Архив автора: Назир Сабитов

Бәраәт кисе

                                               Бәраәт кисе

   Ошо Шағбан айынын ун бишенсе кисендә (Бәраәт кисе) Джәбрәил ғәләйһис-сәләм фәрештә Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә килде лә әйтте: “Йә, Мөхәммәд (ғәләйһис-сәләм)! Ғафил булма, был кистә рәхмәт ишектәре асыла торған кистер. Ҡулдарынды күтәреп, доға ҡылып, изгелектәр теләгеҙ”, — тип әйтте.

   Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: “Әй, Джәбрәил, Был ниндәй фазыйләтле кисәлер?” – тигән.

   Джәбрәил ғәләйһис-сәләм фәрештә: “Әй, Мөхәммәд (ғәләйһис-сәләм). Был кистә өс йөҙ рәхмәт ишеге асылыр. Аллаһ Тәғәлә һәр мосолман бәндәне, мәгәр ун төрлө төркөмдән башҡа, әгәр тәүбә ҡылмаһалар ярлыҡамаҫ: сихерсыны, күрәҙәлек ҡылыусыны, бер мосолман менән үпкәләшеп, һөйләшмәй йөрөгәнде, йәғни үпкә-асыу тотоусыны, иҫерткес эсеүҙе дауам итеүселәрҙе, зинаһы ҡылыусыны, әҙәмдәргә процент өсөн аҡса биреүсене, ата-әсәһен рәнйетеүсене, кеше үлтереүсене, үҙенең ҡәрҙәше менән талашҡан кешене. Әгәр, ошо кешеләр ысын күңелдән тәүбә ҡылып, был эштәренән ваз кисһәләр, уларҙы ярлыҡар”. Читать далее

Доға

                                                       Доға
   

   Доға ҡылыу. Доға ҡылғанда ҡибла яғына боролоп, ҡулдарҙы өҫкә табан күтәреп, (күкрәк тәңгәленән өҫтәрәк, устарҙы бер береһенә яҡынайтып, уң ус һулаҡай устың өҫтөнә ҡуйыла) ҡарашты тура ҡибла яғына юнәлтеп, әкрен тауыш менән ҡылына. Берәй доға йә аят уҡып, үҙ телендә Аллаһ Тәғәләнән теләгән шифаны үә теләкте һорайбыҙ. Иң ҙур доға «Фатиха» (шуға баҫ) һәм «Аятүл Көрси»  ауырығанда, йә берәйһенә уҡығанда шифаһы сикһеҙ.

   «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим» тигәс ҡырҡ мәртәбә,ошо Әғүҙү-билләһи менән башлап уҡырға. Бар бәләләрҙән, ауырыуҙарҙан, ҡурҡыныстарҙан һаҡлар. Читать далее

Азан

            Азан — аҙан әйтеү һәм уның мәғәнәһе

      «Аллаһу Әкбәр» — «Аллаһ Бөйөк» — 4 мәртәбә.

     «Әшһәдү әллә иләһә иллаллаһ» — «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, тип шаһитлыҡ ҡылам» — 2 мәртәбә.

     «Әшһәдү әннә Мәхәммәдәр-рәсүлүллаһ» — «Мөхәммәд (саллаллаһу гәләйһис үәс-сәлләм) — Аллаһ Тәғәләнең рәсүле, тип шаһитлыҡ ҡылам» — 2 мәртәбә.
     «Хәййә ғәләс-сәләәһ» — «Намаҙға барығыҙ» — 2 мәртәбә.
     «Хәййә ғәләл фәләәх» — «Уңышҡа ирешегеҙ» — 2 мәртәбә.
     «Аллаһу Әкбәр» — «Аллаһ Бөйөк» — 2 мәртәбә.
     «Лә иләәһә илләллаһ» — «Аллаһынан башҡа илаһ юҡ» — 1 мәртәбә. Читать далее

Ҡөрйән викторинаһы

            Ҡөръән викторинаһы һорауҙары

Ҡөръән викторинаһы ярыштарына әҙер материал.

Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү. Ҡәҙерле уҡыусы, әгәр Ҡөръән ярыштары үткәрәбеҙ тиһәгеҙ – әҙер һорау-яуаптар динебеҙ буйынса

1. Һорау; Һин мосолманмы?
Яуап: Әлхәмдүлилләһ, мосолманмын!

2. һорау: Мосолманлыҡ нимәне аңлата?
Яуап: Аллаһты бар һәм бер тип белеү, Ҡөръән Кәримде һәм Мөхәммәт саллиаллаһу ғәләйһи үә сәлләмде таныу.

3. һорау: Раббың кем?
Яуап: Аллаһ Тәғәлә. Читать далее

Рәжәб айы

                                                Рәжәб айы

     Изге Рәжәб айы — Ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Изге мөбәрәк айҙарҙын өсәүһе Рәжәб, Шағбан, Рамаҙан бер-бер артлы киләләр. Был айҙа Рағәиб кисәһе көнө бар. Был кисәлә бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла ибн (улы) Ғәбделмотталиб менән һөйөклө әсәһе Әминә бинт (ҡыҙы) Үәһбтең никахлашҡан, ҡауышҡан көнө.

     Был изге айҙың 27 нсе кисәһендә Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм күккә күтәрелә, Аллаһ Тәғәлә белән осраша. Беҙгә ошо көнде биш ваҡыт намаҙ фарыз була. Шулай уҡ ошо айҙа динебеҙгә һәм мосолмандар тарихына бәйле әһәмиәтле ваҡыйғалар күп. Шуға ла мосолмандар был айҙы ҡәҙерләп изге тип һанайҙар. Был айҙан һуң килгән Шәғбан айыла — изге. Шунан һуң иң көткән изге Рамаҙан килә. Ошо айҙарҙа беҙ Рамаҙан айына әҙерләнеп барабыҙ. Читать далее

Ветеран Ирғәлин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улы

ветеран войны Иргалин Муждаба Габдулхакович

   Еңеү ветераны Иргалин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улы

   Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ғына ҡәҙерле туғаныбыҙ һуғыш ветераны Иргалин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улынын әхирәткә күсеүенә 40 көн тулыуы сәбәпле Ҡөръән мәжлесе үткәреп аят уҡыныҡ. Ошо быйылғы Еңеү көнөнә Мөждәбә апабыҙ (Әбйәлил яҡтарында апа – атай-әсәйҙән оло ир кеше. Ололап, ҡәҙерләп әйтеү) ай ярымдай ғына, килеп етмәне.

   Әбйәлил районын Әүмеш (Алсынбай) ауылында 1926 йылда тыуып үҫеп, һуғышта ҡатнашып, иҫән-һау ҡайтҡас колхозда ғүмер буйы эшләп, күп балалар үҫтереп, хаҡлы ялға сығып, 90 йылдан күберәк ғүмер кисереп, арабыҙҙан китте. Таштимер ауылы сельсоветенен һуңғы һуғыш ветераны Ғабдулхаҡ улы Мөждәбә апабыҙҙын урыны йәнәттә булһын. Читать далее

Зыяратта өмә

                             Таштимер зыяратында өмә

   Әбйәлил районы Таштимер ауылы зыяратында, май айынын башында, өмә үтте. Был изге эштә, ҡәберлек һәм уның тирә-яғы таҙартылды. Үҙебеҙҙең икенсе мәңгелек йортобоҙҙо онотмайыҡ, барып ятыр урыныбыҙ шунда. Бар мәрхүм туғандарыбыҙҙын, мәрхүм атай-әсәйҙәребеҙҙен, мәрхүм мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙен урыны — һуңғы өйө. Бар изге эш — саҙаҡа, мәрхүмдәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәт итһен.

Белем

                                             Белем

   1917 йылда большевиктәр яңы быуынды коммунистик идеяла тәрбиәләр өсөн совет белеме һәм әҙәп (культура) комиссияһы төҙөй. Ошо хөкүмәт белем комиссияһы 1918 йылда яңы декрет сығара. Был декрет менән Совет власы мәктәптәрҙе мәсет һәм сиркәүҙәрҙән айырып, үҙ алы итеп, дингә ҡаршы көрәш башлай. Ошо ҡарар менән халыҡтын аңын һәм күңелен томалау башланыла.

   Беҙҙен атай-әсәйҙәрҙе, олата-бабаларыбыҙ диндә тәрбиәләй, совет осорондағы тәртип шул арҡала һаҡлана. Әммә динһеҙ быуындар алмашына бара, әхләҡ һәм әҙәп тигән нәмәне хәҙер ниндәй кимәлдә икәнен күрәһегеҙ. Үҙ тарихен, үҙ милләтен, хатта ауыл балаларынын кәзәне һарыҡтан айырмағас, мәктәптәрҙәге белем ни кимәлдә? ЕГЭ тигән экзамендәрҙе көсләп, видео камера һәм көслө һаҡ аҫтында биреүҙәре ни тора. Ә күпме балалар ошо экзамен ҡурҡыныстарынан үҙҙәрен йәш матур тормоштарын киҫәләр? Читать далее