Ен-шайтандар
Ендәр тураһында ғалимдарҙың фекерҙәре.
Ғалимдарҙың күбеһе ендәр кешеләргә керә ала тигән фекер менән килештеләр. Ғабдуллаһ бин Әхмәд бин Хәнбәл атаһына: «Хәҡиҡәттә, ендәр кешегә керә алмай тип әйтеүсе кешеләр бар», тип әйткәс, имам Әхмәд уға: „Эй улым, телдәре менән ендәр һөйләшкән кешеләр алдайҙар."
Бер шәйех әйтте: «Ендәрҙең барлығы Ҡөрьән һәм сөннәт менән, ғалидарҙы фекерҙәре менән дә раҫланған, һәм бында бигерәк тә был һорау менән яҡын таныш булған уның менән шөғөлләнгән кешеләрҙә лә һис шик-шөбһә юҡ. Енләнгән кешене тикшергән ваҡытта ул кешенән, ул элек белмәгән һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин, һәм улар шул хәтлем ныҡ көслө, хатта ул һуҡһа дөйәне лә үлтерә алырлыҡ көстө тойорға мөмкиндер».
Ен-шайтандар донъяһы
Ен-шайтандар дөйә, ишәк, һыйыр, эт, бесәй һәм башҡа хайуандар ҡиәфәтен алырға һәләтле, ә йышыраҡ улар ҡара эт һәм ҡара бесәй ҡиәфәтенә керәләр. Мәҫәлән, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм намаҙ уҡып торған сағында алдынан ҡара эт үткән кешенең намаҙы боҙоуы хаҡында әйтеп үткән. «Ҡара эт — шайтан», — тип аңлатҡан ул быны (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
Бер шәйех был турала шулай тип әйткән: «Ҡара эт — эттәрҙең шайтаны, ендәр йыш ҡына уларҙың һәм ҡара бесәйҙәрҙең ҡиәфәтен алалар, сөнки ҡара төҫ үҙенә ҡара көстәрҙе нығыраҡ һеңдерә һәм йылылыҡ энергияһына эйә булып тора». Шулай уҡ, ендәр кешеләргә йылан ҡиәфәтендә йыш күренә. Шуға ла Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өй тирәһендә йөрөгән йыландарҙы үлтерергә тыйған. Сөнки уларҙың мосолман ендәр булып булыуынан ҡурҡҡан. Әбү Сәид әл-Худри (Аллаһ унан риза булһын) һүҙҙәренән ошо хәҙис килтерелә: «Ысынында Мәҙинәлә Ислам ҡабул иткән ендәр йәшәй. Әгәр һеҙ уларҙы йылан ҡиәфәтендә күрһәгеҙ, өс көн дауамында уның өйҙән сығып китеүен һорағыҙ. Бынан һуң да ул күренһә, үлтерегеҙ, сөнки ул шайтан (йәғни кәфер ен)» (Мөслим йыйынтығынан».
Бер ваҡыт бер сәхәбә өйөндә йыланды үлтереп, аҙаҡ шуның өсөн үҙ ғүмере менән хушлашҡан. Был турала Әбүс-Сәибтең Әбү Сәғид әл-Худри өйөнә янына килеп, уның намаҙ уҡыған мәленә тап булыуы хаҡында хәҙис килтерелә. Әбүс-Сәиб былай тип аңлатма бирә: «Уның намаҙ уҡып бөткәнен көтөп, мин бер аҙ ултырып торорға булдым һәм ҡапыл ҡоро пальма ботаҡтары араһынан бер ҡыштырҙау тауышын ишетеп ҡалдым». Тауыш өй яғынан килә ине. Әйләнеп ҡараһам – йылан. Мин һикереп тороп уны үлтерергә ынтылған инем, ләкин Әбү Сәғид миңә ултырырға ҡушып ишара яһаны һәм мин кире ултырҙым. Намаҙын тамамлағас, ул миңә бер йортҡа күрһәтеп: «Ошо өйҙө күрәһеңме?» — тип һораны. Мин: «Эйе», — тип яуапланым. «Унда күптән түгел бер өйләнгән йәш егет йәшәй ине. Беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһ рәсүле ғәләйһис-сәләм менән ҡаланан сығып, Хәндәк (Соҡор) һуғышына әҙерләнгән ваҡыт ине. Был йәш егет, төшкө ваҡыт еткән һайын, Аллаһ рәсүленән рөхсәт һорап, кәләше янына ҡайтып йөрөнө. Көндәрҙән бер көндө, ул тағы ла рөхсәт һорағас, Аллаһ рәсүле ғәләйһис-сәләм уға: «Үҙең менән ҡорал ал, сөнки мин һине Бәнү Курайза ҡәбиләһенә осрарһың тип ҡурҡам», — тип ҡуша. Йәш егет ҡорал ала ла өйөнә юл тота. Шул ваҡыт ул ҡатынының өйҙән тышта торғанын күреп ҡалып, ҡыҙғаныуҙан уға һөңгө һелтәрҙәй булып китә. Әммә ҡатыны уға: «Һөңгөңдө ебәрмә! Өйгә ин дә, мине нимә тышҡа сығырға мәжбүр иткәнен күр», — тип әйтә. Егет өйгә инеп ҡараһа, унда түшәктә ҙур йылан ята икән. Ул шунда уҡ һөңгөһө менән уны үтәнән-үтә сәнсеп ала. Аҙаҡ тышҡа сығып һөңгөһөн өй стенаһына ҡаҙап ҡуя, әммә теге йылан үлмәгән була һәм егет артынан ташлана. Һәм кемдең алдараҡ үлеүе билгеһеҙ — егетме әллә йыланмы. Беҙ Аллаһ рәсүле ғәләйһиссәләм янына килеп, бөтә был булғанды һөйләп бирҙек һәм уның Аллаһҡа доға ҡылып, ул егетте кире терелтеүен һораныҡ. Ул: «Дуҫығыҙҙың Аллаһ тарафынан ғәфү ителеүен һорағыҙ! Дөрөҫөн әйткәндә, Мәҙинәлә Ислам ҡабул иткән ендәр йәшәй. Әгәр ҙә һеҙ уларҙың береһен йылан ҡиәфәтендә күрһәгеҙ, өс көн дауамында уға өйҙән сығып китергә ҡушығыҙ. Бынан һуң да (өй тирәһендә) күренһә — үлтерегеҙ, сөнки ул, тимәк, шайтан», — тине».
Йыландарҙы үлтереүгә ҡағылышлы бер нисә иҫкәрмә:
1. Был тыйыу бары тик йыландарға ғына ҡағыла.
2. Бында бөтә йыландар тураһында түгел, ә фәҡәт өйҙә күренгәндәре һәм өй тирәһендә йөрөгәндәре турында һүҙ бара. Ҡалғандарын (ҡырҙағылар) шунда уҡ үлтерергә ярай.
3. Әгәр ҙә өйҙә йылан күреп ҡалһағыҙ, иң тәүҙә уның сығып китеүен һорарға кәрәк. Мәҫәлән: «Аллаһ исеме менән һорайым, йортомдан үҙеңдең ҡурҡынысың менән бергә сығып кит, йә иһә үлтерәсәкмен!» — тип әйтергә була. Әгәр ул йылан өс көн үткәндән һуң да күренһә, уны үлтерергә кәрәк.
4. Өс көн көтөү йыландың мосолман түгеллеген белеү өсөн кәрәк, сөнки мосолман булған ен өйҙән сығып китәсәк. Әгәр инде ул ысын йылан йә иһә кәфер ен булһа, ул үлтерелергә тейеш, сөнки улар өйҙәгеләргә уңайһыҙлыҡ килтерәләр һәм хәүефтә тоталар.
5. Өйгә эйәләшеүсе йыландарҙың билдәле бер төрө бар, уларҙы шунда уҡ, күреү менән үлтерергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм улар тураһында былай тигән: «Өйгә килгән йыландарҙы үлтермәгеҙ, ҡойроғо өҙөлгәндәрҙән һәм арҡаһында ике һыҙыҡ булғандарынан башҡа. Сөнки улар (һуңғылары) бала төшөртә һәм кешеләрҙе һуҡыр итә — уларҙы үлтерегеҙ!».
Американың психик тикшереүҙәр үткәреүсе йәмғиәттең ағзаһы Америка ғалимы Карнжтон енләнгән кешеләрҙе тикшереүендә яҙҙы: «Фән енләнеүҙең күп осраҡтарын аңлата алмай. Меңләгән кешеләр ҡапыл енләнәләр һәм һис бер дауалау ысулы кешеләргә ярҙам итә алмай. Бик тиҙ арала тикшеренеүҙәр үткәреп, тиҙ дауалауҙың юлдарын табырға кәрәк. Әгәр ҙә беҙ енләнеүгә тышҡы тәьҫир итеүҙе раҫлаһаҡ, шул ваҡытта был мәсьәләне тикшереү өсөн башҡа юлдар асыласаҡ.
Енләнеү — кеше эсенә ен инеү була. Ҡайһы осраҡта ен үҙе теләп инеп ултыра. Мәҫәлән ғашиҡ булып. Ҡайһы осраҡта сихыр эшләгәндән һуң инә. Был осраҡта сихырсының әмерен үтәй. Ир менән ҡатынды айырыумы, йәки киреһенсә ҡыҙ ирҙе үҙенә ҡаратыр өсөн, йәки үҙ-үҙен үлтерһен өсөн, шундай ниәт менән инә һ.б.
Ен инеүҙең төрҙәре
1. Тулы ҡағылыу. Был осраҡта ен тулыһынса кешенең тәне менән етәкселек итә һәм был кешенең халәте тулы паралич кеүек.
2. Өлөшләтә тәьҫир итеү. Йәғни, ен кешенең ниндәй ҙә булһа бер ағзаһына ғына тейә, мәҫәлән, ҡулына, йәки аяғына, йәки теленә. (мәҫәлән: ҡулына паралич һуға).
3. Оҙаҡҡа һуҙылған ҡағылыу. Был осраҡта ен бик оҙаҡ ваҡытҡа кешенең тәнендә урынлашҡан була.
4. Ҡыҫҡа ваҡытлы ҡағылыу. Был осраҡта ен кешегә бер нисә минутка ғына инә, мәҫәлән, һаташыу ваҡытында.
Ен кешегә нисек инә һәм ул унда ҡайһы урында урынлаша?
Ен — ул ел һымаҡ, шуның өсөн кешенең эсенә барып инеү уның өсөн ауыр түгел. Ен ел иҫеүенә оҡшағанлыҡтың дәлиле итеп „Әр-Рәхман" (Рәхимле) сүрәһенең 15-се аятын килтерергә була: «Дәхи Аллаһ енде уттан булған ялҡындан барлыҡҡа килтерҙе».
Ибн Ғаббас раҙыйАллаһ ғәнһә ен ялҡындың осонан яһалған, ә ялҡын осо — уттан сығыусы эҫе һауа тип әйтте. Һәм ен кешенең эсенә ингәс; ул шунда уҡ туп-тура кешенең мейеһенә инә, сөнки мейеһенең үҙәгенән ул кешенең бөтә ағзаларының эшсәнлегенә йоғонто яһай ала. Хәҙерге заман медицинаһы енләнгән кешеләрҙең мейеләрендә өҙлөкһөҙ аңлайышһыҙ тирбәлеүҙәр булыуын раҫланы. Шулай уҡ ендәрҙең күбеһе үҙҙәренең кешенең мейендә урынлашыуын таныны.
Ендәрҙең береһе кешенең һәрбер ағзаһына йоғонто яһай алғанлығы тураһында әйтте. Бер ваҡыт шәйех Вәхит енләнгән кеше ҡулын турайта алмаһын тип ендең йоғонто яһауын һораны. Унан һуң өс көслө тап-таҙа егет ул ҡулды турайтырға тырыштылар, әммә бер нәмә лә эшләтә алманылар. Унан һуң шәйех Вәхит енгә кешенең ҡулын ебәрергә ҡушты. Һәм ул ҡулды ебәргәндән һуң ҡул элекке хәленә ҡайтты.
Йоҡо ваҡытындағы енләнеүҙең билдәләр шулар:
1. Йоҡоһоҙлоҡ йәки бик оҙаҡ ятып торғандан һуң ғына йоҡлап китеү;
2. Йоҡлағанда бик йыш уяныу;
3. Кеше йоҡлағанда әллә ниндәй бер баҫым яһалғанды тоя, йәғни уны паралич һуҡҡан кеүек һәм ул ярҙам һорарға тырыша, ләкин телен ҡыбырҙата ла алмай;
4. Ҡурҡыныс төштәр (һаташыуҙар);
5. Төштә бесәй, эт, дөйә, йылан, арыҫлан, төлкө, сысҡан кеүек хайуандарҙы күреү;
6. Төштә тештәр менән шығырлатыу;
7. Йоҡлаған ваҡытта көлөү, илау, ҡысҡырыу;
8. Йоҡо ваҡытында ах-ух килеү;
9. Йоҡлаған килеш баҫып йөрөү (лунатик);
10. Төштә үҙ-үҙеңде бейеклектән һикергәнде күреү;
11. Үҙ-үҙеңде төшөңдә ҡәбер, соҡор эсендә йәки ҡурҡыныслы юлда күреү;
12. Төштә кешеләрҙе төрлө-төрлө сәйер ҡиәфәттә күреү, мәҫәлән, ҙур кешеләр йәки гном итеп күреү;
13. Төштә шәүлә йәки өрәктәрҙе (привидение) (үлгән кешенең рухы булып күренә) күреү;
Уяу булғандағы билдәләр шулар:
1. Өҙлөкһеҙ баш ауыртыуы, ул ауыртыуҙың сәбәбе күҙ, ҡолаҡ, йәки танау, йәки тештәр, йәки тамаҡ, йәки ашҡаҙан сирҙәре булмаған шарттар менән;
2. Аллаһ Тәғәләне зекер итеүҙән, намаҙ уҡыуҙан һәм бөтә ғибәҙәттәр ҡылыуҙан баш тартыу;
3. Ялҡаулыҡ һәм һүлпәнлек;
4. Ағзаларҙың параличы;
5. Зиһенһеҙлек һәм иғтибарһыҙлыҡ;
6. Табибтар дауалай алмай торған ағзаларҙағы һыҙланыуҙар.
Имам Әхмәд бин Хәнбәл енләнеүҙе дауалай ине. Хәбәр ителә, бер ваҡыт имам Әхмәд янына енләнгән бер ҡол ҡатынды өшкөрөүен һорап бер кеше килгән. Имам Әхмәд тәһәрәтхананан башмаҡтарын сығарҙы һәм әйтте: «Һиңә ҡол ҡатыңдың башы янына ултырып, уға кергән енгә: «Имам Әхмәд һиңә әйтте: «Һинең өсөн был ҡатындан сығып китергә йәки был башмаҡтар менән йөҙөңә 70 тапҡыр һуғыу яҡшыраҡ булырмы?" Был кеше ошоларҙы үтәгәс, енләнгән ҡатын теле менән әйтте: «Тыңлайым һәм буйһынам, әгәр ҙә Әхмәд беҙгә Ғираҡтан сығып китергә һәм йәшәмәҫкә ҡушҡан булһа, беҙ быны үтәр инек, сөнки ул Аллаһ Тәғәләгә буйһына. Ә Аллаһ Тәғәләгә буйһынған кешегә, бөтә заттар ҙа буйһына." Был һүҙҙәрҙән һуң ен ҡатындан сығып китте. Был ҡатын сәләмәтләнде, бик күп бала тыуҙырҙы. Имам Әхмәд вафат булғандан һуң, ен яңынан был ҡатынға керҙе. Уның хужаһы Әбү Бәкер әл-Мәрүәзи янына барҙы. Әбү Бәкер әл-Мәрүәзи башмаҡтарҙы алып енләнгән ҡатын янына китте. Ен ҡатындың теле менән унан сыҡмаясағын һәм буйһынмауын белдерҙе. «Әхмәд бин Хәнбәл Аллаһ Тәғәләгә буйһына ине, шуның өсөн беҙ уға буйһына инек", — тип әйтте ул.
Шәйех ибн Тәймийә шулай уҡ енләнеүҙе күп мәртәбә дауаланы. Ҡайһы саҡта ул шәкерттәрен ебәрә ине, ҡай саҡта үҙе дауалауҙа ҡатнаша ине. Килгән хәбәрҙәр буйынса ул енләнгән кешенең ҡолағына «Мөьминдәр" (23) сүрәһенең 115- 118- се аяттарын уҡый торған булған. Бер ваҡыт был аяттарҙы уҡығандан һуң, кешегә кергән ен бик ҡаты ҡысҡырҙы. Шул ваҡытта шәйех ҡулына таяҡ алып енләнгән кешенең муйынына бик ҡаты һуҡты, хатта ҡулы ҡалтыраны, ә шунда йыйылған кешеләр енләнгән кеше үлде тип уйланылар. Әммә ул ен шул ваҡытта әйтте: «Мин был кешене яратам". «Әммә ул һине яратмай", — тип әйтте шәйех. Ен: «Мин был кеше менән бергә хаж ҡылырға теләйем", — тине. Шәйех: «Ул һинең менән хаж ҡылырға теләмәй", — тип яуап бирҙе. Ен: «Мин һине хөрмәт итеүем өсөн генә унан сығып китермен", — тип әйтте. Шәйех: «Юҡ, һин Аллаһ Тәғәләгә һәм Уның хаҡ илсеһенә буйһынған өсөн генә унан сығып китәһең", — тине. Ен: «Мин сығып китәм был кешенән", — тип әйтте. Был һүҙҙәр әйтелгәндән һуң енләнгән кеше ултырҙы һәм башта уң яҡҡа, унан һуң яҡҡа боролғас, әйтте: «Был шәйех бында ни өсөн килгән ине?" (Был енләнгән кешегә һуғыуҙарҙы был кеше үҙе һиҙмәне, ул һуғыуҙар енгә генә тейҙе.)
Ен-шайтандарҙың золомонан һаҡлай торған Ҡөрьәндең иң бөйөк аяты — ул Аятуль-Күрси, был төрлө тәжрибәләрҙә һыналған.
Ендәр затынан булған шайтандарҙан һаҡланыу
-"Бәҡара" (Һыйыр) сүрәһен уҡыу
Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләм әйтте: «Өйөгөҙҙә «Баҡара» сүрәһен уҡығыҙ! Хаҡиҡәттә, шайтан «Бәҡара» сүрәһе уҡылған йортҡа инмәй». әл-Хәким 1/561
— Иртән һәм кисен «Аятүл-Көрси» аятын уҡыу
Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләм әйтте: «Кем иртә менән " Аятүл-Көрси " аятын уҡыһа, шул кискә тиклем ендәрҙән имен буласаҡ, ә кем кискеһен был аятты уҡыһа, уларҙан (ендәрҙән) иртәнгегә тиклем имен булыр ». әл-Хәким 1/562.
— Йоҡлар алдында " Аятүл-Көрси " аятын уҡыу
Риүәйәт ителә, бер ваҡыт, Әбү Һөрәйрә раҙыйАллаһү ғәнһә йыйылған зәкәтте һаҡлағанда, бер бурҙы тотоп ала һәм бур уға әйтә: «Ебәр мине, мин һиңә, Аллаһ һиңә файҙалы иткән бер һүҙҙәрҙе өйрәтәм!». Әбү Һөрәйрә һораны: «Ниндәй һүҙҙәр?». Бур әйтте: "Йоҡларға ятҡанда " әл-Көрси « аятын (Аятүл-Көрси) баштан алып аҙаҡҡа тиклем уҡы, һәм һинең менән һәр ваҡыт Аллаһтың һаҡлаусыһы булыр, ә шайтан иртәгә тиклем һиңә яҡын килә алмаясаҡ!». Унан һуң Әбү Һөрәйрә быны Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә еткерҙе, һәм ул әйтте: «Был һиңә, ысынлап та, алдаҡсы булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫөн әйтте!» Һуңынан пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм Әбү Һөрәйрә был кеше ҡиәфәтендәге шайтан булғанын хәбәр итә. (әл-Бохари 2311). Ошо хәҙистән сығып шуны аңларға була: кем мәсет аҡсаһын урлай — ул шайтандың иң яҡын дуҫы.
Ғәли ибн Әбү Талиб (р.г.) әйтте: «Мин, Ислам динен ҡабул иткән һәм аҡылы булған кешеләр араһында, « Аятүл-Көрси » аятын уҡымай көйөнсә ятып йоҡлаған бер кемде лә күрмәнем». Ибн Әбү Дауыт. Иснад яҡшы (хәсән).
— Төндә «Баҡара» сүрәһенең һуңғы ике аятын (Әмәнә расүлү) -не уҡыу
Әбү Мәсғүд әл-Бәдрҙән (р.г.) еткерәләр, Алланың рәсүле ғәләйһиссәләм әйтте: «Кем, төндә «Баҡара» сүрәһенең һуңғы ике аятын (Әмәнәр-расулү аяттарын) уҡый, уға был төнгә ғибәҙәт өсөн етә ҡалыр». әл-Бохари 4008, Мөслим 807.
Имам ән-Навауи (уға Аллаһ рәхмәте булһын) әйтте: «Әйтелде, был (ике аят) төнгө намаҙҙы (ҡыямүл-ләйл) алыштырыр өсөн дә етә, икенсе төрлө әйткәндә, төнө буйы кешегә шайтандан һаҡланып хеҙмәт итеүҙе лә алмаштыра ала, йәки бөтә яманлыҡтарҙан һаҡлау өсөн дә етәлер. Был һүҙҙәр бөтә нәмәне үҙ эсенә ала алалыр». «Шәрх Сахих Мөслим» 6/417.
Ноғман ибн Бәширҙән (р.г.) риүәйәт ителә, Алланың рәсүле ғәләйһиссәләм әйтте: «Хәҡиҡәттә, Аллаһ Китапты, күктәрҙе һәм ерҙе барлыҡҡа килтереүҙән алда, мең йылдар элек яҙҙы һәм Ул унан «Баҡара» сүрәһе тамамланған ике аятты төшөрҙө. Һәм ул уҡылған өйгә, шайтан өс төн буйы яҡын килмәйәсәк», әл-Хәким, ат-Табарани.
— Аллаһты иҫкә алыу, зекер итеү
Харис әл-Әшғаринән (р.г.) риүәйәт ителә, Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләм Зәкәриәнең улы, ғәләйһис-сәләм, (уға сәләм булһын) — Яхъя пәйғәмбәрҙең Исраил улдарына үгетләп нимә әйткәнен әйтте: «Һәм Аллаһ Уны иҫкә алырға бойорҙо; сөнки (Аллаһты иҫкә алыу), кеше дошманынан ҡасып барғанда йәшергән, имен крепость кеүек, һәм Аллаһтың ҡоло, Аллаһты иҫкә алған ваҡытта, шайтандан ҙур яҡлауҙа була». әт-Тирмизи 2863, ат — Тайәлиси 5/1161, әл-Хәким 1/117.
Ендәр: https://nazir1965.com/din/end%D3%99r.html
Лилләәһи: https://nazir1965.com/x%D3%99%D2%99ist%D3%99r/lill%D3%99%D3%99%D2%BBi.html
Аятүль Көрси аяты: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/ayat%D2%AFl-k%D3%A9rsi.html