Телде тыйыу — изге эш
Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдең 49-сы «Әл-Худжурат»(«Бүлмәләр») сүрәһендә (10-сы аят):
— «Иннәмәл-мүәминүүнә ихүәтүн фә әсълихүү бәйнә әхаүәйкүм үә- ттәҡуу-лл-ааһә ләғәлләкүм түрхәмүүүн» — Бөтә мосолмандарҙы бер-береһенә туған, тип иғлан итте. Тимәк, «ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», — тигән мосолмандар бер-береһенә туған була. Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә бойорҙо: бер-берегеҙ менән арағыҙҙы төҙәтегеҙ, тип. Берүк араларығыҙҙы боҙа күрмәгеҙ, дуҫ йәшәгеҙ, — тине. Беҙ Аллаһтың ошо аяаттарына муафиҡ ғәмәлдәр менән йәшәргә тейешбеҙ. Изге йома көндәрендә, ике ғәйеттән оло булған йома көндәрендә, ошонда йыйылып, иңдәребеҙҙе иңгә терәп, бер сафтарҙа намаҙ уҡыуҙарыбыҙ ҙа арабыҙҙы төҙәтеүҙең бер миҫалы булып тора. Был да Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанды үтәү. Беҙ — төрлө кешеләр, үҙебеҙҙең төрлө ғәҙәттәр бар, һәр ҡайһыбыҙ үҙенсә уйлай, һәр кем үҙенсә фекерләй. Әммә барыбыҙҙа Аллаһтың фарызын үтергә тип, мәсеттәргә килеп, төрлө кешеләр бер сафҡа баҫып, бер Аллаһты ғына ҙурлап, сәждәгә баш эйәбеҙ. Был да Аллаһтың ҡушҡандарын үтәү. Шуға күрә йәмәғәт намаҙын уҡығанда 27 дәрәжәлә сауап та бар.
Әлбиттә, кеше тормошта хатаһыҙ була алмай. Ниндәй генә кешене алһаҡ та, уның хатаһы бар. Сөнки әҙәм балаһының хайуани асылы ла бар, фәрештә асылы ла. Ул һәр ваҡыт аҡылы ҡушҡанса ғына йәшәй алмай, ул нәфсеһенә лә бойһона, нәфсе артынан да ҡыуа.
Шундай бер риүәйәт йәшәй. Ике фәрештә Аллаһ Раббыбыҙға әйтә: ни өсөн кешене шуның хәтле бейеккә күтәрҙең? Кеше бит гонаһтар эшләй, боҙоҡлоҡтар. Бына беҙ, фәрештәләр, һәр ваҡыт Һиңә ғибәҙәт генә ҡылабыҙ, Һиңә доғала ғына торабыҙ, тиҙәр. Фәрештәләрҙә нәфсе тигән нәмә юҡ, улар йоҡламайҙар, ашамайҙар, эсмәйҙәр. Аллаһ Тәғәлә шул ике фәрештәгә, нәфсе биреп, ер өҫтөнә ебәреп ҡарай. Был ике фәрештә кешеләргә ҡарағанда ла боҙоҡлоҡты күберәк эшләйҙәр. Аллаһ Тәғәлә әйтә: әҙәм балаһы, — ти, — гонаһ эшләгәндә лә нәфсе менән көрәшеп эшләй ул уны, үҙ ирке менән генә түгел. Уның ҡылған ғәмәлдәре лә нәфсене еңеп яһала. Һеҙҙең ғибәҙәттәр, әҙәм балаһының үҙ-үҙе менән көрәшкәндә яһалған гонаһтарына ҡарағанда, миңә кескенә күренә, — ти Аллаһ Тәғәлә.
Тимәк, беҙ — әҙәм балалары араһынан фәрештә эҙләргә тейеш түгел. Берәүҙе лә бик ҡаты хурларға ла ярамай. Сөнки, әйткәнемсә, һәр ҡайһыбыҙҙа ла кәмселек бар, һәр ҡайһыбыҙҙа ла гонаһ бар. Һәм ҡайһы ваҡыт үҙ-ара бәхәс сыҡҡанда унда ҡатнашыусы кешене лә аңларға тейешбеҙ. Үҙебеҙҙен дә яман яҡтар бар бит. Онотабыҙ ғына. Әҙәм балаһының шундай бер ғәҙәте бар: һәр кем үҙен ҙурға һанай, дөрөҫкә һанай, хаҡлы һанай. Был — тәбиғи хәл. Беҙ кем менәндер бәхәскә инәбеҙ икән, онотмаҫҡа кәрәк: беҙҙең ҡаршыла баҫып торған кеше лә үҙен хаҡлыға һанай.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: кем көслө? Майҙан уртаһында батыр булып ҡалған көслөмө, ҙур-ҙур таштарҙы урынынан күсергәнме? — тип һорау ҡуйҙы һәм әйтте: асыуын тыйып ҡала алған көслө кеше, — тине. Тимәк, бәхәскә ҡатнашмайынса ҡалған кеше көслө була. Ике кеше бәхәсләшергә, һуғышырға мөмкин. Һуғышта береһе еңергә, төрмәгә ултырырға мөмкин. Әммә был — еңеү түгел. Уның еңелгәне үҙен еңелдем, мин дөрөҫ булмаған булғанмын, тип һанамай, үлгәнсе нисек бынан үсен ҡайтарайым икән, тип йәшәй. Аллаһ Раббыбыҙ әйтте: һәр бер мосолман — бер-береһенә туған, — тине. Әммә берәү гел насар ғына, берәү гел яҡшы ғына ла түгел. Һәр кешелә лә бик күп яҡшы ғәҙәттәр менән бергә бер насар ғәҙәт тә булыуы мөмкин. Һәм беҙ уның яҡшы яғын, үҙебеҙҙең насар яғыбыҙҙы ла күрә белергә тейешбеҙ. Сөнки дошманлыҡ башланды иһә, кеше бер-береһенә асыу һаҡлап йөрөй башланы иһә, сәләмәтлектә китә. Әҙәм балаһының Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында дәрәжәһе бөтә. Кешеләр тураһында нихәтле күркәмерәк, яҡшыраҡ итеп уйлаһа, ул Аллаһ Тәғәлә шул хәтлем яҡыныраҡ. Үҙенең кәмселекле яҡтарын уйлап, тәүбәгә килеп, үҙен нихәтле кескенә итеп уйлаһа, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында дәрәжәһе тағы ла ҙурыраҡ.
Бер тәҡәбер, бай, түрә кеше егеүле атта ултырып бара икән. Быға бөтөн кеше сәләм бирә, ти. Ислам дине буйынса, ултырып барған, ат өҫтөндә барған кеше йәйәүлегә беренсе сәләм бирергә тейеш. Бер дәрүиш быға сәләм бирмәгән. Теге кеше: һин минең кем икәнде белмәйһеңме? — тигән. Дәрүиш әйткән: мин беләм һинең кем икәнеңде, һин оят ерҙән донъяға килдең, — тигән. — Нәжес тултырған мискә һин, — тигән. Тегенең дәрәжәһен әйтеп биргән шулай иттереп. Тимәк уның ни тип әйтәһе килгән? Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында бөтөнөбөҙ ҙә бер беҙ. Донъяға килә торған урыныбыҙ ҙа, ашаған ризығыбыҙ ҙа бер, бүлеп сығара торған әйберебеҙ ҙә бер, эсебеҙҙә йөрөй торған нәмә лә бер үк. «Әл-Хүджүрәт» сүрәһендә әйтә (49:11):
- «Йәәәә әййү-һә-лләҙиинә әәмәнүү ләә йәсхар ҡаумүм — миң ҡаумин ғәсәә әййәкүүнүү хайрам-минһүм үә ләә нисәәә — үммин нисәәәин ғәсәә әййәкүннә хайрам-минһүннә үә ләә тәлмизүү әңфүсәкүм үә ләә исмүл-фүсүүҡу бәғҙәл-иимәәән үә-ләм йәтүбе фәүүләәәәикә һүмү-ззаалимүүүн» — Бер ҡәүемде — икенсе ҡәүемдән, бер кешене икенсе кешенән өҫтөн ҡуймағыҙ. Һеҙ түбәнһеткән, һеҙ кәмһеткән кешеләр, бәлки Аллаһ Тәғәләгә яҡыныраҡтыр — беҙ уны белмәйбеҙ. Кеше үҙе юҡ ваҡытта ғәйбәтен һөйләп, насар эштәр эшләмәгеҙ. Беребеҙ үлгәндән уның итен ашарға ҡушһаҡ, әлбиттә ерәнер инегеҙ, һеҙҙең, кеше юҡ ваҡытта, уның хаҡында ғәйбәт һөйләүегеҙ, үлгәндән һуң уның итен ашауға бәрәбәр, — тип әйтә Аллаһ Тәғәлә. Был сүрәлә әйтелгән һүҙҙәр беҙҙе бик күп фекерҙәргә өндәй.
Бер кешенең малайы 30 йәшендә университетта ректор булып эшләй башлаған. Быға килеп әйткәндәр кешеләр: һинең малай ректор инде, белемле кеше булды, ҙур урынға күтәрелде, әммә ул кешелә насар ғәҙәттәр күп. Уның тураһында былай тип әйтәләр, тегеләй тип әйтәләр, --тип атаһына һөйләйҙәр. Аллаһҡа шөкөр, — тигән атай кеше. — Малайымдың дәрәжәһе бик ҙур икән, — тигән. Ни өсөн шулай әйттең? — тигәндәр. Ул дәрәжәгә ирешмәгән булһа, берәй нәмә эшләмәһә, уны тикшергән кеше булмаҫ ине. Үлгән этте бер кем дә ҡыйнамай, — тигән. Беҙҙең кешеләрҙе һөйләүебеҙ, уларҙың бәләкәй ғәйептәрен ҙурайтып күрһәтеүҙәребеҙ, ғәйбәтенә кереүҙәребеҙ күп ваҡыт көнләшеүҙән килә. Беҙ белмәйбеҙ, Аллаһ Тәғәлә һынар өсөн биргәнме был дәрәжәне? Ҡөръән Кәримдә Аллаһ Тәғәлә: «Ҡайһы берегеҙҙең дәрәжәһен күтәреп ҡайһы берегеҙҙекен төшөрөп һынармын», — тине «Әл-Әнғәм» сүрәһендә (6:165).
- «Джәғәләкүм халәәәәифәл-ардый үә рафәғә бәғдакүм фәүҡа бәғдыйң дәрәджәәтиллийәблү үәкүм фии мәә әәтәәкүм» — Кешегә яҡшылыҡ өсөн бирелгәнме был дәрәжә, әллә булмаһа, Аллаһ Тәғәлә ваҡытлыса һынап, шуның менән тамуҡҡа инергә тип бирелгәнме был дәрәжә? Белмәйбеҙ. Шуға күрә көнләшмәҫкә кәрәк. Көнсөллөк, беренсенән, ғүмерҙе ҡыҫҡарта. Икенсенән, ғәмәлде юҡҡа сығара. Был — ярай торған хәл түгел. Намаҙ уҡыйбыҙ, саҙаҡа бирәбеҙ, изге эштәр эшләйбеҙ, һуңынан бер кешенең ғәйбәтен һатабыҙ, көнләшәбеҙ ҙә ғәмәлебеҙҙе юҡҡа сығарыбыҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд әйтте ﷺ: һүҙгә, — тине, — ауыҙҙа ваҡытта һин хужа, ауыҙыңдан сығып киткәс, ул һүҙ һиңә хужа, — тине. Әгәр һүҙебеҙҙе тыйып тора алһаҡ, уны әйтмәһәк, тимәк, беҙ хужа булабыҙ ул һүҙгә. Ә яман һүҙҙе бер кешегә әйтһәк, беҙгә ул хужа була инде, үҙебеҙгә уның артынан йөрөргә ҡала. Ислам дине буйынса, ғаиләнең, илдең бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалғанда, ике кешене килештергәндә, хатта, ялған да ярай. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе аҡыл менән зиннәтләнгән. Беҙ иһә, берәүҙе хурлап, кәмһетеп дәрәжә яһарға теләйбеҙ. Сөнки һәр бер әйткән һүҙ, хат ташыусы күгәрсен кеүек, үҙебеҙгә кире ҡайта. Насар һүҙ әйтһәк, насар хәбәр ебәрһәк, ул да беҙгә насар һүҙ булып әйләнеп ҡайта. Бышылдап ҡына әйтәһеңме, әйтә күрмә, тип әйтәһеңме — барыбер ҡайтмай ҡалмай. Эшләгән изгелектең был донъяла нәтижәһен дә күрә алмаҫһың, насарҙыңдың был донъяла яманлығын да күрә алмаҫһың, әммә әйткән насар һүҙ урынына насар һүҙ ишетмәйсә был донъянан китмәйһең. Ул шул арала уҡ әйләнеп ҡайта.
Беҙҙең иң ҙур әфәтебеҙ — телебеҙ. Телебеҙгә хужа булып, араларыбыҙҙы төҙөк тоторға, бер-беребеҙҙе юҡҡа тәнҡитләмәҫкә, бәхәскә кермәҫкә кәрәк. Йәнебеҙ һөймәй торған күршебеҙҙең дә яҡшы яҡтары бар. Был яҡшы яғын күрергә, кешене хөрмәт итә белергә кәрәк. Ошолай иттереп йәшәһәк, тормошобоҙ күңелле, араларыбыҙ ҙа төҙөк, үҙебеҙ ҙә иҫән-һау булырбыҙ.
«Йөҙ ҙә бер вәғәҙ» Йәлил хәҙрәт Фазлыев