шейх Мехмет                    Башҡортостан сөхбәттәре

   Шәйех Мәхмәт Әдил ән-Наҡшбәндинең 2014 йылда Башҡортостанға килгәндә һөйләгән сөхбәттәре. Аҫтағы яҙмалар «Башҡортостан сөхбәттәре» китабынан алынды.

     Башҡорт һәм шейх Мәхмәт тигән мәҡәлде ошонда уҡығыҙ: //nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/bash%D2%A1ort-%D2%BB%D3%99m-shejx-m%D3%99xm%D3%99t.html#more-5605

                Өфө Туҡай мәсетендә әңгәмә
         Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
         Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
         Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!

   - БЮТ каналы. Бында килеүегеҙҙең маҡсатын һорар алдынан беҙҙең төбәк өсөн ата-бабаларыбыҙ тотҡан ислам ниндәй мәғәнәгә эйә булыуын белергә теләр инек.
   - Беҙ йыл ярым элек килгәйнек инде. Бында ихласлыҡ бар, кешеләр бик ихлас. Йәғни ислам йөрәктәренән килә бындағы кешеләрҙең. Күп нәмә онотолған, әлбиттә. Күп ваҡыт үткән, шуның өсөн күп нәмә онотолған. Тик ул мөһим түгел. Мөһим булғаны — күңелдәге иман. Ихласлыҡ бик ҡеүәтле бында. Шуның арҡаһында һәр күргән кешегә ышаналар. Тик кешеләр аҡыллы, яҡшыны насарҙан айыра беләләр.
   - Беҙҙең төбәктә «тәриҡәт» һүҙен яңылыш аңлаталар һәм аңлайҙар. Шәйех Мәхмәт Әфәнде, тәриҡәт тураһында әҙерәк аңлатып китмәҫһегеҙме икән?
   - Тәриҡәт яңы нәмә түгел бында. Күп быуаттар дауам итә. Тәриҡәтҡә бәйле булмаған нәмәләр яңы. Наҡшбәндиә тәриҡәте бында бер нисә йөҙ йыл йәшәп килә.
   Наҡшбәндиә тәриҡәте мистикаға яҡын, суфыйсылыҡ. Ҡырҡтан артыҡ тәриҡәт бар. Башҡортостанда иһә иң ҡеүәтлеһе — Наҡшбәндиә тәриҡәте. Шуның өсөн «тәриҡәт ни өсөн кәрәк?», тигән һорау урынлы түгел. Шул мәҙрәсәләр яҡшы, матур кешеләр тәрбиәләгән. Уларҙың доғалары, ата-бабаларҙың доғалары менән Ислам һаҡлап алып ҡалынды бында. Улар булмаһа, ҡалмаҫ ине. Тәриҡәт әҙәпкә өйрәтә, хөрмәтләргә өйрәтә. Иң тәүҙә кемде хөрмәт итәсәкһең? Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.), унан һуң Аллаһтың һөйөклө ҡолдарын, сәхәбәләрҙе, әүлиәләрҙе, мәшәйехтәрҙе. Был беҙҙең халыҡҡа бирелгән нәмә. Башҡаларҙа ул тиклем юҡ. Яңылыш аңлап ҡуймағыҙ, әммә ғәрәптәрҙә ул тиклем хөрмәт юҡ. Атайҙарын да, әсәйҙәрен дә, ҡәрҙәштәрен дә ул тиклем хөрмәт итмәйҙәр. Шуның өсөн, Аллаға шөкөр, был — беҙҙең халҡыбыҙға бирелгән нәмә, яҡшы ғәҙәт. Беҙҙең был донъяла булыуыбыҙҙың маҡсаты — әхирәт өсөн йәшәү. Ул да, Аллаға шөкөр, тәриҡәт ярҙамында бик яҡшы өйрәтелә. Тәриҡәттең әһәмиәте тураһында һоранылар. Бер өлөшөн аңлаттыҡ, бик аҙ өлөшөн. Ысынында иһә бик күп аңлатырға булыр ине. Рәхмәт. Фатиха.
                                                    Туҡай мәсетендәге сөхбәт
   Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
   Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Тәриҡәтебеҙ сөхбәттәр ярҙамында йәшәй. Яҡшылыҡ йәмәғәт менән. Шәйех Наҡшбәндиә Хәҙрәттәре сөхбәттәр һөйләр булған. Башлағанда гел ошолай башлаған.
   Мосолман ҡәрҙәштәрҙең бер-береһенә ярҙам итеүе лә, бергә ултырып һөйләшеүе лә сөхбәт була. Изгелек йәмәғәт менән. Был яҡшы йәмәғәт. Берҙәмлек булырға тейеш. Тырым-тырағай булырға ярамай.
   Йәмәғәт — ул көтөү кеүек. Уның көтөүсеһе бар. Көтөүсе үҙен бүре кеүек тотмаҫ. Бүре кем ул? Шайтан. Көтөүсе бүрене һарыҡтарға яҡын юллатмаған кеүек йәмәғәт булғанда шайтан килмәҫ яныбыҙға.
   Шәйех Нәҙим Хәҙрәттәренең маҡамы юғарыла булһын...
   Әүлиәләр бында йөҙҙәрсә йыл йәшәгән. Һәр береһе доға ҡылған. Уларҙың доғалары ҡабул була. Әлеге ваҡытта ситтән килгән фетнә бар. Уларға ышанмаһындар. Улар — үтеп китә торған шауҡым. Ышаныслы мосолман, ныҡлы иман иһә бында, был мәсеттәрҙә. Тегеләр иһә килер ҙә китер. Уларға ла насарлыҡ теләмәйбеҙ, ҡалһындар. Уларҙы ла Аллаһ төҙәтһен, иншаАллаһ. Улар — беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ.
   Аллаһ бөтөн нимәне лә еңеләйтә. Еңеләйт, ауырлаштырма, ти. Беҙҙең юлыбыҙ матур, ауырлыҡ юҡ.
   Барығыҙҙан да Аллаһ риза булһын. Шәйех Әфәнденең һәр ваҡыт иҫкә ала торған нәсихәте бар ине. Бөтөн кешегә лә әмере ине. Килгән һәр кеше файҙаһын күрһен тип, был васыятты әйтеп үтәйек. Бөтөнләй намаҙ уҡымағандар көнөнә ике рәҡәт булһа ла намаҙ уҡыһын. Башлаһындар. Намаҙ кешегә тыныслыҡ килтерә. Башҡа ерҙә бындай тыныслыҡты ул таба алмаҫ. Эше бәрәкәтле, гел уңай булыр. Намаҙ ҡылмағандарҙың доғаһы ҡабул булмай, ти. Әүлиә ни тиклем генә бөйөк булмаһын, кеше намаҙ ҡылмаһа, доғаһы уға барып етмәй. Фатиха.

                                                  Салауат Юлаев музейындағы сөхбәт
       Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
       Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
       Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Беҙ бында булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Һеҙ бында Аллаһ өсөн килдегеҙ. Аллаһ та, һеҙҙең ниндәй генә ихтыяждарығыҙ, хәжәттәрегеҙ булһа ла, мотлаҡ бирәсәк.
   Салауат — Аллаһтың арҫланы, һуғышсыһы. Аллаһ юлында һуғышҡан. Ул хәҙер Аллаһ янында иң юғары мәртәбәләрҙә. Шуның өсөн, был мәмләкәт артабан да мосолман булып ғибәҙәттә булһа, халыҡ та иманлы булыр, Салауат та рәхмәтле булыр, Аллаһтан сауап яҙылыр.
   Һеҙ бында фани донъя өсөн түгел, Аллаһ өсөн килдегеҙ. Салауат башҡарған эштәр бушҡа китмәне, тимәк. Аллаға шөкөр. Ҡарайым да һеҙгә, машаАллаһ, ҡатындарҙың да, ирҙәрҙең да, бында булған бер кемдең дә Аллаһтың рөхсәте менән бер ниндәй зары юҡлығын күрәм.
    Аллаһ ни өсөн беҙҙе бында ебәрҙе? Был — Аллаһтың мәрхәмәте. Бик ҡыҫҡа осор, унан һуң ысын тормош — әхирәт башланасаҡ. Ни тиклем оҙон булмаһын, тормош барыбер ҡыҫҡа. Сөнки әхирәт мәңгелек, унан һуң һис үлем юҡ. Аҡыллы кеше был турала белә, әхирәт өсөн тырыша. Малын да Аллаһ юлында тотона, йәнен дә бирә Аллаһ юлында.
   Хәҙер, Аллаға шөкөр, һуғыш асырға ихтыяж ҡалманы. Беҙ бында килгәнбеҙ. Был матур мәмләкәттә йәшәйбеҙ. Аллаһ та ниғмәтен биргән, бик яҡшы йәшәйбеҙ. Тик Аллаһ ҡушҡандарҙы мотлаҡ эшләргә тейешбеҙ. Аллаһ нимә ти? Аллаһ яҡшылыҡты бойора. Насарлыҡты тыя Аллаһ. Ҡомарлы уйындарҙы, урлашыуҙы тыя. Донъяла ни тиклем насар нәмәләр булһа, бөтәһен дә тыя. Яҡшылыҡ эшләгеҙ, бер-берегеҙҙе яратығыҙ, бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, ти. Бынан башҡа Аллаға ғибәҙәт ҡылыу бар. Көнөнә кәм тигәндә ике рәҡәт булһа ла намаҙ уҡымағандар, хәҙер башлаһын. Ул ваҡытта эштәрегеҙ ҙә көйләнер, үҙегеҙҙе тағы ла яҡшыраҡ тойорһоғоҙ. Аллаһ ҡаршыһында ла яратҡан ҡол булырһығыҙ, әхирәттә йәннәткә инерһегеҙ, иншаАллаһ. Быларҙы башҡармаған үҙе белер. Аллаһ бер кемдең ғибәҙәтенә лә мохтаж түгел. Ул кешенең үҙе өсөн, үҙ мәнфәғәте өсөн. Аллаһ бөтөн нимәне лә бар иткән, бер нимәгә лә ихтыяжы юҡ. Аллаһ бөтөн байлыҡтарҙың хужаһы. Аллаһ йомарт. Килегеҙ, алығыҙ, тип саҡыра һеҙҙе. Тағы ла Аллаһтың намаҙ ҡылған кешегә әхирәттә бирәсәк сауабының иҫәбе-һаны юҡ. Тик намаҙ ҡылмағандарҙы яза көтә. Былар бөтәһе лә һеҙҙең файҙаға.
   Әйтеүебеҙсә, донъя ҡыҫҡа. Тик фани донъяла ла бар файҙаһы ғибәҙәттәрҙең. Булмай, башҡара алмайбыҙ, тип әйтәһегеҙ. Шулай ҙа башҡарырға кәрәк, ике рәҡәт булһа ла. Ике рәҡәттән башлап, аҙаҡ көнөнә биш тапҡырға еткерерһегеҙ.
   Тағы ла Аллаһтың һөйөклө ҡолдарын яратығыҙ. Һис тә булмаһа улар менән бергә булырһығыҙ. Тәү сиратта Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.), әүлиәләрҙе, сәхәбәләрҙе яратырға тейешбеҙ. Кәм тигәндә Салауатты ғына яратһағыҙ ҙа, Аллаһ янында уның менән бергә булырһығыҙ, иншаАллаһ. Сөнки Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) хәҙисе буйынса, ҡиәмәт көнөндә кеше яратҡан кешеләре менән бергә булыр. Салауат беҙҙең өсөн уға рәхмәт әйтергә, доға ҡылырға бөйөк сәбәп булып тора. Һис тә булмаһа яратҡан кешене йәннәтле итер.
   Аллаһ бөтәгеҙҙән дә риза булһын. Бик шат булдыҡ. Тағы ла күрешербеҙ, иншаАллаһ. Фатиха.
   Доға. Был йыйылышыбыҙ хәйерле булһын, иншаАллаһ. Яҡшылыҡ булһын, яҡшылыҡ башланғысы булһын. Бынан һуң уларҙың да, беҙҙең дә иман тағы ла ҡеүәтләнһен, иншаАллаһ. Был мөбәрәк заттың (Салауат Юлаевтың) өммәтенең, улар Аллаһ өсөн килделәр, бөтөн яҡшы маҡсаттары тормошҡа ашһын. Доғалары ҡабул булһын. Һәр төрлө ауырыуҙар, күренгән-күренмәгән бәлә- ҡазалар, афәттәр алыҫ торһон, иншаАллаһ. Балалар ҙа дөрөҫ юлда булһын, Исламға хеҙмәт итһен, Алланың, Пәйғәмбәрҙең яратҡан ҡолдары булһын, иншаАллаһ. Бында бергә булған кеүек әхирәттә лә, йәннәттә лә бергә булырбыҙ, иншаАллаһ. Фатиха.

                                                         Әүештау сөхбәте
            Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
            Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Һаумыһығыҙ! Хуш килдегеҙ!
   МашаАллаһ, беҙ ҙә бында, был мөбәрәк ергә икенсе тапҡыр килеү бәхетенә ирештек. Аллаға шөкөр, йәмәғәт тағы ла күбәйә. Әлбиттә, былтырҙан хәҙергә тиклем ҡайһы бер ваҡиғалар булып үтте. Аллаһтың әйткәндәре булып тора. Бер кем дә был донъяла үҙгәрмәй тормай. Бары тик Аллаһ ҡына үҙгәрмәй. Аллаһ ҡына — мәңгелек. Бөтөн кеше лә үҙгәрә. Бары тик Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ ҡына үҙгәрмәй. Ата-бабаларыбыҙ килде-китте, килде-китте. Былтыр Шәйех Әфәндебеҙ беҙҙең менән ине. Быйыл ысын донъяға күсеп китте. Шәйех Әфәндебеҙҙең һеҙгә ҡарата мөхәббәте бар ине. Берәй ерҙә башҡорт, татар, ҡаҙаҡ күрһә, мин һеҙҙең еҙнәгеҙ, тип әйтер ине. Ни өсөн ярата ине? Сөнки Аллаһ яратҡанды Аллаһтың яратҡан ҡолдары ла ярата. Аллаһты яратҡанды Аллаһ ярата. Аллаһ кешеләрҙе ҡәрҙәш итеп яралтты. Әлбиттә, һәр беребеҙ төрлө-төрлө. Төрлө диндәр, төрлө төркөмдәр барлыҡҡа килде. Тик хаҡ дин — ул Ислам дине. Сөнки Ислам бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабул итә. Ғайса хәҙрәтте (ғ.с.) лә, Муса хәҙрәтте (ғ.с.) лә. Бөтәһен дә. Береһен дә, ул — юҡ, тип әйтмәй, һәр береһен ҡабул итә. Башҡалар Исламды ҡабул итмәһә, уларға хәүеф янай. Әлбиттә, беҙҙән түгел, Аллаһтан. Сөнки Аллаһ, теләгән иманлы булһын, теләгән иманһыҙ булһын, ти. Уларға әжерен Аллаһ бирәсәк, беҙ түгел.
   Беҙҙең мосолмандар — ҡәрҙәш. Үҙеңде нисек яратһаң, ҡәрҙәшеңде лә шулай яратасаҡһын, тигән бик күп хәҙис-шәрифтәр бар. Солох, килешеү — ул яҡшылыҡ, тип әйтә Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.). Йәғни, беҙ — мосолман, тип башҡалар менән ыҙғышырға тейеш, тигән ҡағиҙә юҡ. Наҡшбәндиә тәриҡәтенең, бөтөн тәриҡәттәрҙең, бөтөн әһли сөннәт һәм йәмәғәттең тәғлимәте был. Килешеп йәшәгеҙ, бер-берегеҙҙе яратығыҙ, бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ. Тик торғандан этте лә үлтерә алмайһың, әгәр ул зарар килтермәһә.
   Әлеге ваҡытта ҡайһы бер төркөмдәр барлыҡҡа килде. Халыҡтың башын бутайҙар. Хатта мосолманды үлтерәләр. Күрәбеҙ уны. Былар мосолманлыҡты нисек аңлай икән? Белмәйбеҙ. Беҙ — ғәрәп, тип әйтәләр. Ғәрәп булһа, динде тағы ла яҡшыраҡ аңларға тейеш. Нисек аңламайҙарҙыр, уны аңлай алмайым. Ни өсөн аңламайҙар? Сөнки нәфселәре ҡушҡанса эш итәләр. Шәйехе юҡ, мөршиде юҡ. Сөнки ҡабул итмәйҙәр. Улар халыҡты алдата, һәләҡ итә. Үлтергән дә йәһәннәмдә, үлгән дә йәһәннәмдә, тигән хәҙис бар. Йәғни мосолмандар өсөн һуғышыу, уларҙың бер-береһен, шул иҫәптән мосолман булмағандарҙы ла, үлтереүе яраған эш түгел, әлбиттә. Һиңә ҡаршы һуғышыусы булмаһа, бала-саға үлтереү гонаһ һанала. Тәриҡәт бына ошолай була.
Күп кеше:
   - Тәриҡәт нимәгә кәрәк ул? — тип һорай.
   Тәриҡәт, машаАллаһ, һеҙҙең кеүек кешеләрҙе тәрбиәләне. Ата- бабаларыбыҙ йөҙ йылдар дауамында был мәмләкәттә ғибәҙәт ҡылды, бәрәкәт, яҡшылыҡ килтерҙе. Исламға ҡеүәт булды. Исламдың ҡәлғәһе булды был ерҙәр, сөнки Алланың һөйөклө ҡолдары булған ерҙә бәрәкәт тарала тирә-яҡҡа. Яҡлау була. Улар арҡаһында Аллаһ һаҡлай. Улар нур бирә. Кешеләргә бағышлап доға ҡылһалар, доғалары ҡабул була Алланың рөхсәте менән. Шуның өсөн беҙҙең ҡайһы бер кешеләр алдана. Алданмаһындар. Алланың әүлиәләрен ҡабул итһендәр. Уларға ҡаршы һүҙ һөйләмәһендәр, сөнки әүлиәләрҙе Аллаһ ҡурсалай. Зыян итергә, һүҙ тейҙерергә теләгән кешеләр язаһын күрер, уларға зарар килер. Аллаға ҡаршы көрәшмәһендәр, сөнки бөтөн нимә Алланың ҡулында. Бер нимә лә эшләй алмайһың. Беҙ әҙәп, мөхәббәт, сөхбәт менән дауам итербеҙ, иншаАллаһ.
   Дин — ул нәсихәт. Нәсихәт яҡшы нимәләр һөйләр, бирер. Бында йыйылған саҡта Шәйех Әфәндебеҙҙең бер нәсихәтен иҫкә алып үтәйек. Ул, намаҙ — диндең терәге, тип әйтә. Белмәйем, барығыҙҙа намаҙ ҡылалыр, иншаАллаһ. Ҡылмағандар бар икән, бөтәһен дә бер юлы өйрәнеү, башлау ауыр булыр. Яйлап көнгә ике рәҡәттән башлағыҙ. Аҙаҡ яйлап, Алланың рөхсәте менән, бөтәһен дә ҡылырһығыҙ. Ул һеҙгә бәрәкәт килтерер. Тынғы табырһығыҙ, рәхәтлек күрерһегеҙ. Алланың ризалығына өлгәшерһегеҙ. Әхирәттә ҙур ҡаҙаныш булыр был, сөнки бынан һуң тағы ла йөҙ йыл йәшәһәк тә, бында ҡалмаясаҡбыҙ. Ысын тормош — ул әхирәт. Тормош тиҙ үтә. Һеҙ, Аллаһ риза булһын, беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ, ағайҙарыбыҙ, апайҙарыбыҙ. Кемдер берәү:
   - Ниңә былай йыш киләһең? Аҡса эшләр өсөнмө? — тип һорауы мөмкин. Юҡ, аҡса-фәлән һорамайбыҙ. Аллаһ бирәсәк бүләк етәр. Аллаһ бирәсәк бүләкте көтәбеҙ беҙ.
   Аллаһ, бер кешене дөрөҫ юлға баҫтырһа, был бөтөн донъя байлыҡтарына ҡарағанда ла хәйерлерәк, тип әйтә. Беҙ Аллаһ ризалығы өсөн киләбеҙ. Һеҙҙән бер нимә лә талап итмәйбеҙ. Бары тик доға һорайбыҙ. Ихлас кешеләрһегеҙ, саф күңелле кешеләрһегеҙ.
   Кемдең доғаһы ҡабул булыры билдәле түгел. Бөтәгеҙ ҙә доға ҡылығыҙ. Беҙ ҙә һеҙгә арнап доға ҡылырбыҙ, иншаАллаһ. Аллаһ риза булһын. Һеҙҙе һыуыҡта көттөрҙөк. Фатиха.

                            Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалындағы сөхбәт
       Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
       Бисмил-лләһи -ррәхмани-ррәхим!
       Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Дин өйрәнеү, Ислам динен өйрәнеү — бөтөн мосолманға ла фарыз. Өйрәнгәнгә тиклем фарыз. Хәҙер һеҙ өйрәнәһегеҙ, туранан-тура ғилем талибәһе һеҙ. Һеҙҙең Аллаһ янында баһағыҙ бик юғары. Фәрештәләр ҡанаттарын йәйә өҫтөнән талибәләр, ғилем талибәләре йөрөһөн, тип. Әлбиттә, ғилем өйрәнеү — һәр кемгә фарыз. Артабан һеҙ йәмғиәттә кешеләрҙе өйрәтәсәкһегеҙ. Нимә белһәгеҙ, шуны өйрәтәсәкһегеҙ. Был эште Алланың ризалығы өсөн башҡарасаҡһығыҙ. Аллаһ һеҙҙе һынаясаҡ. Аллаһ, талиптың ризығын мин килтерермен, ти. Йәғни уға һис кенә лә ризыҡ табырға кәрәкмәй. Аллаһ ебәрә уның ризығын. Һеҙ Аллаһ өсөн хеҙмәт итегеҙ. Аллаһ һеҙҙе бөтөн нимә менән дә тәьмин итә, йәғни бөтөн сығымдарығыҙҙы ла ҡаплай.
   Ихласлыҡ менән килгәнһегеҙ барығыҙ ҙа. Һеҙҙең вазифағыҙ бөйөк. Ата-бабаларығыҙҙың юлынан барырға ярҙам итергә тейешһегеҙ кешеләргә, сөнки бик үҙенсәлекле нәмәләр килеп сыға.
   Юҡ, дөрөҫ эшләмәйһегеҙ, юҡ, тегеләй-былай, тигәндәргә ышанмағыҙ. Һеҙ барған юл — әүлиәләр юлы, сәхәбәләр юлы, пәйғәмбәрҙәр юлы. Имандарығыҙҙы ҡеүәтләү өсөн бында һеҙ. Башҡаларҙың имандарын да ҡеүәтләйәсәкһегеҙ. Тегеңә ышанма, быға ышанма, тиһәләр, иман ҡалмаҫ төркөмдә. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) хаҡында, ул үлде, китте, тиҙәр. Инде бынан һуң унан файҙа булмаҫ, тиҙәр. Шуға тиклем барып етә кеше. Ул ваҡытта кешеләрҙә иман нисек ҡалыр? Әүлиәләр, сәхәбәләр тураһында ла шулай һөйләйҙәр. Улар кешеләрҙең саф күңеленән файҙалана. Аллаға шөкөр, Зәйнулла Ишан хәҙрәттәре меңдәрсә уҡыусы тәрбиәләне. Был мосолманлыҡ өсөн насар булдымы? Насарлыҡ эшләнеме мосолманлыҡҡа? Мосолман Аллаһ өсөн эшләне, Аллаһ өсөн йәшәне, Аллаһ өсөн үлде. Насар бер ғәмәл дә ҡылманы. Шундай булырға тейешбеҙ. Бында илаһийәт факультеты асылды. Тик уҡыуҙан башҡа рухи яҡты ла ҡеүәтләндерергә кәрәк. Мистика, тәриҡәт, улар рухи яҡты ҡеүәтләндерә.
   Наҡшбәндиә тәриҡәте — илаһийәттең, шәриғәттең йөкмәткеһе, йөрәге ул. Йәғни уның рухы, ул рухһыҙ нәмә түгел. Ул иманды тоҡандыра. Аллаға шөкөр, һеҙ — Алланың һөйөклө ҡолдары, сөнки ошондай мөбәрәк заттың янында дәрес үткәрәһегеҙ. ИншаАллаһ, уның бәрәкәте менән кешеләргә, халыҡҡа бик ҙур файҙағыҙ тейәсәк. Шайтан һеҙгә ҡамасауларға тырышасаҡ. Ул һеҙҙең былай тура юлда булыуығыҙҙы теләмәҫ. Шуның өсөн бик ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Ялған ғалим бар, йәғни насар ғалим. Уға яза ике тапҡыр булыр, сөнки ул насарлыҡ эшләгәнен белә, ул киреһен эшләй. Ул ике тапҡыр язаға тарттырыласаҡ. Ә бына ысын ғалим ун тапҡырҙан да күберәк сауап алыр кешеләрҙән.
   Аллаһ бөтәгеҙҙе лә ихлас кеше итһен. Ысын ғалим, ысын ҡол, ысын мөрит итһен һәммәгеҙҙе лә, иншаАллаһ. Аллаһ риза булһын. Һеҙҙең бәрәкәтегеҙ арҡаһында рәхмәт яуҙы бында, беҙ студенттар янына килгән өсөн. Бөтәбеҙгә лә рәхмәт яуҙы.
Доға. Аллаһ бында булғандарға зиһен асыҡлығы бирһен. Быларҙы сәбәп итеп мәмләкәттә күпме кеше булһа, һәммәһен дә тура юлға күндерһен, иншаАллаһ. Бәхет бирһен, оҙон ғүмерҙәр бирһен, иншаАллаһ. Ниндәй изге маҡсаттарығыҙ булһа, тормошҡа ашһын, иншаАллаһ. Яуызлыҡтар юҡҡа сыҡһын, алыҫ торһон был мәмләкәттән, кешеләребеҙҙән, мосолмандарыбыҙҙан. Ниндәй күренгән-күренмәгән ҡазалар, бәләләр булһа, Аллаһ алыҫ тотһон беҙҙән. Шәйхебеҙ Зәйнулла Ишан хәҙрәттәренең маҡамы юғарыла булһын, хөрмәттәре әҙер булһын, иншаАллаһ. Бында бергә булған кеүек йәннәттә лә күрше булырбыҙ. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙгә (с.ғ.с.), әүлиәләргә күрше булырбыҙ. Донъя бәхетле булһын, иншаАллаһ. Фатиха.

                                       Зәйнулла Рәсүли мәсетендәге сөхбәт
          Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
          Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Һеҙҙең мәмләкәттең күп ерҙәрендә булдыҡ. Бик яҡшы булды, машаАллаһ.
   Аллаһ кешеләргә бөтөн нимәне лә биргән. Күп кешеләрҙә иһә ҡәнәғәтлек тойғоһо юҡ. Ысынында иһә, риза булған кеше — иң ҙур хазинаға эйә булған кеше ул. Һеҙҙең халыҡ сабыр ҙа, ҡәнәғәт тә, машаАллаһ. Был матур сифатты Аллаһ биргән һеҙгә. Был бик ҙур ниғмәт, байлыҡ. Ҡомһоҙ кешегә тотош донъяны бирһәң дә, туймаҫ. Ҡәнәғәт кеше бер телем икмәк, хатта бер телем ҡоро икмәк һәм һыу менән дә ҡәнәғәт булыр. Аллаға шөкөр итер, тыныс булыр.
   Аллаһ был милләтте булдыҡлы итеп яралтҡан. Бәләкәй генә бер нәмә менән дә ҡәнәғәт була белә, үҙен мәшғүл итә, үҙенә ризыҡ таба. Аллаға шөкөр, модаға ул тиклем әһәмиәт бирмәйҙәр. Иң мөһиме ошо. Мода аҡылһыҙ кешеләрҙе йота. Ул ваҡытта, әлбиттә, кешеләргә аҡса етмәйәсәк. Мин быны кеймәйем,тип үҙенән ҡәнәғәт булмаҫ. Был — шайтан алдатыуы. Һаҡ булығыҙ, ышанмағыҙ уға. Кеше һәр ваҡыт килешкәнде кейһә, һәйбәт булыр. Йәғни мотлаҡ ул әйткәнсә буласаҡ, тигән һүҙ түгел. Һаулығың өсөн нимә яҡшы булһа, шуны кейәсәкһең, шуны ашаясаҡһың, шуны эсәсәкһең. Исламдың тәғлимәте тап ошо инде: «Ясирру үә лә ту’ассиру», йәғни 'еңеләйт, ауырлаштырма'. Был бөтөн нимәгә лә ҡағыла. Бөтөн нимә лә еңел булһын. Һин мотлаҡ ошо нәмәне кейәсәкһең тиһәләр, еңеллек буламы? Юҡ, еңеллек булмаясаҡ, ауырлыҡ буласаҡ был. Былтырғы мода бөттө, хәҙер яңы мода буйынса кейенергә кәрәк, тип әйтәләр. Юҡ, Исламда ундай нимә юҡ. Исламда иң мөһиме — таҙалыҡ. Таҙа булһа, бөтөн нимәне лә кейә алаһың. Шуның өсөн тегеңә-быға ҡарап тормағыҙ. Ҡәнәғәт кеше — ул тыныс кеше. Аллаһ был бәхетте беҙҙән алмаһын. Аллаһ һәммәгеҙгә лә һаулыҡ, оҙон ғүмерҙәр бирһен, муллыҡ бирһен, бер кемгә лә мохтаж булмағыҙ, иншаАллаһ.
   Мәрхүм Шәйех Әфәнде күп йөрөгәндән һуң кисен, арыным, тип әйтә ине. Элек, ауырығанға тиклем. Аллаһ ауырыуҙан арытмаһын. Бындай ғына арыу ятып торғас та бөтә. Ял итеп алған кеше иртән рәхәтлек тоя.
Аллаһ бөтәгеҙҙән дә риза булһын. Тағы күрешербеҙ, иншаАллаһ. Фатиха.

                                                            Ҡаһарман сөхбәте
          Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
          Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
          Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Аллаһ бөтәгеҙҙән дә риза булһын. Һыуыҡ тип торманығыҙ, ҡар тип торманығыҙ, машаАллаһ, Алланың ризалығы өсөн килдегеҙ. Ни тиклем көткәнһегеҙҙер, белмәйем, тик сабырлы көттөгөҙ. Аллаһ юлында бер аҙ ҡыйынлыҡ күрҙегеҙ, тик мин быны тойманым. Алланың ризалығы өсөн көттөгөҙ, шуның өсөн бер нигә лә иғтибар итмәнегеҙ, машаАллаһ. Һыуыҡ булһа ла, уны һиҙмәйһегеҙ.
   Былар бөтәһе лә Алланың ризалығы өсөн. Бөтөн кешегә лә насип булмай. Был бөйөк ниғмәт. Был Алланың бөтөн кешегә лә биргән нәмәһе түгел. Ҡайһы бер кешеләргә генә бирер. Алланың мөхәббәте, Аллаһ юлында йөрөгәндәргә ҡарата һөйөүе, мөхәббәте. Алланың биргән иман ниғмәте, иман байлығы. Аллаһ күп кешеләргә бирер был нәмәне, тик бөтөн кешегә лә бирмәҫ. Был донъялағы иң ҙур ниғмәт, байлыҡ. Фәҡир, бай, яҡшы, насар булыу мөһим түгел, иң мөһиме — эсендәге иман. Һәр кем хәленән риза икән, Аллаһ унан да риза булыр. Хәленән риза булмай, зарланһа, был Аллаһ яратмаған ғәмәл. Аллаһ быны яратмай. Аллаһ, ҡолом миңә зарлана, тип әйтер. Ул иманға бәйле. Иманы ныҡлы булған зарланмаҫ Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһҡа.
   Әйтеп үтеүемсә, был донъяла кеше күпме йәшәһә лә йәшәһен, тик барыбер тормош ҡыҫҡа, был иң мөһиме, көндәрҙән бер көн күсеп китәсәк мәңгелек тормошҡа. Аллаға шөкөр, Аллаһ һеҙгә иман биргән. Иң бөйөк ниғмәтте биргән. Унан башҡаһы бер ни ҙә тормай.
   Аллаға шөкөр, был ерҙәр — ата-бабаларыбыҙ быуаттар буйына Исламды һаҡлаған ерҙәр. Исламдың ҡәлғәһе был ерҙәр. Ҡиәмәткә тиклем ҡабул булыр уларҙың доғалары. Аллаһ бөтөн нимәне лә биргән һеҙгә. Бәрәкәт биргән. Һеҙ ҙә, Аллаға шөкөр, яҡшы кешеләрһегеҙ. Аллаһ һеҙҙе һаҡлаһын, иманығыҙҙы тағы ла нығытһын.
   Шәйех Әфәнденең васыятын еткерәбеҙ һеҙгә. Намаҙ ҡылмағандар һәр көн ниндәй ҙә булһа бер ваҡытта ике рәҡәт намаҙ ҡылһындар. Ул ваҡытта Аллаһ һеҙгә рәхмәт менән ҡарар. Эштәрегеҙ ҙә яҡшы булыр, тыныслыҡ табырһығыҙ.
   Аллаһ һәммәгеҙҙән дә риза булһын. Доға ҡылайыҡ.
   Был йыйылышыбыҙ хәйерле булһын, иншаАллаһ. Яҡшылыҡ хасил булһын. Аллаһ һеҙгә оҙон ғүмер, бәхет, муллыҡ, бәрәкәт бирһен, иншаАллаһ. Насарлыҡтар юҡ булһын. Ниндәй яуызлыҡ булһа, бөтәһе лә алыҫ торһон, иншаАллаһ. Ауырыуҙар, күҙ тейеү, күренгән-күренмәгән яманлыҡтар, бөтәһе лә алыҫ торһон, иншаАллаһ. Балалар ҙа дөрөҫ юлда булһын. Хәйерле юлда булһындар, иншаАллаһ. Аллаһ бөтәгеҙгә лә аҡылды, иманды кәм бирмәһен, иншаАллаһ. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) ни теләһә, беҙ ҙә шуны теләйбеҙ. Ниндәй насарлыҡтар булһа, ул теләмәгән аламалыҡтар булһа, уларҙы теләмәйбеҙ. ИншаАллаһ, был донъяла ла, әхирәттә лә бәхет эйәһе булырбыҙ. Хәҙер бында икенсе тапҡыр киләбеҙ. ИншаАллаһ, әхирәттә, йәннәттә бергә, мәңге бергә булырбыҙ. Пәйғәмбәрҙәрҙең (с.ғ.с.), шәйехтәрҙең күршеһе булырбыҙ,
иншаАллаһ. Фатиха.

                                         Урал батыр маҡамы янындағы сөхбәт
          Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
          Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
          Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ Ҡөрьән Кәримдә, һәр өмммәткә бер пәйғәмбәр ебәрҙек, ти. Һеҙҙең иһә бында Урал пәйғәмбәр (ғ.с.) бар. Аллаһ уны бик күптән ебәргән. Уны оноттормаған. Уның бәрәкәте бөтөн төрки халыҡтарына барып еткән. Алланың пәйғәмбәре ул. Ябай бер кешене әүлиә тип ҡабул итеү әҙәплек һанала, уға сауап ҡаралған. Ҙур күләмдә.
   Аллаһ 124 мең пәйғәмбәр ебәргән, 313 китап төшөргән. Иң аҙаҡтан Пәйғәмбәр Әфәндебеҙгә (с.ғ.с.) Ҡөрьән килгән. Һәр килгән пәйғәмбәр Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) өммәтенән булырға теләгән. Иң хәйерле, иң әҙәпле пәйғәмбәр — ул һуңғы пәйғәмбәр, Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.).
   Элек бер үк ваҡытта бер нисә пәйғәмбәр йәшәгән ваҡыттар булған. Ҡалған пәйғәмбәрҙәр кемгә китап төшөрөлһә, шуға буйһонған. Уның әмерҙәрен ҡабул итеп, халыҡҡа еткергәндәр. Ҡайһы берҙәре бик бөйөк пәйғәмбәр булып танылған. Ике генә сәхәбәһе булған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған. Пәйғәмбәрҙәр — кешеләр араһында иң юғары мәртәбәләрҙә булған кешеләр. Улар гонаһһыҙ, саф. Гонаһ эшләтмәҫ уларҙан Аллаһ. Иң матур холоҡ, тәбиғәт уларға бирелгән. Ошондай булыуҙары менән бергә, иң күп ғазап сигеүселәр ҙә — улар.
   Иң күп пәйғәмбәр Израиль халҡына ебәрелгән. Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәрҙәргә иң күп михнәтте лә улар сиктергән. Бер үк ваҡытта меңләгән пәйғәмбәрҙе үлтергән саҡтары булған. Шулай михнәт сиккән пәйғәмбәрҙәр. Шуның өсөн күбеһенең ҡайҙа йәшәгәнен, ҡайҙа ерләнгәнен Аллаһ ҡына белә. Тик был мөбәрәк Урал пәйғәмбәрҙең (ғ.с.) ере билдәле булған бында. Был пәйғәмбәр бында ебәрелгән һәм ул бында күп хөрмәт күргән. Кешеләр ышанған үҙенә. Уның ейәндәре булған һеҙҙең өсөн уның бәрәкәте хасил булды. Йәннәттә лә бергә булырһығыҙ, иншаАллаһ.
   Бында тиклем килдегеҙ Алланың ризалығы өсөн пәйғәмбәргә зыярат ҡылырға тип. Ниндәй теләктәрегеҙ, хәйерле маҡсаттарығыҙ булһа, шулар тормошҡа ашһын, иншаАллаһ. Фатиха.

                                                         Бөрйән сөхбәте
           Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
           Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
           Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ кешеләргә байлыҡ бирһә, уны хәйерле эштәрҙә ҡулланырға бойора. Ҡөрьән Кәримдә «кулү үәшрәбү үә лә тусрифү», йәғни 'ашағыҙ, эсегеҙ, тик исраф итмәгеҙ', тигән. Кеше иң тәүҙә балаларына, йәғни ғаиләһенә яҡшылыҡ эшләргә тейеш. Унан һуң туғандарына, унан һуң күршеләренә, ауылдаштарына, унан һуң инде иленә. «Әл акрабуна әл мабүл малүк», йәғни иң башта яҡындарыңа яҡшылыҡ эшләйәсәкһең. Яҡын туғандар «сыла-и рахим» — ул атай, әсәй, инәйҙәр һ.б. Уларға мотлаҡ иң башта яҡшылыҡ эшләйәсәкһең, сөнки «сыла-и рахим», йәғни ҡан ҡәрҙәшлек — бик ҙур яуаплылыҡ. Был Алланың әмере. Кем ҡан ҡәрҙәшлекте дауам итһә, Аллаһ уны ла дауам иттерер. Кем уны өҙһә, Аллаһ уны өҙөр.
Һеҙҙең бында, Аллаға шөкөр, бөтөн кешелә лә бар был ҡан ҡәрҙәшлек тойғоһо. Беҙҙең Салауат әфәнде аңлатыуынса, бөтөн кеше лә туғандарының ҡайҙан килеп сыҡҡанын, ҡайһы ырыуҙан булғанын белә. Туғандарын, бер-береһен беләләр. Был бик яҡшы. Хатта ошо мөбәрәк ерҙәрҙә ятыусы мөбәрәк заттың ошо мәсетте һалыусы Марс әфәнденең, хәҙер Мансур әфәнде булды, 900 йыл элек йәшәгән олатаһы булыуын ишеттек. Мин бик шатмын.
   Былар — Аллаһ яратҡан ғәмәлдәр. Ата-бабаларығыҙҙан өйрәнгәнһегеҙ. Матур итеп дауам итәһегеҙ бында, Аллаға шөкөр. Туғандарға бәйле бер мәсьәлә бар. Мәҫәлән, зәкәт атайға, әсәйгә, олатайға бирелмәй. Шулай уҡ ул, ейәнгә лә бирелмәй. Тик бер туғанға, ағай, бабайға бирергә була. Һәр нәмәнең хикмәте бар. Бында хикмәт нимәлә? Бер туғанға мөмкин, сөнки уның үҙ эше бар. Һин уның тураһында хәстәрлек күрергә тейеш түгелһең. Әммә зәкәт бирә алаһың, ярҙам итә алаһың. Атай-әсәйең тураһында иһә хәстәрлек күрергә тейешһең. Шуның өсөн уларға зәкәт бирә алмайһың. Улар — атай-әсәй, уларҙы ҡараясаҡһың, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерәсәкһең. Был балаларға ла ҡағыла.
   Аллаһ биргән икән, бирәсәк. Ҡурҡма, Аллаһ ризығымды киҫер, тип. Бирәсәген Аллаһ бирә.
   Муса (ғ.с.) заманында бер абид булған. Мәмерйәлә йәшәгән. Бер туҡтауһыҙ ғибәҙәт ҡылған. Ғибәҙәт ҡылыуын ҡылған... Әлбиттә, ғибәҙәт ҡылыу мөһим. Тик, Аллаһ яратҡан нәмәләрҙе башҡарыу тағы ла мөһимерәк. Матур холоҡ кәрәк, яҡшы эштәр башҡарырға кәрәк. Аллаһ Мусаға (ғ.с.):
   - Ул — мин яратмаған ҡол, — тигән.
Муса (ғ.с.) аптыраған. Уны барып күргән.
   - Һин бында нисек йәшәйһең? — тип һораған унан.
   - Аллаһ миңә көн дә ике гранат ебәрә. Мин шуларҙы ашап йәшәйем.
   Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһтың әйткәнен иҫләгән Муса (ғ.с.) аптыраған. Хикмәт нимә лә икән? Мәмерйә эсенә ингән. Ҡараһа, ни күрә, бер яҡта гранат өйөмө ята, серегән.
   - Был нимә? Ниңә былай эшләнең? Ни өсөн быларҙы ашаманың? — тип һораған.
   - Икәү килә ине. Мин берәүһен ашай, икенсеһен алып ҡуя инем. Аллаһ миңә иртәгә ебәрмәүе мөмкин, тип.
   Үҙе лә ашамаған, башҡа кешегә лә бирмәгән. Үҙе һаран, үҙе ғибәҙәт ҡыла. Тик Аллаға иманы юҡ. Аллаһ былай ҙа ебәрә. Ебәрмәҫкә уйлаһа, баштан уҡ ебәрмәҫ ине. Ул иһә икене ебәргән. Шуның өсөн был кеше — Алланың яратмаған ҡоло. Һаран кешене яратмай Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ.
   Аллаға шөкөр, бындағы кешеләр йомарт. Шуның өсөн Аллаһ уларҙы ярата. Пәйғәмбәр ярата, әүлиәләр ярата, кешеләр ярата. Шуның өсөн Аллаһ һеҙгә ризыҡ биргән һайын бирә. Шуның өсөн ҡурҡмағыҙ теге абид кеүек. Бөтөр тип. Бөтмәҫ Алланың рөхсәте менән. Ризыҡты Аллаһ бирә. Бәрәкәтен дә бирһен. Гел булһын. Тағы ла күбәйһен, иншаАллаһ. Тура юлда кешеләребеҙ күбәйһен. Күп мәсеттәр төҙөлһөн, иншаАллаһ. Мәсет төҙөү бөтөн кешегә лә насип булмай. Мәсетте бары тик Аллаһ теләгән кеше генә төҙөй ала. Сөнки Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ заманында монафиҡтар мәсет төҙөгән. Уны Аллаһ теләмәне. Ҡөрьәндә лә теләмәне. Уны емерҙеләр. Уны Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) менән сәхәбәһе емерҙе. Яҡшы мәсеттәр әле лә тора Алланың рөхсәте менән. Шуның өсөн Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ мәсет төҙөтә икән, мотлаҡ ихлас кешенән төҙөтә. Был кеше лә шундайҙарҙан, Аллаға шөкөр. Тағы ла күбәйһен, иншаАллаһ. Аллаһ риза булһын. Фатиха.

Абид — үҙен намаҙ, ураҙа, хаж, зәкәт, доға, зекер, тәүбә, йыһат, Алланан ҡурҡыу, сабыр кеүек бик күп матур ғәмәлдәрҙе башҡарыуға бағышлаған кеше.

                                                  Иҫке Собханғол сөхбәте
      Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
      Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
      Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Тәриҡәт сөхбәт менән йәшәй. Яҡшылыҡ йәмғиәт менән. Сөхбәт рәүешендә бер-нисә һүҙ әйтәйек, иншаАллаһ.
   Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ Ҡөрьән Кәримдә:
   - «Күлин кунтум туһиббуна(А)лләһә фәттәби'үни йүһбибкуму(А)лләһу үә йәғфирләкум зунүбәкум», йәғни 'Аллаһты яратһағыҙ, миңә буйһоноғоҙ. Аллаһ та һеҙҙе яратыр', — ти әйтә.
   Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.) яратасаҡбыҙ, сөнки Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) — Аллаһтың иң яратҡан ҡоло. Аллаһ ғаләмде, донъяны, бөтөн нимәне уның хөрмәтенә бар иткән. Ул Алланың яҡшы юлын күрһәтә. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.) инҡар иткән, уның артынан эйәрмәгән иманһыҙ китер. Унан һуң, хөрмәт итмәгәс, аҡрынлап ул да беҙҙең кеүек ябай кеше, тип уйлай башлай һәм шулай итеп уның иманы китә.
   Яңы килеп сыҡҡан бер төркөм бар. Бында түгел, әлбиттә. Ғәрәбстан тарафында. Ысынында улар яңы түгел, элек тә барҙар ине. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) заманында ла бар ине ундай кешеләр. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.) яратмаған монафиҡтар бар ине.
   Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) сәхәбәләре уның тәһәрәт алған һыуын алырҙар һәм, бәрәкәт булһын, тип эсерҙәр ине.           Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) ул тәһәрәт һыуы бер нисә мөғжизәгә сәбәп булды. Ҡороған ағасты йәшәртте улар. Йәғни ҡоп-ҡоро ағас тәһәрәт һыуын һипкәс йәшәрә.
   Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) ябай кеше кеүек күренә ине, тик ул ябай кеше түгел, башҡа төрлө ине. Имам Муса-и Ҡасым бер ҡасидәһендә: «Мухаммадун басһарун лә ка л-басһар. Ба л-Һуүә ка л- яҡут байна л-һажар», йәғни 'Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) — кеше, тик ябай кешеләр кеүек түгел', тип яҙа. «Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) — яҡут, башҡа кешеләр — таш кеүек. Яҡут та таш, тик ябай таш түгел», тип миҫал килтерә. Шуның өсөн Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.) ни тиклем генә ҙурлаһаҡ та, аҙ булыр. Йәғни ул һәр төрлө ҙурлауға лайыҡ. Уны ни тиклем ҙурлаһаң, Аллаһ та һине шул тиклем ныҡ яратасаҡ. Балаларҙы Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.) яратырға өйрәтергә кәрәк. Уға хөрмәт йөҙөнән доғалар ҡабул булыр.
   Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.) төштә күреү күп кешегә насип булмай. Уны бер тапҡыр булһа ла күреү бәхет һанала, йәннәтле булдың, тигән һүҙ.
   Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) хәҙис-шәрифе бар. Ҙур һөйөнсө бар. Өммәтен ныҡ яратҡан Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.). Уларҙың ҡотолоуы өсөн бер туҡтауһыҙ Аллаға ялбара, шәфҡәт һорай. Сәхәбәләрҙән берәүһе бик ярлы булған. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) янына килеп:
   - Мин хәҙер үлһәм, һинән айырыласаҡмын. Мин — фәҡир, һин — пәйғәмбәр. Һин бер ерҙә булырһың йәннәттә, беҙ — икенсе ерҙә, — тип илай икән.
   Быға яуап итеп Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.):
   - «Әл-мар'у ма'а манн аһабба», йәғни 'кеше һөйгәне менән бергә булыр', — тигән.
Шуның өсөн, Аллаға шөкөр, бөтәбеҙ ҙә — бәндәбеҙ, ҡолбоҙ. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.) яратабыҙ, иншаАллаһ, бергә булырбыҙ.
   Был яңы килеп сыҡҡан кешеләргә, монафиҡтарға ышанмағыҙ. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) яҡлаясаҡ, яратҡан кешеләрен ташламаҫ, иншаАллаһ. Бөтөнһен дә яҡлар. Бергә булырбыҙ йәннәттә, иншаАллаһ. Бындағы кешеләрҙең, ҡайһы бер йәштәрҙең баштарын бутайҙар. Тик улар аҙ. Аллаһ уларҙы ла тура юлға баҫтырһын. Әҙәпкә өйрәнһендәр. Пәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.) яратыу — әҙәп ул. Алланың әмере, фарыз.
   Аллаһ риза булһын бөтәгеҙҙән дә. Бында килдегеҙ. Төн уртаһы етте инде. Шуның өсөн был сөхбәттең бәрәкәте күп булды. Бөтәгеҙҙән дә Аллаһ риза булһын. Хәйерле булһын төнөбөҙ, иншаАллаһ. Бөтөн көндәребеҙ хәйерле булһын, иншаАллаһ. Балаларға ла бәрәкәт булһын. Алланың һаҡлауы аҫтында булайыҡ, иншаАллаһ. Аллаһ рөхсәте менән гел күрешеп торорға яҙһын, иншаАллаһ. Тағы ла юғарыраҡ урындар булһын. Тағы ла ҙурыраҡ мәсеттәр булһын, йәмғиәтебеҙ тағы ла ишәйһен.
Ошолай һәр мәхәлләлә бәләкәй мәсеттәр булыуы һәйбәт. Намаҙға өлгөрә кеше. Бер ваҡыт ҙур мәсет һалғандар. Унда барып еткәнсе йәмәғәт таралышып бөтә икән. Шуның өсөн ошондай һәр мәхәлләлә мәсет булһа, бик яҡшы.
   Аллаға шөкөр, элек имамдар ҙа юҡ ине. Хәҙер йәш имамдар, ихлас кешеләр бик күп әҙерләнә бында. Аллаға шөкөр. Фатиха.

                                                     Мәсем тауы янындағы сөхбәт
           Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
           Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
          Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Был тауҙар мөбәрәк булһын.
   Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) пәйғәмбәр булғанға тиклем бер ай, ике ай тауҙарҙа йәшәр булған. Пәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе тауҙарҙа йәшәгән. Муса Пәйғәмбәр (ғ.с.) күтәрелгән Тур-и Сина ла тау. Был мөҡәддәс тау. Сириялағы Касьюн тауы ла — мөбәрәк тау.
   Был тауҙарҙы ла Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ мөҡәддәс иткән, был да мөбәрәк ер. Шуның өсөн әүлиәләрҙең күбеһенең маҡамы тауҙарҙа.
   Был тауҙар — мөбәрәк тауҙар. Ишаралар ҙа күренә тауға күтәрелгәс. Ҡайҙа ҡарама һәр тарафта бар. Мөҡәддәс ерҙәр былар. Шуның өсөн Фатх сүрәһен уҡыйыҡ. (Шәйех Мәхмәт Әфәнде Фатх сүрәһен уҡый.)

                                        Абдулла Сәйиди маҡамы янындағы сөхбәт
        Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
        Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Бөгөн йома. Был көн — Аллаһ Пәйғәмбәр Әфәндебеҙгә (с.ғ.с.) бүләк иткән көн. Мөбәрәк көн. Йома көн ижәүәт сәғәте, йәғни доғаларҙың ҡабул булған сәғәте бар. Һеҙ бында Аллаһ өсөн килдегеҙ. Хөрмәт иттегеҙ. Бындағы әүлиәне хөрмәт иттегеҙ. Аллаһ та һеҙҙе хөрмәт итһен. Ниндәй хәйерле маҡсаттарығыҙ бар, доға ҡылығыҙ, ҡабул булыр, иншаАллаһ.
   Тағы ла, намаҙ уҡырға кәрәк. Ике рәҡәттән башлағыҙ. Бөгөн форсат булһа, ирҙәр йома намаҙын уҡыһындар. Йома намаҙы мөһим. Бер ниндәй сәбәпһеҙ өс йома намаҙын ҡалдырған кешене яратмай Аллаһ. Кәм тигәндә өс йоманан береһен ҡылырға кәрәк. Ҡатындарға кәрәкмәй. Улар өйҙә ҡыласаҡ. Был мөбәрәк көндө хәтерҙә тотһондар.
   Мосолмандарҙың мөбәрәк байрамы был көндәр. Хатта был йома ғәрәфә көнө булғас (Ҡорбан байрамы алдынан), Хажүл Әкбәр, йәғни бөйөк хаж һанала. Шул тиклем хөрмәт иткән Аллаһ йома көнөн. Ул 70 хажға торошло.
   Был көн — йома көн. Өмөттәр өҙөлмәҫ Алланан. Уны ла теләйәсәкбеҙ Алланан. Бындағы халыҡ, был мәмләкәттең башҡа райондарында йәшәгән мосолмандар бәхетле булһын. Сәләмәт булып бәрәкәт эсендә йәшәһендәр. Аллаһ бер кешегә лә мохтаж итмәһен. Ниндәй насар нәмәләр булһа, алыҫ торһон, иншаАллаһ. Аллаһ һеҙҙән риза булһын. Фатиха.

                                         Байым ишан маҡамы янындағы доға һәм нәсихәт
         Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
         Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
         Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Был әүлиәләрҙең бәрәкәте беҙгә булһын, иншаЛллаһ. Исламдың ишектәре, Ислам юлынан барыу хоҡуғын биргән таныҡлыҡ улар, иншаАллаһ. Ҡиәмәткә тиклем уларҙың бәрәкәте менән йәшәрбеҙ, иншаАллаһ. Улар һатмаҫ ҡиәмәткә тиклем. Аллаға шөкөр.
   Бындай ҡәберлектәрҙә йөрөү бик яҡшы түгел. Шуның өсөн бындай ерҙәрҙә йөрөгәндә «суббухун, ҡуддусун» тип йөрөргә кәрәк. Шулай тип әйткәс, мәйет, минең өҫтөмә лә баҫ, тип әйтә. Йәғни шул тиклем шатлана улар. Был һүҙҙәрҙе белмәһәгеҙ, «бисмилла» тип йөрөгөҙ. Фатиха.

                                          Мөжәүир хәҙрәт маҡамы янындағы сөхбәт
      Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
      Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
      Тариҡатуна ас-сохбаһ, уал-хайру фи жам'иййаһ.
   Сөхбәт итәйек, шулай уҡ был йәмғиәттең ниндәй яҡшы маҡсаттары булһа, Алланың рөхсәте менән улар хасил булһын. Алланан иң яҡшы теләктәрҙе теләйбеҙ быларға. Беҙ һеҙҙе Аллаһ өсөн яратабыҙ. Һеҙ ҙә Аллаһ өсөн килдегеҙ бында.
   Алланың тәғлимәте, Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең тәғлимәте, шәйехтәрҙең өйрәткәндәре ул «Мухаббат-у Аллаһ, мухаббат-у Расулуллаһ, мухаббет-и мәшәйехтәр». Һөйөү, мөхәббәт — тәриҡәтебеҙҙең тәғлимәте ул. Бер-берегеҙҙе яратығыҙ, бер-берегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, тип әйтә. Бер-берегеҙ менән талашмағыҙ, тип әйтә. Алланың, Исламдың өйрәткәндәре, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың үтәгәндәре былар. Шуның өсөн Ислам тәүҙә бында килде. Тиҙ, шунда уҡ ҡабул иттеләр Исламды. Шулай булған өсөн дә Ислам бар күңелдәрендә, сафлыҡ бар, таҙалыҡ бар йөрәктәрендә. Алланың әүлиәләре булды улар. Бындағы кешеләр уларға хеҙмәт итте. Уларҙың доғаларын алды. Йөрәктәрендә Ислам менән, ныҡлы иман менән бөгөнгә тиклем килеп еттеләр.
   Аллаһ ҡолон яратҡан кешеһе менән бергә йыйыр яуап бирә торған көндә. Шуның өсөн был донъяла яҡшы кешеләрҙе яратығыҙ. Яҡшы кеше — Аллаға иман килтергән, Аллаһ юлында кешеләргә хеҙмәт иткән кеше, тигән һүҙ ул. Уларҙы яратығыҙ, улар Алланың яратҡан ҡолдары — әүлиәләр. Улар менән бергә йыйырҙар һеҙҙе.
   Әүлиәләр һәр ваҡыт бар. Бер ҡасан да кәм булмай. 124 мең пәйғәмбәр бар, 124 мең әүлиә бар һәр ваҡыт. Бер әүлиә үлһә, уның урынын икенсеһе ала шунда уҡ.
   Хәҙер ахырзаман, йәғни ҡиәмәт яҡынлашты. Шуның өсөн әүлиәләр йәшенделәр. Донъяның һәр тарафында бар улар. Бында ла электән күпме булһа, әле лә бар. Тик йәшерелгән, күренмәйҙәр. Хатта ҡайһы бер әүлиәләр бар, улар үҙҙәренең әүлиә икәндәрен дә белмәй. Алланың мөхәббәте менән йәшәй. Мөһиме ошо инде. Аллаһ уны әүлиә итеп яралтҡан. Уның доғалары ҡабул була. Тик үҙе белмәй.
   Шул айҡанлы мәшәйехтәрҙең һүҙе бар: «Һәр күргән кешене Хызыр, тип уйла, һәр төндө Ҡәҙер, тип бел». Йәғни һәр төндө хөрмәт итәсәкһең. Ҡәҙер төнөнөң дә ҡайһыһы икәне билдәле түгел. Йәғни бөтөн ваҡытың бушҡа үтмәһен. Бер туҡтауһыҙ Аллаһты хәтерләгеҙ, Аллаға ғибәҙәт ҡылығыҙ, Алланы маҡтағыҙ. Һәр кешене хөрмәт итегеҙ. Уның әүлиә булыуы мөмкин. Ошо рәүешле уның доғаһын алған булырһығыҙ.
   Халҡыбыҙ Алланы хөрмәт итә, кешеләрҙе хөрмәт итә. Хөрмәт — уларҙың әҙәбе, ғәҙәте.
   Әлеге ваҡытта бер төркөм килеп сыҡты. Ваххабит тиҙәр. Улар хөрмәт итмәйҙәр. Хөрмәт итмәгеҙ, тиҙәр. Улар әүлиәләрҙе ҡабул итмәй, бер кемде лә хөрмәт итмәй. Әүлиәләрҙе генә түгел, Пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) лә хатта хөрмәттәре юҡ. Ул үлде, китте, тиҙәр. Ысынында иһә Пәйғәмбәр (с.ғ.с.), мин тере, ти. «Салауат еткергән һәр кешенең шунда уҡ килеп салауатын алырмын. Уға сауап булыр Аллаһ ҡаршыһында», ти.
   Тик, Аллаға шөкөр, улар бушҡа тырышалар. Бында уларға бер нимә лә тәтемәҫ. Аллаһ юлына әйләнеп ҡайтһындар, тәүбә итһендәр. Аллаһ ғәфү итер уларҙы. Тәүбә итмәһәләр, ҡиәмәт көнөндә Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) уларға боролоп та ҡарамаҫ, уларҙы яҡлашмаҫ.
   Шуның өсөн һеҙҙең ысын әүлиәне күргәнегеҙ юҡ икән, һөйөүемде күрһәтәйем, тип, был бөйөк заттарға зыярат ҡылһағыҙ ҙа, ҙур файҙа булыр. Улар менән бергә йыйырҙар һеҙҙе.
   Тағы ла Шәйех Әфәнденең васыятын әйтеп үтәйем һеҙгә. Шәйех Әфәнде һеҙҙең халыҡты бик ярата ине. Ҙур һөйөүе бар ине һеҙгә ҡарата. Дүрт ай элек Хаҡ Тәғәлә тарафтарына юлланды. Ул аҙаҡҡа тиклем һәр ваҡыт мөхәббәтен, һөйөүен белдерә ине һеҙгә ҡарата. Шуның өсөн уның васыятын бөтәгеҙ ҙә үтәрһегеҙ, иншаАллаһ. Һеҙҙең файҙағыҙ өсөн ул. Ислам диненең терәге — намаҙ. Әлеге мәлдә намаҙ ҡылғандар күптер. Ҡылмағандар, башлайым, ти, тик шайтан ҡамасаулай уларға. Хәҙер башлармын, иртәгә башлармын, тип көндәр үтә, йылдар үтә. Намаҙ, сөннәттәре менән, көнгә 30-40 рәҡәтҡә барып етә. 50 рәҡәттән артыҡ ҡыла ала теләгәндәр. Тик һеҙҙең өсөн, тәүләп башлағандар өсөн, бөтәһен дә ҡыл тимәй Шәйех Әфәнде. Һеҙгә көнөнә ике рәҡәт ҡылырға рөхсәт бирә.
   Намаҙ һеҙгә бәрәкәт килтерер, тыныслыҡ табырһығыҙ. Бөтөн эштәрегеҙ яҡшы, ыңғай булыр. Тағы ла, доғалар ҡабул булыр. Балаларығыҙ ҙа хәйерле балалар булыр ул ваҡытта. Бөгөн — йома. Бөгөн башлаһындар. Иртәнме, кисме, ҡасан булһа ла мөһим түгел. Ҡасан ваҡыт тапһалар, шунда башлаһындар.
   Бөгөн яҡшы йәмәғәт йыйылған. Аллаһ бөтәгеҙҙе лә намаҙҙан айырмаһын. Намаҙҙың матурлығын, тәмен кеше башҡа нәмәләрҙә таба алмаҫ. Ҡайһы берәүҙәр бөгөн, иртәгә, иртән, кис башлаясаҡмын, ти, тик башлай алмай. Һин көн дә ашайһың, ул да ашамлыҡ кеүек. Рухтың ашамлығы. Тегеһе ашҡаҙандың, эсәктәрҙең ашамлығы. Был иһә рухтың ашамлығы, ихтыяжы. Намаҙ уға ҡеүәт бирә. Асыҡҡас кеше нисек ашарға теләһә, шулай уҡ рух та намаҙ теләй. Ваҡыты еткәс, шунда уҡ ҡыласаҡ, ҡылмаһа, үҙен насар тойор. Быны башҡарырһығыҙ, иншаАллаһ.
   Беҙ ҙә һеҙҙе яратабыҙ. Һеҙ ҙә беҙҙе яратаһығыҙ. Йәннәттә Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) күршеһе булырбыҙ. Аллаһ риза булһын бөтәгеҙҙән дә. Фатиха.

                                                           Сибай сөхбәһе
           Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
           Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
           Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Эй Алланың һөйөклө ҡолдары! Беҙ бөтәбеҙ ҙә Пәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) ғашиҡбыҙ. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) хосуси хөрмәтенә Аллаһ ғаләмдәрҙе барлыҡҡа килтерҙе. Уны хөрмәт итеү — иң ҙур ғибәҙәт ул. Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ әйтә: «Эй Алланың фәрештәләре! Пәйғәмбәргә салауат еткерегеҙ!». Салауат еткереү- ул әмер. Алланың әмере. Әмер, тип әйткәне ғибәҙәт булыр.
   Ғибәҙәт тигәндән, Аллаһ бер кемдең дә ғибәҙәтенә мохтаж түгел. Бөтөн донъя, бер кем дә Аллаға ғибәҙәт ҡылмаһа ла, Унан бер ни ҙә кәмемәҫ. Бөтөн донъя ғибәҙәт ҡылһа ла, бер ниндәй ҙә файҙаһы булмаҫ Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ өсөн. Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ киң күңеллелеге менән, йомартлығы менән кешеләргә бүләк итә ғибәҙәттәрҙе. Ҡылығыҙ, ти. Һеҙгә бирәйем, ти. Бөтмәҫ Алланың хазиналары. Бөтөн нимәне лә булдырған, юҡтан бар иткән Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ. Шуның өсөн бер ниндәй кәмселек булмаҫ. Башҡарығыҙ, ти. Ҡайһы ваҡыт кешеләр йомарт булһа ла, ҡурҡа, аҙ бирҙемме икән, күп бирҙемме икән, тип.
   Алланың һөйөклө ҡоло Пәйғәмбәрҙә (с.ғ.с.) лә, әүлиәләрҙә лә Алланың был сифаттары бар. Киң күңеллелек, йомартлыҡ сифаттары. Ҡурҡмайынса бирерҙәр. Малын-мөлкәтен, хатта йәнен дә бирә.
   МашаАллаһ, һеҙҙең был ерҙәрҙән (Белорет, Сибай, Баймаҡ) күп әүлиә сыҡты. Үткән йыл да, быйыл да был яҡтарҙа сәйәхәт иттек. МашаАллаһ, Аллаһ бөтөн нимәне лә мул итеп биргән. Ер өҫтө, ер аҫты байлыҡтары. Әүлиәләр, хәйерле кешеләр биргән.
Бындағы кешеләр — бик ихлас кешеләр. Йөрәктәре таҙа, иншаАллаһ. Тик Аллаға ғибәҙәт ҡылһындар. Ғибәҙәт ҡылғандарҙың һаны ла йылдан-йыл арта, машаАллаһ. Былтырғыға ҡарағанда йәмәғәттең һаны өс тапҡыр артҡан.
   Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ пәйғәмбәрҙәргә ике әмер биргән. Бөтөн пәйғәмбәрҙәр уны үтәгән. Беренсеһе, көтөү көткәндәр. Малдар — эскерһеҙ йән эйәләре. Кешеләргә мәрхәмәт күрһәтһен, тип, тәүҙә улар мал ҡараған.
   Икенсеһе, сәйәхәт. Әүлиәләр ҙә шулай эшләгән. Шәйех Әфәнде лә һикһән йыл бер туҡтауһыҙ сәйәхәт итте. Сәйәхәт — кешеләр өсөн дә, сәйәхәт иткән кеше өсөн дә файҙалы.
   Әле һөйләгәндәребеҙҙең күбеһен быға тиклем ишеткәнһегеҙҙер, бәлки. Тик әлеге мәлдә беҙҙең рухтарыбыҙ бер-береһе менән таныша. Был бик мөһим. Аллаһ, хәтерләт, ти. Әле һөйләгәндәрҙе ике аҙнанан һуң тағы ла һөйләүҙең бер ниндәй мәғәнәһе юҡ, әммә кәрәк. Кеше онота. Онотоу — ул кешенең тәбиғәтендә бар. Шуның өсөн гел хәтерләтеп торорға кәрәк, һәр ваҡыт төрткөләп торорға кәрәк ғибәҙәт ҡылһын, тип.
   Донъяуи мәшәҡәтәр кешене мауыҡтыра. Донъя эше мөһим түгел, әхирәт мөһим. Гел ошо турала хәтерләтеп торорға кәрәк.
Был кешеләрҙең, Аллаға шөкөр, әйтеп үтеүебеҙсә, йөрәктәре һәм ғибәҙәттәре матур. Ҡалған халыҡтарға ҡорған буласаҡ улар, иншаАллаһ. Сөнки бөгөндән үк улар бер-береһен ярата. Яҡшы эштәр башҡарһындар, иншаАллаһ. Алланы, пәйғәмбәрҙәрҙе, әүлиәләрҙе яратыу яҡшы эш, насар эш түгел.
   Шундай кешеләр бар, улар Исламға тағы яҡшыраҡ хеҙмәт итәйем, тип, киреһенсә, юлдан тайпыла. Белмәйенсә. Нисек тайпыла? Улар, Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) килде лә китте, ул үлде, ти. Ысынында иһә Пәйғәмбәр (с.ғ.с.), мин тере, йәшәйем, ти. Берәйһе миңә салауат еткерһә, мин уға шунда яуап бирермен, ти.
   Әүлиәләр ҙә — Алланың һөйөклө ҡолдары. Аллаһ күпме пәйғәмбәр ебәрһә, шул тиклем әүлиә лә ебәргән. Кешеләргә хеҙмәт итһендәр, тип. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) хәҙисе бар: «Улар менән ризыҡланырһығыҙ. Улар менән ямғыр яуыр. Улар менән һуғышта еңерһегеҙ». Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) сәхәбәһе лә 124 мең. Пәйғәмбәрҙәр ҙә 124 мең. Һәр ваҡыт донъяла 124 мең әүлиә бар. Уларҙың, килеп киткән пәйғәмбәрҙәрҙең бәрәкәттәре, доғалары ҡабул була. Бына беҙ ошоларҙы өйрәтәбеҙ. Йәғни улар, беҙ яҡшыраҡ беләбеҙ, тип башығыҙҙы ҡатырмаһындар. Балалар Ҡөрьәнде яҡшы итеп уҡыһын, ҡараһын, ул ваҡытта тура юлды табырҙар. Сөнки был ерҙәр — Исламды нурландырған, яҡтыртҡан мәмләкәттәр. Исламға хеҙмәт иттеләр, уны һаҡланылар, ишәйттеләр.
   Улар аҙ. Улар ҙа тура юлға баҫыр, иншаАллаһ. Уларҙың тура юлда булмауҙарын иҫбат иткән бик күп дәлил бар, тик ул мөһим түгел. Бәләкәй генә бер нәмә бар. Тағы ла яҡшыраҡ күрһәтә халыҡҡа ысын хәлде. Уларҙың халыҡ араһында һөйләгән бер һүҙе бар. Уны бында килгәс яңы ишеттем. Уларҙы бында ваххабит, салафит, джихадит, тиҙәр. «Дит» менән бөтһә, шайтан нәмәһе, тигән һүҙ. Коммунист һ.б. бының кеүек «ит, ист»ҡа бөткәндәр бөтәһе лә шайтан кешеһе, тигән һүҙ. Башта коммунист булдылар, аҙаҡ ваххабитҡа әйләнделәр.
   Мин Сирияла тыуҙым. Уларҙы яҡшы беләбеҙ. Бөтөн ғәрәптәр ҙә улар кеүек түгел. Ғәрәп тигәс, шунда уҡ уға ышана. Ғәрәптәр араһында ваххабиттар бик аҙ.
   Мин хәтерләйем бәләкәй саҡты. Фәләстиндарҙың бөтәһе лә коммунист ине. Ул ваҡытта Бейрутта йәшәнем. Бөтәһе бергә унда йәшәйҙәр ине. Унан һуң түңәрәк нисек әйләнһә, улар ҙа был нөктәлә коммунист ине, кире шул уҡ нөктәгә әйләнеп килгәс, ваххабит булдылар. Шул уҡ урында.
   Тик улар беҙҙең кешеләрҙең баштарын ҡатыра. Улар, Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) — ғәрәп, тип әйтә. Тик ғәрәптәрҙең күбеһе уның затынан түгел.
   Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.), мин яратҡан кешеләрем менән бергә булырмын, ти. Улар яратмаһа, беҙ яратабыҙ Пәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.). Беҙ уның менән булырбыҙ, иншаАллаһ. Был бөтәбеҙ өсөн дә һөйөнсө. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) һөйөнсөһө. Был бик мөһим. Һаҡ булығыҙ, ваххабиттарға ышанмағыҙ. Пәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.) хөрмәт итегеҙ.
Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) өсөн Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ Ҡөрьәндә күп аяттар, күп сүрәләр яҙған. Аллаға шөкөр.
   Тағы ла, быйыл Хажүл әкбәр (бөйөк хаж) йылы. Был хажда 70 хажлыҡ сауап алыр кеше.
Былтыр мөбәрәк Рәжәп айында килгәйнек. Ҡорбан байрамына тиклем 15 көн ҡалды. Аллаһ мөбәрәк ҡылһын. Зөлҡағиҙә айында ураҙа тотҡандарға ҙур сауап булыр. Тота алмаған 8-9 көн тотһон. Ғәрәфә көнө, хажиҙарҙың Арафат тауына менгән көн, 1 көн тотһа ла, бик ҙур сауап ҡаҙаныр. Ғәрәфә көнө бер тапҡыр «Ихлас» сүрәһен уҡыһындар. Аллаһ ниәтегеҙгә күрә бирһен, иншаАллаһ.
   Ҡорбан — важиб (бурыс), аҡсаһы булған өсөн. Аҡсаһы булған салырға тейеш.
   Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) хөрмәтенә Кипрҙағы дәрғәлә йоманан (йома намаҙынан) һуң доға ҡылабыҙ, ямғыр доғаһы. Бында ла ҡылайыҡ, иншаАллаһ, бер аҙ ямғыр яуһын. Йома намаҙынан һуң. Аллаһ бәрәкәт бирһен, иншаАллаһ. Фатиха.

                                                        Йомағужа сөхбәте
          Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
          Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Аллаһ Пәйғәмбәр Әфәндебеҙгә (с.ғ.с.):
   - «Икра», йәғни 'Уҡы', — тип бойорған. — Уҡы һәм өйрәт. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) уҡый-яҙа белмәгән. Ябраил (ғ.с.) беренсе аятты төшөргәс, уға:
   - Мин уҡый алмайым, уҡый белмәйем, — тигән.
Тағы ла:
   - Уҡы, — тигән уға.
Тағы ла:
   - Уҡый белмәйем, — тигән.
Унан һуң ошо сүрә төшөрөлгән: «Икра бисми Раббикеллезий һәляк», йәғни 'Һине бар иткән Раббыңдың исеме менән уҡы'. Был    — Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) хаҡ рәсүл, Алланың һөйөклө ҡоло булыуына ҙур ишара һәм дәлил. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) уҡый- яҙа белмәгән, мәҙрәсәлә белем алмаған. Бөтөн нимә Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Алланың ҡулында һәм уҡый-яҙа белгән берәүҙе ҡуя алыр ине пәйғәмбәр итеп. Тик ул ваҡытта мөғжизә булмаҫ ине. Аллаһ бөтөн Ҡөрьәнде уға төшөргән. Ул өйрәткәнсә яҙылған Ҡөрьән. Өҫтәүенә йөҙ меңдәрсә хәҙис бар.
   Ислам дине бөтөн доньялағы кешеләрҙең тыуғандан алып үлгәнгә тиклем башҡарасаҡ эштәрен әйтеп биргән. Былар бөтәһе лә — Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) мөбәрәк теле менән әйтелгән һүҙҙәр. Тимәк, үҙ нәфсеһе ҡушҡанса һөйләмәгән. Аллаһ әмерҙәрен әйткән. Кешеләргә яҡшы юлды күрһәткән. Иң яҡшы тәртипте өйрәткән. Тик Мәккәләге кафыр көрәйеш ҡабул итмәгән. Бик матур һөйләй, тигәндәр, тик ҡабул итмәгәндәр. Ниңә ҡабул итмәгәндәр? Һауалылыҡтан, тәкәбберлектән.
   - Һин — фәҡир, һин — етем. Һин уҡый-яҙа белмәйһең. Беҙ һинән өҫтөнөрәк, — тип әйткән улар.
   Уларға нимә булды? Йәһәннәмгә китте бөтәһе лә. Киреләнделәр, ҡарыштылар. Дөрөҫлөккә ҡаршы иһә киреләнмәҫкә кәрәк.
   Дөрөҫлөктө күргәс, ҡабул итергә кәрәк. Киреләнеү — ул кафырҙар сифаты. Улар күршеләре ине. Ҡәбилә лә шул уҡ ҡәбилә ине. Көрәйеш ҡәбиләһе. Көрәйештәр араһында кафырҙар ҙа, мосолмандар ҙа бар ине. Йәғни бер ҡәбиләнән булған хәлдә лә ҡабул итмәнеләр. Уларға нимә булды? Йәһәннәмгә киттеләр. Һәм, киреһенсә, меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән кешеләр Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.) ҡабул итте. Уларға нимә булды? Улар Алланың һөйөклө ҡолдары булды. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең дуҫтары булды. Улар инде һеҙҙең ата- бабаларығыҙ, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ. Уларҙың бәрәкәте менән бөгөнгәсә был ерҙәр Ислам ҡәлғәһе булып ҡала алды, Аллаға шөкөр. Был турала ниңә һөйләйбеҙ? Сөнки хәҙер күп кеше ғәрәптәргә ышана. Әлбиттә, бөтөн ғәрәптәр ҙә насар түгел. Бер өлөшө. Пәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.) яратмаған ғәрәптәр йәһәннәмгә китте. Пәйғәмбәрҙе яратмаған кеше, мин — мосолман, тип әйтһә лә, һуңғы һулышын алғанда иманы хәүеф аҫтында булыуы мөмкин, иманһыҙ китеүе мөмкин был доньянан. Бындағы кешеләр, Аллаға шөкөр, алыҫта булһалар ҙа, уларҙы күрмәһәләр ҙә, инандылар һәм йәннәттең иң юғары мәртәбәләренә өлгәштеләр. Шуның өсөн был ерҙәрҙә әүлиә күп. Был Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) бәрәкәте менән була. Аллаһ юлы — пәйғәмбәр юлы, әһл-и сөннәт һәм йәмәғәт юлы ул. Уларҙан башҡа берәүҙә лә әүлиә юҡ. Улар бөтөн сәхәбәләрҙе ҡабул итәләр. Кеше эшенә ҡыҫылмайҙар. Үҙ эштәре менән булышалар, үҙ вазифаларын башҡаралар. Башҡаларҙы күҙәтергә кәрәкмәй.
   Әһл-и сөннәт һәм йәмәғәт булмаған кешеләр ике төргә бүленә. Берәүҙәре сәхәбәләрҙе әрләй, икенселәре — әүлиәләрҙе. Беҙ икеһен дә яратабыҙ. Беҙ әһл-и сөннәт һәм йәмәғәт, Аллаға шөкөр. Аллаһым, бәрәкәттәре өҫтөбеҙгә булһын. Тағы ла күбәйһен, иншаАллаһ. Бының кеүек мәсеттәр тағы ла 10, 20 булһын, иншаАллаһ. Бәрәкәт булыр, иншаАллаһ. Бөтәгеҙ ҙә сәләмәт, бәхетле булығыҙ, Алланың һаҡлауы аҫтында булығыҙ. Балалар ҙа тура юлда булһын. Балалар — иң ҙур бәхете кешенең. Үҙ балаһын яҡшы тәрбиәләһә, иң башта үҙенә файҙа булыр, аҙаҡ иленә. Рәхмәтле булыр. Кеше үлгәс, артынан өс нәмә уға файҙа килтерер. Хәйерле бала, башҡарған яҡшы эштәре, ошоноң кеүек мәсет, тағы ла садаҡа-и жәрийә, йәғни кешеләргә файҙа килтереүен дауам иткән эш һөҙөмтәләре: китап, шишмә, юл һ.б. Фатиха.

                                    Шәйех Ғиләжетдин маҡамы янында ҡылынған доға
        Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
        Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
        Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Әүлиә ҡиәмәт көнөндә яҡлаусы булыр, иншаАллаһ. Был донъяла ла уларҙың мәрхәмәттәре беленһен. Зыярат ҡылырға килгәндәр бәхеткә ирешһен. Бында кешеләр Аллаһ өсөн килде. Уларҙың ниндәй теләктәре булһа, ҡабул булһын. Беҙҙең өсөн дә доға ҡылһындар. Аллаһ бөтәбеҙҙең дә доғаларын ҡабул итһен. Фатиха.

                                                         Нарыҫтау сөхбәте
        Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
        Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
        Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Тәриҡәт сөхбәт менән йәшәй. Яҡшылыҡ йәмәғәт менән. Наҡшбәндиә хәҙрәттәре сөхбәтте башлар алдынан шулай әйтер булған. Яҡшы кешеләр менән күрешеү яҡшы. Был — яҡшы йәмәғәт.
   Әйтеп үтелгәнсә, беҙ бында алыҫтан килдек, тик Аллаһ беҙҙе һаҡлауһыҙ ҡалдырмай. Бер хәҙис-шәрифтә әйтелгәнсә, бер мосолман икенсе мосолман менән күрешергә барһа, һәр аҙым өсөн бер сауап яҙыла, гонаһтары ғәфү ителә, бер дәрәжәгә күтәрелә. Беҙ әллә ни тиклем юл үттек, һеҙ ҙә бында алыҫтарҙан килдегеҙ. Һеҙгә лә шул уҡ сауап яҙыла. Сәғәттәр буйына көттөгөҙ. Һауа торошо һәйбәт, әммә ҡояш аҫтында ултырған кешегә лә ауырға тура килә. Аллаға шөкөр, беҙ беренсе тапҡыр килгәндә әсәйебеҙҙең тыуған ерен күрергә, тип килгәйнек. Аҙаҡ инде, быға өҫтәп һеҙҙәрҙе лә күрергә насип булды. Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, был мөбәрәк заттар кеүек, уларҙың (сәхәбәләрҙең) башҡарғандарын башҡарыу Аллаһ ҡаршыһында бүләккә лайыҡ. Сәхәбәләр бында тиклем килгән. Шул тиклем юлды ыҙалыҡ менән үткәндәр. Беҙ иһә өс сәғәттә килеп етәбеҙ.
Сәхәбәләр бында хөрмәт күрҙеләр. Хөрмәт ителделәр, сөнки Аллаһ бындағы кешеләргә шундай тәбиғәт (холоҡ) биргән.             Хөрмәт, әҙәп бар бындағы кешеләрҙә. Шул әҙәп арҡаһында шунда уҡ бөтәһе лә ҡабул итте Исламды.
   Ислам дине — еңеллек дине. Унда ауырлаштырыу, ауырлыҡ юҡ. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.), еңелләштерегеҙ, ауырлаштырмағыҙ, тип әйтә. Ауырлыҡ нимә тигән һүҙ? Һин былай эшләнең, һин гонаһ эшләнең, һин диндән сыҡтың, тип ауырлаштыралар.
   Ғәрәбстан — Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) тыуған мөбәрәк ер.
   Дөрөҫөрәге, Хижаз. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.), Ғәрәбстандың ҡайһы бер ерҙәрендә шайтан мөгөҙҙәре бар, тип әйткән. Шуның өсөн Ғәрәбстандан килгән һәр бер кешене яҡшы икән, тип уйламағыҙ. Фетнә сығарғас, улар яҡшы түгел. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) заманында ла ундай кешеләр бар ине. Улар күренмәйҙәр ине. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) артынан үҙҙәрен белдерә башланылар. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) бер хәҙис-шәрифендә әйтелә: улар шундай итеп намаҙ ҡылырҙар, сәхәбәнең ҡылған намаҙы ла хатта уларҙыҡы янында аҙ булып күренер. Шундай итеп ураҙа тоторҙар, сәхәбәләр ҙә уларға ҡарағанда аҙ тотор. Тик улар диндән уҡ йәйәнән сығып киткән кеүек сыға. Уларҙың намаҙ уҡыуҙарына, Исламды аңлатыуҙарына ышамағыҙ.
   Бындағы мосолманлыҡҡа 1400 йылдан ашыу. Ул ваҡытта улар бар инеме? Яңы ғына барлыҡҡа килде улар, 20 йыл элек. Олатайым аңлата торғайны, улар бынан киткән ваҡытта бында коммунистар бар ине. Улар бөтөн халыҡтың башын бутаған. Халыҡ шул тиклем ышанған, хатта эшселәр, крәҫтиәндәр байҙарҙы, завод-фабрика хужаларын үлтереп уларҙың мөлкәтен алған. Унан һуң 70 йыл иҙҙеләр бындағы халыҡты. Улар алдатты. Был хәҙер бөттө. Тик шайтан буш тормай.
   Бер ваҡыт Стамбулдағы бер патриарх Шәйех Әфәндене ҡунаҡҡа саҡырған. Әңгәмә ваҡытында теге Шәйех Әфәнденән:
   - Был насарлыҡтар ҡасан бөтәсәк? Улар бөтһөн өсөн нимә эшләргә кәрәк? — тип һораған.
   Беҙҙең Шәйех Әфәнде шаяртырға ярата һәм йор һүҙле ине. Уның шаяртыуында хикмәт була торғайны. Был юлы ла шаяртып:
   - Шайтан пенсияға сыҡҡас, — тип яуап биргән.
   Шайтан әле пенсияға сыҡманы. Коммунистар бөттө, хәҙер ваххабиттар килеп сыҡты. Улар — шайтан кешеләре. Сатанист бар, коммунист бар, тағы ла атеист бар. Ваххабит, салафит, джиһадист, былар бөтәһе лә — шайтан кешеләре. Һеҙ «тарикатист» тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ бармы? Юҡ. Тәриҡәт өсөн, тәриҡәт әһеле, тип әйтәләр.
   Былар — Аллаһ кешеләре. Алланың һөйөклө ҡолдары.
   Улар асыҡ итеп әйтә. Тик шулай булһа ла ышана ҡайһы бер кешеләр. Ышанмағыҙ уларға. Аллаға шөкөр, әйтеп үтеүебеҙсә,         Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.):
   - Еңелләштерегеҙ, ауырлаштырмағыҙ, — тип әйтә.
   Ауырлаштырыу нисек була? Һин шулай эшләнең, диндән сыҡтың, һин тегеләй эшләнең, кафыр булдың. Һине үлтерергә кәрәк, һине һуйырға кәрәк, тип әйтеү була. Улай еңел түгел кеше үлтереү, үҙең теләгәнсә эшләй алмайһың. Сөнки һәр кеше лә хөкөм сығара алыу һәләтенә эйә түгел. Һәр кем дә тороп, мин йыһат иғлан итәм, тип әйтә алмай. Кеше үлтерә алмай. Быны эшләһә, террорист була. Шулай итеп, аҙ һанлы кешеләр, ваххабиттар бөтөн халыҡҡа зыян килтерә.
   Был донъяла, мин — мосолман, тинеңме, һиңә янауарға ҡарған кеүек ҡарайҙар. Аллаға шөкөр, һеҙ бында мосолман булып, ата- бабаларығыҙҙың ерендә йәшәйһегеҙ. Бер кем дә һеҙгә бер нимә тип тә әйтмәй. Бер нимә лә эшләмәй. Әммә беҙ Европаға барабыҙ, һәр яҡҡа барабыҙ. Унда мосомандар, беҙ — мосолман, тип әйтә алмай. Бының ниндәй ҙә булһа аңлатмаһы юҡ. Был — бары тик шайтан кешеләренең эше. Уларҙы нисек тасуирларға белмәйһең. Был кеше кем икән? Нимәнең нимәһе икән, тип торғанда уларҙың бары тик шайтан кешеләре булыуына ышанаһың. Мосолманды үлтергән, мосолманға кафыр тигән кеше бары тик шайтан кешеһе була ала. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.):
   - Башҡаны кафыр тигән кеше — үҙе кафыр, — тип әйтеп ҡалдырған.
   Шуның өсөн, Аллаға шөкөр, һеҙ ошо юлдаһығыҙ. Тағы ла күбәйерһегеҙ. Улар аҙсылыҡты тәшкил итә. Тик уларҙың тауыштары нығыраҡ сыға шикелле, минең уйымса. Был тиклем халыҡ, ҡайҙа барһаҡ та, меңдәрсә кеше беҙҙең менән күрешергә килде. Тегеләр бер нимә лә эшләй алмаҫ.
   Али хәҙрәт әфәнде:
   - Күпме ғалим булһа, әңгәмәләшкәндә уларҙың береһе лә минән өҫтөн була алманы, — тип әйткән.
   Али хәҙрәт ғилемдең ҡапҡаһы булһа, Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) — ғилем ҡалаһы. Али хәҙрәт — ғилемдең ҡапҡаһы. Шулай булһа ла наҙандар менән һөйләшеп, береһен дә еңә алманы. Наҙан менән ни тураһында һөйләшәһең инде. Бер нимәһе лә юҡ. Уның башы таш кеүек. Һеҙ вахабиттар тураһында белмәгән ваҡытта, улар тураһында, баштары дүрткел, бер нимә лә юҡ, йәғни бөтөнләй эшләмәй уларҙың баштары, тип әйтәләр ине. Шул уҡ ваҡытта бөтөн ғәрәптәр ҙә — ваххабит, тип уйлай күрмәгеҙ. Ваххабиттар бик аҙ. Әммә аҡсалары күп. Аҡса менән алдаталар. Башҡа төрлө түгел. Нефть табылғансы 50 йыл элек уларҙың береһе лә юҡ ине. Нефть табылып аҡсалары булғас, донъяла фетнә сыҡты. Нефть — бик насар нәмә. Ул табылған ерҙәрҙә кешеләр өсөн бәләгә әйләнә. Ҡарағыҙ тирә-яҡҡа, йә килеп нефтте алып китәләр, йә нефткә хужа булайым, тип илде баҫып алалар. Ул аҡса хәйерле түгел, ул аҡсаны нефттән алалар. Улар был донъяла шайтанға хеҙмәт итә, шул рәүешле әхирәттәрен һата. Аллаһ уларҙы тура юлға күндерһен, башҡа ни тип әйтәһең инде.
   Беҙ бындағы кешеләр уларға ышанмаһын, тип һәр ерҙә ошо тиклем хәбәр еткерәбеҙ, һөйләйбеҙ. Сөнки был ике тинлек донъя түгел, әхирәт мөһим. Үҙең башҡарған ғибәҙәттәр менән йәннәткә инеү еңел түгел. Нисек инергә була? Быға өҫтәп Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) яҡлаясаҡ. Улар теләмәй, Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) яҡлауы тигән нәмә юҡ, тиҙәр ваххабиттар. Улар был донъяла фетнә сығарҙы, әммә әхирәттә үҙҙәре зыян күрәсәк. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) бер хәҙисендә әйтелгәнсә, кеше һөйгәне менән бергә булыр. Беҙ Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙе (с.ғ.с.) яратабыҙ. Сәхәбәләрҙе яратабыҙ, әүлиәләрҙе яратабыҙ, ата-бабаларыбыҙҙы яратабыҙ. Ҡиәмәт көнөндә улар менән бер ергә йыйылып, йәннәткә инербеҙ, иншаАллаһ.
   Улар кемде ярата? Абдул Ваххабты, Теймиййәне ярата, йәғни ярамаған кешеләрҙе ярата, шайтан кешеләрен. Шуның өсөн беҙ был донъяла улар менән һуғышмаясаҡбыҙ. Улар йә тура юлға баҫыр, йә иһә үҙҙәре белер. Алда әйтеп үтеүебеҙсә, наҙан менән күп һөйләшеп торорға кәрәкмәй. Булышмаясаҡбыҙ улар менән.
   Аллаға шөкөр, һәр көн мәсеттәр һаны арта. Былтырҙан быйылға тиклем, йыл ярым эсендә, илленән ашыу мәсет төҙөлдө бында. Бер туҡтауһыҙ төҙөләсәк, иншаАллаһ. Мәҙрәсәләр ҙә бар. Әһл-и сөннәт һәм йәмәғәт рәүешендә тәрбиәләнәсәк, иншаАллаһ, кешеләр. Ғилем талибәләренең ризығын Аллаһ хәстәрләр. Аҡса өсөн әхирәтеңде һатма. Әхирәт мәңгелек, был донъя ҡыҫҡа, бик ҡыҫҡа, тиҙ үтеп китер. Күп ғалимдар үҫеп сыҡты был мәмләкәттә. Әлегә тиклем мәсеттәр төҙөлдө. Хәҙер мәҙрәсәләр ҙә бар, Аллаға шөкөр. Бөтәһе лә Алланың иң яҡшы юлын күрһәтте. Элек һис ишетелмәй торғайны мосолмандар араһындағы фетнә тураһында. Һин — һәйбәт, һин — насар, тигән һүҙ юҡ ине. Хәләл мал, хәләл аҡса менән, иншаАллаһ, мәҙрәсәләр эшләүен дауам итер.
   Тегеләр үткенсе, был билдәле. Кешеләр бик күп ғазап сикте. Ата- бабаларыбыҙҙың доғалары бар. Тегеләрҙең ҡулына ҡалмаҫ был ерҙәр.
   Шул уҡ ваҡытта ваххабиттар Сүриәгә, Иранға барып һуғыша. Унда башҡарған эштәренә оҡшаш бәләкәй генә бер ғәмәл тураһында ла бер генә мосолман китабында ла юҡ. Ваххабиттар китабында бар әле әйтеп үткән нәмәләр, йәғни кешене тураҡлау, кеше һуйыу кеүек нәмәләр. Ундай нәмәләр тураһында бары тик шайтан китабында яҙыла. Сөнки мосолманды үлтергән кеше мәңгегә йәһәннәмдә булыр. Мосолманды үлтереп үҙенә лә зыян килтерә, кешеләргә лә. Өҫтәүенә, бала тип тә тормай, башҡара бындай нәмәләрҙе. Бер миҫал килтерәйек. Тәмәке тартма, гонаһ, харам, ти. Тәмәке тартмағыҙ, гашиш тартығыҙ, тиҙәр. Гашиш тартығыҙ, сөнки Афғанстандағы беҙҙең мөжәһит ҡәрҙәштәргә ярҙам була, тиҙәр. Шунан уйлап ҡарағыҙ инде, гашиш тартҡан, героин тартҡан кешеләрҙән ниндәй файҙа була Исламға? Аллаһ уларҙы ла тура юлға баҫтырһын, башҡа бер ни тип тә әйтеп булмай.
   Аллаһ бөтәгеҙҙе лә һаҡлаһын. Рәхмәт. Бында тиклем килдегеҙ. Ниндәй хәйерле маҡсаттарығыҙ булһа, тормошҡа ашһын, доғаларығыҙ ҡабул булһын. Алланың һаҡлауы аҫтында булығыҙ. Шайтандың насарлыҡтарынан, кешеләрҙең насарлыҡтарынан алыҫ тотһон һеҙҙе. Күренгән-күренмәгән ниндәй сирҙәр булһа, бөтәһенә лә шифалар табылһын. Балаларығыҙ хәйерле бала булһын, иншаАллаһ. Бер кемгә лә мохтаж итмәһен. Аллаһ бөтәгеҙҙе лә аҡылдан, имандан мәхрүм итмәһен. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) ниндәй хәйерле нәмәләр теләһә, беҙ ҙә шуларҙы теләйбеҙ, иншаАллаһ. Ниндәй насарлыҡтарҙы теләмәһә, шуларҙы беҙ ҙә теләмәйбеҙ. Аллаһтың, Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) яратҡан ҡолдары булайыҡ, иншаАллаһ. Фатиха.

                                                              Ярыштауҙа әңгәмә
          Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
          Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
          Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   - Шәйех Әфәнде, бында кем ята? Кемдең янына килдек беҙ?
   - Бында сәхәбә ята. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең сәхәбәһе.
   - Икенсе тапҡыр Рәсәйгә аяҡ баҫтығыҙ. Икеһендә лә Башҡортостанға килдегеҙ. Бының төп сәбәбе ниндәй?
   - Аллаға шөкөр, беҙҙең бында ошондай кешеләребеҙ, дуҫтарыбыҙ күп. Бында, Аллаға шөкөр, кешеләр яҡшы. Улар беҙгә арнап доға ҡылһындар, беҙ ҙә доға ҡылайыҡ, иншаАллаһ.
   - Тәриҡәт менән шәриғәттең берлегенә ниндәй дәлилдәр бар икән? Тәриҡәт шәриғәтһеҙ түгел, шәриғәт тәрикәтһеҙ түгел.
   - Тәриҡәт менән шәриғәт бер-береһенән айырылғыһыҙ. Сәтләүектең ҡабығы һәм эсе булған кеүек, тәриҡәт менән шәриғәт тә бер бөтөндөң өлөштәре. Араларында бер ниндәй ҙә айырма юҡ.
   - Үткән килгәндә лә, әле лә күп кешеләр бәйәғәт алды. Хәҙер беҙ нимә эшләргә тейеш? Беҙҙең төп бурыстарыбыҙ ниндәй?
   - Намаҙ уҡыһындар. Тәриҡәтҡә инделәр. Бәйәғәт етәр. Тик Шәйехебеҙҙең әмере бар, намаҙ уҡыһындар. Бөтөнләй намаҙ уҡымаған кеше аҡрынлап башлаһын. Бөтәһен дә уҡый алмаһа, ике рәҡәттән башлаһын. Аҙаҡ дүрт, һигеҙ рәҡәткә еткерер.
   - Икенсе килгәнегеҙҙә лә ваххабиттарға ҡаршы бик ҡаты һүҙҙәр әйттегеҙ. Беҙ ҙә хәҙер ваххабиттарға ҡаршы һүҙҙәр әйтергә тейешме? Башларға кәрәкме?
   - Әлбиттә, уларҙың эштәре тураһында һөйләргә кәрәк. Хәҙер беҙ ваххабиттарҙың эшләгән эштәрен күрәбеҙ. Улар һуғыш асып, Исламда булмаған нәмәләрҙе башҡара. Кешеләрҙе тураҡлайҙар. Һин тәриҡәт ағзаһы булһаң, һине бәрәнде һуйған кеүек һуялар. Ҡулыңда тиҫбе күрһә, үлтерә һине ваххабит.
   - Телевидиенан, радионан тәриҡәтҡә саҡырыу барырға тейешме?
   - Бындағы ата-бабаларыбыҙ бөтәһе лә Наҡшибәндиә тәриҡәтендә ине. Бында башҡа тәриҡәт тә юҡ ине. Ул — шәриғәттең иң ныҡлы терәге. Әһл-и сөннәт һәм йәмәғәт — Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.) әйткән төркөм. Ахыр заманда 73 фирҡә, өммәт буласаҡ. Шуның 72-һе йәһәннәмгә инер, тигән Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.). Берәүһе йәннәткә инер. Сәхәбәләр: «Беҙ ҡайҙан белербеҙ һуң?», тип һораған. «Улар күпселекте тәшкил итер», тигән. Аллаға шөкөр, улар күптәр.
   Әҙәпле улар, тауыштары сыҡмай. Тегеләр иһә әрһеҙ, әҙәпһеҙ. Әҙәп булмағас, аҡыралар, баҡыралар, бөтөн төр яуызлыҡтарҙы эшләйҙәр. Беҙҙең тәриҡәт әҙәпкә таяна. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.): «Аллаһ мине әҙәпле итеп яратты. Иң күркәм әҙәпте Ул миңә һалды», тип әйткән.
   - Әүлиәләргә зыярат ҡылыуҙың ниндәй әһәмиәте бар?
   - Вафат булғас, улар тере ваҡытынан да ҡеүәтлерәк була. Тик беҙ туранан-тура уларҙан түгел, улар хөрмәтенә Алланан һорайбыҙ, Аллаһ ризалығы менән.
   - Ҡәберлектәрҙе зыярат ҡылабыҙ, тигән һүҙгә тура килмәй бит инде. Беҙ әүлиәләрҙе зыярат ҡылабыҙ. Шул һүҙҙәргә нисек яуап бирергә?
   - Атай-әсәйҙең ҡәберенә зыярат ҡылыу ҙа ҙур сауап һанала. Башҡа әрүахтарҙың ҡәберҙәренә барып аяттар уҡыу ҙа сауап булыр.
   - Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йөрөгәндә ниндәй урындар һеҙгә ныҡ тәьҫир итте?
   - Һәр ерҙә лә яҡшы булды. Һәр ерҙә хөрмәт итә кешеләр. Килеп мәсет эргәһендә көтәләр. Әҙәплеләр. Уларҙың йөрәктәре лә таҙа, матур.
   - Бына беҙ электән хөрмәт иткән Урал батырыбыҙ бар. Урал батырҙың пәйғәмбәр икәнлеген ишеттек. Бына шуға ла беҙ хәҙер нисек ҡарарға? Пәйғәмбәр тип әйтергә тейешбеҙме? Таратайыҡмы халыҡҡа?
   - Әлбиттә, әлбиттә! Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ һәр өммәткә пәйғәмбәр ебәргән. Был турала Ҡөрьәндә лә әйтелә. Урал (ғ.с.)  — төрки халыҡтарға ебәрелгән пәйғәмбәр. Әлбиттә, бик борон заманда ебәрелгән. Бөтәһе 124 мең пәйғәмбәр бар.
   - Былтыр килгәнегеҙҙә һеҙҙең доғағыҙ менән беҙҙә һиҙелеп торған бәрәкәт булды. Быйыл да шундай доға ҡылһағыҙ ине.
   - ИншаАллаһ, бөтәгеҙгә лә бәрәкәт булһын. Балаларығыҙ, бөтәгеҙ ҙә тура юлда булығыҙ. Бөтәһе лә хаҡ юлға баҫһын. Бындағы кешеләрҙең тәндәре лә, рухтары ла бик көслө. Донъяға еңелмәһендәр, иншаАллаһ. Муллыҡ, бәрәкәт эсендә йәшәһендәр. Сәләмәт, бәхетле булһындар. Аллаһ бөтәгеҙҙе лә һаҡлаһын. Фатиха.

                                                             Шаран сөхбәте
        Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
        Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Бындағы хужалар Пәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.), әүлиәләрҙе хөрмәт итә. Улар һеҙгә әҙәп өйрәтерҙәр. Бөтәһен дә хөрмәт итәләр. Бөтөн кешене лә Аллаһ тура юлға баҫтырһын тип, доға ҡылырҙар.
   Был Алланың йорто. Бөтөн кеше лә килә ала. Бөтөн кеше өсөн дә ишектәре асыҡ. Аллаһ риза булһын, хәйерле булһын, иншаАллаһ. Фатиха.

                                                                         Ләлә мәсетендә сөхбәт
        Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
        Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
        Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
   Иң башта Тәлғәт Таджутдин әфәндегә рәхмәт әйтәйек. Һәр кем рәхмәт әйтергә бурыслы. Был Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Алланың әмере.
   Тәлғәт Таджутдин әфәнде бынан 25 йыл элек беренсе тапҡыр мине бер гәзиттә күргән. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ, кешене йөҙөнә оҡшатмағыҙ, тиһә лә, был юлы ҡағиҙәнән ситләшеү булған. Ул тәриҡәтте, мәшәйехтәрҙе хөрмәт итә. Уның менән танышҡандан һуң ысынлап та дөрөҫ уйлағаныбыҙҙы иҫбат итте. Сөнки сәйәсәтте белә. Кешеләр менән яҡшы мөғәмәлә ҡора. Мосолман һәм мосолман булмағандар менән нисек һөйләшергә, нимәләр һөйләргә белә, матур һөйләшеп эштәрҙе хәл итә. Бындай кешеләр кәрәк. Быны бөтөн кеше лә башҡара алмай.
   Бер хикәйә һөйләп китәйек. Бер кеше икенсе берәүҙе ҡунаҡҡа саҡырған. Ҡунаҡ кеше килеп бер аҙ ултырғас, туҡмалып ҡайтып китә икән. Кем килһә лә, шулай булған. Һуңынан бер кеше:
   - Мин дә барып ҡарайым әле. Кешеләрҙе ниңә туҡмай икән? — тип уйлаған.
   Барған, күргән. Ҙур өҫтәл ҡоролған. Хужа уны өҫтәл артына ултыртып һыйлай башлай. Тегене һона, быны һона. Ҡунаҡ тауыш сығармай, биргәнде ашай бара. Шул уҡ ваҡытта, был мине ҡасан туҡмар икән, тип көтә икән. Тик уға тейеүсе юҡ. Шунан түҙмәйенсә:
   - Түҙемлегем ҡалманы. Мине ҡасан туҡмаясаҡһың? — тип һорай.
   - Ни өсөн туҡмайым мин һине? Һин — ҡунаҡ. Мин нимә килтерһәм, бөтәһен дә ҡабул итеп ашаның, ҡарышманың, — тигән хужа.
   - Әммә бөтәһе лә, туҡманы, тип әйтә.
   - Улар нимә эшләне һуң? Нимә генә килтерһәм дә, оҡшатманылар. Тегене килтер, быны килтер, тинеләр. Мин уларҙы Аллаһ өсөн ашаттым, һыйланым. Улар иһә тауыш ҡуптарҙылар. Шуның өсөн мин уларҙы ҡыуҙым, — тигән.
   Замана мосолмандары мөләйем булһа, зарар түгел, киреһенсә файҙаһы булыр. Биргәнде ашарҙар, ҡалғаны ҡалыр.                     Ашағандарға бәрәкәт булыр.
   Беҙҙең халыҡ — һыйларға яратҡан халыҡ. Ете көн сәйәхәт иттек, халыҡ һәр ерҙә өҫтәл әҙерләгән. Бер нимә лә әйтә алмайбыҙ, бәрәкәт өсөн ашайбыҙ. Был бик мөһим. Мосолмандар мөләйем була. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ (с.ғ.с.):
— Ул башҡаны ярата, башҡаһы иһә уны ярата, — тип әйтә, йәғни кешеләр дуҫ булырға тейеш.
Ҡайһы берәүҙәр тураһында тупаҫ кеше, тиҙәр. Бик тәрбиәһеҙ була ундайҙар. Артынан үтеп булмай, һуға. Артыңдан һуға, өҫтәүенә «тешләй». Кеше ундай булырға тейеш түгел. Мосолман мөләйем, мәрхәмәтле булырға тейеш. Мәрхәмәт күрһәтмәгән мәрхәмәт таба алмаҫ. Аллаға шөкөр, бына ике йыл сәйәхәт итәбеҙ. Яңыраҡ телевидениенан бер ҡатын:
   - Нимәләр күрҙегеҙ? — тип һораны.
Аллаға шөкөр, мин: — Яҡшылыҡ күрҙек. Насарлыҡ-фәлән күрмәнек, иншаАллаһ, — тинем.
   Һин нисек күрергә теләһәң, шулай күрәһең. Матурлыҡ күрергә теләһәң, матур итеп күрерһең, йәмһеҙ итеп күрергә теләһәң, йәмһеҙлек табырһың. Ғәйеп эҙләһәң, кешеләрҙә ғәйеп күп. Кешенән ғәйеп эҙләгәнсе, үҙ кәмселектәреңә ҡара. Үҙ нәфсеңә ҡараһаң, ысынлап та, иң насар кеше — һин үҙең, һинең нәфсең икәнен күрәсәкһең. Сөнки нәфсе ул шундай нәмә, мөмкинлек булһа, һәр кем фирғәүен була ала. Фирғәүенде ғәйепләмәгеҙ. Һәр кем, мин яҡшы, тип әйтмәһен, зинһар өсөн. Бөтөн кеше лә яҡшы. Һәр нәмә Аллаға шөкөр итә. Аллаһ биргән нәмәләр былар. «Лә ин шакартум лә азиданнакум», йәғни 'шөкөр итегеҙ ҙә тағы ла күберәк бирәйек'. Аллаға шөкөр, былтырҙан быйылға тиклем 100 мәсет төҙөлгән. Йөҙҙәрсә, меңдәрсә кеше намаҙ уҡый башланы, дөрөҫ юлға баҫты. Был иң яҡшыһы.
   Бик күп михнәт сиктеләр был ерҙәрҙә. Әммә халыҡ сабырлы. Михнәт тә Алланан килде. Бының өсөн дә Аллаға шөкөр итергә кәрәк. Тимер нисек ҡыҙҙырып сүкегәндән һуң ҡоросҡа әйләнһә, халыҡ та шулай. Ни тиклем михнәт сикһә, шул тиклем тағы ла нығыраҡ сыныға, нығына, ҡеүәтләнә. Буштан-бушҡа бер нимә лә булмай Алланың әмере менән.
   Иртән беҙ беренсе тапҡыр хажиә әсәйебеҙҙең туғандарына барҙыҡ. Улар ҙа һөйләйҙәр. Беҙҙекеләр бынан ирекһеҙҙән ҡасып киткән ваҡытта әсәйемдең атаһы ла китә. Әсәйемдең олатаһы, ҡыҙын күрергә тип, арттарынан бара. Ул ваҡыттарҙа бер урындан икенсе урынға күсеү еңел булмаған. Ике-өс ай эсендә улар башҡа урынға киткән, уларҙы таба алмаған. Шул хәсрәттән ауырып, вафат була.
   Балаларына әйтеп ҡалдыра: «Ҡыҙым бар ине, китте. Һеҙ ҙә үлерһегеҙ, балаларығыҙға әйтеп ҡалдырығыҙ, бер көн берәйһе килеп сығып һеҙ табышырһығыҙ, һөйләрһегеҙ». Аллаға шөкөр, бөгөн барҙыҡ, аңлаттылар был хәлде. Бөтәһе лә бик ныҡ илаған, күп хәсрәт сиккән. Әйтеп үтеүебеҙсә, был бушҡа түгел. Улар Аллаһ өсөн күсенеп китте, бындағылар ҙа хәсрәт сикте. Икеһе лә әхирәткә күсте. Унда табышасаҡтар, иншаАллаһ. Күсенеп киткән, әлбиттә, йәннәттә Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) күршеһе булыр, хәсрәт сиккән дә уның менән бергә булыр. Бер кемдең дә ғаиләһендә бындай хәлдәр булмаһын, тип һөйләнем. Бөтәбеҙгә лә ҡағыла. Баштан кисергәндәрҙең барыһы ла яҙылып бара. Аллаһ әжерен бирәсәк.
   Меңдәрсә ауыл, өй емерелде, кешеләр үлтерелде. Улар, әлбиттә, иң юғары мәртәбәләргә өлгәште. Тынғылыҡ мәртәбәһенә өлгәште. Улар ҡиәмәт көнөндә яҡлаусығыҙ булыр һеҙҙең. Һәм яҡлаусыһы, һәм нигеҙе был мәмләкәттең. Был Ислам ҡәлғәләренең нигеҙҙәре улар. Ҡиәмәткә тиклем бында мосолманлыҡ ныҡ торасаҡ Алланың рөхсәте менән.
   Яҡшылыҡ эшләгән дә китте. Уларҙы үлтергән дә китте. Уларҙың язаһын Аллаһ бирәсәк, уларҙың урыны мәңгелек йәһәннәмдә. Тегеләр иһә йәннәттә Алланың рөхсәте менән. Шәһит булған кеше әхирәткә күскән ваҡытта: «тағы ла миңә йән бир, Аллаһым, тағы ла шәһит булайым», тип әйтә икән. Улар бушҡа китмәне. Уларҙың доғалары менән был ерҙәр һаҡланып ҡалды.
   - Әүлиә бармы бында? — тип һорайҙар шулай уҡ.
   Һәр ерҙә бар. Алланың һөйөклө ҡолдары улар. Вәлиуллаһ нимә тигән һүҙ? Әлеге ваҡытта яңы төркөм килеп сыҡты. Беҙ уларҙы ла яратабыҙ. Улар ҙа — беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ. Уларҙы Аллаһ тура юлға баҫтырһын, тибеҙ. Был ваххабит, салафит тигәндәр — бындағы кешеләр. Тик ситтән килгәндәрҙе Аллаһ ҡәһәрләһен.
   Вәлиуллаһ нимә тигән һүҙ? Вәлиуллаһ Алланың һөйөклө ҡоло, тигән һүҙ. Кирәмәт күрһәтһә лә, күрһәтмәһә лә, Аллаһ тарафынан яратыла икән, Алланың вәлие булыр. Улар һәр ерҙә бар. Шуға өҫтәп, әйтеп үтеүебеҙсә, Алланың ҡоло булмаһа, Ислам был сәғәткә тиклем һаҡланып ҡалыр инеме? Доғалары менән был ваҡытҡа тиклем килеп етте.
   Ата-әсәйҙең доғаһы балаларға тәғәйенләнә. Балаларығыҙ өсөн гел хәйерле доғалар уҡығыҙ. Доға ҡылығыҙ, тәрбиәләренә иғтибарлы булығыҙ. Әсәйҙәр, ҡатындар, иң бөйөк вазифа һеҙгә йөкмәтелгән. Һеҙ — ирҙәрҙән мөһимерәк кешеләр. Был вазифа нимәгә ҡайтып ҡала? Бала ҡарауға. Бер хәйерле кеше тәрбиәләү мең фабрика менән идара итеүҙән хәйерлерәк. Шәйех Әфәнде яратмай ине эшләгән ҡатындарҙы. Эшләмәгеҙ, тип әйтә ине. Өйҙә бала ҡарағыҙ, тип әйтә ине. Мин президент булһам, эшләмәгән ҡатындарға эш хаҡы бирер инем. Бөтөнләй эшләмәһендәр, тип. Бында өйрәнгәндәр, нисәмә йылдар инде эшләйҙәр. Шулай ҙа балаларға иғтибарлы булығыҙ. Дуҫтары менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Балалар тыңлап бармай, шулай булһа ла улар буш тормаһындар. Намаҙ ҡылдырығыҙ, ураҙа тоттороғоҙ. Хажиә әсәйебеҙ бәләкәй саҡта беҙ ураҙа тотҡанда көн дә беҙгә аҡса бирә ине. Беренсе йылда өс көн, икенсе йылда ете көн, шулай күнегә- күнегә күбәйтә ине. Тағы ла балаңдан, намаҙ ҡылдыңмы, тип һорарға тейешһең. Ҡайһы бер кешеләр балаһынан, намаҙ ҡылдыңмы, тип һорарға иренә. Аҡрынлап ете йәштән башлаһындар. Ауырлыҡ менән бергә еңеллек килә кешегә. Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ Ҡөрьәндә ант итә: «Фаинна ма'а л-'усри йусра», йәғни 'Ауырлыҡтарҙан һуң еңеллектәр килер'.
   МашаАллаһ, Шәйех Әфәндебеҙ әйтеүенсә, был кешеләр, һеҙҙең мәмләкәттең кешеләре, — тырыш кешеләр, ялҡау түгелдәр. Улар тик ултырһа, арый, ти. Эшләйәсәктәр, эшләгәс, тынғы табалар. Был донъя өсөн дә эшләгеҙ, әхирәт өсөн дә. Бер көндә өс тапҡыр һигеҙ сәғәт бар. Береһе эшләр өсөн, икенсеһе ял итер өсөн, өсөнсөһө ғибәҙәт өсөн. Әммә иртәнге намаҙҙы ҡылып өйҙән сыҡҡанда, мин Аллаһ өсөн ниәт иттем, тип эшләһә лә, ғибәҙәт тип һаналыр. Ризығыңды, хәләлеңде табыу ҙа, Алланың ризалығы өсөн тиһә, ул да ғибәҙәт була. Беҙҙекеләрҙең (төрөктәр) күберәк телдәре эшләй. Ҡайһы берәүҙәре ғибәҙәт ҡылмай, эшләү ҙә — ғибәҙәт ул, ти. Намаҙ ҙа уҡымайҙар, ураҙа ла тотмайҙар. Был ғибәҙәт булмай. Һин намаҙ ҡылып, бисмиллаңды әйтеп, балаларымды ашатайым, тип эшләһәң, шул ваҡыт ғибәҙәт була. Былар ниңә кәрәк? Файҙаһы кемгә? Ғибәҙәт һеҙҙең өсөн файҙалы. Һәм матди файҙа килтерә, бөтөн эшләгән эштәргеҙ бәрәкәтле булыр, һәм тынғы табырһығыҙ.
   Бында студенттар бар. Бик яҡшы. Аллаһ риза булһын. Улар ни тиклем күбәйһә, шул тиклем ихтыяж бар тағы ла. 100 студент булһа, бер йыл эсендә һандары йөҙ мең студентҡа етеп, әхл-и сөннәт һәм йәмәғәт булып етешһендәр.
   Меңдәрсә ғалим сыҡты әһл-и сөннәт һәм йәмәғәттән. Ғалимдарҙың күбеһе был яҡтарҙан сыҡты. Дин белгестәре, ислам хоҡуғы белгестәре, һәр төрлө ғалим сыҡты был яҡтарҙан. Һәр бер ғалим донъяны тотоп тора, шул тиклем ҡеүәтле ғилем бар ине. Әле яңы килеп сыҡҡан төркөм ғалим түгел, ялған ғалим, йәғни насар ғалим. Хәҙистәре бар Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.), улар йәһәннәмдә. Был кешеләр беҙҙең был бөтөн яҡшы ғалимдарҙы, Алланың һөйөклө ҡолдарын, әүлиәләрҙе танымай. Өс кеше, бер кеше, уларҙың исемдәрен әйтеп торорға кәрәкмәй, мәжлестең тәме, бәрәкәте китмәһен. Кешеләр уларҙы тыңлай, был ғалим шулай тип әйтте, теге ғалим шулай тип әйтте, тиҙәр. Ул ғалим түгел, ғалим ишараты ғына. Улар яуап бирәсәк. Әхл-и сөннәт һәм йәмәғәт ғалимдары, меңдәрсә китап бар уларҙың яңылышыуҙарын әйтеп биргән. ИншаАллаһ, бында тағы ла өс мең булһынмы, утыҙ мең булһынмы, йөҙ мең булһынмы, меңдәрсәме ғалим сыҡһын. Ни тиклем күбәйһә, шул тиклем мәрйен кеүек күбәйһен. Хәҙер улар яйлап, таш нисек эшкәртелһә, был мәҙрәсәләрҙә шулай эшкәртеләләр. Уларҙан бик матур бриллиант килеп сығасаҡ. Уларға нәсихәтебеҙ бар. Ялҡауланмаһындар, ныҡ тырышһындар. Кем төн ултырып китап уҡыһа, дәрес әҙерләһә, юғары дәрәжәләргә ирешер. Унан да мөһимерәге, беҙ үҙебеҙҙе был эшкә аҡса өсөн түгел, Аллаһ өсөн бағышланыҡ. Ризыҡ Алланың ҡулында. Аллаһ, студенттың ризығын мин хәстәрләрмен, ти. Был ике мәсьәлә бик мөһим. Һәм Алланың ризалығы өсөн, һәм ныҡ тырышыу, һәм беҙҙең ғалимдарҙы хөрмәт итеү, әүлиәләрҙе хөрмәт итеү күп көс талап итә (уларҙан ярҙам һорарға кәрәк). Уларҙың теләктәре ҡабул була. Һис шикләнмәгеҙ. Теге кешеләрҙең әйткәндәренә ышанмағыҙ. Әйтеп үтеүебеҙсә, Аллаһ уларҙы ла тура юлға баҫтырһын. Улар ҙа беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ. Улар тура юлға баҫһа, яуаплылыҡ юҡ. Беҙ әхл-и сөннәт һәм йәмәғәт, Пәйғәмбәр Әфәндебеҙҙең (с.ғ.с.) яҡлауын һорайбыҙ.
   Ислам дине — әҙәп дине, яҡшылыҡ дине. Һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа өйрәтергә кәрәк. Аллаһ һандарын арттырһын. Ғилем эстәү һәр кемгә лә фарыз, бындағы бөтөн кешеләргә. Һеҙ бында килдегеҙ, белем алдығыҙ. Өйҙә нимәлер уҡынығыҙ, был да белем алыу, тип һанала. Һеҙ ҙә тик тормайһығыҙ. Фарыз — уны эшләмәгән гонаһҡа кергән, тигән һүҙ. Шуның өсөн бөтәгеҙ ҙә аҙаҡҡа тиклем өйрәнегеҙ. Ғилемдең аҙағы юҡ. Йәғни һин ни тиклем, мин — ғалим, тиһәң дә, һинән өҫтөнөрәк тағы ла ғалимдар бар.
Аллаһ бөтәгеҙҙән дә риза булһын. Бының кеүек мәсеттәр меңәрләгән булһын. Бәрәкәт булһын. Донъяға нур килһен. Элек бынан күп ғалим сыҡты. Улар Мәккәлә, Мәҙинәлә, Бохарала, Стамбулда, Ҡаһирәлә Ислам өсөн хеҙмәт итте. Тағы ла сығыр, иншаАллаһ. Фатиха.

Йөкмәткеһе
1. Өфө Туҡай мәсетендә әңгәмә
2. Туҡай мәсетендәге сөхбәт
3. Салауат Юлаев музейындағы сөхбәт
4. Әүештау сөхбәте
5. Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалындағы сөхбәт
6. Зәйнулла Рәсүли мәсетендәге сөхбәт
7. Ҡаһарман сөхбәте
8. Урал батыр маҡамы янындағы сөхбәт
9. Бөрйән сөхбәте
10. Иҫке Собханғол сөхбәте
11. Мәсем тауы янындағы сөхбәт
12. Абдулла Сәйиди маҡамы янындағы сөхбәт
13. Байым Ишан маҡамы янындағы доға һәм нәсихәт
14. Мөжәүир хәҙрәт маҡамы янындағы сөхбәт
15. Сибай сөхбәте
16. Йомағужа сөхбәте
17. Шәйех Ғиләжетдин маҡамы янында ҡылынған доға
18. Нарыҫтау сөхбәте
19. Ярыштауҙағы әңгәмә
20. Шаран сөхбәте
21. Ләлә мәсетендәге сөхбәт