Мөғжизә үә «Йәсин»

     Әлхәмдүлилләһи Раббил-ғәләмин. Үәссаләтү үәссәләмү ғәләә расулиһи Мөхәммәдин үә хәбибиһи үә әсхәбиһи әждмәғиин!
     Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәс-сәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм бөтә уның артынан эйәргән өммәтенә салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙе барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине, ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙаштырмаһаң ине.
     Мөғжизә хаҡында һәм «Йәсин» сүрәһенең бер-нисә аяттарынан вәғәҙ.
     Дингә бәйле берәй мөғжизә тураһында һүҙ сыҡһа ҡайһы бер әҙәмдәр: юҡ булмаҫ, юҡты һөйләмәгеҙ, йә яҙмағыҙ — тип әйтәләр. Икенселәре: ысынмы ул? – тип шик белдерәләр. Шулай итеп улар Аллаһ Тәғәләнең көс-ҡөҙрәтенә ышанмайҙар һәм көфөрлөккә төшөләр. Ә көфөрлөк кафырлыҡҡа алып бара.

     Боронғо заман кешеләренә шундай характерҙағы сифат хас булған: кешеләрҙе Аллаһ ихтыяры һәм ниәтенә күндереү өсөн ҡасан ғына Аллаһтан Илсе килмәһен, улар Аллаһ һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу урынға, илселәрҙән төрлө тәбиғи дәлилдәр — мөғжизәләр талап иткәндәр. Хәҙерге заман кешеләре лә Аллаһ Тәғәләне танымай, Ҡөръән Кәрим китабын иң ҙур мөғжизә икәнен аңламай. Дәлил кәрәк, үҙ күҙҙәре менән күрер кәрәк тип уйлайҙар.
     Беҙ үҙебеҙ үк мөғжизә түгелме? Ошо донъяға Аллаһ Тәғәлә әүәләгән балсыҡтан барлыҡҡа килеүебеҙ, һәр кемгә аҡыл, матурлыҡ, фекер көсө биргән, бер беребеҙгә ҡарата мәрхәмәт биргән. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе мәрхәмәтһеҙҙә ярата алыр ине – ул ваҡытта беҙ хайуан, йыртҡыс дәрәжәһендә булыр инек. Әллә әле һаман ҡайһы берҙәрегеҙ Дарвиндың маймылдары тоҡомонанмы?
     Мөғжизәләр нимә ул? Кешеләр үҙҙәренең ахмаҡ аҡылдары теләгән мөғжизәләрҙе күҙ алдында тоталар. Аллаһ өсөн бар нәмәләрҙә көсөнән килә, ләкин ул кешеләрҙең ахмаҡлығын ҡәнәғәтләндерергә йәки уларҙың уйҙырма талаптарын тыңларға теләмәй. Ул үҙенең мөғжизәлерен (китабын) аңлатырға һәм уларҙы ҡабул итергә теләмәгән осраҡта килеп сығаһы нәтижәләрен (йәһәннәм менән) киҫәтергә Үҙенең илсеһен ебәрә. Ошо маҡсат менән ер йөҙөнә 124 мең пәйғәмбәр ебәрелә. Ләкин динһеҙҙәр Пәйғәмбәрҙәр әйткән Аллаһ һүҙенә ҡаршылаштылар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһи үәс-сәләмдән: күктәргә баҫҡыс ҡуйһын һәм Аллаһтан китаб алып килһен, йәки теге тауҙы алтынға әйләндер, йәки сүл уртаһынан фонтан бәрһен – шул ваҡытта беҙ ышанырбыҙ. – тинеләр.
     Аллаһ Тәғәлә иманһыҙҙарға, мәжүси аҡылдары талап иткән мөғжизәләргә яуап итеп ошоно еткер тине:
                                      وَقَالُوا لَوْلَا أُنزِلَ عَلَيْهِ آيَاتٌ مِّن رَّبِّهِ قُلْ إِنَّمَا الْآيَاتُ عِندَ اللَّهِ وَإِنَّمَا أَنَا نَذِيرٌ مُّبِينٌ

     «Үә ҡаалүү ләү ләә үңзилә ғәләйһи әәйәәтүм-мир-раббиһи ҡуль иннәмәл-әәйәәтү ғиндә-ллааһи үә иннәмәә әнәә нәҙиирум-мүбиин»
     Әйт: «Мөғжизәләр (аяттар) Аллаһ хозурындалыр. Мин фәҡәт ышанмаған үә итәғәт итмәгән кешеләрҙе йәһәннәм ғазабы менән ғына киҫәтеүсе-ҡурҡытыусымын! » Әл-Ғәнкәбут сүрәһе, 29/50
     Әйе, Ҡөръән Кәрим үҙе бер мөғжизә, уның һәр бер аятты мөғжизә. Ләкин кешеләрҙең шикләнеүе, икеләнеүе, шөбһәләнеүе уларҙың мөғжизә талап итеүен аңлатып бирә.
     Бына «Йәсин» сүрәһенең бер-нисә аятын уҡып аңлап ҡарайыҡ:
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
     1. يس                             «Йәә сиин».
     2. وَالْقُرْآنِ الْحَكِيمِ             «Үәл-Ҡур'әәнил-хәкиим».
     1. «Йа син. (Әй әҙәм балалары, белегеҙ, тыңлағыҙ, хәбәрҙән булығыҙ) ».
     2. «Хикмәтле Ҡөрьән менән ант итәм! Ҡөръән менән иҫегеҙгә төшөрәмен. Ул Ҡөръәндең сифаттары шулдыр, бәндәләрҙең ни ҡылыуҙарына ҡарап, хөкөм көтә: хәләлде һәм хәрәмде, әмерҙе һәм нахаҡты айыра белегеҙ. Ҡөръән хикмәт эйәһе. Уның һәр һүҙе, һәр хәрефе бер хикмәт, мәғәнәһе хаҡиҡәттә йәшерендер. Был Ҡөръән ғилемдең башын һәм ахырын эсенә йыйып, өлөшләп туплаған. «Йәсин» ҙур дәрәжәгә эйә, ул Ҡөръән менән өлөшләп иҫегеҙгә төшөрөрмен тип әйтеүелер».
     Ана шул хикмәт – аяттарҙы ҡабул итмәй пәйғәмбәребеҙҙән ошо «Йәсин» сүрәһенең бер аятында динһеҙ Үбәйй ибн Халәф мөғжизә талап итә.
                                    وَضَرَبَ لَنَا مَثَلًا وَنَسِيَ خَلْقَهُ قَالَ مَن يُحْيِي الْعِظَامَ وَهِيَ رَمِيمٌ

     «Үә дарабә ләнәә мәҫәләү-үә нәсийә хальҡаһү ҡаалә мәй-йүхйил-ғиҙаамә үә һийә рамиим».
     Ләкин улар Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы килеп, уға буйһонмайынса миҫал килтерәләр, ул гонаһлы әҙәм әйтте: «Сереп бөткән ул һөйәктәрҙе кем терелтер», һин уға:
                                                قُلْ يُحْيِيهَا الَّذِي أَنشَأَهَا أَوَّلَ مَرَّةٍ وَهُوَ بِكُلِّ خَلْقٍ عَلِيمٌ

     «Ҡуль йүх-йииһә-лләҙии әңшәә'әһәә әүүәлә марратиү-үә һүүә бикүлли хальҡин ғәлиим».
     «Ул һөйәктәрҙе кем беренсе тапҡыр бар итеп ҡылған булһа, шул терелтер», — тип әйт.
     Бер көндө гонаһлы әҙәм усына сереп бөткән кеше һөйәге тотоп, Мөхәммәд ﷺ килеп: «Йә Мөхәммәд, был үлеп һәм сереп бөткән әҙәмде кем терелтһен?» — тип һораны. Шул мәлдә  Аллаһы Тәғәлә аят иңдерҙе — Әй Мөхәммәд, һин ул бәндәгә әйт, ул үлгән әҙәмдең һөйәген тергеҙер шул уҡ Аллаһы Тәғәлә, ул һөйәкте терелтер тағын бер мәртәбә, нисек әҙәмдәрҙе ике тамсы һыуҙан яратҡан булһа. Ул Аллаһы Тәғәлә һәр йән эйәһен бар итеүселер, Ул Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килтергән һәр нәмәне белеүселер. Ул гонаһты әҙәм әйтте: «Йә Мөхәммәд, был серегән һөйәк Мәккә ерендә тыуған бер әҙәмдең һөйәгелер. Берәүҙең йә ире йә иһә ҡатынылыр. Әгәр был һөйәкте һинең Аллаһың терелтһә, мин уға иман килтерермен». «Был туҙған һәм сереп бөткән һөйәкте тергеҙермен», — тип Мөхәммәд ﷺ ғибәҙәт ҡылды. Иртәгәһе көндө был ергә кешеләр йыйылды, барыһы 72 кеше булды. Улар ҙа: «Әгәр был кешене терелтһәң, беҙ һиңә иман килтерербеҙ, Ләт һәм Мәнәтҡа (поттарға) табыныуҙан туҡтарбыҙ»,— тинеләр. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһи үәс-сәләм янына Джәбраил фәрештәне ебәреп әмер итә: «Хәбибемә (һөйөклө бәндәмә) хәбәр ит, беҙҙең рәхмәтебеҙ менән ул доға ҡылып, серегән һөйәктән йәнә әҙәмде тергеҙербеҙ». Мөхәммәд ﷺ 72 кешегә ҡарап, сереп бөткән һөйәкте уртаға сығарып ҡуйырға ҡушты. Һөйәкте уртаға сығарып ҡуйҙылар. Мөхәммәд ﷺ ҡулын күтәреп был доғаны уҡыны: «Аллаһүммә бисмикә әлләҙии халәҡтәл-әшйә күлләһә үә ғәлләмтәһә фәрджиғ һәҙиһил ғызамәл-бәлийәтә илә хәлиһәл — әүүәл йә хайиү йә ҡайиүм йә зәл джәләли үәл-икрам». Доғаның мәғәнәһе: эй Аллаһым, Һинең исемең менән доға ҡылам. Һин бөтә нәмәне яраттың һәм уны өйрәттең. Ошо бәндәңде элекке ҡиәфәтенә ҡайтар, әй бөйөклөк һәм изгелек эйәһе. Шул серегән һөйәк бер ус әҙәм һөйәгенә әүерелде, ел иҫә башланы. Шул ел кеше һөйәктәрен бергә туплап йыйҙы, һөйәктәр кеше скелете ҡиәфәтен барлыҡҡа килтерҙеләр. Ҡулдарында ҡул бармаҡтары, аяҡтарында аяҡ бармаҡтары барлыҡҡа килде. Буйға ул әҙәм етмеш ике аршын булды. Ул һөйәктәрҙә һеңерҙәр барлыҡҡа килде. Ҡандары тамырҙар буйы йөрөп, тәндәре үҫеп, уға йән инеп, тороп ултырҙы һәм әйтте:
     «Йә Мөхәммәд ﷺ, мин Ғабдуллаһ Исмәғил ғәләйһи үәс-сәләм улы инем. Мине 23 йәшемдә кәферҙәр шәһид иттеләр. Атайым Исмәғил ғәләйһи үәс-сәләм мине Ғәрәфә тауына күмде. Был мәлғүн бәндәләр һинең менән бәхәсләшеү өсөн минең ҡәберемде асып, һөйәктәремде тартып сығарҙылар. Йә ҡәрҙәшем Мөхәммәд ﷺ, мин һинең өммәтендән, атайым Исмәғил дә доға ҡылыр ине, уның уҡыған доғаһын күңелем аша уҙҙырып тыңлай инем. Хатта ошо көндөң килеп еткәнен көтә инем. Шул уй-фекерҙәрем менән йән бирҙем. Атайым уҡыған доғаның ҡабул булырын һиҙеп, тойоп килдем». Пәйғәмбәр: «Йә ҡәрҙәшем, Исмәғил ғәләйһи үәс-сәләм заманы уҙғанға мең дә һигеҙ йөҙ йыл булды. Мөхәррәм айының унынсы көнөндә һине тергеҙеп өммәтең булдым», — тип әйтеүе булды, егет тупраҡка әйләнде. Был хәлде күреп торған етмеш ике кешенең туғыҙы иманға килделәр. Ҡалғандары: «Йә Мөхәммәд, был алдан уҡ уйланылған тылсым (сихыр)», — тинеләр. Бары тик Аллаһы Тәғәләнең генә үлектәрҙе тергеҙергә, күрелмәгән эштәрҙе эшләргә ҡөҙрәте етә. Бары тик Аллаһы Тәғәлә генә үлектәрҙе тергеҙә ала.
     Ошо аяттарҙан сығып ысынында был мөғжизәләр Аллаһ Тәғәләнеке. Ләкин был мөғжизәләр Уның кеше ҡиәфәтле илсе-пәйғәмбәрҙәре аша үткәнгә күрә, беҙ уларҙы пәйғәмбәрҙәр аша, йәки әүлиәләр ҡулы менән яһалған мөғжизәләр, тип әйтәбеҙ. Аллаһ Тәғәләгә, пәйғәмбәрҙәргә, ғалимдарға һәм дин белеменә беҙ шик-шөбһә белдерергә тейеш түгелбеҙ. Иманыбыҙ артһын өсөн тик белемгә һәм ғибәҙәткә ынтылыр кәрәк.
          أَوَلَمْ يَكْفِهِمْ أَنَّا أَنزَلْنَا عَلَيْكَ الْكِتَابَ يُتْلَى عَلَيْهِمْ إِنَّ فِي ذَلِكَ لَرَحْمَةً وَذِكْرَى لِقَوْمٍ يُؤْمِنُونَ
     

     «Ә үә ләм йәкфиһим әннә әңзәлнәә ғәләйкәл-китәәбә йүтләә ғәләйһим иннә фии ҙәәликә ләрахмәтәү-үә ҙикраа лиҡаумий-йүьминүүн»
     «Уларға уҡыр өсөн Минең һиңә китап (мөғжизә) күндергәнем етмәгәнме ни? Ысынлап та, иманлы халыҡҡа бында рәхмәт һәм зекер!» 29/51
     Күптәр Аллаһ Тәғәлә һүҙен –Ҡөръән Кәрим китабын, Аллаһ өйрәткәндәрен танырға ашыҡмайҙар. Дин белемен үҙләштерегә теләмәйҙәр, донъя малы, донъя байлығы менән үҙҙәрен ҡәнәғәтләндерергә теләйҙәр. Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеүҙе оноталар. «Донъяла иң үкенесле һүҙ «ваҡыт үтте» тигән һүҙ», тип яҙған хәҙрәт Ризаитдин Фәхретдинов. Ваҡыттың тиҙ үтеүенә зарланырға ғына ҡала. Әле генә бала инек, хәҙер олоғайып бер аяғыбыҙ ҡәбер соҡоронда. Әҙәм балаһына был имтихан донъяһында бер-нисә тиҫтә йыл ғүмер бирелгән, һәр үткән минут, сәғәт, көн алға барыу түгел, киреһенсә, ғүмерҙең аҙағына яҡынлашыуға бер аҙым булып тора. Шуға күрә ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, ваҡыттың самалы ҡалыуын аңлап, әле бар мөмкинлектәрҙе ҡулланып, күңел тыныслығы менән, изге ғәмәл-ғибәҙәттәр ҡылыуҙы ҡартлыҡ көнөнә ҡалдырмайынса йәшәү дөрөҫ булыр ине. «Ғүмер ҡыҫҡа – үткәрмә бушҡа» тигән халҡыбыҙ. Кеше нәфсеһенә эйәреп йәш саҡта ошо һүҙҙәргә иғтибар бирмәй, ә ололайғас хәҙер һуң инде, тип ҡул һелтәй. Шунлыҡтан, тормошобыҙҙың һәр миҙгеле ҡәҙерле булып, үҙ-ара аралашҡанда бер-беребеҙгә әҙәп, хөрмәт һаҡлаһаҡ ине.

               Был вәғәҙдә  «Һәфтиәк шәриф тәфсире», Таджетдин бин Мулла Яхшыкол Әштәки китабы өлөшләтә ҡуланылды.

     Йәсин сүрәһе тәфсире: https://nazir1965.com/din/jәsin-sүrәһe-tәfsire.html ‎

     «Йәсин» сүрәһе: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/j%D3%99sin.html

     «Йәсин» сүрәсенең фазыйләттәре: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/j%D3%99sin-s%D2%AFr%D3%99sene%D2%A3-fazyjl%D3%99tt%D3%99re.html