Ир менән ҡатындың хаҡтары
Ир менән ҡатындың бер-береһенә ҡарата хаҡтары
Аллаһ Тәғәлә был донъяла бөтөн нәмәнелә парлы итеп яратҡан. Уның ерҙәге был ҡануны шулай уҡ кешеләргә лә ҡағыла. Аллаһ Тәғәлә был хаҡта Ҡөрьәндең «Рум» сүрәһенең 21-се аятында:
وَمِنْ آيَاتِهِ أَنْ خَلَقَ لَكُم مِّنْ أَنفُسِكُمْ أَزْوَاجًا لِّتَسْكُنُوا إِلَيْهَا وَجَعَلَ بَيْنَكُم مَّوَدَّةً وَرَحْمَةً إِنَّ فِي ذَلِكَ لَآيَاتٍ لِّقَوْمٍ يَتَفَكَّرُونَ
Үә мин әәйәәтиһии ән халәҡа ләкүм мин әңфүсикүм әзүәәджәл-литәскүнүү иләйһәә үә джәғәлә бәйнәкүм мәүәддәтәү үә рахмәтән иннә фии ҙәәликә лә'әәйәәтил-лиҡаумий-йәтәфәккәруун.
«Уның (Аллаһтың ҡөҙрәтен күрһәтеүсе) билдәләренән: Ул (Аллаһ) һеҙгә (күңелегеҙ) уларҙан тыныслыҡ булдырыу өсөн үҙегеҙ кеүек үк парҙарҙы (ҡатын-ҡыҙҙарҙы) яратты, арағыҙға һөйөү һәм мәрхәмәт булдырҙы. Ысынлыҡта был нәмәләрҙә фекерләүсе кешеләр өсөн билдәләр бар!»
Был аятта Аллаһ Тәғәлә ир кешенең пары — ҡатын-ҡыҙҙы барлыҡҡа килтереүе тураһында хәбәр итә. Аллаһ Тәғәлә ир кешегә парҙы ендәр, хайуандар араһынан һайламаны, ә үҙе кеүек үк булған, уға оҡшаған парҙы — ҡатын-ҡыҙҙы барлыҡҡа килтерҙе.
Әгәр кеше «Аллаһ Тәғәлә ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙы был донъяға барлыҡҡа килтерҙе икән?» тип һораһа, яуапты белеү өсөн аяттың дауамын уҡырға кәрәк. Әлеге аяттан күренгәнсә, Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы ир кешенең күңеле тыныслыҡ тапһын өсөн яратты. Был донъяла ир-аттың күңеле аҡсанан да, яҡшы эштән дә, спорт менән шөғөлләнеүҙәндә тулыһынса тыныслыҡ таба алмай, бары тик хәләл юл менән ғаилә ҡороп, ҡатын-ҡыҙ ярҙамында ғына таба ала. Кеше йәшәүҙең мәғәнәһен бары тик өйләнеп, ғаилә ҡороп һәм балалар үҫтереп кенә аңлай ала. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә был донъяға ҡатын-ҡыҙҙарҙы Үҙенең Рәхмәте менән беҙгә, ир-ат өсөн яратҡан.
Был донъяла бар ғаилә лә бәхетле булыу өсөн ҡорола. Ләкин уларҙың бөтәһе лә бәхетле булып сыҡмай. Ир менән ҡатын ғаилә ҡороп бер ни тиклем ваҡыт бергә йәшәгәндән һуң айырылалар. Бөгөнгө көндә хатта намаҙ уҡыусы, ураҙа тотоусы мосолмандар араһында ла шундай хәл күҙәтелә. Ни өсөн ғаиләләр тарҡала? Быға ниндәй сәбәптәр килтерә?
Ғаиләләр тарҡалыуының төп сәбәбе: ир менән ҡатындың Ҡөръән һәм Мөхәммәд ﷺ сөннәте менән ғәмәл ҡылмауына әйләнеп ҡайта. Ир менән ҡатын үҙ вазифаларын Аллаһ ҡушҡанса һәм Мөхәммәд ﷺ өйрәтеп ҡалдырғанса үтәмәйҙәр. Ҡайһы бер ваҡытта ир ҙә, ҡатын да мәҙрәсә йәки башҡа дини уҡыу йорто тамамлаған, ләкин уларҙың ғаиләләре ниндәй өсөндөр тарҡала? Бының төп сәбәбе: ғаиләләге бәхәсте Аллаһ һәм Мөхәммәд ﷺ күрһәткәнсә түгел, ә динһеҙ атай-әсәйҙәрҙең бер-береһенә ҡарата тупаҫ мөғәмәләләрен һәм ыҙғыш-талаштарын күреп, уларса хәл итеүгә бәйләнгән. Яңы ғына ғаилә ҡороп ебәргән йәштәр атай-әсәйҙәренең бер-береһенә ҡарата мөғәмәләһен, араларында тыуған бәхәстәрҙе нисек сискәндәрен күреп үҫә һәм шуны үҙ ғаилә тормоштарында ла ҡуллана. Бәләкәй саҡтан уҡ күреп үҫкән һәм күңелгә һеңгән динһеҙ тәрбиә биш-алты йыл мәҙрәсәлә уҡып ҡына яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй. Был йәштәрҙең мәҙрәсәлә өйрәнгән белемдәре зиһендәрендә бер мәғлүмәт булараҡ ҡына һаҡлана, ә тормошта ҡулланылмай. Ғаиләлә тыуған бәхәстәрҙе хәл иткәндә өҫтөнлөктө хискә түгел, ә Аллаһтың дини күрһәтмәләренә бирергә кәрәк. Шуға күрә ир-ат менән ҡатын бәхетле йәшәйгеләре килһә, иң беренсе сиратта, Ҡөрьәнгә һәм Мөхәммәт ﷺ -дең сөннәтенә ҡайтырға тейеш.
Ғаилә бәхетле булһын өсөн ир менән ҡатын, беренсе сиратта, үҙҙәренең ғаиләләге вазифаларын һәм хаҡтарын яҡшы белергә тейеш. Аллаһ Тәғәлә ир менән ҡатын тураһында, уларҙың вазифалары һәм хаҡтары тураһында Ҡөръәндә беҙгә асыҡтан-асыҡ аңлата.
Һәр дәүләттең, ойошманың етәксеһе булған кеүек ғаиләнең дә етәксеһе бар. Аллаһ Тәғәлә ул етәкселекте ир кеше өҫтөнә йөкләгән. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
الرِّجَالُ قَوَّامُونَ عَلَى النِّسَاءِ بِمَا فَضَّلَ اللَّهُ بَعْضَهُمْ عَلَى بَعْضٍ وَبِمَا أَنفَقُوا مِنْ أَمْوَالِهِمْ فَالصَّالِحَاتُ قَانِتَاتٌ حَافِظَاتٌ لِّلْغَيْبِ بِمَا حَفِظَ اللَّهُ
Әр-риджәәлү ҡауүәәмүүнә ғәлә-нисәә'и бимәә фаддалә-ллааһу бәғдаһүм ғәләә бәғды- иү-үә бимәә әнфәҡуу мин әмүәәлиһим фәсса- алихәәтү ҡаанитәә-түн хәәфиҙаатүл-лилғайби бимәә хәфиҙа-ллааһу ...
«Ирҙәр ҡатындар өҫтөнән етәкселек итәләр. Сөнки Аллаһ Тәғәлә ирҙәрҙе ҡатындан аҡыл, көс-ҡеүәт, ғилем яғынан өҫтөн ҡылды һәм улар үҙ байлыҡтарынан ҡатындарына сарыф итәләр» (Ҡатындар – 34).
Аллаһ Тәғәләнең ир кешене ғаилә башлығы һәм ҡатындар өҫтөнән идара итеүсе итеп билдәләүе юҡҡа ғына түгел. Бында бик ҙур хикмәт йәшеренеп ята. Был турала Аллаһ Тәғәлә алдан күрһәтелгән аяттың дауамында аңлатты. Шуның беренсеһе, ир кешенең физик яҡтан, аҡыл яғынан һәм ауыр вазифаларҙы башҡарып сығыу яғынан ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда өҫтөнөрәк булыуы. Икенсенән, ир кешенең аҡса эшләү мөмкинлеге ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда күберәк. Шуға күрә лә ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеүҙе Аллаһ Тәғәлә ир-ат өҫтөнә йөкләне. Алдан һанап кителгән сәбәптәр арҡаһында Аллаһ Тәғәлә ғаилә менән етәкселекте ир кешегә тапшыра.
Ғаиләне алып китеү — еңел эш түгел, ул Аллаһтың һаҡларға биргән аманаты. Был аманат тураһында Аллаһ Тәғәлә ир кешенәнҠиәмәт көнөндә дә һораясаҡ. Ир кешенең ҡатыны өҫтөнән етәксе булыуы унан көләргә, мыҫҡыл итергә һәм уны йәберләп йәшәргә рөхсәт бирмәй. Аллаһ Тәғәлә ирҙең ҡатынына мөғәмәләһе һәм мөнәсәбәте нисек булырға тейешлеге тураһында ла Ҡөръәндә аңлата. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا لَا يَحِلُّ لَكُمْ أَن تَرِثُوا النِّسَاءَ كَرْهًا وَلَا تَعْضُلُوهُنَّ لِتَذْهَبُوا بِبَعْضِ مَا آتَيْتُمُوهُنَّ إِلَّا أَن يَأْتِينَ بِفَاحِشَةٍ مُّبَيِّنَةٍ وَعَاشِرُوهُنَّ بِالْمَعْرُوفِ فَإِن كَرِهْتُمُوهُنَّ فَعَسَى أَن تَكْرَهُوا شَيْئًا وَيَجْعَلَ اللَّهُ فِيهِ خَيْرًا كَثِيرًا
Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү ләә йәхиллү лә-күм әң тәриҫү-ннисәә'ә ҡарһәү-үә ләә тәғдулүү-һүннә литәҙһәбүү бибәғдыи мәә әәтәйтүмүүһүн-нә илләә әй-йәьтиинә бифәәхишәтим-мүбәййинәтиү-үә ғәәширууһүннә бил-мәғрууфи фә'иң кә-риһтүмүүһүннә фәғәсәә әң тәкраһүү шәй'әү-үә йәджғәлә-ллааһу фииһи хайран кәҫиираа.
«Улар менән (шәриғәттә һәм ғөрөф-ғәҙәттә) күрһәтелгән рәүештә (яҡшы мөнәсәбәттә булып, хаҡтарын үтәп) мөғәләмә ҡылығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ уларҙы яратып бөтөрмәһәгеҙ (ҡатындарығыҙға ҡарата сабырлыҡ итегеҙ), бәлки һеҙ нимәне лә булһа яратып бөтөрмәйһегеҙҙер, ә унда Аллаһ (йәғни ҡатындарығыҙға сабыр итеп йәшәүҙә) һеҙҙең өсөн бик күп хәйерле нәмә булдыра» (Нисә – 19).
Был аятта Аллаһ Тәғәлә ҡатындарҙың ҡайһы бер ғәҙәттәрен һәм холоҡтарын яратып бөтөрмәгән ирҙәргә ҡатындары менән айырылмайынса сабыр итеп йәшәргә кәңәш бирә. Сөнки әгәр ҙә ир кеше ҡатынының тиҫкәре холҡона һәм сифаттарына сабыр итеп йәшәһә, Аллаһ Тәғәлә уларҙың араһын яҡшыртырға мөмкин.
Тәфсир (аңлатма) ғалимдәре аяттағы «ә Аллаһ унда(ҡатындарығыҙға сабыр итеп йәшәүҙә) бик күп хәйерле нәмә булдыра»тигән йөмләне шундай мәғәнәлә аңлаталар: йәки Аллаһ Тәғәлә ире яратып бөтөрмәгән ҡатының холҡон яҡшырта һәм ире уны ярата башлай, йәки Аллаһ Тәғәлә уларға бик аҡыллы, тәрбиәле, тәүфиҡлы, иманлы бала бирә. Шул сәбәпле уларҙың аралары яҡшыра.
Имам әл-Куртуби тәфсирендә был аятҡа бәйле бер хикәйә килтерелә: «Элек Әбү Мөхәммәд ибн Әбү Зәйд исемле бер ҙур ғалим йәшәй. Уның насар холоҡло бер ҡатыны була. Ул ҡатын уның хоҡуҡтарын үтәмәй, һанға һуҡмай, теле менән уға теләһә нәмә әйтә. Кешеләр был ғалимгә: «Ни өсөн шундай насар ҡатын менән йәшәйһең?»- тип әйткеләгәндәр. Ләкин ул ҡатынына сабыр итеп йәшәй. Әлеге ғалим әйтә: «Аллаһ Тәғәлә бит миңә һаулыҡ, ғилем һәм хеҙмәтселәр рәүешендә бик күп ниғмәттәр бирҙе. Бәлки, был ҡатын миңә гөнаһым өсөн яза булараҡ ебәрелгәндер. Шуға күрә мин уға ҡарағанда ла ҡатыраҡ яза килеүҙән ҡурҡып, уны айырмайым».
Ғәли хәҙрәт (р.г) — нән хәбәр ителә: Мөхәммәд ﷺ шулай тине: «Һеҙҙең иң хәйерлегеҙ ҡатындары ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булғаны, ә һеҙҙең арағыҙҙа ҡатынына ҡарата иң хәйерле мөнәсәбәттә булыусы кеше ул – мин» (Ибн Ғәсәкир).
Мөхәммәд ﷺ пәйғәмбәрҙең ғаиләһенә ҡарата мөнәсәбәтен ҡараһаҡ, ул үҙ ҡатындарына ҡарата һәрваҡытта ла йомшаҡ мөғәмәләлә булды, Аллаһтың илсеһе Мөхәммәд ﷺ улар менән шаяра, күңелдәрен күтәрә, матди яҡтан тейешенсә тәьмин итә, һәр көндө төн уҙҙыра торған ҡатыны өйөндә бөтә ҡатындары менән бергә йыйылып киске ашты ашай, йәстү намаҙын уҡығас йоҡларға ятыр алдынан ғаиләһе менән бер аҙ һөйләшеп ултыра, хатта ул Ғәйшә исемле ҡатыны менән буш ваҡытта йүгерә йәки йүгереүҙә уҙыша-ярыша ине.
Ҡөръәндә Аллаһ шулай уҡ ҡатындарҙың ирҙәренә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейешлеге тураһында ла аңлата. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
قَانِتَاتٌ حَافِظَاتٌ لِّلْغَيْبِ بِمَا حَفِظَ اللَّهُ
...хәәфиҙаатүл-лилғайби бимәә хәфиҙа-ллааһу...
Әҙәпле ҡатындар динле була, Алла һаҡлаған серҙе һаҡлай белә.
«Яҡшы ҡатындар – улар Аллаһҡа һәм ирҙәренә буйһона, Аллаһ Тәғәлә һаҡларға ҡушҡан йәшерен нәмәне (үҙҙәрен зина ҡылыуҙан, иренең байлығын) һаҡлайҙар» (Нисә – 34).
Был аятта Аллаһ Тәғәлә хәйерле, яҡшы ҡатын-ҡыҙҙарға билдәләмә бирә. Хәйерле ҡатын булыу өсөн, иң беренсе сиратта, Аллаһ Тәғәләгә буйһонорға йәғни биш ваҡыт намаҙ уҡырға, Рамаҙан айында утыҙ көн ураҙа тоторға, харам ризыҡтарҙан тыйылып хәләл ризыҡтар ғына ашарға һәм ирҙе ихтирам итеп, уға итәғәтле булып, яҡшы мөғәмәлә күрһәтеп йәшәргә, үҙен иренә хыянат итеүҙән йәғни башҡа ирҙәр менән сыуалып зина ҡылыуҙан һаҡланырға һәм ирҙең аҡсаһын, байлығын әрәм-шәрәм итмәйенсә тота белергә тейеш. Был шарттар үтәлгән осраҡта ҡатын-ҡыҙ тәрбиәле, яҡшы ҡатын-ҡыҙ исеменә лайыҡ була ала.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа ғаиләләр ҡатындың ирен һанға һуҡмай йәшәмәгәнлектән тарҡала. Ир кеше ҡатыны уны эшкә һанамағанда, ихтирам итмәгәнгә күрә кәмһенеп йәшәй, ә ахыр сиктә айырылырға мәжбүр була. Шуға күрә Мөхәммәд ﷺ бер хәҙисендә ҡатын-ҡыҙҙың йәннәткә инеүҙең сәбәбе итеп ирен һанап, хөрмәт итеп һәм уға буйһоноп йәшәүгә бәйләп ҡуйған. Аллаһтың илсеһе Мөхәммәд ﷺ әйтә:
«Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ биш ваҡыт намаҙын уҡыһа, Рамаҙан айында ураҙа тотһа, енес ағзаһын зинанан һаҡлаһа һәм иренә бойһонһа, уға йәннәткә үҙең теләгән ишектән ин, — тип әйтәләр» (Ибн Хиббән).
Бер ваҡыт Мөхәммәд ﷺ бер ҡатындан: «Һинең ирең бармы?»- тип һорай. Был ҡатын: «Эйе, бар», — тигән. «Ә ул һинән ризамы һуң?»- тип һорай Мөхәммәд ﷺ пәйғәмбәр. Был ҡатын әйтә: «Әгәр мин берәй нәмәне эшләй белмәһәм, ул миңа асыулана», — тип яуап биргән. Шунан һуң Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ: «Иреңә ҡарата иғтибарлыраҡ бул! Сөнки ул һинең йәһәннәмең һәм йәннәтең», — тип әйткән (Әхмәд).
Джәбир ибн Ғәбдилләһенән бер хәҙис килтерелә: «Мөхәммәд ﷺ Ғәрәфәт үҙәнендә хөтбә уҡығанда шундай һүҙҙәр әйтте: «Ҡатындарға ҡарата Аллаһтың ғазабынан һаҡланығыҙ. Ысынында, һеҙ уларҙы үҙегеҙгә Аллаһтан аманат булараҡ алдығыҙ һәм Аллаһтың һүҙе менән ағзаларын үҙегеҙгә хәләл ҡылдығыҙ. Уларҙың һеҙгә ҡарата үтәргә тейешле бурыстары: һеҙ һөймәгән бер кешене лә өйгә индерергә тейеш түгелдәр. Әгәр ҙә индерһәләр, уларға ауырттырмайынса һуғығыҙ. Һеҙҙең өҫтә бурыс булып, уларҙы етәрлек дәрәжәлә ризыҡ һәм кейем менән тәьмин итеү тора» (Мөслим №1218).
Аллаһ Тәғәлә ғаиләләребеҙгә бәхет иңдереп, ғаилә тормошонда тыуған һорауҙарҙы һәм аңлашылмаусанлыҡтарҙы Ҡөръән һәм Мөхәммәд ﷺ сөннәте нигеҙендә хәл итергә ярҙам итһен!
«Өметлеләр» сайтынан тәржемә.
Фатихалы ғаилә: https://nazir1965.com/din/fatixaly-%D2%93ail%D3%99.html
Ир хаҡын һаҡлауҙың сауабы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ir-xa%D2%A1yn-%D2%BBa%D2%A1lau%D2%99y%D2%A3-sauaby.html
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡаты яза!: https://nazir1965.com/din/%D2%A1atyn-%D2%A1y%D2%99%D2%99aryby%D2%99%D2%93a-%D2%A1aty-yaza.html
Өйләнеү: https://nazir1965.com/din/%D3%A9jl%D3%99ne%D2%AF.html
Никах вәғәҙе һәм хөтбәһе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/nikax-v%D3%99%D2%93%D3%99ze-%D2%BB%D3%99m-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe.html