Хәрәм ғәмәл
Хәрәм — шәриғәттә бик ҡаты тыйылған ғәмәл. Уны ҡылыу һис тейеш түгелдер. Хәрәм ғәмәлде ҡылған кеше бик гонаһлы булыр. Гонаһ булыуынан ҡурҡып ҡылмай ҡалған кеше сауаплы булыр. Хәрәмде хәләл тигән кеше иманһыҙ булыр.
Хәрәм ике төрлө: харам золми үә харам ғайри золми. Харам золми — ҡылыусы кешенең үҙенән башҡа кешегә лә зарары үә зыяны тейә торған харамдыр. Мәҫәлән: кеше үлтереү үә сәбәпһеҙ ҡыйнау үә яман тел тейҙереү, кеше малын урлап, йә талап, йәки алдап алыу кеүектәр.
Харам ғайри золми — ҡылыусының үҙенән башҡа кешегә зарары үә зыяны теймәйенсә, үҙенә генә гонаһ килтерә торған хәрәмдер. Бында башҡа кеше хаҡы юҡ. Мәҫәлән: хәрәм ризыҡтарҙы ашау үә хәрәм эсемлектәр эсеү. Харам золми үә харам ғайри золмиҙан айырмаһы шулдыр — харам золми ҡылған кеше һуңынан үкенеп тәүбә ҡылһа ла, зарар үә зыян ирешкән кеше риза булмайынса тороп, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең гонаһын ғәфү итмәйәсәк. Әммә харам ғайри золми ҡылған кеше һуңынан үкенеп, ихлас Аллаһы Тәғәләгә тәүбә ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең гонаһын шул сәғәттә ғәфү итеүе лә ихтималдыр. Мәҫәлән: берәү бер кешенең малын урлап, йә талап алһа, ул кеше һуңынан үкенеп, ни ҡәҙәр тәүбә ҡылһа ла, мал эйәһен бәхилләтеп ризалығын алмайынса тороп, Аллаһы Тәғәлә уның гонаһын ғәфү итмәйәсәктер, сөнки ғәфү итһә, мал эйәһенә йәбер үә золом кеүек булалыр. Әммә бер төрлө хәрәм тәғәмде йә эсемлекте эскән кеше үкенеп, ихласлыҡ менән гонаһынан тамам тәүбә ҡылһа, шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә уның гонаһын ғәфү итеүе ихтимал. Сөнки был мәсьәләлә һис кемгә йәбер үә золом юҡтыр. Аллаһы Тәғәлә Ғафуур үә Рәхиимдер.Ихлас тәүбә ҡылған кешенең тәүбәһен ҡабул итеүҙе вәғәҙә ҡылған.
Харам золми ғәмәлдәр
Мөьмин мосолман кешегә ҡылыуы харам золми һаналған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 93:
1. Үҙегеҙҙе үлтерергә ҡасд (ниәт) ҡылмаған кешене үлтермәгеҙ
2. Һис бер хайуанды утта яндырмағыҙ
3. Кешенең бер ағзаһын киҫеп йә һуғып имгәтмәгеҙ
4. Һис бер файҙаһын уйламайынса, әҙәмгә зарар теймәй торған хайуандарҙы үлтереп, йәнен ҡыймағыҙ
5. Хайуандарҙың йөҙҙәренә һуҡмағыҙ
6. Кеше булһынмы, хайуан булһынмы, йән эйәһенә һис золом ҡылмағыҙ
7. Һис бер кешенең малын урлап ашамағыҙ
8. Һис бер кешенең малын талап ашамағыҙ
9. Эйәһе мәғлүм булған малды эйәһенә тапшырмайынса, үҙегеҙҙә тотмағыҙ
10. Һатыу-алыуҙа, үлсәүҙә хыянат ҡылып, кеше малын үҙ малығыҙға ҡатнаштырмағыҙ
11. Насар үә боҙоҡ малды яҡшы мал хаҡы менән алдап һатмағыҙ
12. Бирәсәк бурыстарығыҙҙы түләмәйенсә үҙегеҙҙә ҡалдырмағыҙ.
13. Ҡулығыҙға аманат итеп бирелгән малды үҙегеҙгә алып ҡалмағыҙ
14. Ҡарындағы йәнле баланы дарыу йә ағыу менән үлтермәгеҙ
15. Йәтем баланың малын үҙ көрәктәрегеҙгә ҡулланмағыҙ
16. Хеҙмәтсенең эш хаҡын хеҙмәте тамамланғас, бирмәйенсә үҙегеҙҙә тотмағыҙ
17. Һыу кеүек бөтәһе өсөн дә уртаҡ булған малды бер кешегә уҫаллыҡ арҡаһында алдырмайынса тормағыҙ
18. Ялған һөйләп һис кемгә зыян килтермәгеҙ
19. Ялған аҡса һуғып, ысын аҡса урынына кешегә бирмәгеҙ.
20. Һис бер кешенең ғәйептәрен белергә тырышып тикшермәгеҙ
21. Һис бер кешенең ғәйептәрен көйләп-бәйетләп әйтмәгеҙ
22. Кеше алдында икенсе кешенең ғәйептәрен үҙенә ишеттереп һөйләмәгеҙ
23. Кеше юҡлығында һис бер ғәйептәрен һөйләмәгеҙ
24. Кешенең ғәйептәренә ишара менән, йә асыҡ күрһәтмәгеҙ
25. Бер кешенең һис булмаған ғәйептәрен бар тип һөйләмәгеҙ
26. Үлгән кешенең һис бер ғәйебен һөйләмәгеҙ
27. Кешенең һөйләшеүен, йә ҡиәфәтен ҡыланып күрһәтеп хурламағыҙ
28. Мәйеттең тәнен киҫмәгеҙ һәм һындырмағыҙ
29. Мөьмин кешене иманһыҙ тип әйтмәгеҙ
30. Кешенең ата-әсәһен, нәҫелен ҡәбәхәт һүҙҙәр менән һүкмәгеҙ
31. Зина ҡылмаған кешене зинасы тип һүкмәгеҙ
32. Шөбһә менән үҙ ҡатынығыҙҙан тыуған баланы минеке түгел тимәгеҙ
33. Ғәйепһеҙ кешене залим түрәләргә саҡыртып, ғәйепле итеп һөйләмәгеҙ
34. Ир менән ҡатын араһында һүҙ йөрөтөп, уларҙы бер-береһенә дошманлаштырмағыҙ
35. Берәүҙең икенсе кеше тураһында һөйләгән һүҙен уға барып әйтмәгеҙ, йәғни һүҙ йөрөтмәгеҙ
36. Ике дошман араһына кереп, һәр береһенә үҙҙәре ишетергә теләгәнсә һөйләмәгеҙ
37. Ике дуҫтың араларын боҙоп, бер-береһенә дошманлаштырмағыҙ
38. Ҡатындарҙы ҡурҡытып, бер-береһе менән һуғыштырмағыҙ, талаштырмағыҙ
39. Кешегә насар ҡушамат таҡмағыҙ һәм ҡушамат менән атамағыҙ
40. Йәшерен һөйләшкән кешеләрҙең һүҙҙәрен үҙҙәренә белгертмәйенсә тыңламағыҙ
41. Һүҙ һөйләүсе кешеләрҙең һүҙҙәренә арҡыры төшөп, ҡаршы килеп, һүҙҙән туҡтатмағыҙ
42. Файҙаһыҙ һүҙҙәрҙән өҫтөн сығыу, үҙ һүҙегеҙҙе өҫтөн итеү өсөн һүҙ көрәштермәгеҙ
43. Бер кешенең һис кемгә зарары теймәй торған йәшерен серен халыҡҡа белгертмәгеҙ
44. Васыят әйтеү менән, йәки бүләк ҡылыу менән, бурысты бар тип раҫлау, йә бер хәйлә менән вариҫтарығыҙға ҡаласаҡ малды кәметергә тырышмағыҙ
45. Саҙаҡа,йә йомош һораған кешене һүкмәгеҙ, ҡаты һүҙ әйтмәгеҙ
46. Кешегә хатта уйнап булһа ла, ҡылыс, бысаҡ менән һелтәнмәгеҙ
47. Балаларығыҙҙы, ҡатындарығыҙҙы, эшселәрегеҙҙе бәләкәй ғәйептәре өсөн ҡаты һүкмәгеҙ
48. Балаларығыҙға, ҡатындарығыҙға, эшселәрегеҙгә көстәре етмәҫлек эш ҡушмағыҙ
49. Бик бәләкәй баланы имсәктән айырыр өсөн, йә башҡа бер эш өсөн туҡмамағыҙ
50. Хеҙмәтселәрегеҙҙең үә ҡул аҫтындағыларҙың береһен дә туҡмамағыҙ
51. Зарарлы эштәр ҡылып күршеләрегеҙҙе рәнйетмәгеҙ
52. Сәләм биргән, йә берәй һүҙ әйткән кешегә яуап бирмәйенсә йөҙөгөҙҙө ситкә бормағыҙ
53. Бер эште ҡылырға ниәтегеҙ булмағанда, алдап, ҡылырмын тип вәғәҙә итмәгеҙ
54. Иманлы кешенең эшен яманлыҡҡа юрап, һис бер дәлилһеҙ насар фекер йөрөтмәгеҙ
55. Кешенең өйө эсенә рөхсәтһеҙ ҡарамағыҙ
56. Һис бер ҡатын үә ҡыҙҙы көсләп, йәберләп, ағзаларына ҡул тейҙермәгеҙ
57. Кеше өйөнә рөхсәтһеҙ ҡапыл килеп кермәгеҙ
58. Рөхсәтһеҙ кешенең хатын уҡымағыҙ
59. Шаһитлығығыҙ дөрөҫ, хаҡ була тороп, унан тайпылмағыҙ
60. Шаһитлығығыҙ булмағанда ялған шаһитлыҡ бирмәгеҙ
61. Үҙегеҙ хаҡлыҡ тарафында булмағанда мәхкәмәгә (судҡа) барып, дәғүә ҡылмағыҙ
62. Кешегә йәбер үә золом итеүсенең золомлоғона ярҙам итмәгеҙ
63. Шәриғәткә хилаф(ҡаршы) хөкөм итеп һис бер кешегә зарар килтермәгеҙ
64. Хаҡ ҡуйырға тәғәйен ҡылынғанда золомлоҡ менән һис бер нәмәнең хаҡын ҡиммәт йә осһоҙ ҡуйып, һис бер кешегә зарар килтермәгеҙ.
65. Халыҡ араһына һуғыш, ҡысҡырыш, дошманлыҡҡа сәбәп була торған фетнәләр һалмағыҙ
66. Ашлыҡ кеүек халыҡҡа бик кәрәкле нәмәне осһоҙ ваҡытта йыйып, бөткәс ҡыйбат хаҡҡа һатмағыҙ
67. һатыласаҡ малығыҙҙың ғәйептәрен алыусыға әйтмәйенсә алдап һатмағыҙ
68. Хәҙрәти РәсүлуЛлаһҡа яуыз тел тейҙермәгеҙ, был эш харам ғына түгел, хатта иманһыҙлыҡтыр.
69. Һис бер малды тейешле хаҡына ҡарағанда ике тапҡыр арттырып, алдап һатмағыҙ
70. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаЛлаһу ғәләйһи үәсәлләм әйтмәгән һүҙҙе пәйғәмбәр һүҙе тип һөйләмәгеҙ
71. Ата-әсәгеҙҙе рәнйетерлек эштәр ҡылып рәнйетмәгеҙ
72. Остаздарығыҙҙы хурлап үә мәсхәрә ҡылып рәнйетмәгеҙ
73. Балаларығыҙға үә шәкерттәрегеҙгә йәбер, золом ҡылмағыҙ
74. Ҡатынығыҙҙы, йә ирегеҙҙе рәнйетмәгеҙ
75. Яҡын ҡәрҙәштәр бер-берегеҙҙән биҙмәгеҙ
76. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаЛлаһу ғәләйһи үәсәлләмдең сәхәбәләренең береһенә лә яуыз тел тейҙермәгеҙ
77. Ғалим кешеләрҙе һүкмәгеҙ, хурламағыҙ
78. Йәбер ҡылыу маҡсаты менән һис бер кешене оялтмағыҙ
79. Йәбер ҡылыу маҡсаты менән һис бер кешене ҡурҡытмағыҙ
80. Кешене алдап, яңылыш юлға ебәреп алдаштырмағыҙ
81. Алдау ниәте менән һис бер кешегә зарарлы кәңәш бирмәгеҙ
82. Юл ҡаҙып, йә һуҡалап йөрөүселәргә уңайһыҙлыҡ килтермәгеҙ
83. Фәҡир кешеләрҙе фәҡирлеге өсөн хурламағыҙ һәм кәмһетмәгеҙ
84. Һис бер кешене үҙендә булмаған сифаттар менән маҡтаған булып, алдап, дуҫлыҡ күрһәтмәгеҙ
85. Һис бер кешене алдап һөйләштереп, серен алырға тырышмағыҙ
86. Ҡыҙ баланы үҙе риза булмаған кешегә көсләп никахламағыҙ
87. Дүрт ай буйына ҡатынығыҙ менән һис күрешмәйенсә сәфәрҙә йөрөмәгеҙ
88. Ҡатындар! Сәбәпһеҙ ирегеҙҙең йортонан сығып, ҡайтмай йөрөмәгеҙ
89. Зинанан таҙа ҡатынығыҙҙы һин зинасы,тип һүкмәгеҙ.
90. Кешене алдап, бушлай эш эшләтмәгеҙ, үә хеҙмәт иттермәгеҙ
91. Ғәһед ҡуйып (вәғәҙәләшеп) һүҙ ҡуйышҡан эштә ғәһедегеҙҙе боҙмағыҙ
92. Батша үә түрә булған кешеләр! Ҡул аҫтығыҙҙығы кешеләргә йәбер үә золом ҡылмағыҙ.
93. Ғәҙел батша һәм әмир! Мөьминдәҙең хөкөмдәренә ҡаршылаҡ ҡылып баш тартмағыҙ
Харам ғайри золми булған ғәмәлдәр
Мөьмин үә мосолман кешегә ҡылыуы харам ғайри золми һаналған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре:
1. Иманһыҙ булмағыҙ
2. Аллаһы Тәғәләнең ҡылған эштәрен хушланмайынса телгә алмағыҙ
3. Иманығыҙҙы сығара торған һүҙҙәр һөйләмәгеҙ
4. Иманһыҙлыҡҡа ишара булған эштәр ҡылмағыҙ. Мәҫәлән: Аллаһы Тәғәләнән башҡа нәмәләргә сәждә үә ғибәҙәт ҡылыу (ширк тотоу). Ҡөрьәнде хурлау, иманһыҙ кешеләргә оҡшарға теләп, уларҙың кейемдәрен кейеп йөрөү
5. Аллаһы Тәғәләнән башҡа нәмәләрҙең ризалығы өсөн ҡорбан салмағыҙ. Мәҫәлән: мәйет ризалығы, йә ендәрҙең зарарынан имен булыу өсөн
6. Аллаһы Тәғәләнең ғазабынан ҡурҡмайынса, имен үә ғәмһеҙ булмағыҙ
7. Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтенән өмөт өҙмәгеҙ
8. Иман үә иғтиҡадта үҙ фекерегеҙ менән дәлилдәрҙе һис уйламайын-са кешегә эйәреп кенә йөрөмәгеҙ
9. Башланған фарыз үә үәжиб ғәмәлдәрҙе үҙ ихтиярығыҙ менән, юрый боҙмағыҙ
10. Фарыз үә үәжиб ғәмәлдәрҙе ҡылмай ҡалмағыҙ
11. Ураҙа байрамы, Ғәрәфә, Ҡорбан байрамы һәм унан һуңғы өс тәшриҡ көндәрҙә ураҙа тотмағыҙ
12. Юрап, киләсәк заманда буласаҡ эштәрҙән хәбәр бирмәгеҙ
13. Юраусыларҙың, йондоҙҙар буйынса киләсәкте һөйләүсе мөнәжжимдәрҙең һүҙҙәренә ышанмағыҙ
14. Сихыр ғәмәлдәре ҡылыу менән шөғөлләнмәгеҙ
15. Үҙегеҙҙә булмаған яҡшылыҡ менән халыҡ араһында маҡталыуға ҡыҙыҡмағыҙ
16. Мәккә үә Мөкәррәмәлә һәм уның тирәһендәге “харам” тип аталған ерҙәрҙә һис бер гонаһ ҡылмағыҙ
17. Бер кешене гонаһ үә харам эш ҡылыуына ҡыуанып тормағыҙ
18. Һис бер кешене гонаһ эштәргә димләмәгеҙ
19. Һис бер кешене сауаплы эштәрҙән тыймағыҙ
20. Гонаһ ҡылыуға һәүәҫләндерә торған йыр үә шиғыр һөйләмәгеҙ
21. Гонаһ эштәрҙе ҡабул ҡылыуға һәүәҫләндереүсе һүҙҙәр һөйләмәгеҙ
22. Гонаһ эштәрҙә ярҙам ҡылмағыҙ
23. Сөннәт ғәмәлдәргә хилаф (ҡаршы) бер ғәҙәт сығармағыҙ
24. Гонаһ эштәрҙең ҡылыныуына күңелдән ҡыуанмағыҙ
25. Мәкрүһ эштәрҙе ғәҙәт итеп күп ҡылмағыҙ
26. Шәриғәткә хилаф булған гонаһлы үә зарарлы ғәҙәттәр сығармағыҙ
27. Дин эшенән донъя эшен артыҡ күрмәгеҙ
28. Һис бер эште кәрәк ҡәҙәренән артыҡ ҡылмағыҙ
29. Отош уйындары уйнап, аҡса һәм мал отмағыҙ
30. Табыш, йәғни арттырып түләү шарты менән бурысҡа аҡса бирмәгеҙ
31. Мәхкәмәлә, йә сауҙала файҙа ҡылмаҡ өсөн мал, аҡса алмағыҙ
32. Нәжес үә харам нәмәләр менән сауҙа ҡылмағыҙ
33. Үҙ ихтиярығыҙ менән үҙегеҙгә ауырыу килтерә торған эштәр ҡылмағыҙ
34. Һис бер кешене ололап, рукуғ үә сәждә ҡылмағыҙ. Мәҫәлән: артыҡ эйелеп-бөгөлөп сәләм биреү, ергә ятып, берәүҙең аяғына йығылып ялбарыу
35. Донъя ләззәттәренә, малына үтә ҡомһоҙ, һәүәҫле, хирс булмағыҙ
36. Фәлән эште ҡылһам, иманһыҙ булайым,тип ант итмәгеҙ
37. Аллаһы Тәғәләнән тыш икмәк, ҡояш, йә башҡа нәмә менән ант итмәгеҙ
38. Харам эште ҡылғанда “БисмиЛләһ” тип әйтмәгеҙ, аят уҡымағыҙ
39. Шәриғәттә олуғ һаналған нәмәләрҙе бәләкәйгә үә хурға һанамағыҙ
40. Мосолман ҡәрҙәштәрегеҙгә яуызлыҡ ҡылыуҙы күңелдән ниәт ҡылмағыҙ
41. Һис бер кешегә зарар үә афәт килеүенә һөйөнмәгеҙ.
42. Үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ
43. Үҙ-үҙегеҙҙең берәй ағзағыҙҙы ихтиярығыҙ менән кәметмәгеҙ үә имгәтмәгеҙ
44. Кешеләрҙе кәйефләндерер өсөн әҙәпһеҙ йырҙар йырламағыҙ
45. Кешеләрҙе кәйефләндерер өсөн көйлө уйындар уйнамағыҙ
46. Кешеләрҙе кәйефләндерер өсөн бейемәгеҙ
47. Һис бер кешегә илтифат ҡылмайынса, һанға һуҡмайынса, ололоҡ ҡиәфәте менән йөрөмәгеҙ
48. Кешеләрҙе үҙегеҙҙән түбән үә хур күреп һауаланмағыҙ
49. Ҡылған ғибәҙәттәрҙе күпкә һанап, үҙегеҙҙе изге һанамағыҙ
50. Белер, өсөн дин буйынса һораған кешегә белә тороп әйтмәй, өйрәтмәй ҡалмағыҙ
51. Кешегә, йә хайуанға ләғнәт уҡымағыҙ
52. Кем генә булмаһын, кешегә бәддоға ҡылмағыҙ
53. Гонаһлы үә ғәйбәт һүҙҙәрҙе тыңлап ултырмағыҙ
54. Көнсөллөк менән кешенең дәүләт үә абруйы китеүен теләмәгеҙ
55. Асыуығыҙ килгән кешегә үпкәләп, өс көндән артыҡ уның менән күрешмәйенсә асыуланып йөрөмәгеҙ
56. Асыулы үә ҡайғылы ваҡытта кейемдәрегеҙҙе йыртмағыҙ, бер нимәне лә ташламағыҙ
57. Харам ғәмәл ҡылғанығыҙҙы һис бер кешегә күрһәтмәгеҙ. Ҡылыу- бер харам, күрһәтеү- икенсе харам
58. Гонаһ ҡылыусы фәсиҡ (боҙоҡ) кешеләрҙе дуҫ итмәгеҙ
59. Изге үә тәҡүә кешеләрҙе һис дошман күрмәгеҙ
60. Донъя малы өсөн ниндәй ҙә булһа кешене артыҡ ололап, үҙегеҙҙе хур күрмәгеҙ
61. Күңелегеҙҙә булмағанды алдап һөйләмәгеҙ
62. Һис бер эш менән шөғөлләнмәйенсә, ялҡауланып эшһеҙ ятмағыҙ
63. Үҙ ризығың өсөн кәсеп ҡылмайынса, кешенән саҙаҡа, йә һидийә биреүҙәрен көтөп ятмағыҙ
64. Ҡөрьән аяттарына үҙегеҙ теләгәнсә, боҙоп мәғәнә бирмәгеҙ
65. Вакыф малына һис хыянат итмәгеҙ
66. Бәйтүл-мәл аҡсаһын тейешһеҙлеккә тотонмағыҙ
67. Үткән эшкә ялған ант итмәгеҙ
68. Ирҙәр ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтенә кереп, уларҙың кейемен кеймәгеҙ
69. Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр ҡиәфәтенә кереп, уларҙың кейемен кеймәгеҙ
70. Ҡара йөндән һуғылған мәжүсиләр кейә торған эшләпәне кеймәгеҙ. Аҡ, йәки бер яғынан әҙерәк киҫелгән булһа, кейеүе ярай, тигән риүәйәттәр бар.
71. Билгә бармаҡ йыуанлығы ғына билбау бәйләмәгеҙ
72. Ирҙәр! Ебәк кейемдәр кеймәгеҙ
73. Ирҙәр! Алтын йөҙөк үә алтын сәғәт кеүек алтындан яһалған биҙәүестәр менән биҙәнмәгеҙ
74. Ирҙәр! Йөҙөк үә билбау, ҡылыс биҙәктәренән башҡа ерҙә көмөштән яһалған биҙәүестәр менән биҙәнмәгеҙ
75. Алтын һауыттарҙы, ҡоралдарҙы истиғмәл ҡылмағыҙ. Мәҫәлән: алтын ҡалаҡ, алтын һаплы ҡәләм ҡулланыу
76. Ирҙәр үә ҡатындар! Көмөш һауыт-һаба һәм ҡоралдар ҡулланмағыҙ
77. Кеше һәм хайуан һүрәте яһамағыҙ. Әммә ағас үә йорт һүрәттәре яһарға мөмкин
78. Ниндәй рәүештә генә булһа ла, кем менән булһа лазина ҡылмағыҙ
79. Зина ғәмәлдәренә һис изгелек ҡылмағыҙ
80. Ҡатынығыҙҙы көнләшмәй сит ирҙәр менән ҡалдырмағыҙ
81. Ҡатынығыҙ менән уның хайзлы (күрем ваҡыты), йә нифаслы (бала тапҡандан һуң) ваҡытында һис яҡынлыҡ ҡылмағыҙ
82. Ғәҙел була алмаҫлыҡ, тәрбиә ҡыла алмаҫлыҡ кеше, ике ҡатын алмағыҙ
83. Ҡатынығыҙҙы уның хайзлы ваҡытында талаҡ ҡылмағыҙ
84. Ҡатынығыҙҙы бер юлы өс талаҡ ҡылмағыҙ
85. Ҡатынығыҙҙы апайығыҙға, йә берәй мөхтәрәм ҡыҙ туғанығыҙға оҡшатып асыуын килтермәгеҙ
86. Ирҙәр! Үҙ ҡатынығыҙҙан башҡа ҡатындарҙың йөҙҙәренә күңел һәүәҫлеге менән ҡарамағыҙ
87. Ҡатындар! Хәләл ирегеҙҙән башҡа ирҙәрҙең йөҙҙәренә күңел һәүәҫлеге менән ҡарамағыҙ
88. Ирҙәр! Сит ҡатындарҙың тәндәренә күҙ һалмағыҙ, хатта һәүәҫһеҙ булһа ла
89. Ҡатындар!Сит ирҙәрҙең төндәренән намаҙҙа ҡаплау фарыз булған ағзаларына күҙ һалмағыҙ
90. Ирҙәр! Ирҙәрҙең төндәренән намаҙҙа ҡаплау фарыз булған ағзаларына күҙ һалмағыҙ
91. Ҡатындар! Ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш, арҡа, күкрәк һәм балтырынан башҡа ағзаларына ҡарамағыҙ
92. Ир балаларҙың йөҙөнә күңел һәүәҫе менән ҡарамағыҙ
93. Кешенең ҡарауы, күҙ төшөрөүе харам булған ерҙәренә ҡул тейҙермәгеҙ.
94. Бер-берегеҙгә хәләл,йә мөхтәрәм ҡәрҙәш булмаған ир менән ҡатын икегеҙ бер ерҙә яңғыҙ ҡалмағыҙ
95. Ҡатындар! Кейемде кәрәкмәгәндә бер ҡатлы ғына кеймәгеҙ
96. Үҙегеҙгә кәрәкмәгәндә малығыҙҙы кешегә бирмәй, яндырып,йә һыуға һалып әрәм итмәгеҙ
97. Берәй мал, йә тағамды үҙегеҙ ҙә файҙаланмайынса, кешегә лә бирмәйенсә, серетеп һәләк итмәгеҙ
98. Ҡалған аштарығыҙҙы ергә түгеп әрәм итмәгеҙ
99. Үҙ ихтиярығыҙ менән ашамай, эсмәй тороп, үҙегеҙҙе зәғифләндермәгеҙ
100. Туйғандан һуң ашамағыҙ һәм эсмәгеҙ
101. Бер-ике көн ризығығыҙ була тороп, кешенән саҙаҡа һорамағыҙ
102. Аш, тағамды тапап, түгеп хурламағыҙ
103. Зәкәт түләрлек малығыҙ булғанда кешенән саҙаҡа ҡабул итмәгеҙ
104. Нәжес нәмәләрҙе ашамағыҙ һәм эсмәгеҙ
105. Ауырыуға һабыштыра торған нәмәләрҙе ашамағыҙ һәм эсмәгеҙ
106. Ите харам булған хайуандарҙың иттәрен ашамағыҙ, һөттәрен эсмәгеҙ
107. Шәриғәт буйынса боғаҙланмаған, йә ауланмаған хайуандарҙың иттәрен ашамағыҙ
108. Боғаҙланмайынса, берәй ниндәй афәттән үлгән хайуандың итен ашамағыҙ
109. Һаһыған, серегән иттәрҙе ашамағыҙ
110. Иманһыҙ кеше һуйған, йә аулаған хайуандың итен ашамағыҙ
111. Ите хәләл булған хайуандарҙың оят ағзаларын, ҡыуыҡтарын, үттәрен, биҙҙәрен ашамағыҙ
112. Хайуандарҙың боғаҙынан сыҡҡан ҡанды эсмәгеҙ
113. Йөҙөм емеше һыуынан яһалған иҫерткес эсемлекте эсмәгеҙ
114. Нимәнән генә яһалған булһа ла, иҫертә торған эсемлектәрҙе эсеп иҫермәгеҙ. Мәҫәлән: ашлыҡтан, балдан, бәрәңгенән яһалғандар кеүек
115. Әфиүн (опиум), тәмәке кеүек иҫертә торған үләндәрҙе йотоп, ауыҙға һалып, һыуын,йәки төтөнөн һулап иҫермәгеҙ
116. Бер кешенең урлап, йә алдап икенсе кешенән алған малын һатып алмағыҙ
117. Мәккә-и Мөкәррәмәлә “харам” тип аталған ерҙә ҡырағай хайуандарҙы аулап, йәки боғаҙлап үлтермәгеҙ
118. Ҡөрьән уҡылғанын ишеткәндә уны тыңламайынса башҡа эштәр менән шөғөлләнмәгеҙ
119. Намаҙҙы ваҡытында уҡымай ҡазаға ҡалдырмағыҙ
120. Рамазан айында ураҙа тотмай йөрөмәгеҙ
121. Зәкәт, ғөшөр, фитр саҙаҡаларын бирмәй үҙегеҙҙә тотмағыҙ
122. Өҫтәгеҙҙә фарыз була тороп хажды ҡылмай ҡалмағыҙ
123. Ҡөрьәнде тәжвидһеҙ, хәрефтәрен үҙгәртеп уҡымағыҙ
124. Ғөсөл ҡойоноу тейешле кешеләр, был эште кисектермәгеҙ
125. Жөнөб кеше, хайз, йә нифастан арынған ҡатын-ҡыҙ ғөсөл алыуҙы кисектермәгеҙ
Мәкрүһ тәхрими үә харам ҙани (асыҡ булмаған) ғәмәлдәр
Мәкрүһ ғәмәл — Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләЛлаһу ғәләйһи үәсәлләм тарафынан тыйылған ғәмәл. Шуға күрә, ул ғәмәлде мөьмин мосолман кешеһенә лә ҡылыу дөрөҫ түгел. Гонаһынан ҡурҡып мәкрүһ ғәмәлде ҡылмаған кеше сауаплы, ҡылғаны гонаһлы булыр. Ҡаршы сығып мәкрүһ һаналған эште дөрөҫ, хәләл тигән кеше иманһыҙ булмаһа ла, гонаһлы булыр. Мөьмин үә мосолман кешегә мәкрүһ һаналған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре түбәндәгеләр:
1. Үҙ кәйефе өсөн көйлө шиғырҙар йырлау
2. Көйлө шиғыр һәм йырҙарҙы тыңлау
3. Үҙ кәйефе өсөн музыкаль ҡоралдарҙа көйлө уйындар уйнау
4. Уйын көйҙәренә кәйефләнеп бейеү
5. Көйлө уйын тауыштарын тыңлау
6. Уйын көйҙәренә ҡул сабыу
7. Уйын ҡоралдарын һаҡлау, хатта һис уйнамаһа ла
8. Отошмайынса отош уйындары уйнап, бушҡа ғүмер уҙҙырыу
9. Ғилемгә теләге булмаған кешегә ғилем өйрәтеү
10. Ҡөрьәндән ятланған сүрә үә аяттарҙы ҡабатламайынса онотоу
11. Ҡөрьәнде мәшғүл кеше эргәһендә уҡыу
12. Ҡөрьән сүрәләре үә аяттары яҙылған ҡағыҙҙарҙы, дини китаптарҙы ҡәҙерһеҙ урынға ҡуйыу
13. Аят, йәки башҡа яҡшы һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙҙарҙы утҡа яндырыу, хатта туҙған булһа ла
14. Жөнөб кеше, хайзлы, нифаслы ҡатынға, тәһәрәтһеҙ кешегә Мүсхәф Шәрифте-Ҡөрьәнде тотоу, әммә тышлыҡта тотоу мәкрүһ түгел
15. Жөнөб кеше, хайзлы, нифаслы ҡатын өсөн Ҡөрьән аяттарын уҡыу. Тәһәрәтһеҙ кешегә Ҡөрьәнде (яттан) уҡыу дөрөҫ, жөнөб кеше, хайзлы, нифаслы ҡатындарға, ниндәй ҙә булһа доғаларҙы уҡыу дөрөҫ
16. Жөнөб, йә тәһәрәтһеҙ кешегә азан үә ҡамәт уҡыу
17. Жөнөб кеше, хайзлы, нифаслы ҡатын мәсеткә кереү
18. Мәсеттә донъяүи һүҙҙәр һөйләшеү
19. Мәсеттә донъяүи эштәр ҡылыу
20. Мәсеттә алғы сафтарға барыу өсөн кешеләр араһынан атлау
21. Мәсеттә бармаҡтарын аралаштырып, йә шартлатып, һаҡал-мыйыҡ менән уйнап, әҙәпһеҙ ултырыу
22. Мәсеттә тештәрен, танауын, ҡолаҡтарын соҡоп ултырыу
23. Мәсеттә тауышланып иҫнәү, сөскөрөү
24. Мәсеттә имам хөтбә уҡығанда, вәғәз һөйләгәндә, хөтбә үә вәғәзде тыңламайынса башҡа һүҙҙәр һөйләшеп ултырыу
25. Йомала хөтбә уҡылған сағында йома намаҙының сөннәттәрен,йәки башҡа бер нәфел намаҙы уҡыу. Әгәр хөтбә башланғансы намаҙға керешкән булһаң, уны тамамлау дөрөҫ
26. Мәсет эсендә төкөрөү, ҡаҡырыу үә танау һемгереү, тәкәббер ҡиәфәттә ғорурланып ултырыу
27. Намаҙ уҡып торған кешенең, пәрҙәһе булмаһа, алдынан йөрөү
28. Азан уҡылған ваҡытта кешегә сәләм биреү, йә сәләм алыу
29. Азан уҡылған ваҡытта донъяуи һүҙҙәр һөйләшеү, донъяүи эштәр эшләү
30. Ниәт ҡылып башлаған нәфел намаҙын үә ураҙаһын ғөҙөрһөҙ боҙоу
31. Ҡунаҡ килеү, йә ҡунаҡҡа саҡырылыу сәбәпле өйлә ваҡытына ҡәҙәр нәфел ураҙаһын боҙоу дөрөҫтөр.
32. Намаҙ уҡыу мәкрүһ булған ваҡытта, йәғни: ҡояш сығып килгәндә, ҡояш төшлөккә еткән ваҡытта, ҡояш байығанда намаҙ уҡыу
33. Таң атҡандан һуң, ҡояш сыҡҡансы үә икенде ваҡыты кергәндән һуң ҡояш байығансы нәфел намаҙы уҡыу, ләкин ошо ике ваҡытта ҡазаға ҡалған намаҙҙарҙы уҡыу дөрөҫ
34. Фәҡәт йома көнө, йә шәмбе көнө хосусан ураҙа тотоу
35. Бер көн ураҙа тотҡандан һуң кистән һис ифтар ҡылмайынса икен¬се көндө ураҙаға кереү
36. Ҡатын иренең рөхсәтенән башҡа нәфел ураҙаһы тотоу
37. Ғәрәфә көнөндә, Ғәйет үә тәшриҡ көндәрендә ғүмрә хажы ҡылыу
38. Үҙенең имам булыуын яратмағындарын белгән кешегә намаҙҙа имам булып тороу
39. Жөнөб кеше тәһәрәт алмайынса аш ашау
40. Аш, йә эсемлекте һул ҡул менән тотоп ашау, йә эсеү
41. Яланбаш көйөнсә ашау, йә эсеү
42. Бер аш мәжлесенә саҡырылмайынса барып инеү
43. Эйәһе күңелдән риза булмағанлығын белә тороп, уның ашын ашау
44. Аш мәжлесендә башҡа кешенең алдынан алып ашау
45. Аш-Һыуҙы өрөп һыуытыу
46. Ашты ололамайынса тотоу
47. Был ризыҡ ҡаты булған, йә йомшаҡ булған, бешмәгән, әсе булған, тип тағамды ғәйеп итеү.
48. Икмәкте үә башҡа тағамды танауға ҡуйып еҫкәп ҡарау.
49. Икмәктең өҫтөнә бысаҡ йә тоҙ һауыты кеүек бер нәмә ҡуйыу.
50. Икмәк һынығын табаҡ аҫтында ҡалдырыу.
51. Икмәккә бысаҡ, йә ҡул һөртөү.
52. Икмәкте бер ҡул менән һындырыу.
53. Тәкәбберлек ҡиәфәте менән таянып ултырып, йә ҡырын ятып ашау.
54. Аяҡ өҫтө тороп аш ашау, йә һыу эсеү.
55. Мәжлестәге ашты хужаһының рөхсәтенән башҡа алып китеү.
56. Йөҙтүбән ятып ашау.
57. Аш мәжлесендә насар үә ерәнгес һүҙҙәр һөйләү.
58. Табындан аш алынғансы урындан тороу.
59. Табынға бер урынға килеп ултырған кешене ҡуҙғатып, уның уры¬нына ултырыу.
60. Аш әҙерләмәйенсә туй үә никах ҡылыу.
61. Бер кеше зәм-зәм һыуы, һөт, йә хуш еҫле бер нәмә биргәндә, кәрәк түгел, тип алмай ҡалыу.
62. Аш әҙер булып, өҫтәлгә ҡуйылғандан һуң, ашамайынса ашты көттөрөү.
63. Тәнгә зәғифлек килтерә торған нәмәләрҙе ашау.
64. Аят яҙылған ҡағыҙҙар үә доғалы бөтөүҙәр менән бәҙрәфкә кереү.
65. Өй эсендә нәжес хәжәттәрен үтәү.
66. Бәҙрәфкә яланбаш кереү.
67. Аяҡ өҫтө тороп хәжәтте үтәү.
68. Мәсет үә ҡәбергә ҡырҡ аҙымдан яҡыныраҡ ерҙә хәжәтте үтәү.
69. Бәҙрәфтә тәһәрат алыу һәм ғөсөл ҡылыу.
70. Уң ҡул менән истинжә ҡылыу.
71. Бәҙрәфтә нәжесеңә ҡарау.
72. Бәҙрәф кеүек күңел ҡарайтыусы урында зарурһыҙ оҙаҡ ултырыу.
73. Һыу өҫтөнә хәжәтеңде үтәү, йәғни нәжесеңде таҙа һыуға төшөрөү.
74. Емешле үә күләгәле ағас төбөнә, юл йә сирәм өҫтөнә хәжәтеңде ҡылыу.
75. Кеше күҙе алдында хәжәтеңде ҡылыу.
76. Бәҙрәфтә ҡиблаға ҡаршы алдың йә арҡаң менән ултырыу.
77. Асыҡ ерҙә айға йә ҡояшҡа ҡаршы алдың йә арҡаң менән ултырып хәжәт ҡылыу. Әммә ҡояш менән ай үҙҙәре күренмәһәләр, зарары юҡтыр.
78. Бәҙрәфтә хәжәт ҡылғанда һүҙ һөйләшеү.
79. Азан уҡылған ваҡытта хәжәт ҡылыу.
80. Ҡағыҙ, үлән, япраҡ кеүек ҡәҙерле нәмәләр менә истибра ҡылыу (һөртөү)
81. Кеше алдында истибра ҡылып йөрөү
82. Истибра ҡылып торған кешегә сәләм биреү
83. Уң ҡул менән танау һемгереү
84. Кәрәкһеҙҙән уң ҡул менән ғәүрәт ерҙәрен(оят ерҙәрен) тотоу
85. Кеше араһында ғөҙөрһөҙ елләнеү
86. Ҡырмыҫҡа кеүек бәләкәй хайуандарҙың ояларына хәжәт ҡылыу
87. Нәжес нәмәләрҙе юлға һәм урамға ташлау
88. Бәҙрәфтәге хәлдә сәләм биреү, йә алыу
89. Сәләм биргәндә, йә ҡайтарғанда башты эйеү, йә ҡулды күкрәккә ҡуйыу
90. Сәләм бирмәҫ борон һүҙ һөйләшә башлау
91. Иманһыҙ кешегә башлап сәләм биреү
92. Бер харам үә гонаһ эште ҡылып тороусыға сәләм биреү
93. Мыйыҡтың танау тапҡырындағы ерҙәрен ауыҙға керерлек ҡәҙәр итеп йөрөтөү
94. Ирҙәр һаҡалдарын киҫеп, бер тотамдан ҡыҫҡа итеп ҡалдырыу
95. Ирҙәр сәстәренең бер аҙын ҡырҡып, бер аҙын ҡырҡмай ҡалдырыу
96. Ирҙәр һаҡал үә мыйыҡтарын ҡырыу
97. Ҡатындар сәстәрен ҡырыу
98. Һаҡалдан, мыйыҡтан, сәстән ағарған сәстәрҙе йолҡоу
99. Йөҙҙән, ҡаш араһынан сәстәрҙе йолҡоу
100. Ирҙәрҙең һаҡал-мыйыҡ, сәстәрен ҡараға буяу
101. Ирҙәр ҡулына ҡына яғыу
102. Жөнөб көйөнсә сәс алдырыу
103. Жөнөб, хайзлы, нифаслы көйәнсә тырнаҡ киҫеү
104. Тырнаҡты теш менән тешләп алыу
105. Тырнағын оҙон итеп еткереп, ҡырҡ көн ҡәҙәр киҫмәйенсә тороу
106. Алына торған сәс-йөндәрҙе ҡырҡ көн ҡәҙәр алмайынса йөрөү
107. Тырнаҡтарҙы, сәстәрҙе, ҡәҙерһеҙ ергә ташлау
108. Ҡатындар сәсенә сәс ялғау
109. Матур үә бәләкәй генә күренһен өсөн теште игәү
110. Ҡатындар ғөмүми баҙар мунсаһына барыу
111. Ҡатындарҙың урамға тышҡы яҡтан яҡшы үә зиннәтле кейемдәр кейеп сығыу
112. Тәнгә, тире аҫтына төрлө биҙәк төшөрөү
113. Ҡатындарға хәләл ирҙәренән үә ҡәрҙәштәренән башҡа сәфәргә сығыу
114. Ышанмаһа ла, киләсәктәге эште юраусыға ҡаратып ҡарау. Әммә уның киләсәктән хәбәр биргән һүҙенә ышаныу-харамдыр
115. Зарур булмаған урында Аллаһы Тәғәләнең исемен ҡулланыу
116. һатыусы малының яҡшылығы тураһында ант итеү, хатта яҡшылығы хаҡ булһа ла.
117. Иманһыҙ кешеләр генә кейә торған кейемдәрҙе кейеп йөрөү
118. Сабый ир балаларға ебәк кейемдәр кейҙереү
119. Кейем-Һалымды нәжесле үә шаҡшы көйөнсә кейеп йөрөү
120. Кеше ғәжәпләнеп көлөрлөк бик яҡшы, йә бик насар кейемдәр кейеү
121. Салбар балағын тәкәбберлек сәбәпле шайтан ашығынан түбән һәлендереп йөрөү
122. Ирҙәр ҡып-ҡыҙыл, йә һап-һары кейем кейеү
123. Үлһәм ине, тип үлем теләп доға ҡылыу
124. Донъяла бик оҙаҡ тороуыңа, күп эштәр ҡылыуыңа өмөтләнеп йөрөү
125. Ваба үә тире ауырыуы кеүек йоғошло сир булған ҡаланан ауырыуҙан ҡасып сығып, икенсе ҡалаға китеү. Сөнки Аллаһы Тәғәләнең ҡазаһынан ҡасыу үә сирҙе таратыу ихтималы бар
126. Ваба үә тире ауырыуы кеүек йоғошло үә хәүефле ауырыу булған ҡалаға барып кереү
127. Табибһыҙ ҡалала, йә ауылда тороу
128. Йоғошло ауырыулы кешегә өс аршиндан артыҡ яҡын килеү
129. Мәйеттең яҡшылыҡтарын әйтеп, маҡтай-маҡтай артынан илап барыу
130. Үҙ һүҙен аҫта ҡалдырмаҫ өсөн хаҡ һүҙгә ҡаршы килеү
131. Хәҡиҡәтте белмәйенсә, үҙе ҡылған эште хаҡ һүҙ итеп һөйләү
132. Үҙендә булмаған яҡшылыҡтар менән маҡтаныу
133. Бер кешене унда булмаған яҡшылыҡ менән арттырып маҡтау
134. Кешене көлдөрөү өсөн ялған һүҙҙәр ҡатыштырып, уйын-көлкөлө һүҙҙәр һөйләү
135. Кеше ояла торған әҙәпһеҙ, сирҡанғыс һүҙҙәр һөйләү
136. Кешенән бер йомош үтенгәндә Аллаһы Тәғәлә хаҡы өсөн, тип һорау
137. Кешенең биргән бүләген, саҙаҡаһын әйтеп хурлау
138. Аллаһы Тәғәлә хаҡы өсөн, тип үтенгән кешенең үтенесен ҡылмай ҡалыу
139. Файҙалы һүҙҙе кәрәктән артығын һөйләү
140. Донъяға ла, әхирәткә лә файҙаһы булмаған һүҙҙәр һөйләү
141. Бурыс, йә башҡа йомош һорағанда, “зинһар, бир инде”, тип ҡат- ҡат һорап йөҙәтеү
142. Һүҙем матур булһын тип, тәкәллефләнеп (яһалма ҡыланып) һөйләү
143. Һис кемгә зарары теймәй торған ялған һүҙҙәр һөйләү
144. Һүҙ яйы үә яуызлыҡ менән кешенән көлөү
145. Сәбәпһеҙ күп көлөү
146. Тимер, еҙ, баҡыр үә таш йөҙөктәр кейеү
147. Кеше, йә хайуан һүрәттәрен өйҙә күҙ алдында тотоу
148. Өй эсендә эт аҫрау
149. Залим түрәләрҙе тәғҙыйм ҡылыу
150. Ата-әсә, остаз һәм ғалим кешенән башҡаларҙың ҡулын үбеү
151. Үҙеңә үҙең яуыз доға ҡылыу
152. Бәләкәй балаға бер нәмә биреүҙе вәғәҙә ҡылып та, һуңынан бирмәй ҡалыу
153. Эт, байғош, ярғанат, ҡарлуғас кеүек ите мәкрүһ булған хайуандарҙың итен ашау
154. Хайуандарҙың эсәген, ҡарындарын ашау
155. Хайуанды үтмәҫ бысаҡ менән боғаҙлау
156. Хайуанды кис үә төндә боғаҙлау, йә аулау
157. Бысаҡты хайуанды ятҡырғас үткерләү
158. Бысаҡты хайуандың алдында күрһәтеп үткерләү
159. Хайуандың муйыны уртаһындағы аҡ тамырына тиклем киҫеү
160. Боғаҙлағанда хайуандың муйынын бөтөндәй киҫеп бөтөрөү
161. Хайуандың бәләкәй, йәш балаһын һатып, йә һуйып үҙенән айырыу
162. Хайуанды муйынының арт яғынан, елкә тарафынан боғаҙлау
163. Боғаҙланған хайуандың йәне сыҡмайынса, уны тунай башлау
164. Хайуанды ҡибла тарафынан башҡа яҡҡа ҡаратып боғаҙлау
165. Хайуандарҙы һөт бирә торған, йәғни һауа торған ваҡыттарҙа боғаҙлау
166. Быҙау, бәрәс, йә себеш кеүек ҡош- хайуандарҙы һуйып, йән ҡыйыу
167. Бала табырға яҡынлашҡан хайуанды боғаҙлау
168. Кәйеф өсөн, ғүмер уҙҙырыу өсөн хайуан аулау
169. Дөйәне муйынының башына яҡын ерҙән боғаҙлау
170. Дөйәнән башҡа хайуанды муйынының күкрәгенә яҡын ерҙән боғаҙлау
171. Хайуандың ҡолағын, танауын, мөгөҙөн киҫеп, йәки тәнен янды¬рып билге һалыу
172. Тәрбиә ҡылырға көсө етерлек кеше сәбәпһеҙ өйләнмәү
173. Ғөҙөрһөҙ үә сәбәпһеҙ ҡатынды талаҡ ҡылыу
174. Бер дуҫлашҡан кеше менән сәбәпһеҙ дуҫлыҡты өҙөү
175. Харам эштең ҡылыныуына ҡарап, тамаша ҡылып тороу
176. Заруратһыҙ фәсиҡ кешеләр менән мәжлестәш булыу
177. Харам эште ҡылырға йөрөй, тип түһмәт (ғәйепләү) ҡылырлыҡ ерҙәрҙә күп йөрөү
178. Юлда тапҡан малдың эйәһен эҙләүҙән ҡурҡып, алмайынса китеү
179. Малдың хәләллеге шөбһәле кешенең ашын ашау
180. Хәләллеге шөбһәле булған өйҙә тороу
181. Хәләллеге шөбһәле булған кейемдәр кейеү
182. Хәләллеге шөбһәле булған малдар менән файҙаланыу
183. Таң атҡандан һуң, ҡояш сыҡҡансы үә икенде менән аҡшам араһында, аҡшам менән йәстү араһында йоҡлау
184. Йоҡлағанда йөҙтүбән ятып йоҡлау
185. Аяғыңды ҡиблаға табан һуҙып йоҡлау
186. Китапҡа баш терәп йоҡлау
187. Балаларҙың береһен артыҡ ҡәҙерләү. Әммә һабаҡ уҡығаны, итәғәтлелеге өсөн булһа, башҡаларҙы ғибрәтләндереү сәбәпле — дөрөҫ
188. Ҡазый, йә хакимдың низағлашҡан ике кешенең береһенә артығыраҡ илтифат (яҡшылыҡ) күрһәтеүе
189. Рөхсәтһеҙ бер кешенең баҡсаһына кереп йөрөү
190. Хужаһынан һорамайынса, уның малы менән ҡулланыу, хатта һуңынан ҡайтарып бирһә лә
191. Ҡатын иренең йорт хеҙмәттәрен эшләргә иренеү
192. Бай кешеләрҙе байлыҡтары арҡаһында артыҡ тәғҙим ҡылыу
193. Хаҡы тағы ла күтәрелһен өсөн йыйған ашлыҡты һатмай тороу
194. Ҡалаға килә торған малды, ҡалала ҡиммәткә һатыу өсөн ҡаршы сығып алыу
195. Бер ҡалала кәрәкле малды табыш күплегенә ҡыҙығып, икенсе ҡалала һатыу
196. Малды һауыты менән үлсәп, һауыт ауырлығын да хисаплап һатыу
197. Алыусыны алдау өсөн һатыуҙа ҡатнашмаған кеше килеп, тауарға артығыраҡ баһа биреп китеү
198. һатып алынған малды эйәһе кире ҡайтармаҡсы булғанда үҙе алған хаҡтан артығыраҡ һатыу
199. Алыусы үкенеп һатып алған малын кире ҡайтармаҡсы булғанда, һатыусы үҙе һатҡан малының хаҡын кәметеп алыу
200. Бер һатыусы алыусыға малын күрһәткәндә икенсе һатыусы үҙ малын килтереп күрһәтеү
201. Алыусы бер малдың хаҡына килешеп торған саҡта икенсе кеше артыҡ хаҡ тәҡдим итеү
202. Бер ҡыҙға яусы ебәрелгәнен белә тороп, икенсе кеше лә яусы ебәреү
203. Малды һатҡанда, йә алғанда һатыуға ҡатнашы булмаған бер шарт ҡуйыу
204. Ҡуй, йә һыйырҙы ҡиммәтерәккә һатыу өсөн бер-ике көн һаумай тороу
205. Зәкәт үә ғөшөр өсөн малдың насар үә яманырағын һайлап биреү
206. Ҡөрьән уҡыу, вәғәз һөйләү өсөн һатыулашып аҡса алыу
207. Үҙеңә зарар килтерә торған эштәрҙә артыҡ йомшаҡ булыу
208. Көсө етмәҫлек эшкә асыу менән, батырсылыҡ ҡылып тотоноу
209. Насар кешеләргә үә һүҙҙәргә тап килеү сәбәпле бер эште насарлыҡҡа юрап шомланыу
210. Кеше араһында башын тилегә һалып, тиле кешеләр кеүек ҡыланып йөрөү
211. Кеше алдында оялмайынса сирҡанғыс эштәр ҡылыу
212. Хәләл ниғмәттәр менән файҙаланыуҙан үҙен мәхрүм ҡалдырыу
213. Үҙе белә алмаҫлыҡ эштәрҙә белеүҙе дәғүә ҡылыу
214. Кешене оялтыу өсөн бер мәсьәлә һорау
215. Кешеләр араһында ике кеше йәшерен һүҙ һөйләшеү
216. Бер кешенең яңылыш эш ҡылғанын күреп, унан көлөү
217. Оло кешеләр алдында уларҙан уҙып һүҙ һөйләү
218. Оло кешеләр алдында ҡысҡырып һәм күп көлөү
219. Бер кеше һүҙен тамам ҡылғансы, икенсе кеше һүҙ башлау
220. Оло кешеләрҙе уҙып алдан йөрөү
221. Хеҙмәт хаҡын тәғәйен һөйләшмәйенсә, кешене хеҙмәткә яллау
222. Ҡулында аҡсаһы була тороп бирәсәк бурысын бирмәйенсә, үҙ ҡулында тотоу
223. Бурыслы кешенең ҡулындағы аҡтыҡ малын алып, бурысын түләтеү
224. Маҡтаныу, донъя рәхәте өсөн генә мал йыйыу
225. Йортто бик бейек итеп эшләтеү
226. Йортто ғәҙәттән тыш биҙәкләү
227. Фәлән маҡсудым булһа, фәлән эш ҡылырмын, тип күп нәҙер әйтеү
228. Күңелеңде шәфҡәтһеҙлек, мәрхәмәтһеҙлеккә өйрәтеү
229. Мәйетте зыяратҡа күтәреп бармайынса, арбаға һалып барыу
230. Мәйеткә йыназа намаҙын мәсет эсендә уҡыу
231. Мәйетте ҡәбер эсенә ҡуйғансы ергә ҡуйыу
232. Ләхетте төшкән кирбес йә ағас менән уратыу
233. Ике кешене зарурһыҙ бер ҡәбергә күмеү
234. Мәйет үә йыназа янында көлөп һөйләшеү
235. Мәйетте ҡәбергә аҡшамдан һуң күмеү
236. Ҡатындар йыназа артынан барыу
237. Ҡәбер өҫтөндә, йә ҡәбер янында намаҙ уҡыу
238. Ҡатын-ҡыҙ зыяратҡа кереп йөрөү
239. Ҡәбер өҫтөнә төндә ут яндырып ҡуйыу
240. Ҡәберҙәрҙе тапау, өҫтәренә ултырыу
241. Ҡәбер өҫтөндә үҫкән үлән, сәскә үә емештәрҙе алыу
242. Ҡәбер өҫтөнә өҫтө түбәле бина яһау
243. Мәйет булған бүлмәлә, мәйет янында аш ашау
244. Ҡибла, йә дини китаптар, икмәк тарафына аяҡ һуҙып ултырыу
245. Ҡәберҙәр янында аш ашау
246. Яҡшы һүҙ яҙылған ҡағыҙҙарҙы ҡәҙерһеҙ итеү
247. Туҡтап торғанда ат өҫтөндә атланып тороу
248. Сәфәрҙән өйөнә ҡайтҡанда, зарурһыҙ төндә ҡайтып кереү
249. Тауышы үә һайрауы илә кәйефләнеү өсөн ситлектә ҡош аҫрау
250. Тапҡан аҡсаһын харамға тота торған кешегә саҙаҡа итеп аҡса биреү. Әммә ашарлыҡ ҡәҙәр икмәк үә аш биреүҙең заруры юҡтыр
251. Бер вәғәҙә ҡылып биргән нәмәһен кире ҡайтарып алыу
252. Шәриғәттә риүәйәт булмаған әфсен доғалар уҡып, кешене, йә бер нәмәне өшкөрөү
253. Мөхәббәт яҙыуы, тип ялған бетеүҙәр тағып йөрөү
254. Күҙ, йә ен зәхмәте теймәһен тип, әфсендәр һәм ағастар тағып йөрөү
255. Зарур булмағанда ҡатын-ҡыҙ тауышын тыңлау
256. Зарур булмайынса, махрам булмаған ҡатын-ҡыҙҙар менән һүҙ һөйләшеү
257. Йәш кеше ҡарсыҡ ҡатынды, йәки бала тапмай торған ҡатынды никахлап алыу
258. Ҡыҙ баланы ҡарт, йә бик йәмһеҙ ҡиәфәтле кешегә никахлап биреү
259. Зарурһыҙ харам нәмәләр менән дауаланыу
260. Бәлиғ ҡыҙҙы үҙе риза булған кейәүенә сәбәпһеҙ бирмәй үә ни¬кахламай тороу
261. Ауырыуҙы көсләп ашатыу үә эсереү
262. Ҡунаҡты ҡыҫтап үә көсләп ашатыу
263. Бәлә үә зарар күреү сәбәпле заманды үә йылды һүгеү
264. Балаға мәғәнәһеҙ, йә сирҡанғыс мәғәнәле исем ҡушыу
265. Балаға бик артыҡ маҡтауҙы аңлата торған исем ҡушыу
266. Мөхәммәт исемле кешеләргә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең исеменә кинәйә (аҫтыртын көлөү) ҡылыу
267. Шағбандың утыҙынсы көнөндә Рамазан башы икәнлеге мәғлүм булмағанда, Рамазан ураҙаһы тип ниәтләп ураҙа тотоу
268. Хаж айҙары кермәҫ борон, хаж ниәте менән ихрам ҡылыу
269. Асыуы килеп, дошман булыу ихтималы булған кешегә шәриғәт бойорған эштәрҙе бойороу, йәки шәриғәт тыйған эштәрҙән тыйыу
270. Ҡояш сыҡҡансы һатыу итә башлау
271. Боғаҙлағандан һуң эсендәге нәжестәре әрселмәйенсә бер тәүлек торған хайуандың итен ашау
272. Нәжес ашай торған хайуандың итен, йә һөтөн ашау. Әгәр дөйәне ҡырҡ, һыйырҙы егерме, ҡуйҙы ун, тауыҡты өс көн ябып ҡуйып, таҙа ниғмәттәр генә ашатып торһаң, әүүәлдә нәжес ашаған булһалар ҙа, иттәре лә, һөттәре лә таҙа булыр
273. Ҡунаҡ һыйлау өсөн үҙе һис ашамай торған аштар әҙерләү
274. Ата хайуанды бер кешенең инә хайуаны менән күрештергәне өсөн хаҡ алыу
275. Ит менән тере малды алыштырыу
276. Самаһын тубал менән үлсәп ҡарамайынса, бер ашлыҡты шул төрҙән булған икенсе ашлыҡ менән алыштырыу
277. Үҙ кәрәгенән артыҡ һыуҙы кешегә һатып биреү
278. Хаҡиҡи сәбәпһеҙ ҡатын иренән айырырға талаҡ һорау
279. Бүләк үә һәдийәне артығы менән ҡайтарып алыу ниәте менән биреү
280. Күгәрсен осороп уйнау
281. Бер кешене урынынан ҡуҙғатып, уның урынына ултырыу
282. Йәнәшә ултырған кешеләрҙе айырып, араларына кереп ултырыу
283. Йәнәшә килгән ике ҡатындың араларынан сығыу
284. Мәйетте маҡтап, ҡәбер өҫтөндә таш яҙып ҡуйыу
285. Кеше хаҡы ҡатышыу ихтималы булған кәсептәр менән кәсеп итеү
286. Кеше маҡтауына ҡыҙығып, хафәтләнеп бер эш ҡылыу
287. Йүләр кешене ҡыҙыҡ өсөн маҡтаған булып йүләрләндереү
288. Йүләр кешеләр кеүек үҙ-үҙен маҡтау
289. Бер эште фәлән кешенең асыуын килтереү өсөн эшләү
290. Ауырыу кеше янына яҡшы кейемдәр кейеп, биҙәнеп кереү
291. Бер кешенең ҡайғылы эшен һорашып иҫенә төшөрөү
292. Ауырыу кешене “ауырыуың бик ҡурҡыныс икән”, тип ҡурҡытыу
293. Ауырыуҙы күп һөйләштереү үә янынды оҙаҡ ултырыу
294. Мәшғүл кешенең өйөнә кереп, йә уның өйөндә күп һөйләшеп ултырып уны борсоу
295. Ҡарсығаны ауларға өйрәткәндә тере ҡошто тоттороп ғазапл андырыу
296. Ҡатыны ҡыҙ бала тапҡаны өсөн ҡайғырыу
297. Хайуан аулау менән кәсеп үә хәрәкәт ҡылыу
298. Ҡылыуы сөннәт булған бер ғәмәлде ҡылмай ҡалдырыу
299. Ғибәҙәттәрҙең эсендә мәкрүһ булған эштәрҙе ҡылыу Мәҫәлән: Тәһәрәт алғанда ун төрлө эш мәкрүһ, намаҙ уҡығанда — 80, ураҙалағы кешегә — 10 төрлө эште ҡылыу мәкрүһтер
“Имамға ярҙамға” китабынан (дауамы).