Мәйетте (мәрхүмде) йыуыу

     Был видеола мәйетте (мәрхүм-мәрхүмәне) нисек йыуырға өйрәтәләр. Бында мәйет урынына тере кеше ята, күҙҙе асылһа йә ҡулы ҡыбырҙаһа ҡотоғоҙ осмаһын. Ошо видеоға ҡарап өйрәнәгеҙ. Артыҡ нәмәләре юҡ тигәндәй, ләкин йыйыу тәртибе ошолай булырға тейеш. Ҡулын беҙҙә буйға һалалар, ә күкрәккә түгел (һуңғы кадрҙа ҡулды буйға һалғандар). Кәфенде лә бөтөн көйөнсә төрәләр, беҙҙәге һымаҡ күлмәккә тишек эшләп тормайҙар (ҡатындарға күлмәк һәм яулыҡ кәрәк). Былайҙа дөрөҫ. Мәйет йыуыуҙа һәр кем ҡатнашырға тейеш, бигерәктә туғандары. Әгәр бер кеше ғүмерендә асылда мәйет йыумаһа, Ҡиәмәт көнөндә был сөннәттә ни өсөн ҡатнашманың, тигән һорау алдында ҡуйылыр. Мәйет йыуғанда ғәүрәт еренә ҡул менән теймәйҙәр, (беҙҙең халыҡ ошо ерҙә яңылыша) сөнки күҙ менән ҡарау хәрәм булған кеүек яланғас ҡул менән ҡағылыу ҙа хәрәм булыр. Бында ла өс мәртәбә йыуҙылар, — өсөнсөһө камфара менән. Мәрхүмә ҡатын-ҡыҙға ахирәт күлмәге кейгеҙелә һәм сәстәре үрелә. Кәфен төрөүгә килгәндә былар  уң яҡтан башлап һул яғы менән ҡаплайҙар, ә беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, иң башта һул яғы, шунаң һуң уң яғы менән ябыла. Йыназа намаҙын видеола үҙҙәренсә уҡыйҙар. Видеоны ТУЛЫҺЫНСА ОШОНДА УҠЫҒЫҘ тигән ссылкаға баҫып ҡарағыҙ.

     Йыназа намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/jynaza-nama%D2%99y.html

     Мәйет оҙатыу үә күмеү сауабтары: https://nazir1965.com/din/m%D3%99jet-o%D2%99atyu-%D2%AF%D3%99-k%D2%AFme%D2%AF-sauabtary.html

     Йыназа намаҙында «Фатиха» уҡыламы?: https://nazir1965.com/%d2%bborau%d2%99ar-%d2%bb%d3%99m-yauaptar/jynaza-nama%d2%99ynda-fatixa-u%d2%a1ylamy.html#more-8292

     Мәйет тәрбиәләү тәртибе: https://nazir1965.com/din/m%D3%99jet-t%D3%99rbi%D3%99l%D3%99%D2%AF-t%D3%99rtibe.html