Үлгәндән һуң терелеү
Аллаһ Тәғәлә насып итһә, иман тураһында, имандың бер шарты Ахирәт көнөнә ышаныу, Ҡиәмәт көнөнә инаныу тураһында бөгөнгө вәғәҙебеҙ булыр иншәАллаһ!
Беҙ барыбыҙ ҙа әлхәмдүлилләһ, иманлыбыҙ, тибеҙ, үҙебеҙҙе мосолман тип һанайбыҙ, күңелдәребеҙ дөрөҫ тибеҙ. Ҡайһы берәүҙәребеҙ: мәсеткә йөрөмәһәм дә, минең күңелем дөрөҫ, күңелем саф, тип әйтә. Әммә кешенең күңеле саф булыу ғына етмәй, Әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанды үтәп, тыйғанынан тыйылырға тейеш.
Һеҙгә билдәле булған юл йөрөү ҡағиҙәләре бар. Кемдер уларҙы бик яҡшы белергә мөмкин, әммә ул ҡағиҙәләрҙе үтәмәһә, милиция «эләктерһә», барыбер яза бирә бит, һин ҡағиҙәләрҙе яҡшы, беләһең, тип тормай.
Күңелдең саф булыуына ышаныуыбыҙ ғына етмәй, беҙ ғәмәлебеҙ менән шуны иҫбатлап күрһәтергә лә тейешбеҙ. Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәргә, тыйғандарынан тыйылырға ла кәрәк. Әгәр белеүебеҙ беҙгә яҡшы ғәмәл ҡылырға ярҙам итмәһә, ул файҙаһыҙ ятҡан әйбер кеүек кенә була. Беҙ: «Әмәнтү билләәһи үә мәләә’икәтиһии үә күтүбиһии үә русүлиһии үәл-йәүмил-әәхири үә бил-ҡадәри хайриһии үә шәрриһии минә-ллааһи тәғәәләә үәл-бәғҫү бәғдәл мәүти хаҡҡ.», тип тулы иман («Имәәнүм мүфәссалүн») килтерәбеҙ:
“Мин ышандым Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, Уның фәрештәләренә, китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, ҡиәмәт көнөнә, тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһ Тәғәләнән булыуға, үлгәндән һуң терелеүгә.”
Аллаһ Тәғәләгә таныған кеше ошонда һаналған хаҡиҡәттәргә һис шикһеҙ ышанырға тейеш.
«Ләә иләһә илләллааһ Мүхәммәдәр Расүүлүллааһ», тигән кеше Аллаһты таныған кеше була. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ әйтте: «Үҙ ирке менән ошо һүҙҙе үҙ ғүмерендә бер генә мәртәбә әйткән кеше, ошо һүҙенә тоғро ҡалһа, уның һуңғы урыны йәннәт булыр», тип. «Ул ҡасан да булһа йәннәткә инер», тине. «Ҡайһы берәүҙәр ҡубарылғанда һуң туранан тура йәннәткә инер, ҡайһы берәүҙәр күпмелер тамуҡта булғандан һуң йәннәткә инер», тине. Әммә был әйтелгән һүҙҙе юҡҡа сығара торған ғәмәлдәр бар. Аллаһты танып, иман килтереп, үҙен мосолман тип һанаған кешегә, күрмәгән килеш күргән кеүек Аллаһҡа ышаныу, тәүлеккә 5 ваҡыт намаҙ, малы булһа – зәкәт биреү, сәләмәтлеге булһа – ураҙа тотоу һәм малы, байлығы, сәләмәтлеге лә булһа – уға хаж фарыз. Ошо биш фарызды үтәү мәжбүри. Быны үтәмәһә, ул гонаһлы була. Быны фарыз түгел тип иғлан итһә, ул кәфер була, «Ләә иләәһә иләллааһү Мүхәммәдәр Рәсүлүллаһ», тигән һүҙен юҡҡа сығара.
Ҡөръәндә асыҡ итеп әйтелгән: мосолманға дунғыҙ ите – харам , араҡы – харам. Әгәр бер кеше ошо харамды танымаһа, сусҡа ите ашаһа, араҡы эсһә, ул гонаһлы була, харам икәнен инҡар итһә, аҙ ғына ашарға-эсергә ярай тиһә, ҡафыр була. Был кешенең ошо ғәмәле донъянан иманһыҙ китеүенә сәбәпсе булырға мөмкин. Һәм иман килтергән кеше ете хаҡиҡәткә һис шикһеҙ ышанырға тейеш: Аллаһ Тәғәләгә, Уның фәрештәләренә, пәйғәмбәрҙәренә, Аллаһтың китаптарына, ахирәт көнөнә,тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһтан булыуға һәм үлгәндән һуң терелеүгә. Беҙ Аллаһ Тәғәләне күрмәһәк тә, Уның барлығына ышанабыҙ. Уның әйткән бөтә һүҙҙәренә лә ышанабыҙ. Шулай уҡ үлгәндән һуң терелеүгә беҙ, һис шикһеҙ ышанырға тейешбеҙ, сөнки шул турала Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдә күп ерҙә әйткән. Әгәр кеше үлгәндән һуң терелеүгә инанһа, ул үҙен йүгәнендә тотар ине. Сөнки бөтә ҡылған ғәмәлдәребеҙ өсөн Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында яуап бирәсәгебеҙ бар. Бына беҙ ошоға ышанмайбыҙ. Элек тә булған был шикләнеү. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ ваҡытында ла булған был ышанып етмәү. Хатта бер кәфер килеп, бер сереп бөткән һөйәкте бәреп, һындырып: “Ошо һөйәк яңынан терелеп, ҡубарыла аламы?"- тип мәсхәрәләп көлгән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ҡөръән аяты менән яуап биргән:
أَوَلَمْ يَرَ الْإِنسَانُ أَنَّا خَلَقْنَاهُ مِن نُّطْفَةٍ فَإِذَا هُوَ خَصِيمٌ مُّبِينٌ
77. Ә үә ләм йәраль-иңсәәнү әннәә халәҡ-нәәһү мин нутфәтиң фә'иҙәә һүүә хасыи-имүм-мүбиин.
Беҙҙең уны тамсынан яһағаныбыҙҙы күрмәйме ни кеше? Ә барыбер дошманлаша.
وَضَرَبَ لَنَا مَثَلًا وَنَسِيَ خَلْقَهُ قَالَ مَن يُحْيِي الْعِظَامَ وَهِيَ رَمِيمٌ
78. Үә дарабә ләнәә мәҫәл әү-үә нәсийә хальҡаһү ҡаалә мәй-йүхйил-ғиҙаамә үә һийә рамиим.
Ул үҙенең нимәнән яратылғанын онотоп, Беҙгә миҫал килтерә. Ул әйтте: «Сереп таралған һөйәктәрҙе кем терелтә алһын инде!» — ти.
قُلْ يُحْيِيهَا الَّذِي أَنشَأَهَا أَوَّلَ مَرَّةٍ وَهُوَ بِكُلِّ خَلْقٍ عَلِيمٌ
79. Куль йүх-йииһә-лләҙии әншәә'әһәә әүүәлә марратиү-үә һүүә бикүлли хальҡин ғәлиим.
Әйт: «Кем уларҙы тәү башлап донъяға яратҡан — шул терелтә. Ул бөтә нәмәне ярата ала. («Йәсин» сүрәһе, 77-79 аяттар).
Әммә кәфер шуға ҡафыр инде ул, Ҡөръәнгә лә ышанмай. Ни өсөн Ҡөръәнгә ышанмай: был иманһыҙлыҡтың бер билдәһе. Сөнки Ҡөръән ул Аллаһтың һүҙе, Уның һүҙенә беҙ шикләнергә тейеш түгелбеҙ.
Ҡафырҙар үлеп терелеүгә тағы ла дәлилдәр һорағас, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ яуап бирҙе: «Әгәр Әҙәм балаһы вафат булһа, уның ҡойроҡ һөйәгендә „ғазбуз зәнәбе“ үлмәй, йәғни бер орлоғо үлмәй, иҫән ҡала. Ҡиәмәт көнө килеп еткәс, шул орлоҡтарҙан Әҙәм балалары үҫеп сыға, үә Аллаһ алдында яуап биреп, берәүҙәре йәһәннәмгә, берәүҙәре йәннәткә китәләр», тип аңлатты. Бынан һуң да ышанмаусылар булды. Берәүҙәр ышанып, Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәнеләр, ҡайһы берәүҙәр ышанманы. Был һүҙҙәр әйтелеп 14 быуаттан артыҡ ваҡыт үтте, Аллаһтың рәхмәте менән Англиянан микробиолог ғалимдәр был хәҙисте тикшереп ҡаранылар. Бының өсөн үлгән бер кешене яндырып, көлөн микроскоптан күҙәттеләр. Орлоҡтың иҫән-һау икәнлеген күргәс, 1000 градусҡа, 6000 градусҡа ҡәҙәр еткереп яндырҙылар. Орлоҡ үлмәй. 286 градуста туңдырып ҡаранылар – туңмай. Төрлө – төрлө кислоталарға һалып, реакцияға индереп үлтерергә теләйҙәр – үлмәй. Үлгән кешенең ҡәберен асып, ер аҫтынан ҡойроҡ һөйәген алып ҡарайҙар – унда орлоҡ иҫән-һау. Унан һуң күп ғалимдар: “Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ хаҡ әйтә", тип иман килтерҙеләр. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдең «Фуссыиләт» сүрәсенең 53 аятында әйткән ине:
سَنُرِيهِمْ آيَاتِنَا فِي الْآفَاقِ وَفِي أَنفُسِهِمْ حَتَّى يَتَبَيَّنَ لَهُمْ أَنَّهُ الْحَقُّ أَوَلَمْ يَكْفِ بِرَبِّكَ أَنَّهُ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ شَهِيدٌ
“Әгәр кешегә рәхмәт ҡылып ниғмәттәр бирһәк, уның Шөкөрөнән үә Аллаһыға ғибәҙәт ҡылыуҙан баш тартыр, үә тәкәбберләнеп Аллаһыға доға ҡылыуҙан йыраҡ булыр, әгәр уға нәфсеһе яратмаған ауырлыҡтар килһә, шул ваҡытта ул Аллаһынан күп һораусы булып әүерелә.”
Англия микробиологтарының асышы бына ошо Ҡөръән аятына дәлил булып тора. Тимәк, әле фән алға киткән һайын кешеләр Ҡөръән аяттарын һәм хәҙистәрҙе иҫбатларға яңынан-яңы дәлилдәр табасаҡтар.
Хәҙер фекерләп ҡарайыҡ. Ер йөҙөндә бик күп үҫемлектәр бар. Ҡайһы берәүҙәре меңәр-меңәр орлоҡ бирә. Шул орлоҡтар үҫемлектәрҙең үҙҙәренә оҡшамаған була. Мәҫәлән, ниндәй ҙур йүкә ағасының орлоғо күҙгә күренер-күрмәҫ кенә. Әммә ергә төшөп уңайлы шарттар булып шунан йүкә ағасы үҫә. Ағастарҙан, үҫемлектәрҙән айырмалы булараҡ, кешелә фәҡәт бер орлоҡ ҡына була икән.
Хәҙер инде Ҡиәмәт көнөн күҙ алдында килтерәйек. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдең «Әл-Кәһф» сүрәһенең 47 аятында ап-асыҡ итеп әйтә:
وَيَوْمَ نُسَيِّرُ الْجِبَالَ وَتَرَى الْأَرْضَ بَارِزَةً وَحَشَرْنَاهُمْ فَلَمْ نُغَادِرْ مِنْهُمْ أَحَدًا
“Ҡиәмәт көнөндә тауҙарҙы ер менән күк араһында осороп йөрөтөрбеҙ үә һин ул көндә ерҙе, тау, таш, урман булмағаны хәлдә яланғас күрерһең асыҡтан-асыҡ, шулай уҡ ул көндә бөтә кешеләрҙе ҡубарырбыҙ, ҡубарылмайынса һис кемде ҡалдырмабыҙ.”
Шуға күрә, ер йөҙө эшкәртелгән, тигеҙләнгән ялан рәүешен аласаҡ икән. Алда әйтелгәнсә, ерҙә һәр кемебеҙҙең орлоғо була. Ер иген сәселгән баҫыу кеүек була. Шунан Аллаһтың рәхмәте менән шунда 40 йыл ямғыр яуасаҡ. Шул ваҡытта, яҙ көнөндә ерҙә үләндәр терелеп сыҡҡан кеүек, Әҙәм балалары ла, ағас үҫкән кеүек, терелеп сығасаҡтар. Беҙ ағастарҙың үҫеп сыҡҡанына аптырамайбыҙ, шуға күрә беҙ кешеләрҙең дә үҫеп-терелеп сығыуына шик белдерергә тейеш түгел. Унан һуң Аллаһ Тәғәлә Сур өрөүсе фәрештәне терелтә, һәм бөтөн рухтарҙы (йәндәрҙе) уятыр өсөн, Исрафил фәрештәгә ҡубарылыу сурын өрөргә ҡуша. Сурҙан һуң йәндәр, бал ҡорттары кеүек осоп, бөтә күкте тултырып, һәр береһе үҙ тәндәренә барып, ике ҡаш араһына үтеп, бөтә халыҡтарҙы терелтәләр. Аллаһ Тәғәлә «Әл-Кәһф»(18) сүрәһенең 48-49 әйтә аяттарында:
وَعُرِضُوا عَلَى رَبِّكَ صَفًّا لَّقَدْ جِئْتُمُونَا كَمَا خَلَقْنَاكُمْ أَوَّلَ مَرَّةٍ بَلْ زَعَمْتُمْ أَلَّن نَّجْعَلَ لَكُم مَّوْعِدًا
وَوُضِعَ الْكِتَابُ فَتَرَى الْمُجْرِمِينَ مُشْفِقِينَ مِمَّا فِيهِ وَيَقُولُونَ يَا وَيْلَتَنَا مَالِ هَذَا الْكِتَابِ لَا يُغَادِرُ صَغِيرَةً وَلَا كَبِيرَةً إِلَّا أَحْصَاهَا وَوَجَدُوا مَا عَمِلُوا حَاضِرًا وَلَا يَظْلِمُ رَبُّكَ أَحَدًا
Улар Раббыһы ҡаршыһына сафҡа теҙеп килтерелер. Беҙҙең ҡаршыға һеҙ тәү башлап бар иткәндәге кеүек булып килерһегеҙ, ә һеҙ бит Беҙҙе ваҡыт билдәләмәҫ, ти инегеҙ.
Китап асып һалыныр. Ундағы яҙыуҙан гонаһлы кешеләрҙең ҡурҡҡанын күрерһең. Улар: "Был китап беҙгә — бәлә, бында бәләкәйе лә, ҙуры ла ҡалдырмай яҙылған! « – тиер. Улар бөтә ҡылған эшен шунда күрер, һинең Раббың бер кемде лә рәнйетмәй.
Бына ошо ваҡытта кешеләр Аллаһтың Әр-Рахим сифатын күрерҙәр. Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә фәҡәт донъялығы ваҡытта Үҙенең ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәгәндәргә генә яҡшы. Ҡөръәне Кәримдең „Йәсин“ сүрәһенең 54-55 аяттарында әйтелгән:
فَالْيَوْمَ لَا تُظْلَمُ نَفْسٌ شَيْئًا وَلَا تُجْزَوْنَ إِلَّا مَا كُنتُمْ تَعْمَلُونَ
54. Фәл-йәүмә ләә туҙләмү нәфсүң шәй'әү-үә ләә түджзәүнә илләә мәә күңтүм тәғмәлүүн.
Бөгөн бер йән дә бер ҙә йәберләнмәҫ. Үҙегеҙ ҡылған эшкә ҡарап ҡына язаһын ҡайтарырҙар.
إِنَّ أَصْحَابَ الْجَنَّةِ الْيَوْمَ فِي شُغُلٍ فَاكِهُونَ
55. Иннә асхәәбәл-джәннәтил-йәүмә фии шүғулиң фәәкиһүүн.
Ожмахҡа ингән кешеләр бөгөн, ысынлап та, үҙ эшенең рәхәтен күрә.
Һәм инде Аллаһты танымаған кешеләргә лә ул көндө лә һүҙ булыр:
“Бына был алдығыҙҙағы нәмә, әгәр иман килтермәһәгеҙ һәм Аллаһыға итәғәт итмәһәгеҙ һеҙгә шул булыр тип вәғәҙә ителгән йәһәннәмдер. Донъяла иманһыҙ, динһеҙ булғанығыҙ өсөн, бөгөн шул йәһәннәмгә инеп уның ҡаты ғаҙабын татығыҙ!”.
Кемдәрҙер, аҡланып, ризалығын белдермәһәләр, „Йәсин“ сүрәһенең 65 аятында былай тип әйтелә:
الْيَوْمَ نَخْتِمُ عَلَى أَفْوَاهِهِمْ وَتُكَلِّمُنَا أَيْدِيهِمْ وَتَشْهَدُ أَرْجُلُهُم بِمَا كَانُوا يَكْسِبُونَ
65. Әл-йәүмә нахтимү ғәләә әфүәәһиһим үә түкәллимүнәә әйдииһим үә тәшһәдү әрджү-лүһүм бимәә кәәнүү йәксибүүн.
Бөгөн Беҙ уларҙың ауыҙын томаланыҡ. Ҡылған эштәре хаҡында Беҙгә уларҙың ҡулы һөйләр, аяғы шаһит булыр.
Бөгөн беҙ әтәсләнеп йөрөйбөҙ: беҙҙең күңелебеҙ дөрөҫ, мин гонаһыҙ кеше, мәсеткә йөрөйһи лә юҡ, тип. Әммә ҡиәмәт көндө ундай кешеләрҙең ауыҙына мөһөр һуғылыр. Бына ошо көндөң киләһе бар. Беҙ беребеҙ ҙә быны оноторға тейеш түгел. Беҙҙең уң һәм һул яғыбыҙҙа ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе теркәп барыусы фәрештәләр бар. Видео беҙҙең эшләгән эшебеҙҙе генә төшөрә, ә фәрештәләр уйлаған уйҙарыбыҙҙы ла яҙып, теркәп бара.
Шул турала „Бәҡара“ сүрәһенең 284 аятта әйтелгән:
لَّهِ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَمَا فِي الْأَرْضِ وَإِن تُبْدُوا مَا فِي أَنفُسِكُمْ أَوْ تُخْفُوهُ يُحَاسِبْكُم بِهِ اللَّهُ فَيَغْفِرُ لِمَن يَشَاءُ وَيُعَذِّبُ مَن يَشَاءُ وَاللَّهُ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ
“...Күңелдәрегеҙҙәге яман уйҙарығыҙҙы йәшерһәгеҙ ҙә, йәшермәһәгеҙ ҙә уйҙарығыҙ менән Аллаһ һеҙҙе хөкөм итәр. Аллаһ үҙе теләгән мөьминде ғәфү итәр һәм үҙе теләгән кешене гонаһы өсөн ғазап ҡылыр. Һис шикһеҙ, Аллаһтың һәр нәмәгә көсө етә.”
Насар уй өсөн дә яуап бирәсәгебеҙ бар. Беҙ һәр ғәмәлебеҙҙе: кешеләр нимә әйтерҙәр микән, тип түгел, Аллаһ Тәғәлә нимә тип баһалар икән, тип йәшәргә тейеш. Әгәр кемдер теге донъянан сығып, беҙҙе ҡысҡырып ҡурҡытһа, „Был донъяға һеҙҙе һынар өсөн генә яраттым“, тигән аят дөрөҫ булмаҫ ине. Әммә беҙ күрмәгән килеш тә ҡиәмәттән ҡурҡырға, уның барлығына ышанырға тейешбеҙ. Аллаһу Тәғәлә донъяны ла, ахирәтте лә бер тигеҙ күрергә ҡушҡан. Донъяла кәүҙәбеҙ ваҡытлыса ғына булһа, йәнебеҙ – мәңгелек.
Ҡөръән аяттарының хаҡлығын, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дең хәҙистәренең дөрөҫлөгенә ғалимдарыбыҙ төрлө асыштар яһап, шуны раҫлап торалар. Шуға күрә ҡайһы бер ғалимдар Ислам диненә күсәләр. 1996 йылда ғына Германияла 100 мең немец Ислам диненә күскән. Әммә беҙ һаман бер нимәлер көтәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәне Кәримдең „Әл-Мунафиҡун“ сүрәһенең 9 аятында әйтә:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا لَا تُلْهِكُمْ أَمْوَالُكُمْ وَلَا أَوْلَادُكُمْ عَن ذِكْرِ اللَّهِ وَمَن يَفْعَلْ ذَلِكَ فَأُولَئِكَ هُمُ الْخَاسِرُونَ
“Малдарығыҙға, балаларығыҙға алданып, Мине зекер итеүҙе онота күрмәгеҙ.”
Әммә беҙҙең күңелдә иң башта – балалар, мал-тыуар тураһында хәстәрлек күреү.
»Әгәр улай эшләһәгеҙ, мәңгелегеҙ хәсрәттә үтәр", тип әйтә. Был да Аллаһ Тәғәләнең һүҙе.
Аллаһ Раббыбыҙ барыбыҙҙың да күңелебеҙгә тәүфиҡ, һидиәт биреп, йөрәк күңелдәребеҙгә нур һалып, ошо вәғәздәрҙе, Ҡөрьән аяттарын, хәҙистәрҙе аңлау дәрәжәһенә ирештерһә ине.
Әгәр бер кешенең гонаһтары сиктән ашһа, Аллаһ Тәғәлә уға тамуҡты насип итә.
"Улар инде вәғәҙләнеүҙән үтеп киттеләр, улар инде кәфер булды, урындары – мәңгелек тамуҡ", тине Раббыбыҙ «Йәсин» сүрәһенең 7 аятында. Шул уҡ “Йәсин сүрәһенең 9-10 аяттарында дауам шулай итеп әйтә:
وَجَعَلْنَا مِن بَيْنِ أَيْدِيهِمْ سَدًّا وَمِنْ خَلْفِهِمْ سَدًّا فَأَغْشَيْنَاهُمْ فَهُمْ لَا يُبْصِرُونَ
9. Үә джәғәлнәә мим-бәйни әйдииһим сәд-дәү-үә мин хальфиһим сәддән фә'ағшәйнәәһүм фәһүм ләә йүбсыируун.
Беҙ уларҙы алдынан да, артынан да кәртә менән ҡаманыҡ, шуға улар күрмәй.
وَسَوَاءٌ عَلَيْهِمْ أَأَنذَرْتَهُمْ أَمْ لَمْ تُنذِرْهُمْ لَا يُؤْمِنُونَ
10. Үә сәүәә'үн ғәләйһим ә'әңҙәртәһүм әм ләм түң-ҙирһүм ләә йүьминүүн.
Өгөтләһәң дә, өгөтләмәһәң дә, барыбер улар иманға килмәй.
Иҫ киткес оло гонаһ эшләгән кешене Аллаһ Тәғәлә вәғәзде аңлауҙан мәхрүм итә. Мәсеткә лә килә алмай ул. Фарызды – фарыз, харамды – харам тип белмәй башлай.
Йә Раббым, беребеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең өмөтөн өҙгән бәндәләрҙән булмаһаҡ ине. Ошо һөйләгән вәғәздәр менән вәғәзләнеп, фекерләп, фекерҙәребеҙгә асыҡлыҡ индереп, Аллаһҡа ла, ҡиәмәт көнөнә лә, үлгәндән һуң терелеүгә лә ышанып, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәргә барыбыҙға ла насип итһә ине. Ғүмерҙәребеҙҙе хәйерле ғүмерҙәрҙән ҡылып, һуңғы һулыштарыбыҙҙа «Ләә иләһә илләллааһ Мүхәммәдәр Расүүлүллаааһ», тип Аллаһтың хозурына барып, ошонда ултырған кеүек, Аллаһтың йәннәттәрендә лә осрашып, һөйләшеп ултырыуҙарҙы Аллаһ Раббыбыҙ насип итһә ине.
Йә Раббым беҙҙең белеп үә белмәй ҡылған гонаһларыбыҙҙы ғәфү итһәң ине, улар өсөн бик ҡаты ғаҙапламаһаң ине. Изге, йәннәткә алып бара торған ғилемдәр алырға насит итһәң ине, шуға таянып изге ғәмәлдәр ҡылырға насип итһәң ине. Бөтөнөбеҙҙе лә мөьмин мосолмандарҙан ҡылһаң ине, йәннәт
Интернет киңлегенән алып тәржемә ителде, авторы билдәһеҙ, өҫтәлмәләр ҡушылды.