Аллаһтан ҡурҡыу

                                                        Аллаһтан ҡурҡыу
     Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһи үәс-сәләмдән риүәйәт килә: «Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Берәү был донъяла Минән ҡурҡһа, ахирәттә уны тыныслыҡта ҡалдырырмын, ә инде икенсе берәү ошо донъяла Минән ҡурҡмаһа, тыныс йөрөһә, Ҡиәмәт көнөндә уны ҡурҡытырмын». Һәм тағы бер риүәйәтендә: «Мөьминдең күңеле Аллаһтан ҡурҡыуҙан тетрәһә, ул мөьминдең гонаһтары ағастан япраҡтар ҡойолған кеүек ҡойолор».
     Аллаһтан ҡурҡыу – һәр яҡшылыҡтың башы (хәҙис), сөнки Аллаһ хозурында хисап бирәсәген һәм ҡиәмәт язаһын уйлаған кеше мөмкин тиклем яҡшылыҡтар эшләргә, насар эштәрҙән бигерәктә йәбер үә золомдан һаҡланырға тырыша, үҙенең фани буласағын (үләсәген) уйлап, мохтаж кешеләргә мал менән һәм ғилем менән ярҙам итергә тырыша. Аллаһ тарафынан ҡушылған эштәрҙе эшләргә, тыйған нәмәләрҙән тыйылырға тырыша. Үҙенә һәм донъя малына ҡыҙыҡһынмайынса, тик Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булырға тырыша. Бына ошондай игелекле эштәр тамуҡ ғазаптарынан ҡотолоу өсөн хәйерле ғәмәлдәр булып торалар. Аллаһтан ҡурҡыуы булмаған кешеләрҙә иһә, был шарттар юҡ. Ахирәт тормошона ҡарағанда донъя тормошон өҫтөнөрәк күрә. Фәҡәт мал йыйыуға ғына әһәмиәт бирә, был эштәр ахирәт көнөндә ғәрәсәт майҙанында үкенеүгә сәбәп булаларҙа инде.

     Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡыу кеше өсөн хас булған иң юғары дәрәжә, маҡтаулы сифат булып, һәр төрлө яҡшылыҡ өсөн сығанаҡ һәм насарлыҡтарҙан тыйылыу өсөндөр. Шуның өсөн Аллаһтан ҡурҡыу Ҡөръәндә ҙур фазиләт булараҡ зекер ителгән. Фәҡәт Аллаһтан ҡурҡыу ғына тейешле. Был турала күп аяттарҙа әйтелгән. Мәҫәлән, Аллаһ Тәғәлә Әл-Мәидә (Табын) сүрәһенең 44 аятында:
فَلَا تَخْشَوُا النَّاسَ وَاخْشَوْنِ                                                                                          ا
     ...фәләә тәхъшәү-ннәәсә үәхъ-шәүни...
     «Кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ, фәҡәт минән генә ҡурҡығыҙ! » – тип әйтә.
     Әл-Баҡара сүрәһендә 150 аяттында Аллаһ Тәғәлә:
     ...фәләә тәхъшәү-һүм үәхъшәүнии...
                                                                                               فَلَا تَخْشَوْهُمْ وَاخْشَوْنِي
     «Динһеҙҙәрҙән ҡурҡмағыҙ, Минән генә ҡурҡығыҙ» – тип әйтә.
     Ләкин Аллаһтан ысын мәғәнәлә ҡурҡыу өсөн Ҡөръән һәм хәҙистәрҙән хәбәрҙар булыу, теге донъя ғилеменән бер ни тиклем мәғлүмәт эйәһе булыу кәрәктер.
                                                                                     إِنَّمَا يَخْشَى اللَّهَ مِنْ عِبَادِهِ الْعُلَمَاءُ
     ...иннәмә йахшә-ллааһа мин ғибәәди-һилғүләмәә'ү
     Мәғәнәһе: «Аллаһтың ҡолдары араһында Аллаһтан ҡурҡып торған халыҡ – фәҡәт ғалимдар ғыналыр». Әл-Фәтир (Яралтыусы) 35 сүрә, 28 аят. Бында ғалим тип, белемле булырға тырышҡан, Аллаһының ғилеменә ынтылған кешеләр әйтеләлер.
     Ҡайһы бер кешеләр Ҡөрьәндең был тәғлимәтен кире яҡтан күрһәтергә тырышып, был мәсьәләгә ныҡлы әһәмиәт бирмәҫкә тырышалар: “Аллаһтан ҡурҡыу, ҡиәмәттән өркөү кешенең рухын төшөрә, ғазаптарҙы (даһиҙарҙы?) ҡаҡшата, күңелдә тыныһыҙлыҡ барлыҡҡа килтерә, эшкә һәләтен һәм рәтен юғалта, донъяла ижади эштәр алып барырға ҡамасаулыҡ итә. Кешенең ҡулы эшкә бармайынса, ҡиәмәтте уйлап ҡайғырып ултырырға мәжбүр итә. Шулай булғас йәмғиәттә лә алға китеш, үҫеш бармаясаҡ," тиҙәр. Был яңылыш фекер.
     Рәсүл ғәләйһи үәс-сәлләм донъяла иң беренсе дәрәжәлә Аллаһтан ҡурҡыусы кеше ине. Был хаҡта ғалимдар күп әҫәрҙәр яҙғандар. Риүәйәт, тәфсир һәм хәҙис китаптарында был мәсьәлә ныҡ яҡтыртылған. Ҡаҙый Ғаяз хәҙрәттәре «Шифа»исемле китабында быға арнап «Рәсүлуллаһтың Аллаһтан ҡурҡыуы тураһында» бер бүлек ҡуйған. Был турала бер-ике хәҙис уҡыйыҡ: Хәҙрәте Ғәйшә (Рәсүлуллаһтың йәш ҡатыны) әйтә: “Төндә намаҙ уҡығанда Рәсүлаллаһ шул тиклем илай торған ине, ул сәждәлә ваҡытта ҡаҙан ҡайнаған саҡтағы һымағыраҡ һыҡтаған-шаулаған тауыштар ишетелә ине. Ҡайһы бер ваҡыт сәждәлә шул тиклем оҙаҡ ята ине, мин хатта «әллә үлде микән» тип аяҡ табанын тырнап ҡарай торған инем," тип әйткән. Фәхретдин әр-Рази хәҙрәттәре «Тәфсир Кәбир»ҙә шундай бер ваҡиғаны килтерә. Сәхәбәләрҙән Әбү Ғүмәр Ғабдуллаһ әйтә: “Рәсүлаллаһ үлгәненәң һуң һеңлем Ғәйшә янына барып, «Рәсүлуллаһтың берәй ғәжәп хәле тураһында һөйлә,» тинем. Ғәйшә оҙаҡ иланы һәм әйтте: “Уның һәр бер эше һоҡланғыс ине! Бер төн минең эргәлә ине. Юрған аҫтында бер ни тиклем ятҡандан һуң миңә әйтте: “Ғәйшә! Был төндә Раббыма доға ҡылырға рөхсәт итәһеңме?" Мин: “Йә Рәсүлаллаһ! Мин маҡсатҡа ирешеүеңде һәм Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыуыңды яратам," тинем. Өйҙә бер һауыттан һыу алып таһәрәт алды, ләкин һыуҙы күп ҡуланманы. Һуңынан намаҙ уҡый башланы. Ҡөръәндән аят уҡып иланы, ҡулдарын тәкбиргә күтәреп тағы иланы. Ул шул рәүештә иртәнсәккә тиклем илай-илай намаҙ уҡыны. Иртә менән Билал мәсеткә аҙан әйтергә килгәс, Рәсүлаллаһты был хәлдә күреп: “Йә Рәсүлаллаһ! Ни эшләп илайһың, һинең Аллаһ Тәғәлә үткән гонаһтарыңды һәм киләсәктәрен дә ярлыҡаған бит," тине. Рәсүлаллаһ: “Мин шакир ҡолдарҙан булаһым килмәйме? Был төндә миңә аят иңде," тине: “Күктәрҙең һәм ерҙең ижад ителеүендә, төн һәм көндөң алмашынып тороуында ғаҡыл эйәләре өсөн бөйөк ғибрәттәр бар." — тип, Ғимран сүрәһенең аяттарын уҡыны һәм әйтте: «Был аяттарҙы уҡып та фекер итмәгән кешеләргә үкенес!».
     Аллаһтан ҡурҡыу дәрәжәһе юғары булыуы уның рухи һәм матди яҡтан көслө булыу арҡаһында. Намыҫына кәмселек килтермәне, рухын төшөрмәне. Үҙенә яҙылған пәйғәмбәрлек вазифаһын ғәйәт ауыр шарттарҙа булыуға ҡарамаҫтан 23 йыл буйы үтәп сыҡты. Ҡаты һуғыштарҙа, хатта еңелгән ваҡыттарҙа бер аҙым булһа ла кире артҡа сигенмәне. Әхләки яҡтан ғәйәт өҫтөн булып, һәр кем менән яҡшы, йомшаҡ мөғәмәллә итте. Байлыҡҡа, мал йыйыуға ҡыҙыҡманы. Бөтөн маҡсатын кешеләрҙе донъяла һәм ахирәттә бәхетле итеү ине. Шул идеяһы өсөн бөтә юлында ғүмерен һәм малын ҡыҙғанманы. Ҡөръән кеүек бөйөк китап ҡалдырҙы, ислам нуры менән донъяны яҡтыртты.
     Хәҙрәте Хәҙисәнән ҡалған хисапһыҙ ҙур байлыҡты ҡолдар азат итеүгә, фәҡир, ғәрип үә бахыр йәтимдәрҙе тәрбиә ҡылырға, ислам динен ҡеүәтләндереүгә сарыф итеп бөтөрҙө. Үлер алдынан ҡулына төшкән бер киҫәк алтынды ла фәҡирҙәргә өләшеп бөтөрҙө. Былар Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыуҙың гүзәл нәтижәһе, күңелендә һәм эшендә булған гуманизм тойғоһо емеше ине.
     Рәсүлаллаһ ғәләйһи үәс-сәлләм хәҙрәттәренең ғүмере аҙағында сәсендә егермегә яҡын аҡ бөртөк бар ине. Бер ваҡыт Әбү Бәкер разый Аллаһү ғәнһү Рәсүлаллаһтан: “Йә Рәсүлаллаһ! Һин дә ҡартаяһың, сәстәренә сал инә башлаған," тигән. Рәсүлаллаһ: «Мине „Һуд“ сүрәһе һәм уның ҡәрҙәштәре ҡартайтты,» тине. «Һуд» сүрәһендә бороңғо пәйғәмбәрҙәргә ышанмайынса көфөрлөктәрен дауам иткән халыҡтарға килгән донъя ғазаптары, ғәҙәттән тыш тәбиғи һәләкәттәр зекер ителә. Мәҫәлән, Нух ғәләйһиссәләм халҡын 960 йыл буйына ислам диненә өндәгән, ләкин кәферҙәр унан көлгәндәр, динде ҡабул итмәгәндәр. Нух ғәләйһиссәләм һәм мөьминдәр көймәгә ултырып ҡотолғандар. Йемендә Әхҡаф тигән урында Ғад халҡын Һуд ғәләйһиссәләм исламға өндәгән, ләкин әҙ генә кеше ышанған, кәферҙәр ете төн, һигеҙ көн дауам иткән ҡаты самум еле менән һәләк ителгән. Хижаз ере араһында йәшәгән Сәмүд халҡын Сәлих ғаләйһиссәләм ислам диненә өндәһә лә, халыҡ аҙ ышанған. Ҡалғандары тауыш менән һәләк ителгән мәғлүмдер, Сәлих ғаләйһиссәләм ҡәүеменә ебәрелгән яза ла ҡаты ер тетрәү һәм вулкан шартлау арҡаһында барлыҡҡа килгән. Лут ҡәүеме лә фәхишә эштәрҙе һәм башҡа боҙоҡлоғон күп эшләү һәм дингә ышанып етмәү сәбәпле һәләк булғандар. Ҡыҙыл диңгеҙ буйында Шөғәйеп ғәләйһиссәләм мәжүсиләрҙе ислам диненә өндәне. Был халыҡ та боҙоҡлоҡтарҙан туҡтаманылар. Аллаһыға һәм ҡиәмәт көнөнә ышанманылар. Ахыр сиктә былар ҙа тауыш һәм ер тетрәү менән һәләк булдылар.
     Мысыр ерендә Фирғәүен рәхәтлеккә сыҙай алмай халыҡты үҙенә табындырҙы. Бәни Исраил һәм ярлыларҙы ҡол итеп ауыр хеҙмәттәрҙә ҡулланды. Ҡәүемдәр Фирғәүенгә эшләнеләр, таш йорттар һалдылар, юлдар эшләнеләр, храмдар һалып бирҙеләр. Ҡатындарын да ҡул эштәрен эшләргә мәжбүр итәләр ине. Етмәһә күбәйеп китеп хакимиәте (власть) ҡулға алырҙар, тип ҡурҡып, Фирғәүен Бәни Исраилдың ир балаларын үлтертте. Муса ғәләйһиссәләм уға ҡаршы сығып, Фирғәүенде был эштәренән тыйһа ла, уға был нәсихәттәр тәъҫир итмәне. Һөҙөмтәлә диңгеҙгә батып ҡәүеме менән һәләк булдылар. Һәләкәте еткән ваҡытта «Мин Муса Аллаһына ышандым, Аллаһ бар икән!» тип үҙенең хатаһын таныһала, һуң булғанлыҡтан уның шәһәҙәте ҡабул булманы. Үлек кәүҙәһен диңгеҙ яр ситенә сығарып ташланы. Илаһ түгеллеге бөтә халыҡҡа мәғлүм булды һәм үҙе тарихи һабаҡ булып һөйләнә торған оло ваҡиға булып ҡалды.
     "Һуд" сүрәһендә бына был тарихи ваҡиғалар аңлайышлы һәм бик аяныслы рәүештә сағылдырыла. Быларның һәләкәтенә сәбәп – иман килтермәүҙәре һәм халыҡҡа золом-йәбер итеүҙәре менән бәйле.
     "Һуд" сүрәһендә кәферҙәргә һәм залимдәргә донъя ғазаптарынан башҡа ахирәт ғазаптарының да ҡаты буласағы тураһында әйтеләлер.
     Шул Ҡөръән сүрә үә аяттары тәъҫиренән Рәсүлаллаһ ғәләйһиссәлләм өммәте өсөн ҡайғырып сәстәрен һәм һаҡалын ағартҡан. Доғаларында ла Аллаһынан ныҡ ҡурҡыуы сағыла уның. Мәҫәлән: «Йә Раббы! Һиңә һыйынам ҡәбер ғазабынан, ҡиәмәт көнөнә тиклем буласаҡ язаларыңдан, үлгән ваҡытта һәм үлгәс буласаҡ һынау-ғазаптарыңдан һәм исламдан ваз кисергә өндәүселәр фетнәһенән». «Йәшерендә һәм хәҙерҙә Һинән ҡурҡыуҙы һорайым». “Йә Аллаһ! Ҡеүәт эйәһе һәм тоғро әмер биреүсе ғәҙел Затһың! Һинән һорайым ҡиәмәт көнөндә ғазаптарыңдан һәм ҡыйынлыҡтарыңдан имен ҡылыуыңды, рөҡуғ-табыныу ҡыла торған, вәғәҙәләренә вафа ҡыла торған, үҙенә яҡын бәндәләр менән мәңге йәннәттә ҡалдырыуыңды, Һин дөрөҫөн әйткәндә рәхмәтле, изгелекле Затһың, теләгән нәмә генә эшләйһең!". «Ниндәй генә ҡурҡыныслы урын күрһәм, ҡәбер унан ҡурҡынысыраҡ». “Ҡәбер ахирәттең башы, донъяның һуңғы нөктәһе. Әгәр ҙә бында эш яҡшы булһа, ары эш тағы ла яҡшыраҡ. Әгәр ҙә бында эш насар булһа, ары тағы ла насарыраҡ!"
     Дүрт хәлифәнең һәм башҡа сәхәбәләрҙең дә Аллаһ Тәғәләнән һәм ҡиәмәт ҡурҡыныстарынан ҡурҡыуҙары бик көслө ине. Шул сәбәпле улар һәр эштә ғәҙел итеп эшләргә, мохтаждарға ярҙам итергә, халыҡ өсөн мәслихәт булған һәр нәмәне эшләргә тырышалар. Үҙҙәрен бик ябай, түбән тоталар ине. Мәҫәлән, Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ разый Аллаһу ғәнһу хәлифә булған да беренсе хөтбәһендә ғәҙелекте сағылдырып әйтә: “Мин һайландым хәлифә итеп, ләкин һеҙҙең арала яҡшыраҡ кеше мин түгел инем. Халыҡ файҙаһы өсөн әле һәр нәмәне эшләргә тырышасаҡмын. Зәғиф кеше минең ҡашымда көслөлөр. Мин уның тейешле хаҡын алып бирәсәкмен. Көслө кеше минең ҡашымда көсһөҙҙөр. Мин унан бөтә кешегә тейешле хаҡын алып бирәсәкмен!" Әбү Бәкер һәр ваҡыт ахирәтте иҫкә төшөрҙө. Ҡиәмәт ҡурҡыныстарын хатта төшөндә күреп илап та уяна ине. Шул сәбәпле уның тураһында Рәсүлаллаһ: “Бер кеше тере мәйет күрәһе килһә Әбү Бәкергә ҡараһын," — тип әйтә торған ине. Үҙ йортона айырым бер бүлмә эшләтеп, шунда ғибәҙәт ҡыла ине, Ҡөръән уҡып илай ине. Мөшриктәрҙең балалары ғәжәпләнеп яҡын килеп тыңлайҙар ине. Бар көсөн халыҡ файҙаһы, бәхете өсөн сарыф итеүе һәм бөтә байлығын исламды ҡеүәтләндереү, нығытыу өсөн сарыф итеп бөтөрҙө.
     Унан һуң, хәлифә булған Ғүмәр ибн әл-Хаттаб разый Аллаһү ғәнһү лә доньяла иң ғәҙел, тәҡүә кешеләрҙең береһе булып маҡтаулы исемгә эйә булды. Уның ғәҙеллеген, һәр кемгә бер тигеҙ ҡараш менән ҡарауын, ярлылар өсөн шәфҡәтен һөйләп бөтөрөү мөмкин түгел. Бәйтелмалы үҙ ҡулында булыуға ҡарамаҫтан тейешһеҙ бер нәмә лә алмаҫ ине. Ҡиәмәт көнөндә яуап биреү ауыр булыр тип әйтә торған ине. Бер ваҡыт өйөнә ҡайтҡас балаһының ҡулында ҡыҙыл алма күреп был алманы ҡайҙан алыуы тураһында һораша. Ҡатыны: “Саҙаҡа малдары араһында алма күреп, алып ҡалды", тигән. Ғүмәр: “Тейешһеҙгә халыҡ малын былай алыу ярамаҫ, бының өсөн миңә яуап бирергә тура киләсәк," тип, кире бәйтелмалға илтеп тапшыра был алманы. Фәҡир, етем, тол ҡатындарға булған ярҙамы тураһында тарих сәхифәләрҙә яҡты юлдар яҙылып ҡалдырылған. Ғүмәр хәҙрәт төндәрендә Мәҙинә урамдарында хәл-әүәл белешеп йөрөгән. Әгәр ҙә фәҡир, мохтаж, икмәкһеҙ кешеләр барлығын белһә, бәйтелмалдан аҙыҡ-түлек алып елкенә һалып, күтәреп килтерә, ашатып китә ине. Халыҡ аҡсаһын кәрәк булмаған урынға бер тин дә сарыф итмәне.
     Зиммиләр (әһле ислам ҡулында булған башҡа дин әһелдәре) менән бик яҡшы мөғәмәлә итергә ҡуша. Рәсүлуллаһтың: “Бер кеше бер зиммигә йәбер үә золом ҡылһа, миңә йәбер-золом ҡылған була. Ҡиәмәт көнөндә мин уға дәғүәсе буласаҡмын" тигән һүҙен хәтерҙә тота ине.
     Кейем-һалым мәсьәләһендә лә бик ябай булып, кейгән әйберенә үҙ ҡулы менән ямау һалған. Ҡырҡ ямауҙан бер нисәһе күн менән тегелгән ине. Шәм ҡалаһына ингәндә лә, яҡшы сапандар тәҡдим итеүҙәренә ҡарамаҫтан, шул үҙенең иҫке кейеме менән барып инде. Ҡоло һыбай булып, үҙе уны етәкләгән ине. Был эшкә Шәм халҡы ғәжәпкә ҡалып бының сәбәбен һорағандар. “Эш башында торған етәкселәр, батшалар ҡупшы тормошҡа, кәйеф-сафаға күп аҡсалар сарыф итәләр. Халыҡтан йыйылған налог аҡсаһын фәсиҡ-фасадҡа сарыф итеп исраф итәләр. Мин ундай тормошто яратмайым," тине. Шәм әһеленең диненә, сиркәүҙәренә, малдарына ҡағылмаҫҡа, бушҡа ҡандарын түкмәҫкә мөғаһәдә (договор) яһап ҡайтып китте.
     Һәр ваҡыт Ҡөръән уҡый, Аллаһынан ҡурҡып илай ине. Ике яҡ күҙенән аҡҡан ҡайнар күҙ йәше арҡаһында ике яҡ битендә ҡар эҙҙәр хасил булған ине.
     Уларҙан һуң килгән хәлифәләр – Ғосман, Ғәли лә ул шул тиклем ғәҙелектең, тәҡүәлектең үрнәктәре булып, дөрөҫлөктө, хаҡлыҡты, хәҡиҡәтте, ғәҙелекте торғоҙҙолар. Ғүмерҙәрен халыҡ бәхете өсөн ҡорбан иттеләр. Уларҙан һуң килгән тәбиғин һәм тәбғи-тәбиғиндәр ҙур тырышлыҡ эйәләре булып, шул юлда йәшәп, йәбер-золомдан йыраҡ булалар, ҡиәмәт көнөндә яңылыш эштәре өсөн яуап биреүҙәренән бик ҡурҡалар ине. Аллаһынан һәм ҡиәмәттән ҡурҡыуҙары юғары дәрәжәлә ине. Мәҫәлән, Хәсән Басри хәҙрәттәре һәр ваҡыт мунсанан илап сыға ине. Бының сәбәбен һорағас, “Әгәр ҙә һине өс көн яғылған мунсаға ябабыҙ тиһәләрҙә мин иларға тейеш булыр инем. Әгәр ҙә тамуҡға ҡуйһалар, ҡыҙыу ут эсендә ятыуға нисек сыҙарбыҙ икән, тип илайым," тине.
     Ғәҙәттән тыш булған был көслө иманлы тәрбиә Ҡөръән тарафынан яҙылған бөйөк дәрес нәтижәһе ине. Бөтә тәбиғәт доньяһы Аллаһтың ҡеүәт-ҡөҙрәте алдында ҡурҡыу хәлендә тора. “Аллаһты маҡтап күк күкрәү ауазы (һауаның тулҡынланыуы) тәсбих әйтә һәм фәрештәләр ҙә Аллаһынан ҡурҡыуҙан тәсбих әйтәләр (Рәғд, 13).
     Аллаһының ғазабы ваҡытында фәрештәләр ҡурҡып, тотҡонлоҡта булған ҡош ҡанаттарын ҡалтыратҡан кеүек, былар ҙа ҡанаттарын ҡалтыраталар (хәҙис).
     "Аллаһтан ҡурҡып күктәр ярыла яҙалар« (Шура, 4).
     »Әгәр ҙә Ҡөръән тауға иңдерелгән булһа ине, ҡурҡып ярылғанһың күрә инең" (Хәшер).
     "Таштарҙа Аллаһтан ҡурҡыу арҡаһында тау башынан тәгәрәп төшкәндәре лә бар" (Баҡара), йәғни Аллаһ Тәғәлә тәбиғәткә ҡуйған ҡанундарға буйһонмаҫҡа бер генә нәмә лә булдыра алмай.
     "Аллаһ ерҙә Үҙенең теләгәнен эшләүҙән һеҙ аптырашҡа ҡалдыра алмайһығыҙ" (Шура), йәғни Аллаһ теләгән нәмә булмай ҡалмай. Быны тыйырға бер генә кешенең дә көсө етмәй.
     "Мәидә" сүрәһендә: Аллаһ Тәғәләнең ҡиәмәтендә пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр ҡурҡыуҙа ҡалып әйтәһе һүҙҙәрен дә әйтә алмай торасаҡтар. Йәғни: «Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә пәйғәмбәрҙәрҙе йыйыр һәм әйтер: Һеҙ халыҡ тарафынан нисек ҡаршы алындығыҙ (ышандылармы юҡмы)? Пәйғәмбәрҙәр: «Белмәйбеҙ, йә Рабби! Ул турала мәғлүмәтебеҙ юҡ. Йәшерен серҙәрҙе белеүсе Зат Үҙең!» тиерҙәр. Был рәүештә яуап итеп биреүҙәренең сәбәбе бик ҡурҡыуҙарынан ҡаушап, әйтәһе һүҙҙәрен оноттолар (Ғазали, Яхья). Ҡиәмәт көнө ҡурҡынысы пәйғәмбәрҙәргә шул тиклем ныҡ тәьҫир итәсәк, башҡаларға был саҡта нимә ҡала инде! Ғайса ғәләйһиссәләмгә ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә тарафынан: «Һин халыҡҡа әйттеңме, мин Аллаһының улы, миңә һәм әсәмә ғибәҙәт ҡылығыҙ?, тигән һорау булғас, Ғайса ғәләйһиссәләм өс йыл ҡәҙәр ваҡыт яуап бирә алмайынса, ел ваҡытында тетрәгән япраҡ һымаҡ дерелдәп, тетрәп торасаҡ,» тиҙәр. Шунан һуң ғына: «Йә Раббы, әгәр ҙә әйткән булһам, Һин белмәй ҡалмаҫ инең. Һин минең күңелемдә булған серҙәрҙе лә беләһең!» тиәсәк.
     Ҡиәмәт ҡурҡыныстары һәм Аллаһ Тәғәлә үә Тәбарәкә хозурына хөкөм өсөн барыу шул тиклем ҡот осҡос буласаҡтыр ни, был көндөң ҡурҡынысы балаларҙың сәстәрен ағартып ҡарт кеше ҡиәфәтенә индерәсәк, хатта күк тә ярыласаҡ (Мүзәммил).
     Беҙгә һәр саҡ: «Мин Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡам һәм оялам, ҡиәмәттә һәр бер эшемдән мин һораласаҡмын,” тип йөрөр кәрәк. Мәшхәр көнөндә ғәрәсәт майҙанында Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен алыр өсөн йәшәр кәрәк». Йә Аллаһ, кисер беҙҙе, ғәфү ит.
     Йә, Раббым! Барыбыҙғала ике донъя рәхәтең бир! Белемебеҙҙе артыр, күңелебеҙҙе камил ҡыл, хәләл ризыҡтарыңды бир, хәрәмдәрҙән йыраҡ ҡыл. Йә Аллаһ! һиҙиәт юлына баҫтыр, бар халҡыбыҙҙы ла исламлы, иманлы, намаҙлы ит. Йөҙҙәребеҙҙе нурлы ит. Тел асҡыстары, зиһен асҡыстары биреп, Үҙең ҡушҡандарыңды эшләргә, тыйғандарыңдан тыйылып йәшәргә насип ит.