Исра һәм миғраж
Исра — рәсүлуллаһтың бер кис Мәккәлә мәсет Харамдан Бәйтул Мөҡәддәскә барып ҡайтыуынан ғибәрәттер. Миғраж иһә, шул кис күккә ашып, рухани ғәләм менән танышыуынан ғибәрәттер. Исра Ҡөрьәндә зекер ителәлер. Исра сүрәһе, 1- се аят:
سُبْحَانَ الَّذِي أَسْرَى بِعَبْدِهِ لَيْلًا مِّنَ الْمَسْجِدِ الْحَرَامِ إِلَى الْمَسْجِدِ الْأَقْصَى الَّذِي بَارَكْنَا حَوْلَهُ لِنُرِيَهُ مِنْ آيَاتِنَا إِنَّهُ هُوَ السَّمِيعُ الْبَصِيرُ
«Үҙенең ҡоло Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде бер кистә Мәккә шәһәрендәге мәсет Харамдан Ҡотдус шәһәрендәге мәсет Әҡсаға йөрөтөп ҡайтарыусы Аллаһ һәр кәмселектән пак тип белегеҙ! Ул Ҡотдус шәһәренең тирәһен бәрәкәтле ҡылдыҡ, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе шулай ҡөҙрәтебеҙ менән йөрөттөк, ғәжәп ғәләмәттәребеҙҙе күрһәтмәҫ өсөн, әлбиттә, Аллаһ — ишетеүсе үә күреүселер».
Миғраж иһә, Ҡөрьәндә зекер ителмәйсә, хәҙис китаптарында зекер ителә. Фәҡәт ғалимдар Исра менән миғражды икеһен бергә йөрөтәләр. Хәлбуки, былар айырым йөрөтөлөргә тейеш ине. Сөнки миғраж тураһында әйтелгән хәҙистәрҙең күбеһемдә мәсет Харамдан Бәйтүл Мөҡәддәскә барыу зекер ителһә лә, Ҡөрьән Кәримдә күккә ашыу тураһында һис бер һүҙ зекер ителмәй. Шуның өсөн былар икеһе ике төрлө нәрҫә тип йөрөтөлөргә тейеш.
Кәрәк мәсет Харамдан Бәйтүл Мөҡәддәскә барыу үә кәрәк күккә ашыу, уяу хәлдә булыу менән төштә булыу араһында ғалимдар араһында ихтилаф барҙыр. Был хәлдәр төштә булды тигән кешеләр Ҡөрьәндәге (Исра сүрәһендәге 60 — сы аятты:
وَمَا جَعَلْنَا الرُّؤْيَا الَّتِي أَرَيْنَاكَ إِلَّا فِتْنَةً لِّلنَّاسِ
«Миғраж кисәһендә һиңә күрһәткән нәрҫәләребеҙ кешеләргә фетнә үә имтихан булды»).
Һәм «шәриҡ» хәҙисен дәлил итеп тоталар. Шул аяттағы «руъя» — төш мәғәнәһендәлер. Шәриҡ хәҙисендә (Әнәстән риүәйәт ителә) «шунан һуң уянды» тигәне бының төштә булғанлығын асыҡ күрһәтә. Шулай уҡ миғраж хәҙистәрендәге, «Мин өйҙә инем, был эш булды төш менән уяныу араһында» Һүҙе лә бының төштә булыуын белдерә тиҙәр. Исра үә миғраждың төштә булыуы Ғәйшә, Муғавиә, үә Хәсән Басриҙан риүәйәт ителәлер. Ғәйшә: «Дөрөҫлөктә, Аллаһ пәйғәмбәрҙең тәнен күтәреп йөрөтмәне, ә күтәреп йөрөттө уның рухын», — тийә торған булған. Муғафиә исра хаҡында һоралғанда: «Аллаһуҙан булған төш хаҡтыр», — тийә торғайны (Тәфсир Ибн Йәрир, 15 ж., 13 с.)
Исра ышаныслы, Ҡөрьән Кәрим менән сәбит булғанға, шул хәлгә ышаныу тейешлелер. Ул хәл төштә йәки уяу хәлдә булыуын Аллаһуҙың үҙенә тапшырыу артығыраҡтыр. Миғраж хаҡында хәҙистәр бик күп булып (миғраж хәҙистәренең күбеһе Әнәс ибн Мәликкә ҡайтып ҡала), эстәлектәре ғәйәт буталмыш, аңлайышһыҙҙыр. Хәҙистәрҙең бер-береһенә хилаф урындары ла аҙ түгел. Шуның өсөн ғалимдар миғраж хәҙистәрен йыйыуҙа күп мәшәҡәттәр сигәләр. Ошбу ихтилаф хәҙистәрҙең бәғзеләре миғраждың әллә нисә мәртәбә булыуын һөйләгәндәр. Миғраж хәҙистәрендә аҡылға йыраҡ нәрҫәләр ҙә юҡ түгел. Миғраж хаҡында риүәйәт ителгән хәҙистәр: Бухари 1 ж, 78 с, 2ж, 201с, 4ж 109,135,163 с, 5ж 52,53с; Тирмизи 1ж 29сң>ж 141 с; Нисаи 1ж 76,77с;Мөслим 1ж 78с .
Исра кисәһендә Аллаһ мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз ҡылды. Был ваҡытҡа ҡәҙәр рәсүлуллаһ иртә ике рәҡәғәт, кис ике рәҡәғәт намаҙ уҡый торғайны. Исра күпселек һүҙенә күрә һижрәттән бер йыл элек булды.
«Хәҙрәт Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәләм», Сөнғәтулла Бикбулат