Ир хаҡын һаҡлауҙың сауабы
Бар ғәләмдәрҙе юҡтан бар ҡылып, ошо ғәләмдәрҙәге бөтә мәхлүктәрҙе тәрбиәләп, беҙҙе ризыҡландырып тороусы, Ҡиәмәт көнөнең хужаһы булған Аллаһ Тәғәләғә барса ололауҙарыбыҙ, маҡтауҙарыбыҙ булһын. Тура юлда булғандарҙы йәннәт менән һөйөндөргән, хаҡ юлдан тайпылғандарҙы йәһәнәм менән киҫәткән, беҙҙе Ҡөръән, шәриғәт менән йәшәргә өндәгән, өйрәткән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үәс-сәләмгә күңелдәребеҙҙең иң түренән сыҡҡан салауат-шәрифтәребеҙ, доға-сәләмдәребеҙ ирешһә ине.
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү! Барыбыҙға ла Аллаһ Тәғәләнең ике донъяға булған сәләме, именлеге булһа ине. Иң яҡшы һүҙ – Аллаһтың һүҙҙәре, иң күркәм нәсихәт – Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең сөннәте, уның хәҙистәре.
Был вәғәздә ирҙәрҙең ҡатындарҙа булған хаҡтарын һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәрҙе ҡәҙер итеүҙең сауаптарын һәм ирҙәрҙе рәнйетеүсенең гонаһтарын хикәйәт ителә. Шуға ҡатын-ҡыҙҙарға был нәсихәттәрҙе ихластан тыңлар кәрәк, ирҙәрегеҙҙең ризалығын алып йәнәттә булыр өсөн.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә Ән-Нисә (Ҡатындар) сүрәһенең 34 аятында әйтә:
الرِّجَالُ قَوَّامُونَ عَلَى النِّسَاءِ بِمَا فَضَّلَ اللَّهُ بَعْضَهُمْ عَلَى بَعْضٍ وَبِمَا أَنفَقُوا مِنْ أَمْوَالِهِمْ فَالصَّالِحَاتُ قَانِتَاتٌ حَافِظَاتٌ لِّلْغَيْبِ بِمَا حَفِظَ اللَّهُ
«Әр-риджәәлү ҡауүәәмүүнә ғәлә-нисәә'и бимәә фаддалә-ллааһу бәғдаһүм ғәләә бәғдыиү-үә бимәә әңфәҡуу мин әмүәәлиһим фәссаалихәәтү ҡаанитәә-түн хәәфиҙаатүл-лилғайби бимәә хәфиҙа-ллааһу...»
«Ирҙәр ҡатындарҙан өҫтөн тора, сөнки, берҙән, уларҙың береһен икенсеһенән Аллаһ өҫтөн иткән, икенсенән, ирҙәр үҙ малын сарыф итә. Әҙәпле ҡатындар динле була. Аллаһ һаҡлаған серҙе һаҡлай белә». (4/34)
Тәҡүә ҡатын һәр ваҡытта ла иренә итәғәт итә, уны хөрмәтләй, бер ҡасан да уға итәғәтһеҙлек күрһәтмәй. Ундай ҡатын һәр ваҡытта ла иренең күңелен шатландыра. Ире ярлы булһа ла зарланмай, өй эштәрен тулыһынса башҡара. Ислам тарихында күп ҡатын-ҡыҙҙың сабырлыҡ күрһәтеүен, ирҙәренә хеҙмәт итеүенең миҫалдары бик күп. Пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙы Фатима Ғәли хәҙрәттә кейәүҙә саҡта ҡул тирмәнен әйләндереп он тартҡанда, был эштең ауыр булыуына иренә зарланып: миңә ярҙамға хеҙмәтсе алһаң булмаймы, тигән. Быны ишеткән Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Һеҙҙе һеҙ һораған нәмәнән дә яҡшыраҡ нәмәгә өйрәтәйемме? Кис йоҡоға ятыр алдынан ихластан утыҙ өс мәртәбә «Әлхәмдүлилләәһ» (Аллаһҡа шөкөр) тип әйтһәгеҙ, утыҙ өс мәртәбә «Сүбхәнәллааһ» (Аллаһҡа маҡтау) тип Уны маҡтаһағыҙ, утыҙ өс мәртәбә Аллаһты данлап, «Аллаһу Әкбәр» (Аллаһ Бөйөк) Уны ҙурлаһағыҙ, был һеҙҙең өсөн хеҙмәтсе алыуҙан да хәйерлерәк булыр ине», — тип әйткән. Һәм дә уларҙың күңелдәренә шундай илаһи ярҙам һалған, шул уның ярҙамында улар ауырлыҡтарҙы еңә алғандар. Аллаһты маҡтау, Уны данлау, Уға шөкөр итеү – һәр ауырлыҡтарҙы еңергә сәбәп.
Әбү Бәкерҙең ҡыҙы Әсмә үҙенең ире Зөбәйергә һәм өйөнә хеҙмәт иткән. Иренең аты булып, Әсмә уны ҡараған, бесән әҙерләгән, ашатҡан, уны эсереү өсөн күн һауыт теккән, ҡамыр баҫҡан, финик хөрмәләрен ташыған. Бының хаҡта хәҙистә: «Зөбәйер миңә өйләнгәндә уның байлығы ерҙә булып, бер ниндәй мөлкәте юҡ ине. Бары бер аты бар һәм мин уны тәрбиәләнем, хөрмә төштәрен (һөйәктәрен) төйөп ашата инем. Ҡамыр баҫа инем, ләкин тәмле итеп икмәк бешерә белмәй инем. Минең урынға күрше ансар (урындағы халыҡ) ҡатындары бешерҙеләр. Улар тәҡүә, эскерһеҙ, ғәҙел ҡатындар ине. Мин баҡсанан башыма ҡуйып хөрмә төштәре ташыным. Ул ер ике саҡрымдай ине. Бер ваҡыт башыма төштәр тултырылған һауытты ҡуйып ҡайтҡанда, миңә юлда Аллаһтың илсеһе һәм сәхәбәләр осраны. Ул дөйәһен теҙләндерҙе лә миңә үҙ артына ултырырға ҡушты. Мин уның артына ултырырға оялдым, шулай уҡ Зөбәйер ҙә көнсөлөклө ине, мине ҡыҙғана ине. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм: «Аллаһ менән ант итәм әлеге йөктө баш өҫтөндә ташыуың уның өсөн дөйәгә ултырыуҙан да ауырыраҡ» тип әйтте. Әлеге осраҡтан һуң атайым Әбү Бәкер миңә хеҙмәтсе ебәрҙе һәм миңә башҡа атты ҡарарға тура килмәне. Был минең өсөн иреккә сығыу кеүек булды». «Сабырлыҡ төбө һары алтын» тип әйтелә беҙҙең халыҡта. Шул сабыр итеү арҡаһында тормоштың үҙгәреүен күрәбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең: «Ауырлыҡтан һуң еңелек килә» тигән хәҙисендә иҫегеҙгә төшөрәм. Сабырлыҡта, тәҡүәлектә, иренең иң яҡын иптәше булып француз яуында иңгә-иң терәшеп яу сапҡан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында онотмайыҡ. Беҙҙең башҡорт тарихыбыҙҙа бындай ҡатын-ҡыҙ ҡатнашлығындағы хикәйәттәргә бай. Күпме тарихи йырҙар, бәйеттәр, риүәйәттәр бар. Хатта әкиәттәрҙә лә ҡатын-ҡыҙҙар тураһында хаҡ бар.
Һәм Ислам тарихынан дауам итеп хәҙрәт Мәғәз ибн Джәбәл (уға Аллаһының ризалығы булһын) әйткәнен килтерәйек:
- Әгәр ҡатын иренең ризалығы өсөн икмәк бешерһә, икмәк бешергән ваҡытта йөҙөнә йәки ҡулына ут эҫеһе һуҡһа, Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә ул ҡатындың йөҙөн тамуҡ утына харам ҡылыр. Һәм дә әгәр берәй ҡатын ире ҡаршыһында аяҡ үрә торһа, иренең йөҙөн һыйпаһа, йәки ире ултырыр алдынан иренең аҫтына мендәр йәки кейеҙ һалһа, алдына аш-һыу әҙерләп килтерһә, йәки ире ята торған урынын һыпырһа, йәки иренең йөҙөнә йылмайып ҡараһа, йәки иренең ҡулынан тотһа, ҡәҙер-ғиззәт итһә, йәки сабый балаларының өҫтөн-башын ҡараһа, йәки ирен үҙенең ата-әсәһенә маҡтаһа, йә булмаһа күршеләренә маҡтаһа, йәки ире менән бергә өйҙә йөрөһә, һөйләшеп-кәңәшләнеп йөрөһә — быларҙың һәммәһен дә иренең күңелен асыр өсөн һәм Аллаһ ризалығы өсөн ҡылһа, ул ҡатындың һәр бер һүҙе өсөн, һәр бер аҙымы өсөн ҡол азат иткән сауаб бирелер. Ул ҡатынға Ҡиәмәт көнөндә нур бирелер ти — бөтә ҡатындар бының нурын күреп ғәжәпкә ҡалырҙар, әйтерҙәр:
- Беҙ был ҡатын кеүек ирҙәребеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт иткән булһаҡсы! — тиерҙәр. Был ҡатындың ожмахта дәрәжәһе шул тиклем булыр ти — бының дәрәжәһе пәйғәмбәрҙәр дәрәжәһе менән тиң булыр, был дәрәжәгә бер кем дә өлгәшә алмаҫ, ләкин пәйғәмбәрҙәр ирешер.
Әгәр ҙә инде берәй ҡатын иренә: «Һинән ғүмер буйы һис бер изгелек һәм файҙа күрмәнем», — тип әйтһә, Аллаһы Тәғәлә ул ҡатындың бөтә игелектәрен юҡ итәр. Һәм берәй ҡатын ирен теле менән рәнйетһә, ул ҡатындың теле Ҡиәмәт көнөндә етмеш аршын булыр, муйынына сорналып йөрөр. Әгәр ҙә берәй ҡатын намаҙ уҡып, үҙенә генә доға ҡылып та, иренә доға ҡылмаһа, доғаһы ҡабул булмаҫ. Бынан һуң үҙенә доға ҡылмайынса, иренә генә доға ҡылһа — доғаһы ҡабул булыр.
Әгәр берәй мәл берәр ҡатынға ҡайғы килгән ваҡытта йөҙөн тырнаһа, кейемен йыртһа — был ҡатын Ҡиәмәт көнөндә хәҙрәте Нухтың ҡафыр ҡатыны менән бергә йәһәннәмдә булыр, был ҡатын бөтә изгелектәренән мәхрүм булыр.
Әгәр берәй ҡатын иренән йөклө булһа, Аллаһы Тәғәлә ул ҡатынға көндөҙҙәрен ураҙа тотҡан, кистәрҙә уяу тороп, ғәмәл үә ғибәҙәт ҡылған сауаптарҙы яҙҙырыр. Әгәр балаһын тыуҙырһа, күктән бер тауыш килер:
- Әй, изге ҡатын-ҡыҙ! Һинең бөтә гонаһтарың ярлыҡанды. Хәҙер игелекте баштан ҡыл, — тиер.
Әгәр ҙә берәй ҡатын иренең рәнйетеүенә сабыр итһә, ул ҡатынға, Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән дин юлында булған һуғышсы сауабы яҙылыр. Был бик ҙур сауаб. Ул ҡатын ысын мосолман, тәүбә ҡылған ҡатындарҙан булыр.
Әнис ибн Мәлик (уға Аллаһының ризалығы булһын) әйтте:
- Берәй ҡатын биш ваҡыт намаҙ уҡыһа, рамаҙан ураҙаһын тотһа, үҙен тыйылған нәмәләрҙән һаҡлаһа һәм иренә бойһонһа — Ҡиәмәт көнөндә ожмахтың теләгән ишегенән инер. Өммә Сәләмә һүҙҙәренә ҡарағанда, Аллаһ Илсеһе: ире унан ҡәнәғәт булған ҡатын үлһә, ул ҡатын йәннәткә инәсәк, — тигән. Аллаһтың Илсеһе беҙгә тәҡүә, яратыусы, һөйөклө ҡатындың ниндәй булырға тейешлеген өйрәткән. Бындай ҡатын был донъяла ла, ахираттә лә бәхетле буласаҡ. Ниндәй ҡатын-ҡыҙҙың йәнәткә инәсәген тасиурләп, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм былай тигән: «Күп бала табыусы, яратыусы. Ул асыуланһа йәки уны рәнйетһәләр йәки ире асыуланһа: «Минем ҡулым һинең ҡулыңда. Мин һинән риза булғансы мин йоҡлап китә алмаяҡсаҡмын», — тип әйтә. Дөрөҫ юлдан барыусы мосолман ҡатындың иренә итәғәт иткәне өсөн Раббыһының рәхмәте буласағын һәм йәнәткә инәсәген белә. Бынан тыш, ул Аллаһ Тәғәләнең иренә итәғәт итмәүсе ҡатынды тәнҡитләүен дә онотмай. Иренә ҡарата бындай мөнәсәбәт гонаһ, ул фәрештәләр араһында асыу һәм ләғнәт уята. Шул хәҙисте лә онотмаҫ кәрәк: ирен рәнйеткән ҡатын-ҡыҙҙың намаҙы ҡабул булмаҫҡа мөмкин, тигәнен.
Хәсән хәҙрәт (Аллаһ уны ярлыҡаһын) әйтте:
- Берәй ҡатын иренән ҡасһа, Аллаһы Тәғәлә ул ҡатындың ҡылған ғибәҙәттәрен ҡабул ҡылмаҫ, өйөнә ҡайтып, иренең ҡулынан тотоп ғәфү үтенеп:
- Миңә теләһә ниндәй яза бир, — тип әйткәнсе.
Сабит тигән ғалим әйткән:
- Исраил илендә бер ҡатын бар ине. Әгәр ире ашарға ултырһа, ашап туйғансы, сыра үә шәмде үҙ ҡулы менән тотоп торор ине. Бер мәле, бер кистә шәме янып бөттө. Ҡатын шунда үҡ үҙенең толомон киҫеп, майға манып, яндырып торҙо, иренә яҡты булһын өсөн. Был ҡатындың бер күҙе һуҡыр ине. Иртә менән торҙо, һәм шул арҡала, икенсе күҙе лә сәләмәт булып, иренең күңелен табыуы бәрәкәтендә ике күҙле булды. (Аллаһ Тәғәләнең ике донъя рәхмәтендә булды тип аңлағыҙ).
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең тағы бер риүәйәтендә:
- Аллаһы Тәғәләнән башҡаға сәждә ҡылыу дөрөҫ булмаҫ. Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәләнән башҡаға сәждә ҡылыу дөрөҫ булһа, ул ваҡытта ҡатындарҙы ирҙәренә сәждә ҡылырға бойорор инем, — тине, сөнки ирҙәрҙең ҡатындарға ҡарата хаҡтары бик ҙур.
Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә бер кеше ҡыҙын алып килде һәм әйтте:
- Йә Рәсүлүллаһ! Был ҡыҙыма алыҫ урындарҙан яусылар килде, тик ҡыҙым ғына һис тә быға риза булмай тора, — тине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡыҙға һорау бирҙе:
- Әй, ҡыҙ! Ни өсөн ата-әсәң биргән урынға бармайһың? — тине. Ҡыҙ әйтте:
- Йә Рәсүлүллаһ! Мин кейәүгә бармаяҡсымын, ирҙәрҙең ҡатындарға ни ҡәҙәр хаҡы барлығын ишетмәйенсә, — тине. Шунан һуң, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм:
- Ирҙәрҙең ҡатындарҙа хаҡы шул ҡәҙәр: әгәр бер ҡатындың никахлы ир иптәше башынан аяғына тиклем ҡаны ағып торған йәрәхәттәре булһа, ҡатын был йәрәхәттәрҙе теле менән ялаһа ла, иренең хаҡын үтәмәгән булыр, — тине. Ҡыҙ быны ишеткәс яуап бирҙе:
- Ысынлап та, кейәүгә барасаҡмын! — тип өс мәртәбә әйтте.
Ғәйшә раҙыАллааһу ғәнһә ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәренә ҡарата иғтибарлы булып, уларҙың ҡатындарына ҡарата ниндәй хоҡуҡтары булыуҙы белеүҙең бик әһәмиәтле икәнен асыҡлап әйтә: «Әй ҡатын-ҡыҙҙар! Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙгә ҡарата ирҙәрегеҙҙең ниндәй хоҡуҡтары бар икәнең белһәгеҙ ине, уларҙың аяҡтарынан туҙанды һөртөп торор инегеҙ».
Был һүҙҙәр ирҙәрҙең ҡатындарына ҡарата ниндәй ҙур хаҡтары булыуы тураһында һөйләй.
Ир-ат хаҡы әсә хаҡында да артыҡ икән. Шуға күрә ирҙең ризалығында Аллаһы Тәғәлә ризалығы табылыр. Ирҙе рәнйетеүҙән шул тиклем ҡурҡыныстар булһа, һәр ҡайһыбыҙға ҡулыбыҙҙан килгән ҡәҙәре ирҙәребеҙҙе ҡәҙер — хөрмәт итергә тейешлелер. Уларҙы башҡа сит-ятарға йөрөүҙән һәм сит ҡатындар менән һөйләшеү-аралашыуҙан һаҡлайыҡ. Ир кешене гонаһ һәм фетнәләрҙән арындырыу, боҙоҡлоҡтан һаҡлау – ҡатын-ҡыҙ эшләй торған иң әһәмиәтле эш. Ҡиәмәт көнө алдынан 50 ҡатынға бер ир булыр тип әйтелә, бөгөн үк күрәбеҙ ирҙәр күп үлә, бер иргә ике-өс ҡатын тура килә, һаҡлағыҙ ирҙәрҙе. Ирҙе хөрмәтләгеҙ, уға ҡарата мөләйем булығыҙ. Онотмағыҙ, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Тамуҡта иң күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар! », тигән. Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тәҡүә һәм сабырлыҡ биреп, йән һәм тән, тел бәләләренән һаҡлап, итәғәтле, шөкөр итеүселәрҙән, балаларыбыҙға хәйерле тәрбиә булыусыларҙан, иманлыларҙан итһен. Әмин.
Ҡатындың иренә ҡарата бурыстары: https://nazir1965.com/din/%D2%A1atyndy%D2%A3-iren%D3%99-%D2%A1arata-burystary.html
Фатихалы ғәилә: https://nazir1965.com/din/fatixaly-%D2%93ail%D3%99.html
Фәхретдинов Ризаитдин. Нәсихәттәр: https://nazir1965.com/tarix/f%D3%99xretdinov-rizaitdin-n%D3%99six%D3%99tt%D3%99r.html
Һүҙ ыңғай әйтелгәндәр (Гүзәл СИТДИКОВА, яҙыусы): https://nazir1965.com/bez-rubriki/%D2%BB%D2%AF%D2%99-y%D2%A3%D2%93aj-%D3%99jtelg%D3%99nd%D3%99r.html
Килен булған ҡыҙға бирелгән өгөт: https://nazir1965.com/din/kilen-bul%D2%93an-%D2%A1y%D2%99%D2%93a-birelg%D3%99n-%D3%A9g%D3%A9t.html