Үлгәндән һуң терелеү
Аллаһ Тәғәлә насып итһә, иман тураһында, имандың бер шарты Ахирәт көнөнә ышаныу, Ҡиәмәт көнөнә инаныу тураһында бөгөнгө вәғәҙебеҙ булыр иншәАллаһ!
Беҙ барыбыҙ ҙа әлхәмдүлилләһ, иманлыбыҙ, тибеҙ, үҙебеҙҙе мосолман тип һанайбыҙ, күңелдәребеҙ дөрөҫ тибеҙ. Ҡайһы берәүҙәребеҙ: мәсеткә йөрөмәһәм дә, минең күңелем дөрөҫ, күңелем саф, тип әйтә. Әммә кешенең күңеле саф булыу ғына етмәй, Әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанды үтәп, тыйғанынан тыйылырға тейеш.
Һеҙгә билдәле булған юл йөрөү ҡағиҙәләре бар. Кемдер уларҙы бик яҡшы белергә мөмкин, әммә ул ҡағиҙәләрҙе үтәмәһә, милиция «эләктерһә», барыбер яза бирә бит, һин ҡағиҙәләрҙе яҡшы, беләһең, тип тормай. Читать далее