Монафиҡлыҡ

                                                          Монафиҡлыҡ
     Хәҙистәрҙә: «Монафиҡтар* йәһәннәмдең төбөндө булырҙар», — тип әйтелә. Сөнки улар тышҡы ҡиәфәттәре буйынса үҙҙәрен мосолман итеп күрһәтәләр, ләкин эстәге ғәмәлдәре менән кәферҙәр. Һәм уларҙың башҡаларға ҡарата ла зыян күп була.
     Беҙ үрнәк ала торған сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һөйләгәндәрҙе йотоп ала торған булғандар. Барлыҡ ғибәҙәттәргә лә Рәсүлебеҙҙән өйрәнгәндәр. Ләкин улар ҙа монафиҡлыҡтан ҡурҡҡандар. Сәхәбәләрҙең Ғүмәр исемлеһенә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ монафиҡтар тураһында һөйләгәс, ул ҡайғырып: “Рәсүлебеҙ, мин монафиҡ түгелме?"— тип һорай торған булған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға: “Юҡ. Ләкин башҡа берегеҙгә лә әйтмәйем", — ти. Ә Ғүмәр ибн Хәттаб тураһында үҙе иҫән сағында уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ул йәннәт әһелдәренән булыр», — тип әйтә. Шулай булһа ул монафиҡлыҡтан ҡурҡып йәшәй.

     Бер ғалим: “Ни өсөн элек сәхәбәләр монафиҡлыҡтың үҙҙәрендә булыуҙарынан ҡурҡҡандар, ә хәҙерге мосолмандар башҡалар өсөн ҡурҡалар?"— тип һорай. Үҙе үк яуап та бирә: “Беҙҙең сәхәбәләр менән айырмабыҙ шунда ла инде. Сөнки хәҙерге ваҡытта үҙ-үҙенең ғәмәлдәренә тәнҡит менән ҡараусы, һөҙөмтә яһаусы мосолмандар бик һирәктер", — тип әйтә.
     Ҡөръәндә:
                                          إِنَّ الْمُنَافِقِينَ فِي الدَّرْكِ الْأَسْفَلِ مِنَ النَّارِ وَلَن تَجِدَ لَهُمْ نَصِيرًا
     Иннәл-мүнәәфиҡиинә фид-дәркиләсфәли минән-нәәри үә ләң тәджидә ләһүм нәсыиира.
     "Монафиҡтар йәһәннәмдең төбөндә булырҙар һәм уларға ярҙам итеүсе булмаҫ", — тип әйтелә (Ән-Ниса сүрәһе, 145-cе аят).
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ монафиҡлыҡ тураһында күп һөйләне, аңлатты. Элек мосолмандар аңлаһын өсөн Рәсүлебеҙҙең бер тапҡыр әйтеүе етә ине. Хәҙер иһә беҙҙең ҡәлебтәребеҙ шул тиклем ҡатҡан, беҙгә ҡат-ҡат һөйләргә, иҫкә төшөрөп торорға кәрәк. Сөнки Ҡөръәндә яҙылғандар күптәребеҙгә тәьҫир итмәй. Беҙҙең иғтибарҙы фәлән-фәлән ерҙә шартлаған, тегендә-бында был кеше вафат булған йәки башҡа шундай нәмәләр күберәк йәлеп итә. Шуға күрә аяттарҙы, хәҙистәрҙе ҡат-ҡат һөйләргә, иҫкә төшөрөргә кәрәк.
     Монафиҡлыҡ сифатын икегә бүлергә була. Тәүгеләре — иғтиҡади монафиҡлыҡ. Шундай сифаты булған кеше мәңге йәһәннәм утында янасаҡ. Сөнки ул кеше Аллаһы Тәғәләне, Ҡиәмәт көнө бар, Пәйғәмбәр ﷺгә ышанам тип әйтһә лә, намаҙҙарҙы, ғибәҙәттәрҙе ҡылам тип күрһәтһә лә — эсендә ул башҡа төрлө. Аллаһыға, Пәйғәмбәр ﷺгә лә ышанмай, ғибәҙәттәрҙе кеше күргәндә генә ҡыла, Ислам диненә асыулы булһа ла, үҙен башҡаларға мосолманмын тип йөрөй. Бындай сифатлы кешеләрҙе хәҙерге заманда бик һирәк тип әйтәләр. Сөнки иғтиҡади монафиҡлыҡтың кешегә файҙаһы булырға тейеш, ә хәҙерге заманда уның файҙаһы әҙ тиҙәр. Шуға күрә ундайҙар арабыҙҙа булһа ла, бик һирәк.
     Ә инде ғәмәли (ғәмәлдә ҡылына торған) монафиҡлыҡ ныҡ таралған. Уныһын Аллаһы Тәғәлә мосолмандар өсөн бик ҡурҡыныс тип әйтә. Раббыбыҙ Үҙе был сифаттан беҙҙе имен ҡылһа ине.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙистә: “Дүрт төрлө сифат бер кешелә булһа, ул монафиҡ. Ә шул сифаттарҙың береһе генә булһа, ул кеше был сифаттарын бөтөргәнгә тиклем монафиҡтыр", — тип әйткән.
     Был сифаттарҙың береһе — ялған һөйләү. Кеше ҡайһы бер мәлдә башҡа ла һыймай торған, дөрөҫ булмаған һүҙҙәр һөйләй. Башҡаларҙыҡын бәлки һин һиҙмәй, белмәй ҙә ҡалырһың, ә үҙеңдекен беләһең бит. Һуңынан һөҙөмтә сығарһаң, һөйләгән һүҙендә бер ни тиклем ялған ҡатнашҡан булған. Тимәк, монафиҡлыҡ сифаты керҙе тигән һүҙ.
     Икенсе — вәғәҙә биреп, уны үтәмәү. Мәҫәлән, үҙебеҙҙең балаларға, ҡатындарға, ирҙәргә, дуҫтарға вәғәҙәләр бирәбеҙ һәм үтәмәйбеҙ. Үҙ яҡындарыбыҙға биргән һүҙҙе үтәмәгәс, башҡалар тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Ә бындай осраҡтар тормошта йыш осрай. Аҡса мәсьәләһе, төрлө һынауҙар килгәндә һәм башҡалар. Мосолмандар араһында вәғәҙә үтәү бар тигәнсе, юҡ тейеү дөрөҫөрәктер. Был да монафиҡлыҡ сифаты һәм бик тә ҡурҡыныс хәл.
     Ни өсөн һуң беҙ монафиҡлыҡта ҡурҡмайбыҙ? Юлыбыҙҙа 97% кешенең Ислам динен үтәмәгәнен һәм 3%ның Ислам динен үтәгәнен күрәбеҙ. Шуға күрә улар янында үҙебеҙҙе фәрештә кеүек хис итә башлайбыҙ. Башҡалар араҡы эсәләр, зина ҡылалар, тәмәке тарталар, аҙғынлыҡ эшләйҙәр, кеше үлтерәләр, урлашалар һ.б. Шуларҙы күреп, беҙ бит ундай түгел тип, шайтан беҙҙе зиннәтләй һәм үҙебеҙҙе юғары күтәреп ебәрә. «Ниндәй монафиҡ булайыҡ, беҙ фәрештә кеүек бит», — тип ялғышабыҙ. Үҙебеҙҙе зиннәтләү — монафиҡлыҡҡа кереүсе 3-нсе сифат.
     Дүртенсеһе — бер мосолмандың икенсе мосолманға ышанғанда, унан ярҙам көткәндә икенсеһенең уға ярҙам итмәүе. Ышанысын аҡламауы. Былар ҙа беҙҙең арала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик киң таралған.

                    Яңарыш газетасы, Фәиз Хәҙрәт Мөхәммәтшин, Удмурт республикаһы мөфтийе.

Монафиҡтар: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/monafi%d2%a1tar.html#more-9897