Әсәләр доғаһы
Намаҙҙан һуң әсәләр доғаһы.
“Күпме һуҡыр кешеләр бар, ләкин улар бармаҡтары менән генә булһа ла, Ҡөръәнде уҡырға тырышалар. Күпме аяҡһыҙ кешеләр бар, улар мәсеткә йөрөргә бик өмөтләнеп торалар, ләкин бара алмайҙар. Күпме һаңғырау кешеләр бар, улар Ҡөръән-Кәримде бик тыңлар инеләр, ләкин ишетмәйҙәр. Әлеге кешеләрҙең Аллаһы ҡаршыһында әйтер һүҙҙәре булыр, сөнки уларҙың берәр кәмселектәре бар. «Ә беҙ һеҙҙең менән нимә әйтербеҙ икән?!"тип «Өмөт» гәзитендә яҙылып сыҡҡан. Хаҡ һүҙҙәр, уйланырлыҡ һүҙҙәр.
Намаҙҙы уҡымаҫ өсөн, мәсеттәргә йөрөмәҫ өсөн ниндәй генә сәбәптәр тапмайбыҙ. Әйе, бер кемде лә көсләп ғибәҙәт юлына баҫтыра алмайбыҙ. Әммә, үҙен мосолман тип таныған кеше был донъяла намаҙҙарын уҡырға бурыслы. Беҙ бөтөнөбеҙ ҙә шуны яҡшы белергә тейешбеҙ: Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә иң беренсе итеп намаҙ уҡыу тураһында һораясаҡ. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәләм үҙенең хәҙисендә былай тигән: “Ҡиәмәт көнөндә кешенән иң тәүҙә намаҙ өсөн хисап алыныр. Әгәр намаҙҙары теүәл булһа, нисек кәрәк шулай итеп, еренә еткереп ҡылынған булһа, Аллаһы Тәғәлә был кешене үҙ рәхмәте менән хөкөм ҡылыр. Әгәр намаҙҙары ҡыҫҡартылған, кәмселектәре булһа, Аллаһы Тәғәлә фәрештәләргә: «Был бәндәне нәфел намаҙҙары менән тултырығыҙ, теүәлләгеҙ», — тип әйтер.
Тәһәрәтләнеп, ниәтләп, Ҡибла тарафына ҡарап, ысын күңелдән намаҙҙарыңды башҡарып сыҡһаң, ниндәйҙер илаһи көс алаһың, үҙең еңеләйеп, күңелдәрең тыныслана, сафлана. Сөнки намаҙҙан һуң, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарына ярлыҡауын, намаҙҙағы булған ниндәйҙер хаталарҙы кисереүен һорап доға ҡылабыҙ. Шулай уҡ вафат булған ата-бабаларыңа, ҡыҙ һәм ир-ат туғандарыңа доға ҡылыу үҙе бер бик ҙур сауап. Мәрхүм-мәрхүмәләр рухына доғалар ирешеп, улар шатланышалар.
"Үҙеңдән һуң, ҡул күтәреп доға ҡылырлыҡ балалар үҫтерә алһаң", — донъянан тыныс күңел менән китә алаһың. Сөнки, улар һине доғаларынан мәхрүм итмәйәсәктәр.
"Атай-әсәйҙең, мосафирҙың, рәнйетелгәндәрҙең доғаһына кәртә юҡ", — тип хәҙистә яҙылған. Бигерәк тә әсәләр доғаһы балалары өсөн ҡабул була.
Намаҙҙан һуң, доғалар уҡығас, әсәләргә ошо теләктәрҙе теләргә кәрәк:
Йә, Раббым! Рәхмәтең менән миңә балалар бирҙең. Миңә, балаларыма яҡшы тәрбиә һәм яратыуҙы мираҫ итеп ҡалдырыу өсөн, тормошомдың аҙағына ҡәҙәр яҡшы әсәй булыуҙы насип ит! Йөрәгемде (күңелемде) балаларыма ҡарата шәфҡәт, мәрхәмәт, һөйөү менән тултыр. Миңә балаларыма изге ғәмәлдәр ҡылырлыҡ, Һинең ҡаршыңда булған ғибәҙәттәрен, бурыстарын үтәрлек күңел, рух һәм тән сәләмәтлектәрен Һин биргән саф хәлдә һаҡлап ҡалырға ярҙам ит. Раббым, минең балаларымдан һәм минән риза бул.
Йә, Раббым! Миңә хәйерле сәләмәтлек бир, бары тик сәләмәт булғанда ғына мин ғаиләмә файҙалы була алам. Минең балаларыма ҡарата булған яратыуым, шәфҡәтем, иғтибарым менән уларҙа ла миңә ҡарата яратыу һәм хөрмәт, ихтирам уят.
Балаларымдың күңелдәрен рәнйетмәйенсә, хистәрен саф итеп һаҡлап ҡалыу өсөн, балаларыма ҡарата ғәҙел һәм тигеҙ ҡарашта булыуымды насип ит. Балаларыбыҙ һәр ваҡыт күҙҙәребеҙҙең нуры булһын.
Йә, Раббым! Рәхмәтең менән ир-егеттәребеҙгә иманлы, таҙа нәҫелдән булған, мосолман ҡатындар насип ит. Ҡыҙҙарыбыҙға иманлы, күркәм, әхләкле, ғаиләләрен ҡайғыртыусы (хәстәрлекләүсе), бала һәм ҡатын хаҡтарын үтәүсе мосолман ирҙәр бир. Йә, Раббым!
Рәхмәтең менән ҡиәмәт көнөнә тиклем нәҫелебеҙҙе тоғро юлда тот. Кешеләр араһында ғәзиз, күркәм ҡолдарың булырға насип ит.
Әхләҡ һәм нәҫел сафлығыбыҙҙы һаҡла. Ҡиәмәт көнөндә балаларыбыҙҙы беҙҙең өсөн шәфәғәтсе ит, уларҙың шәфәғәттәрен ҡабул ит.
Йә, мәрхәмәтлеләрҙең мәрхәмәтлеһе! Бөтә нәмә Һинең рәхмәтең менән була. Доғаларымды ҡабул ит! Әмин! Йә, Раббым! Һин һәр барлыҡҡа ризыҡ биреүсе! Рәхмәтең менән балаларымды хәләл ризыҡ менән туйындырыусы, матди һәм мәғәнәүи нәмәләрҙә хәләл менән харамды айырыуҙы насип ит.
Йә, Раббым! Һин – Ғилем биреүсе! Балаларымда файҙалы ғилем алырға теләк уят, уларҙы хәйерле ғәмәлдәр ҡылырға һәләтле ит. Насарлыҡ һәм яуызлыҡ таратыусылар менән бергә булыуҙан ҡурҡыуҙы тәрбиәлә! Уларҙы боҙоҡ, насар һүҙҙәр, ғәйбәт һөйләүҙәрҙән һаҡла. Насар үрнәк алып, тоғро юлдан тайпылыуҙан һаҡла.
Балаларыма яҡшы үрнәк булыуҙы насип ит. Балаларымдың хаталарын дөрөҫ төҙәтергә, аҙашыуҙарҙан һаҡларға ярҙам ит. Йә, Раббым! Һин – Ғәфү итеүсе! Үҙеңдең рәхмәтең менән балаларымдың тормошона уңыштар бир, аслыҡ, хәйерселек хәлдәренән һаҡла. Уларға мәңгелек бәхеткә ирешеү өсөн кәрәк булған һәр нәмәне бир. Белеп ҡылған, белмәйенсә ҡылған гонаһтарын ғәфү ит, мәрхәмәт ит. Яңылышҡан, аҙашҡан ваҡыттарында күкрәктәрен тәүбәгә йүнәлт.
Аллаһы Тәғәләм, балаларымды һәр төрлө яуызлыҡтан һәм насарлыҡтан, бысраҡ нәмәләрҙән, яман кешеләрҙән һаҡла. Фәрештәләреңде уларға юлдаш ҡыл. Тормоштарының аҙағына ҡәҙәр аманатта имен ҡыл.
Йә, Раббым! Рахман һәм Рәхимлек булған Аллаһым! Балаларым өсөн һөйөнөү шатлығы бир. Уларҙы тормошома йәм-тәм биреүсе, ҡартлығымда таяныстарым ит, ҡәҙер-хөрмәттәрен күрергә насип ит. Ҡиәмәт көнөнә тиклем имен нәҫелдә булыуҙарын бир.
Йә, Раббым! Һин – Бар итеүсе һәм барлыҡтарыңды һаҡлаусы! Балаларымды күҙ тейеүҙән, сихыр-боҙом зәхмәтенән, һаңғыраулыҡтан, һуҡырлыҡтан, телһеҙлектән, аҡылһыҙлыҡтан, бәлә-ҡазаларҙан, ауыр хаталарҙан һаҡла. Уларҙы ялҡаулыҡтан, һаранлыҡтан, тар һәм ҡаты күңелле булыуҙан, башҡа насар холоҡтарҙан һаҡла. Ике донъя бәхетенә ирештер уларҙы, мәрхәмәтең менән уларҙы йәһәнәм утынан ҡотҡар.
Бөтә нәмә Һинең рәхмәтең менән була! Доғаларымды ҡабул ит. Әмин!
Барыһын да түгел, үҙегеҙгә кәрәктәрен һайлап алып, хөрмәтле әсәләр, балаларығыҙ өсөн доға уҡып, теләктәр теләгеҙ.
Наилә САФИУЛЛИНА, "Яңарыш” газетасы, Тюмень.