Ғәйбәт
Ғәйбәт тигән һүҙ — ул ғәрәп һүҙе ғәйибтән килеп сыҡҡан. Ул һөйләшеп-аралашып торған кешеләрҙең араһында булмаған кешенең, йәғни өсөнсө заттың насар, хәйерһеҙ яҡтарын иҫкә төшөрөп булышыуҙарын аңлата. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһи үәс-сәләм ғәйбәттең нимә икәнен аңлатып былай тип, әйтә: «Ғәйбәт – ул үҙеңдең мосолман ҡәрҙәшеңдең яратмаған яғын иҫкә алып һөйләү, уның хаҡында хаҡиҡәттә булған хәлен үҙе юҡта һөйләү, — тигән. Әгәр ҙә булмағанды булды тип, һөйләһәң боһтан булыр, икеһе лә бер хөкөмдә булыр тип», — дауам иткән.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә ғәйбәтте әшәке бер сифат итеп бирә. Ул «Хүджүрат» (Бүлмәләр) сүрәһендә ғәйбәтте мәйет итен ашауға тиңләй:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اجْتَنِبُوا كَثِيرًا مِّنَ الظَّنِّ إِنَّ بَعْضَ الظَّنِّ إِثْمٌ وَلَا تَجَسَّسُوا وَلَا يَغْتَب بَّعْضُكُم بَعْضًا أَيُحِبُّ أَحَدُكُمْ أَن يَأْكُلَ لَحْمَ أَخِيهِ مَيْتًا فَكَرِهْتُمُوهُ وَاتَّقُوا اللَّهَ إِنَّ اللَّهَ تَوَّابٌ رَّحِيمٌ
«Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнү-джтәнибүү каҫиирам-минә-ҙҙании иннә бәғдә-ҙҙанни иҫмүү-үә ләә тәджәссәсүү үә ләә йағтәб бәғдукүм бәғдан ә йүхиббү әхәдүкүм әййәькүлә ләхмә әхыииһи мәйтәң фәкәриһтүмүүһү үәттәҡу-ллааһа иннә-ллааһа тәүүәәбу-ррахиим».
«Үлгән туғаныңдын итен ашап, кеше тәм табармы? Был нәжес бер ғәмәл булыр ине... ». (Әл-Худжурат, 49/12 аят).
Аллаһ Тәғәлә ғәйбәтте ҡырағай кешеләр (людоед) ғәмәленә тиңләп, уның ерәнгес эш булыуына ишаралай. Ғәйбәт һөйләү – ул әшәке, гонаһлы, хәрәм эш, әҙәм балаларын имандан алыҫайта, яңылыштырып гонаһҡа баҫтыра.
Шулай булғас, ғәйбәт һөйләү ҡәрҙәшеңдең үләкһәһен ашау кеүек. Ләкин әгәр кемдер милләткә зарарлы эш ҡылыусы булһа, был кешене һөйләү, уның милләткә зыян килтереүсе булыуын мосолмандарға белдереү ғәйбәт һаналмаҫ. Рәсулуллаһ ғәләйһиссәләм әйткән: «Уның яманлығынан кешеләр һаҡланһын өсөн, аҙғынлыҡ эйәһенең боҙоҡлоғо тураһында һөйләгеҙ». Рәсүлебеҙ тағы ла әйткән: «Әгәр берәү оят-хая (оятты юғалтыу, оятһыҙланыу) сәкмәнен өҫтөнән һалһа, уны һөйләү ғәйбәт булмаҫ».
Хәҙерге заманда кешеләрҙең ғәйептәрен тикшереү, ғәйептәрен эҙләү киң таралған. Кешенең кеше менән булышыуын көндә күрәбеҙ. Үҙебеҙҙә аңғармаҫтан шуларҙың рәтенә инеп китәбеҙ түгелме?. Кеше уға-быға зарлана, булғанына ҡәнәғәт булмай, иҫән-һау тип Аллаһҡа шөкөр итмәй әллә нимә эҙләй, булдыра алмағанына кемделер ғәйепләргә ашыға һәм ғәйбәткә керә. Ғәйбәт һөйләү – ҡәльбтең (күңел йөрәгенең) бер ауырыуы. Ләкин сир сәбәпһеҙ барлыҡҡа килмәй. Һәр кеше үҙен башҡаларҙан яҡшыраҡ, өҫтөнөрәк булып үҙен күрһәтергә теләй. Әҙәм ниндәй ҙә булһа ғәмәле, үҙенсәлекле яғы менән башҡаларҙан айырылып торорға теләй һәм ошо теләге уны үҙенең дуҫы, күршеһе, танышы, хеҙмәттәше, хатта бер туғаны тураһында ғәйбәт һөйләүгә этәрә. Башҡа кешенең насар, хәйерһеҙ яғы тураһында ишеткәндә, әҙәм балаһының күңелендә үҙен өҫтөнөрәк күреү хисе барлыҡҡа килә. Ул шундай-мындай бит, ә мин унан яҡшыраҡ, аҡылдыраҡ, тырышыраҡ, тип уйлай ғәйбәтсе. Әгәр ҙә икенсе кеше тураһында насар һүҙ ишетеү йәнегеҙгә рәхәтлек, ҡәнәғәтлек хистәре бирә икән, был йән ауырыуы булыр. Ғомүмән, гонаһлы ғәмәл, уй, һүҙ йөрәккә ләззәт бирә икән, иманлы булыуығыҙҙа шик бар тигән һүҙ. Тәүбә итер кәрәк. Аллаһҡа ошо насар уйҙарҙан ҡотолор өсөн доға менән ялбарыр кәрәк.
Ғәйбәттең төрҙәре лә бар, мәҫәлән кешенең ҡиәфәте: тәне, йөҙө, һәм башҡа кәмселектәре менән булышабыҙ икән – был да ғәйбәт. Беҙ Аллаһ Тәғәләнең ошо кешегә тәҡдире менән бирелгән өлөшөн телгә алабыҙ. Йәғни сатан, һуҡыр, телһеҙ, йәмһеҙ тип, һөйләшеү, бер кешене ҡыланып күрһәтеү, йөҙ, аяҡ-ҡул ишаралары менән аңлатыу – һәр береһе ғәйбәт.
Ғәйшә разыйаллаһү ғәнһәнән риүәйәт: «Мин пәйғәмбәребеҙ ғәләйһисәләмгә Сафияның ҡыҫҡа буйын яманлап бер һүҙ әйткәйнем, ул шулай тине: «Әлеге әйткән һүҙеңде диңгеҙгә ташлаһаң, диңгеҙ болғансыҡланып бысранасаҡ».
Бер-береһенен яратҡан кешеләр араһында фетнә, нәфрәт ҡуптарырға тырышыусы ғәйбәтселәр ниндәй нәтижәгә ирешә ала? Кеше сәйнәүҙән, ғәйбәт таратыуҙан туҡтамаһа, ул был донъяла ла хур буласаҡ, теге донъяла ла бик мөшкөл хәлгә ҡаласаҡ. Хәҙистә лә быға ап-асыҡ дәлил бар: «Ғәйбәтсе йәннәткә инмәҫ». Ғәйбәтсе кеше ҡәбергә инеп ятыу менән уның өҫтөнә Аллаһтың асыуы, ғазабы ишелә башлай. Һәр бер ғәйбәтсене шул көтәсәк. Ибн Ғаббасҡа иснад ителгән Әш-Шәйхәйни ( Бухари белән Мөслим) риүәйәт иткән хәҙистә шулай тип әйтелә: «Бер көндө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ике ҡәбер янынан уҙып барғанда шулай тип әйтте: «Былар икеһе лә ғазап күрә. Береһе ғәйбәт таратып йөрөгән (өсөн). Икенсеһе бәүелдән һаҡланмаған, истинжә алмаған (өсөн)». Ул йәшел ағас ботағы килтерергә ҡушты. Уны һындырып, икеһен дә ҡәберҙәре өҫтөнә ҡаҙаны һәм шунан һуң шулай тине: «Был үҫемлектәр ҡороғансы, бәлки уларҙың хәле еңеләйеп торор».
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтеүенән: «Ғәйбәт таратып йөрөүсе, кешеләрҙең араһын боҙорға тырышыусы, мәзлумдәрҙе (ҡыйырһытылған, кәмһетелгән) рәнйетеүсе кешеләр Аллаһтың иң яман ҡолдарылыр».
Шулай уҡ кешенең холҡон тикшереп, һаран, тип әйтһәктә, йә кейемен тикшереп улай-былай тиһәктә, нәҫеленә лә тел тейгеҙһәк – ғәйбәт хөкөмөнә инә. Хатта кемдер тураһында ишарат менән дә булырға мөмкин. Кешенең исемен атамайынса, һүҙҙең уның турала ишаранан аңлаһаҡ – ғәйбәт.
Кешеләрҙең күпселеге ғәйбәтте оло гонаһҡа һанамай. Әммә ғәйбәт һөйләүсе бәндәләрҙе ахирәттә хурлыҡ һәм аяныслы хәл көтә. Ғәйбәтте һөйләү хәрәм булған кеүек, тыңлау ҙа гонаһ, икеһе лә бер дәрәжәлә йөрөй. Ғәйбәт һөйләнеүенә шаһит булһағыҙ, быны туҡтатырға тырышырға кәрәк. Ниәтегеҙ килеп сыҡмаһа. Күңелдән ошо һүҙҙәргә иғтибар бирмәйенсә доға-зекерҙә булығыҙ, йәки уларҙан ситләшегеҙ. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
وَإِذَا رَأَيْتَ الَّذِينَ يَخُوضُونَ فِي آيَاتِنَا فَأَعْرِضْ عَنْهُمْ حَتَّى يَخُوضُوا فِي حَدِيثٍ غَيْرِهِ وَإِمَّا يُنسِيَنَّكَ الشَّيْطَانُ فَلَا تَقْعُدْ بَعْدَ الذِّكْرَى مَعَ الْقَوْمِ الظَّالِمِينَ
«Үә иҙәә ра'әйтә-лләҙиинә йәхуудуунә фии әәйәәтинәә фә'әғрыид ғәнһүм хәттәә йәхуудуу фии хәдииҫин ғайриһи үә иммәә йүңсийәннәкә-шшәйтаанү фәләә тәҡғүд бәғдә-ҙҙикра мәғәл-ҡауми-ҙҙаалимиин». (Әл-Әнғәм, 6/68).
«Аяттарыбыҙ тураһында урынһыҙ бәхәсләшә торған кешеләрҙе осратһаң, һүҙҙәре башҡа нәмәгә күскәнсегә саҡлы уларҙан йыраҡ тор. Әгәр шайтан һиңә быны оноторһа, һис юғында иҫенә төшкәс, залимдар менән йәнәш ултырма... » һәм икенсе аятында дауам итеп:
وَمَا عَلَى الَّذِينَ يَتَّقُونَ مِنْ حِسَابِهِم مِّن شَيْءٍ وَلَكِن ذِكْرَى لَعَلَّهُمْ يَتَّقُونَ
«Үә мәә ғәлә-лләҙиинә йәттәҡуунә мин хисәәбиһим миң шәй'иү-үә ләәкиң ҙикраа ләғәлләһүм йәттәҡуун».
«Тәкүә кешеләр ундайҙар өсөн яуаплы түгел, ләкин, бәлки тура юлға баҫырҙар тип иҫкәртеү кәрәктер». (Әл-Әнғәм, 6/69).
Матур ғына иҫкәртеп китеү кәрәктер һәм шулар өсөн доға ҡылыуҙа күркәмдер. Мөьмин мөьмин булмаҫ – үҙенә теләгәнде мосолман ҡәрҙәшенә лә теләмәһә.
Билдәле Ислам ғалимдарынан береһе Хәсән Басри хәҙрәттәре тураһында хәбәр һөйләйҙәр икән. Хәҙрәт быны белгәс, ул ғәйбәтселәргә хат һәм кескенә генә бер бүләк ебәргән. Хатында былай яҙған: «Һеҙҙең минең турала ғәйбәт һөйләүегеҙҙе ишеттем. Шулай итеп, сауаптарығыҙҙың бер өлөшөн миңә биргән һәм гонаһтарымдың бер өлөшөн өҫтөгөҙгә алған булып сығаһығыҙ. Был шөғөлөгөҙ өсөн үҙемде уңайһыҙ һиҙәм, шул сәбәпле кескенә генә бүләгемде ҡабул итеп алыуығыҙҙы үтенәм».
Имам Шарани «Тәнбиһ-мөғтәррин» исемле әҫәрендә әйткән:
— Ҡиәмәт көнөңдә ғәмәл дәфтәрҙәрен ҡулына алған ҡайһы бер кешеләр: «Йә Раббы, ҡайҙа һуң, минең уҡыған намаҙҙарым, тотҡан ураҙаларым, биргән саҙаҡаларым? Уларҙың сауаптары яҙылмаған бит», — тиәсәктәр. Шул ваҡытта Аллаһ Тәғәлә уларға шундай яуап бирәсәк: «Һеҙ ҡылған бөтә яҡшы һәм игелекле эш-ғәмәлдәр дәфтәрҙәренә яҙыла барҙы. Ләкин һеҙ уларҙы һаҡлай алманығыҙ, ғәйбәт һөйләнегеҙ һәм һеҙҙең сауаптарығыҙ ғәйбәтегеҙгә дусар булған кешеләргә күсте. Һеҙ ғәйбәт иткән ҡәрҙәштәрегеҙҙең ғәмәл дәфтәрҙәрен барып ҡарағыҙ, сауаптарығыҙҙы шунда табырһығыҙ».
Сәййид Ғәбделғәзиз Дәрини хәҙрәттәре үҙе тураһында насар һөйләгән кешегә былай тигән:
— Ҡәрҙәшем, һиңә нимә булды һуң? Минең гонаһтарымды өҫтөңә алаһың, үҙеңдең сауаптарынды минең ғәмәл дәфтәремә яҙҙыртаһың...
Имам Шарани ла үҙенең китабында былай тип, яҙа:
— Хәҙрәте Муса ғәләйһиссәләм, ямғыр яуһын өсөн, үҙенең ҡәүеме менән доға ҡылырға сыҡҡан икән. Өс көн доға ҡылһалар ҙа, ямғыр яумаған. Был хәлгә Хәҙрәте Муса бик борсолған һәм һораған:
— Йә Раббы, был ни хикмәттер, өс көн олобыҙ — кесебеҙ ҡулдарыбыҙҙы күтәреп доға ҡылабыҙ, ҡабул итмәйһең.
Аллаһ Тәғәлә яуабында былай тине:
— Доғаларыҙҙы ҡабул итмәм. Сөнки арағыҙҙа даими ҡәрҙәштәренең итен сәйнәүсе бер ғәйбәтсе бар.
Хәҙрәте Муса ғәләйһиссәләм тағы бер ҡат ялбарған:
— Йә Раббы, ул кешенең кем булыуын белгерт, беҙ уны арабыҙҙан ҡыуасаҡбыҙ, — тигән.
Ләкин был юлы Муса ғәләйһиссәләм шундай яуап алған:
— Йә Муса, Минең дә ғәйбәт итеүемде теләйһеңме?
Ғәйбәт тормошта бик күп күңелһеҙлектәр килтереп сығара, кешеләрҙең тыныслығын ала. Күп ваҡыт ҡот осҡос енәйәттәр, ғаилә фажиғәләре яла-ғәйбәт арҡаһында килеп сыға. Шул сәбәпле Ислам дине ғәйбәтте хәрәм эш тип иғлан итә, ғәйбәт һөйләүҙе серегән, еҫләнгән ит ашауға тиңләй. Әгәр бер мөьмин икенсе мөьминдең ғәйебен йәшерһә, Ҡиәмәт көнөдә Аллаһ уның гонаһларын йәшерер, тигән хәҙис бар. Кеше үҙ ғәйептәрен төҙәтеү менән мәшғүл булһын өсөн шул ғәйептәрҙе күрә белергә кәрәк. Үҙ ғәйептәрен күрә алмаған кешеләрҙең бөтөн эштәре кеше ғәйебен тикшереү була. Шуға күрә иң әүәл һүҙҙәребеҙҙе, ғәмәлдәребеҙҙе төҙәтәйек. Мөьмин мөьмин булмаҫ – үҙенә теләгәнде мосолман ҡәрҙәшенә лә теләмәһә, шуға телебеҙгә ғәйбәт сығарырға ирек бирмәйек.