Мосолман тормошонда Ҡөрьәни-Кәрим.
Ҡөрьән уҡыу тәртибе. Вәғәз.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Рәсүл Әкрам, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, ғүмер буйы Ҡөрьәни-Кәримде уҡый, Ҡөрьәни-Кәрим менән ғәмәл ҡыла һәм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: «Өммәтемдең хәйерлеһе Ҡөрьәни-Кәримде өйрәнеүсе һәм өйрәтеүсе”, -тип әйтеп тә ҡалдыра.
»Ҡөрьәни-Кәрим уҡыу ул — үҙе бер ғибәҙәт. Ҡөрьәни -Кәрим ул — Аллаһы Тәғәләнең бөйөк мөғжизәһе, ләкин уны күпме микдарҙа уҡыу, ҡайһы аятты ҡайһы ерҙән уҡыу хаҡында Рәсүл Әкрам, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең айырым хәҙистәре күренмәй.
Фәҡәт бер нисә сүрә хаҡында ғына хәҙистәр күргәнебеҙ бар. Рәсүл Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: ”Әгәр ҙә берәр кешегеҙгә донъянан үтеп китергә яҡын ҡалған, донъя менән хушлашырға ваҡыты еткән кеүек булһа, шуға ”Йә син” сүрәһен уҡығыҙ. Сөнки был сүрәне уҡығанда донъя менән хушлашыу еңел булыр”, — тигән. "Икенсе бер хәҙисендә Рәсүл Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: ”Утыҙ аятлы бер сүрә бар. Кем дә кем уны һәр ваҡыт уҡып торһа, Аллаһу Раббүл-ғаләмин хәҙрәттәре уны ҡәбер ғазабынан һаҡлар”, — тигән. Был — "Тәбәрәк” сүрәһе хаҡында һүҙ бара йәки "Мөлөк” сүрәһе тип әйтелә. Ә башҡа сүрәләр хаҡында йәки Ҡөрьәни-Кәрим мәжлесендә йәки бер мәрәсимдәрҙә. Ҡөрьәнде күпме уҡыу тураһында айырым бер күрһәтмәләр юҡ.
Үҙенең пәйғәмбәренә Аллаһ: "Ҡөрьәни- Кәримдән һиңә нимә еңел булһа, шуны уҡы”, — тип бойора.
Йәғни намаҙҙарҙа ла беҙ Ҡөрьәни-Кәримдең бер генә аятын йәки бер генә сүрәһен хаслап уҡырға тейеш түгелбеҙ. Йәки иртәңге намаҙҙа бер генә сүрәне уҡырмын, өйлә намаҙында был ғына сүрәне йәки был ғына аяттарҙы уҡырмын тип һәр намаҙға айырым бер сүрәне билдәләп ҡуйыуҙы ислам дине ҡабул итмәй.
Бәлки, Ҡөрьәни-Кәримдең төрлө урынынан төрлө аяттар уҡылырға тейеш.
Шулай булғандан Ҡөрьәни-Кәрим мәжлестәрендә лә, намаҙҙарҙа ла — һәр ваҡытта Ҡөрьәни-Кәримдән беҙ күңелебеҙгә яҡын булған, күңелебеҙгә хуш килгән, яҡшы итеп ятлаған урындарҙы, бигерәк тә сүрәи "Фатиха”ны беҙ һәр ваҡыт уҡырға тейешбеҙ. "Фатиха” ул — изгеләрҙән изге сүрә лә, бик ҙур доға ла.
Аллаһу Раббүл-ғаләмин хәҙрәттәре уҡыған Ҡөрьәндәрҙе ҡабул итһен, Ә инде кем дә кем бына был аятты ғына уҡырға тейешһең, йәки бына ”Йә син” дең ниңә башын ғына уҡының, ниңә уртаһынан бер нисә аят ҡына уҡының, йәки ниңә аҙағынан бер нисә аят ҡына уҡының? — тип, аяттар уҡыған кешене шелтәләргә, ғәйеп ташларға урын юҡ. Ҡөрьәни- Кәримдең ҡайһы ғына ерен уҡыһаҡ та, Ул Аллаһы Тәғәләнең кәләме, Аллаһы Тәғәләнең бәндәләргә индергән изге һәм мөҡәддәс Китабы, Аллаһу Раббүл- ғаләмин хәҙрәттәре үҙе ҡабул итһен дә, беҙгә Ҡөрьәнде аңларға һәм тормошобоҙҙа ҡулланырға ярҙам итһен, уның әжер-сауаптарын мәрхүмдәребеҙгә ирештереп, йорттарыбыҙҙы Ҡөрьән нуры менән нурландырһын, тормошобоҙғә бәрәкәт бирһен. Ҡөрьәни-Кәрим менән бергә йәшәйек, Ҡөрьәни-Кәримде өйрәнәйек, Ҡөрьәни- Кәримдә булған хикмәттәрҙе һәр ваҡытта күңелебеҙ менән дә, рухыбыҙ менән дә тойоп йәшәйек. Аллаһу Раббүл-ғаләмин хәҙрәттәре уны уҡырға һәм уның менән ғәмәл ҡылырға насиб итһен.
Хәҙис Шәриф.
Ҡөрьән уҡы, Аллаһы Тәғәләне зекер ит. Ҡөрьән ул һинең өсөн күктә — зекер, ерҙә — нур. Изгелектең әжере лә — изгелек.
Ҡөрьәни-Кәримдең бик күп аяттарын Аллаһу Раббүл-ғаләмин хәҙрәттәре: ”Иннәл-ләҙинә әмәнү үә ғәмилүс-салихәт...” — Хаҡикәттә иман килтереп, изге ғәмәл ҡылғандар, — тип башлай.
Был аяттарҙан беҙ иман менән изге ғәмәлдең һәр ваҡыт бергә булыуын аңлайбыҙ. Йәғни иманлы әҙәмдең күңелендә һәр ваҡыт изгелек, икенсе ҡәрҙәшенә рәхмәт- шәфҡәт һәм мәрхәмәт оло урын ала.
Иман ул — әҙәм балаһы өсөн тәрбиәсе, ғүмер буйына юлдаш булып, уны хәйерле юлға әйҙәп кенә тора.
Ҡөрьәни-Кәримдә Аллаһу Раббүл-ғаләмин хәҙрәттәре әйтә: «Изгелектең әжере лә — изгелек”, — ти.
Әгәр ҙә бәндә күңелендә изгелек була икән, донъяла ла, ахирәттә лә был изгелек уға бөйөк бер бүләк булып ҡайта.
Шуның өсөн дә Аллаһы Раббүл-ғаләмин хәҙрәттәре: ”Әҙәм балаһы саң бөртөгө тиклем йәки унан да кесерәк изгелек ҡылған булһа ла, ул юғалмаҫ; кем дә кем кескәй генә насарлыҡ эшләй, гонаһ ҡыла икән — ул да онотолмаҫ, уның да язаһы буласаҡ”, — тип беҙҙең иҫебеҙгә төшөрә. Игелектәрҙе күберәк эшләргә бойора.
»Изгелектәрҙә, хәйерле эштәрҙә һеҙ бер-берегеҙ менән уҙышығыҙ, ярышып йәшәгеҙ”, — ти. Донъя көтөүҙә, байлыҡ туплауҙа түгел, бәлки, ғилем юлында, изгелек юлында бер-беребеҙ менән уҙышырға, ярышырға, бер-беребеҙҙән хәйерле өлгө алырға тейешбеҙ.
Изгелек ул бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмай.
Үәс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла