Үҙеңә ҡул һалыу – ҙур гонаһ!
Аллаһ Тәғәлә һәр кешегә лә лә йәнде аманат итеп бирҙе. Аманат — ул һаҡларға яҙылған әйбер. Шуға күрә йән бик ҡәҙерле нәмә булып һанала. Кеше Аллаһ биргән йәнде ғүмере буйы һаҡларға тейеш. Йәнде һаҡлау ул үҙеңә зыян килтерә һәм һәләкәткә алып бара торған бөтөн нәмәләрҙән һаҡланыуҙы аңлата. Был һүҙ үҙ эсенә ауырыған ваҡытта дауаланыуҙы ла, машинала барғанда тиҙлекте арттырмауҙы ла һәм төшөнкөлөккә бирелгәс үҙеңә ҡул һалмауҙы ла ала.
Хәҙерге заманда үҙенә ҡул һалыусы кешеләр тураһында ишетергә тура килә. Уларҙың ҡайһы берҙәре бау менән аҫылына, ҡайһы берҙәре ағыу эсә, ҡайһы берҙәре үҙенә бысаҡ ҡаҙай, ә ҡайһы берҙәре бейеклектән һикереп үҙҙәренә ҡул һала. Бындай хәл мәктәптә уҡыусы балалар араһында ла, йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында ла, шулай уҡ өлкәндәр араһында ла була. Кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуының сәбәптәре төрлө. Хәҙерге ваҡытта донъя иң киң таралғаны түбәндәгеләр: яратҡан кеше менән айырылышыу, ғаиләлә ир-ат менән ҡатын араһында ыҙғыш-талаш, эшһеҙ ҡалыу, бурысҡа батыу, эскелек һәм наркомания.
Ислам динендә үҙ-үҙеңде үлтереү — иң ҙур гонаһ. Аллаһ Тәғәлә был ғәмәлде Ҡөръәндә хәрам ҡылды. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
وَلَا تَقْتُلُوا أَنفُسَكُمْ إِنَّ اللَّهَ كَانَ بِكُمْ رَحِيمًا
үә ләә тәҡтүлүү әңфүсәкүм иннә-ллааһа кәәнә бикүм рахиимәә
«Үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ. Ысынлап та, Аллаһ һеҙгә ҡарата Рәхимле» (Нисә (Ҡатындар)— 4/29).
Шулай уҡ Мөхәммәд ﷺ дә үҙеңә ҡул һалыуҙың оло гонаһ булыуы тураһында әйтте. Әбү Һүрайра хәбәр итә: Мөхәммәд пәйғәмбәр әйткән: «Кем дә кем тауҙан (ҡаянан) һикереп үҙен үлтерһә, йәһәннәмдә мәңгелеккә ҡалған хәлдә (тауҙан) һикерәсәк. Кем дә кем ағыу эсеп үҙ-үҙен үлтерһә, йәһәннәмдә мәңгелеккә ҡалған хәлдә (ҡулындағы ағыуын) эсәсәк. Кем дә кем тимер менән үҙен үлтерһә, йәһәннәмдә мәңгелеккә ҡалған хәлдә ҡулындағы шул тимерен ҡорһағына ҡаҙаясаҡ» (Бохари).
Был хәҙистән аңлашылғанса, кеше үҙ-үҙенә берәр нәмә менән ҡул һалһа, йәһәннәмдә лә шуның менән йәки мәңгегә, йә булмаһа бик оҙаҡ ваҡыт дауамында ғазап күрәсәк.
Шулай уҡ Мөхәммәд ﷺ башҡа хәҙисендә былай тип әйтә: «Кем дә кем үҙ-үҙен берәр нәмә менән үлтерһә, йәһәннәм дә шуның менән ғазапланасаҡ» (Бохари).
Әл-Хафиз ибн Хәжәр исемле атаҡлы ғалим әйтә: «Кешенең үҙ-үҙенә ҡарата енәйәт ҡылыуы, гонаһаһы яғынан, башҡа кешене үлтергән дәрәжәлә. Сөнки йән—уның милке түгел, ул Аллаһтыҡы. Шуға күрә ул, Аллаһ рөхсәт иткәнсә генә, үҙ-үҙенә ҡарата берәр нәмә эшләй ала».
Әбү Һүрайра хәбәр итә: «Беҙ, Мөхәммәд ﷺ менән Хунәйн һуғышында ҡатнаштыҡ. Унан һуң ул үҙен мосолман тип атаусы бер кеше тураһында: «Ул йәһәннәмгә инәсәк», — тип әйтте. Һуғыш башланғас, был кеше бик ҡаты һуғышты һәм йәрәхәтләнде. Кешеләр Мөхәммәд ﷺ гә, әйтте: «Һин йәһәннәмгә инәсәк тип әйткән кеше бөгөн бик ҡаты һуғышты һәм үлде». Әммә Мөхәммәд ﷺ, уларға: «Ул йәһәннәмгә инәсәк»,— тип әйтте. Был һүҙҙе ишеткәс ҡайһы бер мосолмандар шикләнеп ҡуйҙылар. Шул ваҡытта кемдер әйтте: «Ул үҙ үлеме менән үлмәне. Ләкин бик көслө йәрәхәтләнде. Төндә, был йәрәхәтенә түҙә алмағас, үҙ-үҙен үлтерҙе. Был һүҙҙәрҙе, Мөхәммәд ﷺ гә еткерҙеләр. Ул әйтте: «Бөйөк Аллаһ. Мин үҙемдең Аллаһтың ҡолы һәм пәйғәмбәре икәнлегемә шәһитлек бирәм». Шунан ул Билалға кешеләрҙе саҡырып: «Йәннәткә бары тик мосолман ғына инә. Дөрөҫөн әйткәндә, Аллаһ был диндең дөрөҫлөгөн гонаһлы кеше менән дә раҫлай», — тип әйтергә ҡушты» (Мөслим).
Джүнүб исемле сәхәбә, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙән хәбәр итә: «Бер кеше йәрәхәт арҡаһында үҙ-үҙен үлтерҙе. Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Ҡолом үҙен үлтереп Мине уҙҙы. Шуға күрә мин уға йәннәтте харам ҡылдым» (Бохари).
Был хәҙистәрҙә үҙен үлтергән кеше йәһәннәмдә мәңге ҡала тип әйтелгән. Ислам ғалимдары аңлатыуынса, әгәр кеше «үҙеңде үлтереү рөхсәт ителгән, гонаһ түгел» тип, үҙенә генә ҡул һалһа, йәһәннәмдә мәңге ҡаласаҡ. Сөнки ул, харамды хәләл ҡылыуы сәбәпле, диндән сыҡҡан була. Әгәр ҙә инде үҙенә был ғәмәлдең гонаһ икәнлеген белеп ҡул һалһа, был ваҡытта ул—ҙур гонаһ ҡылған мосолман. Шул сәбәпле оҙаҡ ваҡыт дауамында йәһәннәмдә ғазаплана. Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә теләһә, уны ғәфү итеп йәннәткә индерә.
Күпселек ғалимдар әйтеүенсә, үҙен үлтергән мосолман кеше йыуыла, кәфенләнә, уға Әбү Хәнифә һәм Шәфиғи мәҙһәбтәренең йыназа намаҙын уҡыйҙар. Башҡа кешеләргә һабаҡ алыу булһын өсөн, сөннәт буйынса, йыназа намаҙын имам йәки ғалим кеше уҡымай, ә был эште дәрәжәһе яғынан уларҙан түбәнерәк кеше башҡара. Мөхәммәд ﷺ ундай кешеләргә намаҙ уҡымай торған булған.
Йәбир ибн Самура итә: «Бер ваҡыт Мөхәммәд ғәләйһиссәләм янына үҙен үткер нәмә менән үлтергән кешене алып килделәр һәм ул уға йыназа намаҙы уҡыманы» (Мөслим).
Был хәҙисте ғалимдар: «Мөхәммәд ﷺ үҙен үлтергән кешегә йыназа намаҙын башҡаларға һабаҡ булһын һәм был гонаһтан һаҡланһындар өсөн уҡыманы», — тип аңлаталар.
Ислам динендә үҙен үлтергән кеше өсөн Аллаһ Тәғәләнән йәһәннәм ғазабынан ҡотҡарыуҙы һәм йәннәткә индереүҙе һорап доға ҡылырға мөмкин. Ҡиәмәт көнөндә был кешенең хөкөмө Аллаһ теләгенә бәйле. Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә теләһә уны ғәфү итә, әгәр ҙә ғәфү итергә теләмәһә, йәһәннәмдә ғазаплай.
Ни өсөн кеше үҙен үлтерергә ҡарар итә? Уны быға нимә этәрә? Кешене үҙенә ҡул һалыуға, иң беренсе сиратта, төшөнкөлөккә бирелеү хисе, йәғни Аллаһтың рәхмәтенән өмөт өҙөү теләге этәрә. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә мосолмандарға һәрваҡытта ла Аллаһтың рәхмәтенә өмөтләнеп, төшөнкөлөккә бирелмәйсә йәшәргә ҡуша. Аллаһ Тәғәлә шулай ти:
وَلَا تَيْأَسُوا مِن رَّوْحِ اللَّهِ إِنَّهُ لَا يَيْأَسُ مِن رَّوْحِ اللَّهِ إِلَّا الْقَوْمُ الْكَافِرُونَ
үә ләә тәй'әсүү мир раухи-лләәһи иннәһү ләә йәй'әсү мир-раухи-лләәһи илләл-ҡаумүл-кәәфируун.
«Алланың рәхмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, Алланың рәхмәтенән бары тик кәферҙәр генә өмөт өҙә» (Йософ — 12/87).
Кеше төшөнкөлөккә бирелһә, уның йәшәйһи килмәй башлай, донъя мәшәҡәттәренән үҙенә ҡул һалып ҡотолмаҡсы була. Ләкин ысынлыҡта, ул уларҙан ҡотолмай, ә киреһенсә, үҙен тағы ла ҡатыраҡ ғазапҡа этәрә.
Ислам дине күҙлегенән ҡарағанда, кеше төшөнкөлөккә шайтан ҡотортоуы сәбәпле бирелә. Шунан һуң шайтан уның күңеленә үҙен үлтереү уйын индерә. Шайтан ҡотортоуынса, үҙеңде үлтереү — ул донъя мәшәҡәттәренән ҡотолоу юлы. Ләкин ысынлыҡта кеше үҙ-үҙен үлтереп тағы ла бик ҡурҡынысыраҡ һәм ҡатыраҡ ғазапҡа дусар була. Ундай кешене шайтан шундай уйҙар менән ҡоторта: «Һинең хәҙер беркемгә лә кәрәгең юҡ, һине бер кем дә яратмай, һинең өсөн был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалманы». Ошо үәсүәсәгә алданып, кеше үҙенсә был донъялағы ауырлыҡтарҙан ҡотолмаҡсы була.
Кешенең шайтан үәсүәсәһенә бирелеүе йә иманының бөтөнләй булмауына, йә зәғиф булыуына бәйле. Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышаныусы кеше донъяла йәшәүҙең ысын мәғәнәһен аңлай. Был донъя — һынау урыны. Ул үҙ эсенә төрлө ауырлыҡтарҙы, мәшәҡәттәрҙе, шулай уҡ рәхәт һәм күңелле миҙгелдәрҙе лә ала. Кеше донъяға ғүмере буйы рәхәттә йәшәү өсөн генә килмәй. Аллаһ Тәғәлә уны ҡайһы ваҡытта ауырлыҡ менән дә һынай. Аллаһҡа ысынлап ихлас инанған кеше ауырлыҡты ла һәм рәхәтлекте лә бер үк төрлө ҡабул итә. Сөнки бөтә нәмә лә уның өсөн хәйерле. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә ауырлыҡтарға осраған кешеләрҙе һөйөндөрөп шулай тип әйтә:
فَإِنَّ مَعَ الْعُسْرِ يُسْرًا
إِنَّ مَعَ الْعُسْرِ يُسْرًا
5. Фә'иннә мәғәл-ғүсри йүсраа.
6. Иннә мәғәл-ғүсри йүсраа.
5. Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек бит.
6. Ысынлап та ауырлыҡтан һуң еңеллек бит! (Бер ауырлыҡтың ике еңеллеге була). (Шәрех, (Асылыу) сүрәһе: 94/5-6).
Аллаһ Тәғәлә был аятта бер ауырлыҡтан һуң бик күп еңеллек килеү тураһында беҙгә хәбәр итә.
Әгәр ҙә кеше төшөнкөлөккә бирелһә йәки уның күңелле төшһә, Мөхәммәд ﷺ уға шундай доғаны уҡырға ҡуша: Ул әйтә: «Әгәр ҙә кеше күңел төшөү, борсолоу йәки ҡайғы килгәндән һуң, ошо доғаны уҡыһа:
«Аллааһүммә иннии ғәбдүкә ибнү ғәбдикә ибну әмәтикә нәәсыйәтии бийәдик, мәәдын фииййә хүкмүк, ғәдлүн фиййә ҡадаа'үкә әсәлүкә бикүллисмин һүвә ләкә сәммәйтә биһии нәфсәкә әү әнзәлтәһүү фии китәбик, әү ғәлләмтәһүү әхәдән мин халҡикә әүистә'ҫәртә биһии фии ғилмил-ғайби ғиндәкә ән тәжғәләл-ҡур әәнә рабииғә ҡалбии, үә нүүра садрии үә жәләәә хузнии үә ҙәһәәбә һәммии», — Аллаһ уның күңел төшөүөн, ҡайғыһын юҡҡа сығара һәм уны ҡыуаныс менән алыштыра». Сәхәбәләр: «Беҙ был доғаны өйрәнәйекме?» — тип һоранылар. Мөхәммәд ﷺ әйтте: «Әйҙә, ишеткән һәр кеше лә уны өйрәнергә тейеш» (Әхмәд, №4318).
Мәғәнәһе: Аллаһым! Ысынлап та, мин һинең ҡолоң, ҡолоңдоң улы, ҡол ҡатындың улы. Һиңә тулыһынса буйһондом, Һинең хөкөмдәрең миңә ҡәтғи рәүештә ныҡ, хөкөмдәреңдә ғәҙеллек, Һинең Үҙең әйтеп киткән һәр исемең менән, үә Китабыңда (Ҡөръәндә) әйтелгән исемдәрең менән, үә Үҙеңдең мәхлуҡаттарыңа өйрәткән исемдәрең менән, үә барыһына ла сер итеп ҡалдырған исемдәрең менән һорайым — Ҡөръәнде миңә йөрәгемә ял ҡыл, ҡәлебемә нур ҡыл, ҡайғыларымды бөтөрөүсе ит, борсоуҙарымдың бөтәүенә сәбәпсе ҡыл.
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла күңел төшөнкөлөгөнән һәм ҡайғыға бирелеп гонаһлы ғәмәлдәр ҡылыуҙан һаҡлаһын!
«Йома вәғәҙҙәре» китабынан, Алмаз Сафин ибн Ғабдрахман.
Сайт авторынан: Үҙ үҙеңде үлтереүгә тәмәке тартыу ҙа һәм хәмер эсеүҙә инә. Кеше эсеүҙән кинәт үләме, йәки шуның зыяны арҡаһында ваҡыты етеп ауырып үләме – былар үҙ-үҙеңде үлтереүгә тиң. Тәмәке тартып та кеше яйлап ағыулана икән – был да шул хөкөмдә. Һаулыҡ ул Аллаһ Тәғәлә тарафынан рәхмәте менән бирелгән аманат ул, беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ!