Шәмиғол хәлфә (дауамы)

                             Шәмиғол хәлфә (дауамы)
Аллах велик

                      Сәғәҙәт Сәйфуллин һөйләгәндәрҙән
   Беҙ Һатлыҡ ауылында йәшәй инек. Бер саҡ ауырыу әсәйемде атайым Шафиҡтың дуҫына — Шәмиғол хәҙрәткә алып киттем. Ҡаршыбыҙға хәлфәнән сығып килгән ике таныш ҡатын тап булды. Улар әсәйемә былай тине: "Уй, Хөршиҙә, беҙ ифрат оятлы булдыҡ. Хәлфә өшкөрөп бөткәс, саҙаҡабыҙҙы алманы. «Аҡсағыҙҙы ҡыҙғанып, икәү-ара һөйләшеп килдегеҙ, аҡсағыҙ кәрәкмәй, тип оятҡа ҡалдырҙы. Ул беҙ уйлағанды ҡайҙан белде икән?»
   Хәлфә беҙҙе: «Улым, атың тыңлашмаймы, сығынсылаймы? Атың да бик хәлһеҙ, ябыҡ ҡына шул», тип ҡаршы алды. Шунан: «Ни эшләп атындың ауыҙлығын һалдырманың, бар, һалдырып ин», — тип мине сығарып ебәрҙе. Мин хәлфәнең юлда оҙаҡлап килеүебеҙҙең сәбәбен дә, аттың ауыҙлығын һалдырмауымды ла асыҡтан-асыҡ әйтеүенә аптырап ҡалдым.

   Хәлфә әсәйемде дауалағандан һуң, тоҙ өшкөрөп, бетеүҙәр яҙып бирҙе, ҡайтанан ауырымаҫһың, тип ышандырҙы. Ҡайтырға әҙерләндек. Атты егеп бөтөп, ҡапҡанан сыға башлағас, олатай: «Атыңды туҡтат», — тип бойорҙо. Атты туҡтаттым. Хәлфә: «Атыңды ауыҙлыҡламағанһың бит, юлың тау аша үтә, атың өркөп алып ҡасһа, үҙегеҙҙе харап итеүе бар, ауыҙлыҡла”, — тине. Хәлфә минең ат еккәнде күрмәне, уның ауыҙлыҡланмағанын ҡайҙан белде икән, тип аптырап ҡуйҙым.
   Йылдар үтә торҙо. Мин биш йыл Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайттым. Ҡайтҡас, ҡыҫҡа ваҡытлы бухгалтерҙар курсында уҡып сыҡтым. Үҙебеҙҙең Һатлыҡ ауылындағы хужалыҡта өлкән бухгалтер булып эшләй башланым. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң емерек хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуы бик еңелдән түгел ине. Хужалыҡ етәксеһе Ҡасим Йәғәфәров хужалыҡ малдарына бесән әҙерләү эшенең һүлпән барыуына борсолоп, ни эшләргә лә белмәй йөрөгән бер мәлдә, Шәмиғол хәлфә атайым Шафиҡ янына Һатлыҡ ауылына килеп төштө. Хәлфәнең килгәнен ишетеп, ауылыбыҙҙағы барлыҡ сирле кешеләр беҙҙең өйгә килеп тулды. Хәлфә ҡайҙан белгәндер инде хужалыҡтың ауыр хәлдә икәнен, минең аша рәйесебеҙ Ҡасим Ғариф улын саҡыртып алды. Рәйес килеп, олатай менән бик оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы. „Хужалыҡ малдарына аҙыҡ әҙерләтергә аҡса бирәм, — тине ул аҙаҡ. — Ә һеҙ өмә яһағыҙ“. Шәмиғол хәлфәнең сирлеләрҙе генә түгел, ә тотош хужалыҡтың эшен дә ҡайғыртыуы аптыратҡайны шунда. Был ярҙамы өсөн район етәкселәренең Шәмиғол хәлфәгә рәхмәт белдереүе тураһында ла хәтерләйем.
                                                             Тағы бер ярҙамы
   Мин ул йылдарҙа Мораҡ МТС-ы зонаһы буйынса райком комсомолы инструкторы булып эшләй инем. Юлдыбай, Төпсән ауылын берләштергән „Ҡыҙыл таң“ күмәк хужалығы етәкселеге йыл һайын „Оло Эйек“ йылғаһынан ҡарағай ағасы ағыҙып килтертә. Был эш ифрат ауыр, күп сығымдар талап итә.
   Бына бер саҡ Шәмиғол хәлфә Мораҙым ауылына килеп, хужалыҡ етәксеһе Хәсән Байгильдиндан улы Дамирға өй буратып биреүен һорап мөрәжәғәт итә. Етәксе бүрәнәне ҡыуып килтереү ауырлаша барыуын әйтә. Хәлфә шунда үҙ ярҙамын тәҡдим итә: „Мин ағасты ағыҙып, ҡыуып алып килеүселәргә аҡсаны үҙем бирәм, өмә яһағыҙ“. Шулай итеп, Шәмиғол хәлфәнең ярҙамы менән ағасты Әүәшле тамағынан Мораҙым ауылына бер аҙнала ҡыуып килтереүгә өлгәшелде. Егеттәр көндөҙ арыу-талыуҙы белмәй, бил быуарҙан ағас ҡырҡалар, кистәрен бер аҙ күңел асып, фильм ҡарайҙар. Иртәгәһен тағы ең һыҙғанып эшкә тотоналар. Бер генә егет тә ҡарышмай эшләне. Күрәһең, хәлфә уларға көс-ҡеүәт биргәндер инде.
   Ағыҙып алып килгән ағасты Мораҙым ауылы эргәһендә ярға сығарыуҙы миңә ойошторорға тура килде. Килешеү буйынса, аҙаҡ хәлфәнең улы Дамирға өй ҙә бураттыҡ. Бөтә сығымдарҙы хәлфә үҙе күтәреп, хужалыҡтың эшен еңеләйтте. Бына шундай иҫ киткес кешелекле, изге йән эйәһе ине Шәмиғол хәлфә.
                                                            Ағастарҙы киҫмәгеҙ
   Бөйөк Ватан һуғышы бара. Донъя көтөүҙәре ифрат ауыр. Көндөҙ күрше ауылға йөрөп уҡыйым. Бер ыңғайҙан хат ташыусы булып та эшләйем. Йортта атай-әсәйгә лә ярҙам итергә кәрәк. Төнө буйы тигәндәй йүкәнән арҡан ишәбеҙ. Мин сабата ла үрәм, бәләкәй сана ла эшләп һатып, аҡса эшләйем. Аҡсаға аҙыҡ- түлек алабыҙ. Шулай итеп, осон-осҡа ялғап көн итәбеҙ. Атайым сирле булғас, ғаиләләге бөтөн ирҙәр эше миңә йөкмәтелгән.
   Ошолай алды-ялды белмәй эшләү эҙһеҙ үтмәне: ике ҡулым да терһәктән бер туҡтауһыҙ һыҙлай башлап, һуңынан бер әйбер ҙә тота алмаҫлыҡ хәлгә килдем. Бер йыл уҡырға ла йөрөй алманым. Аптырағас, Шәмиғол олатайға киттем. Олатай мине көләс йөҙ менән ҡаршы алды. „Тәүҙә сәй эсеп алайыҡ әле, — тине хәлфә. — Ишек алдынан утын алып ин“. Йорт алдына сығып, унда киҫелгән утын тапмағас, яңынан индем. Ауыҙымды асырға ла өлгөрмәнем, „Балта соланда, киҫеп алып ин. Эшләп ашаһаң, тәмлерәк булыр“, тине хәлфә. „Олатай, мин балта тота алмайым, ике ҡулым да һулыған һымаҡ“, тигән булдым. „Күп телеңә һалышма, бар, балтаны ал да, утын киҫеп алып ин“, тине хәлфә бик етди итеп. Көс-хәл менән утын ярып, өйгә алып индем. Шунан хәлфә усаҡтан төшкән ҡуҙ менән самауыр ҡайнатырға ҡуйҙы. Самауыр ҡайнаған арала ул миңә ҡапыл шундай һорау бирҙе: „Улым, ни эшләп йортоғоҙҙа тәсбих тартып, кинәнеп үҫеп ултырған ике өйәңке ағасын атайың рөхсәт итмәүгә ҡарамаҫтан, киҫеп ауҙарҙың? Уны бит өлкән ағайың иҫтәлекә ултыртҡан булған. Ул бөгөн һуғыш яланында дошман менән алыша. Ә өйәңкеһе хужаһының иҫән-һау ҡайтыуын теләп, тәсбих тартып ултыра ине. Арҡан ишеү, сабата үреүҙән түгел, шул өйәңкене киҫеп, утын итеп яғыуың арҡаһында һулый яҙған ҡулдарың“.
   Был һүҙҙәрҙе ишетеү, әлбиттә, миңә бик ауыр булды. Мин, ысынлап та, утын етмәгәс, тоттом да, атайыма, баҡсаны күләгәләп, үҫтермәй ултыралар, тигән һылтауымды әйтеп, өйәңкеләрҙе киҫеп ауҙарғайным. Атайым, ысынлап та, бик ныҡ ҡаршы булғайны быға. Аҙаҡ хәлфә олатай шулай тип кәңәш бирҙе: Йорт тирәһенә иҫтәлеккә ағас ултыртмағыҙ, бигерәк тә ылыҫлы ағас ултыртырға ярамай. Ултырҡас, уны киҫмәгеҙ. Ана, Юлдыбай ауылында бер нисә йортта иҫтәлеккә ылыҫлы ағас, ултыртып, утынға киҫеп яктылар Шул йорттарҙа ниндәй аяныслы хәлдәр булып ятҡанын һин беләһең. Кемдәренеңдер балалары юҡ, кемдәрендәлер фажиғә артынан фажиғә булып тора. Ул ағастар Аллаһы Тәғәлә тәғәйенләгән урында гөрләшеп үҫергә тейеш булған...
   Ысынлап та, олатайҙың ул саҡта һөйләгәндәренең дөрөҫлөгөн ғүмер буйы күҙәттем. Бына, мәҫәлән, ауылыбыҙ Төпсәндә Хөрмәт исемле ир уҙаманы ситтән килеп, Йомабикә исемле тол ҡатынға йортҡа инеп, матур ғына донъя көтә башланылар. Уларҙың картуф баҡсаһы уртаһына Сәйфулла олатай өйәңке ултыртҡан булған. Мин ул өйәңкенең шундай мөһәбәт булып, ике ҡолас булып үҫкәненә һоҡланып ҡарай торғайным. Хөрмәт ағай уны, баҡсала картуфты үҫтермәй, ҡамасаулап ултыра, тип киҫеп ауҙарып, ут төртөп яндырҙы.
Өйәңке өс тәүлек буйына янып ятты. Хөрмәт ағай ул ағасты ҡырҡып ауҙарыр алдынан мин уға хәлфәнең әйткәндәрен һөйләп, уны иҫкәрткәйнем дә. Әммә ул үҙенекен эшләне. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне: көндәрҙең бер көнөндә Хөрмәт ағай эскән килеш өй ишеген элеп, йоҡларға ята. Төндә ниндәйҙер сәбәп менән ут сыға. Хөрмәт ағай янып үлә.
   Минең үҙемдең ҡылғандарым да эҙһеҙ ҡалманы. Атайым ике улының һуғыштан иҫән ҡайтыуын көтөп ала алманы Урманда ағас әҙерләгәндә үлеп ҡалды. Ә ағас ултыртҡан ағайым 1944 йылдың 27 июлендә һуғыш яланында мәңгелеккә ятып ҡалды.
                                                                    ***
Бикбулат мәктәбендә директор булып эшләгәндә Мәҡсүт ауылынан Сара Хәлитова тигән уҡытыусыны эшкә алдым. Алсаҡ уҡытыусыны шатланып ҡаршы алды коллектив. Сара апайҙың улы Рәшит һәм ҡустыһы Азат та ауылға күсеп килде. Буш торған йортҡа урынлаштырҙыҡ. Ҡустыһы Азат уғата егәрле, кешелекле булыуы менән шатландыра ине мине.
                                                                    ***
                                                       Рәйестең ғәфү үтенгәне
   - Азат ҡустым, һине кем шул ҡәҙәре инсафлы итеп үҫтерҙе? Динде хөрмәт итәһең, әллә әсәйең динле кеше инеме? — тип һораным унан бер саҡ.
   - Әсәйем, әлбиттә, „Динде онотма“, тип ҡат-ҡат тылҡый торғайны. Унан һуң, беҙҙең ауылға килгәндә Шәмиғол хәлфә менән осрашыу ҙа күңелдә яҡты тойғолар уятты динебеҙгә ҡарата. Хәл былай булды. Ҡайтыр алдынан Шәмиғол хәлфә мине колхоз рәйесенә ат һорарға ебәрҙе. Әммә рәйес минең һорауыма аптырағандай, асыулы итеп ҡарап торҙо ла:»Бынауындай уттай ҡыҙыу эш ваҡытында ниндәй ат ти ул! Ауылына йәйәүләп ҡайтһын", — тип сығарып ебәрҙе. Өйгә ҡайтып, хәлфәгә әле генә булған һөйләшеү тураһында әйтергә тип ауыҙымды асып та өлгөрмәнем, Шәмиғол хәлфә мине туҡтатты: «Һөйләмә, улым, мин беләм, — тине ул. — Хәҙер ул рәйес ағайың үҙе бында килеп етәсәк». Шулай тип әйтеп тә өлгөрмәне, өйгә колхоз рәйесе үҙе килеп инде. Инде лә, иҫәнләшергә лә онотоп:"Һиңә ат килтерҙем, хәлфә", — тине. Шәмиғол олатай уға мәғәнәле генә ҡарап алды ла:"Һин үҙеңде һәр ваҡыт шулай әҙәпһеҙ тотаһыңмы? Ни өсөн кешеләр менән иҫәнләшмәйһең, телең өҙөлөп ҡаламы әллә?" — тине. Рәйес бер ни ҙә әйтә алмай, баҫҡан ерендә ҡатты ла ҡалды. Шул саҡ Шәмиғол хәлфә рәйес ағайҙың уң яҡ яурынына ҡулдарын тейгеҙеп алғайны, тегеһе йоҡонан уянған кеүек тертләп китте. Шунан: «Хәлфә олатай, һин мине ғәфү ит инде, мин дөрөҫ эшләмәнем. Мал аҙығы әҙерләгән ваҡыт бит, аттарҙы бер ҙә бушатып булмай шул», — тине. «Эш бер ҡасан да бөтмәй ул, улым, — тине уға хәлфә. — Әммә кешеһеҙ йәшәп булмай. Ябай ғына вазифаһыҙ кеше лә һине әллә ниндәй бәләләрҙән ҡурсалай алыуы ихтимал. Ә атҡа килгәндә, рәхмәт. Хәҙер Һаҙ ауылынан Хәлит Мусин килеп етәсәк аты менән», — тип шаҡ ҡатырҙы...
                                                  Менәүәрә апай һөйләгәндәре
   Быйыл март айында Күмертау ҡалаһына барғайным. Автовокзалда бер ир уҙаманы эргәмә килде һәм: «Мин Күмертау ҡалаһынан Ноғман Әбүбәкеров атлы кеше булам. Һеҙҙе телевизорҙан ҡараным, Шәмиғол хәлфә тураһында һөйләгәйнегеҙ. Тапшырыуҙы күршебеҙ Мөкәрәмә Абсаликова ла ҡараған икән. Ул да Шәмиғол хәлфә тураһында бик күпте белә. Осрашығыҙ әле уның менән», — тине. Мин шатланып риза булғас, Мөкәрәмә Абсаликованың адресын бирҙе.
   Апрель башында иһә мин тағы Күмертауға юлға сыҡтым. Ноғман Әбүбәкеров менән икәүләп, Менәүәрә Абсаликованың фатиры ишеген шаҡыныҡ. Хужабикә ихлас ҡаршы алды һәм Шәмиғол хәлфә менән бәйле хәтирәләрҙе беҙгә ихлас һөйләп бирҙе.
   - Тәүге улым Таһир ике айлыҡ ҡына сағында бик ныҡ ауырып китте, — тип һөйләп китте ул. — Дауаханаларға күп йөрөттөк, ләкин файҙа булманы. Әсәйем баланы Шәмиғол хәлфәгә алып барырға кәңәш итте. Ишбирҙегә хәлфә янына киттек. Ул баланы ҡат-ҡат өшкөрҙө, бетеү яҙып бирҙе. Ул өшкөрөп биргән тоҙҙо бер семтем генә һалып, көн дә баланы йыуындыра торғайныҡ. Шәбәйҙе Таһирыбыҙ.
   Шәмиғол хәлфә аяҡҡа баҫтырған ауырыуҙар тураһында ишетә-күрә йөрөнөк инде ул... Әсәйем дә Түләк ауылында йәшәүсе яҙыусы ағайым Мөхәмәтша Буранғолов менән Шәмиғол хәлфәгә барыуы тураһында һөйләй торғайны. «Хәлфәгә хәйергә бирермен тип, бер аҙ аҡса һәм ун дана тауыҡ йомортҡаһы алдым, — тип һөйләгәйне әсәйем. — Юлда китеп барғанда, аҡса ла биргәс, йомортҡаның 5-әүһе етер ул, тип уйланым да, биш йомортҡаны айырым төрөп ҡуйҙым. Хәлфәгә барып етеп, өшкөрөлөп, хәйерҙәремде биргәндән һуң, ул килененә:»Килен, бынау биш йомортҡаны бешереп, килгән кешеләргә ашатып ебәр, юлда асығырҙар, ә теге йәшереп ҡуйған йомортҡаларыңды балаларыңа ашатырһың", — тип, мине бик оятҡа ҡалдырҙы Шәмиғол хәлфә. Уның үҙенә килеүселәрҙең һәр уйын әйтеп биреүен ишетеп белә инем инде, үҙем менән булған хәл быны тағы бер раҫҡа сығарҙы. Ә Мөхәмәтша ағайыма Шә миғол хәлфә былай тине: «Һин яҙыу эше менән шөғөлләнәһең икән. Бик ныҡ күңел төшөнкөлөгөнә лә бирелеп китәһең, дошмандарың да күп. Юлда килгәндә хәлфәгә күренергәме, юҡмы, ул миңә ярҙам итә алмаҫ ул, тип шикләнгәнһең. Шигең юҡҡа ғына, бына мин һине өшкөрөп, хәлеңде еңәләйттем. Һиңә Мәләүездә оҙаҡ тотҡарланмаҫҡа кәрәк, Өфөгә күс һин», — тигән. Ағайым, ысынлап та, Өфөгә күсеп китте...
   Әсәйем Шәмиғол хәлфәнән шәбәйеп ҡайтҡас, ирем Шакир менән Белорет районы Өмөтбай ауылында йәшәгән ауырыу инәйем Гөлзәйнәп Төлкөбаеваны ла бергә алып, Ишбирҙегә киттек. Беҙ барғанда хәлфә өйҙә булмай сыҡты, күрше Әбсәләм ауылына киткәйне. Уның улы Нурулла беҙҙе ҡуна ҡалырға күндерҙе. Ул инәйемә тоҙ өшкөрөп бирҙе. Шакир менән Нурулла бик оҙаҡ серләшеп ултырҙылар. Шунда Нурулла: «Һин, Шакир, эсеүеңде ташла, ҡатын-ҡыҙҙар менән дә күп шаярма. Армияға киткәнсе өйләнгән Мәрйәмдән Әмир, Сабир тигән улдарың бар бит инде. Бына әле Мөкәрәмә менән матур ғына донъя көтөп ятаһығыҙ. Ҡатыныңдың ҡәҙерен бел”, — тине. Күрәһең, Нурулланың да дауалау һәләтлектәре булғандыр. Ошонан һуң Шакир эсеүен ташланы. Аҙғынлығы ла һиҙелмәне.
   Икенсе көндө Шәмиғол хәлфәне юллап, Әбсәләм ауылына киттек. Халыҡ бик күп ине. Беҙ иң һуңынан индек хәлфәгә. Шакир инәйемде алып инеп китте, мин машинала ултырып ҡалдым. Бер аҙҙан Шакир сығып, мине Шәмиғол хәлфә саҡырыуы тураһында әйтте. Индем. Ул мине шелтәләп алды ла, башымдан бик ныҡ ҡыҫып тотто. „Һиндә боҙом да бар, күҙ ҙә тейгән. Ошо бетеүҙе түшеңә тағып йөрө. Ә Шакирҙы ныҡ тот, Нурулла улым дөрөҫ әйтә, бынан һуң эсмәһен дә, аҙып- туҙып та йөрөмәһен ирең“, тине. „Нурулла менән һөйләшкәнде ҡайҙан белдегеҙ?“ — тип һорарға итһәм, Шәмиғол хәлфә йылмайып ҡына ҡуйҙы: „Беләм, барыһын да беләм“, -тине. Ҡайтырға сыҡҡанда хәлфә Шакирҙы, машинаны ныҡ ҡыума, бәлә булмағайы, тип иҫкәртте. Ә Шакир тыңламаны һәм юлда тәгәрмәсе һытылды. Көскә ҡайтып еттек...
                                                                                                         Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ.
                                                                                                         Күгәрсен районы.
   ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП.
                                                             Бәләләрҙән ҡурсыр йән
   Бер туған ағайым Рәхмәтулла Шәрипов Бөйөк Ватан һуғышынан 1947 йылдың апрелендә ҡайтты. Уға 23 йәш ине. Иртәгәһенә үк тигәндәй эшкә сығып, һин дә мин эшләп йөрөгәндә, бер көн урмандан сәсрәп ауырып ҡайтып йығылды. Стенаға ҡарап, һаташып тик ята. Һаташҡанында гел аттар тураһында һөйләнә, иҫен юғалта, ауыр итеп тын ала. Көнө-төнө янында ултырған оләсәйем өшкөрөп тә ҡараны, һауыҡмай. Хәле бик насарайғас, әсәйемдең Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан ҡустыһы Әбделғәлим Хәлитов ат менән Күгәрсен районының Ишбирҙе ауылынан Шәмиғол хәлфәне алып килергә китте. Улар Ейәнсура районына еткәс, Ғәббәскә килешләй Малай Муйнаҡта берәүҙәрҙә сәй эсергә туҡтағандар. Шунда уҡ Шәмиғол хәлфә Рәхмәтулла ағайымдың ауырыуына үҙ „диагнозы“н ҡуйған, йәғни бик ныҡ сихырланған, тигән.
   Әле лә күҙем алдында: етеҙ генә хәрәкәтле Шәмиғол хәлфә өйөбөҙгә һәүелдәп килеп инде лә таяғы менән түбә таҡталарын һөргөсләргә тотондо. Шунан таяғын өй ишеге яғына табан елләне һәм таяҡ...үҙенән-үҙе боролоп солан ишегенән сығып киткәйне, ауыр тын алып иҫһеҙ ятҡан ағайым „эһ“ тип ҡуйҙы. Хәлфә доғаларын уҡый- уҡый уның тәнен һыйпаны.
   »Ауырыуы түшен иҙгеләп бөткән, ҡурҡмағыҙ, һауыға", тине. Ағайым аңына килеп, күҙен асҡас: «Улым, бына тигән булып шәбәйәсәкһең, 93 йәштә генә үләһең. Нимә һатып алһаң да ҡәҙергә һаҡлама, рәхәтләнеп кейеп йөрө. Килен алғас, киленде миңә килтереп күрһәт», — тине.
   Әсәйем сәй ултыртты. Һуғыштан һуңғы юҡлыҡ ваҡыт. Хәлфә килеүгә тип яҫтыҡтар араһына ғына йыйып ҡуйған сәйен тапмаған әсәйемә ул: «Сәйең төптәрәк ята, ынтылыңҡырап ал», — тине. Ололар сәй эскәндә өйҙән сығып, асыҡ тәҙрәнәнән ҡарап торған Ҡунаҡбай ҡустым менән миңә боролоп Шәмиғол хәлфә: «Ҡыҙым, ағайың ысын һауығасаҡ», — тине. Мин аптырап киттем, сөнки шул мәлдә эстән генә: «Хәлфә ысынлап та уны һауыҡтыра алыр микән ни?» — тип уйлап тора инем...
   Ошонан һуң ағайым шап-шаҡтай булып һауыҡты, өйләнде, туғыҙ балалары булды. Ләкин ул 43 йәшендә ҡапыл ауырып, вафат булды. Хәҙер шулай тип уйлайым: моғайын, Шәмиғол хәлфә ағайымдың нәҡ 43 йәшендә ғүмере бөтөрөн белеп, һәр алған яңы кейемен ҡәҙергә һаҡламай, ҡыуанып кейеп ҡалыуын теләгәндер һәм үлере тураһында уйланмаһын өсөн, 93 йәштә үләһең, тип әйткәндер. Рәхмәтулла ағайым, ысынлап та, хәлфә ҡушҡанса, кейемен ҡәҙергә һаҡламай, кинәнеп кейер булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өйләнгәс, әллә ни эшләп Фатима еңгәмде Шәмиғол хәлфәгә алып барып күрһәтмәне. Әллә ваҡыты булманымы, әллә оноттомо, белмәйем.
   Шулайтып, үҫмер сағымда кешеләргә изгелек ҡылыуы, әүлиәлеге менән данлы, ихтирамлы Шәмиғол хәлфәне яҡындан күрҙем. Ул ваҡытта үҫмерлегем менән уның был донъяла йәшәүе кешеләр өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуын төшөнөп етмәгәнмендер. Хәҙер «Киске Өфө»лә баҫылған хәтирәләрҙе уҡыйым да, хәлфә кеүек әүлиәлек һәләтенә эйә изге күңелле шәхестәрҙең Аллаһы Тәғәлә тарафынан беҙҙе төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалар, һәләкәттәрҙән аралар, һаҡлар, яҡлар өсөн ебәрелеүен йәнә бер аңлап хайран ҡалам.
                                                                                                                Шәмсиә СӘФӘРҒӘЛИНА.
                                                                                                                Ейәнсура районы, Ғәббәс ауылы.
“Киске Өфө”, 2007 йыл.