Миғраж кисәһе
Әлхәмдүлилләәһи Раббил ғәләмин. Бөтә ғаләмдәрҙең Раббыһы булған, барлыҡ мәхлүтәрҙе тәрбийәләп тороусы Аллаһы исеме менән башлайбыҙ. Аллаһы Тәғәләгә күңел түренән әйтелгән хәмде-ҫәнәләребеҙ, шөкөрҙәребеҙ булһын. Ғәләмдәргә рәхмәт өсөн ебәрелгән, үҙенең холҡо, әҙәбе менән беҙгә үрнәк булған һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үәс сәлләмгә әйтелгән салауат шәрифтәребеҙ, сәләмдәребеҙ ирешһен. Йә Раббым, беҙгә ошо вәғәзде дөрөҫ иттереп аңллап һәм үҙебеҙҙең йөрәгебеҙ менән ҡабул итеп, көндәлек тормошобоҙҙа ҡулланырға насип ит.
Пәйғәмбәребеҙҙең тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе — Миғраж кисәһе, ул ҙур мөғжизә булып тора. Аллаһының рәхмәте менән был кисә тураһында һөйләшеп китәрбеҙ.
Исра үә Миғраж кистәре нимәне аңлата? Исра — ул төндә сәфәр ҡылыу, Миғраж — күккә күтәрелеү тигән мәғәнәгә эйә. Аллаһы Тәғәлә был ваҡиғаны Ҡөръәни Кәримдә шулай тип иҫкә ала: سُبْحَانَ الَّذِي أَسْرَى بِعَبْدِهِ لَيْلًا مِّنَ الْمَسْجِدِ الْحَرَامِ إِلَى الْمَسْجِدِ الْأَقْصَى الَّذِي بَارَكْنَا حَوْلَهُ لِنُرِيَهُ مِنْ آيَاتِنَا إِنَّهُ هُوَ السَّمِيعُ الْبَصِيرُ
«Сүбхәәнәл-ләҙии әсраа биғәбдиһи ләйләм-минәл-мәсджидил-хәраами иләл-мәсджидил-әҡсәл-ләҙии бәәракнәә хәүләһү линүрийәһү мин әәйәәтинәә иннәһү һүүәс-сәмииғүл-басыиир».
«Үҙенең ҡоло Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи сәлләмде бер кистә Мәккә ҡалаһында Харам мәсеттән Ҡоддус ҡалаһындағы Әл-Акса мәсетенә йөрөтөп ҡайтарыусы Аллаһы Тәғәләне һәр кәмселектән пак тип белегеҙ! Ул Ҡоддус ҡалаһының тирәһен бәрәкәтле ҡылдыҡ, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә ғәжәп ғәләмәттәребеҙҙе күрһәтмәк өсөн ҡөҙрәтебеҙ менән йөрөттөк, әлбиттә, Аллаһы һәр һүҙҙе Ишетеүсе һәм һәр нәмәне Күреүселер».«Бәни Исраил / Йәғҡуб балалары», 17:1
Был ваҡиғаның теүәл ниндәй йылда булғаны тураһында ғалимдар төрлө фекерҙә, әммә күпселеге рәжәб айының егерме алтыһынан егерме етенсе көнөнә ҡаршы төндә — 621 йылда булды тип хисаплайҙар. Хәҙер әлеге ваҡиғаның ниндәй рәүештә булғаны тураһында хәҙис йыйынтыҡтарынан алынғанды зекер итербеҙ.
Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарында Исра һәм Миғраж ваҡиғаһы былай рәүешле аңлата: Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм Ҡәғбәтуллаға һөйәлеп ултырған ваҡытында, уның эргәһенә Джәбраил фәрештә килә. Ул Бураҡ тигән ҡанатлы атҡа (оса торған йән эйәһе) оҡшаған хайуан менән була һәм Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмде алып, Ҡоддус (Иерусалим) ҡалаһына оса һәм шунан һуң Бураҡты мәсет ҡапҡаһына ҡалдырып, Джәбраил фәрештә менән Аллаһы Илсеһе күккә күтәреләләр. Пәйғәмбәребеҙ күктең беренсе ҡатында Әҙәм ғәләйһиссәләм, икенсе ҡатында — Яхъя һәм Ғайса ғәләйһимүссәләм, өсөнсө ҡатта — Йософ ғәләйһиссәләм, дүртенсе ҡатта — Идрис ғәләйһиссәләм, бишенсе ҡатта — Һарун ғәләйһиссәләм, алтынсы ҡатта Муса ғәләйһиссәләм белән осрашып, улар менән сәләмләшә. Муса ғәләйһиссәләм менән сәләмләшкәс, Муса илай башлай. Пәйғәмбәребеҙ илауының сәбәбен һорағас, ул: «Йәннәттә минең өммәтемдәгеләргә ҡарағанда, һинекеләр күберәк булыр», — тип яуап бирә. Шунан һуң Пәйғәмбәребеҙ етенсе ҡатҡа күтәрелә, унда Ибраһим ғәләйһиссәләм менән күрешә. Быларҙан һуң «Ситрәтүл-Мөнтәһә» тигән урынға килә. Бының тураһында Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә былай тип әйтә:
أَفَتُمَارُونَهُ عَلَى مَا يَرَى
وَلَقَدْ رَآهُ نَزْلَةً أُخْرَى
عِندَ سِدْرَةِ الْمُنتَهَى
عِندَهَا جَنَّةُ الْمَأْوَى
إِذْ يَغْشَى السِّدْرَةَ مَا يَغْشَى
مَا زَاغَ الْبَصَرُ وَمَا طَغَى
لَقَدْ رَأَى مِنْ آيَاتِ رَبِّهِ الْكُبْرَى
Ә фәтүмәәруунәһу ғәләәә мәә йәраа
Үә ләҡад ра'әәһү нәзләтән ухраа
Ғиңдә сидратил-мүңтәһәә
Ғиңдәһәә джән-нәтүл-мәьүәә
Иҙ йағшәс-сидратә мәә йәғшәә
Мәә зәәғаль-басару үә мәә тағаа
Ләҡад ра'әә мин әәйәәти раббиһил-күбраа
«Әллә уның күргәндәрен шикләнмәк булаһығыҙмы?
Ысынынды, ул икенсе мәртәбә Джәбраилде үҙ сүрәтендә күрҙе.
Ситрәтүл — Мөндәһә ағасы Мәүуа йәннәте янындалыр.
Ул ағасты күп фәрештәләр ҡаплаған ине.
Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең күҙе яҙа күрмәне һәм ситкә лә тайпылманы. Ысынында, ул Миғражда Раббыһының олуғ ғәләмәт үә дәлилдәрен күрҙе». «Ән-Нәджм / Йондоҙ», 53:12-18
«Ситрәтүл-Мөндәһә» — ул ағас исеме, уның япраҡтары фил ҡолаҡтары ҙурлығында һәм емештәре сүлмәк кеүек. Ат-Тирмизи хәҙистәр йыйынтығында, әлеге ағас ботаҡтарының күләгәһе аҫтында атҡа атланған йөҙ кеше баҫып тора ала, тип әйтелә.
Шунан һуң Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмгә дүрт йылға күрһәтелер, шуның икеһе йәшерен, икеһе асыҡ булыр. Джәбраил фәрештә йәшерен булған йылғаларҙың йәннәттә булыуын, ә асыҡ булғандарының Нил һәм Фырат (Евфрат) йылғаһы икәнлеген әйтер. Шунан һуң Бәйт Әл-Мәғмүрғә күтәрелерҙәр һәм Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи сәлләм ҡаршына өс һауыт килтереп ҡуйылыр. Уның беренсеһендә һөт, икенсеһендә һыу, ә өсөнсөһөндә хәмер һалынған була. Пәйғәмбәребеҙ һөт һалынған һауытты һайлай һәм Джәбраил фәрештә, был фитри имандан, тип әйтә. Быларҙан һуң Пәйғәмбәребеҙ Аллаһы Сөбханаһу үә Тәғәлә менән һөйләшә һәм Раббыбыҙ уға көнөнә илле ваҡыт намаҙ уҡырға бойора. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм был әмергә ризалыҡ белдереп, Раббыбыҙ хозурынан китә һәм бынан һуң Муса ғәләйһиссәләм менән осраша, ул уға: «Һинең өммәтеңә был ауыр булыр, Аллаһынан илле ваҡыт намаҙҙы кәметеүҙе һора», — тип әйтә. Пәйғәмбәребеҙ Аллаһы Тәғәлә хозурына килеп, намаҙ һандарын кәметеүҙе һорай, шунан һуң ҡабат Муса ғәләйһиссәләм менән осраша, ул Рәсүлебеҙ ғәләйһиссәләмгә: «Быныһы ла күп, һинең өммәтең башҡарып сыға алмаясаҡ, Раббыбыҙҙан тағы кәметеүҙе һора», — тип кәңәш бирә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ҡабат Раббыбыҙ хозурына килә. Был хәлдәр бер нисә тапҡыр шул рәүешле ҡабатлана.
Пәйғәмбәребеҙ биш ваҡыт намаҙ әмере менән Раббыбыҙ хозурынан киткәндән һуң, йәнә Муса ғәләйһиссәләм менән осраша. Ул Рәсүлебеҙгә, тағы кәметеүҙе һорауҙы тәҡдим итә. Был юлы Пәйғәмбәребеҙ: «Мин бынан да кәмерәк намаҙ ваҡыты йөкләүен һорарға оялам», — тип яуап ҡайтара. Шул ваҡиғанан һуң мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз ҡылына. Бынан һуң Пәйғәмбәребеҙгә ожмах һәм тамуҡ, йәннәттәге Кәүсәр йылғаһы күрһәтелә, шулай уҡ уға йәһәннәм әһелдәренең ниндәй ғазапҡа дусар булғандары хикәйәт ителә.
Ошо мәғәнәле һәм бик эстәлекле хәҙистән беҙ бик күп файҙалы мәғлүмәт алабыҙ. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләрен зекер итәйек:
1. Пәйғәмбәребеҙҙең Аллаһы Тәғәлә менән туранан-тура һөйләшеүе;
2. Был ваҡиғанан һуң биш ваҡыт намаҙҙың фарыз булыуы;
3. Рәсүлебеҙгә йәһәннәмдәге ғазаптар һәм ниндәй ғәмәлдәр өсөн уларға юлығыу тураһында аңлатыуы;
4. Аллаһы Илсеһенең пәйғәмбәрҙәр менән осрашыуы, сәләмләшеүе.
Йә Раббыбыҙ, беҙҙең ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙе, изге эштәребеҙҙе ҡабулдарҙан ҡыл. Беҙгә файҙалы ғилемдәр алырға һәм улар менән ғәмәл ҡылып йәшәргә насип ит. Йә Раббыбыҙ, беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит, һиҙайәт юлынан сығарма, үҙебеҙҙе, ғаиләләребеҙҙе тура юл менән генә алып бар. Намаҙҙың фазиләтен аңлап, ғибәҙәттәребеҙгә иғтибарлы булырға насип әйлә.
Фөдәйл инб Ғыйәд: «Әгәр ҙә минең ҡабул булына торған бер доғам барлығын белһәм, мин пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм өсөн доға ҡылар инем», — тип әйткән.
Йә Раббым! Йөмһүриәтебеҙ өсөн именлек, тыныслыҡ, муллыҡ, бәрәкәт һәм киләсәктә лә һаулыҡ-сәләмәтлектә, именлектә, күңел тыныслығы менән халҡыбыҙ өсөн хеҙмәт итеүҙәребеҙҙе, халҡыбыҙҙың бәрәкәттә, етеш, мул тормошта, бәхетле булып йәшәүҙәрен насип ит!
Илгиз хәҙрәт Сөнғәтуллин, Яр Саллы ҡалаһының «Ихлас» мәсет имам-хатибы
Исра һәм Миғраж мөғжизәһе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/isra-%D2%BB%D3%99m-mi%D2%93razh-m%D3%A9%D2%93zhiz%D3%99%D2%BBe.html
Миғраж кисәһе намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/mi%D2%93razh-kise-nama%D2%99y.html
Исра һәм миғраж: https://nazir1965.com/din/isra-%D2%BB%D3%99m-mi%D2%93razh.html