Күҙ тейеү
     Пәйғәмбәребеҙ салаллааһу ғәләйһи үәс-сәләм: «Күҙ тейеү – хаҡ нәмә», тине. Был хәҙистең тулы әйтелешендә ошондай юлдар бар: «Ҡайһығыҙ булһа ла үҙегеҙҙә, байлығығыҙҙа, йәки башҡаларҙа үҙенә оҡшаусы әйберҙе күрһә, был әйберҙең хәйерле булыуын, бәрәкәтен һораһын, сөнки күҙ тейеү – ул хаҡ», — тигән.
     Кешенең насар уйҙары яман ниәтте тыуҙыра һәм үҙенә күрә насар теләк теләгән кеүек тәьҫир итә. Күҙ ҡарашының тиҫкәре энергияһы эләгеү сәбәпле, кеше йәнендә рухи проблемалар тыуҙыра һәм, уны эстән емергән күңел, тән ауырыуҙарын тыуҙыра. Көндәрҙән-бер көндө быға дусар булған кеше ауырый башлай... Башта тәненә дауа эҙләп табибҡа бара, хәстәханаларҙа дауалана, дарыуҙар ҡабул итә, ләкин файҙаһын ғына күрмәй...

     Ғалимдар кешенең күҙ ҡарашы ҡеүәтле биоэнергетик көскә эйә тиҙәр. Улар тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә ошондай һығымтаға килгән: күҙҙән тарала торған нурҙар ҡыҫҡа тулҡынлы, улар, лазер йәки рентген нуры кеүек, тәнгә үтеп инергә, эске органдарға, үҙәк нерв системаһына, мейегә һәм бөтә организмға йоғонто яһарға мөмкин.
     Күҙ тейеүҙән кешеләр ауырый башлай, хатта яман күҙ хайуандарҙы һәм кешеләрҙе лә үлтерә, ир менән ҡатын араһын боҙоуға сәбәп була. Аллаһ Тәғәлә уны әҙәм балаларын һынау өсөн бар иткән", — тип әйтә дин әһелдәре.
     “Бәҡара” сүрәһенең 102 нсе аятында Аллаһ Тәғәлә әйтә:
                                         وَمَا هُم بِضَارِّينَ بِهِ مِنْ أَحَدٍ إِلَّا بِإِذْنِ اللَّهِ وَيَتَعَلَّمُونَ مَا يَضُرُّهُمْ وَلَا يَنفَعُهُمْ
«...үә мәә һүм бидаарриинә биһи мин әхәдин илләә би'иҙни-лләәһи үә йәтәғәлләмүүнә мәә йәдурруһум үә ләә йәңфәғүһүм...»
     «… Аллаһның рөхсәте булмаһа, бер кеше лә икенсе берәүгә зарар китерә алмай, сихыр менән дә, күҙ тейҙереп тә…»
     Был аятта зарар килтерә алмай тигән икән, тимәк, Аллаһтың рөхсәте бар. Ә ни өсөн Аллаһ кемгәлер зарар итергә рөхсәт итә? Бында яман күҙле кеше лә, унан зарар күреүсе лә ғәйепле. Зыян күреүсенең ғәйебе күберәк тә бит. Әгәр кеше көнләшеп ҡарамаһа, күҙ теймәй. Ә хөсөтсөлөктө, көнләшеүҙе нимә килтереп сығара һуң? Һеҙҙең байлығығыҙ, матурлығығыҙ, белемегеҙ, балағыҙ, ғөмүмән, бөтә нәмә кешелә көнләшеү хисе тыуҙырырға мөмкин. Йәғни кешенең йорто ла, ишек алдындағы машинаһы ла, һыйыры ла, аты ла, һарығы ла, ҡош-ҡорто ла ҡыҙығыу уята ала һәм уларға күҙ тейә. Был зарарлы күҙҙәрҙән хужаның һыйыры ла, тауығы ла ятып үлә. Уҫал күҙҙең һөҙөмтәһе арҡаһында өйҙә үҫеп ултырған гөл-сәскәләрҙә ҡорой.
     Яман күҙ – ғәрәпсә «айн-аль-хасан» – бер кешенең икенсеһенә ҡыҙығып, көнсөллөк менән, саманан тыш һоҡланып ҡарауын аңлата һәм төрлө ауырыуҙар, күңелһеҙлектәр килеп сығыуына сәбәп булып тора.
     Күҙ тейеүҙең билдәләрен кеше үҙе лә һиҙә. Күҙ тейеү – ул һәр яҡлап тиҫкәре йоғонто яһай: кеше ғаилә ҡора алмай, уның иммунитеты зәғифләнә, башы ауырта, тыны ҡыҫыла, хәле бөтә, уйлаған пландары барып сыҡмай, эштәре алға китмәй...Ошо нисбәттән пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәһе Хафиз ибн Хәжәрҙең һүҙҙәрен иҫкә төшөрәм: «Бар ауырыуҙарҙы доға ярҙамында дауалау һәм Аллаһы Тәғәләнән яҡлау эҙләү, ауырыуҙарҙы дарыуҙар ярҙамында дауалауға ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ.»
     Ә күҙ тигән кешелә уның ниндәй билдәләре күҙәтелә? – тигән һорауға сихыр һәм күҙ тейеүҙе дауалалаусы Ильяс хәҙрәт Тепаев (сайт: https://matbugat.ru/news/?id=2076) – Иң элек күкрәк ҡыҫыла, тамаҡ төбөнә төйөр ултыра, тын ҡыҫылыуҙан һулышы насарлана, башы әйләнә, ауырта, ҡолағына тауыштар ишетелә. Кеше насар йоҡлай башлай, һаташа, быҫтыға. Унан ауыртыуҙар башҡа, яурын өлөшөнә күсә. Күптәр уны тоҙ ултырыу тип уйлай. Күҙ тейеү арҡаһында ғаилә ҡора алмай йөрөүсөләр, балаға уҙа алмаусылар ҙа байтаҡ. Шулай уҡ өйләнешкән ир менән ҡатын араһы боҙола, эш урынында проблемалар барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә депрессия, агрессия хасил була, кешенең холҡо үҙгәрә.
     Күҙ тейҙереүсе мигрень, эпилепсия, аритмия кеүек ауырыуҙары ғазап менән сигеп йәшәй. Һуңыраҡ уның хикмәттәре ҡорһаҡ өлөшөндәге ағзаларға, унан аяҡтарға күсә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа миома, киста, башҡа төр шештәр шул сәбәпле лә барлыҡҡа килә. Күҙ тейеү кешелә булған ауырыуҙарҙы бер нисә тапҡырға арттыра. Ул төшөнкөлөккә бирелә, күңел аслығынан, йәғни рух ярлылығына шифа таба алмауҙан ыҙалай. Ауырыу йәнен ошо ҡот осҡос даими көсөргәнешлектән азат итеү өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалыуға тиклем барып етергә мөмкин.
     – Күҙ тейеүҙән укол, дарыуҙарҙың файҙаһы бармы? Шештәргә, әйтәйек, миома, кистаға операция яһаған осраҡта күҙ тейеү бөтәме?
     – Күҙ тейеүҙе томография, УЗИ, анализдар күрһәтмәй. Шуға табибтар ауырыуға дөрөҫ диагноз ҡуя алмай. Билдәле, укол, дарыуҙарҙың файҙаһы юҡ, булған осраҡта ла ваҡытлыса ғына. Операция яһағанда шеш алына, ә организмда төп сәбәп – кире энергия ҡала. Шуға ла ҡайһы бер ваҡыт шеш ҡабат үҫә йәки был негатив энергия башҡа көсһөҙ ағзаға оялай. Кешене күҙ тейеүҙән азат итмәгәндә, ул уның йәнен дә, тәнен дә кимереп тора. Кеше ҡарап тороуға сәләмәт кеүек, шуға ла, ышанмайынса, уны «симулянт» тип атарға ла мөмкиндер. Тәүҙә операция яһатырға ризалыҡ биреп, ләкин операцион өҫтәлгә ятмай, беҙҙә дауаланғандан һуң 10 көн эсендә бер ниндәй хирургик ҡатнашыуһыҙ башҡа шештәрҙең юҡҡа сығыу осраҡтары байтаҡ күҙәтелә. Табибтар үҙҙәре лә ғәжәпләнә. Негатив киткәс, организм тиҙ һауыға, — тип әйтә Ильяс хәҙрәт.
     Ата — әсәнең һоҡланыуынан балаға күҙ тейеү ҡайһы берәүҙәргә ғәжәп булып тойолһа ла, был ысын-барлыҡ. Үҫеп килгән балаларға, бигерәктә сабый балаларға күҙ тейеү йышыраҡ күҙәтелә. Хатта сабыйҙың үҙ әсәһе лә балаһына һоҡланып күҙ тейгеҙә. Әлбиттә, әгәр әсә кеше балаһын күкрәк һөтө менән имеҙһә, был уның күҙ тейеүен юҡҡа сығара. Бында ата-әсәнең үҙ балаларына ҡарап Аллаһы Тәғәлә балаға биргән теге йә иһә был сифаттарын өҫтөнлөк тип ҡабул итеүе күҙ тейеүгә килтерә. Аллаһы Тәғәлә балаға бүләк итеп биргән сифатты әле ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең ҡаҙаныштары тип тә уйлай башлайҙар. Ә беҙ иң тәүҙә Кемгә рәхмәтле булырға тейешбеҙ һуң?! Шуға ла һәр ваҡыт бисмилләһен әйтеп, баланы ҡарағанда ла, ҡулға алғанда ла «Аллаһ Әкбәр», «Машалла», «Әлхәмдүлилләһи», «Сүбхәнәллааһ», «Ләә иләәһә илләллааһ», «ләә хәүлә үә ләә ҡүуәтә илләә билләәһи», «Әстәғфируллааһ», әйтер кәрәк.
     Әгәр инде күрше йәки сит ҡатын-ҡыҙ, йәки ҡаты күҙле ир кеше баланы күреп, уның матурлығына һоҡланып: «Ай, бигерәктә матур инде. Алсаҡ, шат күңелле бала», — тип сабыйға оҙаҡ ҡына ҡарап торһа һәм улар сығып китеүгә бала илай башлаһа – был күҙ тейеүҙең ғәләмәте инде. Йәш бала бер туҡтауһыҙ тейерлек илай, тынысһыҙлана, тотлоға, күңелендә ниндәйҙер ҡурҡыу хасил була.
     Ҡайһы берәүҙәр баланы күҙ тейеүҙән һаҡлар өсөн, күҙҙең иғтибарын ситкә юнәлтеү маҡсатынан сығып сабыйға маңлайына ҡором, йәки эйәгенә помада һөртәләр. Бының файҙаһы юҡ. Аллаһ Тәғәлә һаҡламағанды, ниндәйҙер помаданың эҙе һаҡламаҫ.Ә инде бала ҡулына һәм кейеменә төрлө нәмәләр тағыу шәриғәткә ҡаршы килә, хәрәмгә инә, Аллаһҡа түгел, ә уларға тәүәккәлләү, уларҙан ярҙам һорау булып сыға. Ул ширеҡ, йәғни оло гонаһ һанала. Дауаны бары тик Аллаһ ҡына бирә, шуға ла барыһын Унан һорарға кәрәк.
     Яман, йәғни ҡаты күҙле булыу сәбәбе кешенең иманһыҙлығынан киләлер. Ул ҡара көнсөлөктән, ҡаты күңеллелектән киләлер. Шулай уҡ кешенең артыҡ ныҡ һоҡланыуы ла күҙ тейеүгә килтерергә мөмкин. Бер төр кешеләр үҙҙәрендә шундай көс барлығын тойоп, көндәшенә насар булһын өсөн махсус шулай эшләйҙәр, ҡайһы берәүҙәр бындай «һәләттәре» барлығын һиҙмәйҙәр. Кешенең социал селтәрҙәге фотоларына ҡарап, уға күҙ тейгеҙергә мөмкин, сөнки әҙәм балаһына кемдер һоҡланып, кемдер ҡыҙығып һәм насар ниәт менән көнләшеп ҡарай.
     Әгәр ҙә һин Аллаһ биргән ниғмәттәрен дә булғанда үҙең ғәфләттә йөрөмәһәң, йәғни даими Аллаһты зекер итеп торһаң, маҡтанмаһаң, маһаймаһаң, күҙ теймәй. Ярты миҙгелгә генә Аллаһты онотһаң, шайтан һине Аллаһ биргән ниғмәттәр менән маҡтанырға ҡоторта, һәм уның һүҙен тотһаң, күҙ тейеүҙе көт тә тор. Бына шул онотолоп киткән бер миҙгелдә хөсөтлө кешенең күҙ ҡарашы – ағыулы уғы килеп ҡаҙала ла инде.
    Күҙ тейгәнен белмәй, шифа табыуҙың ниндәй ысулдар бар – барыһын да ҡулланып ауырыу менән яфаланған кеше, хәле еңеләймәгәс ахыры Раббыһына борола. Бына шул ваҡытта Аллаһтан ярҙам һорап ялбара башлай һәм ул еңеллекте Ҡөръән сүрәләрендә таба. Аллаһ Тәғәләнең беҙгә ебәргән һәр бер ауырыуына Уның дауаһы бар. Тик ихлас күңел, йөрәк күңеле менән Аллаһтан шифа һорар кәрәк.
     Күҙ теймәҫ элек һәм күҙ тейгәс тә Ҡөръән доғалары һәр саҡ уҡыр кәрәк. Намаҙ уҡыған кеше ул сүрә-аяттарҙы һәр саҡ ҡуллана. Ә инде үҙ-үҙен һауыҡтырыуға килгәндә – сәләмәтләндереү аяттарын белеп, ихлас күңелдән уҡыһа, дауалай ала. «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен, белгән доғаларҙы уҡырға кәрәк. Кеше Аллаһ ҡушҡанса йәшәһә, йәне һәм тәне һау була, доғалы кешегә негатив энергия тәьҫир итә алмай. Бигерәктә күберәк ғөсөл алып, тәһәрәтле йөрөү күҙ теймәҫкә кәртә булып тора.
     Әгәр ҙә кеше даими рәүештә юғарыла әйтелгән аяттарҙы ҡабатлап йөрөмәй һәм күҙ тейеүҙән үҙенә һаҡламай икән, уға иртәме-һуңмы күҙ тейеү ихтималы бар. Бындай осраҡта ла бындай мосолмандар махсус доға уҡып шифалана ала. Ә инде күҙ тигән осраҡта нишләргә тигән һорауға Пәйғәмбәребеҙ ейәндәрен Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлар өсөн һәр саҡ ошо доғаны уҡып йөрөгән:
                                         أُعِيذُكُما بِكَلِماتِ اللَّهِ التَّامَّةِ مِنْ كُلِّ شَيْطانٍ وَهامَّةِ وَمِنْ كُلّ عَيْنٍ لاَمَّةٍ

      0101010

      ЗВУК-111

     Был доға — хәҙис һәм ул ошолай уҡыла: “Уғииҙү күмәә бикәлимәәти лләәһи-ттәәммәәти — мин күлли шайтаани үә һәәммәти үә мин күлли ғәйнин ләммәһ."Хәҙистә был «Аллаһы Тәғәләнең тулы камил һүҙҙәре менән һәр бер шайтандан, боҙоҡлоҡтан һәм күҙ тейеүҙән һыйынам», — тиелә.
     Бөгөнгө көндә Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәмәй, тыйғандарынан тыйылмай йөрөгәндәр күп. Бигерәк тә яланғас боттарын, күкрәктәрен күрһәтеп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар күп. Ундайҙарға күҙ тиҙерәк тиеүсәндер. Хәҙистәрҙең береһендә Аллаһ рәсүле әйткән: «Минең өммәтемдән булғандарҙың күбеһе Аллаһтың тәҡдире буйынса күҙ тейеүҙән үләсәктәр!» (Бохари).
     Ҡөръән ҡушҡанса йәшәмәйенсә, иблис юлын һайлаған бындай Аллаһҡа ҡаршы барыусылар иң беренсе тиҫкәре энергияға – күҙ тейеү, боҙомдары дусар булыусылар. Аллаһ ундайҙары ташлай, ярҙам итмәй. Шәриғәт талабын үтәп йөрөүсе илдәрҙә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙа шеш, онкологик сирҙәр юҡ кимәлдә. Шуға ла ошо ауырыуҙарға дусар булаһығыҙ икән, иң беренсе сәбәпте үҙегеҙҙә эҙләгеҙ. Тик һуңлай күрмәгеҙ. Ана шул беҙҙе һынау маҡсатынан Аллаһтың сихыр һәм күҙ яманлыҡтарына кемгәлер рөхсәте бар инде. Был осраҡта ике яҡта һынала һәм зарар күрә.
     Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла ныҡ иман, теүәл ихсан, тәҡүәле булыуҙы насип итһен. Йә Раббыбыҙ, илдәребеҙгә-көндәребеҙгә именлек-тыныслыҡ, дуҫлыҡ-татыулыҡ, ил башлыҡтарыбыҙға ғәҙеллек, ғаиләләребеҙгә бәхет-сәғәҙәт, балаларыбыҙға тәүфиҡ-һиҙәйәт, диндә булмағандарға – тура юл, ауырыуҙарға шифа-сихәт насип итһәң ине. Кешеләрҙең һәм ендәрҙең зарарынан имен ҡыл. Әмин.

     Нәс сүрәһе: https://nazir1965.com/x%d3%99%d2%99ist%d3%99r/sura-114-an-nas-lyudi-%d3%99n-n%d3%99s-s%d2%afr%d3%99%d2%bbe-keshel%d3%99r.html#more-7186

Фәләҡ сүрәһе: https://nazir1965.com/x%D3%99%D2%99ist%D3%99r/7181.html

      Ихлас сүрәһе: https://nazir1965.com/x%D3%99%D2%99ist%D3%99r/sura-112-al-ixlas-ochishhenie-very-%D3%99l-ixlas-s%D2%AFr%D3%99%D2%BBe-%D2%A1ul%D2%BB%D2%AF%D2%AF%D3%99-llaa%D2%BBu.html