Гонаһтарға ҡаршы изгелек
Хөрмәтле мөьмин-мосолман ҡәрҙәштәр,
Ҡөҙрәте менән бөтә ғәләмдәрҙе хөкөм итеүсе, рәхмәтен ике донъяға биреүсе, яҡшылыҡ өсөн әжер-сауапты ҡат-ҡат биреүсе, тәүбә итеүселәрҙе ғәфү итеүсе, гонаһтарында дауам итеүселәрҙе лә ҡаты ғазап менән язалаусы – һис шикһеҙ Аллаһ Тәғәләлер. Ул Аллаһ Бер, Уның тиңдәше һәм оҡшашы юҡ. Донъя һәм ахирәттең берҙән-бер хужаһы – Ул. Һәр беребеҙҙең ҡайтасаҡ урын да Аллаһҡа ғына.
Ҡолдарына мәрхәмәте сикһеҙ булған һәм уларҙы ғазапҡа тартырырға һис ҡасан да ашыҡмаған Аллаһ Сүбханәһү үә Тәғәлә, ҡолдары өсөн булған тәүбә ишектәрен асып, гонаһтарҙан тәүбә һәм яҡшы, изге ғәмәлдәр менән ҡотолорға әмер итә, тәүбә итеү һәм яҡшылыҡ эшләүҙең әжере гонаһты бөтөрә тип һөйөнөслө хәбәрен әҙәмдәренә еткерә.
Шуға күрә һәр мосолман, әжәле килмәҫ борон, һулышы бөтмәҫ элек, күҙҙәре йомолмаҫтан алда һәм ҡабат килмәйәсәк мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмаҫ элек тәүбә һәм яҡшылыҡҡа ашығып гонаһтарын тиҙерәк бөтөрөргә, уларҙы ғәфү иттерергә тырышырға тейеш. Был донъяла бер кеше лә хатаһыҙ, һәм гонаһыҙ йәшәй алмай, хатта уйы аша ла ниндәйҙер бер гонаһ ҡылыуы мөмкин. Ислам динендә кешенең именлектә йәшәүе, бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоуы, ризығының бәрәкәтле булыуы туранан-тура истиғфар менән, йәғни Аллаһтан гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорау менән бәйле.
Рахман һәм Рәхим булған Аллаһ Сүбханәһү үә Тәғәлә изге китабыбыҙ Ҡөръәни Кәримдә шулай тип бойора:
قُلْ يَا عِبَادِيَ الَّذِينَ أَسْرَفُوا عَلَى أَنفُسِهِمْ لَا تَقْنَطُوا مِن رَّحْمَةِ اللَّهِ إِنَّ اللَّهَ يَغْفِرُ الذُّنُوبَ جَمِيعًا إِنَّهُ هُوَ الْغَفُورُ الرَّحِيمُ
«Ҡуль йәә ғибәәдийә-лләҙиинә әсрафүү ғәләә әң-фүсиһим ләә тәкнәтуу мир-рахмәти- лләәһи иннә-ллааһа йағфиру-ҙҙүнүүбә джәмииғән иннәһү һүүәл-ғафүүру-ррахиим».
«Һин әйт уларға: “Әй, үҙ-үҙҙәренә зыян һалған ҡолдарым! Аллаһ рәхмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, сөнки Ул гонаһтарҙың бөтөнөһөн дә ғәфү итәр. Һис шикһеҙ Ул – ғәфү итеп, ярлыҡаусы. Ғазап килгәнсегә хәтле Раббығыҙға ҡайтығыҙ, Уға тәслим булығыҙ. Сөнки һуңғы сиктә ярҙам таба алмаҫһығыҙ». Әз-Зүмәр сүрәһе, 39/53.
Ошо аяттарҙын шуныһы аңлашыла: әҙәм балаһы был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаҫҡа тейеш, һәр гонаһтан һуң Раббыбыҙҙан ғәфү һорарға, уның өсөн ысын күңелдән үкенергә һәм уны ҡабатламаҫҡа тырышырға кәрәк. Аллаһ кемделер йәки нимәнелер Үҙенә тиң күреүҙән башҡа бөтә гонаһтарҙы ғәфү итә ала. Тик был гонаһ эшләүҙе дауам итергә лә ярай тигән һүҙ түгел. Һәр осраҡҡа Аллаһ хөкөмдө Үҙе сығара. Бары тик тәүбәгә килергә һәм уны ҡабатламаҫҡа кәрәк.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм:«Гонаһтар ике намаҙ, ике йома араһында ғәфү ителер», – тип әйткән. Әҙәм балаһы Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙенең намаҙын уҡыһа, көҙ көнө ағастан япраҡтар нисек ҡойола, уның гонаһтары ла шулай уҡ ҡойолор. Мәсеткә намаҙға тип юл тотҡан кешенең дә барған һәр аҙымы өсөн бер гонаһы йыуылыр. Шулай уҡ һәр бер көндө иртә менән һәм кисен йөҙәр тапҡыр «Сүбханәллаһи, әстәғфируллаһ» тип ҡабатларға иренмәгеҙ. Былар бәләкәй генә гонаһтарҙың ғына ғәфү ҡылыуына сәбәпсе була ала. Оло гонаһ ғәфү ителһен өсөн, тәүбә ҡылырға кәрәк.
وَأَقِمِ الصَّلَاةَ طَرَفَيِ النَّهَارِ وَزُلَفًا مِّنَ اللَّيْلِ إِنَّ الْحَسَنَاتِ يُذْهِبْنَ السَّيِّئَاتِ ذَلِكَ ذِكْرَى لِلذَّاكِرِينَ
«Үә әҡими-ссаләәтә тарафәйи-ннәһәәри үә зүләфәм-минә-лләйли иннәл-хәсәнәәти йүҙһибнә-ссәййи'әәти ҙәәликә ҙикраа лиҙҙәә-кириин. »
«Иртәнсәкке, киске, төнгө сәғәттәрҙә намаҙға баҫығыҙ. Ысынлап та, изге эштәр гонаһтарҙан йырағайта. Был – ҡолаҡ һалып, фекерләүселәр өсөн бер хәтерләтеүҙер». Һуд сүрәһе, 11 /114.
Ғәзиз мөьмин-мосолман ҡәрҙәштәр,
Был аят кәримәләрен Аллаһ Сүбханәһү үә Тәғәләнең тәүбә итеп, изгелек ҡылған гонаһҡар ҡолдарын гонаһтарын ғәфү итеү өсөн саҡырғанлығы асыҡ итеп күренеп тора. Гонаһтарының язаһын шунда уҡ бирмәйенсә, тәүбә һәм яҡшылыҡтар ҡылыу өсөн уларға яйлы осраҡ бирә. Шуға ла саф күңел менән тәүбә итеп, Аллаһҡа һыйынырға теләүсе Уға һыйынһын, күркәм ғәмәлдәр менән Уға йүнәлһен һәм ҡотолһон.
Шуға күрә мосолман кеше гонаһы ни ҡәҙәр күп булһа ла, Аллаһ рәхмәтенән өмөтөн өҙмәйәсәк, Уның ғәфү итеүенә ышанасаҡ, Уға һыйынасаҡ һәм яҡшы ғәмәлдәр эшләп, гонаһтарына тәүбә итәсәк. Эшләнгән гонаһтың яманлығын аңлап, уны ҡайтанан ҡабатламаҫ өсөн һүҙ биреүҙе аңлатыусы тәүбә — һәр мосолман өсөн тейешле важибтыр. Тәүбәне кәрәкһеҙ тейеү – гонаһтыр. Ысын күңелдән ҡылынған түбәнең Аллаһ тарафынан ҡабул ителәсәгенә ә ышаныу — асылдыр.
Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөххәмәд ғәләйһиссәләм бер хәҙис шәрифендә шулай тигәне билдәле:
"Кем ҡояш көнбайыштан сыҡҡансы тәүбә итһә, Аллаһ уның тәүбәһен ҡабул итер".
"Әй, кешеләр, Аллаһҡа тәүбә һәм истиғфар итегеҙ, сөнки мин дә көндә йөҙәр мәртәбә тәүбә итәм".
"Гонаһтары өсөн ысын күңелдән тәүбә итеүселәр – һис тә яҙыҡ эшләмәгәндәр кеүектер".
Башҡа хәҙисендә иһә, уның шулай тип әйткәнлеге билдәле:
“Ғүмере буйына һис бер яҡшылыҡ ҡылмаған бер әҙәм үлер алдынан шулай тине: “Минең йәнһеҙ тәнемде утта яндырығыҙ. Тәнемдең көлөн яртыһын ергә, ҡалған яртыһын диңгеҙгә һибегеҙ. Ысынлап та, әгәр Аллаһ был кәүҙәне яңынан тергеҙергә ҡадир икән, Ул уны ғәләмдәрҙә башҡа һис бер кемгә лә бирмәгән ғазап менән ғазапландырасаҡ". (Әҙәм үлде, васыяты лә еренә еткерелде).
Аллаһ иһә диңгеҙгә һәм тупраҡка туҙҙырылған көлдө бер урынға тупланыуын әмер итә. Артабан был әҙәмдән шулай тип һораны:
- (Әй, ҡолом) быны ни өсөн эшләнең?
- Әй, Раббым, Һин минән яҡшыраҡ беләһең бит, Һинән ҡурҡҡанға шулай эшләнем" тип яуап бирҙе. Аллаһ уны ғәфү ҡылды".
Башҡа бер хәҙисендә ул шулай тип әйтә:
"Йәнем Уның ҡулында булған Ул олоғ Зат менән ант итеп әйтәмен, әгәр ҙә һеҙ һис гонаһ эшләмәүселәрҙән булһа инегеҙ, Ул һеҙҙең урынығыҙға гонаһ эшләп тә, Аллаһ Тәғәләгә истиғфәр итеүсе бер ҡәүем килтерер ине".
Ғәзиз мөьмин-мосолман ҡәрҙәштәр,
Күреүебеҙсә, Ғәзиз һәм Ғафур булған Аллаһ Сүбханәһү үә Тәғәлә, Үҙенең сикһеҙ-рәхмәте менән, тәүбә итеп, гонаһтары өсөн үкенеүселәрҙе һәм Үҙенә һыйыныусыларҙы ғәфү итеүсе бер Заттыр. Шулай булғас, тәүбә һәм истиғфар ҡылып һәм яҡшы ғәмәлдәр эшләп, гонаһтарығыҙҙы бөтөрөргә тырышығыҙ. Сөнки тәүбә һәм игелектәр гонаһ һәм яманлыҡтарҙы бөтөрөр.
Пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләм: «Намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, саҙаҡа биреүгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ ғәмәлде әйтәмме?» – тип әйт. Сәхәбәләр: «Эйе», – тиҙәр. «Үҙ-ара күркәм мөнәсәбәттә булығыҙ, сөнки үҙ-ара араны боҙоу нисек бәке баштағы сәсте алып, таҡыр иткән кеүек, шулай уҡ яҡшы ғәмәлдәрҙең юҡҡа сығыуына сәбәп».
Шуға ла изге ғәмәлдәрҙе һәр саҡ ҡылайыҡ, был донъяла йәшәйешебеҙҙең мәғәнәһен аңлайыҡ, боҙоҡ һәм хәрәм нәмәләрҙән йыраҡ булайыҡ.
Хөтбәне һөйөклө пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһиссәләмдең бер хәҙисе менән тамамлайыҡ: “Ҡайҙа ғына булһаң да Аллаһтан ҡурҡ. Яманлыҡ ҡылһаң, артынан шунда уҡ яҡшылыҡ эшлә, гонаһыңды бөтөрөрһең. Кешеләр менән дә яҡшы холоҡло бул".
الَّذِينَ يَقُولُونَ رَبَّنَا إِنَّنَا آمَنَّا فَاغْفِرْ لَنَا ذُنُوبَنَا وَقِنَا عَذَابَ النَّارِ
«Әлләҙиинә йәҡуулүүнә раббәнәә иннәнәә әәмәннәә фағфир ләнәә ҙүнүүбәнәә үәҡинәә ғәҙәәбән-наар».
«Йә, Раббым! Беҙ иман килтерҙек. Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, ут ғазабынан беҙҙе һаҡла!». Ғимран сүрәһе, 3/16
Гонаһ һәм тәүбә: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/gona%D2%BB-%D2%BB%D3%99m-t%D3%99%D2%AFb%D3%99.html
Зина – ҙур гонаһ: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/zina-%D2%99ur-gona%D2%BB.html
Үҙеңә ҡул һалыу – ҙур гонаһ!: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%AF%D2%99e%D2%A3%D3%99-%D2%A1ul-%D2%BBalyu.html
76 ҙур гонаһ: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/76-%D2%99ur-gona%D2%BB.html