Эй — мосолман ҡәрҙәштәр!
Белегеҙ үә аҡыллы булығыҙ! Аҡыл булғандан һуң Аллаһы Тәғәлә фарыз иткән иманды. Бынан һуң биш ваҡыт намаҙҙы фарыз иткән; йән тәндә булып, аҡыл булған мөддәттә (ваҡытта) һис бер кемгәлә намаҙҙы ҡуймак хәлдәр булмаһын, тине.
Әгәр бер кеше биш ваҡыт намаҙҙы уҡымайса ҡазаға ҡалдырһа, тамуҡта һикһән хоҡыб яныр; бер хоҡыб — һикһән йылдыр, һикһән хоҡыб — алты меңдә дүрт йөҙ ҡырҡ йылдыр.
Әүәлдәге ғалимдар әйткәндәр: бер кеше биш ваҡыт намаҙға даимсылыҡ ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә биш төрлө яҡшылыҡ бирермен, тигән.
Беренсе яҡшылыҡ шулдыр: биш ваҡыт намаҙ уҡыған кешенең ҡәбере киң булыр, ҡыҫмаҫ, тигән.
Икенсе яҡшылыҡ шулдыр: йәшәйеше яҡшы булыр, мохтаж булмаҫ, тигән.
Өсөнсө яҡшылыҡ шулдыр: ҡәбер ғазабын күрмәҫ, ҡәберҙә рәхәт булыр, тигән.
Дүртенсе яҡшылыҡ шулдыр: сират күперен йәшен кеүек үтәр, тигән.
Бишенсе яҡшылыҡ шулдыр: ожмахҡа ғазапһыҙ керер, тигән.
Әгәр бер кеше биш ваҡыт намаҙҙы уҡымаһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә унике төрлө яуызлыҡ бирермен, тигән. Был кешенең кәсебенең бәрәкәте булмаҫ, мохтаж булыр, тигән.
Икенсе шулдыр, был кешегә яҡшы әҙәмдәр дуҫ булмаҫтар, дошмандары күп булыр, тигән. Йәне донъяла иркендә булғанда ла, эсе тар булыр, ас булыр, тигән.
Өсөнсеһе шулдыр, йән йөрөгән ваҡытта ҡарыны ас булыр, тигән, доньялыҡта булған ниғмәттәрҙе ни тиклем ашаһа ла туймаҫлыҡ булыр, тигән.
Дүртенсеһе шулдыр, йән биргән ваҡытында, бик һыуһар, тигән, донъялағы бөтә булған һыуҙы эсһә лә туймаҫтай булыр, тигән. Шул заманда, шайтан аҡтығы, бер һауыт һалҡын һыу алып керер, был кеше ул һыуҙы шайтандан һорар. Шайтан әйтер икән: «Әгәр иманһыҙ булһаң һыуҙы һиңә бирермен, тип әйтер. — Әгәр иманһыҙ булмаһаң бирмәм», — тип әйтер икән (Әғүҙү билләһи). Күп кешеләр шайтанға эйәреп донъялағы ваҡытта хәрәм ғәмәл ҡылып та донъянан иманһыҙ китерҙәр, тигән.
Бишенсеһе шулдыр ти. Ғазраил ғәләйһиссәләм йәнде ҡаты итеп алыр, тигән, йөндән дегәнәкте тартып алған һымаҡ булыр тигән.
Фатима раҙыйаллаһу ғәнһә әйтте: "Бер кеше икенсе кешене етәкләп алып Аллаһ Тәғәләгә даимселек ҡылһа, ул кеше Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында ҡәҙерле булыр. Үә фәрештәләр араһында ла ҡәҙерле булыр, бар гонаһлары ярлыҡаныр, — тигән. Кешеләрем тәғәт үә ғибәҙәт күп ҡылһалар, ул әҙәмдәрҙең йәшәйеше һәм үлеме язалы булмаҫ, иманлы үтәрҙәр.
Һәр бер гонаһлы булмаған эштә кеше әүүәлендә «бисмилләһир рахмәнир рахим”- тиһен.
Икенсе кәңәш шулдыр; һәр кем бер гонаһлы булмаған эштән бушанғас, “әлхәмдүлилләһи” — тиһен.
Өсөнсөһе кәңәш шулдыр; бер бәндәнең телендә боҙоҡ йә файҙаһыҙ һүҙ йөрөһә йәки боҙоҡ эш эшләһә, „Әй, Аллаһ!“ — тиһен.
Дүртенсе кәңәш шулдыр; әгәр бер кеше эш эшләмәк булһа, „эшләрмен“ тип әйтмәһен, „бәлки эшләрмен“ тип әйтһен, „иншаллаһ“ — тип әйтһен.
Бишенсе кәңәш шулдыр: бик яман бер эш килеп сыҡһа, бер шикһеҙ: “Ләә хәүлә үә ләә ҡеүәтә илләә билләһил ғәлийүл ғаҙыйм», тиһен.
Алтынсы кәңәш шулдыр: әгәр бер ҡайғы төшһә быға бирешмәй; «Иннә лилләһи инә үә иннә иләйһи раажиғун», тиһен.
Етенсеһе шулдыр: кисендә үә көнөндә “Ләә иләһә илләллаһу, Мөхәммәдүр-рәсүлүллаһ", — тиһен. Әмин.