбәт кешеләр кешелек дошманы Иблистең һыуын эсеп үҙ ғүмерҙәрен юғалттылар. Эскелек тәнгә бәйле йән ауырыуы. Шуның өсөн, уны дауалауҙы ла тәндән түгел, нәҡ йәндән башларға кәрәк. Дауалауҙы тәндән башлағандар, әлбиттә, хаталана, мәҫәлән, кодировкалау, ниндәйҙер төнәтмәләр, таблеткалар эсеү, укол яһатыу һ.б. Беҙ уларҙың йоғонтоһон инҡар итмәйбеҙ, ләкин был беренсе сәбәп булған йәнде ситкә ҡуйып, ошо ҡурҡыныс ауырыуға тән аша барып етергә маташыу.
Дауалау юлының иң беренсе баҫҡысы — ул кешенең ауырыу һәм дауалауға мохтаж икәнен аңлатыу, сөнки табиптар әйтеүенсә, тик шул ваҡытта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешеп була тиҙәр. Ундайыраҡ хәлдәрҙе, ҡәҙерле китап уҡыусылар, һеҙ үҙегеҙ ҙә осратҡанығыҙ барҙыр, мәҫәлән, берәй эскән кешегә: «Һин эскәнһең, һин иҫерек»- тип әйтһәң, аяғында саҡ баҫып торһа ла, ул шул ваҡытта уҡ: «Минме иҫерек, мин эскәнме?!»- тип аяҡ тибә башлай. Был да шайтан ҡотортыуынан. Сөнки ул кешегә гонаһтарҙы биҙәп, матурлап күрһәтә, эскән кешене лә ҡеүәтләп, хуплап тора.
Кешенең йәне (нәфсеһе) яманлыҡҡа ҡоторта һәм Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә әйтте:
إِنَّ النَّفْسَ لَأَمَّارَةٌ بِالسُّوءِ
«Дөрөҫлөктә, кешенең нәфсеһе яманлыҡ ҡылырға өндәй». Йософ,53
Бер шешә артынан икенсеһен бушатҡан кешене күреп шайтан тик ҡыуана ғына. Сөнки, әгәр, кеше ошо хәлдә донъяны ҡалдырып китә икән, уны бик насар хәлдә ҡалдырып китәсәк, ул ғына ла түгел, шуның арҡаһында йәһәннәмгә эләгеүе лә бар һәм был, әлбиттә, шайтандың төп маҡсаты, кешеләрҙе аҙаштырыу, Аллаһҡа буйһоноуҙан ситкә алып китеү. Хәмер — Иблистең ҡоралы һәм ул уны бик уңышлы ҡуллана. Был ҡорал, ядро ҡоралына ҡарағанда, күпкә көслөрәк тәьҫир итә. Сөнки ядро ҡоралы кешенең тәнен генә үлтерә (зыян килтерә), ә хәмер йәнен дә. Шайтан бик хәйләкәр һәм мәкерле, кешене эскелеккә этәрер өсөн бөтә оҫталығын ҡуллана, тура юлдан тайпылдырып тамуҡҡа алып бара. Уның хәйләһенә ҡаршы торорлоҡ берҙән бер ҡорал ул — Аллаһ дине Ислам. Аллаһҡа буйһонған кеше бер ваҡытта ла иҫерткес эсемлек татып ҡарамаясаҡ, сөнки ул Аллаһтың язаһы ҡаты икәнен яҡшы белә. Шулай уҡ Аллаһ Тәбәракә үә Тәғәлә нимәнелер тыя икән, кешегә унда зыян бар, нимәнелер ҡуша икән, унда файҙа бар икәнен дә белә.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә хәмер тураһында:
«Эй һеҙ, иман килтергәндәр! Хәмер, ҡомарлы уйын, ботҡа табыныу, уҡ атыуҙар (отош уйнай торған ) — бөтәһе лә шайтандан килгән шаҡшылыҡ. Уларҙан һаҡланығыҙ! Бәлки, бәхетле булырһығыҙ! Хәмер һәм ҡомарлы уйын менән шайтан һеҙҙең араға дошманлыҡ, нәфрәт һалырға, Алланы иҫкә алыуҙан, намаҙ уҡыуҙан тайҙырырға тырыша. Тыйылырһығыҙмы һеҙ!» Аш табыны сүрәһе 90-91 аят
Ибн Ғүмәр (р.А.г.) риүәйәт итә: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте:
«Аллаһы Тәғәлә хәмерҙе (шарапты), уны эсеүсене, эсереүсене, һатыусыны, һатып алыусыны, уны эшләр өсөн емештәрҙе һыҡҡан кешене, һыҡтырған кешене, таратҡан кешене һәм таратҡанды алған кешене ләғнәт итте». (Әбү Дауд)
Көмөшкә һатып тиҙ генә байырға теләүселәр һаҡ булһын!!! Сөнки улар үҙ өҫтәренә бик күп гонаһ алалар: кешене яйлай үлемгә этәреү, балаларҙы йәтим итеү, ғаиләләрҙе тарҡатыу, туғандарҙы дошманлаштырыу һ.б. Бында әле ҡайһы берҙәрен генә һанап киттек, әммә төптән уйлап ҡарағанда уның зыяны күпкә тойомлораҡ. Ләкин үҙ эшенең бөтә насарлығын белеп, шуның өсөн үкенеп, Аллаһҡа мөрәжәғәт итә икән, Хаҡ Тәғәлә әлбиттә, кешеләрҙең тәүбәләрен ҡабул итеүсе, гонаһтарын ярлыҡаусы.
Ибн Ғәббәс (р.А.ғ) риүәйәт иткән хәҙисте әл-Хәким үҙенең китабында килтерә: «Хәмерҙән һаҡланығыҙ, сөнки ул һәр яманлыҡтың асҡысы (башы)» — ти пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм.
Һәр бер иҫерткес нәмә хәмер һанала, шул иҫәптән алкоголле эсемлектәр, уларҙы башҡа исемдәр менән атаһалар ҙа, мәҫәлән: ликер, виски, һыра, ҡоро шарап, шампан һ.б.
Әбү Мәлик Әл-Әшғәри (р.А.ғ) риүәйәте: Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд с.ғ.с.әйтә :
«Минең өммәтемдән ҡайһы бер кешеләр һис шикһеҙ хәмер эсәсәктәр һәм уны башҡа исемдәр менән атаясаҡтар, уларҙың баш осонда музыка ҡорадары уйнаясаҡ, йырсы ҡыҙҙар йырлаясаҡ. Аллаһы Тәғәлә әмере менән уларҙы ер йотасаҡ, маймыл һәм сусҡаларга әйләнәсәктәр».
Мосолман кешегә иҫертә аңды томалай торған нәмәләр, уларҙың нисек кейә аталыуына, шыйыҡмы, ҡуйымы, ҡатымы, йомшаҡмы, үҙен генәме йәки берәй нәмә ҡатнашмаһындамы, кәйеф өсөнме әллә дауа өсөнмө булыуына ҡарамаҫтан ҡулланырға ярамай.
Үәъил ибн Хүджр риүәйәт итә: бер ваҡыт Тариҡ ибн Сүәйд Әл-Джүғфи пәйғәмбәребеҙҙән хәмер тураһында һорағас «Ул харам» -тине. Шунан Тариҡ: «Мин бит уны дауа өсөн тотонам»-тине. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ : «Ул дауа түгел, ә ауырыу» -тине. (Мүслим)
Өсөнсө халиф Ғүҫмәп ибн Ғәффән (р.А.ғ) хөтбә һөйләгәндә түбәндәге һүҙҙәрҙе бәйән итте:
"Эй кешеләр! Иҫерткес эсемлектәрҙән һаҡ булығыҙ! Сөнки ул бар яманлыҡтың әсәһе! Һеҙгә тиклем бер кеше мәсеткә китеп барғанда юлда бер ҡатынды осратты. Ҡатын уны өйөнә саҡырып индерҙе лә артынан ишекте бикләп ҡуйҙы. Уның өйөндә бер бокал шарап, уның эргәһендә бер бала бар ине. Шунан был ҡатын уға: «Ошоларҙың береһен эшләмәй тороп, был өйҙән сыҡмаясаҡһың: йә хәҙер ошо бокалдағы шарапты эсәһең, йә минең менән яҡынлыҡ ҡылаһың, йә баланы, үлтерәһең, юҡһа миңә бәйләнде тип дау һаласаҡмын. Кешеләр ярҙамға килһәләр бәйләнмәнем тигәнеңә кем ышаныр. Шунан ул кеше уйлаған да зина ҡылмаясаҡ, баланы үлтерә алмаясаҡ, шуға иң еңеле бер бокал шарапты эсергә лә, сығып китергә. Ләкин бер стакан шарап эскәс, икенсеһен дә, өсөнсөһөн дә, шулай итеп ул тамам иҫергән. Аңы томаланғас, яҡынлыҡ та ҡылған, баланы ла үлтергән». (Нәсәъи)
Бар бәләнең башы араҡы тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Иҫерткес эсемлек эсеү башҡа ҙурыраҡ гонаһтарға сығанаҡ нигеҙе булып тора : зина ҡылыу, кеше үлтереү, урлау, алдау һ.б.
Хәмер ғәрәп: теленән алынған һүҙ, һәм ҡаплау, томалау тигән мәғәнәгә эйә. Һәр бер аңды томалай торған нәмә харам һанала. Мәҫәлән, наркотик та шул мәғәнәлә. Сөнки уны ҡулланған кеше үҙенең аңына, аҡылына зарар килтерә, уның тәьҫире аҫтында әҙәпһеҙ эштәр эшләп, кемгәлер зыян килтереп, шуны һуңынан хәтерләмәүе лә мөмкин. Шәриғәт кешегә зарури булған биш нәмәне һаҡлар осон бирелде. Бына улар:
• дин
• йән
• аҡыл
• нәҫел
• байлыҡ
Хәмер шуларҙың бөтәһен дә боҙа. Дингә килгәндә хәмер эсеүсе уҙ өҫтөнә ҙур гонаһ ала, ундай кешенең ҡырҡ көн намаҙы ҡабул ителмәй. Йәненә килгәндә эскелек менән кеше үҙен һәләкәткә илтә. Шуның сәбәбендә үлеп китә, үҙ-үҙенә ҡул һала...дауам итеүҙең кәрәге юҡтыр. Аҡылын, аңын томалай, баяғы хәҙистә телгә алынғанса насар ғәмәл эшләп ҡуйыуы ла бар. Эскелектең зыяны үҙенә генә ҡағылмай, нәҫеленә лә күсеүе мөмкин: ауырыу, зәғиф балалар тыуыуы, балаларының уның юлын дауам итеүе һ.б. Бишенсеһе байлыҡты исраф итеү тураһында Һәр берегеҙ белә... Аллаһ ярҙам бирһен!!!
Кешеләрҙе, күберәк, туғаны шайтан тоҙағына эләгеп, хәмер эсә башлаһа һәм был бәләнән ҡотолорға өмөт ҡалмаһа нимә эшләргә икән тигән һорау борсой. Был һорауҙарға, борсолоуҙарға яуап шул — был мәсьәләгә комплекслы ҡараш кәрәк һәм был күпмелер ваҡыт талап итәсәк. Сөнки кешенең йәне тәненә ҡарағанда оҙағыраҡ дауалана. Туғанығыҙға ошо насар эште, оло афәтте ташларға ярҙам итер өсөн түбәндәге аҙымдарҙы яҙып китәбеҙ:
Нишләп туғанығыҙ эсә икәненең сәбәбен белеү. Сөнки сәбәптәр төрлө булыуы мөмкин. Беренсенән әгәр кеше оҙайлы ваҡыт дауамында эсә икән, тимәк, ул шул ғәҙәттең әсире. Спиртлы эсемлек наркотик төрҙәренең береһе, йәғни ул кешене үҙенә бәйле итә. Кеше үҙ нәфсеһе артынан эйәрә шуның арҡаһында ул үҙ-үҙенә хужа булмай, ихтыярһыҙ булып ҡала. Иҫерткес — ваҡыт үтеү менән бәйлелек, бирелгәнлеккә әүерелә, ә бәйлелек — ғәҙәткә әүерелә. Икенсенән — уға ярҙам итер өсөн, эскелектең төп сәбәбен белеү кәрәк, нишләп шулай булып китте һуң әле?
Дөйөм алғанда кешенең иҫерткес менән мауығып китеүендә ике төп сәбәп бар:
1) был аҙымға барыуының беренсе төп сәбәбе
2) бәйлелегенең ғәҙәткә әүерелеү сәбәбе.
- Төп сәбәп — ул Аллаһы Тәғәләне онотоу. Буйһонорға, ғибәҙәт ҡылырға тейеш булған Раббыһын онотҡан кеше ул мәхрүм, яҡлауһыҙ кеше. Аллаһы Тәғәлә уны үҙен оноттора, рәхмәтенән мәхрүм итә:
وَلَا تَكُونُوا كَالَّذِينَ نَسُوا اللَّهَ فَأَنسَاهُمْ أَنفُسَهُمْ أُولَئِكَ هُمُ الْفَاسِقُونَ
«Аллаһты онотҡандар һымаҡ булмағыҙ (шул сәбәп арҡаһында) Аллаһ үҙҙәрен онотторҙо. Ундайҙар боҙоҡ, гонаһлы кешеләр». Әл-Хәшр 19
Аллаһтың хаҡын онотҡандарҙы, үҙҙәренең тәкәбберлектәре арҡаһында Уға буйһонмағандарҙы Раббыбыҙ был донъяла ла, әхирәттә лә язаға тарттырасаҡ. Ләкин ул хәлдән сығыу юлы ла бикләнмәгән үҙ эш-ҡылыҡтарына үкенеү, Аллаһҡа тәүбә итеп, тура юлдан барырға ниәт итеү. Бәлки уның иҫерткескә бәйлелекле булыуының сәбәбе динде мыҫҡыл итеүендә, Аллаһтан көлөүендәлер... Аллаһты онотҡас, Раббыбыҙ, уның үҙен оноттора, шайтанға дуҫ иттерә. Ә шайтан, белеүегеҙсә, хатта үҙенең дуҫтарын да ташлап китә, йәһәннәмгә эләгеүен теләй.
Был кеше күҙ йәштәрен түгеп Аллаһҡа ихлас тәүбә итһен, тәкәбберлеген еңеп, Уның алдында башын сәждәгә эйһен, шул ваҡыт һис шикһеҙ Хаҡ Тәғәлә шул бәләнән ҡотолорға ярҙам итәсәк.
— Икенсе сәбәп. Кешене эсергә этәреүсе спиртлы эсемлектәргә ҡарата еңел ҡараш. Был, тәү сиратта, ата- әсәләргә төбәлә. Әгәр улар байрамдарҙа, туйҙарҙа, тыуған көндәрҙә, кеше ерләгәндән һуң йәки башҡа мөнәсәбәттәрҙә, үҙҙәре әйтмешләй «культурно»- ғына эсәләр икән, әлбиттә шуны күреп үҫкән бала уларҙың фекерен отоп алып, үҫеп еткәс «культурно»-ғына эсеп эскегә һабашасаҡ. Шунан ата-әсә баштарын тотоп, улым йә ҡыҙым, нишләп эсә икән тигән һорауға яуап эҙләп ары-бире саба аптырай башлаясаҡ. Уға яуап табыр өсөн ата-әсә үҙҙәре иҫерткескә булған мөнәсәбәттәрен үҙгәртергә тейеш. Улар үҙҙәре ошо эште гонаһҡа һанамайҙар икән, балаларының фекерен үҙгәртергә ышаныс бик әҙ. Нисек итеп ауырыу үҙе һымаҡ ауырыуҙы шәбәйтһен?! Нисек бур-бурлыҡ, зина ҡылыусы- зина ҡылыу менән көрәшһен?!
Был һорауҙарға яуап: ул гонаһтарҙы тәүҙә үҙеңә ҡалдырырға, шунан башҡаларҙы өндәү кәрәк.
Шуның өсөн ата-әсәләргә иҫерткес эсемлектәр Аллаһ ҡаршыһында ҙур гонаһ икәнеп белеү, йөрәк менән шуны ҡабул итеп, алкоголдең һәр бер төрө менән мөнәсәбәтте өҙөргә кәрәк. Шунан һуң инде балаңды өгөтләргә була. Һәм был ысул байрамдарҙа «культурно» эсеп, үҙең балаңдың эсеүе менән көрәшкәнгә күпкә тәьҫирлерәк була.
- Өсөнсө сәбәп. Уны уратып алған, эргәһендә булған кешеләргә бәйле. Әгәр уның эргәһендә эскән кешеләр бар икән, уға ундай кешеләрҙе ҡалдырып китеү, хәйерлерәк була. Эскән дуҫтарының үҙҙәренә айыҡ кешене дуҫ итеп алыуҙарына ышаныу бер ҡатлылыҡ булыр ине, әлбиттә. Бур- бур менән дуҫлаша, зина ҡылыусы-зина ҡылыусы менән. Шунлыҡтан һеҙҙең туғанығыҙға, хатта икенсе урынға күсеп булһа ла уларҙы ҡалдырыу, күпкә хәйерлерәк булыр ине. Сөнки кешене, һәр ваҡыт шайтан-дуҫтары ҡотортҡан ерҙә, шунда дауалау ваҡытты бушҡа сарыф итеү генә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Кеше уҙ ҡәрҙәшенең динендә, шулай булғас һәр берегеҙ үҙенең кем менән дуҫлашҡанын ҡараһын». Әбү Дауд, Тирмиҙи һ.б.
Ибн Әбү Ғимран һөйләй: «Бер ваҡыт Әбү Ҙәррға килһәм, уны яңғыҙы хәлдә мәсеттә таптым да: „Нишләп бер үҙең, яңғыҙың?“-тигән һорауыма: „Насар дуҫтар менән булғанға ҡарағанда яңғыҙың хәйерлерәк, ләкин яҡшы дуҫтар менән булыу яңғыҙыңа ҡарағанда хәйерлерәк“-тип яуапланы.» Әбүш-Шейх, әд-Дәйләми Ибн Хәджәр яҡшы иснәдле риүәйәт тине. Фәйдуль-ҡадир 7/349
Ғәйшә (р.А.ғ) риүәйәт итә: «Йәндәр һуғышсылар һымаҡ, бер-береһенә тура килһәләр-берләшәләр, бер-береһенә тура килмәһәләр айырылышалар» — тине Аллаһы Тәғәләнең һөйәклө пәйғәмбәре ﷺ (Бухари, Мүслим)
Был хәҙистән сығып шуны әйтергә була: йәндәргә тәү баштан яҡшы йәки насар сифаттар һалына һәм улар һәр береһе үҙҙәренә оҡшашына ынтылалар. Шуның өсөн изге, тәҡүәле кешеләр — изге кешеләр, насар кешеләр — насарҙар менән аралашалар.
-Дүртенсе сәбәп. Сихыр. Аллаһы Тәғәләне онотҡан кешене сихырлау еңел, сөнки ул Аллаһ һаҡлауы аҫтында түгел һәм үҙен сихырҙан һаҡларҙай сәбәп тә эшләмәй, һеҙҙең туғанығыҙҙы төрлө кеше сихырлауы мөмкин. Кемдер көнләшеүҙән, кемдер үс алыуҙан, кемдер асыуҙан һ.б. Шуның өсөн туғанығыҙҙың өйөндә сихырға оҡшаш нәмәләр күрһәгеҙ, мәҫәлән, энә, төйөнлө еп, тылсым яҙылған ҡағыҙ киҫәктәре, төҫлө сепрәк һ.б. һеҙҙе шикләндерә торған нәмәләр тапһағыҙ, сихырҙан һаҡлаһын тип Аллаһҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Сихырҙан ҡотола торған бөтә юлдар тик Аллаһ динендә генә бар. Шуның өсөн сихырҙан, эскелектән ҡотолоу өсөн әбейҙәргә, сихырсы, экстрасенстарға мөрәжәғәт итеү ҙур хата. Сөнки сихырҙы икенсе сихыр менән бөтөрөп булмай. Етмәһә улар хәлде күпкә ауырайтасаҡ ҡына. Бер ҡасан да, ҡабатлап әйтәм, бер ҡасан да сихырсыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ! Улар сихыр өҫтөнә тағы бер икене өҫтәп ебәрәләр һәм һеҙ был донъяны ла, әхирәтте лә юғалтаһығыҙ. Сөнки һеҙ үҙ проблемағыҙҙы хәл итер өсөн туранан-тура шайтанға мөрәжәғәт иткәнегеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Кем күрәҙәсегә йәки сихырсыға барып, уның әйткәненә ышана икән, Мүхәммәдкә ﷺ төшөргән нәмәгә ышанмаған (көфөрлөк ҡылған) була».
Йәғни шул күрәҙәсе, экстрасенстарға йөрөүсе кафыр була, уларҙың иманы Аллаһ ҡаршыһында ҡабул булмай, улар үҙҙәрен мосолман һанаһалар ҙа. Сихыр фәҡәт Ҡөрьән, доғалар менән генә дауалана.
Ә күрәҙәселәрҙән барып һораусы Аллаһ Тәғәләнең асыуын сығарып гонаһ ала. Сөнки улар шайтан ярҙамсылары, Аллаһ дошмандары. Улар намаҙ уҡый, Ҡөрьән менән дауалай тигәнгә алданмағыҙ, уларҙың намаҙҙары ла шайтан өсөн, ә бөйөк Аллаһ өсөн түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостаныбыҙҙа Ислам исеме менән, үҙҙәрен изге кеше күрһәтеп, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында ҙур гонаһтарҙан һаналған сихыр, күрәҙәселек ҡылалар, ябай халыҡты алдап үҙҙәренә ылыҡтыралар, ундайҙарға кешеләр аҡса сарыф итей сират-сират йыйылып торалар.
Бына уларҙың ҡайһы бер билдәләре: кәрт һалалар, ҡурғаш иретеп уттың менән күрәҙәселек ҡылалар, ғәйбәт тараталар, кешеләрҙе бер-береһенә ҡоторталар, бетеү тағып йөрөйҙәр, дин әһелдәренә бысраҡ өйәләр, өйҙәрендә сихыр китаптары тоталар, мәсеткә килгәндә генә яулыҡ ябынып урамда яланбаш йөрөүҙе хуп күрәләр, башҡаларҙан ҡара янып көнләшәләр, харам ашайҙар, тәкәбберҙәр, кемделер йәки нимәнелер Аллаһы Тәғәлә менән тиң итеп йәки Унан өҫтөн ҡуялар: үлгән, ҡәберҙә ятҡан кешеләргә үҙҙәренең хәжәттәре менән мөрәжәғәт итәләр, улар өсөн ҡорбан салалар, ололай-ҙурлайҙар һ.б. шәриғәткә ҡаршы эштәр эшләйҙәр, һәм ошо билдәләрҙе дөйөм ҡарарға кәрәк, айырым-айырым түгел.
-Бишенсе сәбәп. Өмөт һәм ышаныс юғалтыу. Өмөт һәм ышаныс юғалтыусы кеше яуаплылыҡтан ҡасып онотолоуға бирелә. Сөнки онотолоу еңел, ә үҙ проблемаларыңды хәл итеү ауырыраҡ. Мәҫәлән, бер кеше рөхсәт ителгәндең сиктәренән сығып ипотека алды, ти. Берәй көн килеп эшен, фатирын юғалтһа, һуңынан килеп ҡатыны ташлап китһә, ул үҙен тынысландырыуҙы тик алкоголдә генә күрә. Уны хаталары өсөн шелтәләү кәрәкмәй, ул өгөт-нәсихәткә мохтаж, уның былай ҙа рухы һынған, уны киреһенсә ҡеүәтләп, ҡанатландырып ебәрер кәрәк. Ҡеүәтләп тигән һүҙ уға был кредитты ҡаплар өсөн тағы бер кредит алдырырға тигән мәғәнәлә түгел, әлбиттә. Был Аллаһҡа әйләнеп ҡайтыу, доғалар ҡылыу. Ул кешелә Аллаһтың йомартлығы, мәрхәмәтлеге тураһында аудио йәки видео лекция тыңларға бирегеҙ. Бәлки, шул ваҡыт ул, әле ышаныс барын, өмөт һүнмәгәнен аңлар һәм уй-фекерен негативтан позитивҡа үҙгәртер. Аллаһ Тәбәракә үә Тәғәлә әйтә: «Аллаһ рәхмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ. Аллаһ рәхмәтенән кафырҙар ғына өмөт өҙәләр».
-Алтынсы сәбәп. Кешегә ата-әсәһенең асыуы-ҡәһәре төшөүе. Аллаһ ата-әсәнең балаларына ҡылған доғаһын ҡабул итә. Сөнки асыу ваҡытында беҙ күп һүҙҙәр әйтеүебеҙ мөмкин, ә һуңынан шуға үҙебеҙ үкенәсәкбеҙ. Шуның өсөн, әгәр һеҙ, атай йәки әсәй икән һәм үҙ балағыҙҙың эскелектән ҡотолоуын теләйһегеҙ икән, Аллаһтан уны тура юлға күндерһен тип доға һорағыҙ. Йәки ул эскән кеше ата- әсәһенән ғәфү үтенһен.
Джәбир ибнү Ғәбдилләһ Әл-Әнсариҙан (р.А.ғ.): Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Үҙ-үҙегеҙгә, балаларығыҙға, эшселәрегеҙгә, байлыҡтарығыҙға бәлә теләмәгеҙ! Аллаһы Тәғәләнең бирә торған ваҡытына тура килер ҙә, теләк-догаларығыҙ ҡабул булыр». Дөрөҫ иснәд менән Әбү Дауд килтерә. Йәғни шуның эсенә кемдеңдер һанап киткән нәмәләргә ҡаршы, насарлыҡ теләп доға ҡылыуы ла инә.
-Етенсе сәбәп. Эшһеҙлек. Кешенең эше йәки шөғөлө юҡ икән үҙенең күңелен күрер, нәфсеһен тынысландырыр өсөн эҙләнә башлаясаҡ. Шунан алкоголгә юлығып уның менән мауыға башлай. Ундай кешегә һис кисекмәҫтән берәй эш йәки шөғөл табырға кәрәк, юҡһа иҫерткескә бирелеп уның ҡолона әйләнәсәк. Был эш аҡсалы булмаһа ла һәләкәттән һаҡланыу күпкә ҡиммәтлерәк һәм хәйерлерәк. Шулай уҡ туғанығыҙҙы эшкә урынлаштырғанда эсмәй торған, айыҡ коллективҡа эләгеүенә иғтибар итегеҙ. Юҡһа ул тағы ла нығыраҡ эсә башлар.
-Һигеҙенсе сәбәп. Ғәҙәткә әүерелгән спиртлы эсемлекә бәйлелек. Был инде шул ауырыуҙың эҙемтәһе һәм ул дауалауға ауыр бирелә. Бында кешенең көслө теләге, тәүәккәллеге кәрәк. Тәүәккәллек тигәндә ҡоро һүҙ генә түгел, ә көс түгеп ғәмәл ҡылыу. Ауырыуҙың үҙенең көслө теләге булмаһа уның тура юлға күнеренә, айыҡлыҡ юлына баҫырына ышаныс әҙ. Ләкин ул Аллаһка табан бер аҙым яһаһа, Раббыбыҙ уға Үҙенең рәхмәтен насип итеп, уны шул упҡындан сығарасаҡ.
Әгәр һеҙ туғанығыҙҙың эскелекте ташлауын теләһәгеҙ, яҡшы ите, хикмәт менән иҫерткестең зарары тураһында һәм ул шул гонаһты ҡалдырмаһа, уның эҙемтәһен нимәгә килтереүе тураһында аңлатығыҙ. Уның менән һөйләшеп, ул үҙе шунан ҡотолғоһо киләме икән, әллә бер нәмә лә булмай, бер нәмәгә лә килтермәй тип уйлаймы икән, шуны белергә тырышып ҡарағыҙ. Ул гонаһ өсөн уны әрләмәгеҙ, юғиһә ул һеҙҙе бөтөнләй тыңламаясаҡ, ҡарышып үҙ һүҙендә торасаҡ, һеҙ уға ярҙам итергә әҙерлегегеҙҙе күрһәтегеҙ. Әгәр кәңәш биргәнегеҙҙе, өгөт-нәсихәт ҡылғанығыҙҙы теләмәй икән көсләп һөйләмәгеҙ, ә бының өсөн уңайлы ваҡыт табырға тырышығыҙ. Өгөт-нәсихәт менән мөрәжәғәт иткәндә беренсе сиратта тәүхид (Аллаһ Тәғәләнең берлеге), Аллаһы Тәғәлә тураһында, кемгә буйһонорға, ғибәҙәт ҡылырға тейешлеген, ширектең (Аллаһка тиңдәш ҡылыу) мәғәнәһен аңлатығыҙ, йәннәткә кемдәр инеүе, йәһәннәмгә кемдәр төшөүе тураһында һөйләгеҙ. Сөнки ул бер Аллаһка ғибәҙәт ҡылып үлеп китә икән, йөрәгендә тәүхид бар икән һәм йәһәннәмгә сәбәпсе булған иң ҙур гонаһ — Аллаһҡа тиңдәшлек ҡылыуҙы ҡалдыра икән, бәлки Аллаһы Тәғәлә Үҙ рәхмәте менән уның иҫерткес менән мауыҡҡан гонаһын ғәфү итер. Эсһә лә ширек ҡылмай икән, эсмәй ҙә ширек ҡылыусыға ҡарағанда хәйерлерәк. Был инде эсергә ярай икән тигәнде аңлатмай, бәлки шул гонаһтарҙың ҡайһыныһы ҡурҡынысыраҡ икәнеп аңлатыр өсөн. Сөнки мосолман Аллаһтан ҡурҡа, Уның бөтә нәмәне күреп, ишетеп, белеп тороуын белә. Әгәр туғаныҙға ярҙам итергә теләйһегеҙ икән үҙегеҙ тәүхидте өйрәнегеҙ. Сөнки ширектең эскелеккә ҡарағанда гонаһы күпкә ҙурыраҡ.
Шайтанға, беҙҙе, беҙҙең аҡылыбыҙҙы яулап алырға мөмкинселек бирергә ярамай һәм уның менән дошман менән көрәшкән һымаҡ көрәшергә кәрәк. Сөнки ул асылда кешегә бер ниндәй яҡшылыҡ теләмәй, тик хәсрәт һәм һәләкәт кенә. Аллаһы Тәғәлә беҙгә шайтан кешеләргә асыҡ дошман һәм уның менән дошман менән көрәшкән һымаҡ көрәшергә кәрәклеген аңлата. Нисек итеп кеше үҙ дошманын дуҫ итеп алһын ?!
Шайтан бик мәкерле, бик хәйләкәр һәм кеше үҙе генә уға ҡаршы тора алмай, сөнки ул беҙҙе күрә, ә беҙ уны күрмәйбеҙ. Шуның өсөн, уның мәкеренән ҡотолоу юлы тик Ислам динендә. Аллаһ был юҫыҡта һәр кешегә ярҙам итә, тик шарт менән, ул кеше Аллаһҡа ҡайтырға, Уны яратырға, Уның язаһынан, ғазабынан ҡурҡырға тейеш.
Бәләкәй гонаһ ҙурына килтерә, ә ҙуры Аллаһ рәхмәтенән алыҫлаштыра. Бының миҫалы «бер рюмка ғына эсәм»- тигән кешенең миҫалына оҡшаған. Бер рюмка яйлап бер шешәгә, бер шешә йәшәү рәүеше, мәғәнәһенә әйләнеп китә, ә был иҫерек хәлдәге торош был донъялағы һәм әхирәттәге күп нәмәләрҙән мәхрүм итә.
Аллаһ беҙҙе һәм һеҙҙе шайтан хәйлә-мәкеренән һаҡлаһын! Беҙҙәге мосолман ирҙәренә һәм ҡатын- ҡыҙҙарына ошо насар гонаһтан ҡотолорға ярҙам итһен!
Буранбаев Нурулла хәҙрәт, Дәғүәт нәшриәте, Был китапты баҫтырыу өсөн яуаплы: Ильшат хәҙрәт Хафизи