Бала сағым
Бала сағым, (яҙмышнәмә), Әҙһәм Исҡужин
Атайым, башҡа ауыл кешеләре кеүек үк, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Уның “суфый”, “мөйәтсе” тигән ҡушаматтары ҡалды. Бер йәй мөйәт үреп ултыра ине, янына барып: “Атай, шәкәр бир әле”,— тигәйнем, бер үҙ ҙә өндәшмәне. Шул һорауым өсөн артабан ныҡ үкендем, сөнки атайым больницала ятҡанда, шәфҡәт туташы килеп, мине алып китте. Атайымдың карауаты янындағы тумбочкала ике телем икмәк, дүрт — биш шаҡмаҡ шәкәр ята ине. Атайым ым менән шуларҙы алырға ҡушты. Шәфҡәт туташы миңә шәкәрҙәрҙе алып бирҙе лә: “Бар ҡайт, йәме”,— тип ишектән сығарып ебәрҙе.
Мин ҡайтып еткәнсе, атайым үлеп тә ҡуйған. Март ҡарын кисеп барып, атайҙы ерләнеләр. Нисек шунда барып, ҡәберен ҡосаҡлап илап йоҡлап киткәнмендер, иҫемдә юҡ. Иштуған ағай алып ҡайтты. Иртәгәһенә Ғәбдрәшит ағайыбыҙ мине үҙе эшләгән магазинға килтерҙе. Унда ағай -апайҙар пластинкалар уйнатып, моңлана-дәртләнә ине. Һуңыраҡ мин был көйҙәрҙең “Урал”, “Буранбай”, “Сәлимәкәй”, “Зөлхизә”, “Ерән ҡашҡа” икәнен белдем.
1935 йылда мине Мөхтәр ағайым уҡырға алып барҙы. Йәшем етмәгәс, яртынсы (элек шундай синыф та бар ине) синыфҡа алдылар Һәм, күп тә үтмәй, беренсегә күсерҙеләр. Мәктәп директоры Абдрахман Сәғитов ағай ҙа, уҡытыусыларҙы йыйып, патефонда халыҡ йырҙарын тыңлата торғайны. Ситтәрәк тороп, мин дә тыңланым.
Яҙ көнө ауыл эргәһендәге Яғалса тауы итәгендә һабантуй үткәрҙеләр. Халыҡ күп, сит ауылдарҙан да арбаларына мискә менән ҡымыҙ, һарыҡ тейәп килеп еткәндәр. Арба тәртәләрен күтәреп бәйләп, балаҫ алып, күләгә кеүек нәмә яһағандар, һарыҡ түшкәләрен элеп ҡуйғандар. Бер төркөм ағайҙар һыбайлы малайҙарҙы, ат сабыштырырға була, Яғалса аръяғына алып китте. Кемдәрҙер йүгерешеүгә әҙерләнә, ә майҙанда көрәш бара. Әбүбәкер хәҙрәт — баш судья, уның өсөн мөнбәр кеүек нәмә эшләп ҡуйғандар. Ығы-зығы, шау-шыу, ҡысҡырышыу, маҡтауҙар яңғырай:
— Һай — Һай! Ниндәй көс, таһыл!
— Үҙебеҙҙең егет бит ул. Еңмәй ҡуямы ни!
Ярышты баһалап, кемгә йылҡы малы, кемгә һарыҡ тейешлеген әйтеп торалар. Көрәште йомғаҡлағас, йыр — бейеү башланды.
— Мәжит ағай йырлаһын! — тигән тауыштар ишетелде.
“Аҡһаҡ ҡола”ны йырлап, бүләккә Ленин бюсын эләктергәс, Мәжит йырсы: “Быны биргәнсе, бер “ярты” бирһәләр”, — тип йылмая. Уға ҡаршы: “Юҡ, ағай, улай тимә. Был бит Ленин, апҡайтып ултыртып ҡуй, “ярты”ны уны хәҙер табабыҙ”, — тиҙәр.
Кисен дә күрше тирә-яҡта йырлаштылар, бейештеләр. Ҡурай тарттылар. Таулылар араһында уның башлығы ҡурайсы, йырсы һәм тарихсы Әбүбәкер хәҙрәт булды. Исҡужиндарҙан күптәр ҡурайсы, йырсы булған. Әбдрәхим ағай хатта Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә йырлаған. Әбүбәкер хәҙрәт етәкселегендәге төркөм 1925 йылда, Мәскәүгә барып, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, сәнғәтен күрһәтеп ҡайтҡан. Әбдрәхим ағайҙы һуңынан, милләтселектә ғәйепләп, ҡулға алғандар һәм атып үлтергәндәр.
Кәлимулла ағайҙы алып киткәндәрен үҙем күрҙем. Шул уҡ төндө Әбдрәхим, Сәфәр һ.б. ағайҙарҙы ла ҡулға алғандар. Береһе лә әйләнеп ҡайтманы. Мөхәмәҙи ағай ғына, тома уҡыр булыу арҡаһында, ҡулға алынманы. Аҙаҡ буранда аҙашып үлеп ҡалғаны ишетелде. Ул да өйҙән өйгә йөрөп ҡурай тарта ине. Уның әсәһе Мәфтуха инәй, бөксәйеп, таяҡҡа таянып йөрөүгә ҡарамаҫтан, бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, хәбәр һөйләп, бәйет, мөнәжәттәр әйтеп, аят уҡып, тәсбих тартып йөрөүен белде.
Әсәйем дә нәҡ шулай булды. Үлер алдынан әхирәтенә: “Аллаһы Тәғәлә барыһын да ҡабул иткән булһа, ҡылған ғәмәлдәрем күп булды. Алла бирһә, теге донъяла осрашырбыҙ әле”,— тип һөйләнде. Васыят итеп әсәйем түбәндәгеләрҙе яҙҙырҙы:
— Китаптарым кәштәлә шул көйө ятһын. Килгән кеше уҡыһын да урынына алһын. Анау ҡара тышлы китапты Нуретдингә бирегеҙ. Ғәтиәт кейәү шулай ҡушҡайны (Нуретдиндең атаһы Ғәтиәт Түбә ауылында мулла булды.— Ә. И.).
Әсәйем васыятында мәсеткә бирелергә тейешле китаптар ҙа әйтелә. Ә аҡ кейеҙ мәсет иҙәненә түшәлергә тейеш һ.б. Әйтерһең дә, ул күрше ауылға бер аҙнаға ғына ҡунаҡҡа киткән.
Бына шулай итеп мин таулылар араһы башҡорттарының ҡурай, йыр — моң, бәйет — мөнәжәт, ҡайғы -хәсрәттәрен һемереп — һеңдереп үҫкәнмен. Бала саҡта ошо үҙебеҙҙең аранан башҡа ерҙә кешеләр йәшәгәнен белмәй ҙә, уйламай ҙа инем.
1936 йылда Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙа урынлашҡан педагогия училищеһы беҙгә күсте. Ҡара урман аша ағылып, арбаға тейәлгән мөлкәттәре менән Талашты аръяғындағы ҙур ҡалҡыулыҡтағы өс ҡатлы бина янына туҡталғандарын үҙем дә күрҙем. Ошо йорттоң 1939 йылда бер төндә янып бөтөүенә лә шаһитмын. Педучилище күсенгәс, ауылыбыҙ йәнләнеп, донъяуи хәстәрлектәр, уйҙар икенсе йүнәлеш алғандар, тиһәң дә була. Клубтарында концерт, пьесалар ҡуйыла, уҡыу йылы тамамланыуға һабантуйҙар үткәрелә. Миңә инде донъялағы иң аҡыллы кешеләр ошонда йыйылған, донъяның үҙәге беҙҙең ауылда һымаҡ тойола. Педучилищеның директоры Әсҡәт ағай Ғәлимов бик абруйлы, мөһабәт кеше, уның хәләл ефете Мәрйәм апай ҙа һөйкөмлө, сибәр, ыҫпай, әҙәпле кешеләр булды. Математиканан дәрес биреүсе был апай әле лә уҡытыусы ҡатын — ҡыҙҙың өлгөһө булып күҙ алдымда тора.
Мәрйәм апайҙың Әсҡәт ағайҙы һуғышҡа оҙатҡаны ла хәтерҙә. Көҙ ине. Тарантасҡа ултырған Әсҡәт ағай, Ирәндек яғына үтешләй, колхоз станы янында туҡтап, халыҡ менән хушлашты. Бер көн Мәрйәм апай дәрестән сығып китте. Мин, өйгә ҡайтышлай, уның ҡайһы ҡапҡаға инергә белмәйенсә йөрөгәнен күрҙем дә өйөнә илтеп ҡуйҙым. Ул мине таныманы ла. Баҡһаң, Әсҡәт ағайҙың үлеүе тураһында “ҡара ҡағыҙ” алған икән.
Педучилище клубында Камил ағай Ғәлимовтың скрипкала “Каруанһарай”ҙы уйнағанын, Гөлшат апай Измайлованың “һибелә сәсәк”те йырлағанын ишетеп хайран ҡалып, өнһөҙ ултырҙым. Зәйнәп апай Зөбәйерованың пианинола “Ҡаһарман кантон”ды башҡарғанын тыңлап һоҡландым.
1937 йылда көҙөн, ауылға Өфөнән белгестәр килгән, йыр тыңлайҙар, тигән хәбәр таралды. Клуб манараһы бысылған элекке мәсеттә урынлашҡайны. Тамаша ҡарарға мин дә барҙым. Сәхнәлә бик матур күкһел костюм кейгән, муйынына оҙон аҡ шарф һалған ағай, йөрөп, кешеләрҙең йырлағанын яҙып ала. Мин уны уңынан, моғайын, Ғәзиз Әлмөхәмәтов булғандыр, тип һығымта яһап ҡуйҙым.
Өфө, Баймаҡ драма театрҙары артистары беҙҙең ауылда йыш булды. Спектакль башланыр алдынан Әхмәтов, Рәхмәтуллин, Сөләймәнов, Сарбаев ағайҙар ҡурай уйнаны. “Тормош йыры” пьесаһын ҡуйғанда Сарбаев ағай йырланы, халыҡ илашып ултырҙы. Мин дә иланым.
Баймаҡ театрынан Ғәшүрә апай Ирназарованың йырлағанын күп тапҡыр ишетеп хайран ҡала торғайным. 1944 йылда Ғәшүрә апайҙың ҡустыһы бер аяғын Сталинград янында һуғышта юғалтҡан Сәйғәфәр ағай Талашты фермаһы мөдире булып эшләне, ә мин иҫәпсе инем. Ғәшүрә апайҙың урман яңғыратып ярһып — ярһып йырлауы әле лә хәтеремдә, сөнки ундай йырҙы ғүмеремдә ишеткән — күргән булманы.
1941 йылдың октябрендә Ғәйзулла ағай Сөләймәновта лобогрейка һөйрәүсе аттарҙы ҡыуып йөрөнөм. Ул көн дә йоҡлар алдынан салҡан ятҡан килеш ҡурай уйнай торғайны. Таһир ауылынан Әхмәтғариф ағай, Зөфәр еҙнәйҙәр йыш ҡына беҙҙең янға килеп ҡурай тартыр булды. Атлы дивизияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Ситдиҡ ағай Әүәлбаев клубҡа яҡын ғына йәшәне. Йөн гимнастерка — салбар, шпорлы итек кейеп, билен яҫы ҡайыш менән быуып йөрөй торғайны. Клубта “телһеҙ” кино күрһәтһәләр, шуны уҡып, башҡортсаға тәржемә итеп ултырҙы.
Дүртенсе класта Ситдиҡ ағай беҙҙе йыр дәресенән уҡытты. Чапаев, Щорс тураһында йырҙарҙы көр тауыш менән йырлап күрһәтеп, йырларға өйрәтте. Ситдиҡ ағай көслө ҡурайсы, йырсы булды. Кистәрен өйҙәре янында ҡурай тартып, йырлап ултырһа, алыҫтарға ишетелер ине. Уның улы Мәлс әле Өфөлә йәшәй, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, атаһына оҡшап, баянда уйнай, йырлай. Мәлс атаһын күрмәне, сөнки Ситдиҡ ағайҙы һуғышҡа тиклем үк ҡайҙалыр уҡырға ебәргәйнеләр, шунан ул башҡаса ауылға ҡайта алманы, үле хәбәре килде.
Ситдиҡ ағайҙың бер туған һеңлеһе Һәҙиә апай ҙа бик матур йырсы булды. Һәр ваҡыт һорап йырлата торғайнылар. Мөбинә, Сәмиға, Әсмә, Таһира еңгәйҙәр ҙә моңло тауышҡа эйә ине. Мөбинә еңгәй Сәфәр ағай ҡулға алынғандан һуң сығарған йырҙарын һәр саҡ зарланып, илап йырланы. Улар күп мөнәжәт, бәйеттәр белде. 1986 йылды ҡышҡы каникулға ҡайтып йырҙарын яҙҙырып алырға ине лә — булманы, илай ҙа ҡуялар.
Зәйнәп еңгәй менән Әбүзәр ағай беҙҙең атай иҫән саҡта уҡ ялға ҡайтып йөрөнөләр. Ағай Ҡазанда кавалерия училищеһында белем алып, Таһир Күсимов кеүек командир булған. Полк менән етәкселек итеүгә саҡлы үрләтелеп, Польшаға ингәс һәләк булған. Зәйнәп еңгәй дүрт балаһы менән һуғыш башланғас та ҡайтып төштө, әле Баймаҡта йәшәйҙәр. Һоҡланғыс көслө, моңло тауыш менән йырлау өҫтәүенә, ул оҫта бейеүсе лә булды. Һабантуйҙарҙа йырлап, бейеп беренселекте алһа, мәжлестәрҙә лә унан оҫта тамада юҡ ине.
1948 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәткә алынғанда, мин Зәйнәп еңгәйҙәр фатирына һуғылып киттем. Әбүзәр ағайҙың пуляларҙан тишкеләнгән ордендар тағылған кителе элеүле тора. Унан өҫтәрәк — портреты. Шунда мин, бер ҡурай ҡалдырып, әрмеләргә табан юл алдым. Ирәндекте артылғанда йөк машинаһында аяғөҫтө баҫып “Төйәләҫ”те йырламай түҙә алманым:
Үлемдәргә генә миҫал икән Тыуған илде ташлап китеүе...
1998 йылдың август аҙағында тағы ла Баймаҡҡа юл төшөп, тағы ла Зәйнәп еңгәйҙең хәлен белеп сыҡтым. 84 йәштә икән. Әле лә бейейем, ти. Үлер алдынан башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева: “Минең бер әхирәтем бар, Зәйнәп Әминева, Баймаҡта тора”, — тип әйткән икән. Яҙыусының көндәрен үткәргәндә, мәктәпкә саҡырҙылар, шунда бейенем, бүләк бирҙеләр, тип һөйләне.
... Ауылға төнөн генә ҡайтып төштөм. Бишле шәм яҡтыһында әле генә сәй эсеүҙе тамамлағандар. Әсәйем мине күреү менән “Әстәғәфирулла!” — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Китте ығы — зығы. Күршеләге ағай, ҡусты, еңгәй, апайҙарҙы саҡырып, ҡунаҡ күрһәтә башланылар. Бер саҡ мин тороп баҫам да “Әрме”не йырлай башлайым:
Әрмеләргә йөрөп сәс еткергем.
Сәскенәйем етте үрмәгә.
Хаҡ Тәғәлә миңә ҡушҡан икән
Тыуған өйҙө ҡайтып күрмәгә...
Йырлап бөтөрәм дә: “Бына күрҙегеҙме, мин ниндәй?”— тигәндәй маһайып, ҡәнәғәт һәм ғорур ҡиәфәттә туғандарыма ҡарап торам. Ә Ирғәле еҙнәйебеҙ көлә, ҡулъяулығы менән күҙҙәрен өртә. Ирғәле еҙнәй оҙон мыйыҡлы, көслө, мыҡты кәүҙәле, эшкә бик шәп кеше. Бер көндә 15 күбә бесән сабыу, тау хәтле утын ҡырҡыу, мал һуйып, тиҙ генә тунап элеп ҡуйыу Ирғәле еҙнәй өсөн бер ни тормай. Аҙнаға бер ат йәки һыйыр һуйып һатып, урынына икенсе мал тергеҙеп ҡуймаһа, үҙен кешегә һанамай. Ирғәле еҙнәй Берлинға йәйәүләп етеп, күп ордендар тағып ҡайтҡан.
Бына Мотаһар ағайыбыҙ ултыра, Ирғәле еҙнәйҙең ҡайнағаһы. Оҫта ҡуллы, эшсән кеше. Шуҡ, шаян, шаярмайса йөрөмәҫ, хәбәр һөйләмәҫ. Мәжлестәгеләр бер-береһен яҡшы белә. Был юлы барыһы ла миңә төбәлгәндәр. Яңыраҡ ҡына ошо тирәлә йөрөгән малай әрмиәгә китә лә хәрби осоусы булып ҡайта. Ҡыҙыҡ та һа. Ултыра хәрби формала ялтырап. Дөрөҫ, мин ул саҡта икенсе төрлөрәк уйлағанмындыр. Ә был фекер ошо юлдарҙы яҙғанда килә.
Һуғыштан уң мин Исҡужиндарҙан иң олоһо булып ҡалдым. Етем балалар, емерек йорт-ҡуралар, аслыҡ, бик ауырлыҡ менән уҡыуға йөрөүҙәр. Эшкә яраҡлыларҙы колхозға буштан-буш, ас-яланғас эшләргә сығаралар. Әсәйҙәрҙе иһә хәлдән тайырлыҡ итеп эшләтәләр. Апай, еңгәй, инәй, балалар ҡайғырырға, иларға белмәгәндәй булды. Яңғыҙ инәйҙәр үлеп бөттө, иҫәндәре аҡылдан яҙҙы. Бер инәй Шырҙы йылғаһы ярында тороп: “Ғиниәт, балам, кил! Ана тораң да инде, кил, балам, кил”, — тип ҡулдарын һоноп аҙарына ла тора торғайны.
Минең турала ла, ауырыйҙыр был, тип әйтеүселәр булған. Шулай аптырапһыҙланып йөрөгәндә, колхозда бушҡа ыҙалап йөрөмәһендәр тип, ҡустыларҙы Магнитогорскиға ФЗО — ға ебәреп бөттөм. Ҡайтышлай -китешләй, уларҙың ятаҡтарына һуғылып, хәл-әхүәл белешәм, ҡурайҙа уйнайым, рухтарын күтәрергә тырышам. Таҡы-тоҡо, ас-яланғас алтынсы класҡа еткәндәрме икән? Ул заманда ни китап юҡ, башҡа нәмәләр тураһында уйларға ла түгел. Бер нәмә лә уҡымағандар, хыялдарында — шул өмөт кенә. Уйҙарында ни хәтлем ыҙа сиктергән ауыл! Атай, ағайҙарын улар иҫләмәй ҙә, күңелдәрендә — бер әсәй.
Минең бер туған ҡустым әле мәсеттә мәзин вазифаһын үтәй, өс улы юғары белемле табип, ейән — ейәнсәрҙәре үҫеп килә. Килендәре матур, уҡымышлы.
Магнитогорск эшселәр синыфы араһында ятаҡта йәшәп аяҡҡа баҫтырылған балалар. Мин, оло Исҡужин булараҡ, уйланыу-хәстәрлектәрем арыу ғына һөҙөмтә биргән, тип уйлайым. Үҙемдең дә яҙмышым Хоҙай ҡулында бит инде, нишләмәк кәрәк?
Имтихандар тапшырып, педучилищены тамамларға кәрәк. Тана, быҙауҙары менән өс һыйыр, 25—30 баш һарыҡ-кәзә, 70 сутый картуф, кишер, йәшелсә, һуған, кәбеҫтә — бөтәһен дә эш итергән кәрәк. Өҫтәүенә, бөтә мөлкәтеңде һатып ебәрһәң дә түләп бөтөрә алмаҫлыҡ өс йыл ярымлыҡ налог һалдылар. Баймаҡҡа 50 саҡрым, иртә китеп, кис ҡайтам. Биш тапҡыр юллауға өс йыллығынан арындым. Көҙ дүрт атымдың береһен тартып алып иген ташыусы Ғәйнетдингә бирҙеләр. Уның арыҡ атын алмай киткәйнем, йөрөгән ерендә туғарылған да бүреләр ботарлап киткән.
Тана һуйып итен һаттым да ҙур сумаҙанға аҙыҡ-түлек тейәп Өфөгә берәй уҡыу йортоноң физика- математика факультетына уҡырға инермен тип киттем. Сумаҙанды ятаҡта йәшәүсе фронтовик яҡташтарымдың карауаты аҫтына ҡуйҙым да үҙем тимер юл вокзалында йоҡлап йөрөйөм. Бер саҡ, ҡараһам, сумаҙан буп-буш, яҡташтарым урлап ашап бөтөргән. Баҙарҙан алып ашап йөрөй торғас, аҡса ла бөттө. Уҡырға алыныуым тураһында справка алдым да ситтән тороп уҡырмын тип, Магнитогорскиҙағы педагогия институтына барып урынлаштым. Ауылға ҡайтһам, фронтта хәбәрһеҙ юғалған ағайым йөрөп ята. Бай ҡайтҡан, матур кейенгән, күкрәгендә орден-миҙалдары, көлгәндә тештәре ялтырай. Хатта өс пистолеты, бер тоҡсай патрондары ла бар.
... Бер көн ҡапҡа янында бүрәнәләрҙә ултыра инек, Ирғәле еҙнә килде. Ағайым: “Берлинда саҡта совет һалдаттары янына бер аҡ сәсле немец ҡарты килгән дә руссалап “Башкиры нет?” тип һорағас, миңә ебәргәндәр”,— тип өйләй башланы. “ Һин ҡайһы ауылдан?”— тип башҡортса һорай был. “Темәстән” тим. “Ирғәле тереме?”— ти был. “Белмәйем, — мин әйтәм,— һуғыш бит”. “Ҡайтҡас, тере булһа, сәләм әйтерһең”,— ти немец ҡарты”.
Ирғәле еҙнәй 1921 йылда бер әсир немецты ат менән Ырымбурға алып барып поезға ултыртып ебәреүен иҫкә алды. Әсир һалдаттар, Темәстә йәшәп, Түбә руднигына ағас әҙерләгән икән. Ауылда йәшәргә ҡалғандарын һуғыштан алда уҡ ҡулға алып бөтөрөп, барыһы ла ғәйеп булғандар.
Ағайым, Әкрәм, үҙенсә һуғышта ниндәй мажара күреп иҫән ҡалыуын оҙаҡ итеп тасуирланы, Берлинда ул полк командирының ҡатынына нимә кәрәк, шуны ташып йөрөгән икән.
1946 йыл насар килде, аслыҡ булды. Окопта, һыуҙа ятып ауырыуға һабышҡан ағайҙар ныҡ интекте, ҡайһы берҙәре үҙ теләге менән күп эсеп үлергә мәжбүр булды. Егеттәр һыйыры, сепараторы, теген машинаһы булған ҡатындарға өйләнгеләне. Урман, тауҙар араһындағы халыҡ бөтә ауылы менән ҡырыла, тип һөйләйҙәр ине. Астан шешенгән кешеләр булған нәмәһен арзан ғына хаҡҡа аҙыҡ-түлеккә алмаштырырға мәжбүр булды.
Яҙын минең бер һыйырҙы һуйып һатып, Рәшит ағай менән Ырымбурға ат алырға киттек. Ниәт — ат менән эшләп кәсеп итеү. Ат һатып алғас Һарыҡташ станцияһына ҡарап тимер юл буйлап киттек. Көн бик йылы, ҡар иреп, йылғалар таша башланы. Һарыҡташҡа мең бәлә менән көскә килеп еттек. Атты туғарҙыҡ та, сана- сбруйҙарҙы бер башҡорт ағайына биреп, атты Һаҡмар аша интегә-интегә сығарҙыҡ. Унан ары мин атты етәкләп — Иҫәнғол ауылына, ағайым поезға китте.
Айыулы ауылы янында мин саҡ үлемдән ҡотолоп ҡалдым. Боҙ емерелеп, ат менән бергә һыуға сумдыҡ. Ярай әле, һыу һайыраҡ булған. Башҡорттар килеп, икебеҙҙе лә арҡан менән һөйрәп алдылар. Аҡ һаҡаллы бер ағайҙың өйөндә атымды ашатып, үҙем дә кибендем, тамаҡ ялғаным. Бик тә һәйбәт башҡорттар булып сыҡты хужалар. Ике көн тороп, тоҡсайымда бер нисә пачка сәй бар ине, шуларҙы биреп ҡыуандырҙым да, юлға сыҡтым.
Бер көн шулай бәләкәй санаға көнбағыш һығынтыһы тейәгән бер ағай менән апайҙы ҡыуып еттем. Арығандар, хәлһеҙҙәр. Ағай әйтә: “Ҡустым, зинһар, сананы атыңдың ҡойроғона таҡ инде. Ауылыбыҙ, ана, алыҫ түгел. Беҙҙә ял итерһең дә иртәгә китерһең”, — тип инәлә. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан оҙон ғына ябыҡ башҡорт ағай. Йәлләп, риза булдым. Сәлих ауылы икән. Килеп, көнбағыш һығынтыһы менән сәй эсеп, атты эсереп ашарға биргәс, ишек төбөндәге бер эскәмйәгә һуҙылып яттым да йоҡлап киткәнмен. Тауышҡа уянып киттем: “Ҡуй! Теймә, әрәм итмә һәйбәт егетте!” Хужабикә, мине һуйырға ниәтләнгән ағайҙы ебәрмәй көрәшә икән. Апай, мин ишетһен типтер инде, тауышын сығарыбыраҡ һөйләшә.
Мин аңланым да тороп сыға башланым. Ағай: “Ҡайҙа бараң?” — ти. Мин: “Атты һуғарам”, — тим. “Бая ғына һуғарҙың бит”,— ти был. Мин әйберҙәремде алдым да, ҡараңғыла шәре кисеп, юлға сыҡтым. Төнө буйы барып, ҡояш ҡалҡҡас, бер кәбән төбөнә ятып йоҡлап киткәнмен. Уянһам, ҡояш күктә ине. Атлай торғас, кискә табан Мораҡ ауылына барып еттем. Кузьменко ауылы янындағы күперҙе саҡ сығып өлгөргәйнем, шатыр — шотор ташҡын һыу килеп етеп, күперҙе ағыҙып алып та китте.
Ятып түҙеп булмай, өшөтә. Аптырағас, юлға төшөп, бер тауға үрмәләй башланым. Таң атыуға бер бәләкәй генә ауылға килеп етеп, остағы өйгә инһәм, ике малай ҡул тирмәне менән ниҙер тарта. “Әсәйегеҙ ҡайҙа?”, — тим. Өндәшмәйҙәр, күрәһең, һөйләшерлек хәлдәре лә юҡ. Йүкә ҡабығы тартып ултыралар икән. Кире сыҡтым. Өй тирәләй бер нәмә лә ҡалдырмай яғылған. Башҡа өйҙәрҙә лә шундай уҡ хәл.
Юл буйлап киттем. Тып-тын. Кеше йәки эт-бесәй тауыштары ишетелмәй. 10 —15 саҡрым атлағас, бер ҙур ғына ауылға килеп индем. “Юлдыбай” тинеләр. Ошонда йәшәгән Зәйнәп Аҡбирҙина менән педучилищела уҡығанды иҫкә төшөрөп, уның ҡайҙа торғанын һораным. Зәйнәптең апаһы мәктәп директоры икән. Уларға барып, йыуынып, баллап сәй эстем. Интернатта эшләгән саҡта Зәйнәп улын алтынсы класҡа килтергәйне, ярҙам йөҙөнән мин ул малайҙы ҡарашырға тырышҡайным да, булманы, ҡасып ҡайтып киткән. Зәйнәптәрҙә мунса ла төшөрҙөләр. Ике көн ял иткәс, хушлашып, тағы юлға сыҡтым.
Кисен Ыуары тигән ауылда бер ағай бик яҡшы ҡабул итте. Ул ауыл татарҙары бик теремек, алсаҡ, дәрт -дарманлы булып тойолдо. Иртән яҡшылап юл өйрәтеп, юлға бесән, икмәк биреп оҙатып ҡалдылар. Ҡараңғы төшөүгә Йылайырға килеп етеп төҙөк кенә өйҙә туҡтаным. Ишек янындағы топчанда тәҙрә яғына башымды ҡуйып ятҡайным. Бер саҡ ҡапҡа асылды ла урамға кемдер инде. Хужабикә болдорға сығып: “Он еще не спит”, — тигәс, мин былар атымды урларға итә икән тип, йөкмәнеп, урам буйлап киттем.
Ҡараңғы. Бәләкәй генә утҡа табан атланым. Ул магазин булып сыҡты. Ҡарауылсыһына хәлде аңлатып, төндө шунда үткәрҙем. Икенсе Этҡол ауылына етәрәк бер ауылда туҡтап, атты эсереп бесәнгә ҡуштым да берәүҙән һөт атып алып эсеп, йоҡларға яттым. Торһам, атым ята һуҙылып, башын ҡалҡытырға итә лә, хәленән килмәй. Күҙҙәре быялана башлаған. Үлмәҫтән алда тип, муйынынан салып ебәрҙем. Тиреһенә итте төрөп, эс-бауырын, баш-тояғын өй хужаһына бирҙем дә тағы юлға сыҡтым.
Этҡолдо үтеп, Ҡолсора ауылында йоҡлап, үҙебеҙҙең Темәскә яҡынлашам, Шырҙы йылғаһы сығырлыҡ түгел. Йөҙөп сығырға тура килде. Ҡайтып инһәм, әсәйем аптырап китте. Күлдәк-ыштанды алмаштырҙым да юрған аҫтына сумдым. Бер һыйыр яңы ғына быҙаулаған икән, әсәйем һөт эсерҙе. 16 көн буйы 450 саҡрым лыс һыу быйма менән юл йөрөү ғазабы, аслыҡ тамам бөлдөрөп, миңә һары төҫ инә башлаған. Күршеләр, оҙаҡҡа бармаҫ инде был, тигән. Күп йылдар үткәс, ошо хәлде һәм аттың йығылып үлеүен һөйләгәйнем, ағайым, аттың ҡойроғона сана таҡмаҫҡа ине, аттың күтәне өҙөлгән дә шуға үлгән ул, тине. Мин, теге үҙемде һуя яҙған ағайҙы йәлләп хата эшләгәнемде аңланым да — һуң ине. Үҙем дә, атты йәлләп, менмәйенсә, шыйыҡ ҡар кисеп, йәйәү атлаған булам.
...Нисә көн ятҡанмындыр, белмәйем, яңы һауған һөт, мәтрүшкә, тағы әллә нәмәләр эсеп, бер аҙҙан йөрөй башланым. Майҙың нисә һендәлер ағайым мине хәрбиҙәрсә кейендереп, хром итек кейҙереп, Магнитогорскиға алып китергә булды. Ике ҙур ауыр сумаҙан күтәреп, юлға сыҡтыҡ. Ә унда аслыҡтан интеккән яугирҙар, машиналарға тейәлеп, Сибай аръяғына, Яйыҡ яҡтарына башаҡ йыйырға китеп бара. Ирәндек, Сибай аша үтеп, Березовка ауылына етәрәк ҡап-ҡара янған баҫыуҙа яртылаш янған башаҡ йыйып йөрөгән байтаҡ фронтовикты күрҙек. Йөҙҙәре ҡара ҡором, күкрәктәрендә орден-миҙалдар, ауыҙҙарын асһалар, тештәре ялтырап күренә. Улар араһында Зәйнетдин ағайыбыҙҙы күреп, бер аҙ “балауыҙ һығып” алдыҡ. Ағай Сибайға килеп еткән дә, ауылда хәлдәр хөрт икәнен белеп, ошонда килеп сыҡҡан. Бер ҡаҙаҡҡа самандан йорт алырға өйләшкән дә, бер үҙе генә булғас, башлай алмай тора икән.
Зәйнетдин ағай беҙҙе үҙе урынлашҡан ҡаҙаҡтарҙың мунсаһына алып килде. Башаҡ йыйып бер тоҡҡа тултырғас, саманға тотондоҡ. Уны тамамлағас, эш хаҡына иген алып бүлештек. Артабан сумаҙандағы, ағайым Берлиндан алып ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙ кейемдәрен һатырға булдыҡ. Һатырға тип инде, бойҙайға алмаштырабыҙ. Ҡыҙҙарға кейем-һалым оҡшай, әммә әсәләре бик ҡарап, алдырмаҫҡа тырыша. Урыҫ халҡы бында бай йәшәй, малдары күп, һыйырҙары ҡотло. Һаран булмағандары шунда уҡ бойҙайын да сығара, тамаҡты ла һыйлап ебәрә.
Шулай итеп, беҙ ауылға иң байы булып, дүрт тоҡ иген менән ҡайтып төштөк. Был ваҡытҡа һыйырҙар быҙаулап бөткәйне. Күп итеп картуф ултырттыҡ, кишер, һуған сәстек.
Һабантуйҙар ҙа етте. Мин шәбәйеп китеп, көрәш, арҡан тартышыу, тоҡ һуғышыуҙа ҡатнаша башланым. Армияға китер алдынан өс йыл көрәш, тоҡ һуғышыуҙа беренсе урынды алып йөрөнөм. Ҡурайҙа уйнап йырлауҙа ла миңә тиң кеше булманы, сөнки ярышырға кешеһе лә юҡ ине.
Армияла ла шулай булды. Подольск ҡалаһында классик көрәш буйынса, бер ниндәй разряд булмаһа ла, дивизия чемпионы булдым. Монино ҡалаһына округ олимпиадаһына ебәргәйнеләр ҙә, унда дүрт кешене еңдем, ә өсөһөнә, тәжрибәле, профессиональ көрәшселәргә, таһыл етеңкерәмәне. Шулар араһынан Ванин тигәндәрен бер-ике айҙан киножурналда күрһәттеләр, ул Берлинда халыҡ-ара йәштәр фестивалендә ҡатнашты.
Белорет районы Әүжән ҡасабаһынан Суздальцев тигән минән мыҡтыраҡ кәүҙәле, тәкәббер, башҡорттарҙы яратмаған берәү миңә: “Давай бороться”, — тип бәйләнде бит. Ул гел генә “башкир, конокрад” тип мине мыҫҡыллап йөрөй торғайны. Казармала тегене бер алым менән күтәрҙем дә иҙәнгә һуҡтым. Носилка менән санчасҡа алып киткәйнеләр, берәр ай ятҡандыр. Уның ҡарауы, артабан бер ҡасан да мине мыҫҡылларға батырсылыҡ итмәне.
Умань ҡалаһына осоусылар училищеһына килгәс, хәрби дәрәжәм сержант булғанлыҡтан старшина итеп тәғәйенләнеләр. Араларында таҙа кәүҙәле берәү һис бер тыңламай маташа. “Пошел отсюда! Генералов видали, не то что сержантов”,— ти был. Бер көн оҙонлоҡҡа һикерә торған спорт майҙанына алып килдем дә, һеҙ көрәшә тороғоҙ, ә мин өҫтө алмаштырып киләм, тип китеп барҙым. Улар алыша-алыша арығас килдем дә теге әзмәүергә: “Давай бороться”, — тинем. Тегене интектереп, хәлдән тайҙырып алып ҡуйҙым. Иртәнге физзарядка ваҡытында теге ҡыбырлай ҙа алмай. Ҡабат бер ҡасан да, “давай бороться” тимәне.
... Әзербайжанда Мингечаур ҡалаһында осорға өйрәнәбеҙ. Рота киске ашҡа китеп бара. Бағана башындағы репродукторҙан Мәғәфүр Хисмәтуллин “Урал”ды йырлай, Ғата Сөләймәнов — ҡурайҙа. Минең эргәнән барған Степанов исемле егет бер ҡулына шәкәр менән печенье алынған токсай тотҡан. “Вон твои башкиры плачут”, — ти бит был. Мин “Где?” тигән булдым да юрамал терһәгем менән тегенең тоҡсайын ҡомло юлға бәреп төшөрҙөм. Ә үҙем “Вай, извини, нечаянно”, тигән булып теге ҡомло печеньеларҙы тегенең тоҡсайына тултырам.
Беләм, үс алырға йыйына был. Иртәгәһен: “Әйҙә, кер йыуырға барайыҡ”, — ти. Киттек. Юлда бамбук һымаҡ бер ҡаты таяҡ алдым да, йылғаға еткәс, ҡомға тығып ҡуйҙым. Ә үҙем кер йыуған булып ултырам. Тегеләр килеп бәйләнә башлағас, торҙом да: “Кто еще шаг сделает, тот там останется лежать”, — тим. “Ах, ты еще угрожаешь?”,— ти былар. Таяҡты һурып алғайным, ҡаса башланылар. Степанов тағы ла төшкө аш ваҡытында мине, борсаҡ бутҡаһын, кеше тиҙәге ашайһың, тип ҡоҫторорға уйлағайны ла, киреһенсә, тегенең үҙен ерәндереп ҡоҫторҙом.
Подольскиҙа бер гәзиттән фотохәбәрсе килгән дә самолеттар янында политинформация барышын төшөрөргә булды. Комсорг тигән бер нәмәкәй беҙҙе, дүрт башҡортто, үҙенең яғына ҡаратып тубыҡландырып төшөрөргә маташа. Мин: “Пошли, башкиры никогда на колени не вставали”, — тинем дә иптәштәрҙе алып киттем. Тегеләр ауыҙ асып тороп ҡалды. Ә төнөн старшина мине уятты ла “особый отдел”ға алып килде. Унда ултырған майор: “Һин беҙгә ярҙам итергә тейешһең”,— тине лә эскадрильялағыларға характеристика яҙырға ҡушты. “Ундай һәләтем юҡ”,— тим. “Тыуған илде яратмайһыңмы ни?”— тип һорай. “Яратам,— тим, — тик характеристика бирә алмайым”. “Шулай ҙа берәй нәмә һиҙһәң, хәбәр ит”, — тип тороп ҡалды майор. Арыу ғына фәһем алдым. Бер кис силғау киптергән урында берәү Сталин менән Суворовты сағыштырып ултырғайны. Алып киттеләр ҙә, шунан ғәйеп булды.
1947 йылда Йомаш ауылы мәктәбенә физика менән математиканы уҡытырға ебәрҙеләр. Өлгәшмәгән, өйгә эште эшләмәгән балаларға “икеле” ҡуймайым, дәрестән алып ҡалып эшләтәм. Эшләмәйенсә ҡайтыу юҡ, асыҡһа ла, ҡояш байыһа ла, тигәндәй. Үҙем дә ас бит инде. Балаларҙы ҡурай уйнарға, йырларға өйрәтергә тырышам. Байрамдарҙа, сәхнәгә хор сығарып, “Ерән ҡашҡа атҡайым”ды башҡарабыҙ. Скрипкасы Алсынбаев ағай — балаларҙың ул яғынан, мин уңынан баҫам.
Бер саҡ шулдай ағайым Юлдыбайҙа комбайнсылар курсына китте. Мин, өйгә иген алып ҡайтырға була, ат егеп барғайным, 70 саҡрымды ат бер тәүлек тигәндәй атланы ла ҡуйҙы. Икенсе юлы саңғы менән барырға булдым. Ике бот ашлыҡ йөкмәп килә инем, Муллаҡай ауылына етәрәк алда ҡарасҡы кеүек нәмә күренә башланы. Өйгә етә башлағанда тегене ҡыуып еттем. Ул Таулыҡайҙың уҡытыусыһы Шәүрә апай булып сыҡты. Ике бот иген йөкмәп 30 саҡрымдан Рауил ҡустыһы менән Рауза һеңлеһенә алып ҡайтып килә икән. Мине күргәс: “Үҙемдең ҡустым икән, ә мин ҡурҡып ҡасам да ҡасам”, — тип илап ебәрҙе.
Шәүрә апай, атайымдың бер туған ҡустыһы Кәлимулла ағайҙың ҡыҙы, матур йырлай торғайны. Ғөмүмән, йырһыҙ торманы ул. Бесән эшләгәндә ҡыҙҙар менән арып ҡайталар ҙа, ҡыуыштағы хуш еҫле бесәнгә ауып, йыр башлайҙар. Бер саҡ шулай мин таулылар араһынан Әхтәм тигән кешенең ҡыуышы янына ҡыуыш ҡорғайным, теге, тағы ла ял итергә бирмәйҙәр икән тип, миңә һуғып та ебәрҙе. Мин, ос һәнәге алып, ҡаршы торорға иткәйнем, теге ҡыуышына инеп ҡасты. Апайҙар, күмәкләп сығып, Әхтәмде әрләнеләр. Һуғыштан ҡайтманы был ағай, китеү менән һәләк булды.
Шулай бер һап-һары башлы урыҫ мине, ат эҙләп йөрөгәндә, ҡулына ике таш тотоп: «Вот я сейчас тебя убью»,— тип ташланғайны, битенә йүгән менән бәреп ҡастым. Ул да һуғышта үлеп ҡалды. Ә бер Колька тигәне, мин балыҡ тотоп ултырғанда, күтәреп алып һыуға бәргәйне. Трудармиянан күтәртеп ҡайтып килгәндә, беҙҙекеләр күреп ҡалып, һөт эсереп үлемдән ҡотҡарҙы. Аяҡҡа баҫты Колька, мурҙа үреп балыҡ тота, ау һала башланы. Бер мәл ау-мурҙалар һалғанын ҡарап тороп, ярға сығарып тапаныҡ, өҙгөләнек. Йәнәһе, үс алдыҡ.
Тыуған ауылым, туғандарым
Башҡорт халҡының XX быуат башындағы күтәрелеше, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ырымбур ҡалалары менән бер рәттән, данлыҡлы Темәстә лә башлана. Ауыл аҡтарҙың да, ҡыҙылдарҙың да даими иғтибар үҙәгендә була.
Мин иҫ белә башлағанда, ауыл халҡында оло афәт килтергән янғындарҙан һуң була торған кәйеф ине. Аллаһы Тәғәлә мине “Таулылар араһы” башҡорттарының фажиғәле яҙмышҡа дусар булып, яҡты донъя менән хушлашып, баҡыйлыҡҡа күсеүен, уларҙан ҡалған етем балалар, инәй, еңгәйҙәрҙең илау-һыҡтауын күреп, әрнеп-һыҙланып, минән әллә ни ҡалмай ҡартая барған балаларына әсе тарихты еткерһен, тип фани донъяға тыуҙырғандыр, ахыры. Тәүҙә “кулактар”, һуңынан “халыҡ дошмандары” тип ҡулға алынып, Себергә оҙатылған, һуғыштарҙа һәләк булған ағайҙар, филармонияла йырлап йөрөп тә, “халыҡ дошманы ҡыҙы” исемен күтәрә алмай Матрай ауылына күсенергә мәжбүр булған Әсмә апай, “Таулылар араһы” башы, даны тирә-яҡҡа таралған, шәхес культы осоронда аҡылдан яҙып донъя ҡуйған Әбүбәкер хәҙрәт һәм башҡа бик күптәр үҙҙәренән һуң ниҙәр булғанын белмәй.
Ауыл халҡының һөйләшендә яҡын-тирәләге ер-һыу атамалары, күрше ауылдарҙың исемдәре менән бер рәттән, “Себер”, “ Һөргөн”, “колхоз”, “совхоз”, “сәүит балаһы”, “аҡтар”, “ҡыҙылдар”, “Зәки Вәлиди”, “Муса Мортазин”, “йот йылы”, “шәһиттәр зыяраты” тигән һүҙҙәр ныҡлы урын алғайны. Намаҙ исемдәре, дини йолалар, ырымдар, дини дәрәжәләр, “мөнбәр”, “манара”, “мәсет” кеүек һүҙҙәр ярайһы ғына ҡулланылышта ине.
Шырҙы һәм Талашты йылғалары, урман-тауҙар буйлап ағып килеп, Рапат тауы морононда ҡушылып, бер аҙ тау итәге буйлап барғас, Һаҡмарға ҡоя. Был ике йылға ҡушылған урында “Насип быуаһы”, Талашты буйлап һуҙылған ҡабаҡ бөткән ерҙә “Насип тирмәне” һәм матур ғына йорто бар ине. Ҡабаҡ буйлап, аралыҡ ҡалдырып төҙөлгән бөхтә генә йорттар күренә. Ә ҡалҡыулыҡ уртаһына өс ҡатлы бик матур өй һалғандар. Уның тирәләй, әсәһен һырып алған себештәр һымаҡ, башҡа йорттар, дөйөм ятаҡтар теҙелгән, мөһабәт клуб та бар. Был йорттарға 1936 йылда Ырымбурҙан күсенеп килеп, педагогия техникумы урынлашты.
Талашты буйлап өҫтәрәк “Нурмөхәмәт быуаһы”һәм “Нурмөхәмәт тирмәне” булған. Шырҙы буйында ла, унан ары ҡалҡыулыҡ буйлап та күркәм генә йорттар күренә. Әммә улар буш, хужалары — дәртле, милли рухлы, эшсән, уҡымышлы, сәнғәт һөйөүсе “Таулылар араһы” башҡорттары — һөргәнгә оҙатылған. Алыҫ Черемхово ҡалаһынан хаттар килгеләп торған, бигерәк тә, Әбүбәкер хәҙрәттең ҡыҙы Зөләйха апай йыш яҙған. Әбүбәкер хәҙрәт 1925 йылда Мәскәү янында үткәрелгән күргәҙмәлә башҡорт халҡының тормошон күрһәтеүселәрҙең береһе булған. Ҡурайсы 3. Әхмәтов, йырсы Әбдрәхим Исҡужин, Күсей ауылынан бейеүсе Ишбирҙин ағайҙар булған. Был турала гәзиттәрҙә мәҡәләләр булды. Билдәле журналист Р. Насиров та яҙып сыҡты. Күргәҙмәлә төшкән һүрәттә аҙаҡ Сибайға ҡайтып йәшәгән Зөләйха апай ҙа бар. “Башҡортостан” гәзитендә “Ғилмияза” йыры тураһында мәҡәләһе лә баҫылғайны. Һөргөнгә ебәрелеүселәр йорттарында (хужа булып, күҙ-ҡолаҡ булып торһон, типме икән) берәйһен ҡалдырып киткәндәр булһа кәрәк. Бер апай һәр саҡ Талашты аръяғындағы ҡалҡыулыҡта әрнеп-һыҙланып, күҙҙәрҙән йәш эркелерлек итеп зарлы-моңло йыр һуҙып йөрөр ине.
Һөргөндәгеләргә ҡайтырға рөхсәт ителгәс, Насип олатай ғына ғаиләһе менән ҡайтып төштө, башҡалар, ни өсөндөр, тыуған яҡтарына тартылманы. 1936 йылдар тирәһе булғандыр, аҙ ғына ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, теге йорттар, тирмәндәр юҡ ине инде. Быуалар ҙа, үҙҙәренең тәүге ҡиәфәттәрен юғалтып, юҡҡа сыға башланы. Ул саҡта йылға буйҙары тал, муйыл, ерек ағастарынан торған йырып үткеһеҙ урман менән ҡапланғайны. Йылға араһындағы ҡамышлы күлдәрҙә ҡыр өйрәктәре бәпкәләрен эйәртеп йөҙөп йөрөй. Билбыуарҙан үҫкән үләндең тығыҙлығы хайран ҡалырлыҡ — көҙҙәрен шул тирәне генә сабып, тиҫтәләрсә кәбән ултырталар ине. Урмандарҙа ҡош-ҡорт, кейек, йылғаларҙа балыҡ күп осор булды. Насип олатай ғына “тыуған яғым” тип һағынып ҡайтып, яңылышып ҡуйҙы. Талашты буйында шамбылыҡ ултыртып, шул кәсебе менән берәй йыл йәшәгәндерме -юҡмы, 1937 йылда ҡабаттан ҡулға алынып, башҡаса хәбәр-хәтере булманы. Оло улын Баймаҡҡа саҡыртып, КГБ хеҙмәткәрҙәре туҡмап ҡайтарған. Мөбинә еңгәй: “Еңгәй, бөтөрҙөләр... үләм, тип кенә ятып үлде”,— ти торғайны.
Әсәйем былай тип һөйләй торғайны: “Герман һуғышынан ҡайтып өлгөрмәнеләр, үҙебеҙҙә һуғыш башланды. Әйләнгән һайын ауылға атлы ғәскәрҙәр килә лә тула, шунда уҡ малға йәбешәләр. Шулай ҙа аҡтар итәғәтлерәк булды. Иҫәнләшеп, хәл-әхүәл һорашып, мал-тыуарҙы һанап, һорап тотондолар. Бер көндө ҡыҙылдар Әбүбәкер хәҙрәтте атырға алып китеп бара. Илаша-илаша, йүгерешеп барып еттек. “Хәҙрәттең бер ғәйебе лә юҡ бит, халыҡҡа изгелектән башҡа, ҡалдырығыҙ инде, зинһар”,— тибеҙ. Атманылар, ҡалдырып киттеләр... Ҡыҙылдарҙа күпселек урыҫтар булһа ла, башҡорттар ҙа бар ине. Бер мәл ҡыҙылдар яғында йөрөгән берәү үҙенең бер туған ҡустыһын атып үлтереп, алып ҡайтып ерләне. “Бәлшәүиктәр килә!”— тип һөрәнләһәләр, ҡотобоҙ осоп, йәнебеҙҙе ҡулға алып, баҙға төшөп йәшенеп бөтә торғайныҡ”.
“Ҡуштүбә ауылынан (Темәстән ун саҡрым алыҫлыҡта, Ирәндек яғында) алты башҡортто атып киткәндәр. Шуларҙың берәүһе ҡыҙылдарҙың башлығы Поленовтың ҡылысын тартып алып, ҡулын өҙә сапҡан. Шул башҡорттоң ейәне Ильясов һуғыштан алда Түбә руднигында йәшәгән, Поленовты белеп-күреп йөрөгән. Һуғышта ҡатнашып, Берлинғаса еткән. Пистолет алып ҡайтып, Поленовты, ике дуҫын һәм уларҙы яҡлаған бер башҡортто атып үлтергән. Ильясовты егерме биш йылға ултыртып, ун һигеҙ йыл үткәс сығаралар. Билал ауылы янындағы Комсомол поселогында йәшәне”,— тип атайҙар һөйләй торғайны.
Әлеге көндәрҙә Темәстә йәшәүсе Арыҫланов Миндеғол ағай (ауылдың муллаһы) — Башҡорт атлы дивизияһы яугиры. Днепрҙы аша сығыу өсөн барған һуғыштарҙағы батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы дәрәжәһенә тәғәйен булһа ла, тотҡарлайҙар. Был хаҡта хәбәрҙәр матбуғатта булды. Ә уның улы Рәсүл Арыҫланов БДУ-ла уҡып йөрөгән сағында, әле ҡабул ителмәгән Рәсәй әләмен төшөргәне өсөн, хөкөмгә тарттырылып, эҙәрлекләү-баҫымдарға дусар булып яфаланды. Арыҫлановтар Ҡуштүбә ауылыныҡылар, Поленовтың ҡулын өҙә сабыусы батыр башҡорттоң нәҫелдәре.
Поленов үҙенең ҡанһыҙлығы менән даны сыҡҡан Смоленск полкы ҡыҙылдары менән йөҙ илле саҡрымға һуҙылған Ирәндек тауҙарының көнбайышындағы башҡорт ауылдарын талау, кешеләрен сығарып атыу һ.б. төрлө ҡәбәхәтлектәр менән шөғөлләнгән. Ололар өйләүенсә, Муса Мортазин үҙ янында йөҙләгән яугир һәм Йылайырҙа ике полк ҡалдырып, ҡалған яугирҙарҙы, һәр ауылда бер командир тәғәйенләп, ғаилә, йорт -хужалыҡ эштәрен хәстәрләү өсөн тарата торған булған (хәҙерге армиялағы увольнение, отпуск кеүек). Поленов үҙенең ҡыҙыл йәлләдтәре менән тап ана шул башҡорттарҙы эҙәрләп, аңдып йөрөгән дә инде.
Ошондай уҡ маҡсат менән, үҙенең ҡыҙыл интернациональ полкын етәкләп, Ирәндектең көнсығышындағы ауылдарҙы талап, малдарын тартып алып Руденко йөрөгән. Монасип ауылынан ун өс башҡортто атырға алып барған саҡта, бер батыр башҡорт: “Егеттәр, барыбер үлтерәсәктәр, һуғышып үләйек”,— тип Руденконың ҡылысын тартып ала, һәм улар һуғышып үлә. Был егеттәргә һәйкәл ултыртылған.
Әхмәт еҙнә былай тип һөйләй торғайны: “Күсейҙе баҫып алалар”,— тип сапҡын килгәнгә, сабышып барғайныҡ, һалдаттар, аттарын ебәреп, үҙҙәре һыу төшөп йөрөй. Яланғас малайҙарҙы сапҡылай башланыҡ. Арба аҫтына инеп ҡасырға тырышалар. Берәүһе атына менеп сапты, ҡыуып етә башлағайным, атынан төшөп, һаҙға йүгерҙе. Барып еткәйнем: “Ағай, үлтермә инде!”— тип ағарынды. Ә мин уның ҡултыҡ аҫтына ҡылысымды тыҡтым. Бер башҡорт егетен әрәм иттем, ғүмер буйы шуның өсөн ыҙландым.”
Мәскәү тарафтарынан башҡорт халҡына ҡарата батшалар заманынан уҡ килгән сәйәсәтте дауам итеү өсөн ебәрелгән был ҡыҙыл ғәскәрҙең ҡәбәхәтлектәре тураһында күп яҙҙылар. Иң ентекле яҙылғаны, моғайын, Әкрәм Бейеш яҙмаларылыр. Мин бары ишеткәндәрем тураһында ғына әҙ-мәҙ яҙыу менән сикләнәм. Халыҡ хәтере, минеңсә, ошо тәртиптә аҡҡа төшә барырға тейештер.
Башҡорттоң ауыр хәленән файҙаланып, заман ҡатмарлылығын һылтау итеп, халыҡты ҡырып бөтөрөп, рухи һәм матди байлыҡтарының сығанағы булған ерҙәренә хужа булып алырға теләүселәр тарихта бихисап. Ошондай үтә лә ҡатмарлы осорҙа башҡорт иленең төрлө тарафтарында, яфа сиккән халҡын яҡлау өсөн батыр ир-егеттәр отрядтар төҙөп, баҫҡынсыларға ҡаршы һуғышырға мәжбүр булған. Тау-урмандар араһына ҡасып, ҡаршылыҡ күрһәтергә ынтылған был ир-азаматтарына “милләтсе”, “бандит”, “контрреволюционер” тигән мөһөрҙәр тағып, үҙҙәренең ҡылған енәйәттәрен, ҡылған ҡәбәхәтлектәрен аҡлау өсөн бик тә анһат юл тапҡандар.
Баймаҡ районы Байыш ауылы батыры Хажиәхмәт Унасов күп һанлы отряд ойоштороп күтәрелгән. Салауат районы Арҡауыл ауылынан Ҡарабашев ағай Салауат, Мәсетле, Ҡыйғы, Дыуан райондары башҡорттарын яҡлау, һаҡлау өсөн бик көслө отряд йыйып һуғышҡан. Ул Герман һуғышында кавалерияла хеҙмәт итеп, дүрт тапҡыр “Георгий тәреһе” менән наградланған. Бер оло ағай һөйләүенсә, уның 1200 ҡылыс һыбайлыһы, 26 пулеметы, һәр ауылда йәйәүлеләре булған. Отрядын өскә бүлгән дә әле һанап үтелгән райондарҙы уратып йөрөргә ҡушҡан...
Имай Насыриҙың “Күҙәй” романы ошолай тамамлана: “Златоуст төрмәһенә ултыртылғас, Ҡарабаштың милли тойғолары дүрт стена араһында юҡҡа сыҡты.” Ләкин ул баһадир, мөһабәт, батыр башҡорт ағайының милли тойғолары үҙе иҫән ваҡытта юғалмаған. 90 йәшкә етер алдынан ул 1977 йылда Өфөләге фатирында донъя ҡуйҙы. Бер мәл ултырҙаш булырға ла тура килде. “Мин ул китапты (“Күҙәй” — Ә. И.) уҡығаным юҡ. Ҡыҙылдар, аҡтарҙы белмәнем. Халҡымды йәберләп, еребеҙҙе баҫып алырға тырышҡан урыҫтарға, татарҙарға ҡаршы көрәштем”,— тине. Уны тәүге тапҡыр хөкөм итеп, 25 йылға иректән мәхрүм итеүсе судьяның исеме билгеле. Мәскәүгә яҙып, биш йылдан уң ағайҙы иреккә сығаралар, ләкин шул уҡ судья уны ҡабат ултырта. Хатта уның ике “Георгий тәреһе”н тартып алалар. Әле Өфөлә йәшәүсе ике улының олоһо — подполковник. “Ҡалған ике ордены бар, һаҡлайбыҙ”,— ти ул. Ысынында иһә ағай — том-том романдар яҙырлыҡ дәрәжәләге шәхес.
Башҡорт халҡы фажиғәле, ауыр замандар кисереп, бөлгән осорҙа, уның еренә килеп ултырып, нығынып, байып йәшәгәндәрҙән бер төрлө лә ярҙам булмай. Темәс ауылы тулы сауҙагәрҙәр, килмешәк байҙар башҡорттарҙың үтә лә мөшкөл хәлдәренән файҙаланып, үҙ хужалыҡтарында тамаҡ ялына эшләтеп, артабан да байырға тырышҡан.
Түбә алтын приискыһына татар сәнәғәтселәре алты бер туған Рәмиевтар хужа булған. Шахталарға таяу өсөн Ирәндек имәндәре ҡырылған. Шахта баҫып һәләк булған башҡорттарҙың хисабы юҡ. Әле 1940 йылда ҡурайсы Мөхәммәт Ҡәҙерғолов ағай, бер туған ағаһы Яхья ағайҙың ғаиләһен алып ҡайтҡас, ҡыуышҡа инеп (колхоз яланында бер ҡыуышта йәшәй инек — Ә. И.), мине ҡосаҡлап иланы. Арбаһында еңгәһе, ике бала, әҙерәк һауыт-һаба — бына шахтала алтын сығарып йөрөп, ер аҫтында ҡалған башҡорттоң бөтә мөлкәте ошо булған. Ә Рәмиевтар, революция башланғас та, башҡорт еренең алтынын тейәп, Мароккоға ҡасҡан. Уларға тыуған ил, башҡорт иле, башҡорт халҡының яҙмышы “бер тин”гә лә тормаған.
Бер әҙәм Закир Рәмиев тураһында “Шағир, миллионер Дәрдмәнд” тигән китап та сығарҙы. Миллионерлығы ысындыр, ә шағирлығы самалы икәнлеге бер кемгә лә сер түгел. Ә Мәскәүгә ҡасып киткән Рәмиевалар Өфөгә ҡунаҡҡа килгән саҡтарында: “Надан башкортларны без укыттык инде”, — тип тотош бер милләттең мәртәбәһенә шик тыуҙырырҙай һүҙҙәр һөйләп йөрөгән. Ошондай әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙе әйтә алырлыҡ интеллегентлыҡтары, тәрбиәһеҙлектәре, тимәк, сикләнгән аҡылдары менән кемдәрҙе уҡыта алды икән һуң улар?!.
Тәүҙә килеүселәр “беҙ мосолманбыҙ” тип, башҡорттарға тауар, китап һатып, ерҙәрҙе өйрәнеп йөрөгән. Әйтәйек, ошондай ҙа хәлдәр булған: бер Ҡөрьәнде бер атҡа алмаштырғандар. Бер йөк Ҡөрьән килтерһә, моғайын, бер өйөр йылҡы алғандыр. Өфөнөң К. Маркс менән Фрунзе урамдары ҡушылған мөйөштә “Чапаев штабы” тип йөрөтөлгән матур бер йорт ултыра (унда РБ Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы урынлашҡан — Ә.И.). Был матур йортто аттар һатып, байып йөрөүсе бер сауҙагәр үҙенең һөйәркәһенә һалдырған. Өфөлә генә лә ундай ҙур-ҙур йорттарҙы һбөтөрлөк түгел. Хужалары, революция тураһында һүҙҙәр башланғас та, ҡасып китеп бөтә. Башҡорт халҡындағы кеүек тыуған ил, тыуған ер өсөн “аямаған йәнен, түккән ҡанын” кеүек дәрәжәләге тойғоларҙың, рухтың тамсыһы ла булмаған уларҙа. Муса Мортазинда ла йәки башҡа башҡорт ғәскәрҙәрендә лә бер килмешәк тә булмаған. Ә Каширин ғәскәрендә күпселеге элек- электән башҡорттарҙы күрә алмаған Белорет районы урыҫтары йөрөгән. Уларға башҡорттарҙан үс алыр өсөн бигерәк тә уңай мәл тура килә. Йәнәһе, Совет власы өсөн көрәшәләр, ә башҡорттар — “Совет власына ҡаршы милләтселәр”. Улар, тыныс башҡорт ауылдарын иҫ киткес мыҫҡыллап, талай-талай, Билал ауылына ҡәҙәр килеп етә.
Тап ошо мәлдә үҙенең Йылайырҙа атҡарған вәхшилектәренән, ҡылған енәйәттәренән бик тә ҡәнәғәт булған Смоленск полкы ла Һаҡмар башына ҡарай юллана. Ләкин был ҡыҙыл йәлләдтәрҙең кинәнесе оҙаҡҡа һуҙылмай. Уны Темәстә Муса Мортазин ҡаршылай һәм тар-мар итә. Муса ғәскәрен Билал ауылына бора, ләкин каширинсылар Белоретҡа табан, йәғни үҙ ауылдарына ҡарай ҡасып өлгөргән була. Уларҙы мортазинсылар ауылдарында ҡыуып етеп, ошо “ҡыҙылдар” исеме менән енәйәт ҡылып йөрөүселәрҙе ҡыра. Шул саҡтан алып башҡорт халҡының бөйөк батыр улы Муса Мортазинға “милләтсе” мөһөрө тағалар. Сөнки, Мортазинды милләтселектә ғәйепләмәйенсә, үҙ енәйәттәренән нисек итеп аҡланырҙар ине?
Ҡыҙылдар полк командирҙарына Мәскәү фатиха бирә килгән. Тик башҡорт ғәскәрҙәренең көслө булыуы арҡаһында ғына, үҙҙәренең алдарына ҡуйылған сәйәсәтен үҙгәртергә мәжбүр итә: башҡорттар менән килешеү төҙөп, ҡыҙылдар яғына күсереп алыу, үҙҙәре өсөн файҙаланып ҡалыу яғын ҡарайҙар. Ләкин ошондай миссия менән ебәрелгән большевиктар, Муса Мортазинды алдап, Йылайырҙа ауыр енәйәт ҡыла, башҡорттарға ҡот осҡос фажиғә килтерә. Хажиәхмәт Унасовты ла ҡыҙылдар яғына күсергә күндереп, “Һөйләшеү, килешеү” өсөн тип алып китеп, ғәскәренән, һаксыларынан айырып, юлда барғанда аталар. Был турала тарихсы Рифмир Гәрәев былай тип яҙа: “Архивта теге большевиктарҙың маҡтанып яҙған донесениеларын уҡыным. Донесениеларҙа ошо факт һөйләнелә: “Бер санала китеп барабыҙ, артҡа әйләнеп ҡараһам, һаҡсылар юҡ. Алданғанын Унасов аңланы ла: “Ненавижу я вас, на вас смотреть не хочу, стреляйте!”— тип сананан төштө лә, әйләнеп тә ҡарамай, китә башланы. Шунда беҙ уны атып киттек”.
Йән аямай, ҡан түгеп, күпме ҡорбандар килтергәндән һуң, ниһайәт, башҡорттар Рәсәйҙә беренсе булып автономия ала — Башҡортостан хөкүмәте төҙөй. Совет власы Башҡортостан хөкүмәтен танырға теләмәһә лә, танырға мәжбүр була.
Муса Мортазиндың комиссары Хәлил ағай Хәлитов 1978 йылда (88 йәштәрҙә булғандыр) васыят әйтеп донъя ҡуйҙы. Ул 1937 йылдан алып 1947 йылға тиклем төрмәлә яфаланған. Ғөмүмән, күргән-кисергәндәрен һөйләп биреү мөмкин түгел. “Беҙ ҡылыс менән һуғышып йөрөп хөкүмәт төҙөнөк. “Башҡорттар автомобиль алырға тырыша” тип көлөп йөрөгән татар шовинистары беҙ төҙөгән хөкүмәтте баҫып алды. Үҙебеҙҙе ҡулға алып, атып бөттөләр, төрмәләргә яптылар, унан бик-бик һирәктәр генә иҫән ҡайтты. Өлкә комитетта, башҡа совет инстанцияларында, партия органдарында Башҡортостан өсөн, башҡорт халҡы өсөн бер нәмә лә эшләмәгән, һис ыҙа сикмәгән тәкәббер бәндәләр хөкөм һөрә. Халҡыбыҙ кәмһетелеп, йәберләнеп, ярлылыҡта көн күреүен дауам итә. Минең ғүмерем бөттө, васыятым шул: Себерҙә оҙаҡ йөрөмә. Ошо һөнәреңде ташлама. Беҙҙең ҡылыс менән һуғышып йөрөгәнебеҙҙе, халҡыбыҙ өсөн ҡорбан булған, ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған ир-егеттәребеҙҙе онотмағыҙ, беҙ төҙөгән хөкүмәтте ҡулығыҙға алығыҙ. Илебеҙгә хужа булығыҙ. Халҡыбыҙҙы аҡлағыҙ”,— тип мине аптыратты.
Уйлана торғас: “Ағай, тәүге икеһен үтәрмен, улары минең үҙемә әйтелә. Ә башҡаларын үтәргә минең хәлемдән килмәй ҙә инде”,— тинем. Ул: “Хәлеңдән килерме, юҡмы — мин уны белмәйем. Тик һиңә васыят әйтәм, васыят әйтерлек башҡа кешем юҡ. Киләһе ялға ҡайтыуыңа мин булмаясаҡмын”,— тип ҡуйҙы. Ә мин: “Ярар, ағай, ышанысыңды аҡларға, васыяттарыңды үтәргә тырышырмын!”— тигән булдым. Онкологик дауахананың бер бүлмәһенә үҙе генә урынлаштырылған ине. Тышта йөрөп килгән мәле булғанғамы, кәйефе һәйбәт кенә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, рух төшөнкөлөгөнә бирелмәгән. Бойоғоуҙы бөтөнләй белмәгән һымаҡ. Яуабым оҡшағандыр, күрәһең, йылмайҙы ла мин алып барған кедр сәтләүеген услап алды, шытырлатып сәйнәй башланы. Ниндәй генә михнәттәр кисереүенә ҡарамаҫтан, ғүмеренең аҙағынаса ҡылыс тотоп һуғышып йөрөгән сағындағы башҡортлоҡ рухын аҡланы ул.
Һуңғы осоу
Грузияның Поти ҡалаһынан дүрт саҡрым көньяҡта Ҡара диңгеҙгә батҡан карапҡа радиолокацион прицел менән берәмләп өс бомба ташланыҡ. Диңгеҙ яғынан ағылған болоттар Кавказ ҡаяларына бәрелеп урғыла — болғана ла, ҡуйырғандан-ҡуйыра барып, ҡап-ҡара төҫкә инә.
Тапшырылған эштәрҙе башҡарғас, ҡараңғы болоттар араһына инеп, ҡайтыу яғына боролам. Тик ни ғәжәп?! Радиокомпас уғы бер урында тик тора. Йүнәлеште юғалтып ҡуймайым тип, Потиға ҡарай-ҡарай, әйләнеш яһайым. Штурман, радист, ер менән һөйләшергә тырышам — тәрән тынлыҡ. Бына һиңә! Ҡап-ҡара болоттар араһында, Кавказ тауҙары өҫтөндә япа- яңғыҙ йөрөсө әле!..
Берәй самолетҡа эйәреп ҡайтайым тип, полигон яғына йүнәлдем. Берәүҙе табып, йәнәшә бара башлағайным, ул яр буйындағы болот араһына инде лә юғалды. Төкөп ҡуймайым тип, өҫкәрәк күтәрелдем дә, ни эшләргә белмәй аптырап, тағы түңәрәктәр яһай башланым. Самолетты диңгеҙгә ебәреп, һикереп төшөргәме? Юҡ, ярамай! Тәүҙә штурманға һикерергә бойорорға кәрәк, унан — радисҡа, иң аҙаҡ ҡына үҙең һикерергә тейешһең. Элемтә юҡ. Ә диңгеҙҙән кем нисек йөҙөп сыға ала?! Өсөбөҙ ҙә кейенгәнбеҙ...
Болоттарҙан өҫкә күтәрелергә булдым. Бәлки, Батуми яғында асыҡтыр? Күтәрелһәм, күктә ҡояш ялтырап тора. 6,5 саҡрым бейеклектәге Эльбрус — ҡарағусҡыл бағана — өҫкә йығылып килгән һымаҡ. Был — кеше ҡарашының алданыуы, сөнки сикһеҙ — сикһеҙ аҡ болоттар, Эльбрусты ҙур тиҙлектә һыйпап, ары ашыға. Эльбрустан 12 саҡрымда — Кутаиси ҡалаһы, аэродром, гарнизон. Кутаисиға самалап, болот араһына сумдым да ҡала өҫтөнә тура килдем. Бына ҡаланы урталай бүлгән йылға аша күпер, тимер юл вокзалы, Самтредиаға киткән тимер юл, таш юл, уларға йәнәшә — һыҙат. Самолетты теге баштан, Самтредиа яғынан, индереп ултыртырға кәрәк.
Ултырырға китеп барған самолет алдан үтеп китте. Хоҙай араланы — төкөшмәнек. Мин тура китеп, Самтредиа өҫтөнән әйләнеш яһап, ултыртыу хәстәрлеген күрәм. Тағы бер самолет үтеп китте. Уңға тайпылдым. Уның артынан барырға ярамай. Двигателдәренән сыҡҡан газ минекеләргә тура килһә, улар һүнәсәк. Һулға боролоп, һыҙат тәңгәлендә уңға тартып, ултыртыуға түбәнәйҙем. Ә самолет ултырмай ҙа ҡуя, тиҙлек күберәк. Бер метр бейеклектә осоп тик бара, тәгәрмәстәр ергә теймәй ҙә ҡуя.
Ике саҡрым полосаның уртаһындағы арҡыры һыҙыҡҡа еткәнсә тәгәрмәстәр ергә теймәһә, яңынан күтәрелеү яғын ҡарарғамы тигәндә, арҡыры һыҙыҡ күренде, тәгәрмәстәр ҙә ергә тейҙе. Полоса дауамындағы 500 метрға үтермен тиһәм, унда ике самолет ултыра икән. Береһе тура, икенсеһе уңғараҡ тайпылған, миңә иһә урын ҡалмаған. Тәгәрмәстәрҙе яндырып булһа ла туҡтатырға тип, тормоздарға ныҡ итеп баҫам да ебәрмәйем. Полоса аҙағына ун метрҙай ҡалғас, самолет туҡтаны. Стоянкаға алып барып ҡуйҙым да ергә төшөп баҫтым.
Арманһыҙ арып, лыс һыу боһорап, йығылырҙай булып торам. Штурманым Самхарадзе ла килеп сыҡты. Радисым да килде. Самолет технигы: “Какие замечания?”— тип журналын тотоп тора. Летчиктар уратып алды. Бер кем бер нәмә өндәшмәй, ҡарашып тик торабыҙ. “Связи не было, радиокомпас не работал,— видимо, электросистема...”— тигән булдым. Штурман менән радист: “Я думал, только у меня связи нет”, — тиештеләр. Самхарадзе: “Әйҙә, йәйәү ҡайтайыҡ”,— ти. Тимер юл аша сығып, таш юл буйлап дүрт саҡрым барырға. Самхарадзе мине кафеға алып инде, һатыусы грузинға үҙҙәренсә нимәләрҙер һөйләй ҙә, миңә күрһәтеп, “... от смерти спас” ти.Һатыусы беҙгә берәр стакан араҡы, ашамлыҡтар ҡуйҙы.
Эсеп-ашандыҡ та, юлға төшөп, яй ғына атлап ҡайтып барабыҙ. Гарнизонға бер саҡрым урында грузин ауылы бар. Самхарадзе шул яҡҡа ымланы. Боролдоҡ. Өс ҡатлы матур йорттоң стенаһына терәтеп алынған аласыҡта сыуал яҡтыһында грузиндар шарап эсеп, һөйләшеп ултыра. Иҫәнләшеп, ихтирам күрһәтеп, беҙгә түрҙән урын бирҙеләр. Хужа таш стеналағы бер ҡапҡасты асты ла ағас мискә тартып сығарҙы. Ә теҙелеп киткән ҡапҡастар күп күренә. Самхарадзе: “Он нас от смерти спас...”— тип миңә күрһәтә лә грузинса һөйләй ҙә һөйләй. Ә башҡалары тел шартлата, минең ҡайҙан, кем булыуымды һорашалар. “Башҡорт” тигәс, Салауат Юлаевты иҫкә төшөрҙөләр. Һәйбәт кенә һөйләшеп, кружка менән шарап эсеп ултырҙыҡ.
Гарнизонға ҡайтҡас, Самхарадзе үҙенә саҡырҙы. Һылыу ғына кәләше мөләйем йөҙ менән, шатланып ҡаршы алды. Биш йәшлек улы, йүгереп килеп, атаһының ҡосағына ташланды. Мул итеп өҫтәл әҙерләнеләр, коньяк ултырттылар. Самхарадзе тағы: “... он меня от смерти спас” тигәнен һөйләй башланы. Ҡаҡшаған нервыларым тынысланғандай, хәл кереп, кәйеф күтәрелгәндәй булды. Үҙ фатирыма ҡәнәғәт кенә ҡайтып индем.
“Ошоға тиклем ҡайҙа йөрөйһө — өң!” — тип ҡәйнәм менән кәләшем, улым Азамат миңә ҡарап торалар. “Үлемдән саҡ ҡотолоп ҡайтып киләм.” — ти һәм: “Бүтән кеше үлмәй бит, һин ниңә үләһең?”— тип ҡысҡыралар. Асыуым ҡабарҙы,ҡул һелтәнем дә урыныма барып ауҙым. Йоҡоноң исеме генә йоҡо булды, һаташтырҙы. Йоҡлап китеүем була, тертләп уянам.
Иртәгәһен эшкә барып, бер сәғәт әҙерләнгәс, тәнәфескә сыҡтыҡ. Таш баҫҡыстан түбәндә егеттәр кисәге хәлгә аптыраша. “Вчера такая сложная погода была: взлетали, встречный — 18! Сажали — попутный 18! (Ә ҡаршы елдең тиҙлеге секундына 15, ә ыңғайы 1 метр булһа ла, осорға рөхсәт ителмәй — Ә.И.) При такой по — годе когда-то тот-то разбился!”— тип ғәжәпләнәләр.
Мин үҙемдең ни өсөн полосаның яртыһын уҙғанса самолетты ултырта алмауымдың сәбәбен аңланым. Ошондай ҡатмарлы хәлдә, радиокомпасһыҙ, бәйләнешһеҙ, ике заход яһап, һәр береһендә алдан самолет үткәреп, уңға-улға боролоп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә нисек ултырта алдым икән?! Хоҙай аралағандыр. Эс — бауырҙан күкрәк-йөрәк аша өҫкә күтәрелә килгән зымбырлау-ҡалтыраныу ғәләмәте алҡымыма етә башлағайны, артабан ни булғанын белмәйем.
Төш күрәм: аҡ болоттар ағыла, улар араһында аҡ халаттар кейгән врачтар осоп йөрөй. “Зыңҡ” итеп ҡолаҡтарым сеңләп китте. Күҙҙәрем күрә. Иҫемә килдем... Таш баҫҡысҡа йығылғанмын икән. Салҡан алғандар ҙа аҡ халатлы полк врачы нашатырлы спиртҡа манылған мамыҡ менән танау аҫтымды һыйпаклай. Ә күктә, ысынлап та, аҡ болоттар ағыла. Торҙом һәм кисә һуңғы тапҡыр осҡанлығымды аңланым.
Был хәл 1960 йылдың 12 февралендә булды. Иптәштәргә ҡарап: “Моя летная карьера окончена, кому планшет подарить?”— тип маршруттар һыҙылған, документация, таблица-фәлән алынған планшетымды күтәреп торам. “Мы свои планшеты не знаем куда девать, возьми на память”,— тиҙәр. Ә врач: “Пошли, на — пиши объяснительную”,— тип кабинетына алып инде.
Тбилиси ҡалаһындағы округ госпиталендә бер ай тикшереү үткәргәндән уң, осоуға яраҡһыҙ, тип хәл иттеләр. Тап ошо ваҡытта, 1960 йылдың 16 февралеңдә, КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының берлектәге ҡарары менән беҙҙең дивизияны таратҡандар. Мин осҡан самолет тураҡланып -ваҡланып, иретергә оҙатылған. Мин был полкка Цителискарола дивизияһы таратылғандан һуң, ноябрҙә, килгәйнем. Миңә бик иҫке булғанлыҡтан үҙҙәре осорға ҡурҡҡан самолеттарҙы ғына бирә торған булғандар икән.
Тыуған яҡҡа ҡайтыу
Дивизияла ҡалған таныштар миңә: «Ҡайтма, ни бар һиңә төньяҡта, бында квартираң бар, аэродром ҙур, эш етерлек»,— тиәһлә, мин уйлағанымдан кире ҡайтманым. Квартираны тапшырып, справка алғас, иптәштәрем бик ныҡ ғәжәпләнде. Улар миндәге башҡортлоҡто, «тыуған илем, Башҡортостаным» тип уйлауҙарымды, күңелем тулы ҡурай моңо булыуын белмәй ҙә, аңламай ҙа ине.
Харьковҡа еткәс, ғаиләне Өфөгә оҙатып, Белоруссияның Барановичи ҡалаһы на юлландым. Отпускыла ваҡытта Иштуған ағай: “Ишдәүләттең һуңғы хаты Зельва станцияһынан килде, барып ҡара әле, ҡәбере юҡмы икән?”— тигәйне. Шәрифулла ағай ҙа шунда һәләк булғандыр, тип уйлай инем. Барҙым, һораша торғас, бер белорусты таптым. “Тәүге сәғәттә үк хәрби казармаларҙы, бомбалар ташлап, ер менән тигеҙләнеләр. Бер генә пограничник эте менән ағас мискәгә инеп йәшенгән булғайны, артынан мотоцикл менән килгән немецтар атып китте”, — тине ул. Мотоцикллы дошман һалдаттары көнсығышҡа табан күпләп үткән, өс — дүрт көндән һуң көнбайышҡа бик күп әсир совет һалдаттарын ҡыуғандар. Ошоноң менән был тирәлә һуғыш та бөткән.
Барановичиҙан контейнер менән Өфөгә шифоньер, өҫтәл, ултырғыс, сервант-фәлән ебәрҙем дә, Мәскәүҙә телевизор һатып алып, үҙем дә Өфөгә ашыҡтым.
Вокзалда такси менән ҡаршы алып, Гоголь урамындағы 13 — сө йорт ихатаһындағы таҡта һарайға урынлаштырҙылар. Темәс педучилищеһында элек физика һәм математиканан уҡытҡан Камил Ғәлимов ағайҙы эҙләп киттем. 1- се интернат-мәктәпкә эшкә урынлашып, исмаһам, ун баланы булһа ла ҡурайҙа уйнарға өйрәтәйем, тип ниәтләндем. Алмайҙар, урын юҡҡа һылтаналар. Мәғариф министрының кадрҙар буйынса урынбаҫарына индем. “Сез, мәктәпләрдә йөрөп, эш табыгыз, аннары мин сезгә назначение бирермен”,— тине был мөләйем генә итеп. КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының ҡарарын белмәгән кеүек һөйләшәләр. Ошо ҡарарға ярашлы, мине бер ай эсендә үҙ һөнәрем йәки теләгем буйынса эшкә урынлаштырырға тейештәр ҙә баһа. Мин таҡта һарайҙа йәшәп ятам, алты айһыҙ квартира булмай, тиҙәр. Пропискаһыҙ хәрби комиссариат та иҫәпкә ҡуймай. Совет районы Советы башҡарма комитетына квартира алырға сиратҡа баҫтыҡ. Военкоматта иһә квартира юллау тураһында уйламайҙар ҙа. Аптырағас, минең кеүек бер төркөм кеше Мәскәүгә хат яҙып, 25 ҡултамға менән ебәрҙек. Беренсе булып үҙем ҡул ҡуйҙым. Үтенесебеҙҙе ҡәнәғәтләндерҙеләр.
Октябрь проспектында интернат -мәктәпкә яҡын “Төҙөлөш” туҡталышында бер торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырыла. Тик исемлеккә хәрбиҙәрҙән ун кеше генә индерәләр. 40 — сы заводта эшләй инем, исемлеккә эләгеү өсөн көн дә эштән һуң такси менән шунда сабам. Төрлө юлдар менән исемлеккә лә инеп, квартираның номерын да яҙҙырып ҡуйҙым. Шулай итеп, хәйләләшеп, урынлашып йәшәй ҙә башланыҡ. Инде интернатҡа эшкә урынлашыу проблемаһы ҡалды...
Бынағайыш! Директоры, рекомендация килтер, ти. Военкомат, райком тупһаларын көнө буйы тапап, ыңғай яуап ала алмағас, обкомға (КПСС өлкә комитеты) юлландым. Унда хәрби хеҙмәттән азат ителгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса комиссия бар, председателен дә бик маҡтайҙар. Ул Ҡарабаев икән. “Мин әле командировкаға китеп барам, ун көндән кил, хәрби эшкә урынлаштырырмын” ,— тигәс, бергә сыҡтыҡ.
Совет майҙанында Рамазан Ҡотошов осрап, мәсьәләне ыңғай хәл итергә килештеләр. Өҫкә табан атлаһам, интернат-мәктәп директоры тора. “Әйҙә, министрға” тип алып китте лә, унда барғас, мине маҡтай ҙа башланы: ҡурайсы, фәлән дә төгән. Министр: “Ярай, ал эшкә”, — тип сығарҙы. Хеҙмәт уҡытыусыһы итеп эшкә алдылар ҙа, йәйге каникул мәле булғас, ваҡытлыса балалар баҡсаһы йәшендәгеләргә тәрбиәсе итеп ҡуйҙылар.
Хеҙмәт уҡытыусыһы булып башлағайным, бик ҙур ҡаршылыҡтарға осрап, ташларға тура килде. Мине 5 -се детдом класына тәрбиәсе итеп тәғәйенләнеләр. Балаларға иғтибарлы булырға, ысын күңелдән тәрбиәләргә, тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итергә тырыштым. Быны балалар йылы ҡаршы алды, тыңлаусан булды, татыу ғүмер кисерҙек. Ҡышҡы каникулдарҙа, шәмбе, йәкшәмбе көндәре, аҡса эшләһендәр өсөн, эшкә урынлаштырып бөттөм. Заводта мастерҙар менән килешеп, үҙаллы йөрөгәндәр.
Миңә партия, профсоюз эштәре буйынса ла бик күп йомош йөкмәтәләр ине. Эшсе персонал араһында сәйәси дәрестәр үткәреү ҙә минең өҫтә булды. Профсоюздың торлак-көнкүреш комиссияһы рәйесе итеп һайланылар. Тәүҙә хаттар ебәреп, аҙаҡ үҙем йөрөп, хеҙмәттәштәремә ун алты фатир алып бирҙерттем. Райкомға ла ошо уҡ эшкә һайланылар, эшләнем. Аҙнаһына бер йыйылышҡа йөрөргә тура килде. Райкомға килгән ялыуҙарҙы тикшереп, белешмә биреү ҙә минең өҫтә булды. Саҡырһалар, шул көндө үк тикшереп, справка биреп китәм. Абруй ҡаҙандым. Үҙешмәкәр сәнғәт ярыштарында ҡатнашып, Калинин районында беренсе урынды ала торғайныҡ. Уҡыусылар ҙа мәктәпкә беренсе урын алып бирә ине. Осрашыу, сығарылыш кисәһе тип, мине яуаплы дежур итеп ҡуялар икән, ысын күңелдән, ихлас ойошторҙом. Таң атып, ҡояш ҡалҡҡансы уйнап-көлөп, рәхмәттәр әйтеп торалар ине.
Интернатта эшләй башлағас та, ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү өсөн Абдулла Хәлфетдиновты килтерҙем, ятаҡтан бүлмә юллап бирҙем. Өфөлә пропискаһы ла юҡ ине, квартира алдырып, улар шунда китте, радиоузел эшләтеп, бөтә бүлмәләргә, кластарға, ашханаға, ихаталағы ике бағана башына репродукторҙар ҡуйҙырттым. Армияла алған ҡырҡлаған пластинкаларымды алып килеп, радиофондтан бик күп йырҙар яҙҙырып алдым. Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев, Әбдрәхим Исҡужин ағайҙарҙың йырҙарын табып яҙҙырып алдым.
Мәктәптең тәүге ҡатындағы бер класта мин малайҙарҙы ҡурай уйнарға өйрәтәм, йырҙар ҙа тыңлайбыҙ. Үткән — үткән уҡыусылар, уҡытыусылар шул тирәлә туҡтап йәки инеп тыңлай. Тарих уҡытыусыһы Әҙһәм Ғарипов беҙҙең ансамблде фотоға төшөрөп, гәзиткә мәҡәлә ебәргән дә, БДУ профсоюзы Жәлил Кейекбаев шуны уҡып, иғтибар иткән икән. Бер банкетҡа уның һорауы буйынса саҡырылғас, эргәһенә ултыртты ла “Шул йырҙы беләһеңме, был йырҙы беләһеңме?” кеүек һорауҙар бирә. Мин “Беләм, беләм.” тип ултыра торғас, “Арғужа”ны уйна әле, тип үтенде, йырлашып киттек. Минең белем тураһында һорашып, Жәлил Ғиниәтович: “Миңә уҡырға кил”,— тине. “Тел белмәйем бит”,— тиәм, “Беләһең ин”, — ти.
Уҡырға инеүемде интернатта тәүҙәрәк белмәй ҡалдылар, артабан инде ҡамасаулыҡ итә башланылар. Минең уҡыусыларға тәрбиәсе ҡуймайҙар, шуға сессия барышында эшкә килгеләп йөрөргә тура килде.
Мин насар уҡыманым. Армияла марксизм-ленинизм университетында ике тапҡыр уҡығайным. Ике урында ла ҙур булмаған китапханаларҙың барлыҡ китаптарын ҡарап, уҡып сыҡтым. “Философия һүҙлеге” кеүек һатып алған китаптарым да күп кенә була торғайны. Минең уҡып йөрөүемде өнәмәгәнлектән, сессиянан ҡайтыуыма берәй боҙоҡлоҡ әҙерләп ҡуялар. Бер мәл, ҡыҙҙарымдың игеҙенең башынан бет таптыҡ, тип шелтә яҙғандар. Бынан башҡа яфаларҙы бик күп күрергә тура килде. Яҙып бөтөрөрлөк тә түгел.
1975 йылдың февралендә, ахырыһы, БДУ-ла “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең 40 йыллығын үткәргәндә Ҡолшәриповтар йырларға саҡырҙы. “Тәфтиләү”, “Урал бәйете”, “Сибай”ҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов вариантын башҡарҙым. Был йыр бик ҡиммәткә төштө: көслө эҙәрлекләүҙәр башланды. Алдап алып барып, КГБ кешеһенә тапшырҙылар, ул минән ғәйеп таба алманы.
Иртәгәһенә эшкә барам, хеҙмәт кенәгәмде алып тикшереп йөрөйҙәр... “Пиши объяснительную”, тиеүҙәренә: “Я ничего не знаю, кто исправил мою трудовую, пусть тот и пишет”, — тиергә кәрәк булған да һуң, белмәгәнмен. Мине, “енәйәтсе” тип, партия йыйылышына ҡуйырға булдылар. Райкомдан бер ҡыҙыҡай килгән, уны ҡултыҡлап, партбюро секретары ҡәнәғәт ҡиәфәттә йөрөп ята. Йыйылышта ҡайһы берәүҙәр бер — бер артлы тороп, береһенән — береһе уҙҙырырға тырышып: “Как это так можно? Коммунист! Я вот не знаю! Я вот коммунист! Не могу понять! Как можно, так!.. Исправлять трудовую книжку! Чтобы присвоить государственные деньги!” — тип шашып һөйләне. Ҡайҙан табалар шул хәтлем алама үҙҙәрҙе лә, нисек оялмайҙар әйтергә?! Мине яҡлап Зыя Батталович ҡына сығыш яһаны. Фатирына алып инеп, ҡунаҡ итте, шунда әйтте лә инде: “Былар тотондолар һиңә, ҡотола алмайһың, лучше ултыр, дәлилдәреңде әйтмә, юҡ итәсәктәр”, — тине.
Бер көндө райком пленумына саҡырҙылар. Секретарҙар, ойоштороу бүлеге мөдире мине ихтирам итә ине. Пленум минең эш буйынса бер ҡарарға ла килә алманы. Ә дошмандар шул көндө үк эште тәфтишсегә биргәндәр. Улар, мине саҡырып, аңлатма яҙҙырып ҡайтарҙы. Бер аҙҙан эште ябыу өсөн профсоюздың юллауы кәрәк булды. Әммә директор коллектив йыйылышы үткәрергә теләмәй. “Үҙең йый халыҡты!” — ти. Утыҙ-ҡырҡлап кеше, башлыса эшселәрҙе йыйып, протоколды тапшырҙым. “Бөттө, ҡабат саҡыртмаҫбыҙ”,— тинеләр. Әммә ике-өс көндән тағы саҡырылдым. “Прокурор велел передать дело в суд”, — тиҙәр. Судья хөкөм ҡарары уҡып бөтөрөү менән, залға бер милиционер килеп инде һәм хөкөм ҡарарын алып сығып та китте. Урамда “Волга” еңел машинаһы тора ине. Бер судья: “С каких пор тюремщиков стали на “Волге” возить”,— тип көлөп ҡалды.
Мине К. Маркс урамындағы зинданға тығып ҡуйҙылар. Ун алты битлек кассация ялыуын тамамлағас, өйгә лә хат яҙҙым. Яңы адвокат табығыҙ, өс көндән ҡушымта ебәрәм, шуны ингән урында уҡ алып, папкаһына алһын, суд ултырышы ваҡытында иң аҙаҡтан ғына сығарһын, тинем.
Мине төрмәнән ҡотҡарырға тырышып, йөҙ ҡултамға йыйылыуға ҡарамаҫтан, суд хөкөм ҡарары буйынса мине йыл ярымға Мәләүез ҡалаһындағы дөйөм режимлы колонияға ебәрҙеләр.
Тырышып китапханала эшләнем. Бик күп иҫке китаптарҙы ғәмәлдән сығарып, яңыларын алдырҙым. Екатерина II заманында уҡ төҙөлгән бинаға ремонт та яһаттым. Мәскәүҙән килгән полковник, һоҡланып: “За что сидишь?”— тине, мин: “За то, что военный человек”, — тип һөйләп биргәйнем, “Освободите его немедленно!” — тип ҡысҡырҙы. Профсоюздар өлкә комитетынан юллама килгәс, ҡайтарып ебәрҙеләр.
Өфәгә ҡайтҡас, 20 — се мәктәпкә хеҙмәт уҡытыусыһы итеп ебәрҙеләр. 3,5 мең һум бурысым йыйылып киткән. Себергә китеп, аҡса эшләргә уйланым. Аҙнаға дүрт көн кис һайын Черниковкаға йөрөп уҡып, ун айҙан ҡыҙыл диплом менән 6 — сы разрядлы экскаватор машинисы сифатында Сургут ҡалаһына килдем. Мине дизелист итеп бригадаға эшкә ҡушып, ун биш саҡрымдағы “Солнечный” поселогында вагонда йәшәргә урынлаштырҙылар. Эшләп киттем. Берәй ерҙә дизель ватылһа, мине алып китәләр, бер сәғәт-сәғәт ярымда йүнәтәм. Баш инженер, баш механик ихтирам итә, һораған нәмәләрҙе биргеләйҙәр.
Ноябрҙә ауырып киткәйнем, дауаланырға Өфәгә ҡайтырға ҡуштылар. Күтәренеп, лыс һыу булып ҡышҡы кейемдә өйгә индем.
Башҡортостан суверенитеты юлында
Уҙған быуаттың 90 — сы йылдарында Рәсәй составындағы милли республикаларҙа төп халыҡ вәкилдәренең иң уҡымышлылары, алдынғы фекер йөрөтөүселәре Рәсәйҙә ысын-ысындан федератив дәүләт ҡороу идеяһын күтәрҙе. Бер-бер артлы суверенитет тураһында декларациялар ҡабул ителеп, был хәрәкәткә башҡорт зыялылары ла ҡушылды. Әммә республикала уларға ҡаршы көстәр хәрәкәткә килеп, улар рус телле матбуғатта ҡотҡо таратты, башҡорттарҙы яманлап митингылар ойошторҙо, урамдарҙа, трамвай, автобус, троллейбустарҙа ҡысҡырып, провокацион ғәйбәт сәсте. Был кешеләр бысраҡ йөкмәткеле гәзиттәрен һәр йорттоң почта ҡумталарына тыҡты, транспорт туҡталыштарындағы эскәмйәләргә күпләп ҡалдыра торған булды. Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына Башҡортостан халҡына бер төрлө лә эш күрһәтмәгән, киреһенсә, халыҡтың байлығын үҙләштергән Р. Ҡадиров, А. Аринин кеүектәр дәғүә ҡылды. Башҡортостан халҡы өсөн бер тинлек тә файҙа килтермәгән һәм килтерә лә алмаған әлеге Аринин менән Татар ижтимағи үҙәге башлыҡтарының береһе К. Яуышевтар Башҡортостан халҡына үҙҙәренең милли ойошмалары идараһы исеменән мөрәжәғәт таратты. Ул мөрәжәғәттәрҙә Мортаза Рәхимов тураһында ниндәй генә бысраҡ уйҙырмалар яҙылмағайны! Халыҡ өсөн янып йөрөгән кешене түбәнһетергә маташып, үҙ — үҙҙәрен хурлағандар.
...Башҡортостан Юғары Советында суверенит тураһында декларация ҡабул итеү сессияһы бара. Райондарҙан килеүселәр юҡ, баҡһаң, ҡаршы көстәр “Сибай — Өфә” поезына билеттарҙы тотошлайы менән һатып алған икән. Өфәгә килә торған юлдарҙа күпләп милиционерҙар ҡуйылған, улар, автобустарҙы үткәрмәй, кирегә ҡыуған. Сессия барған бинаның көньяғындағы уйпат ерҙе ОМОН егеттәре менән тултырғандар. Депутаттарға үтерлек тар ғына юл ҡалдырып, ике яҡлап Өфә йәштәре һәм студенттар теҙелгән. Улар тирәләй милиция хеҙмәткәрҙәре, ваҡ-төйәге лә түгел, подполковниктар йөрәй. Именлек комитеты хеҙмәткәрҙәре, йәштәр һымаҡ кейенешеп, улар араһында бутала икән. Ишек алдындағы майҙанда ике төркәм милиция подполковнигы тора. Ҡаршылағы Матросов паркы эсендә үҙенең төркөмө менән билдәле Ҡазан шәхесе Фәүзиә Байрамова ултыра икән.
Депутаттар үткәндә, йәштәр “Суверенитет!” тип ҡысҡырып ҡала. 280 депутаттың ни бары 37 -е генә башҡорт, уларҙың да 10 -лағаны ғына ысын башҡорт булыуы ихтимал, тинеләр.
Йәштәрҙе баҫҡыста ҡурай уйнарға ҡушып, үҙем майҙанда сығыш яһап торһам, арттағы төркөмдән бер подполковник килеп терһәктән тарта: “Хватить!”— тип артҡа һөйрәй. “Не трогай меня!”— тип ҡысҡырып, ҡулымды тартып алдым. Икенсе төркөмдән бер подполковник килеп: “Ағай, һин ҡайһы райондан?” — ти.
“Баймаҡ, ә үҙең ҡайҙан?”— “Салауат. Ағай, ҡурҡма, беҙ бында торабыҙ”,— тип китте... Түбәнгә төшөп, йәштәргә: “Тел тураһында һүҙ сығармағыҙ! Бер генә мәсьәлә — суверенитет”,— тип әйтеп сыҡтым.
Бер ҡыҙ эргәмә килде лә: “Ағай, ана, Айҙарҙы килтерәләр”,— ти. “Ниндәй, ҡайһы Айҙар?”, — ти һәм, “ уң, ана бит”,— тип күрһәтә. Ҡараһам, теге аслыҡ иғлан итеп палатка ҡороп ятҡан Айҙар Хәлимде килтерәләр икән. Быйма, пальто, бүрек кейгән. Ҡулына Ҡөрьән китабын тотоп, уның өҫтөнә яҙған нәмәләрен алып һалған. Шундай меҫкен төҫ менән, йәнәһе, ул ас, саҡ атлай был. Һаҡаллы ике егет уны ҡултыҡлап, ҡыҙғаныу һәм йәлләү сырайы күрһәтеп, уға ҡарай-ҡарай ипләп кенә атлап килгән була. Айҙар депутаттар янына сессияға инергә теләй икән. Йәнәһе, Башҡортостанда күп хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителгән татарҙар йәшәй, һәм ул шуларҙы яҡлауҙы һорап яҙған үтенес менән килгән.
Бына ҡайҙа ул артист! Совет майҙанында ине Айҙар Хәлимдең палаткаһы. Үҙен милиционерҙар һаҡланы, шулар уҡ ҡаршылағы ашханаға индереп, ашатып йөрөр булған. Беҙҙең йәштәр был күренеште фотоға төшөрөп алған. Айҙар ашап ултырғанда төшөрөлгән фото ошондағы уҡ йәштәрҙә бар ине инде.
Мин, быларҙың килгәнен күргәс тә: “Не допускать!”— тип ҡысҡырғайным, йәштәр, йүгерешеп барып, ҡултыҡлашып, баҫҡысҡа теҙелешеп торҙо ла: “Долой!”— тип ҡысҡыра башланы. Ишеккә табан боролған мөйөштә подполковниктар, Айҙарҙы уратып алып, нимәлер әйтте. Шунан уң ғына теге төркөм кире боролорға мәжбүр булды.
Йыйылған халыҡ ҡыйыҡ аҫтындағы репродукторға баҡҡан. Унан сессияла барған хәлдәр хәбәр ителә. Әммә беҙҙең теләк-өмөттәребеҙ өҙөлдө. Башҡортостан Юғары Советы депутаттары тулы суверенитет өсөн тауыш бирмәне. Тәнәфес иғлан ителгәс, депутаттар залдан сыға башланы.
Тәнәфестән һуң депутаттарға, фамилияларын яҙып, карточкалар тарата башлағандар: “Суверенитет как субъект Российской Федерации”. Кто “за”, кто “против?” һәр депутат ҡул ҡуйып бирергә тейеш. Шул мәлдә Татар ижтимағи үҙәгенән Кәрим Яуышев йүгереп килеп сыҡты ла: “Требуйте полный суверенитет! Вы на это имеете полное право!”— тип ҡысҡыра башланы. Мин “Яуышев!” тип уға табан йүгерә башлағайным, теге кире әйләнеп ҡасты.
Студенттар мине уратып алып: “Ағай! Ул дөрөҫ әйтә лә инде. Беҙгә бит полный суверенитет кәрәк”,— тиҙәр. Мин: “Кем риза булһын! Талабыбыҙ юҡҡа сығасаҡ! Шуның менән барыһы ла бөтәсәк. Полный суверенитет талап итеү — ул һуғыш. Беҙгә ҡапылда “Суверенный Башҡортостан” тигән үҙ булһа ла ярай”,— тип ныҡыштым. Шул турала “Йәшлек” гәзитенә лә яҙғайным, йәштәр һәм башҡалар аңлаһын, тигән уй менән инде. Йәштәр генәме һуң әле?! “Ниңә?!.”, “Беҙгә бит.” тигән кеүек мөрәжәғәттәр менән килә лә төртөләләр. Ололар, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар: “Ниңә ундағыларға әйтмәйһегеҙ?!”— тип кешеләр ыңғайына ҡуҙғырышҡан булып, аҡыл өйрәтеп маташҡан булалар. Бер мәл “Обком, горком долой!” мәсьәләләре килеп тыуғайны бит. Иртәгә митинг. Барлыҡ милли ойошмалар ҙа ҡатнаша. Башҡорттар, үҙ төркөмөнөң тыныслығын һаҡлау өсөн, 15 кеше тәғәйенләне. “Мин ҡартмын”,— тип ҡаршы килһәм дә, “Әҙһәм ағай, тик ултыр!”— тип мине лә шул иҫәпкә индерҙеләр.
Матросов һәйкәле янына иң беренсе булып мин барҙым. Ҡараңғы, торам уйланып. Кеҫәмдә бер бәкенән башҡа ҡорал юҡ. Ҡулымда — бер ҡурай. Ни эшләрбеҙ?
Ана, минең һымаҡ милләт яҙмышы өсөн әрнегән башҡорттар йүгерә-атлай йыйыла ла башланы. Тын алыуҙары йышайған, миңә һораулы ҡараштары менән бағалар. Йәнәһе, әйт һүҙеңде, нишләйек? Бына беҙ.
“Киттек тегендә!”— тип алдан төштөм. Митинг була торған майҙанға — Аҡ йорт янына барһаҡ, унда беҙҙең өсөн бик уңайлы урын бар икән. Стена буйлап теҙелергә булдыҡ. Стена артында, әллә нисә метр түбәндә, машина юлы. Һөжүм була ҡалһа, уң яҡтан ғына булыуы мөмкин. Ә был беҙгә бик уңай, бөтә халыҡ шул яҡтан ғына киләсәк, милиция ла шул яҡта йөрөйәсәк...
Башҡорттар, лозунгыларын күтәреп, килә лә килә. “Да здравствует дружба народов СССР!”, “Да здравствует дружба народов Башкортостана!”, “Да здравствует дружба башкирского и русского народов!”, “Да здравствует дружба башкирского и татарского народов!” Лозунгыларҙың мәғәнәһенә ҡарап, шул тәртиптә берәр метр ара ҡалдырып, теҙеп сыҡтым. Иң уңайлы, иң күренекле урынды башҡорттар алып ҡалды. Халыҡ ағыла. Радиостанция урынлаштырылған машинаны иң уртаға ҡуйҙылар. Арала милиционерҙар, подполковниктар күбәйеп китте.
Бер саҡ алдыма мөһабәт, мыҡты кәүҙәле, һәйбәт пальто кейгән бер егет килеп баҫты ла, башҡортса: “Ағай, берәй хәл тыуһа, миңә мөрәжәғәт ит. Мин ОМОН — дан”,— тип китеп барҙы. Ҡыуанысымдың сиге булманы, ғорурланып, батырайып киттем. Тимәк, мине күҙәтәләр, ҡарауыллайҙар.
Корреспонденттар килеп интервью ала башланы. Берәүҙәре ҡағыҙға, икенселәре диктофонға яҙҙыра. “Мин Мәскәү телевидениеһынан”,— тип бер ҡыҙыҡай интервью һорап, камераға төшөрә башланы. Ул беҙҙең лозунгыларҙы төшөрөп сыҡҡан, әлбиттә. Мин, ҡулымдағы ҡурайымды күтәреп: “Курай! Башкирский народный музыкальный инструмент. Курай — символ дружбы народов! Поет об истории, жизни, страданиях башкирского народа”,— тип ҡыҫҡа ғына үҙ әйттем.
Артабан бер төркөмдөң “Татар теленә — дәүләт статусы!” тигән лозунг күтәргәне күренде. Ә башҡорт телен дәүләт теле итеп ҡабул иткән ҡоролтай ваҡытында ул лозунг бөтөнләй күренмәгәйне бит.
Ә бына “Татар телен дә Башҡортостанда дәүләт теле итеп ҡабул итеүҙәрен добьемся” тигән листовкалар таратылды. Һәр подъездың почта йәшниктәренә төшөргәндәр. Башҡорттар йәшәгән фатирҙарҙың ишек тотҡаларына ҡыҫтырғандар. Ә халыҡта — тамаҡ ҡайғыһы. Һоранып ултырғандарға хәйер таратып бирһеңдәр ине, бушҡа аҡса әрәм иткәнсе. “Суверенитет бөтә Башҡортостан халыҡтары, улар дуҫ, татыу, мул тормошта йәшәһен өсөн кәрәк” тип Аллаһы Тәғәләнән һорағанды һаман аңламайҙар ахыры.
“Советская Башкирия” гәзитенә академик Толстиков менән Ғәббәс Шафиҡов: “Если Башкирия получит суверенитет, то русским, проживающим на западе и в Москве и в Сибири, на Дальнем Востоке будет затруднено общаться”,— тип яҙҙы. Бына иңә, ишетмә әң — ишет. Мин яуап яҙырға мәжбүр булдым: “Не беспокойтесь! Поезда, автобусы и всякий другой транспорт будут ходить. Самолеты будут летать, как всегда, по расписанию. Телефоны, радио, телевидение будут работать беспрепятственно. Читатели своевременно получат газеты, журналы, книги и другую печать. Башкиры препятствовать не будут”.
Артабан башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан, 1941—1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғыштарында рустар менән иңгә-иң тороп, йән-тәнен аямай ил азатлығы өсөн көрәшеүе тураһында яҙҙым. Академик Толстиковтың эшләпәһе менән ҡасандыр КПСС Өлкә комитетында эшләгән еренән насар ҡылығы арҡаһында ҡыуылған Шафиҡовты ҡапларға маташыуын дә өҫтәнем. Мәҡәләне редакцияға алып килгәс, берәү ҡыҙара-бүртенә уҡып сыҡты ла: “Не будем печатать!!!” — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Мин иһә тыныс ҡына: “Я знаю, что не будете печатать. Прошу зарегистрировать”,— тинем.
Башҡортостанды ике губернаға бүлеп, Ырымбур губернаһын —урыҫтарға, Өфө губернаһын татарҙарға ҡалдырырға тырышыусылар ҙа булды. Байрамова: “Башкортлар кая курай юан үсә, шунда йәшәгәннәр. Уфа ягында булмаганнар. Стройкаларда татарлар гына эшлиләр, юл төзиләр. Ә башкортлар эшләргә теләмиләр”,— тип яҙҙы. Таңһылыу Ҡарамышева быларҙы “Йәшлек” гәзитендә баҫтырып сығарғас, уға: “Кызыңның башына мешок кейдерәбез”, — тип хат ебәргәндәр. Ә Айҙар Хәлим, редакцияға килеп, шуның хатын талап алырға маташҡан. Етеҙ, берҙәм бәндәләр. Әммә ундайҙар күп түгел, бармаҡ менән һанарлыҡ. Тик бына ошондай ҡоторғандарҙың наҙандары ғына башҡорт тураһында ғәйбәт һатып маташа. Арининдың гәзиттәре лә бик күп урыҫ һәм башҡа халыҡтарҙың башын бутаны. Ләкин дөрөҫлөк өҫкә сыға барҙы.
Бер мәл Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында йәшәүсе башҡорттар саҡырҙы. Унда ҡаҙаҡтарҙың “Парасат” /”Аҡыл”/ ойошмаһы үткәргән конференцияла ҡатнаштым. Ҡаҙаҡтар төрлө төбәктән — алыҫтағылары самолетта, яҡыныраҡ йәшәгәндәре поезда, машинала килеп шунда баш күтәреп йөрөгән казактарға ҡаршы сығып, боролорға мәжбүр иткәндәр. Гурьев Рәсәй казачествоһының баш ҡалаһы түгеллеген, борон-борондан ҡаҙаҡ ере булыуын иҫбат иткәндәр.
Көнбайыш ҡаҙаҡ иҡтисади зонаһы президентына Зәки Вәлидиҙең “Ленинға хат”ын, “Башҡорт халҡына хат”ын бирҙем. Ул уҡый бирҙе лә: “Изучать будем. Обращайтесь к нам, что нужно вам, все сделаем!”— тине. Аҡтау радиоһынан 15 минутлыҡ сығыш яһаттылар. Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев килеп, уран рудалары шахталарын яптырып китте. Уға биреү өсөн алып барған ҡурай, пластинкаларым бар ине. Ҡулымды күкрәгемә ҡуйып, баш эйҙем дә бүләктәремде тапшырҙым. “Ә һеҙ үҙегеҙ уйнай беләһегеҙме?”— тип һораны Назарбаев. “Урал”ды уйнаным. Ул, күкрәгенә ҡулын ҡуйып, баш эйеп: “Ҙур рәхмәт!”— тине. Ҡаҙағстан Президентына ҡурай бүләк итеп, ҡурай уйнағанымды Алма-Ата телевидениеһы күрһәтте. Мәскәү телевидение һы иһә ул тәңгәлен төшөрөп ҡалдырҙы.
Ырымбурға, Каруан һарайға килгәс, Ишбулатов, Аҡбулатов, Амангилдиндар ҡаршы алып, оҙатып йөрөнө. Каруанһарайҙы ҡайтарып биреүҙәрен һорап Рәсәй башлығы Б. Ельцинға хат яҙҙыҡ. Уның төҙөлөүенә 150, башҡорттарҙың француз яуына китеүенә 180 йыл тула тип, байрам үткәреү өсөн план төҙөнөк. Әлеге шул Каруанһарайҙы дауайлап, ике тапҡыр Өфөләрҙән барып, митинг ойошторҙоҡ. Педучилищела сығыш яһаным. Каруанһарайҙың акттар залында 3,5 сәғәтлек лекция-концерт бирҙек. Ике магнитофонға яҙып алдылар.
Ҡәҙим Аралбай, унан уң Раил Байбулатов етәкселегеңдә Ырымбур өлкәһенең башҡорт ауылдарында сығыштар яһаныҡ. Һунарсы ауылына ҡурай уйнарға өйрәтә барып, илай-илай ҡайтып киттем. Аҙаҡ был турала “Башҡортостан” гәзитендә “Оҙаҡ йәшәйем тиһәң, балалар уҡыт” тигән мәҡәләм баҫылды.
Мөлҡаманов саҡырыуы буйынса Имәнтамаҡ ауылында булып киттем. Ул тирәләге башҡорттарҙың фажиғәле яҙмышы тураһында яҙһаң, бер китапҡа һыймаясаҡ. Башҡорттан бигерәк ситләшкәндәр. Һөргөнгә алып китмәй ҡалдырылған сабыйҙы (Артур Туҡтағоловтың атаһын) тәрбиәләп үҫтергән апай бик күп һөйләгәйне. “Базиков Ғәйнетдин минең ҡәйнешем. Күрәң, әйт әле, килен”,— тигәйне. Ә ул, ҡайтып инһәм, өйҙә ултыра. Һуғыш ветераны, яралы, особый отделда хеҙмәт итеп, полковник дәрәжәҺенәсә үҫкән. Уҫаллығы арҡаҺында дәрәжәһен юғалтҡан. Ҡөрьән уҡый, күп доғалар белә, һәр саҡ уҡына.
ИЛ АЗАМАТЫ
Мөһабәт кәүҙәле, бөркөт ҡарашлы, үтә ихлас, ҡайһы берҙә хатта балалар кеүек бер ҡатлы ине Әҙһәм Исҡужин ағай. Бөйөк ил азаматы ла, мәшһүр ҡурайсы ла, үҙ илен һәм халҡын сикһеҙ һөйөүсе патриот та, талантлы педагог та бергә йәшәй ине унда.
Мин Өфөләге 1-се Башҡорт интернат-мәктәбендә уҡығанда ул беҙҙең класс тәрбиәсеһе булды. Берәй тарих йә легенда һөйләһенме, халҡыбыҙҙың берәй атаҡлы йырын башҡарһынмы, бирелеп ҡурай тартһынмы — донъяһын онотор ине. Ағайҙың бәйәнен өҙөргә баҙнат итмәйенсә, төшкө йә киске ашҡа һуңлаған саҡтарыбыҙ ҙа әҙ булманы. Уның ҡарауы, ул һәр беребеҙҙең күңеленә милли рух сатҡыһы һалды, йөрәктәребеҙгә башҡорт булыу менән ғорурланыу тойғоһо өҫтәне. Ошоноң өсөн генә лә уны остаз тип атарға хаҡлыбыҙ.
Ул осорҙа, 60-сы йылдар аҙағы — 70-се йылдар башында, башҡорт халыҡ йырҙарына, айырыуса ҡурай, ҡумыҙ кеүек милли музыка ҡоралдарыбыҙға иғтибар кәмене. Хатта сәхнәләргә лә һанаулы ғына бер нисә оҫтабыҙ сығыр ине. Бына шундай дәүерҙә халыҡ өсөн, ҡурай өсөн, киләсәк быуын өсөн яуаплылыҡты кисәге хәрби летчик, ябай халыҡ вәкиле, педагог һөнәренә саҡ ылығыусы кеше — Әҙһәм Исҡужин үҙ иңдәренә алды. Һалмаҡ, хатта килешһеҙерәк хәрәкәтле ағайыбыҙҙың шул ваҡыттағы уңғанлығына, тынғыһыҙлығына, аҡыллылығына хәҙер килеп хайран ҡалам. Беҙ, балалар, уның нисек янып, нисек ажарланып йөрөгәнен, әлбиттә, аңлап бөтмәгәнбеҙ. Интернатта, тағы бер нисә урында йәш ҡурайсылар менән шөғөлләнә, тынғыһыҙ тәрбиәсе вазифаһында эшләй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында уҡый, үҙенең балалары үҫеп килә, ситтән ҡайтҡас, ғаилә хәлдәре лә еңелдән түгел.
Бына шундай кеше, ысын патриот ине Әҙһәм ағайыбыҙ. Күптәр уны аңлап та бөтмәгәндер, хәйер, ул быға мохтаж да булманы. Үсәшкән кешеләре арҡаһында бәләләргә ҡалып бөттө, әммә ғәҙеллек барыбер еңеп сыҡты.
Әҙһәм ағайҙың яҙмалары эҙмә-эҙлекле генә түгел. Уларҙы яҡындары, дуҫ-иштәре, фекерҙәштәре нығыраҡ аңлап уҡыр. Төрлө редакцияларҙа йөрөп, яҙмалар «Ағиҙел» журналына килеп юлыҡты. Улар шулай уҡ айырым китап булып та донъя күрергә йөрөй.
Һеҙҙең иғтибарға ӘҙҺәм Исҡужин яҙмаларының журнал варианты тәҡдим ителә. Әйткәндәй, ошо йылда ағайға 75 йәш тулған булыр ине.
Рәмил ЙӘНБӘК.
Ағиҙел журналы, 2008 йыл, №10
ссылка: //agidel-rb.ru/assets/files/arxiv/2008/agidel%2010—2008.pdf