Хыял үә ниәт

   Был ике төшөнсәне күптәр айырмай. Ләкин улар ныҡ айырыла. Хатта ниәт тә дәрәжәһе менән төрлө булыуы мөмкин. Мәҫәлән, кеше, мәсеткә барасаҡмын, ти. Асылда был буш һүҙ генә икәнен үҙе лә аңлап тора. Берәй ваҡыт, ыңғайы тура килһә, ти... Ыңғайы тура килмәүе ап-асыҡ. Ә магазинға барып һөт һатып алырға булһа, ниәте ныҡ. Онотмай, һәр көн кереп алып сыға.
   Был — ниәт менән хыялдың миҫалы. Беренсе осраҡта — хыял, икенсеһендә — ниәт. Ә бит ниәт бик мөһим нәмә. Ураҙа менән ас тороуҙы айырған нәмә — ниәт. Намаҙ менән физик күнегеүҙәрҙе айырып торған нәмә — ниәт. (Әгәр намаҙ уҡырға тип ниәтләмәһәң, намаҙҙан китмәй, эйелеү — бөгөлөү генә була.) Тимәк һәр ғәмәлдең «рухы» — ниәт.
   Дөрөҫө шул: динебеҙҙә ниәткә ҙур әһәмиәт бирелә. Имам Бохари үҙенең «Сахих»ын «Иннәмәл-әғмәли бин-ниәт» (Һәр эш ниәткә бағланған) тигән хәҙистән башлаған. Имам Нәүәүи ҙә үҙенең «Шәйех Нәүәүиҙең 40 хәҙисе», «Изгеләр баҡсаһы» тигән китабын тап ошо хәҙистән башлаған. Башҡа ғалимдар ҙа китаптырын ошо хәҙистән башлауҙы мәғҡул күргән, сөнки улар шуны аңлаған: һәр ғәмәлдең башында — ниәт. Ибн Ҡаййим әл-Джәүзилә «Тәблисүл-иблис» (Шайтандың хәйләләре) китабында: «Минең өсөн өйрәнергә иң ауыр ғәмәл — ғибәҙәт — ниәт», — тигән. Сөнки ниәт үҙгәреүсән, һәр ваҡыт үҙгәрә, бер ғәмәл ҡылып бөткәнсе, өс-дүрт ҡабат алмашыныуы ихтимал. Мәҫәлән, кеше мәсеткә намаҙға бара. Барғанда ниәте шул. Унда барғас, дуҫын күрә. «Шәп булды әле, хәҙер бурысымды һорармын,»- тигән ниәт барлыҡҡа килә. Ниәтенә аҡса кереп китә. Һуңынан, сығып барғанда, ҙур түрәне осрата үә «минең турала яҡшы уй-фекер тыуһын» тип, ниәте тағы ла үҙгәреп китә.
   Ниәт — үҙе ғибәҙәт. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән: «Әгәр кеше гонаһ
ҡылырга ниәтләп тыйылһа, бер сауап. Әгәр бер изгелек ҡылырга ниәтләп эшләмәһә — бер сауап.» Аңлашылғанса, ниәткә күрә сауап та яҙыла. Тик был хыялланып йөрөү тигән һүҙ түгел, һәр көн мәсет төҙөргә хыялланып, сауаптарға ирешеп булмай. Әгәр ниәтең артынан ғәмәлең булмаһа, ул әле ниәт булмаған. Йәки шул ниәт буйынса ынтылышы булмаһа... Мәҫәлән, мәсет төҙөр инем тип хәрәкәт ҡылһа, таныш-белештәр менән һөйләшеп, аҡса, төҙөлөш материалдары туплай башлаһа, был ниәт. Төҙөй алмаһа ла сауабы яҙыла, ин шә Аллаһ. Әгәр «мәсет кәрәк» тип ҡул ҡаушырып ҡына ултырһа, был ниәт түгел әле. Йәки, «мәсеткә барыр инем» тип, бер сәбәп арҡаһында бара алмаһа, ин шә Аллаһ, барған һымаҡ сауабы булыр. Шуны оноторға ярамай: был ныҡ ниәт булырға тейеш. Уның ғәрәпсә исеме — «ғәзимәһ». Ғәзимә дәрәжәһенә еткән ғәмәлдәр еңел ҡылына. Был төр ғәмәлдәргә шайтан үтеп инә алмай. Мосолман ниәтендә ныҡ булһа, шайтан уның ҡаршыһында көсһөҙ. Быны беҙ үҙ тормошобоҙ буйынса белеп торабыҙ. Әгәр ныҡ ниәт булмаһа, кеше йорт та төҙөй алмай, хатта башларға ла ҡурҡа. Башлай икән, төҙөп бөтөрә алмай, ташлай. Институтҡа кереп тә ниәтең ныҡ булмаһа, уҡып булмай. Миҫалдар бик күп.
   Шуға ла изгелек ҡылырға тигән ныҡлы ниәтте алырға кәрәк. Һәр изгелек ҡылыу — үҙебеҙ өсөн. Үҙебеҙҙе гонаһтан таҙартыу була ул. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд гәләйһис-сәләмдең ҡатыны Ғәйшә (радыяллаһү ғәнһә) лә саҙаҡа бирер алдынан аҡсаһын еҫле майға (хушбуйға) буяп бирә торған булған. Шул хаҡта һорағас, ул былай тигән: «Мин бит Аллаһҡа бирәм, Уның ризалығы өсөн быны ҡылам. Ул дирһәм, мохтажға барып еткәнсе, тәүҙә Аллаһыға ирешә». Ул бик уҡымышлы ҡатын булған, һәр ваҡыт пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең янында йөрөп, куп нәмәләр белгән.
   Гонаһтар иһә тамуҡҡа илтә. Күбәйгән һайын, тамуҡҡа юлды киңәйтә. Ул гонаһтарҙы беҙ белмәй ҙә ҡылабыҙ. Шуға гонаһтарым әҙ тип уйларға ярамай. Миҫал өсөн: харамға ҡарап ҡуйһаң, берәйһенән көнләшһәң, башыңа насар уй килһә һ.б. Әгәр гонаһ ҡылырға ниәтең булһа, уны ҡылмаһаң, бер сауап ҡылған һымаҡ яҙылыр. Быны һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк. Ҡөрьәндә әйтелгән бит: «Ҡайһы ваҡытта уйҙар ҙа гонаһ итеп яҙыла.» Һаҡ булырға кәрәк. Мосолмандың уйҙары ла, ниәттәре лә хәйерле булырға тейеш, шуның өҫтөндә эшләргә, үҙен төҙәтергә бурыслы. Әгәр дингә килеп тә үҙгәрмәһәң, Ҡөрьән буйынса ғәмәл ҡылмаһаң, һинән ни файҙа? Дин кешегә шифа һымаҡ тәьҫир итергә тейеш, күңелдең берҙән-бер дауаһы ул.
                                                   Башҡорт мосолман календары. 2017