Ғәли хәҙрәттең мәшһүр хөтбәһе
Хәҙрәт Ғәлинең раҙыаАллаһу ғәнһәнең «Әл-Ғара» исеме аҫтында танылған мәшһүр хөтбәһе
Хәле менән һәр нәмәнән өҫтөн булып та, һәр нәмәгә түбәнәйерлек ҡәҙәр миһырбанлы Аллаһҡа маҡтауҙар булһын. Теләгәнен яйлы итеүсе, әҙәм балаһына артығын биреүсе, ауырлыҡтар һәм ҡыйынлыҡтарҙы юҡ итеүсе лә Ул. Сикһеҙ игелектәре, һанауһыҙ ниғмәттәре өсөн Үҙен маҡтап, Беренсе (Әл-Әүүәл) һәм Башланғыс (Әл-Бадый) икәнлегенә ышанабыҙ, Яҡын (Әл-Ҡариб) һәм Юл Күрһәтеүсе (Әл-Һаҙый) икәнлеген белеп, Үҙенән тоғро юл һорайбыҙ, Өҫтөн (Әл-Ҡаһир) һәм Ҡөҙрәтле (Әл-Ҡадир) икәнлегенә ышанып, Үҙенә генә һыйынабыҙ, Булышыусы (Әл-Ҡафый) һәм Ярҙам Итеүсе (Әл-Насир) икәнлеген белеп, Үҙенә генә тәүәккәлләйбеҙ. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең Уның ҡоло һәм әмерҙәрен тормошҡа ашырыу, дәлилдәрен еткереү һәм иҫкәртеүҙәрен өсөн ишетереү өсөн ебәрелгән илсеһе икәнлегенә шәһәҙәт итәбеҙ.
Аллаһ ҡолдары! Һеҙгә тәҡүәле булырға кәңәш итәм, сөнки миҫалдарҙың төрлөһөн телгә килтертеп, һәр нәмәнең ваҡытын билдәләне Ул. Һеҙҙе кейендереп, туҡландырып һәм өйрәтеп, һанауһыҙ ниғмәттәренә лайыҡ иттерҙе Ул. Ҡаты дәлилдәрен еткереп, барығыҙҙы һанап сыҡты Ул. Шунан ошо имтихан ерендә, ғибәрәт йортонда һеҙгә ваҡыт билдәләп һәм һынап, быларҙың барыһынан да һораясаҡ Ул.
Донъя тормошо — һыуы болғансыҡ бысраҡ шишмә кеүек ул. Күренеше үҙенә йәлеп итһә лә, татып ҡараһаң — бөтөрөр ул. Яҡтылығы һүреләсәк, күләгәһе юҡҡа сығасаҡ, терәүҙәре ауасаҡ сағым (хыял) кеүек ул. Яратып кинәнгәндәрҙе аяғы аҫтына һалып тапай ул, ауҙары менән бәйләй ул, һөңгөһөнә ултырта ул, боғаҙҙан тотоп ҡәбергә индерә ул, яңғыҙлыҡта ҡалдырып, ҡылып-ҡылынмағандарҙан үкендерә ул. Үлем дә үҙ эшен эшләй. Шулай итеп, береһе артынан икенсеһе, бер-береһе алдында маҡтана-маҡтана, ахыр маҡсаттарына табан — бөтөүҙәренә табан тәгәрәп барырҙар.
Әммә барлыҡ эштәр тамамланып, заман аҙағы етеп, сиктән тыш ҡиәмәт ҡупҡас, кешеләр — ҡәберҙәренән, ҡоштар — ояларынан, йәнлектәр — өндәренән, үлем — соҡорҙарынан сығарылып, бойороғона буйһоноп, төркөм-төркөм (Аллаһ) яғына ағыла башларҙар. Меҫкенлек кейеменә төрөнөп, тыйнаҡлыҡ һәм түбәнселек ҡиәфәтенә кереп, (Аллаһтың) ҡарашы аҫтында саф-саф теҙелеп баҫып, нимә буласағын тауыш-тынһыҙ көтөп торорҙар. Хыялдар юҡ булып, өмөттәр өҙөлөп, йөрәктәр хәсрәттән әрнеүгә төшөп, тауыштар быуылып, тир буғаҙға тулып, ҡурҡыуҙар һуңғы сиккә еткән арала, күктәрҙе тетрәткән тауыш яңғырап, тейешле хаҡтарҙың биреләсәк һәм алынасаҡтарға тураһында хәбәр биреп, ахыр һүҙҙе ишеттерә башлар.
Үҙҙәре — ғүмерҙәре тәҡдир ителгән мәхлүктар, тәрбиәләнеп үҫтерелгән ҡолдар. Һурылып тартып алынған йәндәр. Ҡәберҙәргә ташланған кәүҙәләр. Көлгә әйләнгән һөйәктәр. Берәм-берәм тергеҙерҙәр улар, тейешлеләрен алыу өсөн хисаптарын айырым-айырым алырҙар улар. Сығыу юлын табыуҙары өсөн ваҡыт бирелгән ине уларға, дөрөҫ юл күрһәтелгән ине. Оҙон ғүмерҙәр бирелгән ине уларға, шик-шөбһәләрҙең ҡараңғы болоттары өҫтәренән ҡыуылған ине. Тормош оҙонлоғондағы юлды үтеү өсөн ҡырға сығарылған аттар кеүек донъя ҡырына сығарылып, уйлау өсөн ваҡыт бирелгән ине һеҙгә, ғәмәл өсөн киңлек айырылған ине.
Саф күңелдәр, иғтибарлы ҡолаҡтар, үткер күҙҙәр һәм сәләмәт аҡылдар өсөн был миҫалдар ни тиклем дөрөҫ, был вәғәздәр ни тиклем файҙалы улар! (Шулай булғас) Аллаһтан ишетеп — тетрәнгән, яңылышҡас — аңлаған, ҡурҡыуын раҫлаған, иҫкәртелгән — ашыҡҡан, инанғас — төҙәлгән, ғибрәттән ғибрәтләнгән, тыйғас — тыйылған, киҫәткәс — ситләшкән, яуап биреп һиҫкәнгән, тәүбә итеп ҡайтмаған, эйәрткәс — тотонған, күрһәткәс — күргән, ашығып йүнәлгән, ҡасып ҡотолған, аҙығын алдан әҙерләп, күңелен яҡшыртып, барасаҡ урынын күҙаллап, хәлдәрен төҙөкләндереп, кәрәк буласаҡтарын барлап, (мәңгегә) ҡаласаҡ йортона ҡайтыуына алдан әҙерлек яһаған (әҙәмдең) ҡурҡҡаны кеүек ҡурҡығыҙ. (Шулай булғас) Аллаһ ҡолдары, яратылыш маҡсаттарығыҙҙы онотмайынса, Раббығыҙҙан тейешлесә ҡурҡығыҙ. Вәғәҙә иткәндәренә инанып һәм буласаҡтарынан ҡурҡып, әҙерләгәндәрен яуларға тырышығыҙ.
Мәғәнәләрҙе ишетеп белеү өсөн ҡолаҡ бирҙе Ул һеҙгә, күреп айырыу өсөн — күҙ. Ағзаларығыҙҙы берҙәм тотҡан, уларға тура килгән сүрәттәрен һаҡлаған, эшсәнлектәрен оҙонайтҡан, тәндәребеҙҙән үҫеп сыҡҡан быуындар бағышланы Ул һеҙгә. Именлек эсенә йәшеренеп, ниғмәттәре эсендә йөҙөп йөрөгән, өҫтөнә яуып торған рәхмәттәрҙән ризыҡ эҙләп таба белгән йөрәк бағышланы ул һеҙгә. Ғүмерегеҙҙең сиген билдәләп, һеҙҙән йәшерҙе Ул уны. Өйрәнеүегеҙ һәм ғибрәтләнеүегеҙ өсөн үҙегеҙҙән элек йәшәгәндәрҙең тормоштарын һеҙгә үрнәк итеп калдырды Ул. Хыялдарына талып, үҙ-үҙҙәрен онотоп йәшәнеләр улар ҙа, ләкин әжәл һәр нәмәне урынына ҡуйҙы барыбер. Иҫән-һау саҡтарында быға әҙерләнмәнеләр улар, йәш саҡтарында бының тураһында уйламанылар. Йәшлектән һуң ҡартлыҡ киләсәген бер ҙә уйламанылармы? Һаулыҡ урынына ауырыу киләсәген бер ҙә уйламанылармы? Бөгөнгө көн менән йәшәп, ул көндөң бөтәсәген бер ҙә уйламанылармы? Ахырҙы бик тә яҡын икәнлеген белеп, күсеп китеү өсөн күп кәрәкмәгәнлеген белә тороп, ашығыуҙан йотлоғасаҡтарын, үҙ төкөрөктәренә быуыласаҡтарын, ярҙамға яҡын туғандарын, ҡәҙерле дуҫ-иштәрен саҡырасаҡтарын белеп торған хәлдә... Мәңгелеккә үлеләр батшалығына китеп барыуҙан, яңғыҙ башы тар урынға ятҡырылып ҡуйылыуҙан, тиреһен ҡорттар кимереп бөтөрөп, үҙе-эҙе ҡалмайынса, көлөн-туҙанын елдәр туҙырып таратыуҙан, тәндең һимеҙлегенән һуң кәүҙәнең тарҡалыуынан, һөйәк-быуындарҙың ҡатылығынан һуң сереп туҙыуынан, гонаһ-хатаһының яманлығын күреп аңлаған йәндәрҙең баҫтырылыуҙарынан берәрһенең туғаны алып ҡала алдымы, түгелгән күҙ йәштәре береһенә ярҙам итә алдымы?! Хәҙер инде яҡшылыҡтары ла артмаҫ уларҙың, хаталарының ауырлығы ла кәмемәҫ. Һеҙ уларҙың улдары һәм аталары, ҡәрҙәштәре һәм яҡындары түгелме? Улар кеүек үк ҡыланаһығыҙ, юлдарынан барып, эҙҙәрен ҡабатлайһығыҙ?! Юҡ шул, йөрәктәр кәрәкте аңлауҙан алыҫ, тейешлене еңелгә һанап, кәрәкмәҫ артынан эйәреп барырҙар. Әйтерһең дә һеҙҙе башҡа берәр нәмә көтә лә, донъя ҡыуыу тормошоғоҙҙың асыл маҡсаты ул!
Сират күперенең тайғаҡ баҫмаларынан сығасағыбыҙҙы, ҡаршығыҙҙа торасаҡ хәтәр һәм ауырлыҡтар аша үтәсәгебеҙҙе онотмағыҙ, Аллаһ ҡолдары! Уйҙары йөрәктәрен биләгән, тәндәре ҡурҡыу менән һуғарылған, уяу торған төндәре йоҡоларын ҡасырған, көндәре өмөт артынан сабып үткән, инаныуҙары теләктәрен бөтөргән, телдәрендә зекер оялаған, хәүефтәре тыныслыҡ ҡалдырмаған, ҡырын һуҡмаҡтарға инеп китмәйенсә асыҡ юлды тотҡан, маҡсатына илткән иң ҡыҫҡа юлды эҙләгән, күҙ быуған нәмәләргә ҡарап та алданмаған, шатлыҡлы хәбәрҙең тормошҡа ашырылыуын көтөп торған, көндәре шул сихри рәхәт йоҡола үткән аҡыл эйәләре ҡурҡыуы менән Аллаһтан ҡурҡығыҙ, Аллаһ ҡолдары. Был доньянан күркәм рәүештә китәләр улар, теге донъяға тиҙ күсәрҙәр, ахыр йорттарына һөйөнөп аяҡ менән атлап инерҙәр. Алдарына ҡарап, иртәгәһе көндәрен күҙәтеп тороп, бындағы ҡурҡыныстарҙы күҙаллап, теләгәндәренә табан йүнәлеп, үҙҙәрен ҡурҡыткан нәмәләрҙән ситләшеп барырҙар улар. Шулай булғас, сауап һәм отош булараҡ — йәннәт, яза һәм ҡарғыш булараҡ — йәһәннәм, үс алыусы һәм ҡотҡарыусы булараҡ — Аллаһ, иҫбаты һәм дәлиле булараҡ — Китап бик тә еткән һеҙгә!
Иҫкәртеп киҫәткән, дәлилләп өндәгән, күңелгә вәсүәсә һалып, ҡолаҡтарығыҙға бышылдап, аҙҙырып боҙған, вәғәҙә биреп ышандырған, ауыр енәйәттәрҙе биҙәп күрһәтеп, оло язаларын еңел күрһәткән, яҡын дуҫын алдап, эйәрсенен эштән сығарған, (шунан) биҙәп күрһәткәндәренән ваз кисеп, көлгәнгә үкендереп, именлектән иҫкәртәсәк дошманығыҙ тураһында һеҙҙе киҫәткән Аллаһтан ҡурҡырға кәңәш итәм һеҙгә. Аналыҡ ҡараңғылыҡтарында, пәрҙәләр артына эләккән бер тамсы мәни һыуынан яралғыланып, бала булараҡ тыуған, һуңынан имсәк имеп, йәш үҫмер булып үҫеп еткән кеше ошо әҙәм балаһына хәтерләүе өсөн йөрәк, һөйләшеүе өсөн тел һәм күреүе өсөн күҙ биреп, ғибрәт (һабаҡ) ала беләсәген уйлап, яуызлыҡтарынан тыйыласағы көткән булһаҡ та, етлегеп камил йәшкә еткәс, тәкәбберләнеп, үҙ юлы менән китеп бармаҡсы, һәүәҫтәре артынан теләк диңгеҙенә сумып, донъя һыуын эсеп туймаҡсы ул, бар ләззәттәрен тартмаҡсы. Донъяға сихырланып, үҙ яуызлыҡтарын күрмәй башлай ул, оятһыҙлығынан ҡурҡмай башлай, шулай итеп үҙ-үҙен алдап, ғүмерен буш нәмәләргә бағышлап, еңел-елпе тормош йәшәп, бер игелек ҡалдырмайса һәм бер бурысын үтәмәйсә үлеп тә китә.
Ғүмеренең иң һәйбәт йылдарында, бәхет һәм һөйөнөстәре ташып-ашҡан саҡта көтмәгәндә үлем килер. Юғалып ҡалып, кеше үҙен үлем иҫереклегендә, ауыртыуҙар ҡыҙыуында, зәғифлек һәм мохтажлыҡ хәлендә, бер туған ҡәрҙәше һәм туған атаһы араһында, үҙен йәлләп күҙ йәшен түгеп ултырған һөйгәне ҡаршыһында табар. Аңына килә алмайынса, дәһшәтенән хистәрен туплай алмайынса, ауыртыуҙарға ҡаршылыҡ күрһәтә алмайынса, интектерелеп, билдәһеҙлеккә табан һөрөлөр ул. Шунан һуң кәфенлеккә төрөрҙәр уны, дуҫ-иштәре, туған-ҡәрҙәштәре килеп, яңғыҙ ятасаҡ урынына күтәреп алып барырҙар уны. Яңғыҙлығын бер үҙе сигәсәк, янына бер кем үтеп инә алмаясаҡ урынға һалып күмеп ҡуялар уны. Эргәһенән барыһы ла таралып ҡайтып киткәс, ҡәбере эсендә яуап биреү өсөн торғоҙолоп ултыртылыр ул. Һынауҙарҙың иң ҡурҡынысы — ҡайнап ағып ятҡан утҡа төшөү булыр унда. Ялҡындарын, сатҡыларын күреп ятыр ул. Бер туҡтамаған ҡот осҡос хәлдән һәм ауыр язанан ҡасып ҡотолоу өсөн тишек таба алмаҫ кеше унда, ҡотҡарыусыһы булмаҫ уның, үлем килмәҫ уларға, быларҙы онотторған йоҡо төшмәҫ. Барыбыҙҙа Аллаһҡа ғына һыйынабыҙ!
Аллаһ ҡолдары! Ҡайҙа инде улар, оҙон ғүмер йәшәп, ниғмәттәрҙең күбен күргәндәр? Күп нәмәләрҙе белеп, аңлап та, киҫәтелеп тә ысынға алмағандар, именлек һиҙеп, иркенлеккә сыҡҡандар — ҡайҙа улар? Кисектереүҙәрҙең оҙоно бирелгән ине уларға, булышыуҙарҙы күркәме күрһәтелде, язаларҙың сыҙамаҫлығы тураһында һөйләнелгән ине уларға, файҙалы, яйлы яҡтар тураһында хәбәр бирелде. Ауыр хәлгә индергән гонаһтарҙан тыйылығыҙ, асыу сығарған ғәмәлдәрҙән һаҡланығыҙ. Әй, күҙҙәре, ҡолаҡтары, сәләмәтлектәре һәм малдары бар булғандар, берәр ҡотолоу юлын йәки һаҡланыу сараһын күрәһеңме һеҙ уларҙан? Берәр һыйынырлыҡ урын йәки инеп ояларлыҡ йорт таба алырһығыҙ микән? Ҡасыу юлын йәки ҡайтыу һуҡмағын табан алырһығыҙ микән? Шулай булғас, ни нәмә алдата һеҙҙе? (Тормош хаҡиҡәттәренән) ни өсөн шундай йыраҡ һеҙ? Доньянан аласаҡ өлөшөгөҙҙең миҡдары — тәнегеҙҙе иңенә һәм буйына күмәсәк тупраҡ миҡдары ҡәҙәр генә ул. Бөгөн иһә — муйындарығыҙ бауҙан азат һеҙҙең, йәндәрегеҙ әле тәнегеҙҙә, дөрөҫ юлды эҙләп табып, үҙегеҙҙе-тәндәрегеҙҙе именлеккә ҡауыштырыу мөмкинлектәре һәм форсаттары әле ҡулығыҙҙа, Аллаһ ҡолдары. Бер араға йыйылып, әле киләсәгегеҙ тураһында уйланыр ваҡытығыҙ бар. (Шуға күрә) киләсәгегеҙҙе үҙ ҡулығыҙ менән төҙөгөҙ, ҡараштарығыҙҙы тәүбәгә йүнәлтегеҙ, игелек эшләп ҡалдырырға ашығығыҙ ни, ауырлыҡ һәм ҡыйынлыҡтар, хәүеф һәм хәтәрҙәр тиҙ килеп етерҙәр улар, йәшерен булып торған, әммә килеүе көтөлгән үлемдең килеүе — һис шикһеҙ, тәҡдир иткән нәмәләрен хәрәкәткә килтерергә көсө етеүсе Аллаһтың тәҡдире лә — хаҡтыр.
Был хөтбәне тыңлаған халыҡ тетрәнеп илай, сәстәре үрә тора, йөрәктәрен ҡурҡыу баҫа. Хөтбәне башҡа исеме — Әл-Ғарра — йәғни «Балҡыусы» тигән хөтбә.
Татарсанан тәржемә, Гәли бине Әбү Талип Нәһж Әл-Бәлага, Баҫманы тәржемә итеп, нәшергә әҙерләүсе: Мөхәммәт Галләм Мостафа