Башҡорт һәм шейх Мәхмәт

ШЕЙХ МЕХМЕТ
                  Башҡорт һәм шейх Мәхмәт

                   Ҡыҫҡаса тарихи белешмә
   Башҡортостан — үҙ ерендә борондан йәшәгән башҡорт халҡының иле, Рәсәй Федерацияһының Европа һәм Азия ҡитғалары арауығындағы эре төбәге.
   Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү ваҡыты — 1917 йылдың 15 ноябре. Башҡорт халҡының милли хәрәҡәте Рәсәйҙе федерализациялау тулҡынына этәргес булды. 1917 йылдың декабрендә башҡорт халҡының Ойоштороу Ҡоролтайында буласаҡ «Рәсәй Ҡушма Штаттары»ның бер республикаһы булараҡ Башҡорт Республикаһы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Әхмәт-Зәки Вәлиди етәкселегендә ойошторолған башҡорт милли армияһы большевиктарға ҡаршы сыға. Әммә урыҫ аҡ генералдарының шовинистик фекерҙәре, генерал Колчактың тар милли ҡараштары башҡорттарҙың, казактарҙың һәм Рәсәйҙең башҡа милләт вәкилдәренең күп өлөшөн аҡтар хәрәкәтенән ситкә этәрә. Шуның арҡаһында 1919 йылдың 20 мартында Башҡорт хөкүмәте Совет власы менән Башҡортостандың Совет автономияһы тураһында килешеү төҙөргә мәжбүр була. Ул саҡта Ленин Башҡортостандың автономияһын Финляндия менән Украина кимәленә күтәреп тиңләй. Әммә, бер йылдан аҡ армияны ҡыйратыу менән, Ленин һәм большевиктар был килешеүҙе бер яҡлы боҙа һәм махсус декрет менән республиканың статусын ҡәҙимге өлкә кимәленә төшөрә.

   Ошо хәл үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем — 70 йыл дауам итә. Республиканың статусын күтәреү өсөн киң йәйелдерелгән хәрәҡәт 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың Юғары Советы «БССР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларация»ны ҡабул итә. Был тарихи ҡарар бөтөн йәмәғәтселек тарафынан большевиктар бер яҡлы боҙған килешеүҙе яңынан аяҡҡа баҫтырыу, тарихи хаҡлыҡтың тантанаһы булараҡ танылды.
   Башҡортостан тарихы — иң беренсе сиратта башҡорт халҡының тарихы ул. Тик Х1Х-ХХ быуаттарҙың икенсе яртыһында ғына Башҡорт иленә күпләп урыҫ, татар, мишәр, мари, сыуаш, удмурт, мордва, украин һәм башҡа халыҡ вәкилдәре күсенә башлай.
   Башҡорттар-төрки халыҡтарының иң боронғоларының береһе. Башҡорттарҙың ата-бабалары тураһында иң тәүгеләрҙән булып грек тарихсыһы Геродот беҙҙең эраға тиклем V быуатта яҙып ҡалдырған. Ҡытай «Суй-шу» тарихи яҙмаларында ла VII быуатта уҡ башҡорттар үҙ исемдәре аҫтында Көньяҡ Урал буйҙарында көн итеүсе халыҡ булараҡ теркәлгән. Ул саҡта башҡорттарҙың замандаштары булған Волга буйы болғарҙары, хазарҙар, кимактар, бәжнәктәр, ҡыпсаҡтар, күк төрктәр һәм башҡа бик күп халыҡтар тарих майҙанынан күптән инде төшөп ҡалған. Ә башҡорг халҡы үҙ исеме аҫтында 15 быуаттан ашыу тарихта теркәлгән һәм билдәле. Быныһы — башҡорт халҡының төрки дәүере, тип әйтәйек. Башҡорт халҡының иң боронғо ата-бабаларына ҡағылышлы йәнә 15000 йыллыҡ тарихы бар.
   Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһының бер нисә эре өлкәһен берләштергән «Ҙур Урал»дың бер өлөшө. Ул Урал армыттары буйлап урынлашҡан. Урал тауҙарының атамаһы башҡорт теленән алынған. «Урал батыр» эпосына ярашлы, башҡорт халҡының батыры Урал яуызлыҡҡа, үлемгә ҡаршы яуға сыға. Халҡы өсөн ирек яулаған батырын башҡорттар ҡәҙерләп ҡобайырҙа мәңгеләштергән. Башҡорттар өсөн Урал, Башҡортостан төшөнсәләре бер, ә инде башҡорт халыҡ йыры «Урал» изге доға кеүек яңғырай. Хәҙерге заман тикшеренеүселәре араһында Заратустра кеүек тарихи шәхестәр үҙ ваҡытында үҙ халыҡтарына пәйғәмбәр сифатында ебәрелһә, Урал батыр ҙа Аллаһтың башҡорт халҡына ебәргән пәйғәмбәре, тип иҫәпләүселәр арта бара. Был турала Солтан Әүлиә Мәүләнә Шәйех Мөхәммәт Нәҙим әл- Хаҡҡаниҙан һорағас, ул тулҡынланыу менән « Собханалла, машалла, Нәбиулла! Халҡығыҙ үҙенә Аллаһы Тәғәлә ебәргән пәйғәмбәрен онотмаған»- тине.
   Көньяк Уралда кешелек йәмғиәте мәҙәниәтенең иң боронғо өлгөһө — Шүлгән мәмерйәһендәге һүрәттәр. Уға 18 мең йыл. Ғалимдар фекеренсә, Франция менән Испаниялағы Ласко, Альтамира, Шове мәмерйәләрендәге һүрәттәр ҙә Шүлгәндекенә бик оҡшаш. Европаның ҡапма-ҡаршы ике осонда быуаттар төпкөлөндә бер юлы тиерлек кешелек зиһене балҡый башлауы бер-береһе менән бәйле күренештәр тураһында һойләй.
   Генетиктарҙың өр-яңы тикшеренеүҙәре башҡорттарҙа R1b Ү- хромосомаһының киң таралған булыуын билдәләй. Был хромосома Көнбайыш Европаның күп халыҡтары, айырыуса француздар, инглиздәр, ирландтар, басктар өсөн төп билдә икәне асыҡланған. Дөйөмләп әйткәндә, генетиктарҙың асышы башҡорттар таш быуаты замандарында Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡаяташтарына мамонт, бизондарҙың һүрәттәрен төшөргән кешеләрҙең туранан-тура быуыны, заттары икәнен раҫлай.
   III мең йыллыҡ аҙағы — II мең йыллыҡтар башында Көньяҡ Уралдағы ерҙәрҙә ар ырыуҙары көн иткән. Арҡайым, Һынташ ҡалалары шул замандарҙан ҡалған аманаттар ул. Бронза быуаты заманынан ҡалған ҡомартҡылар өс ҡат түңәрәк диуарҙар итеп төҙөлгән. Боронғо арҙарҙың тоҡомдары — сарматтар ҙа Башҡортостан тупрағында тарихи эҙҙәрен ҡалдырған. Атаҡлы Филипповка ҡурғандары ла бөтөн донъяла билдәле. «Ҡырағай йәнлек» стилендә эшләнгән алтын биҙәүестәр, һауыт-һаба Көньяҡ Уралда шул замандарҙа йәшәгән боронғо кешеләр йәмғиәтенең мифтарын, донъяға ҡараштарын сағылдыра. Сармат-аландар ҙа башҡорт халҡының боронғо ата-бабаларының бер тармағы ул.
   Урта быуат баштарында уҡ башҡорттар Башҡортостанда төп халыҡ булып тамырланған милләт булараҡ таныла. Ғәрәптәр уны әл-Башҡорт, Европа тарихсылары — Баскардия, ҡытайҙар — Ба-шу-ки-ли, тип атай. XII быуат географы, ғәрәп әл-Иҙриси боронғо Башҡорт илендә биш ҡала: Ҡастра, Мастра, Ҡарыҡая, Гурхан, Нимьян булыуын билдәләгән.
   Көнбайыш картографияһы ла ғәрәп яҙмалары менән ауаздаш. Бер туған Пициганиҙарҙың 1367 йылда төҙөлгән картаһы ла, голланд Меркаторҙың һуңғараҡ донъя күргән картаһы ла башҡалабыҙ Өфө урынында Пашкерти ҡалаһы булыуын күрһәтә. Был атама, һис шикһеҙ, латинлаштырылған Башҡорт исеме. Ҡалаға шунда йәшәгән халыҡтың атамаһын биреү, тәү сиратта, УШ-1Х быуаттарҙа ҡулланылған ғәрәп географик традицияһына хас. Картала күрһәтелгән Башҡорт тигән ҡала әлеге Өфөнөң иҫке өлөшөнә, Ҡариҙелдең Ағиҙелгә ҡушылған еренә тура килә. Археологтар тапҡан боронғо Өфө-II ҡаласығы ла ошонда урынлашҡан һәм ул Көнсығыш Европала киң билдәле боронғо ҡалалар араһында тиңе булмаған тарихи ҡала. Сөнки дүрт метрлыҡ мәҙәни ҡатлам, ҡалала халыҡ бер туҡтауһыҙ III быуаттан алып XVI быуатҡа тиклем йәшәгән, тип иҫәпләүгә ғилми нигеҙ бирә. Бындай ҡала Көнсығыш Европала табылмаған әле. Башҡа ҡалалар, Өфөгә ҡарағанда, бер урында әҙерәк торған. Мәскәү, Киев, Новгород, Ҡаҙан боронғо иҫәпләнһәләр ҙә, уларҙың береһендә лә X быуаттан иртәрәк ваҡытҡа ҡараған мәҙәни ҡатлам юҡ. Дүрт метрлыҡ мәҙәни ҡатлам тигәндә, йәнә шуны өҫтәргә кәрәк, бындай ҡатламдарҙы Грециялағы, Урта Азиялағы антик ҡалаларҙа ғына осратырға мөмкин. Беҙҙең башҡалабыҙ Өфөгә, һис шикһеҙ, иң кәмендә 1500 йыл.
   Алтын Урҙа заманында ла Башҡортостан оҙаҡ ваҡыт үҙаллығын һаҡлап ҡала. 1320 йылда венгр монахы Иоганка венгрҙарҙың тәү илен эҙләп Башҡортостанға килгәнендә башҡорт ханының ихлас мосолман икәнлеген яҙып ҡалдырған.
   Ислам динен башҡорттарға 630 йылда (миләди) йә иһә 9 һижри йылда уҡ Мөхәммәт пәйғәмбәр (сл.с.) үҙе иҫән сакта ебәргән сәхәбәләр Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман, Талха улы Усман килтергән. Был мәғлүмәтте Солтан Әүлиә Мәүләнә Шәйех Мөхәммәт Нәҙим әл-Хаҡҡани ҙа ҡеүәтләй. Улар беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, пәйғәмбәребеҙҙең фатихаһы менән, Аллаһы Тәғәләнең һүҙен еткергән. Ошо бөйөк әүлиәләрҙең зыяраттары Миәкәләге Нарыҫтау, Дәүләкәндәге Ярыштау түбәләрендә урынлашҡан. Төрки халыҡтары араһында башҡорттар беренсе булып ислам динен үҙ ихтыяры менән ҡабул ҡылған. Шуның өсөн дә башҡорт халҡы үҙ диненә, үҙ асылына тоғро, ихлас ҡалған.
   XVI быуат ахырында, Сыңғыҙхан ханлыҡтары тарҡалғандан һуң, башҡорттар Мәскәү батшалығына ҡушыла. Ҡушылыу шарттары буйынса башҡорт халҡының аҫабалығы, ерҙәре, эске идаралығы, дине һаҡлаулы икәнлеге вәғәҙәләнә. Ошоға ярашлы башҡорттар яһаҡ түләргә, хәрби хеҙмәткә барырға тейеш була. Әммә батша хөкүмәте килешеү шарттарын йыш боҙа, шул арҡала башҡорт халҡы XVII — XVIII быуаттарҙа бихисап баш күтәрә, ирек яуҙарына сыға.
   Ағиҙел йылғаһының бейек ярында Европалағы иң ҙур һыбайлы һыны ҡалҡҡан. Ул — суфый-шағир, ирек даулаған башҡорт яуының юлбашсыһы Салауат Юлаев. Уға тиклем бихисап яуҙарҙы һары Мәргән, Алдар тархан, Аҡай Күсемов, Төлкөсура Аллағолов, Ҡараһаҡалдар етәкләй. Ирек өсөн баш күтәреүселәр араһында сәйиди — Мөхәммәт пәйғәмбәр затынан Йәғәфәр, «изге солтан», суфый шәйех Морат Көсөков, Килмәк-хафиз Нурушев, Батырша мулла Әлиевтар ҙа була. Үҙ хоҡуҡтары өсөн яуҙарҙа башҡорт халҡының күп өлөшө ирек, дин өсөн башын һалған.
   Башҡорт халҡының ҡаһармандарса көрәше һөҙөмтәһендә бөгөн Волга буйы, Көньяҡ Урал, Себер яҡтарында ислам дине нығынған, һаҡланып ҡалған. Йөҙәрләгән мең татар ҙа христианлаштырыуҙан ҡасып, яҡлау эҙләп башҡорттарға һыйынған. Урта быуаттар дәүеренән алып Башҡортостанда Йәсәүиә, бигерәк тә Наҡшбәндиә суфый тәриҡәттәре киң таралған. XIX быуатта Башҡортостанда «Ҡотоп Заман» («Ваҡыт полюсы») кимәленә күтәрелгән, Наҡшбәндиә тәриҡәте суфыйы, шәйех Зәйнулла Рәсүлев үҙ халҡының рухи батшаһы булып танылған. Башҡорт Республикаһының тәүге ойоштороусыһы, атаҡлы ғалим һәм сәйәсмән Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең тәриҡәт, шәйех Зәйнулла Рәсүлев тураһында әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөроү урынлы булыр. Ул: «Әгәр ҙә олуғ шәйехтең (Зәйнулла Рәсүлев) миңә иғтибары, дәртләндереүе булмаһа, мин, ихтимал, күптәр кеүек үк, ун биш йәшемдән берәй бай сауҙағәрҙә ҡәҙимге приказчик булып китер инем,» тип әйткән.
   Беҙҙең көндәрҙә халҡыбыҙ үҙенең рухи, дини тамырҙарына ҡайта бара. Милләттәштәребеҙ шәжәрәләрен өйрәнә, һәммәбеҙ ғүмеребеҙҙәге иң мөһим төшөнсәләр хаҡында уйлана башланыҡ. Башҡорт халҡы ата-бабаларыбыҙ тотҡан, инанған динебеҙ юлында әүҙемләшә. Рәсәй президенты В.В. Путин да «традицион исламды тергеҙеүҙә эш алып барыу, терроризм, экстремизмға ҡаршы аяуһыҙ көрәш кәрәклеген» бер нисә тапҡыр ҡабатланы.
   Традицион исламда халҡыбыҙға хас үҙенсәлек — ул әүлиәләр зыяраттарына айырыуса иғтибарлы булыу һәм уларҙы ҡәҙерләү. Әүлиә- «Аллаһтың дуҫы», тигән һүҙ. Әүлиәләр — саф йөрәге, иманы, белеме, халыҡҡа сикһеҙ хеҙмәте, Бер Аллаһҡа тоғролоғо менән Раббының иғтибарын, яратыуын яулаусылар. Уларҙың кәңәшен батшалар ҙа, батырҙар ҙа, башҡалар ҙа тыңлаған, тотҡан. Улар халҡыбыҙ тарихындағы иң ауыр ваҡыттарҙа ла һынмаҫ таяныс, һүнмәҫ маяҡ булған, милләтте бер-беренә тоғролоҡҡа өндәгән. Әүлиә зыяраттары ярҙам өмөт итеп килгән мосолмандарҙың доға ҡылыу урынына әйләнгән. Мосолмандар Аллаһтың яратҡан дуҫтары аша, саф йөрәкле, изгеләр рухы аша Бер Аллаһҡа ярҙам, ярлыҡау өмөт иген ялбарған.
   Суфый тәриҡәтендә сөхбәттәргә (әңгәмәләр) ҙур иғтибар бүленә. Сөхбәт — ябай әңгәмә генә лә түгел, сөхбәт — мосолмандарҙың әүлиәләргә хөрмәте аша Бер Аллаһҡа яҡынлашыуы.
   Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән был сөхбәттәр китабы мосолман башҡорттарҙың үҙ ата-бабаларының дини юлына — Наҡшбәндиә тәриҡәтенә арта барған ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында нәшер ителде.

                                                                  ИНЕШ ҺҮҘ
      Бисмил-лләһи -ррәхмаии-ррәхим! Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
  Изге пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ тарафынан сәййидинә Әбү Бәкер әс-Сиддыҡ менән сәййидинә Ғәлиле*- аша беҙгә күрһәтелгән Хаҡ юл тәриҡәт булараҡ билдәле. Тәриҡәт — иман юлы. Уның тураһындағы ғилем беҙгә бары тик Аллаһтыц дуҫтары — әүлиәләр аша еткерелә.
   Һәр мосолманға шәриғәт ҡушҡандарҙы үтәү менән бергә тәриҡәт юлында булыу ҙа мөһим. Был ике төшөнсә бер-берен тулыландырып, Хаҡ имандың нигеҙен хасил итә.
   Нимә ул тәриҡәт, шәриғәт?
   Иң тәүҙә барлыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең дә беҙҙе Киң Ҡөҙрәтле Аллаһу Тәғәләнең юлына саҡырғанын аңларға тейешбеҙ. Улар беҙгә юл күрһәтеүселәр, беҙҙең тәрбиәселәр.
   Аллаһ Сүбхәәнә үә Тәғәлә үҙенең пәйғәмбәре Мөхәммәт ﷺ; саллаллааһу ғәләйһии үә сәлләмгә ошолай бойорған: «Йә, Минең һөйөклө пәйғәмбәрем, тор һәм кешеләрҙе Миңә саҡыр! (өндә)» Ошо рәүешле Аллаһу Раббил Ғаләмин Сүбхәәнә үә Тәғәлә Үҙенең барлыҡ ҡолдарын Үҙенә саҡыра. Инде «Раббыбыҙ, беҙ һинең хозурыңа нисек өлгәшә алабыҙ һуң?!» — тип һорау урынлы булыр.
   Мәҫәлән, Мәккәгә хажға барырға йыйынһаҡ, иң тәүҙә Мәккәнең ҡайһы тарафта булғанын һәм унда нисек барырға икәнлеген асыҡларға тотонабыҙ. Унан һуң оҙон юлға ниндәй әйберҙәр кәрәк булаһын күҙаллап, сәфәргә әҙерләнәбеҙ: паспорт, ризыҡ, кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы хәстәрләйбеҙ.
Шуның кеүек, Киң Ҡөҙрәтле Раббыбыҙ юлында иң кәрәкле әйбер — шәриғәт, йәғни ул беҙгә Хаҡ Тәғәлә хозурына ирешеү өсөн юлда кәрәкле ризыҡ һәм кәрәкле йөк. Ә тәриҡәт — Аллаһ Сүбхәәнә үә Тәғәләгә алып барыусы юл. Бөтә тәриҡәттәр ҙә кешеләрҙе Аллаһу Тәғәлә хозурына илтеүсе тура юлдар.
   Донъяла барлығы 41 суфый тәриҡәте бар. Улар пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллааһу ғәләйһии үә сәлләмгә барып тоташа. Тәриҡәттәр пәйғәмбәребеҙ иң яҡын сәхәбәләре Әбү Бәкер әс-Сиддыҡҡа һәм Ғәли ибн Әбү (Аби) Талибҡа биргән ғилемдәрҙе үҙ эсенә ала. Артабан сер ғилеме бөйөк сәхәбәләрҙең эшен дауам итеүселәргә (тәбғиндәргә) күскән һәм әүлиәләрҙең алтын сылбыры аша беҙгә килеп еткән.
   41 тәриҡәттең ҡырҡы — имам Ғәлиҙән, тик берәүһе генә — Наҡшбәндиә тәриҡәте Әбү Бәкер әс-Сиддыҡтан башлана. Башҡорт халҡы күпселектә Наҡшбәндиә тәриҡәтендә булған. Тәриҡәт ни өсөн кәрәк, тип һорарһығыҙ. Мәҫәлән, Мәскәүгә төрлө юл менән барырға була, ләкин тура юл бар сағында Ҡаҙағстан йәки Ҡытай аша барғығыҙ килмәҫ, моғайын. Эйе, һеҙ иң ҡыҫҡа, тура юлды һайлар инегеҙ. Изге әүлиә Баһауетдин Наҡшбәндиә тәриҡәте Аллаһҡа инаныуҙа, Аллаһҡа табан атлауҙа иң ҡыҫҡа юл ғына түгел, бөгөнгө көндә иң көслө, иң күп мосолмандарҙы үҙенә берләштергән тәриҡәт ул.
   Хәҙер һеҙ, моғайын, «Ниңә тәриҡәт тура юл?» — тип һорарһығыҙ. Сәййидинә Әбү Бәкер әс-Сиддыҡтың йөрәгенә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ үҙе Аллаһ дине — исламдың эске Хәҡиҡәтен күсергән. Быны пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ киң билдәле хәҙисе лә раҫлай: «Минең йөрәгемә нимә һалынған, мин барыһын да Әбү Бәкерҙең йөрәгенә күсерҙем».
   Пәйғәмбәребеҙ ﷺ барса сәхәбәләре араһынан Әбү Бәкерҙе ошо бөйөк вазифа өсөн һайлаған. Шулай булғас, Наҡшбәндиә тәриҡәте пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ күсергән иң тулы һәм иң саф ғилемде үҙ эсенә алған.
   Әбү Бәкер разыйаллаһу ғәнһәне сикһеҙ ихлас тоғролоғо өсөн Аллаһ илсеһе ﷺ"Әс-Сиддыҡ" (һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «Ысын хаҡ») тип йөрөткән. Был исемдәгеләр — пәйғәмбәрҙән һуң иң юғары дәрәжәгә ирешеүселәр. Наҡшбәндиә тәриҡәте — ошондай оло дәрәжәләргә ирештереүсе юл.
   Наҡшбәндиә тәриҡәтендә ислам ғилеме пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ саллаллааһу ғәләйһии үә сәлләмдән алып тәриҡәт остаздарының сылбыры аша тапшырыла килгән. Бөгөнгө көндә төньяҡ Кипрҙың ҙур булмаған Лефкә ҡаласығында йәшәүсе Мәүләнә Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани Әдил әл-Ҡубруси әр-Раббани тәриҡәттең иң оло шәйехе, ер йөҙөндәге барса әүлиәләрҙең Имамы, Солтаны.
   Шәйех Нәҙим 1922 йылда Кипр утрауының Төркиәгә ҡараған яғында, яр буйында урынлашҡан Ларнака ҡалаһында донъяға килгән. Ул әсәһе яҡлап та, атаһы яғынан да изге пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ нәҫеле. Атаһы яғынан олатаһы — бөйөк суфый шәйехе, Ҡәҙриә тәриҡәтен нигеҙләүсе сәййидинә Абдул Ҡадир әл-Джилани. Әсәһе яҡлап бөйөк әүлиә, Мәүләүи тәриҡәтен нигеҙләүсе Мәүләнә шәйех Йәләлетдин Руми тоҡомо.
   Шәйех Нәҙим тыуған йорт изге пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тоғро сәхәбәһе Өммө Хирам ҡәбере янында була. Бала сағында шәйех Нәҙим һәр ваҡыт ошо изге урынға килергә атлыҡҡан.
   Әсәһе йыш ҡына уны Өммө Хирам ҡәбере эргәһендә әүлиә өләсәһенең рухы менән һөйләшкән мәлендә эҙләп табыр булған.
   Бәләкәйҙән шәйех Нәҙимгә бар фәндәр ҙә еңел бирелгән, уның белемгә ынтылышы бик көслө була. Кипрҙа мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Истамбул университетының химия факультетына уҡырға инә һәм алдынғы студенттарҙың береһенә әйләнә.
   Мәүләнә шәйех Нәҙимдең өс ағаһы була, улар ҙа Истамбул университетында белем ала. Шәйех Нәҙимдең иң яратҡан кесе ағаһы медицина факультетында уҡый. II Бөтә донъя һуғышы башланғас, уны армияға алалар һәм ул фронтта һәләк була. Уның үлеме шәйех Нәҙимде оло ҡайғыға һала.
   Ошо фажиғә шәйех Нәҙимдең бар ғүмерен тотошлай үҙгәртеүгә сәбәп була.
   Фани донъя тиҙ ағышлы һәм ваҡытлыса ғына, иртәме-һуңмы барыбыҙ ҙа Аллаһу Тәғәләгә ҡайтабыҙ. Шәйех Нәҙимдә был донъяла уҡ Аллаһу Тәғәләнең ләззәтле хозурында булыу теләге уяна. Ошонан башлап ул үҙ ғүмерен тулыһынса Аллаһу Сүбхәәнә үә Тәғәләгә хеҙмәт итеүгә бағышлай. Ул белем алыуға ихлас тырышлығын һәм һәләтен ислам ғилемен үҙләштереүгә йүнәлтә. Шәриғәт буйынса тәүге уҡытыусыһы ул осорҙа киң билдәле ислам ғалимы Шәйех Йәмәлетдин әл- Ласуни була.
   Күп тә үтмәй шәйех Нәҙим Истамбул да шәриғәтте һәм ислам ғилемен төплө белеүе менән таныла. Әммә уның күңеле шәриғәт һәм сөннәтте генә түгел, диндең эске рухи яғына — Аллаһу Тәғәләнең әүлиәләре (Аллаһ дуҫтары — изгеләр) юлына тартыла. Бына шулай шәйех Мәүләнә тәриҡәткә килә. Тәриҡәттә шәйех Сөләймән Арзуруми уның беренсе остаҙы була. Шәйех Сөләймән Арзуруми ул ваҡытта Ҡотоп — ер йөҙөндәге иң оло әүлиәләрҙең береһе иҫәпләнә.

(Ер йөҙөнә Аллаһы 124 000 пәйғәмбәрен ебәргән. Пәйгәмбәрҙәр мөһөрө сәййидинә Мөхәммәт ﷺ 124 ООО сәхәбәһе була, донъяла һәр саҡ 124 000 әүлиә йәшәй. Әҙәм (г.с.) балаларына Аллаһ Сүбхәәнә үә Тәғәлә ебәргән Пәйғәмбәрҙәр араһынан 313 илсеһе беҙгә Хәбәр (Мөрәжәғәт) һәм Китап менән ебәрелгән. Ер йөҙөндә һәр ваҡыт 313 иң ҙур әүлиә һәм улар араһынан 5 котоп бар. Улар үҙҙәренең ғилемдәрен, көстәрен, аҡылдарын Изге Ҡөръәндә иң '"көслө рухлы." тип билдәләнгән биш Пәйғәмбәрҙән мираҫ итеп алған. Улар: Ибраһим (г.с). Нух (г.с). Муса (г.с.). Ғайса (г.с) һәм пәйғәмбәрҙәр мөһөрө — Мөхәммәт ﷺ Ҡотоптар араһында ин юғары кимәлдә үҙ заманындағы барса әүлиәләр солтаны, барса пәйғәмбәрҙәр имамы сәййидинә Мөхәммәт ﷺ тоҡомо, Аллаһ илсеһенең ерҙәге вәкиле Солтан әүлиә тора.)

   Бөйөк әүлиәлә белем алған шәйех Нәҙим 22-23 йәшендә тәриҡәт юлында ҙур уңыштарға ирешә. Быны бары тик бәхетле осраҡ, тип кенә һанау мөмкин түгелдер, сөнки шәйех Нәҙим кеүек кешеләрҙең тейешле кимәле Калу Бала (Вәғәҙәләр көнөндә) барса йәндәр Аллаһу Тәғәлә хозурында торғанда уҡ билдәләнгән була. Шулай булғас, шәйех Нәҙимдең Аллаһ хозурына, ислам ғилеменә өндәү юлында уңышҡа ирешеүенә һис ғәжәпләнерлек түгел.
   Берҙән-бер көн шәйех Сөләймән уҡыусыһына: «Йә, улым, мин һине артабан уҡыта алмайым, сөнки хәҙер рухи кимәлең минекенән юғарыраҡ. Үҙемдең рухи бәйләнешем аша изге пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ артабан ни эшләргә икәнлеген һораным. Ул һин өйрәнәсәк сер ғилеме әүлиәләр солтаны шәйех Абдулла Фәйез Дағстани ҡулында булғанын аңғартты, һин Вәғәҙәләр көнөндә үк уның уҡыусыһы итеп тәғәйенләнгән булғанһың, шуның өсөн уның янына юл тоторға тейешһең!» — тип өндәшә.
Шулай итеп, шәйех Нәҙим Наҡшбәндиә тәриҡәтенең тарихи сылбырының бер быуыны, буласаҡ остаҙы әүлиә шәйех Абдулла Дағстаниға юллана.
   Бөгөнгө көндә Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани — иң юғары кимәлдәге Солтан әүлиә. Ул әүлиәләр Солтаны, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ тоҡомо һәм пәйғәмбәребеҙҙең ғилемен мираҫ итеп алыусы Наҡшбәндиә тәриҡәте сылбырындағы 40 имамдың береһе.
   Һәр осорҙа тәриҡәттә Солтан Әүлиә дәрәжәһендә тик бер генә кеше була һәм пәйғәмбәребеҙ ﷺ дәүеренән алып 40 кеше генә ошо кимәлгә еткән.
   Мәүләнә инде оло йәштә. 2011 йылда үҙенең вариҫы итеп иң өлкән улын, ғилеме, тыйнаҡлығы, ябайлығы һәм шул уҡ ваҡытта ҙур рухи көсө менән һәммәһенә билдәле Мәүләнә шәйех Мәхмәт Әдилде тәғәйенләне.
   Шәйех Мәхмәт әфәнде лә Наҡшбәндиә тәриҡәтенең алтын сылбырында оло шәйех, Әҙәм (ғ.с.) улдары араһында иң оло әүлиәләрҙең береһе һанала.
   2013 йылдың майында Мәүләнә Шәйех Нәҙим ҡушыуы буйынса, уның улы һәм вариҫы шәйех Мәхмәт әфәнде Башҡортостан Республикаһында сәфәрҙә булды. Быуаттар буйы Аллаһ Сүбхәәнә үә Тәғәләнең әүлиәләрен таныған һәм ҡәҙер иткән башҡорт халҡы өсөн был ваҡиға ҙур байрам төҫөн алды һәм Мәүләнә тарафынан күрһәтелгән оло хөрмәт итеп ҡабул ҡылынды.
   Сәфәрҙең маҡсаты итеп Мәүләнәнең тап Башҡортостанды һайлауы бушҡа түгел. Мәүләнә әйтеүенсә, Аллаһтың Хаҡ ҡарашы тап беҙҙең ергә йүнәлгән, сөнки башҡорт халҡы Аллаһ тарафынан һөйөлгән халыҡ. Төрки халыҡтар араһында беренсе булып башҡорттар изге пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ сәхәбәләренән, пәйғәмбәребеҙ иҫән саҡта уҡ, Ислам динен ҡабул иткән. Быуаттар буйы иманлы халҡыбыҙ Аллаһу Тәғәләгә тоғро ҡалған, динде, телебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе һаҡлап йәшәгән. Аллаһ юлында йәнен аямай шәһит булған халыҡ беҙ.
   Ислам ойошоуының иц тәүге осоронан алып Башҡорт илендә Хаҡ иман юлы, әүлиәләр юлы — тәриҡәт бик көслө булған. Беҙҙә бөйөк әүлиәләр ҡәберҙәре бихисап, халҡыбыҙ, хатта дин өсөн иң ҡатмарлы осорҙа ла, Аллаһҡа тоғролоғон, Аллаһ дуҫтарына булған хөрмәтен юғалтмаған.
   Ошоноң өсөн дә Мәүләнә шәйех Нәҙимдең фатихалы халҡыбыҙға һөйөүе ҙур. Мәүләнәнең хәләл ҡатыны хуаджә Әминә беҙҙең Башҡортостанда тыуған. Ҡыҙына ни бары өс кенә йәш сағында уның атаһы тыуған яҡтары менән хушлашып, иманын һаҡлар өсөн Сүриә тарафына юлланырға мәжбүр була. Күп йылдар үткәс уның ейәне — шәйех Мәхмәт әфәндегә олатаһының Тыуған илен килеп күрергә яҙҙы.
   - Бер кем дә үҙ теләге буйынса татар ҙа, ғәрәп тә, урыҫ та булып тыуа алмай. Аллаһ нисек ҡушҡан, шулай була. Был да Аллаһу Тәғәләнең шәфҡәтенән", — тине республикабыҙҙа сәфәре ваҡытында шәйех Мәхмәт.
   - Беҙ был фани донъяга күркәм башҡорт халҡының вәкиле булып яралтылганбыҙ икән, быны, һис шикһеҙ, Аллаһу Тәғәләнең рәхмәте итеп ҡабул итер кәрәк.
   Үкенес, мосолман донъяһына сыуалыш, һуғыш, ыҙғыш килтергән, кешеләр үлтергән, пәйғәмбәребеҙгә ﷺ һәм Аллаһ әүлиәләренә һис хөрмәт тойғоһо булмаған яуыздар өйөрө беҙҙә лә барлыҡҡа килде. Улар ваххабиҙар, салафиттар, шиғисылар. Ундайҙар пәйғәмбәребеҙ ﷺ заманында уҡ булған. Улар Ғүмәр Усман (ра), Ғәли (ра) кеүек бөйөк сәхәбәләрҙе үлтергән кешеләр юлында йөрөүселәр. Исламдың ойошоу осоронан алып улар Аллаһтың Хаҡ диненә ҡаршы һуғыш алып бара.
   Исламға йәне-тәне менән бирелгән ата-бабаларыбыҙҙың тоғролоғо аша Хаҡлыҡ орлоҡтары йөрәктәребеҙҙә үҫеүен дауам итә. Иншаллаһ, бөгөн Аллаһу Тәғәләнең рәхимлеге беҙҙең изге еребеҙгә шифалы ямғыр булып яуа һәм Хаҡ Ислам халҡыбыҙҙа яңынан күтәрелеш ала. Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың инаныуы юлына — тәриҡәтҡә ынтылырға тейешбеҙ. Аллаһҡа тоғролоҡ, Уға яҡынайыу, Уның ризалығына, рәхмәтенә ирешеү фәҡәт тәриҡәт аша бирелә. Амин.

                                                                УЯНДЫҠ СӨХБӘТЕ
           Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
           Бисмил-лләһи -ррәхмани-ррәхим!
           Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Бөгөн Рәжәп айының беренсе көнө. Беҙ бәләкәй саҡта атайым Мәүләнә Солтан әүлиә шәйех Мөхәммәт Нәҙим әфәнде, Бөйөк әүлиә шәйех Абдулла Фәйез әл-Дағстани әле иҫән саҡта, өс изге ай башланыу менән Кипрға китә ине. Ул унда Рәжәп, Шәғбән, Рамазан айҙарын үткәрҙе. Ураҙа байрамынан һуң хажиҙар менән Кипрҙан Сүриәгә барып әйләнеп ҡайта, аҙаҡ улар менән хаж ҡылырға китә ине. Сәфәр биш ай дауам итеп, хаждан һуң тамамланыр булды. Был йоланы атайым — Мәүләнә Солтан Әүлиә 50-се йылдарҙа индергәйне. Бөйөк шәйех Абдулла Фәйез әл-Дағстани был донъянан китеп барғанға тиклем күркәм ғәҙәт дауам итге. Аҙаҡ бөтөнөһө үҙгәрҙе. Инде Кипрға түгел, Европаға, Англияға сәфәр сыға башланыҡ.
   Был өс айҙың үҙ хикмәте бар. Элек изге айҙар башланыу менән хатта эскеселәр, гонаһ ҡылыусылар, был айҙарға хөрмәт йөҙөнән, эсеүҙән, гонаһтан тыйылып торҙо, һәр тарафта шулай булды, шул иҫәптән Кипрҙа ла. Мәмләкәттәрҙә был өс изге айҙы бик ихтирам итәләр ине. Күп кеше, был айҙарҙы хөрмәтләүе арҡаһында, гонаһтары булһа ла, иманлы булып һуңғы һулыштарын алды. Раббыбыҙ, был айҙарҙы хөрмәтләгәндәре өсөн, уларҙы ярлыҡаны. Аллаһ — Бөйөк һәм Сикһеҙ ҡеүәтле. Был изге көндәр, изге айҙар кешеләрҙе ғәфү итеү өсөн махсус яралтылған, мосолмандарҙы, гонаһлыларҙы ярлыҡау өсөн булдырылған.
   Рәжәп — мөбәрәк ай, Аллаһтың айы, харам айҙарҙың береһе. Рәжәп, башҡаларҙан айырым торһа ла, харам ай һанала, ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ҡалған өс ай бергә килә, ошо ваҡытта хаж башлана. Мөбәрәк айҙарға бәйле күп хәҙистәр бар. Бер хәҙистә, был айҙарҙа ураҙа тотһаң, берәүҙәре — бер йыл, икенселәре йөҙ йыл ураҙа тотҡан булып иҫәпләнә, тиелә.
   Рәжәптә лә, Шәғбәндә лә ни тиклем күберәк ғибәҙәт ҡыла алһаң, сөннәт ҡушҡандарҙы ни тиклем күберәк үтәй алһаң, изгелек ҡылһаң, шул тиклем яҡшы, сөнки был сауап мәле. Ғәҙәттә Бөйөк һәм Сикһеҙ ҡеүәтле Аллаһ бер яҡшылыҡ өсөн ун сауап бирә. Әммә был айҙарҙағы сауап нисек иҫәпләнеүе хаҡында тик Хоҙай Үҙе белә. Был айҙа бик изге ике төн бар. Киләһе аҙнала береһе була: Рағаиб, аҙаҡ инде Миғраж кисе. Был кистәрҙең изгелеге тик Аллаһҡа билдәле. Унан һуң Шәғбәндең ун бишендә Бәрәәәт кисе бар. Белеүемсә, ваххабиҙар изге кистәрҙе һанламай, Аллаһтың был изге көндәрен, Миғраж кисен дә һанға һуҡмайҙар. Был, улар иҫәбенсә, йәнәһе, Пәйғәмбәрҙең бары төшө генә... Улар — тома наҙан. Аллаһ ҡөҙрәтле, Ул бөтөн нәмәне лә эшләй ала. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Әгәр ваххабиҙар, Аллаһ Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙҙе шул тиклем ергә алып барып кире ҡайтара алмай, тип иҫбатлап маташа икән, Аллаһтың кәмселеге бар, тип әйтмәкселәрме икән?! Бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел. Бөтөн донъялар тик Аллаһ тарафынан яралтылған. Ваххабиҙар үҙҙәрен бик аҡыллы һанай, ә ғәмәлдә, бер бөртөк тә аҡылдары юҡ.
   Йәнә был айҙа хәлүәт башҡарыла. Ул Рәжәп айынан башланып, Шәғбәндең унына тиклем 40 көн дауам итә. Ул да Рәжәп айына тура килә. Был айҙа изге көндәрҙең ни тиклем күп булыуына иғтибар итегеҙ. Шәйех әфәнде бәләкәй хәлүәтте икенденән аҡшамға, аҡшамдан йәстүгә һәм тағы ла тәхәджүттән ишраҡҡа тиклем рөхсәт итте. Йәғни һәр кем быны эшләй ала.
   Аллаға шөкөр, беҙ бында Рәжәп айының беренсе көнөндә килеп еттек, иншаллаһ, бик яҡшыға булыр. Шәйех әфәнденең ризалығы, фатихаһы менән килдек бында. Беҙҙең олатайыбыҙ (әсәйемдең атаһы), әле Башҡортостанда йәшәгәнендә, динде ҡотҡарырға саҡырған төш күргән. Ул «Фафирру Иллаллаһ» аятын ишеткән төшөндә, йәғни, «Аллаһҡа һыйынығыҙ», тигән аятты. Аҙаҡ сит илгә китергә мәжбүр була. Ул саҡта уның шәйехе иҫән була әле. «Мине бынан килеп аласаҡтар,» тип алдан хәбәр итә ул. Әҙерләнеп тә тора: ғөсөл ҡойона, кейемдәрен алмаштыра. Уны һалдат кейемендәге ике кеше килеп алып китә. Хәҙер инде Хоҙай үҙе генә белә, улар һалдат булғанмы әллә әүлиәләрме... «Мин киткәндән һуң һин дә бында ҡалма,» тип һуңғы һүҙен әйткән олатайыма шәйехе. Олатайым шулай эшләгән дә. Дине өсөн, балалары ла динде ҡотҡарһын өсөн Сүриәгә китә. Ике йыл ыҙа сиккәндән һуң Сүриәгә барып етә. Күп ҡыйынлыҡтар үтергә тура килә уның ғаиләһенә.
   Олатайым иленән киткәндә коммунистар заманы булған. Донъя хәле ул саҡ шулай — бөтөнөһө исламға ҡаршы. Заманалар шундай ине. Аллаға шөкөр, ул ваҡыттар үтте. Хәҙер, иншаллаһ, киреһенсә, барыһы ла исламға һыйына. Электән олатайым әйтә ине, ваҡыты еткәс, тыуған илемә барырһың, тип. Ул саҡта минең ниәтем юҡ ине. Тик, иншаллаһ, Шәйех әфәнденең ризалығы, уның ҡушыуы, фатихаһы менән Башҡортостанға килдек, был уның хеҙмәте, иншаллаһ.
   Мәүләнәнең хаҡ ҡарашы һеҙҙең яҡтарға, һеҙҙең халыҡҡа, һеҙҙең илгә йүнәлде, килеүемдең ниәте ошоға бәйле. Ихлас һәм тоғро башҡорт халҡына Аллаһтың һөйөүе ҙур.
   Хәҡиҡәт илегеҙҙә тантана итәсәк. Фетнәләр бөтөр, иншаллаһ. Аллаһ балаларыбыҙға аҡыл, иман бирһен. Ысынында ваххабиҙар — аҡылһыҙҙар. Әгәр улар дөрөҫ уйлай белһә, беҙҙең затта бер ниндәй ҙә ваххабиҙың булмауын күрер ине. Нәҫелебеҙ күп йылдар исламға хеҙмәт итте, кешеләрҙе иманға, Аллаһ юлына ҡайтарып, файҙа килтерҙе. Ваххабиҙар ни эшләне? Улар борондан мосолмандарҙы үлтерҙе, фетнә сығарҙы. Бер кешене иманға баҫтырманы, бер илгә тыныслыҡ килтермәне.
   Тәриҡәт нимәгә өйрәтә? Тәриҡәт әҙәпкә өйрәтә. Ә әҙәп нимә ул? Пәйғәмбәребеҙ «Мин һеҙҙе әҙәпкә өйрәтеү өсөн килдем,» тигән. Ваххабиҙарҙа әҙәп бөтөнләй юҡ. Әҙәп юҡ, әммә ғилем бар, машаллаһ, барыһы ла ғалим. Ысынлап та. Мәккәлә саҡта күрҙем бер ваххабиҙы, хафиз, Ҡөрьән хафизы. Яттан 20 000 хәҙис белә, аяттарҙың иһә мәғәнәһенә төшөнә алмай. Ул китап йөкмәгән ишәккә оҡшаған. Ишәккә китаптарҙың белеме кәрәкме? Юҡ. Китаптар уға йөк кенә. Йөгөн ауҙарҙымы — бер ни ҙә ҡалмаҫ. Белеме бар, тик аңы юҡ, хикмәт юҡ, имандың бөртөгө лә юҡ, бер ни ҙә аңламай, яуызлығынан, зарарынан башҡа бер ни ҙә өмөт итеп булмай уның ишеләрҙән. Хоҙай уларға аҡыл бирһен, башҡа ни теләйһең? Доғаларыбыҙҙа уларға ла яҡшылыҡ теләйек, бәлки хаҡ динде төшөнөрҙәр. Әйҙәгеҙ, доға ҡылайыҡ, Шәйехебеҙгә лә Аллаһтан һаулыҡ, имен тормош теләйек. Фатиха.

                                               НАРЫҪТАУ СӨХБӘТЕ
          Әғүҙү биллаһи минәш-шайтанир ражим,
          Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
          Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Атайым Мәүләнә әфәнденең һәммәгеҙгә лә сәләме бар. Шәйех әфәнде берәй ерҙә башҡорто, татарҙы күрһә, бик ҡыуана, «Мин һеҙҙең еҙнәгеҙ», тип башҡорттарға гел әйтә. Шәйех әфәнде һеҙҙең халыҡты ихтирам итә. Бының үҙенә күрә хикмәте бар. Ниндәй хикмәт һуң ул? Аллаһ кемде лә булһа дөрөҫ юлға баҫтырһа, был — ҙур бүләк. Аллаһ үҙенең бер аятында Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ «Һин яратҡан кешеләреңде дөрөҫ юлға баҫтыра алмаясаҡһың. Мин генә Үҙем теләгәнде дөрөҫ юлға баҫтырырмын,» тигән. Шуның өсөн дә Шәйех әфәнде һеҙҙең халыҡты ярата, сөнки башҡорт халҡын Аллаһ ярата. Нарыҫтауҙағы изге зыяратта ятҡан бөйөктәр бының иң ҙур дәлиле. Аллаһ сәхәбәләрҙе һеҙҙең илгә тиклем ебәргән һәм улар Аллаһ ярҙамында исламдың башланған мәлендә үк һеҙҙең халыҡты исламға, иманға баҫтырған. Төрки халыҡтар араһында беренсе булып мосолманлыҡты башҡорт халҡы ҡабул иткән. Тимәк, ул халыҡ — Аллаһтың яратҡан ҡоло, шуның өсөн дә Шәйех Мәүләнә Солтан башҡорттар менән күрешһә, бик ҡыуана, бик ҡәнәғәт була.
   Башҡорт халҡының тарихын мин аҙ ғына булһа ла беләм. Беҙҙең башҡорт ата-бабаларыбыҙ бөтөнгә тиклем ыҙа сикте, шәһит булды, үлтерелде. Башҡорт халҡының ундан бер өлөшөнән аҙырағы ғына ҡалғандыр. Әммә берәү ҙә баш эйеү тураһында уйламаған, һеҙ түҙемле халыҡ, маҡсатҡа ынтылыусан халыҡ. Сәхәбәләр, Пәйғәмбәребеҙ менән һуғышҡа киткәндә, «Һуғышта шәһит булһын, еңелеп ҡайтмаһын,» тип доға ҡылыуҙы үтенгән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа ошолай шәһит булған. Пәйғәмбәр әфәндебеҙҙең һүҙҙәре менән әйткәндә, әгәр һуғыш майҙанына сыҡһаң, еңеү өсөн һис икеләнмәй йәнеңде, тәнеңде бирәсәкһең. Ысынлап та шулай була — шәһиттәр һыу эскән кеүек еңел генә Аллаһ хаҡына йәндәрен бирә. Былар ҡайҙан килә? Сәхәбәләрҙән, сәхәбәләрҙән башҡа әүлиәләр, шәйехтәр бар бында. Солтандар, хаҡандар, хандар мөршидтәре, шәйехтәре ни әйтһә, уларҙың һүҙенән сыҡмаған.
   Тәриҡәт — әҙәп, тәртип, тигән һүҙ. Тәриҡәт — исламдың үҙе. Хәҙерге заманда бәғзе берәүҙәр тәриҡәттәгеләрҙе дин тышында, тип уйлай. Юҡ, тәриҡәт — исламдың үҙе. Тәриҡәт — сөннәт һәм йәмәғәт. Сөннәттең тышында кемдәр бар хәҙерге көндә? Фетнәсе ваххабиҙар. Пәйғәмбәребеҙ «Бөтәгеҙ ҙә күпселек менән булығыҙ» тигән. Күпселек — сөннәт менән йәмәғәт. Дин тышындағылар хәҙерге көндә бында фетнә сығарырға тырыша. Улар салафиҙар, ваххабиҙар, тағы ла шиғисылар (шииты).
   Аллаһ уларҙы ла тура юлға баҫтырһын, иншаллаһ. Сөнки ислам өсөн уларҙың һис файҙаһы юҡ. Ислам башланған саҡта ла ундай фетнәселәр булған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә улар хаҡында «Улар ҡылған тиклем намаҙҙы бер кем ҡыла алмай, таңға тиклем намаҙ уҡыйҙар; ураҙа тиһәң, улар кеүек һис кем ураҙа тотмаҫ... Әммә улар, йәйәнән атылған уҡ кеүек, диндән сығып та ысҡына,» тигән. Тап улар борондан фетнә сығарған, хәлифтәрҙе үлтергән. Ғүмәр хәҙрәт, Усман хәҙрәт, Ғәли хәҙрәттәрҙең йәндәре шул вәхшиҙәр тарафынан ҡыйылған.
   Аллаға шөкөр, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик аҡыллы булған, улар беҙҙән күпкә аҡыллыраҡтыр. Әгәр дини юлыбыҙҙа берәй яңылышлыҡ булһа, һис шикһеҙ, төҙәтергә ҡушҡан булырҙар ине. Шуның өсөн бөтәгеҙ ҙә, балаларығыҙға баш булып, ата-бабаларығыҙ юлынан тайпылмағыҙ. Ата-бабаларығыҙ йәнеп-тәнен аямаған, уларҙың хаҡлыҡ, халыҡ өсөн тырышлыҡтары бушҡа булмаһын, тәриҡәттә булығыҙ, иншаллаһ. Уларҙың бәрәкәте артып тора, киләсәктә тағы ла артасаҡ, Аллаһ бойорһа. Әйтеүемсә, Аллаһ һөйөү менән ҡараған милләт һеҙ. Һеҙҙең башҡорт халҡы барса һынауҙарҙы үтеп сыҡты, элеккенән дә яҡшыраҡ тормош буласаҡ бында.
   Аллаһ ризалығы хаҡына алыҫтан килгәнһегеҙ, матди байлыҡ өсөн түгел, рухи байлыҡ өсөн йыйылғанһығыҙ бында.
Аллаһ бер кемде лә буш ебәрмәҫ, Аллаһ – ғәниҙер (мәрхәмәтле). Бөтөн кешеләр ни теләһә лә теләһен, бер нөктәләй ҙә кәмемәҫ Уның ниғмәттәре. Һәммәгеҙ Аллаһ өсөн килгәнһегеҙ. Аллаһ хәйер- фатихаларын бирһен. Ниндәй теләктәрегеҙ булһа, Аллаһ барыһын да тормошҡа ашырһын, иншалла.
   Кисә беҙ олатайымдың тыуған төйәгендә булдыҡ. Бынан 80 йыл элек ул ирекһеҙҙән илен ташлап китергә мәжбүр булған. Олатайым вафат булды, инәйҙәрем вафат, ике бабайым ғына иҫән әле. Улар килә алманы, беҙгә Рәжәп айында олатайымдың иленә аяҡ баҫырға насип булды, Аллаға шөкөр. Олатайым тыуған яҡтарын бик һағынып һөйләй ине, бына килеп күрҙек, уның хыялын үтәнек. Мин килә алырмын, тип уйлай ҙа алмай инем. Аллаға шөкөр, насип булғас, күрер көн булды, Аллаһҡа рәхмәт, һеҙҙең ҡунаҡсыллыҡ, дингә тоғролоҡ өсөн Раббыға йәнә рәхмәт. Фатиха.

                                                           БАЙМАҠ СӨХБӘТЕ
             Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
             Әғүҙү билләһи минәш-шаитанир ражим,
             Бисмил-лләһи -ррәхмани-ррәхим!
             Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Мосолман ялҡау булмаҫ. Мәүләнә Шәйех әфәнде «Һеҙ, башҡорттар, тик ултырһағыҙ — арыйһығыҙ,» тип кинәйәләп, йүгереп йөрөп эшләүегеҙ, ғилемгә, донъя көтөүгә тырыш булыуығыҙ тураһында йыш әйтә. Шәйех әфәнде һәр саҡ дөрөҫ һөйләй. Ул һеҙҙең халыҡты ысынлап ярата, һеҙҙә әҙәп, хөрмәт бар. Өлкәндәргә ҡарата ихтирам бар.
   Һеҙ — әүлиәләрҙе, Пәйғәмбәрҙе яратҡан халыҡ. Тик шайтанға һәм уның дуҫтарына был оҡшамай. Улар ҙур фетнә сығара, һеҙҙең яҡшы ниәттәрҙе насар маҡсаттарҙа ҡулланырға маташа. Ә һеҙ ниндәй ҙә хөрмәт итә беләһегеҙ! Бының өсөн әҙәп һәм тәртипкә эйә булырға кәрәк бит.
   Берәйһе Сәүд Ғәрәбстанында уҡып ҡайтһа, һеҙ уны әүлиә кеүек күрәһегеҙ. Улар иһә, ғәҙәттә, ваххаби, тигән бәндәләр, Пәйғәмбәрҙең үҙен дә хөрмәт итмәй. Бер хәҙистә «Әл меру мөьмин әхаббә», йәғни, кеше үҙе яратҡан кешеләр менән бергә була, тиелә. Әгәр Пәйғәмбәрҙе яратаһың икән, кәмерәк ғибәҙәт ҡылһаң да, Аллаһтың ризалығы менән йәннәттә Пәйғәмбәр менән бергә буласаҡһығыҙ, йәннәткә эләгәсәкһегеҙ, тиелә. Билдәле булыуынса, беҙҙең, күндәмдәрҙең, артыҡ бер ние лә юҡ. Беҙҙе бары Пәйғәмбәргә булған яратыуыбыҙ ҡотҡарыр.
   Үҙ ғәмәлдәре менән генә һис кем ҡотола алмаҫ. Йәнә лә бер хәҙис. Ҡиәмәт көнөндә берәү Аллаһ ҡаршына килгән. «Ғәмәлең менәнме, Шәфҡәтем менәнме?» тигән Хаҡ Тәғәлә.
   "Минең ғәмәлдәрем күп, ғүмер буйына ғибәҙәт ҡылдым, шәфҡәттең кәрәге булмаҫ, гонаһым юҡ. Яуап бирәйем дә, инәйем йәннәтеңә," тигән кеше. Үлсәүҙең бер яғына уның ҡылған ғәмәлдәрен, икенсеһенә бер күҙен генә һалғандар. Күҙ ауырыраҡ тартҡан. Аллаһтың ниғмәттәре күп, бәләкәй генә ниғмәтенә лә шөкөр итә белмәйбеҙ шул. Гонаһ тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Был ниғмәттәрҙең иң бәләкәйе алдында ла ҡылған ғибәҙәттәребеҙ юҡ кимәлендә. Шуның өсөн иманға дөрөҫ юлды күрһәтә алырҙай шәйех кәрәк. Улар ни эшләргә, ни ҡылырға өйрәтер. Тәкәбберлек менән эш бармаҫ, тәкәбберҙәр юлы тура йәһәннәмгә.
   Төркиәлә таш мәсеттәр күп. Һеҙҙә улар һаҡланмаған, сөнки улар ағастан һалына. Әммә әүлиәләрегеҙ таш ҡәлғәләрҙән дә нығыраҡ, был изге мөбәрәктәр динегеҙҙе, иманығыҙҙы, рухи хәтерегеҙҙе, ерегеҙҙе, телегеҙҙе, илегеҙҙе һаҡлай.
Аллаһ халҡығыҙға күпләп бөйөк әүлиәләрен бүләк иткән. Әүлиәләрегеҙ аша халҡығыҙға, ерегеҙгә, илегеҙгә бәрәкәт, көс-ҡөҙрәт килә, ул бәрәкәт көндән-көн арта бара. Ихтирам итегеҙ әүлиәләрҙе, зыяраттарына барығыҙ, Бер Аллаһтан бәрәкәт ялбарып һорағыҙ, доғаларығыҙ тиҙерәк барып етер һәм Хаҡ Тәғәлә тарафынан ҡабул ҡылыныр, иншаллаһ.
   Тәриҡәттән ни файҙа? Ул бер кемде лә ташламаҫ, шайтанға тоттормаҫ, насар юлға баҫтырмаҫ. Барыбыҙ ҙа барасаҡ теге донъя тураһында хәтерләтеп торор. Иншалла, тәриҡәттәгеләр хаҡ юлдан барып, йәннәткә эләгер. Йәндәре иман менән сығыр.
   Шәйех әфәнденең иң бөйөк нәсихәте бар. Ул да булһа — намаҙ. Намаҙ ҡылған кешенең бөтөн эштәре уң булыр. Тыныслыҡ табыр. Бында һис намаҙ ҡылмағандар ҙа барҙыр. Улар, ғәҙәткә ингәнсе, ике рәҡәттән башлаһындар, аҙаҡ күбәйтерҙәр. Тик бер генә көнөгөҙ ҙә сәждә ҡылмайынса үтмәһен. Шул ваҡытта ғаиләгеҙҙә тыныслыҡ булыр, дөрөҫ юлда йәшәрһегеҙ. Бер хәҙистә, дөрөҫ юлдағы кешегә сауап донъя ҡәҙәре бирелһә лә, аҙ булыр, тиелә.
   Изге өс айҙар башланды. Рәжәп — Аллаһтың айы, Шәғбән — Пәйғәмбәребеҙҙең айы, Рамазан иһә өммәттең айы. Бик мөбәрәк айҙар, кеше ҡайҙа ғына булмаһын, бәрәкәтте тойор. Был тойғо Рамаҙанда көслөрәк булыр. Сүлдең уртаһындамы, донъяның бөтөнләй икенсе осондамы, боҙҙар араһындамы — ошо бәрәкәт, матурлыҡ булыр.
   Аллаға шөкөр, беҙҙең олатайыбыҙ менән әсәйебеҙ Башҡортостанда тыуып, һеҙҙең тарафтарҙан күсеп килгән. Үкенес, улар илдәрен ҡайтып күрә алманы. Беҙгә насип булды. Әсәйемдең, олатайымдың тыуған яҡтарын күреүемә бик ҡыуанам. Ҡайҙа ғына йәшәһә лә, олатайым йомартлығын, кешеләргә изгелеген, уңғанлығын ташламаны. Беҙ бәләкәй саҡта уға аптырай инек, үҙенә саҡ етерлек бер нәмәһе булһа, шуны бик күп ниғмәт күреп, тирә-яҡҡа таратты, бик йомарт, мәрхәмәтле, егәрле булып йәшәне. Инде илегеҙҙе күргәс, башҡорттар менән яҡындан танышҡас, аңланым, был сифаттар башҡорттарға хас икән.
Аллаға шөкөр, 80 йыл үткәс, машаллаһ, олатайымдың иленә — Башҡортостанға килергә насип булды, бында тирә-яҡта бөтөнөһө мосолман, машаллаһ.
   Аллаһтың мәрхәмәте, шәфҡәте был. Бер кем дә үҙе теләп ғәрәп, төрөк йәки рус булып тыуа алмай. Барыһы ла Аллаһ теләгәнсә тыуа. Был Аллаһтың мәрхәмәте. Йәғни, кемгә лә булһа «мин фәлән милләт,» тип маҡтанырға кәрәкмәй, һеҙҙең кеүек яҡшы күңелле халыҡтың вәкиле булған өсөн Аллаға шөкөр итәйек. Был йыйынға һеҙ Аллаһ ризалығы өсөн килгәнһегеҙ. Аллаһ йомарт, бай, ниәттәрегеҙгә күрә бирһен, иншаллаһ. Фатиха.

                                                             АСҠАР СӨХБӘТЕ
          Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
          Бисмил-лләһи -ррәхмани-ррәхим!
          Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Машаллаһ, мәсетегеҙ ҙур, күркәм. Аллаға шөкөр. Йәмәғәт булығыҙ, тигән Пәйғәмбәр бер әмерендә. Бергә булығыҙ, айырылмағыҙ, фетнәселәргә үҙегеҙҙе бүлгеләргә, айырырға юл ҡуймағыҙ, тигән. Йәмәғәт менән бергә булығыҙ, сөнки йәмәғәт хаҡ юлда. Сөнки Аллаһтың ризалығын алмайса, дөрөҫ юлда булмайса үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртҡандар зарар ғына күрер, иреп юҡҡа сығыр. Көтөүҙән айырылғанды бүре эләктерер. Көтөү — ислам булһа, бүре — шайтандыр. Йәмәғәттән айырылған шайтан ҡапҡанына эләгер, юҡҡа сығыр. Аллаға шөкөр, һеҙҙең башҡорт халҡы — ҡәҙерле халыҡ. Аллаһтың һөйөклө ҡолдары башҡорттар төркиҙәр араһында беренсе булып исламды — хаҡ динде ҡабул иткән. Пәйғәмбәр әфәндебеҙ баштан уҡ һеҙгә үҙ сәхәбәләрен ебәргән.
   Аллаға шөкөр, бына 1400 йыл халҡығыҙ Аллаһ юлында йәшәгән, йәшәй, Аллаһ ризалығына юл тотҡан, һеҙҙә йылғалар күп, Ағиҙел йылғаһы ҙур. Ана шул йылғалар хәтле халҡығыҙҙың ҡаны аҡҡан, барыһы ла бушҡа түгел, Аллаһ ризалығы хаҡына. Халҡығыҙ дин хаҡына, ере һәм иле хаҡына, киләсәге хаҡына күп золом күргән, әммә хаҡ юлын алмаштырмаған. Аллаға шөкөр, хаҡ юлда ҡалған. Дөрөҫ юл шайтанға һис оҡшамай. Шайтан яратмай бындай тоғролоҡто. Аллаһҡа тоғролоҡ, халҡығыҙға, бер-берегеҙгә тоғролоҡ һеҙҙең сифаттыр. Шайтан күпме генә тырышмаһын, халҡығыҙ йәнен бирһә лә, ҡанын түкһә лә, тик хаҡлыҡты үҙ иткән. Шайтан хәйләкәр. Халыҡты хәйлә менән диндән алыҫлаштырырға теләне. Дошман асыҡтан-асыҡ килһә лә, хәйлә менән килһә лә, башҡорт халҡы динен, телен, ерен һатмаған. Аллаһҡа тоғро булған, имандары ихлас, ҡеүәтле булған, иншаллаһ.
   Шул саҡ шайтан икенсе хәйлә таба. Ниндәй тиһегеҙме? Ваххаби фетнәһен. Ул фетнә әле генә сыҡҡан яуызлыҡ түгел. Сыҡҡанына инде нисәмә-нисә быуат үткән. Осман Төркиәһендә лә бик ҙур фетнә булған. Баҫтырғандар тиҙ генә. Фетнә бер ваҡытта ла үҙенән-үҙе сыҡмай. Уны һәр саҡ дошмандар башлай. Яуызлыҡ һис тик тормай, исламға, халыҡҡа ҡаршы һәр саҡ дошманлыҡ ҡыла. Мосолман ни генә эшләһә лә, дошмандар аҫтыртын рәүештә уға ҡаршы сыға. Үҙ мәнфәғәте өсөн. Яуызлыҡты инглиздәр башланы, һөҙөмтәлә инглиздәр ғәрәптәрҙе күндерҙе: Төркиәгә ҡаршы һуғыш ҡупты. Абдуллаһ Шәриф аҙаҡ үкенде лә бит... Мәккә, Мәҙинәлә күп кеше ҡырылды, барыһын да ваххабиҙар үлтерҙе. Кешеләр нисек ошондай вәхши ваххабиҙар артынан эйәрә икән? Мәҙинәлә уҡыйым, ти берәү. Уҡыйһыңдыр, әммә Пәйғәмбәрҙе ﷺ хөрмәт итмәһәң, ул уҡыуҙан кемгә ни файҙа? Мосолман мосолмандың ғүмерен ҡыйһа, йәне мәңгелек йәһәннәмдә буласаҡ. Ваххабиҙар артынан эйәреү — аҡыл эше түгел, яуызлыҡ эше. Ваххабиҙар бөтөн мосолмандарҙы юҡ итергә тырыша. Улар Ғүмәр, Усман, Ғәли хәҙрәттәрҙе үлтергән. Бер ваҡыт кешеләр, ваххабиҙарҙың яуыз асылын аңлап, был сектанан тотош сыҡҡайны. Тик ваххабилыҡ шайтандың төп ҡотҡоһо булып ҡала бирә. Иншаллаһ, Аллаһ уларҙы ла дөрөҫ юлға баҫтырыр.
   Беҙҙең мәмләкәттәрҙән, Башҡортостандан, Бохаранан меңдәрсә атаҡлы ғалим сыҡты. Уларҙың һәммәһендә оло әҙәп булған. Аллаға шөкөр, бик аҡыллы кешеләр йәшәгән ул саҡта. Аллаһтың әүлиәләре булған өсөн хаҡиҡи иман булған уларҙа. Хаҡ юлды ныҡ белгәндәр, һеҙҙең халҡығыҙ бер ниндәй яуызлыҡҡа, монафиҡлыҡҡа юл ҡуймаған, Аллаға шөкөр сөнки һеҙҙә ихласлыҡ, тәртип, бер-берегеҙгә тоғролоҡ бар. Ә ваххабиҙар үҙ эшен Төркиәлә исламды емереүҙән башланы, һәр тарафҡа аҡса түләнеләр, яуызлыҡты аҡса менән тоттолар. Ислам донъяһының рак шеше ул ваххаби фетнәһе. Аллаға шөкөр, был фетнәгә ҡаршы тәриҡәт, шәриғәт бар. Шәриғәтте ваххабиҙар ҙа ныҡ ҡуллана, йәнәһе, беҙ — шәриғәт, тиҙәр. Әммә Аллаһ ебәргән исламды кешелеккә еткергән Аллаһтың яратҡан ҡоло — Пәйғәмбәребеҙҙе һанламағас, улар ниндәй мосолман булһын? Аҙмыш менән Хаҡлыҡты айыра-таный белеү өсөн дә хаҡ мосолмандарға тәриҡәт бик кәрәк, ул исламдың иң аҫыл ҡиммәт тәрен өйрәтә, әҙәпкә, мәрхәмәткә өндәй.
   Йәнә бер хәҙис. «Иң матур әхлак һиндә,» тиелә. Беҙҙең тәриҡәт Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺбашланып, шәйех Наҡшбәндиә хәҙрәттәренән шәйех Нәҙим Хаҡҡани әүлиәгә тиклем һуҙыла. Кипр хәҙрәттәре тәриҡәт имамдарының ҡырҡынсы быуыны. Тәриҡәттә булғандар Аллаһтың ризалығы менән донъяла тыныс йәшәр, сөнки Аллаһ өсөн йәшәй, донъя өсөн генә түгел. Маҡсаттары бар, ғәмәлдәре бар. Энә осондай ғына иманы булһа ла кешегә ауырлыҡтар ҙа, сирҙәр ҙә, аслыҡ-сарсауҙар ҙа ҡурҡыныс түгел, Аллаһ яҡлауын бирер. Тәриҡәттә булғандар өсөн Шәйехтең һөйөнсоһө бар — мосолман һуңғы һулышын алғанда Шәйех уның янында булыр. Мосолман иман менән китер был донъяларҙан. Был — Шәйехебеҙгә Аллаһтың бер рәхмәте, бөтөн кешегә лә насип булмайҙыр. Тәриҡәткә юлды бөтөн кеше лә таба алмай. Тик, насип булып, тәриҡәткә индеңме, Бөйөк һәм Сикһеҙ ҡөҙрәтле Аллаһ яратҡан ҡолона һөйөнсө еткерер, һуңғы һулышыңды иманлы булып аласаҡһың, тип ҡыуандырыр.
   Йәнә бер оло һөйөнсө халҡығыҙға. Һеҙҙең башҡорт халҡына мәғнәүи көс-ҡөҙрәт төштө, иншаллаһ. Аллаһы насип иткәнен һәммәгеҙ алыр. Тәриҡәттә булығыҙ, Аллаһ ебәргән ошо көстө, бәрәкәтте тиҙерәк тойорһоғөҙ.
Намаҙ тураһында ҡабатлайым. Күптәрегеҙ намаҙ уҡый. Уҡымағандар булһа, башлаһындар, намаҙға баҫһындар. Шәйех әфәнденең иң беренсе һүҙе — ике рәҡәттән башлаһындар. Рәхмәт барығыҙға. Аллаһ риза булһын. Аллаһ өсөн, рухи байлыҡ өсөн килгәнһегеҙ, Аллаһ хәйерле маҡсаттар бирһен, иншаллаһ. Түлегеҙ, бәхетегеҙ, иманығыҙ артһын, иншаллаһ. Фатиха.

                                                          УЧАЛЫ СӨХБӘТЕ
             Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
             Бисмил-лләһи -ррәхмани-ррзхим!
             Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Беҙҙең тәриҡәт — хәйерле йәмәғәт. Аллаһтың яратҡан йәмәғәте, һеҙҙе Шәйех әфәнде бик ярата, һеҙҙең динле булыуығыҙҙан бик ҡәнәғәт булып, сәләмдәр ебәрә. Уға ебәргән фотоһүрәттәрегеҙгә бик шат, һеҙҙең тарафтарға гел хәйер-фатихала.
   Аллаһтың мәрхәмәте, ризалығы менән Зәйнулла ишан меңдәрсә уҡыусы, мөрит, имам әҙерләгән. Уға булған хөрмәт тә, бәрәкәт тә был ваҡытҡа тиклем халҡығыҙга дин менән бергә еткерелә килде. Аллаға шөкөр, исламдан, мосолмандан бер ни ҙә ҡалмаһын тип күпме генә тырышмаһындар, орлоҡ ҡалды бында. Шифалы ямғыр яуғас, бөтөн ер яңынан уянды.
   Бөйөк һәм Сикһеҙ ҡөҙрәтле Аллаһ донъяла һәр нәмәнең үҙ ваҡытын билдәләгән. Кеше лә ваҡыты еткәс тыуа, үҫә, өйләнә, балалар үҫтерә, ҡартая, үлә. Донъяның әйләнеше шулай. Үткән быуат көфөр быуаты булды. Аллаға шөкөр, уның ваҡыты үтте. Инде яңы быуат башланды, иман, ислам быуаты булыр, иншаллаһ. Аллаға шөкөр, был көндәрҙе лә күрҙек. Минең олатайым, үҙ динендә ҡалыу өсөн иленән китергә мәжбүр булған. «Бынан кит,» тигән әмер алған ул. Иленән сығып китһә лә, барған бер ерендә бәрәкәт, изгелек, яҡшылыҡ таратҡан, йомартлығы менән танылған. Уның ейәндәренең барыһы ла ислам динендәләр. 80 йыл үткәс, олатайымдың илен, башҡорт халҡын килеп күрергә насип булды.
   Бында йәшәгән мөбәрәктәрҙең күбеһе, диндәрен һаҡлап ҡалыу өсөн, мәғнәүи юлдан барыуҙарын йәшерергә мәжбүр булған. Бер нисәүһе генә был ерҙәрҙе һаҡлау өсөн тороп ҡалған. Әүлиәләрҙең күбеһе теге донъяла инде. Мөбәрәк Зәйнулла хәҙрәттәре кеүек төрлө сәбәптәр арҡаһында шәһит булғандар. Олатайымдың да шәйехе «15 көндән китәм, әҙер булығыҙ,» тип алдап иҫкәрткән. Ғөсөл ҡойоноп, өҫ-башын алыштыра, еләненә төрөнә. Ике хәрби килеп алып кигкән. Улар хәрби булғанмы ысынында, әллә берәй әүлиәләрме, хәҙер инде билдәһеҙ. «Мин киткәс тә бында ҡалмағыҙ,» тип әйтеп ҡалдырған була ул. Ул саҡ күп бөйөк әүлиәләр киткән был ерҙәрҙән.
   Һеҙ, башҡорттар, мөбәрәк халыҡ, изге, хөрмәтле, бәрәкәтле халыҡ, Аллаға шөкөр. Күпме золом күрһәтһәләр ҙә, ата-бабаларығыҙҙың доғалары менән үҙгәрмәнегеҙ, әле лә ата- бабаларығыҙ юлындаһығыҙ. Аллаһтың яратҡан халҡы һеҙ. Әйтеп үтеүемсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе тере саҡта уҡ бында өс сәхәбәне ебәргән, һеҙҙең халыҡ шул замандарҙан хаҡ мосолман булған. Тәбиғәтегеҙ (холоҡ) менән мосолман булырға ҡулайһығыҙ. Был — Аллаһтың оло рәхмәте. Аллаһ барыбыҙҙы төрлө-төрлө итеп яралтҡан. Кемдер үҙ теләге менән төрөк, татар йә башҡа милләт булырын һайлап ала алмай. Әммә башҡорт халҡы вәкиле булғанға, оло мәрхәмәткә лайыҡ булғанға Аллаһҡа шөкөр итәбеҙ, рәхмәт, был һеҙгә насип булды.
Пәйғәмбәр ﷺ әфәнденең бер хәҙисен иҫкә алайыҡ.
   "Төркиҙәр менән һуғышмағыҙ, уларға һуғыш асмағыҙ, сөнки һуғыш менән булмай. Төркиҙәр тик нәсихәтте аңлай торған кешеләр. Уларҙы нәсихәт менән дингә йәлеп итегеҙ, һуғышмағыҙ," тигән. Шул замандарҙан бирле һеҙҙең халыҡ Аллаһтың яугиры булған, ҡандарын ислам юлында аҙ түкмәгән. Шәһит булыуҙы, дин, халыҡ өсөн көрәшеүҙе һеҙҙең халыҡ һәр саҡ беренсе вазифа итеп күргән, Аллаға шөкөр. Ата-бабаларыбыҙҙың бөтөнөһө лә шулай йәшәгән, һеҙҙең халыҡ Аллаһ биргән тәбиғәттәре менән ихластар, Бер Аллаһҡа һәм юлбашсыларына тоғролар. Үҙ белдек менән бер ни ҡылмаҫтар, ойошоп, йәмәғәт менән йәшәү, бер һүҙҙә булыу, тоғролоҡ һеҙҙең ҡанда.
   Ойошҡан йәмәғәт булып йәшәү бик яҡшы. Быға шәйехтәр, мөршидтәр, тәриҡәт өйрәтә. Ә бына тәриҡәттең тышында булғандар һәр береһе үҙенсә ҡылана. Тырым-тырағай йәшәп буламы? Шуның өсөн дә башҡорт халҡы күпләп мәсеттәр һала, мәҙрәсәләр аса. Был — киләсәкте уйлап, Аллаһтың ризалығына ирешергә тырышып йәшәү, Аллаһтың рәхмәте төшһөн һеҙгә. Бик яҡшы буласаҡ, бик һәйбәт буласаҡ, иншаллаһ.
   Башҡа яҡтарҙан насар уйлы кешеләрҙең арағыҙға инеүе яҡшыға түгел, һеҙ уларҙы беләһегеҙ: салафиҙар, ваххабиҙар. Улар кеүектәр ислам ойоша башлағанда уҡ фетнә тыуҙырҙы. Үкенес, уларҙан мосолмандар тик зыян күрҙе, улар йәмәғәтте, динде ҡаҡшатты, бүлгеләне. Улар ни ҡылғандарын да белмәй, аҡыл тигәндең тамсыһы ла юҡ. Улар ҡапҡанына эләгә күрмәгеҙ, тамуҡ ҡапҡаны ул. Уларҙың ғилеме бар, Ҡөрьән уҡыйҙар, тик бер ни ҙә аңламайҙар. Ҡөрьәнде үҙ файҙаларына боралар. Уларҙы ғәрәп милләтенән булғандары өсөн хөрмәт итәләр. Тик улар Пәйғәмбәр ﷺ әфәндебеҙҙе ихтирам итмәй, әүлиәләрҙе, ата-бабаларыбыҙҙы бөтөнләй хөрмәт итмәй, улар өсөн милләт тә, тел дә юҡ.
   Ислам динендә йөҙҙәрсә йылдар айырым бер хөрмәт йәшәп килде: Пәйғәмбәребеҙгә, ата-бабаларыбыҙға, халыҡҡа, милләткә, телгә оло хөрмәт ислам диненең төп нигеҙе ине. Бөтөн Ҡөрьән Пәйғәмбәр әфәндебеҙ өсөн ебәрелгән. Ҡөрьәндә Пәйғәмбәребеҙ бөтөн ғаләмдәргә рәхмәт булып ебәрелде, тиелә. «Мөхәммәт хәҙрәт — кеше, тик башҡа кешеләр кеүек түгел,» тиелгән бер касидәлә. Гәүһәр ҙә аҫыл таш, тик башҡа таштар кеүек түгел. Ул — гәүһәр. Тән төҙөлөшө буйынса Пәйғәмбәребеҙ кешегә оҡшаған. Әммә нурлы булыуы менән барыһынан айырылып торған. 63 йәшендә ул 33 йәшлек кеүек кенә күренгән, аҡ сәсе лә бер нисә бөртөк кенә булған. Ул үлмәгән, сәләм әйтегеҙ, мин һәр саҡ ишетермен, тигән. Был шәһиттәргә лә ҡағыла. Улар тере, Аллаһтың янындалар. Ризыҡтарҙы ризыҡландыралар улар.
   Ваххабиҙарҙа, үкенес, иман тигәндең бөртөгө лә юҡ. Улар күпселектә бары ғәрәп кенә. Пәйғәмбәрҙе таныған, Аллаһ ризалығына ирешеүгә ынтылғандар ғына хаҡ юлда. Әл-Худжурат сүрәһендә (49/14): Күсмә ғәрәптәр: "Беҙ иман килтерҙек, тинеләр, «Һеҙ иман килтермәнегеҙ, „Беҙ бирелдек (Ислам ҡабул иттек)! — тип әйтегеҙ, сөнки һеҙҙең күңелегеҙгә иман инеп етмәгән әле. Әгәр һеҙ Аллаһҡа һәм уның рәсүленә буйһонһағыҙ, Ул һеҙҙең эштәрегеҙҙән бер ниҙе лә кәметмәҫ,“ — тип әйт. Аллаһ ысынлап та ярлыҡаусы, рәхимле! (49/15) Иман килтергән кешеләр бары ошолар: улар Аллаһҡа һәм уның рәсүленә иман килтерә, унан (имандарында) шик тотмай, улар үҙ малдары һәм йәндәре менән Аллаһ юлында көрәшә. Улар эскерһеҙ.» Аллаға шөкөр, һеҙҙең башҡорт халҡында Аллаһ яратҡан, әүлиәләр яратҡан сифаттар бар: йомартлыҡ, эшсәнлек, хаҡ ғилемгә ынтылыш, ислам дине өсөн йәндәрен бирергә әҙер булыу. Былар — Аллаһ яратҡан иң күркәм сифаттар.
   Һуңғы ваҡытта дин өсөн көрәш тураһында күп һүҙ алып барыла. Дин өсөн һуғыш та иғлан итәләр. Тик уның үҙ талаптары, үҙ шарттары бар. Бушҡа үлем булырға тейеш түгел, һуғышыусыларҙың ниндәй кеше булыуы ла мөһим. Бик мөһим. Шайтан менән бергә булыуҙары бар ундай һуғышсыларҙың. Балаларҙы бурыслы итеп, һуғыш ҡуптарған өс-дүрт ваххабиға эйәреп, бар халыҡты болғатырға, бүлгеләргә, харап итергә һис ирек ҡуймағыҙ, һәр кем үҙенә шәйех һайлаһын, аҡыллы, хикмәти кешеләрегеҙҙең һүҙенән сыҡмағыҙ. Башҡорттар, арағыҙҙа бик аҡыллы, хикмәти, хаҡлыҡты төшөнгән, динде, халыҡты яҡлаған шәйехтәрегеҙ бар, уларға тоғро булығыҙ. Шәйехһеҙ мосолмандарҙы шайтан тиҙ аҙҙыра.
   Бөйөк һәм Сикһеҙ ҡөҙрәтле Аллаһ «Рәхмәтем, мәрхәмәтем асыуымды уҙып китте», тигән. Мәрхәмәт булырға тейеш һәр мосолманда. Тәриҡәтте, шәриғәтте өйрәткән мәҙрәсәләрҙе күберәк төҙөгөҙ. Бергә тупланып йәшәгеҙ, үҙегеҙгә хаҡ дингә, иманға өйрәтерлек шәйех һайлағыҙ, дөрөҫ юлдан тайпылмаҫһығыҙ.
   Шәйехебеҙ Солтан Нәҙим Хаҡҡаниға мәғнәүи ҡеүәт Пәйғәмбәрҙән килә. Мәүләнә Нәҙим Хаҡҡани Наҡшбәндиә тәриҡәте силсиләһендә ҡырҡынсы шәйех. Силсилә (быуын- быуын сылбыр) Пәйғәмбәр әфәндебеҙҙән Әбү Бәкер хәҙрәткә, унан Сәлмәни Фарсиға күсеп, уға килеп еткән. Әгәр ҙә һеҙ тәриҡәттә булһағыҙ, Мәүләнәнең мәғнәүи ҡеүәтенән тейеше насип булғанын үҙегеҙгә алырһығыҙ. Тәриҡәттәгеләргә дөрөҫ юлдан тайпылмай йәшәргә насип була.
   Машаллаһ, рух, дин байрамына бик күп кеше килгән. Иншаллаһ, Аллаһ һеҙҙең халыҡтың түллеген, тоғролоғон арттырһын. Маҡсаттарығыҙ уртаҡ булһа, Аллаһ хәйерҙәрен бирһен.
   Йәнә бер ҡабатлар инем, намаҙ — диндең терәге, уны һис иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Әгәр берәйегеҙ һаман намаҙға баҫмаған икән, башта ике рәҡәт кенә булһа ла ҡылһын. Намаҙға баҫырға бер ҡасан да һуң түгел, әммә, ни тиклем иртәрәк башлаһағыҙ — шул тиклем бәрәкәтлерәк. Намаҙ уҡый белмәһәгеҙ, өйрәнгәнсе Аллаһ исемен ҡабатлап сәждәлә булығыҙ.
   Башҡорт иленең бәрәкәтлегенә, халҡығыҙҙың түллегенә, хәйерле киләсәгенә, иман юлының, тәриҡәтегеҙҙең ныҡлығына бер доға. Аллаһ ризалыгында йәшәгеҙ. Фатиха.

                                               ӘҮЛИӘ ШИШМӘҺЕ ЯНЫНДА әңгәмә
          Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
          Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
          Бисмил-лләһи -ррәхмани-ррәхим!
          Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Башҡортостан мәмләкәтенә килгәнебеҙгә бөгөн биш көн. Беҙҙең өсөн бер ни ҙә таныш түгел, беренсе тапҡыр күрәбеҙ. Шулай ҙа һис ят түгел. Аллаға шөкөр, иғтибар, хөрмәт бик ҙур. Былай уҡ булыр, тип һис уйламағайныҡ. Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығына, иманлығына, әҙәплегенә, тәрбиәлегенә йәндәребеҙ ҡыуанып, аяҡ баҫҡан һайып Аллаһҡа шөкөр әйтәбеҙ. Бик ҡәнәғәтбеҙ, Аллаһ үҙе риза булһын.
   - Башҡортостанға килеүегеҙҙең сәбәбе ниндәй?
   - Беҙҙең олатайыбыҙ башҡорт, Башҡортостандан. Мәрхүмә әсәйебеҙ хажиә Әминә лә ошонда тыуған. Шуның өсөн олатайым әкиәт илендәй итеп һөйләгән Башҡорт иле беҙгә бик яҡын. Һеҙҙең яҡтарҙан Мәүләнә янына бик күп мосолман килеп йөрөй, уларҙың күңелдәре күркәм. Инде ата- бабаларыбыҙҙың Тыуған илен күрҙек, иншаллаһ, илегеҙ ҙә күркәм, күңелдәребеҙ тулды. Ата-бабаларым, әсәйем мәрхүмә баҡыйлыҡтан беҙҙең сәфәргә, һис шикһеҙ, ҡыуаналарҙыр. Шәйех әфәндегә рәхмәт, уның рөхсәте, ҡушыуы буйынса килергә насип булды.
   - Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ намаҙлы булған, тик беҙгә нәсихәт ҡалдыра алмаған. Беҙҙең мосолмандарға ниндәй нәсихәт әйтер инегеҙ?
   - Беҙҙең дә, һеҙҙең дә ата-бабалар күпләп шәһит киткән, бик күп ҡандар аҡҡан. Уларҙың изге ҡандары менән илегеҙҙең тупрағы һуғарылған. Имандан яҙмағыҙ, тәриҡәттә булығыҙ, Аллаһтың рөхсәте менән һеҙгә мәғнәүи еңеү, мәғнәүи көс-ҡөҙрәт килер. Барыһы ла һеҙҙең халыҡтың ата- бабаларығыҙҙың дини, рухи юлына тоғролоғона бәйле. Дингә, халҡығыҙға тоғролоғона бәйле. Был ерҙәрҙә динебеҙҙең ҡәлғәһе булыр, иншалла.
   - Сәхәбәләр, халҡыбыҙҙың үткәне, киләсәге хаҡында уйҙарығыҙ менән бүлешһәгеҙ ине.
   - Быға тиклемге әңгәмәләрҙә әйтеүебеҙсә, һеҙ, башҡорттар — Аллаһтың яратҡан халҡы. Был ислам ниғмәте, Аллаһ теләгәненә бирер. Аллаһ үҙе теләгәнде мосолман итә, үҙе теләгәнде кафыр итә. Әлбиттә, мосолман ожмахҡа эләгә, кафырҙар ҡайҙа — үҙегеҙ беләһегеҙ. Был — Аллаһтың мәрхәмәте. Аллаһтың мәрхәмәте менән Пәйғәмбәр заманында уҡ сәхәбәләр һеҙгә — башҡорттарға килгән. Төркиҙәр араһында башҡорттар беренсе булып мосолман булған өммәт ул. Был — бик бөйөк, бик яуаплы ниғмәт. Аллаһ бер тапҡыр ниғмәт бирә икән, кире алмай. Мотлаҡ ул дауам итәсәк, иншаллаһ. Бына бит Аллаһтың ниғмәте — һис ҡан түкмәйенсә тотош халҡығыҙ ислам ойоша башлаған мәлдә үк мосолман булған, иншаллаһ.
   - Әүлиәләргә, уларҙың зыяраттарына ҡарата ниндәй мөнәсәбәт кәрәк? Зыярат ҡылғанда нимәгә иғтибар итергә?
   - Беҙ әһли сөннәт һәм йәмәғәт. Әһли сөннәт һәм йәмәғәт дөрөҫ юлды күрһәтер. Зыярат ҡылырға барғас, унда сепрәк-фәлән бәйләү кәрәкмәй, ҡәберҙә ятҡан изге йәнгә арнап әл-Фатиха һәм өс тапҡыр әл-Ихласты уҡығыҙ. Бөйөк һәм Сикһеҙ ҡеүәтле Аллаһ зыяраттағы изге әүлиәнең бәрәкәте, хөрмәте аша һеҙгә лә мәрхәмәт күрһәтер. Беҙ ҡәбер эйәһенән һорамайбыҙ, беҙ тик Бер Аллаһтан һорайбыҙ. Беҙ — кешеләр, гонаһыбыҙ күп. Әүлиә ҡәберендә саф, Аллаһҡа яҡын кеше ята. Мәҫәлән, президентҡа инер алдынан да кемдеңдер ярҙамы менән файҙаланабыҙ, үҙең теләгәнсә генә булмай. Шуның өсөн «әүлиәгә хөрмәт йөҙөнән беҙгә лә Аллаһ мәрхәмәт күрһәт, беҙҙең теләктәребеҙ бойомға ашһын, теләктәребеҙҙе Аллаһ ҡабул ҡыл,» тип доға уҡылыр. Изге ҡәберҙәр тураһында Пәйғәмбәр әфәндебеҙҙең әмере бар. «Зыярат ҡылығыҙ, ғибрәт алығыҙ, ҡәберҙәргә барып бәрәкәт табығыҙ,» тиелә унда. Зыярат ҡылыу, изгеләр рухы аша Бер Аллаһҡа ялбарыу дингә ярашлы, сөннәткә ярашлы.
   - Тәриҡәт нимә тигән һүҙ? Ҡайһы берәүҙәр уны яңылыш аңлай. Был турала, шәйех, һеҙҙең үҙәгеҙҙән ишетергә теләгәйнек.
   - Тәриҡәт-Пәйғәмбәребеҙҙеңтура юлынан Бер Аллаһҡа барыу, тигән һүҙ. Йәмәғәт туплау, ойошоу, берләшеү, дин хаҡына, халыҡ хаҡына хаҡ юлда йәшәү. Йәмәғәт менән хәйерле юлда булыу, кешеләрҙе йыйып дөрөҫ юл күрһәтеү, тигән һүҙ. Һәр кем айырым-айырым булһа, хаҡлыҡ юғала. Бүлгеләнһәң, бәрәкәт тә китә. Йөҙҙәрсә быуат дауамында ислам ғаләмендә һәр тарафта, һәр ваҡыт тәриҡәт булған, тәриҡәтле ерҙә дин дә көслө, кешеләр ҙә ихлас, бергә йәшәүе күңелле, киләсәк өмөтлө. Ә башҡорттарҙа тәриҡәт бигерәк ҡеүәтле булған, тарихығыҙҙы үҙегеҙгә белергә ваҡыт. Беҙҙең төрки ҡәүемдәрҙә ғәҙәттә Наҡшбәндиә тәриҡәте һәр саҡ көслө. Наҡшбәндиә тәриҡәте — диндең үҙе, шәриғәттең үҙе. Шәриғәттә ни тиклем сөннәт, эшләнәһе яҡшылыҡтар булһа, тәриҡәттәге мосолман шул тиклемде эшләргә ашҡыныр. Ысынында тәриҡәт һис ауыр бурыс түгел, ул — ихлас мосолман булыу, Аллаһҡа тура юлдан яҡынлашыу, Аллаһ яралтҡан донъяны яратып, иманда йәшәү, тигән һүҙ. Тәриҡәттә мосолманға еңелерәк, сөнки һине хаҡ юлға йүнәлтеүсе шәйехең-уҡытыусың була, уға таянаһың, кәңәш, ярҙам, бәрәкәт, доғаһын һорайһың.
   - Башҡорт халҡына арнап доға ҡылһағыҙ ине.
   - Аллаһ риза булһын, һеҙҙең халыҡ ихлас, саф, матур. Юғалтмағыҙ ошо күркәм холҡоғоҙҙо. Һеҙ, Пәйғәмбәребеҙгә булған яратыуығыҙ аша, ғәрәптәрҙе әүлиәләй күрәһегеҙ, улар нимә әйтһә, шуны хаҡ икән, тип ҡабул ҡылаһығыҙ. Пәйғәмбәребеҙ заманындағы ғәрәптәр бик аҙ ҡалды. Элекке асылдары юҡ. Хатта Ҡөрьәндә лә Аллаһ уларҙың кире сифаттарын әйткән. Әҙәп юҡ, өлкәндәргә ихтирам юҡ. Әллә ҡайҙан бында килеп дин «өйрәтергә» тотоналар. Өйрәтерҙән башта үҙең ихлас динле бул. Шулай булғас, ғәрәп илдәренә барып уҡып ҡайтҡан һеҙҙең йәштәрегеҙ тыумыштан килгән ихласлығын, сафлығын юғалта, әҙәпһеҙлеккә, иманһыҙлыҡҡа өйрәнеп ҡайта, халыҡты ҡаҡшатырға тотона. Беренсе әҙәп ни ул? Йәғни иң тәүҙә кемде хөрмәт итмәк кәрәк? Аллаһты, Пәйғәмбәр әфәндебеҙҙе. Әммә ғәрәптәрҙә Пәйғәмбәрҙе ихтирам итеү юҡ. Пәйғәмбәргә ихтирам булмағас, әүлиәләргә, ата-бабаларға ла хөрмәт юҡ. Ата-бабаларға хөрмәт булмағас, милләткә, халыҡҡа, телгә һис ихтирам булмаҫ. Уларҙың һеҙгә дин өйрәтерлек ерҙәре юҡ. Уларҙан өйрәнерлек нәмә юҡ, һаҡ булығыҙ, үҙ асылығыҙҙы, иманығыҙҙы һаҡлағыҙ. Улар бында килеп дин «өйрәтергә» маташмаһын. Тәүҙә шәйехебеҙ янына барып әҙәпкә өйрәнһендәр. Бик үкенес, әлбиттә, әммә хәҡиҡәт бына шулай.
   Халҡығыҙҙың иманлы булыуына, сафлығына, ихласлығына йәнә бер доға. Аллаһ ризалығында йәшәгеҙ. Фатиха.

                                                              АСЫ СӨХБӘТЕ
             Әғүзү билләһи минәш-шайтанир ражим,
             Бисмил-лләһи -ррәхмани-ррәхим!
             Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Аллаһтың яратҡан халҡын күреүебеҙсә сикһеҙ шатбыҙ. Бында барығыҙ ҙа Аллаһ хаҡына йыйылғанһығыҙ. Бөйөк һәм Сикһеҙ ҡөҙрәтле Аллаһ кешеләрҙе ни өсөн яралтҡан? Ашап, эсеп, йүгергеләп йөрөһөндәр өсөн генәме? Кешеләрҙең вазифалары башҡа. Бөйөк һәм Сикһеҙ ҡөҙрәтле Аллаһ кешене хайуандарҙан, йәғни башҡа бөтөн мәхлүктәрҙән өҫтөн яралтҡан. Кешенең вазифаһы башҡа. Уға ғибәҙәт бирелгән. Уның бурысы — ғибәҙәт ҡылыу. Аллаға шөкөр, кеше һәм мосолман булып яралтылғанбыҙ. Намаҙҙа һәм тәриҡәттә булһаҡ — бигерәк тә яҡшы, бәрәкәт ле булабыҙ. Беҙгә күп ниғмәттәр бирелгән. Күп кеше, үкенес, шул ниғмәттәр хаҡында белмәй. Балыҡ һыуҙа йөҙә, уны һыуҙан тартып сығарғас ҡына һыуҙың ҡәҙерен белә. Заманалар шулай булды, халыҡты диндән алыҫлаштырҙылар. Дин тыйылды. Урынына яман ғәҙәттәр өйрәтелде. Бары тик дөрөҫ юлға баҫып, Аллаһ юлында булып ҡына яуызлыҡтан, иманһыҙлыҡтан ҡотолоп була. Иман тәмен белгәс кенә яуызлыҡ тоҙағынан ысҡынырлыҡ форсат тыуа. Махсус рәүештә яман ҡылыҡтар аҫтыртын ғына көсләп тағылды: эскелек, наркотиктар... Уларҙы ҡулланған һайын йәнә күберәк кәрәк, сөнки йәнегеҙгә шайтан оялап өлгөрә, һәр наркотик, һәр йотом араҡы яңыһын таптыра, башы ла, аҙағы ла юҡ. Утты бензин менән һүндерергә маташҡан кеүек. Ҡойған һайын дөрләберәк яна, һис туҡтатырлыҡ түгел. Тик иманға ҡайтып ҡына шайтан ҡапҡанынан ҡотолоу мөмкин.
   Һеҙҙең башҡорт халҡында әсәләр, апайҙар, һеңлекәштәр ир-аттарға ҡарағанда диндарыраҡ икән. Уларҙың вазифалары бик ҙур. Бала ҡарау, ир ҡарау, донъя көтөү, өҫтәүенә эшләү — оло вазифа. Ҡатын-ҡыҙ милләтте үҫтерә, тәрбиәләй, Аллаһ уларға сикһеҙ рәхмәттәрен бирһен. Халҡығыҙҙың киләсәген — балаларҙы ла улар тәрбиәләй. Мәктәптәр ябыла, тип әйтәһегеҙ, әлбиттә, мәктәп — мөһим, унан мөһимерәк — ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы, әсәләрҙе ихтирам итегеҙ. Был — мәктәп кенә түгел, был — мәктәптең башы. Ҡатын-ҡыҙҙарығыҙ ир- аттарығыҙ тарафынан ихтирамлы, яҡлаулы, һаҡлаулы, маҡтаулы булһа, милләтегеҙгә сикһеҙ хеҙмәт итәсәк. Иң бөйөк мәктәп — әсә.
   Аллаһ риза булһын һәммәгеҙҙән. Сөхбәт бик мөһим, нәсихәт бик мөһим. Дин — нәсихәт ул. Намаҙ хаҡында йәнә әйтәйем. Балаларығыҙҙы яйлап намаҙға баҫтырығыҙ, Аллаһты, Аллаһ яралтҡан донъяны яратып, яҡшылыҡтар эшләп Аллаһ ризалығында йәшәргә өйрәтегеҙ. Үҙегеҙ менән мәсеткә алып барығыҙ, ҫауабы ҙур булыр. Мәсеттә йүгерһәләр ҙә һис зыяны юҡ, бала бит ул. Күп ерҙә, хатта Төркиәлә лә, шулай була, мәсеткә дүрт-биш кеше һәм бер-ике бала килә. Улар йүгерә, шаяра, уларҙы бөтәһе лә әрләй, ҡыуа башлай. Бахыр балаҡай ник килгәненә үкенә, аҙаҡ ғүмере буйына мәсеткә кереп тә сыҡмай.
   Бына изге өс ай башланды, Рамазан да етәр, иншаллаһ. Тәрәүих намаҙын имам ҡылдыра, онотмағыҙ. Был намаҙҙы яй ҡылдырмағыҙ, ни тиклем тиҙ булһа, шул тиклем йәмәгәт күберәк ылығыр. Өс айҙың һәммәһе лә яҡшы, әммә Рамазан иң күркәме. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа уның ләззәтен тойорһоғөҙ.
   Рамаҙанда төштән һуң ятып торалармы бында? Пәйғәмбәр әфәндебеҙ бер хәҙистә «Төштән һуң ятып тороу мөһим. Был ураҙа тотоуҙы, төнгө намаҙҙы еңелләштерә, сөннәт һанала,» тигән. Иншаллаһ, һеҙҙең илгә Аллаһ ризалығы өсөн килдек. Ниәтебеҙ шулай. Иншаллаһ, Аллаһ ниәтебеҙгә күрә бирһен. Бөтөн мәмләкәтегеҙ, башҡорт халҡы хаҡ юлда, хәйерле юлда булһын. Аллаһ һеҙҙең бөтөн доғаларығыҙҙы ҡабул ҡылып, сикһеҙ түллектәр, хәйерле ғүмерҙәр, иман, ғилем, байлыҡ, сәләмәтлек бойорһон, иншаллаһ. Фатиха.

              Ғилем зәкәте (Шәйех Мәхмәт Әфәнденең 14 декабрь 2014 сөхбәте)

   Тәриҡәт сөхбәт менән йәшәй. Яҡшылыҡ йәмғиәттә. Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) әйтә  торғайны: “Намаҙға баҫҡанда сафтар төҙ һәм тығыҙ булһын. Арала бушлыҡ ҡалмаһын. Әйтерһең дә һуңғы намаҙығыҙҙы ҡылған кеүек ҡылығыҙ (һаубулллашыу намаҙы)”. Әйтерһең дә был донъянан айырылып әхирәткә киткән кеүек. Әйтерһең дә Һеҙгә, был һеҙҙең һуңғы намаҙығыҙ, тип әйткәндәр. Ошо рәүешле намаҙ уҡырға кәрәк. Бер нимә тураһында ла уйламай, бары тик намаҙ ҡылыу. Намаҙ – Исламдың төп терәге. Күп кеше, беҙ мосолман, әммә намаҙ ҡылмайбыҙ, ауыр, тип әйтә.
   Ысынында, ауыр түгел. Аллаһ, Үҙе өсөн намаҙ ҡылыуҙы теләмәй. Намаҙығыҙҙан, ғибәҙәтегеҙҙән Аллаға бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Башҡарғандарыбыҙҙың бер бөртөгөнән дә Аллаға бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Беҙгә файҙаһы бар. Аллаһ намаҙ, ғибәҙәтте беҙгә файҙаһы булһын тип эшләне. Һеҙгә берәй кеше берәй нимә бирһә, һеҙҙе яратҡан өсөн бирә. Әгәр кире бирһәгеҙ, һеҙгә асыуланыр. Һиңә был матур нәмәләрҙе бирәм, һин иһә ситкә этәһең, тип әйтер. Шат булмаҫ Ул. Йәғни Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ был әмерҙе бирә.
Мәүләнә лә әйтә торғайны, намаҙ ҡылмағандарҙың башта эштәре бара кеүек, һуңынан, 10 йылдан һуң, Мәүләнә әйтә торғайны, намаҙ ҡылмағандар ниндәй генә эш башҡарһалар ҙа, файҙаһы булмаҫ, бәрәкәте булмаҫ, уңышлы булмаҫтар. Йәғни, иншаАллаһ, намаҙ ҡылыу, намаҙҙы дөп-дөрөҫ итеп ҡылыу – беҙҙең вазифабыҙ.
   Алда ла әйтеп үтеүебеҙсә, өйрәнеү мәжбүри. Бында 5, 10 минут өйрәнәбеҙ. Нисек итеп тәһәрәт алырға өйрәнергә тейешбеҙ. Әҙәп, сөннәт, яҡшы эштәр, бөтәһен дә өйрәнергә тейешбеҙ. Яйлап-яйлап өйрәнәбеҙ. Ниәтебеҙ – өйрәнеү.
   Әлхәмдүлилләһ, Аллаһ беҙгә ошондай ер бирҙе. Бынд мәшәйех, имам бар. Улар ҙа һеҙгә ғилем өйрәтергә теләр. Уларға белем биреү – шатлыҡ, тик бер кем дә килмәй.
   Беҙҙең һеҙгә үтенес, яҡын йәшәгәндәр йәки бик алыҫ йәшәмәгәндәр, бында аҙна һайын йәки ике аҙнаға бер килә алалар. Программалары ла бар, иншаАллаҺ. Айға бер тапҡыр килһәгеҙ ҙә була. 1 сәғәткә килә алаһығыҙ. Зыярат ҡылығыҙ. Бында – Мәүләнә Шәйехтең макамы. Һеҙгә шәфҡәт килер. Талибә булыу өсөн бәрәкәт килер. Ғилем тадибәһе, илаһи ғилем. Бәрәкәт килер һеҙгә һәм бөтә нимәне ллә өйрәнерһегеҙ. Тағы ла бәхетлерәк булырһығыҙ. Сөнки был һөйләгәндәрҙең бөтәһе лә кешеләрҙе бәхетле итә. Бәлки ҡайһы бер кешеләр дөрөҫ итеп ғөсөл ҡойона йәки тәһәрәт ала белмәйҙер. Берәй нимәне оноторҙар, башҡармаҫтар. Еренә етмәһә лә, әлбиттә, Аллаһ ҡабул итер.
   Тик дөп-дөрөҫ эшләһәгеҙ нығыраҡ ҡабул ителер. Һеҙҙең ошондай мөмкинлегегеҙ бар. Имамдар, әлхәмдүлилләһ, бик яҡшы. Әһл-и сөннәт һәм йәмәғәттән. Тура юлды күрһәтәләр. Улар өсөн белем биреү, ғилем өйрәтеү – ғилем зәкәте ул. Мәшәйехтәр бар. Беҙгә нәсихәт бирә торғайнылар: “Белгәндәрегеҙҙе
өйрәтергә тейешһегеҙ. Үҙегеҙҙә һаҡламағыҙ. Үҙегеҙҙә һаҡлаһағыҙ, ут менән язалаясаҡтар һеҙҙе”.                 Ошондай хәҙис бар ине. Дин белгесенән һәр кем бер нимә өйрәнер, кешеләргә бирмәһә, язаландырыласаҡ. Йәғни улар бәхетле була. Бирергә теләйҙәр, тик бер кем дә килмәй. ИншаАллаһ, бер кеше булһа ла, ике кеше булһа ла, кем килһә лә бирерһегеҙ, иншаАллаһ. Күләмгә ҡарамағыҙ. Аллаһ ебәрәсәк, иншаАллаһ. Рәхмәт һеҙгә. ИншаАллаһ, һеҙҙең менән тағы ла бер нисә айҙан һуң күрешербеҙ.
   ИншаАллаһ, беҙ Мәүләнәнең аманатын дауам итәсәкбеҙ. Уның эше ошо ине. Аллаһ юлындан барыу өсөн кешеләргә ярҙам итеү һәм биреү. ИншаАллаһ, һәр кем ғилем таратыр, бөтөн мосолмандар һәм кешелек өсөн яҡтылыҡ һәм нур булыр. Үә мин Аллаһи әт-тауфиҡ. Әл-Фатиха.

Башҡортостан сөхбәттәрен, шейх Мәхмәттең ошонда уҡығыҙ: //nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/bash%D2%A1ortostan-s%D3%A9xb%D3%99tt%D3%99re.html#more-5601