Исра һәм Миғраж мөғжизәһе
                                                                                         إِذْ يَغْشَى السِّدْرَةَ مَا يَغْشَى * مَا زَاغَ الْبَصَرُ وَمَا طَغَى * لَقَدْ رَأَى مِنْ آيَاتِ رَبِّهِ الْكُبْرَى
     Иҙ йағшә-ссидратә мәә йәғшәә.
     Мәә зәәғаль-басару үә мәә тағаа.
     Ләҡад ра'әә мин әәйәәти раббиһил-күбраа.
     Ситратүль ағасы балҡышлы ҡорма (үҙенең япраҡтары) менән ҡапланған ине
     Мөхәммәдтең күҙҙе ҡамашманы, ҡарашы ситкә тайпылманы
     Хаҡтыр, ул Раббыһының иң бөйөк аяттарының (дәлилдәренең) бер өлөшөн күрҙе
Ул, ысынлап та, Раббының иң оло аят­тарын күрҙе. Ән -Нәдж (Йондоҙҙар) 53/16-17-18

     Хөрмәтле мөьмин-мосолмандар, Донъя һәм ахирәттең әфәндеһе, хөрмәтле пәйғәмбәребеҙ ﷺ, һижрәттән бер ярым йылдар элек, Рәжәб айының егерме етенсе кисәһендә Исра һәм Миғраж мөғжизәһенә лайыҡ булды.
     Исра ул: Пәйғәмбәребеҙ Рәсүл Әкрәмдең ﷺ төндөң бер миҙгелендә Мәсжид әл-Харамдан Мәсжид әл-Әҡсаға алып барылыуы. Бер ҡала мәсетенән икенсе ҡала мәсетенә күҙ асып йомған арала күсеүе. Миғраж иһә: пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ күктәргә күтәрелеп, иләһи аят һәм ғәләмдәр күреүе.

     Хәҙис-и шәрифтәрҙә әйтелгәнсә, Исра һәм Миғраж мөғжизәһе шулай булды: Хөрмәтле пәйғәмбәребеҙ ﷺ Кәғбәнең «Хатим» тигән урынында, йәки атаһының ҡәрҙәшенең ҡыҙы Өммөхан өйөндә булғанда, Жәбраил килеп, пәйғәмбәрҙең ﷺ күкрәген яра һәм йөрәген зәм-зәм һыуы менән йыуып, иман һәм тәрән хикмәт менән тултыра. Шуның һуң пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ «Бораҡ» исемле, йәшен уты тиҙлегендә осҡан бер атҡа мендереп, Мәккәләге Мәсжид әл-Харамдан Ҡотдустағы Мәсжид әл-Әҡсаға алып бара. Унда пәйғәмбәрҙәр йәмәғәтендә намаҙ ҡылғандан һуң, Жәбраил ғәләйһиссәләм менән бергә күктәргә күтәрелә. Ете ҡат күкте ашҡандан һуң улар «Сират әл-Мүнтаха» исемле бер урынға барып етәләр. Бында пәйғәмбәребеҙгә ﷺ үҙенең ысын ҡиәфәтендә күренгән Жәбраил ғәләйһиссәләм уға шулай тип әйтә:
     “Әй, Мөхәммәд, был – Сират әл-Мүттахидә. Мин бынан бер бармаҡ тиклем алға барһам, янырмын".
     Бынан һуң, һөйөклө пәйғәмбәребеҙ ﷺ юлын «Раф-раф» исемле бер атҡа артланып дауам итә. Урын һәм ергә мохтаж булыуҙан азат булған бөйөк Аллаһ хозурына ҡабул ителде. Бөйөк илаһи ҡаршыһында тәғзимә һәм тәҡримәткә, илаһи һүҙ һәм иғтибарға лайыҡ булды. Һәм Ҡөръән-и Кәримдә (53/18) әйтелгәнсә:
                                                                                                                                       لَقَدْ رَأَى مِنْ آيَاتِ رَبِّهِ الْكُبْرَى
     1. Ләҡад ра'әә мин әәйәәти раббиһил-күбраа.
     "Ул, ант итеп әйтәмен ни, Раббыһының бөйөк аяттарының бер өлөшөн күрҙе..." һәм үҙенә вәхи ителгәндәрҙе алғандан һуң был бөйөк юлсылығынан кире ҡайтты.
     Ғәзиз мөьмин-мосолмандар, Муслим һәм Әхмәд бин Хәнбәл китаптарында Ғабдулла бин Мәсғүд (р.а.) нән риүәйәт ителгән хәҙис-шәрифтә әйтелгәнсә, Миғраж кисәһендә бөйөк Аллаһ мөьминдәргә өс төрлө ихсанда булды. Былар:
     Беренсеһе — Баҡара сүрәсенең һуңғы аяттары,
     Икенсеһе — Аллаһҡа ширк килтермәүселәрҙең гонаһтарының ғәфү ҡыланышы,
     Өсөнсөһө — Биш ваҡыт намаҙ.
     Өммәтенә был өс бүләк килтергән һөйөклө пәйғәмбәребеҙ ﷺ Исра һәм Миғраж мөғжизәләре тураһында хәбәр иткәс, Мәккә мөшриктәре уны ялғанға тоттолар. Ғәжәпләнеп һорауҙар бирә башланылар. Ҡайһы берәүҙәр ҡулдарын шаҡый-шаҡый көлә башланы, ҡайһы берәүҙәре лә ҡулдарын баштарына ҡуйып «Был, валлаһи, юҡ-бар хәл бит!» – тип һөйләнә ине.
Бер өлөшө иһә, Әбү Бәкр (р.а.) янына йүгереп килеп, шулай тип әйтә башланы:
     “Эй, Әбү Бәкр, һинең дуҫың был кисте Ҡотдус ҡалаһындағы Бәйтүл әл-Әҡса мәсетенә барып, унда намаҙ ҡылып, күктәргә үрләгәне, унда Ғәрше һәм Көрси тирәһендә йөрөгәнлеге, Йәннәт һәм Йәһәннәм күргәнлеге һәм яңынан Мәккәгә ҡайтҡанлығы тураһында һөйләй. Һин бының тураһында ни әйтерһең?".
     Әбү Бәкерҙең (р.а.) яуабы иһә ҡиәмәткә тиклем бөтә иманлы күңелдәргә өлгө булырлыҡ дәрәжәлә мөкәммәл ине:
“ысынлап та, ул шулай тип әйтһә, был һис шикһеҙ дөрөҫтөр.
     Мин ышандым быға һәм быны тәсдиҡ иттем".
     Әбү Бәкерҙең (р.а.) бындай ҡатғи яуабы менән килешә алмаған мөшриктәр, яңынан пәйғәмбәр ﷺ янына ашыҡтылар, үҙҙәре менән Ҡотдус ҡалаһын белгән бер әҙәм алып, шулай тип һорай башланылар:
     "Йә, Мөхәммәд, беҙгә Ҡотдусты аңлат, ул ниндәй сифаттарҙа?"
     Быға ҡаршы, пәйғәмбәребеҙ ﷺ, күҙҙәре алдында хасил булған Мәсжид әл-Әҡсаның һүрәтенә ҡарап, мөшриктәрен һорауҙарына бер-бер артлы яуап бирә башланы.
     Бының тураһында хәҙистәренең береһендә пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тип әйтә:
     “Көрәйештәр Исра ваҡиғаһын ялғанға сығарған ваҡытта мин Кәғбәнең Хижрендә баҫып тора инем. Һәм ни күрәм: бөйөк Аллаһ минең менән Бәйтул Мөҡәддәскә тиклем араны юҡ итте. Мин иһә Уға ҡарай-ҡарай Көрәйештәргә уны тасуирлай башланым, һорауҙарына ла яуап бирә башланым".
     Хөрмәтле мөьмин-мосолмандар, Һәр бер мосолман бөйөк Аллаһтың һөйөклө рәсүленә ﷺ күп кенә мөғжизәләр күрһәткәнлеген кеүек үк, Исра һәм Миғраж мөғжизаһен дә ихсан иткәнлегенә ышанырға һәм быны күңеле менән ысындан ҡабул итергә тейеш. Инҡар итеп «Бындай бер нәмә була алмаҫ» – тип әйтеү иһә — көфөрлөк. «Мосолманмын» тип әйтеүсе һәр кем бының кеүек Имани һәм Ислами хосустарҙа бик иғтибарлы булырға тейеш.
     Илаһи мөғжизаларҙе аҡылдарының тар тартмалары эстәренә һыйҙыра алмаған меҫкендәр иһә, Исра һәм Миғражды инҡар итеп, күңелдәренән «мөмкин түгел бындай бер нәмә» тип әйтә. Ундайҙарҙың фекеренсә, күҙәтелә һәм тәжрибә ителә алмаған, физик ҡанундарға бойһонмаған һәр нәмә, хәҡиҡәт булараҡ ҡабул ителә алмаҫ. Хәлбүки физик ҡанундарҙы яратыусы ла Аллаһ Сүбханаһу үә Тәғәләлер. Аҡылдары күренеп торған һәм тәжрибә ителгән нәмәләргә генә ышаныусы был меҫкендәргә хәтерләтәбеҙ ни, ҡөҙрәте сикһеҙ булған Аллаһ «Бул» – тип әйтеү менән генә «Бар итеүсе», теләгән һәр нәмәһен барлыҡҡа килтерергә көсө етеүсе бер заттыр.
     Шулай булғас, мөьмин-мосолмандар, Иғтибарлы булығыҙ, үлем ҡапыл ғына килергә мөмкин. Ҡәберҙәрегеҙ бер ғәмәл һандығына әүерелер. Шунан бер хисап көнө килер. Шулай булғас, яйлы осраҡ ҡулда, йән тәндә булғанда, ышаныуҙарыбыҙҙы артырайыҡ. Күңелдәребеҙгә Исра һәм Миғраждын илаһи хәҡиҡәттәрен асайыҡ. «Ул шулай тигән булһа, тимәк был дөрөҫтөр» – тип әйтә белеү тәғлимәтенә ашығайыҡ. Һәр бер мөьминдең Миғражы булған намаҙҙарыбыҙҙы хөшуғ менән ҡылайыҡ. Намаҙ ҡалдырыуҙың, динде емереү икәнлеген аңлайыҡ. Был мөбәрәк кисте Аллаһҡа һәр ваҡыттағынан күберәк ҡоллоҡ итәйек, доға һәм ғәмәлдәрҙең ихласлыҡтарында булайыҡ. Күпләп Ҡөръән уҡыйыҡ, намаҙ уҡыйыҡ, зекер итәйек, тәүбә һәм истиғфар ҡылайыҡ. Мәрхүмдәребеҙ өсөн аяттар уҡыйыҡ. Хәйер һәм игелектәребеҙ менән ярлы һәм етешһеҙҙәрҙе һөйөндөрәйек, уларҙың күңелдәрен табайыҡ. Аллаһтың беҙгә аманаты булған балаларыбыҙға ҡарата вазифаларыбыҙҙы еренә еткерәйек. Онотмайыҡ шуны, кире ҡайтыу, тик Аллаһҡа ғыналыр.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Исра һәм Миғраж кисәһе мөғжизәләренең беҙҙең ғәфләттән уяныу сәбәбенә әүерелеүе өсөн Йәнәбигә инанам һәм хөтбәне Уның илаһи һүҙҙәре менән тамамлайбыҙ:

                                     سُبْحَانَ الَّذِي أَسْرَى بِعَبْدِهِ لَيْلًا مِّنَ الْمَسْجِدِ الْحَرَامِ إِلَى الْمَسْجِدِ الْأَقْصَى الَّذِي بَارَكْنَا حَوْلَهُ لِنُرِيَهُ مِنْ آيَاتِنَا إِنَّهُ هُوَ السَّمِيعُ الْبَصِيرُ
     1. Сүбхәәнә-лләҙии әсраа биғәбдиһи ләй-ләм-минәл-мәсджидил-хәраамииләл-мәсджи-дил-әҡса-лләҙии бәәракнәә хәүләһү линүри-йәһү мин әәйәәтинәә иннәһү һүүә-ссәми-иғүл-басыиир.
     “Ҡолон, төндөң бер миҙгелендә аяттарының бер өлөшөн күрһәтеү өсөн, Мәсжид әл-Харамдан, мөбәрәк булған Мәсжид әл-Әҡсаға алып барған Аллаһ, һәр төрлө кәмселектәрҙән паҡтыр. Ул, һис шикһеҙ, һәр нәмәне ишетеүсе һәм һәр нәмәне күреп тороусы". Исра 17/1
                                                                                                                                              ...اَلَا اِنَّ اَحْسَنَ الْكَلَاَمِ.
                                                                                                                           وَلَقَدْ رَآهُ نَزْلَةً أُخْرَى عِندَ سِدْرَةِ الْمُنتَهَى
     1. Үә ләҡад ра'әәһү нәзләтән ухраа.
     2. Ғиңдә сидратил-мүңтәһәә.
     1. Ул Уны икенсе тапҡыр төшкәнендә лә күрҙе
     2. иң ситтәге сидер (ағасы) эргәһендә. Ән-Нәждм 53/13-14
                           52 йома хөтбәһе йыйынтығынан, Перевод с турецкого Дауд Кадыров, Канонический редактор Айдар Хабибуллин

     Исра һәм миғраж: https://nazir1965.com/din/isra-%D2%BB%D3%99m-mi%D2%93razh.html

     Миғраж кисәһе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/mi%D2%93razh-kis%D3%99%D2%BBe.html