Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡаты яза!

 

женщины ада
      Әбү Сәғит әйтте: Бер мәл, пәйғәмбәребеҙ ғәйет көнөндә намаҙ уҡый торған урынға сыҡты һәм ҡатын-ҡыҙҙар эргәһенән үтеп барғанда, туҡтап уларға: Әй ҡатын-ҡыҙҙар! Саҙаҡа бирегеҙ! Дөрөҫөн әйткәндә миңә, Ут әһелдәренән иң күпселеге һеҙ икәнлеге күрһәтелде", — тине. Улар: «Ни өсөн, әй Аллаһының илсеһе?», — тип һораны.      Пәйғәмбәребеҙ, әйтте: «Сөнки, һеҙ күп ләғнәт ҡылағыҙ һәм ирҙәрегеҙгә көфөрлек итәһегеҙ. Ҡәҙерҙәрен белмәйһегеҙ, рәхмәтле түгелһегеҙ. Мин, аҡыллы ир-атты аҡылдан яҙҙырырлыҡ, аҡылға һәм дингә кәмселекле булғандарҙан һеҙҙән дә хәтәрерәктер күрмәнем».

     Бер ваҡыт Мөхәмәд ғәләйһиссәләмдең сәхәбәһе Ғәли ҡатыны Фатима (пәйғәмбәрҙең ҡыҙы) менән, хәл белешергә тип киләләр. Шул саҡ пәйғәмбәрҙең ғәләйһиссәләмдең илап ултырғанын күрәләр.

    Ҡыҙы Фатима разиаллаһү ғәнһә һорай: “Әй, Аллаһының Рәсүле! Һеҙҙе нимә шул тиклем ҡайғыға һалды? Ни өсөн күҙ йәштәрегеҙҙе түгәһегеҙ?”

     Мөхәмәд ғәләйһиссәләм: “Миғраж төнөндә (пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм күккә ашҡан төн) миңә Аллаһ Тәғәлә ун һигеҙ төрлө ҡаты яза аласаҡ ун һигеҙ төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙ алдыма килтереп баҫтырҙы. Былар бөтәһелә минең мосолман өммәтемдән ине, шуға ла улар өсөн ҡайғырып иланым”.

     Ҡыҙы Фатима разиаллаһү ғәнһә: “Әй Аллаһының Рәсүле, ул язаға дусар ҡатындар тураһында беҙгә лә аңлат әле. Ни эшләп улар төрлө төркөмдәргә бүленгәндәр һуң?”

     Мөхәмәд ғәләйһиссәләм бик ҡайғылы хәлдә: “Үҙ теленә аҫылынып күҙҙәре аҡайып торған ҡатындарҙы күрҙем. Күкрәк өлөштәренән аҫылынып үкереп ҡысҡырған ҡатындарҙы ла күрҙем. Тағы ла аяҡтары маңлайҙарына бәйләнгәндәрҙе, йән өҙгөс тауыш сығарып ҡысҡырғандарҙы, тәндәрен сағып-өҙгөләп ашаһындар өсөн, уларға төрлө саяндар һәм йыландар йәбешкәндәре. Шулай уҡ үҙ тәндәрендәге иттәрен өҙөп ашаған ҡатындарҙы күрҙем, аҫтарындағы яғылған усаҡ уттарынан һаһып-көйөп кәүҙәләре бешә ине. Әле генә эҫе күмерҙә ҡыҙған утлы ҡайсылары менән үҙ иттәрен тишкеләп ҡырҡыусы төркөм ҡатындарҙы күрҙем. Тағы ла йөҙҙәре-тәндәре күгәреп ҡарайтылған ҡатындарҙы күрһәттеләр, улар үҙ баштарындағы мейеләрен соҡоп ашай ине. Унан күҙҙәре тома һуҡыр, ҡолаҡтары үтә һаңғырау һәм телһеҙ мөңгөрәгән ҡатындарҙы күрҙем. Шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә бер төркөмдең йөҙҙәрен сусҡаныҡына әйләндереп, икенсе төркөмдең кәүҙәләрен ишәктекенә өйләндереп ҡуйғанында күрҙем, уларға ла төрлө язалар бирелгәйне. Йәнә кәүҙәләре төрлө эттекенә оҡшаған ҡатындар бар ине. Сәстәренән аҫылып ҡуйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙыңда хәле аяныс ине... Мәхшәр ҡот осҡос аһы-зары, йән өҙгөс ҡысҡырышыу, илашыу, үкерешеү, һыҙланыу, әсенеү менән тулған ине”.

     Был хәлдәрҙе ишетеп ҡыҙы Фатима разиаллаһү ғәнһә: “Эй, Аллаһының Рәсүле! Күҙҙәремдең нуры! Ни өсөн һәм ниндәй ғәмәлдәре арҡаһында был ҡатын-ҡыҙҙар бындай әсе, түҙгеһеҙ язаға тартылғандар һуң?” — тип әйтә.

     Мөхәмәд ғәләйһиссәләм: “Ии ҡыҙым Фатима! Сәстәренән аҫылғандары ят сит ирҙәрҙән үҙ сәстәрен йәшермәгән яланбаш йөрөүсе ҡатындар ине. Ә телдәренән аҫылынғандары кешеләргә телдәре менән боҙоҡлоҡ һәм насарлыҡ эшләүсе ҡатындар. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ теле менән иренә әшәкелек ҡылып күңелен төшөрә башлаһа, Аллаһы Тәғәлә уларҙың телдәрен етмеш терһәккә тиклем оҙонайтып ҡуясаҡ...”.

     Ошо турала сәхәбә Әбүбәкирҙең һөйләүенән, Мөхәмәд ғәләйһиссәләм шулай тип әйтте: “Теле аша һүҙгә килеп, үҙ ирен ғазаплай башлаған ҡатын Аллаһ Тәғәләнең, уның фәрештәләренең һәм бар йән эйәһе булған мәхлүктәренең ҡәһәренә төшәсәк”.

     Пәйғәмбәребеҙҙең яҡын дуҫы сәхәбә Усман разиаллаһү ғәнһә Мөхәмәд ғәләйһиссәләмдең әйткәненән: “Әгәр ҙә ҡатын ысын күнелдән иренә: “Мин һиңә никахланғандан бирле бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ һәм тыныслыҡ күрмәнем!”, тип әйтһә икән, был ҡатын, әгәр етмеш йыл буйына Аллаһ Тәғәләне танып, намаҙ уҡып һәм ураҙа тотҡан булһа ла, уны ошо йәшәгән ғүмере эсендәге барлыҡ изгелек-сауаптарынан мәхрүм ҡыласаҡ”.

     Тағы ла ҡатындарға бирелә торған яза тураһында Мөхәмәд ғәләйһиссәләм шулай тип дауам иткән: “...күкрәктәренән аҫылған ҡатындар ирҙәренә әйтмәй сит кеше балаларын имеҙеүсе булыр. Аяҡтарынан аҫылғандары — ирҙәренән рөхсәт һорамайынса өйҙәренән урамға сығып йөрөүселәр, шулай уҡ күрем көндәренән һуң һәм бала тапҡандан һуң, ғөсөл ҡойонмаусылар. Үҙ тәндәрен умырып ашағандары – урамдағы ят ирҙәр өсөн биҙәнеп-төҙәнеүселәр һәм кешеләргә мәғәнәһеҙ-файҙаһыҙ хәбәр һөйләүселәр. Ҡыҙған утлы ҡайсылар менән үҙ тәндәренең иттәрен ҡырҡыусылар — үҙ матур кәүҙәләре, буй һындары менән башҡалар алдында маҡтаныусылар, тән матурлығын сит ирҙәргә күрһәтер өсөн тығыҙ һәм асыҡ кейем-һалым кейеүселәр. Әшәке йыландар һәм ҡурҡыныс саяндар ашаһын өсөн, маңлайҙарына аяҡтары бәйләнгән ҡатындар — улар Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанын белептә, үтәргә хәлдәре килеп тә һәм уны үтәмәүсе ҡатындар, күремдән һуң ғөсөл ҡойонорға теләмәүселәр. Баштары сусҡа рәүешендәге, кәүҙәләре ишәктекенә алмаштырып ҡуйылғандары — ғәйбәт һөйләүсе, яла яғыусы, алдаҡсы ҡатындар. Ә эт кәүҙәле ҡатындар — юҡтан янъял, һәр саҡ талаш-ыҙғыш ҡуптарып, ирҙәрен сығырҙарынан- сығарыусы ҡатын-ҡыҙҙар”.

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә: һәм иман килтереп инанған хатындарға әйт, күҙ ҡараштарын аҫҡа юнәлтһендәр һәм ғәүрәттәрен һаҡлаһындар һәм күренеп торғандарынан башҡа үҙҙәренең биҙәктәрен күрһәтмәһендәр. Күкрәктәрендәге уйымдарына бөркәнсектәрен ҡаплаһындар. Һәм үҙҙәренең ирҙәренән, йәки үҙ аталарынан, йәки ирҙәренең аталарынан, йәки үҙ улдарынан, йәки ирҙәренең улдарынан, йәки ир-ат туғандарынан, йәки ир-ат тугандарының улдарынан, йәки ҡыҙ туғандарының улдарынан, йәки үҙҙәренең уң ҡулдары эйә булғандарынан, йәки енси теләге булмаған ир-ат хеҙмәтселәрҙән, йәки хатындарҙың яланғаслығын аңламаған сабыйҙарҙан башҡаларға биҙәктәрен күрһәтмәһендәр! һәм ниндәй биҙәктәрен йәшергәндәрен белдереү өсөн аяҡтары менән типмәһендәр! Ий, иман килтереп инаныусылар! Барығыҙ, Аллаһҡа тәүбә ҡылығыҙ! Моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ! («ән-Нур» сүрәһе, 31)

     Әй Мөхәммәд , һин мөьминә ҡатындарға әйт: «Күҙ ҡараштарын нәмәхрәм ирҙәргә һалмаһындар, ғәүрәттәрен зинанан һаҡлаһындар, күренгән урындарҙан, йәғни йөҙ һәм устарынан ҡала башҡа зиннәт урындарын асмаһындар. Сәстәре һәм ҡолаҡтары күренмәһен өсөн, бөркәнсектәрҙе муйындарына һалһындар. Улар зиннәт урындарын, йәғни баш, сәс, балтыр, күкрәк, беләк кеүек ағзаларын күрһәтмәһендәр. Аяҡтарында сылбыр кеүек шалтырай торған нәмәләр булһа, йөрөгәндә уларҙы сылтыратмаҫҡа, ергә ныҡ баҫып йөрөмәһендәр. Шулай уҡ кулдарындағы беләҙектәрҙен тауышын да нәмәхрәм ирҙәргә ишеттермәһендәр. Шул тауышты ишетеп, ирҙәрҙең күңелдәре уларға ынтылмаһын. Әй иман килтергән бәндәләр, барығыҙҙа Аллаһы Тәғәләгә тәүбә итегеҙ һәм Уға ҡайтығыҙ. Бәлки һеҙ, ғәфү итеүегеҙ сәбәпле, уңышҡа ирешерһегеҙ, ғазаптан ҡотолорһығыҙ.

     Мөхәмәд ғәләйһиссәләм әйткән: “Әгәр ҙә берәй ҡатын үҙ иренә: “Ҡәһәр һуҡһын һине!” тип әйтһә, күктең етенсе ҡатындағы изге йәндәр һәм Аллаһ Тәғәлә яралтҡан бар донъя ла был ҡатынды ләғнәткә һаласаҡ”.

     Абдурәхман бин Әүф разиаллаһү ғәнһә Мөхәмәд ғәләйһиссәләмдең ошо хәҙисен тапшырған: “Сәләмәтлеге ҡаҡшау арҡаһында һаулығы насар булыу сәбәпле тейешле мал таба алмаған ир-атты ҡатындары битәрләһә, кәмһетһә һәм шуның менән ирҙәрен ҡайғыға һалһалар, Аллаһ Тәғәлә был ҡатындарҙың уҡыған бер генә намаҙын да, тотҡан ураҙаһының бер генә көнөн дә ҡабул итеп алмаясаҡ”.

     Ибн Аббастан разиаллаһү ғәнһә шундай хәбәр: Мөхәмәд ғәләйһиссәләм әйткән; Әгәр ҙә бер ҡатын өйөнән иренең ризалығын алмайынса, унан һорамайынса сыға икән, был ҡатынды кире өйөнә ҡайтып ишеген асып ингәнгә тиклем һәм ҡояштың нуры төшкән бар нәмә лә, ере-һауаһына тиклем ҡәһәрләйәсәк”, тип әйтте».

     Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдән тағы ла бер хәбәр: “Ҡатын ире рөхсәте менән биҙәнеп-төҙәнеп, матур кейенеп, хуш еҫле майҙар һөртөнөп, хушбый һирпеп ишек асып ҡапҡанан тышҡа сыға икән, уның һәр баҫҡан аҙымы өсөн Аллаһ Тәғәлә иренә Йәһәннәмдән өй әҙерләй”.

     Бер мәл Фатима разиаллаһү ғәнһә кәңәш һорап, Пәйғәмбәр Мөхәмәд ғәләйһиссәләм янына килә лә: “Әй, Аллаһының Рәсүле, бер яңылыш һүҙ арҡаһында ирем Ғәли менән үпкәләштек". Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм яуапҡа шулай тип әйтә: “Бар өйөңә ҡайт, шунан һуң ирең йылмайып күңеле иреһен өсөн хәлендән килгән бөтәһен дә эшлә”. Ҡыҙы Фатима ҡайтып ингәс, ире Ғәлинең өнһөҙ-хәрәкәтһеҙ тик ултырғанын күрә. Йылмайһын өсөн, уның тирәләй етмеш мәртәбә әйләнеп сыға. Фатиманың шул ҡыланыуынан Ғәли йылмая ла шаяртып шулай тип әйтә: “ Ии меҫкен ҡатын!” Фатима атаһы пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм янына йүгерә: “Әй, Аллаһының Рәсүле, мине ирем йылмайып, ғәфү итте, беҙ яраштыҡ!” Мөхәмәд ғәләйһиссәләм яуап: “Йәнем өҫтөнән Хаким ҡылыусы һәм мине хаҡ Рәсүл, илсе итеп ебәреүсе зат менән ант итәм, әгәр ҙә һин, ошо мәлдә — ирең һинән риза булмаған килеш, кинәт үлеп китһәң, мин һинең өсөн йыназа намаҙы уҡымаған булыр инем. Ии ҡыҙым Фатимам, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы – ул ирең ризалығында, Уның асыуы — иреңден асыуында икәнен белмәйһеңме ни? Ии ҡыҙым ҡайһы ғына бер ҡатын-ҡыҙ Аллаһ Тәғәләгә ғәмәл-ғибәҙәт ҡылмаһын, ул Ғайса пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең әсәһе изге Мәрйәмгә оҡшаш, ләкин, әгәр ире унан ҡәнәғәт булмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның бер ғибәҙәт-ғәмәлен ҡабул итмәйәсәк. Ии ҡыҙым Фатимам, иреңә буйһоноу — иң яҡшы сауап ғәмәл".

     Әгәр ҙә инде ир кеше Ислам ҡанундарына- Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы килгән ғәмәлдәрҙе ҡылырға, йә үтәргә ҡуша икән, был мәлдә ҡатын-ҡыҙ уға һис кенә лә буйһонорға һәм ҡушҡан ғәмәлдәрен үтәргә тейеш түгел.

     Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарға буйһоноу, тыйылғандарынан тыйылыу һәм үҙ ирен тыңлауҙан һуң, ҡатын өсөн иң яҡшы ғәмәлдәрҙең береһе – һөнәр эш бәйләм бәйләүҙә.

     Үҙенең ҡыҙы Фатимаға мөрәжәғәт итеп Пәйғәмбәр шулай тип әйткән: “Ҡыҙым тыңла әле, әгәр ҙә бер ҡатын-ҡыҙ бәйләм бәйләй икән, был эш йыл буйы ҡылып уҡыған сөннәт намаҙҙарына ҡарағанда ла, артығыраҡ һәм хәйерлерәк, һәм был бәйләгән әйберҙе иренә кейҙереү бик хәйерле". Артабан дауам итеп Мөхәмәд ғәләйһиссәләм: “Һәр бәйләнгән төйөн (күҙ һайын) өсөн Аллаһ Тәғәлә ҡатынға изге дин өсөн көрәшеп һәләк булған шаһит әжерен яҙасаҡ. Ии ҡыҙым Фатимам, ҡыҙ-ҡатындың бәйләмен үҙ ире, йәки үҙ балалары кейә икән, уның теге донъялағы урыны мотлаҡ Ожмағта буласаҡ. Һәр бәйләнгән күҙ алымы, еп оҙонлоғо өсөн Аллаһ Тәғәлә уға Йәннәт баҡсаларында ҡала әҙерләй”.

     Тағы ла бер риүәйәттә Мөхәмәд ғәләйһиссәләм үҙенең ҡыҙына мөрәжәғәт итеп шулай тигән: “Ете көн буйына ғына иренә хеҙмәт иткән ҡатынға Аллаһ Тәғәлә утлы Йәһәннәмдең ете тамуҡ ҡапҡаһын бикләй һәм матур Йәннәттең һигеҙ ожмаҡ ҡапҡаһын аса, ул ҡатын-ҡыҙға ошо Йәннәттең ҡайһы ҡапҡаһынан асып инергә теләй, шуныһы асыла”.

     Шунан Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм өҫтәй: “Ир кеше күңеле килеп ҡыуанған ҡатын — иң иманлы, гүзәл, һөйкөмле ҡатын”.

     "Йә Аллаһ Тәғәлә! Беҙгә ҡатындарыбыҙҙан һәм нәҫелдәребеҙҙән күҙ ләззәте бир, һәм беҙҙе тәүәкәлеләрҙән ит!" – тип әйтеүселәр. («әл-Фурҡан» сүрәһе), Ысынында, Аллаһы Тәғәләнең хөкөмөнә һәм буйһоноусы ир-ат һәм фарманына буйһоноусы ҡатындар, иман килтергән ирҙәр һәм иман килтергән ҡатындар, һүҙгә тоғро ирҙәр һәм тоғро һүҙ һөйләүсе ҡатындар, сабырлыҡ итеүсе ирҙәр һәм түҙемле ҡатындар, яҡшы мөғәмәлә итеүсе ирҙәр һәм яҡшы мөғәмәлә итеүсе ҡатындар, саҙаҡа биреүсе ирҙәр һәм саҙаҡа биреүсе ҡатындар, ураҙа тотоусы ир-ат һәм ураҙа тотоусы ҡатындар, ғәүрәттәрен һаҡлаусы ирҙәр һәм ғәүрәттәрен һаҡлаусы ҡатындар, Аллаһы Тәғәләне күп зекер итеүсе ирҙәр һәм Аллаһы Тәғәләне күп зекер итеүсе ҡатындар өсөн Аллаһ Тәғәлә алдында уларҙың гонаһтарын ярлыҡауҙы һәм бөйөк әжер әҙерләгән. («әл-Әхзәб» сүрәһе, 35)

     Аллаһ Тәғәлә ысын мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының иманын һаҡлаһын. Йә, Раббыбыҙ, беҙгә күҙҙәребеҙҙең нуры булған изге ҡатындар һәм балалар бир!