Сихыр
     Сихыр ул шайтанға яҡынайта торған ғәмәл һәм уларҙан ярҙам һорау. Сихыр тәнгә, йөрәккә һәм аҡылға тәьҫир итә ала. Сихырсылар тел менән, йәки ҡағыҙ битенә яҙыу-уҡыу менән, йәки башҡа ғәмәл башҡарып кешене сихырлай алалар. Сихыр ул ялғанды хаҡ итеп күрһәтә һәм бында ен-шайтан ғәләмәте. Сихырсы шайтандан ярҙам һорар өсөн төрлө ҡурҡыныслы гонаһ ғәмәлдәр ҡылырға, йәки Аллаһҡа ширк (тиңдәш) ҡылырға тейеш. Шунан һуң ғына шайтан сихырсының талаптарын үтәй. Сихыр зәхмәте билдәле бер кешегә билдәле бер маҡсат менән яһала. Бының өсөн: ғәҙәттә, кешенең фотоһүрәте, сәсе, кейеме, аш-һыуы, ҡәбер тупрағы ҡулланыла. Маҡсаттарына килгәндә, улар төрлө булыуы мөмкин. Кешене үлтереүгә еткереп, ҡәбергә индерергә, яңғыҙлыҡта ыҙалаһын өсөн, нәҫелен өҙөү, йәки эшендә проблемалар тыуҙырыу өсөн уҫал күңелле кешеләр шул яман аҙымға бара.

     Бер риүәйәтә хәҙрәти Ғәйшә инәбеҙ һөйләй: «Рәсүлуллаһ саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең бер хеҙмәтсеһе йәһүди була. Уның исеме — Ләбид ибн Әғсәм. Йәһүдиләр уның аша Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә ҡаршы сихыр яһайҙар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең йөрәге ауырта, хәле насарая, тик ул ауырыуҙың сәбәбен белә алмай. Бына бер кистә, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм йоҡлаған ваҡытта, уның эргәһенә ике фәрештә килә. Фәрештәнең береһе – Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең баш осона, икенсеһе аяҡ осона ултыра. Баш яғында булғаны аяҡ осондағынан:
     - Нимәнән сирләй? – тип һорай. Тегенеһе:
     - Сихырҙан, боҙомдан, — тип яуап бирә.
     - Кем уны сихырлаған?
     - Ләбид ибн Әғсәм һәм уның ҡыҙҙары.
     - Нимә менән зәхмәтләгәндәр?
     - Иҫке ҡойо төбөндәге тараҡ һәм тараҡта ҡалған сәстәр менән сихырлағандар. Улар ул сәс ҡылын хөрмә емеше эсенә ҡуйып, ташландыҡ ҡойо аҫтына таш менән баҫтырып ҡуйғандар...»
     Иртәгеһенә Пәйғәмбәр саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм бер нисә сәхәбә менән иҫке ҡоҙоҡ янына баралар. Берәүһе ҡоҙоҡ төбөнә төшөп, унда Пәйғәмбәребеҙҙең тарағын, таш менән баҫтырып ҡуйылған хөрмәне һәм Пәйғәмбәребеҙҙең шәмдән яһалған һынын таба. Быларҙы сығарғас, шәмдән яһалған һынға батырылған энә һәм ун бер еп төйөнө лә килеп сыға. Шул ваҡытта Джәбраил ғәләйһис-сәләм, килеп, Аллаһы Тәғәләнән Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә «Әл-Фәләҡ» менән «Ән-Нәс» сүрәләрен тапшыра. Джәбраил ғәләйһис-сәләм: «Эй Мөхәммәд! Был сүрәләрҙең аяттарын уҡы. Аят уҡыған һайын, бәйләнгән төйөндө сисеп ебәр». – тип әйтә. Шунан һуң ғына Рәсүл Әкрам саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм шифа таба, боҙомдан ҡотола.
     Ҡөръән Кәрим дә бит боҙом йә иһә сихырҙан ҡотолоу өсөн Аллаһтан ярҙам һорарға өйрәтә:
                                                                                             شَرِّ النَّفَّاثَاتِ فِي الْعُقَدِ وَمِن
     «Үә миң шәрри-ннәффәәҫәәти фил-ғүҡәд».
     «...Дәхи сихыр — ырым төйөндәренә төкөрөүсе, өрөүсе сихырсы хатындар яуызлығынан, зарарынан һыйынамын» («Фәләҡ» сүрәһе, 4 се аят). Ырым төйөндәренә өрөү йә иһә төкөрөү — сихырҙың элек-электән килгән бер ысулы.
     Фән ғалимдарының тикшеренеүҙәре буйынса уй-фекер, икенсе төрлө әйткән дә аҡыл-ҡараш ҙур биоэнергитек көскә эйә. Ул күҙгә күренмәй, тәьҫире генә һиҙелә һәм ғәләм дә таралыуың сиге юҡ. Бына ошоно үҙ файҙаларына бороп сихырсылар яманлыҡ ҡылыу маҡсатынан шайтан ярҙамы менән боҙом таратыр өсөн шөғөлләнә. Электр тогын берәүҙең дә күргәне юҡ, ә тәьҫирен күреп торағыҙ: бар нәмә шуның ярҙамында эшләй тейерлек. Сихырҙа шуның кеүек. Берәйһең сихырлаған ваҡытта ен-шайтандар ярҙам итеп уның көсөн ҡеүәтләп ебәрәләр. Боҙом кешегә бүтәндәргә күренмәҫ донъя аша күсә. Күп кенә сирҙәр, борсоу-хәсрәттәр лә шул боҙом, ҡарғыш, зәхмәт арҡаһында барлыҡҡа килә. Өҫтә әйтелгәнсә аҡыл-уй материаллашып кешенең уйына һәм тәненә тәьҫир яһай.
     Сихыр боронға замандан килә. Йәһүдтәр, Сөләйман пәйғәмбәрҙән һуң шайтандарҙың сихыр белемен өйрәтеүҙәренә лә эйәрҙеләр. Йәһүдтәрҙең наҙандары был Сөләймән ғәләйһиссәләмдән ҡалған китап тип, сихырҙы ҡабул иттеләр һәм был иманһыҙ бәндәләр Сөләймән пәйғәмбәр тураһында ялған һөйләп, шайтандың һүҙенә эйәрҙеләр, йәғни Сөләймән пәйғәмбәргә Аллаһы Сөбхәнәһү үә Тәғәлә донъяла булмаған мөлкәтте бирҙе — уның ҡулында ел-дауылдар, ендәр һәм шайтандар, шулай уҡ хайуандар һәм ҡоштар ине. Ул улар менән идара иткәндә, һис шикһеҙ, ендәр һәм шайтандар үҙҙәрен бик ауыр хис итәләр ине. Һәм көндәрҙән бер көндө Сөләймән пәйғәмбәр вафат булғандан һуң ҡәһәр һуҡҡан Иблис сихыр китабын яҙып, Сөләймәндең тәхете аҫтына тыҡты. Һәм шунан һуң ул кешеләргә әйтте: «Ҡарағыҙ, Сөләймәндең тәхете аҫтында ниндәй китап ята икән — ул да булһа сихыр китабы! Әй әҙәмдәр, Сөләйман үҙенең хөкөм иткән дәүерендә ошо сихыр китабы менән идара итте», – тип, ялған һүҙҙәр менән халыҡтарҙы инандырҙы, һәм шуның турала Аллаһы Тәғәлә беҙҙе киҫәтеп һәм тыйып әйтте:
                                 عَلَى مُلْكِ سُلَيْمَانَ وَمَا كَفَرَ سُلَيْمَانُ وَلَكِنَّ الشَّيَاطِينَ كَفَرُوا يُعَلِّمُونَ النَّاسَ السِّحْرَ
     «...ғәләә мүлки Сүләймәәнә үә мәә кәфәра Сүләймәәнү үә ләәкиннәш-шәйәәтыиинә кәфәруу йүғәллимүүнән-нәәсәс-сихра...».
     «...ышанмағыҙ Иблистең яҙған китабына. Сөләймән пәйғәмбәр сихыр менән түгел һәм ул көфөрлөк менән түгел, ә Аллаһҡа иман килтереү сәбәпле хаҡиҡый хөкөм менән хөкөм итте...». (Әл-Баҡара, 102 аят.).
     Сихырҙың, сихыр китабының яҙылыуы фәҡәт Иблистең эшелер һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо Иблис яҙған сихыр китабынан күсереп яҙаларҙыр. Һәм кешеләр уларҙы уҡып өйрәнәләрҙер. Һәм бигерәк тә иман һәм әхлаҡ түбәнәйгән бер осорҙа әҙәм балалары Иблистең яҙып ҡалдырған ялған һәм көфөрлөк китабын ҡулланып, күп кешеләр араһында боҙоҡлоҡ, бола ҡылаларҙыр. Аллаһы Сөбхәнәһү үә Тәғәлә әйтәлер: «...белһәләр ине улар үҙҙәренең доньяларын ахирәткә һатҡандарын. Улар ошо сихыр ғәмәле ҡылыу сәбәпле, һис бер игелектәре ҡалмайса донъя һәм әхирәттәрен заяға үткәреп, ахирәттә сихыр эйәләре ғазап эйәләре булыуҙарын, йәһәннәм әһеле булыуҙарын белһәләр ине». Аллаһы Сөбхәнәһү үә Тәғәлә уларҙы хисап ҡылған ваҡытта хәйерле мизандарында һис бер игелек булмауын белһәләр ине сихырсылар һәм уларға йөрөүсе бәндәләр.
     Сихыр ул ысынбарлыҡ, ул үлтереү ҙә, ауырыу барлыҡҡа килтерә, баланы ата-әсәһенән айыра, ир менән ҡатын араһын боҙа, уларҙың бер-береһен күрә алмаҫлыҡ йәки бик ныҡ яратыу хистәрен уята ала. Яратыу, мөхәббәт хистәрен тигәндә, беҙҙең-ҡатын ҡыҙҙар шул сихырсыларға барып үҙҙәрен ташлап сығып киткән, йөрәктәре ташҡа әйләнгән ирҙәрен кире ҡайтарырға маташа йә иһә үс алыу ниәте менән ошо икенсегә әүрәгән ире һәм ҡатын араһына зәхмәт һалырға тырыша. Тик шуны аңламайҙар: сихыр ярҙамында ҡайтҡан иреңде ҡосаҡланың ни, йә ҡосаҡламаның ни, бер һөҙөмтә – уның йылыһы усаҡта янған ут һымаҡтыр, йылыһы бар, ә файҙаһы юҡ. Ысын күңел мөхәббәте булмаған кешене эргәңдә тотоуҙа ни файҙа? Бик күп осраҡтарҙа сихырланған кешегә ен инә, ундайҙарға кешеләр ен ҡағылған тейҙәр. Бына шулай яҡын кеше мөхәббәтен алам тип, ен-шайтан яратыуы алырҙар. Быныһы бер, икенсеһе сихырсыға барып Аллаһ Тәғәләнең ҡәһәрен алдың һәм киләсәктә үҙеңә, ғәиләңә, балаларына бәлә-ҡаза килгәнде көт.
     Әгәр берәр кеше — әйтәйек берәй ҡатын-ҡыҙ берәй ир-егетте үҙенә ҡаратыр өсөн сихырсыға барһа һәм сихыр теләһә, был шул уҡ сихырсылыҡ була. Ғаиләне һаҡлар өсөн тип ялбарһалар ҙа, барыбер был сихыр булып ҡала бирә. Һәм былай сихырсынан ярҙам һорау иң ҙур гонаһтарҙан һанала. Сихыр менән шөғөлләнеү ҙә — иҫ киткес оло гонаһ. Сихыр яһаттырыусы ла, яһаусы үҙе лә был донъяла ла әхирәттә лә бәхет күрмәйәсәктәр, уларға ҡайғы артынан ҡайғы ғына буласаҡ. Сөнки сихыр яһауҙа ҡатнашҡан кешеләр Аллаһы Тәғәләнең асыуына юлығалар. Сихыр менән булышҡандарҙың яҙмышын күреп-белеп торабыҙ: ундайҙар араһында был донъяла уҡ язаһын алып, ҡул-аяҡтары өҙөлөп яфаланып үлеүселәр ҙә бик күп, улар был донъяла бәхетһеҙ, яңғыҙ һәм күп йәшәмәйҙәр, үлеп торалар. Улар ҡәбер һәм мәңге тамуҡ ғазабынан ҡотолмаҫ.
     Һәм дә онотмаҫҡа кәрәк, сихырланған кешенән сихыр сыҡҡан осраҡта (мәҫәлән өшкөрөү ярҙамында) ул сихыр яһауҙы һорап килгән кешенең үҙенә эләгә. Быны сихырсы үҙенә эләкмәһен өсөн сихыр теләр өсөн килгән кеше исеменән яһай. Сөнки өшкөрөүсе боҙомды сығарғанда ҡайҙан килдең шунда ҡайт тип ебәрә һәм боҙом уны яһатыусы кешегә йә иһә ғаиләһенә, балаларына ҡасан булһа ла ҡайта. Шуға күрә сихыр эштәренә ла яҡын барырға ярамай һәм бындай ҡот осҡос эштәрҙән алыҫ торорға кәрәк.
     Сихыр яһаусы йәки яһарға үтенеүсе кешеләр Аллаһы Тәғәлә алдында ысын күңелдән тәүбә ҡылып, Аллаһы юлына кермәһә, улар урыны – туранан-тура йәһәннәмдә. Аллаһы Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә һинең сихырсыға нисек барғаныңды, сихырҙы ҡайҙа ҡуйғанын, кемде сихырлағанды – барыһын да туғандарыңа, дуҫтарыңа, балаларыңа, ҡатынына – барыһына да күрһәтәсәк. Аллаһы Тәғәлә теге ваҡытта сихыр яһаусының ғына түгел, яһатыусының да боҙоҡ уйын барыһына ла күрһәтәсәк. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ әйткән бит: «Һәр бер эште башҡарған мәлдә уның ахырын да уйлағыҙ!».
     Баштың йыш ауыртыуы, йоҡоһоҙлоҡ, насар төштәр күреү, тын алыуы –һулыштың ауырайыуы, тиҙ ҡыҙып китеүсәнлек, эскегә һалышыу, яңғыҙлыҡ, кәйефһеҙ булыу, балаға уҙа алмау, хәтерҙе юғалтыу — сихыр билдәләре. Кеше үҙендә сихыр барлығын һиҙмәҫкә лә мөмкин, әммә яҡындары уның үҙгәрештәрен күреп, күҙ йә сихырҙыр тип борсола башлайҙар. Сихырланған кешелә ҡурҡыу барлыҡа килә, хатта бик көслө ҡурҡыу булып уның психик ҡарашын үҙгәртә. Шул сихыр ярҙамында кешегә ен оялай. Бындай енле кешеләр Ҡөръән тауышын ишетмәҫ өсөн ситкә ҡасалар, эскегә һалышалар һәм эргәләрендә элмәк тотоп шайтан йөрөй.
     Әммә һәр бер ауырыуҙы йәки башҡа берәр тынысһыҙлыҡты сихыр тип, кешеләрҙән шикләнеп, улар тураһында яман уй уйлау – ҙур гонаһ. Шуның өсөн башыңа килгән бәлә-ҡазалар, ауырыуҙарҙы үҙеңдән эҙләр кәрәк. Ауырыу килә икән, шөкөр итеп, берәй гонаһ өсөндөр тип, тәүбә-истиғфәр ҡылып, Аллаһтан ғәфү үтенергә кәрәк. Сихыр эләккән икән, ул сихырҙы Аллаһтан башҡа һис бер кем ҡайтара алмай. Бар ихлас күңелең менән Аллаһҡа инанып сүрә-аятар уҡып, Аллаһтан һорау тейешле.
     Кешегә сихыр, зәхмәт һалыуҙарҙы табибтар ҙа кире ҡаҡмай. Табибтар матди яҡтан ғына, тәнде генә дауалай бит, эске донъяға үтеп инә алмайҙар, шуға ла көткән һөҙөмтә булмай. Инде врачтарға йөрөп-йөрөп тә кеше ауырыуға дауа таба алмаһа: табибтар «...беҙҙең сир түгел, әбейҙәргә барып ҡарағыҙ...» — тип үҙҙәре үк әйтә. Һәм халыҡ фәлән ерҙә шундай фәлән кеше бар тип, сихырсылар ҡулына эләгә. Сихыр өҫтөнән сихыр өҫтәп, ен-шайтан оялатып ҡәбер юлына илтәләр. Сихыр эйәһен һынап ҡарарға барған кешеләр әйтеүенсә: әгәр Ҡөръән сүрәләрен эстән уҡый башлаһаң сихырсы үҙ өйөндә ни эшләргә белмәй инеп-сығып, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй башлай тиҙәр. Сихырсылар бер ҡасанда Ҡөръән китабын уҡып доға ҡылмайҙар, эргәләрендә Ҡөръән Кәрим ятһала асып та ҡарамайҙар. Сөнки улар шайтани әҙәмдәр.
     Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәд Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә: «Өммәтеңә әйт, иманлы кешеләргә Ҡөръән һиҙайәт һәм шифа булып тора», — тигән. Әгәр ҙә кеше дөрөҫ юлда булһа, уға Аллаһы Тәғәлә шифаһын да бирә. «Фатиха», «Аятүл-Көрси», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып йөрөргә кәрәк. Ул кешене Аллаһы Тәғәлә һаҡлаясаҡ. Сихырҙы тик көслө уҡымышлы муллалар ғына сығара ала. Ҡул-битен йыумаған, Ҡөръән тотмаған кешеләргә бармағыҙ!
     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе игелекле, изге ниәттә булған кешеләрҙән насип итһен ине. Ҡаты бәғерле, ҡара көнсөл, насар уйлы кешеләрҙән йыраҡ ҡылһын ине. Күңелебеҙ тыныс, тәнебеҙ сәләмәт булып, Аллаһ Тәғәлә биргән һынауҙарға шөкөр итеп, сабыр итеп уның ризалығын алырға барыбыҙға ла насип итһә ине. Күҙ тейеү, сихырҙарҙан һаҡланыу өсөн ихластан Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәт үә көсөнә ышанып, ен-шайтандан һаҡланыу өсөн Аллаһҡа һыйынып, бисмилләһи менән эш башлап, һәр саҡ тәһәрәтле йөрөүҙәребеҙҙе насип итһә ине. Аллаһ Тәғәләғә сәждәлә булып тәнебеҙҙә, күңелебеҙҙә саф булһын ине. Әмин.

     Сихыр һәм күрәҙәселек: https://nazir1965.com/s%D3%99l%D3%99m%D3%99t-buly%D2%93y%D2%99/sixyr-%D2%BB%D3%99m-k%D2%AFr%D3%99%D2%99%D3%99selek.html

     Шәхси шайтан: https://nazir1965.com/din/sh%D3%99xsi-shajtan.html

     Күҙ тейеү: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/k%D2%AF%D2%99-teje%D2%AF.html