Белем

                                             Белем

   1917 йылда большевиктәр яңы быуынды коммунистик идеяла тәрбиәләр өсөн совет белеме һәм әҙәп (культура) комиссияһы төҙөй. Ошо хөкүмәт белем комиссияһы 1918 йылда яңы декрет сығара. Был декрет менән Совет власы мәктәптәрҙе мәсет һәм сиркәүҙәрҙән айырып, үҙ алы итеп, дингә ҡаршы көрәш башлай. Ошо ҡарар менән халыҡтын аңын һәм күңелен томалау башланыла.

   Беҙҙен атай-әсәйҙәрҙе, олата-бабаларыбыҙ диндә тәрбиәләй, совет осорондағы тәртип шул арҡала һаҡлана. Әммә динһеҙ быуындар алмашына бара, әхләҡ һәм әҙәп тигән нәмәне хәҙер ниндәй кимәлдә икәнен күрәһегеҙ. Үҙ тарихен, үҙ милләтен, хатта ауыл балаларынын кәзәне һарыҡтан айырмағас, мәктәптәрҙәге белем ни кимәлдә? ЕГЭ тигән экзамендәрҙе көсләп, видео камера һәм көслө һаҡ аҫтында биреүҙәре ни тора. Ә күпме балалар ошо экзамен ҡурҡыныстарынан үҙҙәрен йәш матур тормоштарын киҫәләр?

   Балалар баҡсаһынан алып, шуларҙын тәрбиәселәренә үҙ балалары айырым иғтибарға лайыҡ булһын тип ришәүәт (взятка) биреүҙәре, юғары Вуздарҙала йөҙҙәр меңләгән аҡса тығып, белемле тигән буш ҡағыҙ киҫәктәре алыуҙары. Шулар власҡа ултырып, киләсәктә халыҡты упҡынға төртөүселәрҙә инде. Шул буламы хәҙерге белем? Әхләгелә, әҙәбелә, тәрбиәһелә юҡ киләсәк быуындын.

   Мең йыл ярымдан ашыу йәшәп килгән мосолман дине генә халыҡты ҡотҡарыр. Дин белем тигән һүҙ. Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм, бәйғәмбәр: «Ҡытайға булһала барып белем алығыҙ» — тигән. «Бишектән ләхеткә тиклем уҡығыҙ» — тип әйткән. Джәбрәил фәрештә Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм ҡосаҡлап ала ла өс тапҡыр; «уҡы, уҡы, уҡы» — тип әйтә. Ошо һүҙҙәрҙе наҙандар Ленинден саҡырыуы тип баралар.

   Ленин большевиктәре шул үҫеп килгән быуынды маңҡортҡа әйләндерер өсөн 1927—1929 йылда латин грамматикаһы индерәләр. Ата-әсәләре иҫке төрки (ғәрәп) грамматикаһында белемле һәм Ҡөрйән китабы уҡый алһалар, балалары уларҙын яҙыуҙарын танымаһындар өсөн һәм динде онотһондар өсөн шулай эшләнелә.

   Шул 1917 йылға тиклем Башҡортостанда 10 белемле кешегә 1 наҙан, уҡый-яҙа белмәгән кеше, ә Россияла 1 белемле кешегә 9 наҙан тура килгән. Мәсеттәрҙә бар фәндәргә уҡытҡандар. Ул ваҡыттағыларҙын рухи донъяһыла, әхләгелә, ил һөйөүҙәрелә (патриотизм) көслө булған.

   Большевиктәр халыҡты тағыла ныҡ бутау өсөн 1939 йылда кириллиса грамматик белеме индерәләр. Олаталары, улдары ейәндәре ни уҡығанын-яҙғанын белмәй, аталары олотайынын, улынын яҙыуын танымай, ейәндәре атаһынын-олатайынын яҙыуын уҡыу алмай. Шулай, Иблис ярҙамында халыҡтын башы бутала.

   Шул осорҙа документ буйынса ғына Башҡортостанда 6 мең мулла атыла, ә күпмеһе лагерҙәрҙә, һөргөндә, Себерҙә, юлда аслыҡтан-өшөүҙән үлә? Күпмеһе хәбәрһеҙ?

   Һеҙҙең иғтибарға 1933 йылда сыҡҡан башҡорт латин әлифбәһе

Латиница, алифба

1933 год, школьники

Латинский шрифт

Башкортостан, латинский шрифт

атай

атай башҡорт

шрифт латинский

алифба по латыни

Латиница

образование по латине

Башкирская латинская грамматика

Башкортостан

мама по башкирски

Балалар

Клара

деревья Башкортостана

кинохат

Гульсум

Завод в Башкортостане

Абзелиловский район

мәсет

Бурзянский заповедникбашкиры

пионеры Башкортостана

колхоз

эскимосы

хребты урала

абзелил

ветрянка

китап

йәшлек газета

Сталин и Ленин

алфавит Латиница

копейка