Йәсин сүрәһе

                                               Йәсин сүрәһе

     «Йәсин» сүрәһенең серҙәре, хикмәттәре, фазиләттәре һәм шифалары
     — Кемдер һәр иртә һайын «Йәсин» сүрәһен уҡып, ундағы һәр «мөбин» һүҙенә туҡтап, 102 шәр мәртәбә «Йә Мүбин» тип әйтһә (7 «мөбин» һүҙенә 714 мәртәбә «Йә Мүбин» исеме әйтелер), уҡыусы кешенең күҙҙәренә башҡа әҙәм балалары күрмәгән ғәжәйеп нәмәләр күренә башлар.
     — Күҙ һәм ашҡаҙан ауырыуҙарынан зарланыусы кеше, ауыртҡан еренә ҡулын ҡуйып, сүрәнең беренсе биш аятын уҡып торһон. ИншаАллаһ, был кеше шифаһын табыр
     — Һәр төрлө морад-маҡсатка ирешер өсөн, йәстү намаҙынан һуң, тағы ла 2 рәҡәғәт нәфел намаҙ уҡып, бер юлы 41 мәртәбә «Йәсин» сүрәһен уҡырға кәрәк. Һәр бер «Йәсин» уҡыған һайын 1 мәртәбә «Йә мән йәкулү лиш — шәйьи күн фәйәкүн. Ифғәл ли (...)» тип әйтер кәрәк булыр. «Ифғәл ли...» тигән һүҙҙәрҙән һуң һәр ваҡыт теләк, маҡсатты әйтеү кәрәк. Аллаһы Тәғәлә рәхмәте менән уҡыусы маҡсатына ирешер.

     Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләм: — «Йәсин» — Ҡөрьәндең йөрәге. Уны бер мәртәбә уҡып сығыу — Ҡөръәнде ун мәртәбә уҡып сығыу кеүектер. Кистәрен «Йәсин»-де уҡыған— иртәһенә ҡәҙәр иләһи мәғфирәткә, йәғни Аллаһы Тәғәлә ярлыҡауына ирешер. Берҙән-бер булған Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн был сүрәне уҡыусы кешенең элекке хатталары ғәфү ителер. Үлем хәлендә ятҡан кеше янында был сүрәне уҡыһағыҙ, сүрәнең һәр хәрефе һайын ун фәрештә ҡаршына килеп баҫып, йән биреүсе өсөн мәрхәмәт теләп торорҙар һәм мәйетте күмгән ваҡытта, ҡәбер янында булып, доғала булырҙар, йәннәт шәрбәтен эсерерҙәр, һәм вафат булған кеше, йәннәткә ингәнсә ҡәҙәр, һыуһау тоймаҫ. Был сүрәне уҡыусыға шәфәғәтсе (Ҡиәмәт көнөндә кемделер яҡлар) булыу мөмкинлеге бирелер, тыңлаусы иһә – ғәфү ителер, — тигән. (Кәшшәф тәфсире, 3-295).
     «Йәсин» сүрәһе — Раббыбыҙҙың бер хазинаһылыр. «Йәсин» сүрәһен 7, 21 йәки 41 мәртәбә уҡыған кеше үәсүәсә, шикләнеү-шөбһәләнеүҙән ҡотолор, Аллаһы Тәғәлә уға донъя-ахирәт бәхеттәрен насип итәр. Мохтаж кеше хужа-түрәләр янына был сүрәне 7, 21 йәки 41 мәртәбә уҡыған хәлдә керһә, хәжәте үтәлер, иншаАллаһ.
     «Йәсин» сүрәһен ата-әсә рухы өсөн уҡыу тураһында
     Ғәйшә әсәбеҙ риүәйәтендә һөйләнгәнсә, Рәсүл Әғзам саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм: «Кем дә кем йома көндө атаһы менән әсәһе йәки быларҙың береһе ҡәбере янына барып, баш осонда «Йәсин» сүрәһен уҡыһа, һәр хәрефе һанынса ата-әсәһенә мәғфирәт – ярлыҡау булыр», — тигән (хәҙис-шәриф).
     Әбү Һүрайра тапшырған: «Ҡәберстанға инеп, кем дә булһа «Йәсин» сүрәһен уҡыһа, ошо көндән ҡәберҙә булыусыларҙың ғазабы еңеләйер, уҡыусыға иһә «Йәсин»дәге хәрефтәр һанынса сауабы бирелер», — тине Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм».
     «Йәсин» сүрәһен ахшамда уҡыу тураһында
     Пәйғәмбәр саллаллаһү ғәләйһи үәс сәлләм:
     — Һәр кистә «Йәсин» сүрәһен уҡыусы кеше, һис шикһеҙ, шәһит булараҡ үләр.
     — Аллаһы Тәғәлә ризалығына өмөт итеп, кистәрен «Йәсин» уҡыусы кеше Аллаһы тәғәлә тарафынан ғәфү ителер.
     — «Йәсин» сүрәһен кистәрен уҡыусы кеше үҙе Ҡөръәнде бер юлы ете мәртәбә уҡып сыҡҡан кеүек әжер-сауаптарға эйә булыр, — тип хәбәр иткән.
     «Йәсин» сүрәһен үлем түшәгендә ятыусылар өсөн уҡыу тураһында
     — Үлем хәлендә ятыусы кеше янында «Йасин» сүрәһен уҡығыҙ (Мәғҡыйл ибн Йәсәр риүәйәте).
     — «Йәсин» сүрәһен әжәле яҡынлашҡан кеше янында уҡығыҙ! Аллаһы Тәғәлә уның йән биреүен еңеләйтер (Дәйләми риүәйәте).
     — Үлеме яҡынлашҡан кешенең баш осонда даими «Йәсин» сүрәһе уҡылһа, Аллаһы Тәғәлә уға еңеллек бирер! — тигән Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм (Әд-Дәрҙә риүәйәте). Бынан тыш, ул хәбәр иткәнсә, Аллаһы Тәғәлә әжәле яҡынлашҡан кеше янында «Йәсин»дең уҡылған һәр хәрефе һайын унар фәрештә индерер. «Йәсин» сүрәһендә өс мең хәреф барҙыр. Был фәрештәләр, саф-саф теҙелеп, әжәле яҡынлашҡан кеше өсөн доға-истиғфәр ҡылырҙар, тип әйтелә. Үлем тәменән иҫергән кеше, Ридван йәннәтендәге шарабты ауыҙ итмәйсә, хатта Ғазраил ғәләйһис-сәләм фәрештәгә йәнен дә бирмәҫ, тип әйтелә. Был хәбәрҙе Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән Әнәс хәҙрәттәре тапшыра (Дәрими йыйынтығы).
     Егерме бәрәкәт сүрәһе
     Рәсүл Әкрам саллаллаһү ғәләйһи үәс сәлләм: «Әй, Ғәли! «Йәсин» сүрәһен дауамлы хәлдә уҡып тор! Хаҡлыҡта, унда егерме төрлө бәрәкәт барҙыр! Уны ас кеше уҡыһа — туйыр, һыуһаған кеше уҡыһа — һыуһауы баҫылыр, яланғас уҡыһа — кейенә алыр, өйләнмәгән уҡыһа — өйләнер, ҡурҡҡан кеше ҡурҡыуынан ҡотолор, ауырыу — шифа табыр, зиндандағы кеше иреккә сығыр, мосафир уҡыһа — сәфәрендә ярҙамға ирешер; юғалған әйбер табылыр; хәсрәтле кеше уҡыһа — хәсрәтенән арыныр...» — тигән. Һис шикһеҙ, инанып, ышанып, шик тотмайынса уҡыған кеше генә ниәтенә, күңеленә ҡарата мораҙына ирешер.
     Йома кистәрендә «Йәсин» сүрәһен уҡыу тураһында
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән:
     — Йома кистәрендә «Йәсин» сүрәһен уҡыусы кеше иртәнге сәғәттәренә тиклем иләһи ярлыҡауға ирешкән хәлдә ҡалыр.
     — Йома кисендә ике рәкәғәт намаҙ уҡып, беренсе рәҡәғәтендә «Әлхәм»дән һуң, «Йәсин», икенсеһендә «Әлхәм»дән һуң «Тәбәрәк» сүрәләрен уҡыусы кешегә уҡығанының һәр бер хәрефе һайын меңәр нур бирелер. Ул нур Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр балҡыр. Ғәмәл дәфтәрҙәренә лә яҙылыр. Йәһәннәмдән ҡотолоуға сәбәптәрҙән булыр. Үҙенең ғаилә әһелдәре араһындағы гөнаһкәрҙәрҙең етмешенә шәфәғәтсе булыр. Иғтибар итә күр: әйткәндәрҙән шикләнеүсе монафиҡ булыр!» — тигән.

 Ошо ссылка буйынса «Йәсин» тураһында башҡа мәғлүмәттәргә сығырһығыҙ — Мөғжизә үә «Йәсин»  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/m%D3%A9%D2%93zhiz%D3%99-%D2%AF%D3%99.html

                                   بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيمِ
     Аҫта тулы «Йәсин» һәм унан ары айырым-айырым аяттарҙы дөрөҫ уҡырға өйрәнегеҙ. Йәшел кнопкаларға баҫып аяттар тыңлағыҙ.

     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
   

                       يس
     1. Йәә сиин.
     Йа син.

 

            وَالْقُرْآنِ الْحَكِيم
     2. Үәл-Ҡур'әәнил-хәкиим.
     Хикмәтле Ҡөрьән менән ант итәм!

 

        إِنَّكَ لَمِنَ الْمُرْسَلِينَ
     3. Иннәкә ләминәл-мурсәлиин.
     Әлбиттә, һин, рәсүлдәрҙән,

 

       عَلَى صِرَاطٍ مُّسْتَقِيمٍ
     4. Ғәләә сыираатыим-мүстәҡиим.
     тура юлда.

 

       تَنزِيلَ الْعَزِيزِ الرَّحِيمِ
     5. Тәңзииләл ғәзиизи-ррахиим.
     Ҡөҙрәтле, рәхимле (Аллаһның) был күндергәне

 

                                  لِتُنذِرَ قَوْمًا مَّا أُنذِرَ آبَاؤُهُمْ فَهُمْ غَافِلُونَ
     6. Литүнҙира ҡаумәм-мәә үнҙираәәбәә'үһүм фәһүм ғаафилүүн.
     ата-бабаһы өгөтләнмәгән, шуға ғафил булған халыҡты өгөтләү өсөн.

 

                              لَقَدْ حَقَّ الْقَوْلُ عَلَى أَكْثَرِهِمْ فَهُمْ لَا يُؤْمِنُونَ
     7. Ләҡад хәҡҡаль-ҡаулү ғәләә әкҫәриһим фәһүм ләә йүьминүүн.
     Әйтелгән һүҙ күпселегенә раҫ килде, ә улар иман килтермәй.

 

              إِنَّا جَعَلْنَا فِي أَعْنَاقِهِمْ أَغْلَالًا فَهِيَ إِلَى الْأَذْقَانِ فَهُم مُّقْمَحُونَ
     8. Иннәә джәғәлнәә фии әғнәәҡиһим ағләәләң фәһийә иләл-әҙҡаани фәһүм муҡмәхүүн.
     Беҙ уларҙың муйынына эйәген күтәреп торған ҡалын ҡалып һалдыҡ, шуға улар саң-ҡайып тора.

 

         وَجَعَلْنَا مِن بَيْنِ أَيْدِيهِمْ سَدًّا وَمِنْ خَلْفِهِمْ سَدًّا فَأَغْشَيْنَاهُمْ فَهُمْ لَا يُبْصِرُونَ
     9. Үә джәғәлнәә мим-бәйни әйдииһим сәд-дәү-үә мин хальфиһим сәддән фә'ағшәйнәәһүм фәһүм ләә йүбсыируун.
     Беҙ уларҙы алдынан да, артынан да кәртә менән ҡаманыҡ, шуға улар күрмәй.

 

                           وَسَوَاءٌ عَلَيْهِمْ أَأَنذَرْتَهُمْ أَمْ لَمْ تُنذِرْهُمْ لَا يُؤْمِنُونَ
     10. Үә сәүәә'үн ғәләйһим ә'әңҙәртәһүм әм ләм түң-ҙирһүм ләә йүьминүүн.
     Өгөтләһәң дә, өгөтләмәһәң дә, барыбер улар иманға килмәй.

 

           إِنَّمَا تُنذِرُ مَنِ اتَّبَعَ الذِّكْرَ وَخَشِيَ الرَّحْمَنَ بِالْغَيْبِ فَبَشِّرْهُ بِمَغْفِرَةٍ وَأَجْرٍ كَرِيمٍ
     11. Иннәмәә түнҙиру мәни-ттәбәғәҙ-ҙикра үә хашийәр-рахмәәнә билғайби фәбәшширһү бимагфиратиү-үә әджриң кәриим.
     һин иҫкә алғанға (Ҡөрьәнгә) эйәргән, Әр-Рахмандан күңеле ҡурҡып торған кешене генә өгөтләй алаһың. Уны ярлыҡау һәм мул әжер менән һөйөнсөлә!

 

       إِنَّا نَحْنُ نُحْيِي الْمَوْتَى وَنَكْتُبُ مَا قَدَّمُوا وَآثَارَهُمْ وَكُلَّ شَيْءٍ أَحْصَيْنَاهُ فِي إِمَامٍ مُّبِينٍ
     12. Иннәә нәхнү нүхйил-мәүтәә үә нәктүбү мәә ҡаддәмүү үә әәҫәә-раһүм үә күллә шәй'ин әхсайнәәһү фии имәәмим-мүбиин.
     Беҙ үлеләрҙе терелтәбеҙ, элек эшләгән эштәрен, ҡалдырған эҙҙәрен яҙып барабыҙ. Асыҡ төп нөсхәгә Беҙ бөтә нәмәне теркәгәнбеҙ.

 

               وَاضْرِبْ لَهُم مَّثَلًا أَصْحَابَ الْقَرْيَةِ إِذْ جَاءَهَا الْمُرْسَلُونَ
     13. Уадриб ләһүм мәҫәлән асхәәбәл-ҡар- йәти иҙ джәә'әһәл-мурсәлүүн.
      һин уларға ҡала кешеләрен миҫал итеп килтер. Бына, уларға рәсүлдәр барҙы.

 

        إِذْ أَرْسَلْنَا إِلَيْهِمُ اثْنَيْنِ فَكَذَّبُوهُمَا فَعَزَّزْنَا بِثَالِثٍ فَقَالُوا إِنَّا إِلَيْكُم مُّرْسَلُونَ
     14. Иҙ арсәлнәә иләйһимүҫ-нәйни фәкәҙҙә- бүүһүмәә фәғәззәзнәә биҫәәлиҫин фә-ҡаалүү иннәә иләйкүм мурсәлүүн.
     Беҙ уларға ике кеше ебәрҙек. Уларҙы ялғанға сығарҙылар һәм Беҙ ул икәүҙе өсөнсө рәсүл менән көсәйттек. Улар: «Беҙ һеҙгә рәсүлдәр булып килдек бит!» — тине.

 

      قَالُوا مَا أَنتُمْ إِلَّا بَشَرٌ مِّثْلُنَا وَمَا أَنزَلَ الرَّحْمَنُ مِن شَيْءٍ إِنْ أَنتُمْ إِلَّا تَكْذِبُونَ
     15. Ҡаалүү мәә әңтүм илләә бәшәрум-миҫ-лүнәә үә мәә әңзәлә-ррахмәәнү миң шәй'ин ин әңтүм илләә тәкҙибүүн.
     Тегеләр: «һеҙ — беҙҙең кеүек үк кеше. Әр-Рахман бер нәмә лә күндермәне, һеҙ ҡоро алдайһығыҙ», -тине.

 

              قَالُوا رَبُّنَا يَعْلَمُ إِنَّا إِلَيْكُمْ لَمُرْسَلُونَ
     16. Ҡаалүү раббүнәә йәғләмү иннәә иләй-күм ләмурсәлүүн.
     Улар: «Раббыбыҙ беҙҙең рәсүл икәнде белә.

 

                     وَمَا عَلَيْنَا إِلَّا الْبَلَاغُ الْمُبِينُ
     17. Үә мәә ғәләйнәә илләл-бәләәғуль- мүбиин.
     Беҙҙең өҫтә — асыҡ хәбәр еткереү эше генә», — тине.

 

          قَالُوا إِنَّا تَطَيَّرْنَا بِكُمْ لَئِن لَّمْ تَنتَهُوا لَنَرْجُمَنَّكُمْ وَلَيَمَسَّنَّكُم مِّنَّا عَذَابٌ أَلِيمٌ
     18. Ҡаалүү иннәә тәтаййарнәә бикүм лә'ил- ләм тәңтәһүү ләнәрджүмәннәкүм үә ләйә- мәссәннәкүм миннәә ғәҙәәбүн әлиим.
     Тегеләр: «Беҙ һеҙҙә шомло билдә күрәбеҙ! Телегеҙҙе тыймаһағыҙ, беҙ һеҙҙе таш менән орабыҙ. Беҙҙән ғазаплы яза алырһығыҙ!» — тине.

 

                 قَالُوا طَائِرُكُم مَّعَكُمْ أَئِن ذُكِّرْتُم بَلْ أَنتُمْ قَوْمٌ مُّسْرِفُونَ
     19. Ҡаалүү таа'ирукүм мәғәкүм ә'иң ҙүк- киртүм бәл әңтүм ҡаумүм-мүсрифүүн.
     Улар: «Шомланған билдәгеҙ үҙегеҙгә булыр. Әллә һеҙҙе өгөтләгәнгә... Эй, һеҙ сиктән уҙған халыҡ икән дә баһа!» — тине.

 

         وَجَاءَ مِنْ أَقْصَى الْمَدِينَةِ رَجُلٌ يَسْعَى قَالَ يَا قَوْمِ اتَّبِعُوا الْمُرْسَلِينَ
     20. Үә джәә'ә мин аҡсаль-мәдиинәти раджүлүй-йәсғәә ҡаалә йәә ҡауми-ттәбиғүл- мурсәлиин.
     Ҡаланың арғы осонан ашығып бер кеше килде. Ул: «Эй, халҡым, рәсүлдәргә эйәрегеҙ!

 

                      اتَّبِعُوا مَن لَّا يَسْأَلُكُمْ أَجْرًا وَهُم مُّهْتَدُونَ
     21. Иттәбиғүү мәл-ләә йәс'әлүкүм әджрау-үә һүм мүһтәдүүн.
     Эйәрегеҙ, сөнки улар һеҙҙән һис бер түләү һорамай. Улар — тура юлды тапҡан заттар.

 

                      وَمَا لِيَ لَا أَعْبُدُ الَّذِي فَطَرَنِي وَإِلَيْهِ تُرْجَعُونَ
     22 Үә мәә лийә ләә әғбүдү-лләҙии фәтарании үә иләйһи турджәғүүн.
     Нишләп мин беҙҙе донъяға яратҡан, барыбыҙ ҙа ҡаршыһына ҡайта торған Аллаһға ғибәҙәт ҡылмаҫҡа тейеш?

 

     أَأَتَّخِذُ مِن دُونِهِ آلِهَةً إِن يُرِدْنِ الرَّحْمَنُ بِضُرٍّ لَّا تُغْنِ عَنِّي شَفَاعَتُهُمْ شَيْئًا وَلَا يُنقِذُونِ
     23. Ә'әттәхыиҙү миң дүүниһии әәли- һәтән ий-йүридни-ррахмәәнү бидуррилләә түғни ғәннии шәфәәғәтүһүм шәй'әү-үә ләә йүңҡиҙүүн.
     Минең Унан башҡа тағы илаһ алаһым бармы? Әр-Рахман насарлыҡ ҡылмаҡ булһа, теге илаһтарҙың яҡлауы мине бер нәмәнән дә ҡотҡармаҫ.

                إِنِّي إِذًا لَّفِي ضَلَالٍ مُّبِينٍ
     24. Иннии иҙәл-ләфии даләәлим-мүбиин.
     Ул саҡта мин күрәләтә аҙашҡан булам бит!

 

              إِنِّي آمَنتُ بِرَبِّكُمْ فَاسْمَعُونِ
     25. Иннии әәмәңтү бираб-бикүм фәсмәғүүн.
     Мин Раббыға иман килтергәнмен бит, мине тыңлағыҙ!» — тине.

 

                قِيلَ ادْخُلِ الْجَنَّةَ قَالَ يَا لَيْتَ قَوْمِي يَعْلَمُونَ
     26. Ҡииләд хулил-джәннәтә ҡаалә йәә ләйтә ҡаумии йәғләмүүн.
     Уға әйттеләр: «Ожмахҡа ин!» Ул: «Аһ, халҡым белһен ине.

                   بِمَا غَفَرَ لِي رَبِّي وَجَعَلَنِي مِنَ الْمُكْرَمِينَ
     27. Бимәә ғафәра лии раббии үә джәғәләнии минәл-мүкрамиин.
     ни өсөн Раббым мине ғәфү иткәнен, хөрмәтле иткәнен!» — тине.

 

            وَمَا أَنزَلْنَا عَلَى قَوْمِهِ مِن بَعْدِهِ مِن جُندٍ مِّنَ السَّمَاءِ وَمَا كُنَّا مُنزِلِينَ
     28. Үә мәә әңзәлнәә ғәләә ҡаумиһи мим-бәғдиһи миң джүңдим-минә-ссәмәә'и үә мәә күннәә мүңзилиин.
     Беҙ унан һуң Күктән уның халҡына бер ғәскәр ҙә ебәрмәнек. Беҙ уны ебәрә булабыҙмы инде!

 

                 إِن كَانَتْ إِلَّا صَيْحَةً وَاحِدَةً فَإِذَا هُمْ خَامِدُونَ
     29. Иң кәәнәт илләә сайхәтәү-үәәхидәтәң фә'иҙәә һүм хаамидүүн.
     Ул бер ҡаты тауыш ҡына булды һәм уларҙан һис кем тере ҡалманы.

 

           يَا حَسْرَةً عَلَى الْعِبَادِ مَا يَأْتِيهِم مِّن رَّسُولٍ إِلَّا كَانُوا بِهِ يَسْتَهْزِئُونَ
     30. Иәә хәсратән гәләл-ғибәәди мәә йәьтииһим мир-расүүлин илләә кәәнүү биһи йәстәһзи'үүн.
     Эй, хәсрәт бит ҡолдарға! Барған бер рәсүлде улар мыҫҡыл итте.

 

                 أَلَمْ يَرَوْا كَمْ أَهْلَكْنَا قَبْلَهُم مِّنَ الْقُرُونِ أَنَّهُمْ إِلَيْهِمْ لَا يَرْجِعُونَ
     31. Ә ләм йәрау кәм әһләкнәә ҡабләһүм минәл-ҡурууни әннәһүм иләйһим ләә йарджиғүүн.
     Беҙҙең уларға тиклем күпме быуын халыҡты юҡ иткәнде, һәм был халыҡтарҙың бында кире ҡайтмаҫын күрмәгәнме ни улар?

 

                   وَإِن كُلٌّ لَّمَّا جَمِيعٌ لَّدَيْنَا مُحْضَرُونَ
     32. Үә иң күллүл-ләммәә джәмииғүл-ләдәй-нәә мүхдаруун.
     Ысынлап та, барыһы ла беҙҙең ҡаршыға йыйып килтерелер.

 

          وَآيَةٌ لَّهُمُ الْأَرْضُ الْمَيْتَةُ أَحْيَيْنَاهَا وَأَخْرَجْنَا مِنْهَا حَبًّا فَمِنْهُ يَأْكُلُونَ
     33. Үә әәйәтүл-ләһүмүл-ардуль-мәйтәтү әхйәйнәәһәә үә ахраджнәә минһәә хәббәң фәминһү йәькүлүүн.
     һеҙгә аят — үле ер. Беҙ уны терелтеп, һеҙ ашаған ашлыҡты күтәрҙек.

 

           وَجَعَلْنَا فِيهَا جَنَّاتٍ مِّن نَّخِيلٍ وَأَعْنَابٍ وَفَجَّرْنَا فِيهَا مِنَ الْعُيُونِ
     34. Үә джәғәлнәә фииһәә джәннәәтим-мин нәхыиилиү-үә әғнәәбиү-үә фәджжарнәә фииһәә минәл-ғүйүүн.
     Шул ерҙә Беҙ хөрмә, йөҙөм баҡсалары яһаныҡ, шишмәләр сығарҙыҡ,

 

              لِيَأْكُلُوا مِن ثَمَرِهِ وَمَا عَمِلَتْهُ أَيْدِيهِمْ أَفَلَا يَشْكُرُونَ
     35. Лийәькүлүү миң ҫәмәриһи үә мәә ғәми- ләтһү әйдииһим ә фәләә йәшкүруун.
     шуларҙың емешен, үҙҙәре үҫтергән нәмәләрҙе ашаһындар өсөн. Бәлки, шөкөр итерҙәр!

 

      سُبْحَانَ الَّذِي خَلَقَ الْأَزْوَاجَ كُلَّهَا مِمَّا تُنبِتُ الْأَرْضُ وَمِنْ أَنفُسِهِمْ وَمِمَّا لَا يَعْلَمُونَ
     36. Сүбхәәнә-лләҙии халәҡаль-әзүәәджә күлләһәә миммәә түмбитүл-арду үә мин әңфү-сиһим үә миммәә ләә йәғләмүүн.
     Ерҙә үҫкән үҫемлектәрҙе, уларҙың үҙҙәрен, үҙҙәре лә белмәгән нәмәләрҙе ишле-ишле итеп яратҡан Аллаға — маҡтау!

 

                 وَآيَةٌ لَّهُمُ اللَّيْلُ نَسْلَخُ مِنْهُ النَّهَارَ فَإِذَا هُم مُّظْلِمُونَ
     37. Үә әәйәтүл-ләһүмүл-ләйлү нәсләху минһү-ннәһәәра фә'иҙәә һүм муҙлимүүн.
     Уларға аят — төн. Беҙ төнөн көн яҡтыһын алабыҙ, шул саҡта улар ҡараңғыла ҡала

 

                 وَالشَّمْسُ تَجْرِي لِمُسْتَقَرٍّ لَّهَا ذَلِكَ تَقْدِيرُ الْعَزِيزِ الْعَلِيمِ
     38. Үә-шшәмсү тәджрии лимүстәҡаррил-ләһәә ҙәәликә тәҡдиируль-ғәзиизил-ғәлиим.
     Ә Ҡояш үҙенә билдәләнгән ергә ҡәҙәр йөҙә. Ҡөҙрәтле, белемле Алланың яҙғаны шулай.

 

                  وَالْقَمَرَ قَدَّرْنَاهُ مَنَازِلَ حَتَّى عَادَ كَالْعُرْجُونِ الْقَدِيمِ
     39. Үәл-ҡамәра ҡаддәрнәәһү мәнәә-зилә хәттәә ғәәдәкәл-ғурджүүнил-ҡадиим.
     Айға ла Беҙ ҡарт хөрмә ботағы һымаҡ булғанға ҡәҙәр кәкрәйергә яҙҙыҡ.

 

        لَا الشَّمْسُ يَنبَغِي لَهَا أَن تُدْرِكَ الْقَمَرَ وَلَا اللَّيْلُ سَابِقُ النَّهَارِ وَكُلٌّ فِي فَلَكٍ يَسْبَحُونَ
     40. Лә-шшәмсү йәмбәғыии ләһәә әң түдрикәл- ҡамәра үә лә-лләйлү сәәбиҡу-ннәһәәри үә күллүң фии фәләкий-йәсбәхүүн.
     Ҡояш Айҙы ҡыуып етергә, төн көндө уҙырға тейеш түгел, һәр береһе Күк көмбәҙендә йөҙә.

 

                 وَآيَةٌ لَّهُمْ أَنَّا حَمَلْنَا ذُرِّيَّتَهُمْ فِي الْفُلْكِ الْمَشْحُونِ
     41. Үә әәйәтүл-ләһүм әннәә хәмәлнәә ҙурриййәтәһүм фил-фүлкил-мәшхүүн.
     Уларға аят — Беҙ уларҙың нәҫелен йөклө карапта йөрөтәбеҙ.

 

                   وَخَلَقْنَا لَهُم مِّن مِّثْلِهِ مَا يَرْكَبُونَ
     42. Үә халәҡнәә ләһүм мим-миҫлиһи мәә йаркәбүүн.
     Беҙ уларға үҙҙәренеке һымаҡ йөрөй торған нәмә яһаныҡ.

                   وَإِن نَّشَأْ نُغْرِقْهُمْ فَلَا صَرِيخَ لَهُمْ وَلَا هُمْ يُنقَذُونَ
     43. Үә ин нәшәь нуғриҡһүм фәләә сарииха ләһүм үә ләә һүм йүңҡаҙүүн.
     Ә инде теләһәк, Беҙ уларҙы һыуға батырабыҙ. Шул саҡта уларға ярҙамсы булмаҫ, ҡотола алмаҫтар,

 

                 إِلَّا رَحْمَةً مِّنَّا وَمَتَاعًا إِلَى حِينٍ
     44. Илләә рахмәтәм миннәә үә мәтәәғән иләә хиин.
     Беҙҙең рәхмәтебеҙ менән йәки билдәле ваҡытҡа ҡәҙәр файҙаланыр өсөн генә булмаһа.

 

            وَإِذَا قِيلَ لَهُمُ اتَّقُوا مَا بَيْنَ أَيْدِيكُمْ وَمَا خَلْفَكُمْ لَعَلَّكُمْ تُرْحَمُونَ
     45. Үә иҙәә ҡиилә ләһүмүт-тәҡуу мәә бәйнә әйдиикүм үә мәә хальфәкүм ләғәлләкүм турхәмүүн.
     Уларға әйтһәң: «һеҙҙән алда булған һәм һеҙҙән һуң була торған хәлдән ҡурҡығыҙ, бәлки, ғәфү ителерһегеҙ!» — тиһәң...

 

              وَمَا تَأْتِيهِم مِّنْ آيَةٍ مِّنْ آيَاتِ رَبِّهِمْ إِلَّا كَانُوا عَنْهَا مُعْرِضِينَ
     46. Үә мәә тәьтииһим мин әәйәтим-мин әәйәәти раббиһим илләә кәәнүү ғәнһәә мүғри-дыиин.
     Раббыһының аяттарынан ниндәй генә аят килһә лә улар ҡаршы сыға.

 

وَإِذَا قِيلَ لَهُمْ أَنفِقُوا مِمَّا رَزَقَكُمُ اللَّهُ قَالَ الَّذِينَ كَفَرُوا لِلَّذِينَ آمَنُوا أَنُطْعِمُ مَن لَّوْ يَشَاءُ اللَّهُ أَطْعَمَهُ إِنْ أَنتُمْ إِلَّا فِي ضَلَالٍ مُّبِينٍ
     47. Үә иҙәә ҡиилә ләһүм әңфиҡуу миммәә разәҡакүмү-ллааһу ҡаалә-лләҙиинә кәфәруу лилләҙиинә әәмәнүү ә нутғимү мәл-ләү йәшәә'ү-ллааһу атғәмәһүү ин әңтүм илләә фии даләәлим-мүбиин.
     Уларға: «Аллаһ биргән ризыҡтан саҙаҡа өләшегеҙ», — тиһәң, кафырҙар иманлыларға әйтә: «Нишләп Алла теләһә Үҙе ашата ала торған кешеләрҙе беҙ ашатайыҡ? һеҙ ныҡ яңылышаһығыҙ».

 

                  وَيَقُولُونَ مَتَى هَذَا الْوَعْدُ إِن كُنتُمْ صَادِقِينَ
     48. Үә йәҡуулүүнә мәтәә һәәҙәл-үәғдү иң күңтүм саадиҡиин.
     Улар: «һүҙегеҙ хаҡ була торған булһа, ҡасан үтәлә һуң ул вәғәҙә?» — ти.

 

                    مَا يَنظُرُونَ إِلَّا صَيْحَةً وَاحِدَةً تَأْخُذُهُمْ وَهُمْ يَخِصِّمُونَ
     49. Мәә йәңҙуруу-нә илләә сайхәтәү-үәәхи-дәтәң тәьхуҙүһүм үә һүм йәхыиссыимүүн.
     Улар талашып торғанда ҡапыл ҡолаҡты ярған ҡаты тауыштан башҡа бер нәмә лә ишетелмәҫ.

 

                   فَلَا يَسْتَطِيعُونَ تَوْصِيَةً وَلَا إِلَى أَهْلِهِمْ يَرْجِعُونَ
     50. Фәләә йәстәтыииғүүнә тәүсыийәтәү-үә ләә иләә әһлиһим йарджиғүүн.
     Улар васыят әйтеп тә, өйҙәренә ҡайтып та өлгөрә алмаҫ.

 

             وَنُفِخَ فِي الصُّورِ فَإِذَا هُم مِّنَ الْأَجْدَاثِ إِلَى رَبِّهِمْ يَنسِلُونَ
     51. Үә нүфиха фи-ссуури фә'иҙәә һүм минәл-әдж-дәәҫи иләә раббиһим йәңсилүүн.
     Сур өргәс тә, ҡәберҙән ҡубарылып, улар Раббы ҡаршыһына ашҡынырҙар.

 

         قَالُوا يَا وَيْلَنَا مَن بَعَثَنَا مِن مَّرْقَدِنَا هَذَا مَا وَعَدَ الرَّحْمَنُ وَصَدَقَ الْمُرْسَلُونَ
     52. Ҡаалүү йәә үәйләнәә мәм-бәғәҫәнәә мим марҡадинәә һәәҙәә мәә үәғәдә-ррах- мәәнү үә садәҡаль-мурсәлүүн.
     Улар: «Ай, бәлә! Тыныс ятҡан ерҙән кем ҡуҙғатты беҙҙе? Әр-Рахмандың вәғәҙә иткәне бит был, рәсүлдәр дөрөҫ әйткән икән!» — тиерҙәр.

 

              إِن كَانَتْ إِلَّا صَيْحَةً وَاحِدَةً فَإِذَا هُمْ جَمِيعٌ لَّدَيْنَا مُحْضَرُونَ
     53. Иң кәәнәт илләә сайхәтәү-үәәхидә-тәң фә'иҙәә һүм джәмииғүл-ләдәйнәә мүхдаруун.
     Ҡаты тауыштан башҡа бер нәмә лә булмаҫ, ә бына улар барыһы ла Беҙҙең ҡаршыға килеп баҫырҙар.

 

              فَالْيَوْمَ لَا تُظْلَمُ نَفْسٌ شَيْئًا وَلَا تُجْزَوْنَ إِلَّا مَا كُنتُمْ تَعْمَلُونَ
     54. Фәл-йәүмә ләә туҙләмү нәфсүң шәй'әү-үә ләә түджзәүнә илләә мәә күңтүм тәғмәлүүн.
     Бөгөн бер йән дә бер ҙә йәберләнмәҫ. Үҙегеҙ ҡылған эшкә ҡарап ҡына язаһын ҡайтарырҙар.

 

                   إِنَّ أَصْحَابَ الْجَنَّةِ الْيَوْمَ فِي شُغُلٍ فَاكِهُونَ
     55. Иннә асхәәбәл-джәннәтил-йәүмә фии шүғулиң фәәкиһүүн.
     Ожмахҡа ингән кешеләр бөгөн, ысынлап та, үҙ эшенең рәхәтен күрә.

 

                 هُمْ وَأَزْوَاجُهُمْ فِي ظِلَالٍ عَلَى الْأَرَائِكِ مُتَّكِئُونَ
     56. һүм үә әзүәәджүһүм фии ҙыиләәлин ғәләл-әраа'ики мүттәки'үүн.
     Улар ҡатындары менән күләгәләге йомшаҡ урындарҙа иркенләп ҡырын ятырҙар.

 

                  لَهُمْ فِيهَا فَاكِهَةٌ وَلَهُم مَّا يَدَّعُونَ
     57. Ләһүм фииһәә фәәкиһәтүү-үә ләһүм мәә йәддәғүүн.
     Уларға унда емеш-еләк етәрлек, ни теләһә — шул бар.

 

                سَلَامٌ قَوْلًا مِّن رَّبٍّ رَّحِيمٍ
     58. Сәләәмүң ҡауләм-мир-рабби-ррахиим.
     Рәхимле Раббынан уларға: «Сәләм!» — тигән һүҙ булыр.

 

             وَامْتَازُوا الْيَوْمَ أَيُّهَا الْمُجْرِمُونَ
     59. Үәмтәәзүл-йәүмә әййүһәл-мүджримүүн.
     Эй, гонаһлы кешеләр! Бөгөн һеҙ айырылығыҙ!

 

            أَلَمْ أَعْهَدْ إِلَيْكُمْ يَا بَنِي آدَمَ أَن لَّا تَعْبُدُوا الشَّيْطَانَ إِنَّهُ لَكُمْ عَدُوٌّ مُّبِينٌ
     60. Ә ләм әғһәд иләйкүм йәә бәнии Әәдәмә әл-ләә тәғбүдүш-шәйтаанә иннәһү ләкүм ғәдүүүм-мүбиин.
     Эй, Әҙәм балалары! Шайтанға табынмағыҙ, тип Мин һеҙгә әйтмәнемме ни? Ул — һеҙҙең хас дошманығыҙ бит!

 

                وَأَنِ اعْبُدُونِي هَذَا صِرَاطٌ مُّسْتَقِيمٌ
     61. Үә әниғбүдүүнии һәәҙәә сыираатум- мүстәҡиим.
     Миңә ғибәҙәт ҡылығыҙ, хаҡ юл шул була, тимәнемме?

 

                 وَلَقَدْ أَضَلَّ مِنكُمْ جِبِلًّا كَثِيرًا أَفَلَمْ تَكُونُوا تَعْقِلُونَ
     62. Үә ләҡад әдаллә миңкүм джибиллән кәҫииран ә фәләм тәкүүнүү тәғҡилүүн.
     Ул (шайтан) күп халыҡты юлдан яҙҙырҙы. Шуны аңламанығыҙмы ни?

 

                 هَذِهِ جَهَنَّمُ الَّتِي كُنتُمْ تُوعَدُونَ
     63. һәәҙиһи джәһәннәмү-лләтии күңтүм түүғәдүүн.
     һеҙгә вәғәҙә ителгән йәһәннәм ошо була инде, бына!

 

               اصْلَوْهَا الْيَوْمَ بِمَا كُنتُمْ تَكْفُرُونَ
     64. Исъләүһәл-йәүмә бимәә күңтүм тәк-фүруун.
     Иманға килмәгән өсөн утҡа янығыҙ бөгөн шунда!

 

            الْيَوْمَ نَخْتِمُ عَلَى أَفْوَاهِهِمْ وَتُكَلِّمُنَا أَيْدِيهِمْ وَتَشْهَدُ أَرْجُلُهُم بِمَا كَانُوا يَكْسِبُونَ
     65. Әл-йәүмә нахтимү ғәләә әфүәәһиһим үә түкәллимүнәә әйдииһим үә тәшһәдү әрджү-лүһүм бимәә кәәнүү йәксибүүн.
     Бөгөн Беҙ уларҙың ауыҙын томаланыҡ. Ҡылған эштәре хаҡында Беҙгә уларҙың ҡулы һөйләр, аяғы шаһит булыр.

 

             وَلَوْ نَشَاءُ لَطَمَسْنَا عَلَى أَعْيُنِهِمْ فَاسْتَبَقُوا الصِّرَاطَ فَأَنَّى يُبْصِرُونَ
     66. Үә ләү нәшәә'ү ләтамәснәә ғәләә әғ-йүниһим фәстәбәҡу-ссыираата фә'әннәә йүбсыируун.
     Беҙ теләһәк, уларҙың күҙҙәрен һуҡы-райтыр. Улар юлда ярышып йүгерә, ә күрер күҙе юҡ.

 

           وَلَوْ نَشَاءُ لَمَسَخْنَاهُمْ عَلَى مَكَانَتِهِمْ فَمَا اسْتَطَاعُوا مُضِيًّا وَلَا يَرْجِعُونَ
     67. Үә ләү нәшәә'ү ләмәсәхнәәһүм ғәләә мәкәәнәтиһим фәмәс-тәтаағүү мудыиййәү-үә ләә йарджиғүүн.
     Беҙ теләһәк, шул урында уларҙың рәүешен үҙгәртер инек. Улар ҡуҙғала ла, ҡайта ла алмаҫ ине.

 

                وَمَن نُّعَمِّرْهُ نُنَكِّسْهُ فِي الْخَلْقِ أَفَلَا يَعْقِلُونَ
     68. Үә мән нүғәммирһү нүнәккисһү фил-хальҡи ә фәләә йәғҡилүүн.
     Беҙ кешегә оҙон ғүмер бирһәк, тән-кәүҙә төҙөлөшөндә кәмселектәр бирәбеҙ. Шуны аңламайҙармы ни?

 

           وَمَا عَلَّمْنَاهُ الشِّعْرَ وَمَا يَنبَغِي لَهُ إِنْ هُوَ إِلَّا ذِكْرٌ وَقُرْآنٌ مُّبِينٌ
     69. Үә мәә ғәлләмнәәһүш-шиғра үә мәә йәмбәғыии ләһүү ин һүүә илләә ҙикруу-үә Ҡур'әәнүм-мүбиин.
     Беҙ уға (Мөхәммәдкә) шиғыр өйрәтмәнек, был уға килешмәй ҙә. Был — фәҡәт вәғәз һәм асыҡ Ҡөрьән:

 

              لِّيُنذِرَ مَن كَانَ حَيًّا وَيَحِقَّ الْقَوْلُ عَلَى الْكَافِرِينَ
     70. Лийүнҙира мән кәәнә хәййәү-үә йәхиҡҡаль-ҡаулү ғәләл-кәәфириин.
     иҫән кешеләрҙе киҫәтеп өгөтләр өсөн, кафырҙар хаҡындағы һүҙҙе раҫлар өсөн.

 

        أَوَلَمْ يَرَوْا أَنَّا خَلَقْنَا لَهُم مِّمَّا عَمِلَتْ أَيْدِينَا أَنْعَامًا فَهُمْ لَهَا مَالِكُونَ
     71. Ә үә ләм йәрау әннәә халәҡнәә ләһүм миммәә ғәмиләт әйдиинәә әнғәәмәң фәһүм ләһәә мәәликүүн.
     Беҙҙең Үҙ ҡулыбыҙ менән уларға мал (йорт хайуандары) яратып биргәнде күрмәгәнме ни улар? Хәҙер үҙҙәре шуға хужа.

 

             وَذَلَّلْنَاهَا لَهُمْ فَمِنْهَا رَكُوبُهُمْ وَمِنْهَا يَأْكُلُونَ
     72. Үә ҙәлләлнәәһәә ләһүм фәминһәә ракүүбү-һүм үә минһәә йәькүлүүн.
     Ул малды Беҙ уларға буйһондорҙоҡ: ҡайһыһын менеп йөрөйҙәр, ҡайһыһын ашайҙар.

 

            وَلَهُمْ فِيهَا مَنَافِعُ وَمَشَارِبُ أَفَلَا يَشْكُرُونَ
     73. Үә ләһүм фииһәә мәнәәфиғү үә мә-шәәрибү ә фәләә йәшкүруун.
     Уларҙан кешегә файҙа ла, эсемлек тә бар. Шөкөр итмәҫтәрме икән ни?

 

          وَاتَّخَذُوا مِن دُونِ اللَّهِ آلِهَةً لَّعَلَّهُمْ يُنصَرُونَ
     74. Үә-ттәхаҙүү миң дүүни-лләәһи әәли-һәтәл-ләғәлләһүм йүңсаруун.
     Бәлки, ярҙам итерҙәр, тип улар Аллаһынан башҡа илаһ алды.

 

           لَا يَسْتَطِيعُونَ نَصْرَهُمْ وَهُمْ لَهُمْ جُندٌ مُّحْضَرُونَ
     75. Ләә йәстәтыииғүүнә насраһүм үә һүм ләһүм джүңдүм-мүхдаруун.
     Ярҙам итә алмай улар, хатта ғәскәр һымаҡ әҙер торһалар ҙа.

 

               فَلَا يَحْزُنكَ قَوْلُهُمْ إِنَّا نَعْلَمُ مَا يُسِرُّونَ وَمَا يُعْلِنُونَ
     76. Фәләә йәхзүнкә ҡаулүһүм иннәә нәғләмү мәә йүсирруунә үә мәә йүғлинүүн.
     Уларҙың һүҙе һине ҡайғыға һалмаһын: Беҙ уларҙың ни йәшереп, ни йәшермәгәнен беләбеҙ.

 

         أَوَلَمْ يَرَ الْإِنسَانُ أَنَّا خَلَقْنَاهُ مِن نُّطْفَةٍ فَإِذَا هُوَ خَصِيمٌ مُّبِينٌ
     77. Ә үә ләм йәраль-иңсәәнү әннәә халәҡ-нәәһү мин нутфәтиң фә'иҙәә һүүә хасыи-имүм-мүбиин.
     Беҙҙең уны тамсынан яһағаныбыҙҙы күрмәйме ни кеше? Ә барыбер дошманлаша.

 

          وَضَرَبَ لَنَا مَثَلًا وَنَسِيَ خَلْقَهُ قَالَ مَن يُحْيِي الْعِظَامَ وَهِيَ رَمِيمٌ
     78. Үә дарабә ләнәә мәҫәл әү-үә нәсийә хальҡаһү ҡаалә мәй-йүхйил-ғиҙаамә үә һийә рамиим.
     Ул үҙенең нимәнән яратылғанын оно-топ, Беҙгә миҫал килтерә. Ул әйтте: «Сереп таралған һөйәктәрҙе кем терелтә алһын инде!» — ти.

 

             قُلْ يُحْيِيهَا الَّذِي أَنشَأَهَا أَوَّلَ مَرَّةٍ وَهُوَ بِكُلِّ خَلْقٍ عَلِيمٌ
     79. Куль йүх-йииһә-лләҙии әншәә'әһәә әүүәлә марратиү-үә һүүә бикүлли хальҡин ғәлиим.
     Әйт: «Кем уларҙы тәү башлап донъяға яратҡан — шул терелтә. Ул бөтә нәмәне ярата ала.

 

             الَّذِي جَعَلَ لَكُم مِّنَ الشَّجَرِ الْأَخْضَرِ نَارًا فَإِذَا أَنتُم مِّنْهُ تُوقِدُونَ
     80. Әлләҙии джәғәлә ләкүм минә-шшәд- жәрил-ахдари нәәраң фә'иҙәә әңтүм минһү түүҡидүүн.
     Ул һеҙгә йәшел ағастан ут яһап бирҙе, әле һеҙ шунан ут тоҡандыраһығыҙ.

 

       أَوَلَيْسَ الَّذِي خَلَقَ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضَ بِقَادِرٍ عَلَى أَن يَخْلُقَ مِثْلَهُم بَلَى وَهُوَ الْخَلَّاقُ الْعَلِيمُ
     81. Ә үә ләйсә-лләҙии халәҡа-ссәмәәүәәти үәл-арда биҡаадирин ғәләә әй-йәхлүҡа миҫләһүм бәләә үә һүүәл-халләәҡуль-ғәлиим.
     Күктәр менән Ерҙе донъяға килтергән ҡөҙрәттең тағы шуның һымаҡ нәмә яратырға көсө етмәйме ни? Эйе, Ул яратыусы, Ул белемле!

 

             إِنَّمَا أَمْرُهُ إِذَا أَرَادَ شَيْئًا أَن يَقُولَ لَهُ كُن فَيَكُونُ
     82. Иннәмәә әмруһүү иҙәә әраадә шәй'ән әй-йәҡуулә ләһү күң фәйәкүүн.
      Ул бер нәмә эшләргә уйлаһа, «Бул!» — тип әмер биреүе етә, шунда уҡ ул нәмә була.

 

             فَسُبْحَانَ الَّذِي بِيَدِهِ مَلَكُوتُ كُلِّ شَيْءٍ وَإِلَيْهِ تُرْجَعُونَ
     83. Фәсүбхәәнә-лләҙии бийәдиһи мә- ләкүүтү күлли шәй'иү-үә иләйһи турджәғүүн.
     Үҙ ҡулында бөтә нәмә өҫтөнән батшалыҡ тотҡан хакимға — маҡтау! һеҙ барығыҙ ҙа уға ҡайтаһығыҙ!